Намаҙ уҡыу тәртибе, ике рәҡәғәтле намаҙ (фарыз йә сөннәт). Әттәхийәт уҡығанда бармағыҙҙы видеолағы кеүек төртөп күтәрмәгеҙ беҙҙә ундай әҙәп юҡ

                                          Намаҙ уҡыу тәртибе

   Һәр әҙәм, кем булыуына ҡарамаҫтан: негрмы, урыҫмы, еврейме, Ҡытайҙанмы, Аллаһ Тәғәләне танып «Ләә иләәһә илләллаһ», — тип әйтһә, уға намаҙ уҡыуҙар фарыз була. Уҡымаһа, иң ҙур гонаһ булыр. Мосолман тигәндең мәғәнәһе ул бер Алланы танып, Уға иман килтереү. Был шәһәдәтте һәр саҡ телегеҙҙә һәм йөрәгеҙҙә йөрөтөгөҙ.

   Намаҙ уҡыған урының, намаҙлығың, өҫ-башың таҙа булырға тейеш. Әгәр ҙә өйҙә башҡа сит ерҙә уҡылһа, таҙа ерҙе табып шунда уҡыр кәрәк. Намаҙ мунсала, душта, бәҙрәфтә, мал-тыуар, ҡош-ҡорт торған ерҙә уҡылмай. Шулай уҡ зыярат эсендә уҡылмай. Шуға ла йыназа намаҙы ҡәберлектән ситтә, тышта уҡыла. Намаҙлыҡ түшәге үҙҙегеҙ өсөн, ул булмаһа ла ҡара ер өҫтөндә уҡыу дөрөҫ.

   Ҡояш горизонтан ҡыҙарып сыға башлаған ваҡытта, бер һөңгө буйлыҡ күтәрелмәйенсә намаҙ уҡылмай. Ҡояш горизонтҡа батҡан ваҡытта намаҙ уҡыу дөрөҫ булмаҫ. Шулай уҡ ҡояш туп-тура баш осонда торға мәлдә, төшкө (өйлә) намаҙы ваҡыты алдынан уҡылмай. Йыназа намаҙҙынала шул ваҡытҡа иғтибар бирер кәрәк. Ерләүҙәр күберәк шул мәлгә килә.

   Намаҙҙы ҡиблаға ҡарап уҡыу фарыздыр. Ҡибланы көнъяҡҡа ҡарап, әгәр компас булһа, шул юнәлештән төнъяҡҡа ун-ун биш градус алаһын. Ауыл-ҡалаларҙа мәсеттең айы ҡайһы яҡҡа боролған шуға ҡарағыҙ. Бик булмаһа интернеттән поискә: определение направление Киблы яҙығыҙ. Бына ошо ссылка буйынса табырға мөмкин; //azan.kz/islam/qiblah/google/1.html .Өйөгөҙҙөн урынына тиклем шунда күрһәтәсәк. Ҡибланың ҡайһы тарафтан икәнен белә тороп, башҡа тарафҡа ҡарап уҡыу һис тә дөрөҫ булмаҫ. Намаҙ уҡып торған ваҡытта ҡибланың икенсе тарафта икәнен иҫегеҙгә төшһә, намаҙы боҙмайынса шул тарафҡа боролоғоҙ.

   Намаҙлыҡ өҫтөнө баҫҡас, йә намаҙ уҡыр алдынан ҡул бағлағанда һул ҡулың беләҙеген уң ҡулының баш һәм сәтәкәй бармаҡтары менән сорнап алып, урта бармаҡтарынды беләгенә табан һуҙырға тейешһең.

   Намаҙ ахырында сәләм биргәндә арттағы кешегә яңағың күренерлек ҡәҙәр башты бороу кәрәк, йәки үҙеңдең яурыңдарына ҡарар кәрәк.
Ҡыямда (аяҡ үрә торғанда) сәждә урынына ғына, намаҙлыҡа ҡарар кәрәк рөкүғтә (ярым бөгөлгәндә) аяҡ баштарына ғына, сәждәлә танауына ғына, ҡәғдәлә (ултырғанда) үҙ алдына ғына, сәләм биргәндә иң баштарына ғына ҡарап тороу тейешлелер.

   Намаҙ эсендә түбәнселекле ҡиәфәт һәм һыныҡ күңел менән торорға тейешһең. Тәккәберлек ҡиәфәттә, йәки исем өсөн уҡылған намаҙ ҡабул булмаҫ. Уйҙарынды Аллаһы Тәғәлең сифаттарына, ғәләмәттәренә, донъя ҡоролошона, рәхмәттәренә юнәлт. Шөкөр ит.

   Башҡа уйҙарҙа инеп намаҙҙынды бутар, сүрәләрҙе онотторор, шайтанда буш тормаҫ, ҡотортор, ашыҡтырыр. Шуға ла намаҙ алдынан Аятүль Көрси уҡыһағыҙ ярҙамы булыр, шайтан ҡасыр.

   Бер мәле пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләм иптәштәренә: кемдә кем намаҙҙы һис бер нәмә лә тураһында уйламайынса уҡыһа, шуға сапанымды бирермен тигән. Намаҙҙан һуң ул әйткән: һеҙҙең һәр берегеҙ намаҙ ваҡытында мин ҡайһы сапанын бирер тип уйланығыҙ – йәшеленме, әллә икенсеһенме, шулаймы? Әйе тигәндәр. Шуға ла сит уйҙар намаҙ ваҡытында ҡамаусалар. Быныһы инде донъя ашыҡтырыуы.

   Сәждә ваҡытында ҡул һәм аяҡ бармаҡтары ҡиблаға табан ҡаратыр кәрәк. Рөкүғкә эйелгәндә (бөгөлгәндә) ирҙәрҙең ҡул бармаҡтары теҙҙәренә (аяғына) таянып торған ваҡытта һәммәһе асыҡ булыр, ҡатындарҙыҡы асыҡ булмаҫ.

   Намаҙ уҡығанда йүткермәҫкә һәм иҫнәмәҫкә тырышығыҙ. Ихтыярһыҙ иҫнәгәндә ауыҙҙы бер ҡул менән ҡапларға кәрәк. Уң ҡулдын эске яғы менән, йәки һул ҡулдың тышҡы яғы менән. Намаҙҙа ике тапҡырҙан артыҡ кәрәкмәгән хәрәкәттәр эшләргә ярамай, өсөнсөһө намаҙҙы боҙа. Мәҫәлән: ике тапҡыр себенде ҡыуып, йәки ҡысыған урынды ике тапҡыр тырнап, өсөнсө тапҡыр маташыу намаҙҙы боҙа. Иғтибар булығыҙ, ҡайһы бер әҙәмдәр намаҙ ваҡытында кәрәкмәгән хәрәкәттәр эшләйҙәр, ҡулдарын рөкүғ ваҡытында күтәрәләр һәм башҡаһы.

   Намаҙ уҡыған ваҡытта ике аҙымға күсергә була. Аҙымдың үлсәме ике табан үлсәме менән. Артҡа, йәки ҡабырғаға боролорға һәм ҡарарға ярамай.

   Тәһәрәткә ҡыҫталған ваҡытта намаҙ уҡыу дөрөҫ булмаҫ, мәкрүһ эш. Һәр намаҙҙы үҙ ваҡытында уҡығыҙ, һуңлап китһәгеҙ – икенсе намаҙ ваҡыты етмәҫ борон уҡып ҡалығыҙ. Ун биш минуттан алдараҡ икенсеһенә тиклем. Намаҙ ваҡыты араһын дөрөҫ аңлағыҙ, бер намаҙҙан икенсеһенә тиклем ара, ҡайһы берҙәр аҙан булһа, йәки намаҙ сәғәте тулһа уҡырға керешәләр, бик хуп һәм сауаплы эш, ләкин берәй эштә эшләп йөрөһән, һуңғараҡ үҙ ваҡыты араһында уҡыһанда була. Тик, өҫтә яҙылғанса ҡояшҡа иғтибар булығыҙ, икенде (төштән һуңғы) намаҙҙын аҡшам намаҙҙы ваҡыты етмәҫ борон ҡырҡ, ҡырҡ биш минут алда уҡығыҙ, шулай итмәһәгеҙ ҡояш горизонтҡа бата башлаған мәлгә эләгәһегеҙ.

                                   Намаҙҙың шарттары

   1. Намаҙ ваҡыты етеү, сәғәте иңде беҙҙенсә.
   2. Тәһәрәтле булыу.
   3. Кейеме, уҡый торған ере таҙа булыу.
   4. Тәндәр ҡаплаулы булыу. Ирҙәр өсөн: тубыҡтан алып кендеккә тиклем күренмәҫкә тейеш. Ләкин, беҙҙең әҙәп тейешле кейемдә булып, баш кейеме лә кейергә ҡуша. Ҡатындарға: биттәре, беләҙектән алып ике ҡул осо һәм шайтан ашыҡтан башлап ике аяғының остары күренергә мөмкин. Ҡалған өлөшө – ғәүрәт, улар күренмәҫкә тейеш.
   5. Ҡиблаға ҡаршы йүнәлеү.
   6. Намаҙҙы ниәтләү: «Әғүҙү билләһи минәш-шайтанир-раджим. Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим. Иләһи, ниәт ҡылдым (ошо) намаҙымды уҡырға, йөҙөмдө йүнәлтем ҡибла тарафына. Халисан лилләһи тәғәлә», тип ҡулдарыңдың баш бармаҡтарын ҡолаҡҡа тейҙерәһең. Ә ҡатын-ҡыҙҙар ҡулдарын иңдәренә күтәрә.
Ҡайһы берҙәр шул намаҙҙын шунса рәҡәғәтең тип әйтеп ниәтләйҙәр. Беҙҙә шунса рәҡәғәт тип әйтмәһәң, намаҙҙар күберәк яҙылыуы мөмкин. Аллаһү Әғләм (Аллаһ Тәғәлә үҙе беләлер).

   Һәр намаҙҙың тәртибе бына ошонда күрһәтелгән иртәңге намаҙы кеүек, (ошонда баҫ) //nazir1965.com/nama%D2%99-namaz/nama%D2%99.html тик иртәнге намаҙ ике рәҡәғәт сөннәт һәм фарыздан торһа, төшкө намаҙҙын бер сөннәте һәм фарызы дүрт рәҡәғәттән, бер сөннәте ике рәҡәғәттән тора. Аҫта уҡып аңларһығыҙ.

   Намаҙ, тимәк, Аллаһы Тәғәләгә мәғлүм рәүештә күңел һәм тән менән ғибәҙәт ҡылыу, һәр бер мосолманға бер тәүлек эсендә биш ваҡыт намаҙ уҡыу фарыз булыр: иртә намаҙы, өйлә, икенде, ахшам, йәсиғ(йәстү) намаҙҙары.

                                         Намаҙ ваҡыттары

   Иртәңге намаҙ: ҡояш сығыр алдынан сәғәт ярым алдан, таң ваҡыты кергәс.
           

                  Ике рәҡәғәт сөннәт уҡыла.
                  Ике рәҡәғәт фарыз уҡыла.

   Өйлә намаҙҙы: Төш ваҡыты, ҡояш баш осонан (надирҙан, йәки зәүәл) ауышып 10-15 минут үткәс, икенде ваҡыты кергәнсе.
           

                  Дүрт рәҡәғәт сөннәт.
                  Дүрт рәҡәғәт фарыз.
                  Ике рәҡәғәт сөннәт.

   Икенде намаҙы: Ҡояш байырҙан ике сәғәт алдараҡ, ҡояш байығансы.
         

                  Дүрт рәҡәғәт фарыз уҡыла.

   Аҡшам намаҙы: Ҡояш байығас та, шәфәҡ ҡыҙыллығы бөткәнсе.

                  Өс рәҡәғәт фарыз.
                  Ике рәҡәғәт сөннәт.

   Йәсиғ (Йәстү) намаҙы: Ҡояш батып бер сәғәт, сәғәт ярым үткәс, таң ваҡыты кергәнсе. ' '
                 Дүрт рәҡәғәт фарыз.
                 Ике рәҡәғәт сөннәт.
                 Өс рәҡәғәт үитр үәжиб намаҙы.

                     Намаҙҙарҙа ниндәй сүрәләр уҡыла

   Намаҙ эсендә белгән сүрәләрҙе, аяттарҙы уҡыр кәрәк. Әгәр сүрә йәки аяттарҙы тулыһынса уҡый алмай онотоп, тәүге өс аятты ятлаһағыҙ дөрөҫ булыр. Тик иң башта Фатиха (Әлхәм) сүрәһең уҡыу мотлаҡ.
                                         

                                     Өйрәнеүселәргә:

                                Иртәнге сөннәт намаҙа.

Беренсе рәҡәғәттә: Сүбехәнәкә, Әлхәм, Иннә әғтайнә (Кәүҫәр) уҡыла.
Икенсе рәҡәғәттә: Әлхәм, Ҡүлһүүәллаһ (Ихлас) уҡыла.
Уҡып бөткәс Әттәхийәт уҡыла.

                                     Иртәнге фарыз

Беренсе рәҡәғәттә: Сүбехәнәкә, Әлхәм, Иннә әғтайнә (Кәүҫәр) уҡыла.

Икенсе рәҡәғәттә:Әлхәм, Ҡүлһүүәллаһ (Ихлас) уҡыла.
Уҡып бөткәс Әттәхийәт уҡыла. Әттәхийәт уҡып ике яҡҡа сәләм биргәс, намаҙ тамам дөрөҫ булыр. Аҫтағы уҡыуҙарҙа ла шулай итергә була. Тик беҙ ошо Әттәхийәттән һуң өҫтәп Салауат (маҡтау) уҡыйбыҙҙа шунан һуң сәләм әйтәбеҙ.

                                      Өйлә намаҙы

                               Дүрт рәҡәғәт сөннәт

Беренсе рәҡәғәттә: Сүбехәнәкә, Әлхәм, Иннә әғтайнә (Кәүҫәр) уҡыла.
Икенсе рәҡәғәттә: Әлхәм, Ҡүлһүүәллаһ (Ихлас) уҡыла.
Шуңан һуң ярты Әттәхийәт уҡыйбыҙ ҙа яңынан тороп баҫабыҙ.
Өсөнсө рәҡәғәттә: Әлхәм, Ҡүлһүүәллаһ уҡыла.
Дүртенсе рәҡәғәттә Әлхәм, ,Ҡүлһүүәллаһ уҡыла.

Уҡып бөткәс Әттәхийәт һәм Салауат уҡыла.

                              Дүрт рәҡәғәт фарыз .

Беренсе рәҡәғәттә: Сүбехәнәкә, Әлхәм, Иннә әғтайнә (Кәүҫәр) уҡыла.
Икенсе рәҡәғәттә: Әлхәм, Ҡүлһүүәллаһ уҡыла.
Шунан һуң Әттәхийәт уҡыйбыҙ ҙа яңынан тороп баҫабыҙ.
Өсөнсө рәҡәғәттә: Әлхәм генә уҡыла.
Дүртенсе рәҡәғәттә: Әлхәм генә уҡыла.

Быларҙан һуң бөтөн Әттәхийәт һәм Салауат уҡыла.

                                Ике рәҡәғәт сөннәт

Беренсе рәҡәғәттә: Сүбехәнәкә, Әлхәм, Иннә әғтайнә (Кәүҫәр) уҡыла.
Икенсе рәҡәғәттә: Әлхәм, Ҡүлһүүәллаһ (Ихлас) уҡыла.

Әттәхийәт һәм Салауат уҡыбыҙҙа сәләм бирәбеҙ.

                                          Икенде намаҙы

                                      Дүрт рәҡәғәт фарыз

Беренсе рәҡәғәттә: Сүбехәнәкә, Әлхәм, Иннә әғтайнә (Кәүҫәр) уҡыла.
Икенсе рәҡәғәттә Әлхәм, Ҡүлүүәллаһ (Ихлас) уҡыла.
Әттәхийәт уҡыйбыҙ ҙа, яңынан тороп баҫабыҙ.
Өсөнсө рәҡәғәттә: Әлхәм генә уҡыла.
Дүртенсе рәҡәғәттә: Әлхәм генә уҡыла.

Быларҙан һуң Әттәхийәт һәм Салауат уҡыла.

                                          Ахшам намаҙы

                                       Өс рәҡәғәт фарыз

Беренсе рәҡәғәттә: Сүбехәнәкә, Әлхәм, Иннә әғтайнә (Кәүҫәр) уҡыла.
Икенсе рәҡәғәттә: Әлхәм, Ҡүлһүүәллаһ (Ихлас) уҡыла.
Әттәхийәт уҡыйбыҙ. Өсөнсө рәҡәғәттә: Әлхәм уҡыла.

Быларҙан һуң Әттәхийәт һәм Салауат уҡыла.

                                       Ике рәҡәғәт сөннәт

Беренсе рәҡәғәттә: Сүбехәнәкә, Әлхәм, Иннә әғтайнә (Кәүҫәр) уҡыла.
Икенсе рәҡәғәттә: Әлхәм, Ҡүлһүүәллаһ (Ихлас) уҡыла.

Быларҙан һуң Әттәхийәт һәм Салауат уҡыла.

                                             Йәсиғ (йәстү) намаҙы.

                                        Дүрт рәҡәғәт фарыз

Беренсе рәҡәғәттә: Сүбехәнәкә, Әлхәм, Иннә әғтайнә (Кәүҫәр) уҡыла.
Икенсе рәҡәғәттә: Әлхәм, Ҡүлһүүәллаһ (Ихлас) уҡыла.
Әттәхийәт уҡыйбыҙ ҙа, яңынан тороп баҫабыҙ.
Өсөнсө рәҡәғәттә: Әлхәм генә уҡыла.
Дүртенсе рәҡәғәттә: Әлхәм генә уҡыла.

Быларҙан һуң бөтөн Әттәхийәт һәм Салауат уҡыла, сәләм әйтелә

                                       Ике рәҡәғәт сөннәт

Беренсе рәҡәғәттә: Сүбехөнәкә, Әлхәм, Иннә әғтайнә (Кәүҫәр) уҡыла.
Икенсе рәҡәғәттә: Әлхәм, Ҡулһүүәллаһ (Ихлас) уҡыла.

Быларҙан һуң бөтөн Әттәхийәт һәм Салауат уҡыла, сәләм бирелә.

                       Өс рәҡәғәт фарыз үитр үәжиб намаҙы

Беренсе рәҡәғәттә: Сүбехәнәкә, Әлхәм, Иннә әғтайнә (Кәүҫәр) уҡыла.
Икенсе рәҡәғәттә: Әлхәм, Ҡүлһүүәллаһ (Ихлас) уҡыла.

Әттәхийәт уҡыйбыҙ

Өсөнсө рәҡәғәттә Әлхәм, Ҡулһүүәллаы уҡығадан һуң, кендек тәңғәленә ҡуйылған ҡулдарыбыҙҙы төшөрөп, яңынан күтәреп«Аллаһу әкбәр» тип тәҡбир менән ҡулдарҙың баш бармаҡтарын ҡолаҡ йомшағына тейҙерәбеҙ ҙә, яңынан бағлап «Ҡнут» доғаһын уҡыйбыҙ, ҡалғанын башҡа намаҙҙар кеүек сәждәгә китеп тамамлайбыҙ.