Мөнәжәт

Тормошоңда тынғы табалмаһаң
Сыбарланып китһә уйҙарың.
Ауыр уйҙар урап алһа кинәт
Намаҙға баҫ иртән кистәрен.
Уҡы әлхәм уҡы Көлһыу алла
Күңелдәрең китер асылып.
Беләбеҙ бит ерҙән киткәндәрҙең
Мәңге ҡайтыу мөмкин түгелен.
Ал тәсбихең башла бисмилланан
Бер Алланан һорайым яҡшылыҡ
Иман нуры һирбер йөҙҙәреңә
Күңел күгең китер асылып.
Яҡындарың ҡайтмаҫ ергә китһә
Доғалар ҡыл намаҙ алдынан.
Ерҙән китһәң изгелегең кәрәк
Эйәреп бармай байлыҡ артыңдан.
Изге ниәт күркәм холоҡ кәрәк
Ғүмер юлдарынан үткәндә.
Кешеләргә шәфҡәт шәфәғәт ҡыл
Әле ҡулдарыңдан килгәндә.
Ҡылған эшем изгелегем менән
Бер алланан сәләмемде юлла
Лә иллаһи иллала тип
Мөхәмәт рәсүлаллаһ.

Хуш киләһен, Рамаҙан
Йыл әйләнә ун ике ай,
Иң изгеһе — Рамаҙан.
Ҡурҡмайынса дин тоторға
Беҙгә лә килде заман.
Рамаҙан айы изге ай,
Көтөп ала мосолман.
Гонаһтарҙан арыныуҙан
Донъя-яҡтыра һымаҡ.
Күпме йылдар мосолмандар
Гонаһтарға батты бит.
Ураҙалар тотор өсөн
Ал таңыбыҙ атты бит.
Шул тиклем дә оло бәхет
Ураҙа тотоуҙары.
Йәнгә рәхәт, тәнгә сихәт
Күңел йыуатыуҙары.
Ҡыуанып сәхәр ашайбыҙ
Ҡояш сыҡҡансы тороп.
Бергәләп ифтар ҡылабыҙ.
Табындарҙы тултырып.
Биш намаҙҙы ҡалдырмайбыҙ,
Аллаһҡа гел табынып.
Эй, Раббым, алға әйҙә,
Артта ҡалмайыҡ абынып.
Тәрауих намаҙ уҡыйбыҙ,
Уйлап фазыйләттәрен.
Уң ҡулға ала алһаҡ ине
Ғәмәлдең дәфтәрҙәрен.
Аҡланабыҙ, пакланабыҙ
Ғәйет алды кисендә.
Гонаһтарҙан арыныуҙы
Һәр кем тота иҫендә.
Ғәйет намаҙын уҡыйбыҙ
Бөтөн сәләмәт кеше.
Ә сафтарҙы тулы тотоу
Һәр кемдең изге эше.
Алты көн шәүүәл айында
Беҙ ураҙа тотабыҙ.
Аллаһ тамуҡтан ҡотҡарыр –
Беҙ тағын да отабыҙ.
                                                Автор: Нәжибә Хисмәтуллинә
                            Мөнәжәт

Раббым Аллаһ — Ул минең илаһым тип йөрөйһөң,
Ғибәҙәтең тик Уға булғас, ниңә ҡылмайһың?

Мосолмандар һәр ваҡыт ғибәҙәттә булалар,
Йәһәннәмдән ҡурҡалар, Йәннәткә ашығалар.

Мин — мосолман, иманлы, тиеп кенә йөрөйһөң,
Мосолман намаҙ укый, ниңә һин уҡымайһың?

Ҡөрьән китабым минең, һатып алдым, бар, тиһең,
Маҡтанырға алдыңмы, булғас, ниңә уҡымайһың?

Мин — мосолман, иманлы тиеп кенә йөрөйһөң,
Мосолман ураҙа тота, ниңә һин уны тотмайһың?

Һарыҡтарың бер көтөү, ҡорбанға ник салмайһың?
Күршеңдә генә мәсет, ниңә унда бармайһың?

Мин — мосолман, иманлы тиеп кенә йөрөйһөң,
Мосолман хажға бара, бай бит һин, ниңә бармайһың?

Араҡыны әсәһең, тәмәкене тартаһың,
Сусҡа итен, колбасаны туя алмай ашайһың.

Мин — мосолман, иманлы тиеп кенә йөрөйһөң,
Мосолман зәкәт бирә, һин уны ниңә бирмәйһең?

Атай-әсәйең иҫән, туғандарың бик күркәм,
Йылдар буйына ниңә хәлен белмәйһең икән?

Мин — мосолман, иманлы тиеп кенә йөрөйһөң,
Мосолман Ҡөрьән уҡый, ниңә һин уҡымайһың?

Аманатҡа хыянат итмә, тигән шәриғәт,
Шәриғәтте аңлай тороп ниңә һиңә хыянат?

Ғәйет көнө бер йылға тик ике тапҡыр була,
Бер тапҡыр булғаның юҡ һин ғәйет намаҙында
                                                              Иҙрис Ғәләүетдин

Пәйғәмбәрҙәр нимә һөйләр?

Атабыҙ Әҙәм Алла ҡаршыһында
Йәннәттән сыҡҡан көндәрен һөйләр.

Әсәбеҙ һауа Алла ҡаршыһында
Йәндәм тауында күргәнен һөйләр.

Исмәғил пәйғәмбәр Алла ҡаршыһында
Ҡорбан булырға ятҡанын һөйләр.

Яҡуп пәйғәмбәр Алла ҡаршыһында
Балаһы өсөн көйөнгәнен һөйләр.

Йософ пәйғәмбәр Алла ҡаршыһында
Каруанға һатылып киткәнен һөйләр.

Ибраһим пәйғәмбәр Алла ҡаршыһында
Уттан гөл-баҡса булғаның һөйләр.

Сөләймән пәйғәмбәр Алла ҡаршыһында
Тәхет өҫтөндә осҡанын һөйләр.

Әйүп пәйғәмбәр Алла ҡаршыһында
Ете ҡат үлеп, терелгәнен һөйләр.

Ғайса пәйғәмбәр Алла ҡаршыһында
Дүрт ҡабат күккә ашҡанын һөйләр.

Юныс пәйғәмбәр Алла ҡаршыһында
Балыҡ ҡарынында ятҡанын һөйләр.

Әйүп пәйғәмбәр Алла ҡаршыһында
Үҙ итен ҡорттар ейгәнен һөйләр.

Һәр бер пәйғәмбәр үҙ хәлен һөйләр,
Өммәттәренә ярлыҡау теләр.

Насип ит, Аллам, беҙ ҡолдарыңа,
Йәннәт эсендә бергә булырға.
                                          Мулланур Йосоп
              Мөнәжәт

Был донъя — фани
Был донъя шулай күпте хур итә,
Зифа буйҙарҙы гүргә керетә.

Был донъя шулай күпте алданы,
Ата-бабалар береһе ҡалманы.

Был донъяла беҙ тороп туймабыҙ.
Фани булғанға мәңге тормайбыҙ.

Үтте ғүмерҙәр, һүнде күңелдәр,
Беҙҙе ҡаплайҙыр был ҡара ерҙәр.

Йыйған малдарым бергә баралмаҫ,
Улдар-ҡыҙҙарым алып ҡалалмаҫ.

Йыйған йорттарым, йыйған малдарым
Бер файҙа ла бирмәҫ, сыҡһа йәндәрем.

Фани донъянан китер был башым.
Иманым булһын мәңге юлдашым.

Ғүмерҙәр уҙа, кешеләр туҙа,
Әжәлдәр килеп, ҡулдарын һуҙа.

Йән бирмәҫ борон «Ясин» сығығыҙ,
Ҡөрьән уҡығыҙ, бәхил булығыҙ.

Йән биргән саҡта тыныс булығыҙ,
Ҡөрьәнгә ҡарап, доға ҡылығыҙ.

Эй, Аллаҡайым, ҡаты буласаҡ,
Ҡылған эштәрҙе ныҡ һораясаҡ.

Уйлар күңелем, йәш алыр күҙем,
Ниҙәр һөйләргә белалмаҫ телем.

Шулай икән ул һулыш бөтөүе,
Ауыр хәл икән йәндең китеүе.

Үлем хәлемдә янда булығыҙ,
Шәһәдәт итеп тыныс тороғоҙ.

Китәмен инде, бәхил булығыҙ,
Кесе йомала доға ҡылығыҙ.
                            Мулланур Йосоп

           Мөнәжәт

Ата-ана, әбей-бабай,
Барса әруахтар шат булһын.
Аш әҙерләп йөрөгәндәргә
Бик күп сауаптар яҙылһын.

Ҡарайым яҡты йөҙөгөҙгә,
Ни теләктәр теләйем һеҙгә?
Ҡабул булһын Ҡөрьәнегеҙ,
Шатлыҡ тулһын күңелегеҙгә.

Аш-Һыуҙарығыҙ бигерәк тәмле,
Ҡунаҡтарығыҙ мәрхәмәтле,
Доғаларығыҙ ҡабул булһын,
Ирештерһен Аллаһ рәхмәтен.

Беҙҙе ҡәҙер-хөрмәт иттең,
Үҙең дәүләт эсендә ҡалдың.
Туғандарҙан доға алдың,
Йәннәттәрҙән өлөш алдың.

Мәжлестәрегеҙ күңелле булды,
Доғаларығыҙ ҡабул булһын,
Барса әруахтар шат булһын,
Беҙҙән фатиха шул һеҙгә.

Йәндәрегеҙ тыныс булһын,
Кәсептәрегеҙ хәләл булһын,
Ғүмерегеҙ оҙон булһын,
Беҙҙән фатиха шул һеҙгә.

Яҡшы теләктәр теләнек,
Теләктәребеҙ ҡабул булһын,
Хаҡ Тәғәлә барыбыҙҙы
Йәннәттәрҙә күрештерһен.

Йәтимдәрҙе, ҡарсыҡтарҙы
Йыйып хөрмәтләгән өсөн,
Хаҡ Тәғәлә насип итһен
Ике йыһан дәрәжәһен.

Доғаларыбыҙ ҡабул булһын,
Был өйҙәр нур менән тулһын,
Был мәжлестә булғандарға
Һигеҙ ожмах насип булһын.

Ултырабыҙ бөгөн бергә,
Рәхмәт ҡылһын Хоҙай һеҙгә.
Ҡиәмәт мәхшәр еренә
Барһаҡ ине бергә-бергә.
                             Фатима апайҙан яҙып алынды

Йәшәү көсө бирә иман нуры

Йәшәү көсө бирә иман нуры,
Күңелдәрҙе өндәп сафлыҡҡа,
Өйрәтә сабырлыҡ, түҙемлеккә,
Әҙәплек, дөрөҫлөк, хаҡлыҡҡа.

Донъяла иң ҡәҙерле нәмә –
Ғәҙеллектер, нурлы имандыр,
Хоҙай ризалығын алыр өсөн,
Изгеләр Ҡөрьәнгә инаныр.

Юҡ миндә шкаф тулы китап,
Бик ҙур түгел ғилемем,
Раббымдың ҙурлығы, барлығы
Йөрәгемдә йәшәй минең.

Сабый бала ғына саҡтарымда,
Ата-әсәм шулай өйрәтте.
Миңә төрлө сүрәләр ятлатып
Уларҙы дөрөҫләп һөйләтте.

Хоҙайҙан ҙур бер ни юҡлығына,
Бала саҡтан аңлап, эйәләштем.
Ауырыһам да, яңғыҙ һағышланһам да
Ярҙам көтөп, Уға өндәштем.

Хаҡ Тәғәләм ҡөҙрәт, мәрхәмәте
Һаҡлай ауырлыҡтан, золымдан,
Хыянатты, йәбер, хөсөтлөктө
Ситкә алып ташлай юлыңдан.

Дини кешеләр, иманлылар,
Шәфҡәт, изгелекте аңлайҙар,
Кеше хаҡына ла ҡул һуҙмайҙар,
Яңлыш юлдан да бармайҙар.

Яңлыш ғүмер иткән әҙәмдәр ҙә
Баҫһын ине иман юлына,
Бәрәкәттәр артһын донъяларҙа,
Именлектәр йәшәү юлына.

Күңелдәрҙе ауыр уйҙар баҫып,
Өҙә уның нескә ҡылдарын,
Бер Хоҙайым бирә сабырлыҡтар,
Ә йөрәктә иман нурҙары.

Доға сүрәләрем йөрәгемдә,
Раббым минең янымда,
Тик ул аңлай хәлдәремде
Ел-дауыллы көҙгө һалҡында,
Бирә сыҙамлығын, барыһын да.

Рәхим ҡыл Тәңрем, Хаҡ Тәғәләм,
Изге булһын ғәмәл дәфтәрем,
Һиңә рәхмәттәрем булып барһын,
Ҙурлап яҙған шиғыр-йәдкәрем.
                         Вәлиева Роза Сәхип ҡыҙы

Ошо биттәрҙә мөнәжәттәр уҡығыҙ:

https://nazir1965.com/category/m%D3%A9n%D3%99zh%D3%99tt%D3%99r