дога         Доғалар

   Донъя һәм әхирәт өсөн доғалар

     "Бисмилләһир рахмәәнир рахиим.
Раббәнә әтинә фид-дүнйә хәсәнәтәү үә фил-әхирати хәсәнәтәү үә ҡинә ғәҙәбән-нәр. Раббәнәғ-фир ли үә лиүәлидәййә үә лил-мүъмининә йәүмә йәҡу-мулхисәб".

   Мәғәнәһе: “Эй, Раббым! Донъялыҡта беҙгә изгелек эшләй -торған ғүмер бир, ошо изгелегебеҙ бәрәкәтендә Әхирәттә йәннәтеңде насип ит, ут ғазабынан һаҡла. Эй Раббым! Хисап көнөндә мине лә, ата-әсәмде лә, бар мосолмандарҙы ла ғәфү ит".

                                            Йыш уҡыла торған доға

     Бәйғәмбәребеҙ әйткән: көнөнә йөҙ тапҡыр: «Лә иләһә илләл-лаһу үәхдәһү лә шәрикә ләһү ләһүл-мүлкү үә ләһүл-хәмдү үә һүә ғәлә күлли шәйин ҡадир».

     Мәғәнәһе: «Тиңдәше булмаған берҙән-бер Аллаһтан башҡа илаһ юҡ. Хөкөм һәм хакимиәт — Уның ихтыярында, маҡтауҙар — Уның үҙенә генә хас. Бөтә нәмәгә Уның көсө етә», — тип, доға ҡылған кешегә Аллаһ йөҙ төрлө игелекле эш эшләгәндең сауабын яҙа, ғәмәл дәфтәренән йөҙ насарлығын юйып ташлай. Был көндә уға шайтан зәхмәте ҡағылмай.

                                        Теләгең ҡабул булһын өсөн

     "Аллаһүммә инни әсъәлүкә үә әтәәүәжжәһү иләйкә бинәбиййикә Мүхәммәдин нәбирахмәти фи хәжәти һәиһи литукәдаа лиифәшәффәғһү фиййә".

     Мәғәнәһе: «Эй, Аллам! Мин һинән үтенәм һәм һиңә Мөхәммәт ғәләйһиссәләм аша мөрәжәғәт итәм: ул – шәфҡәт һәм мәрхәмәт бәйғәмбәре һәм Һин минең теләгемде тормошҡа ашырһаң ине. Мөхәммәт ғәләйһиссәләм аша һинән һорағаным минең файҙаға тамамланһын ине».

                                              Сәфәрҙән (юлдан) ҡайтҡас

     "Әййибүүнә тәибүнә ғәбидүнә лираббинә хәмидүн".

     Мәғәнәһе: «Эй, Аллам! Беҙ — һине яратыусылар, иман килтереүселәр, тәүбә итеүселәр, кире ҡайтыусылар».

              Мунсаға йәки йыуынырға ( душҡа) кергәндә уҡыла торған доға

       "Аллааһүммә иннии әсъәлүкә минәл жәннәти үә нәғиимиһәә үә әғүүҙү бикә минәннәәри үә хамиимиһәә".

       (Аллаһым!- һинән йәннәтте һәм ундағы ниғмәттәрҙе һорайым, йәһәннәмдән һиңә һыйынам.)
                         

                                             Мунсанан сыҡҡанда уҡыла

       “Әлхәмдү лиллаһил-ләҙии әҙһәбә ғәннил-әҙәә үә ғәәфани".

       Мәғәнәһе: «Мине сафландырған, һаулыҡ һәм сәләмәтлек биргән Аллаһҡа маҡтау булһын».

                                              Яңы кейем кейгәндә

       "Әлхәмдүлиләәһилләҙии кәсәәнии мәәәә үәәрии хәйәәти".

       Мәғәнәһе: «Аллаһыға маҡтау булһын. Ул минең яланғас тәнемде ҡаплата торған һәм үҙемде донъялыҡта биҙәй кейем менән кейендерҙе.

                                               Яңы ай күргәндә

     »Аллаһүммә әһиллилаһү ғәләйнә бил йүмни үәл имәни үәссәләмәти үәл исләм. Рабби үәраббүкәллаһ".

     Мәғәнәһе: «Әй, Раббым, был яңы тыуған айҙы, именлек, сәләмәтлек, Ислам айы ҡыл, Изгелек һәм тоғро юлда йөрөү айы ит.

                              Тәһәрәт алғанда уҡыла торған доға

     »Бисмилләһир-рахмәнир-рахим. Әшһәдү әл-лә иләһә илләл-лаһу үәхдәһү лә шәрикә ләһү үә әшһәдү әннә Мүхәммәдән ғәбдүһү үә рәсүлүһ".

     Мәғәнәһе: “Аллаһы Тәғәләнән башҡа илаһ булмауына геүаһлыҡ бирәм. Уның тиңдәше юҡ. Мөхәммәдтең, ғәләйһиссәләм, Уның ҡоло һәм илсеһе булыуына геүаһлыҡ бирәм

                              Мәсеткә ингәндә уҡыла торған доға

     Мәсеткә ингәндә тәүҙә уң аяҡ менән атлап инәбеҙ:

     "Аллааһүммәлфтәх лии әбүәәбә рахмәтик".

     Мәғәнәһе: «Эй, Алаһы! Миңә үҙеңдең рәхимлегеңдең ҡапҡаларың ас”.

     Икенсе төрлөһө:

     »Аллаһүммә-фтәх лии әбүәәбә рахмәтикә үәншүр ғәләййә хазәә'инә рахмәтик”.

     (Йә, Рабби, миңә Рәхмәт ишектәреңде ас үә Рәхмәт хазиналарыңды сәс).

     Тағын бер төрө:

     "Бисмилләһир-рахмәнир-рахим. Аллаһүммәж-ғәлни әүжәһә мән тәүәжжәһә иләйкә үә әҡрабә мән тәҡаррабә иләйкә үә әфҙалә мән сә'әләкә үә рағибә иләйкә.

     Мәғәнәһе: «Эй, Раббым! Мине Һинең тарафыңа юл тотҡандарҙың иң яҡшыһы, Үҙеңә яҡынайғандарҙың иң яҡыны, һине теләгәндәрҙең иң гүзәле һәм өҫтөнө ит’’

                                                Мәсеттән сыҡҡанда

     Мәсеттән сыҡҡанда тәүҙә һул аяҡтан башлап атлап сығыу һәм ошо доғаны уҡыу мөстәхәбтер:

     »Аллааһүммә инни әсәлүкә мин фәҙлик".

     (Йә, Рабби, тәхҡиҡ, мин һинән олуғ фазыл һәм Рәхмәтеңде һорайым).

                                                 Икенсе доға
   

     "Бисмилләһир-рахмәнир-рахим. Бисмил-ләһи үәс-саләтү үәс-сәләмү ғәлә расүлил-ләһ. Аллаһүммә инни әсъәлүкә мин фаҙлик. Аллаһүммәғ-симни минәш-шәйтанир-ражим.

     Мәғәнәһе: “Аллаһ илсеһенә оло-оло маҡтауҙарыңды һәм именлек бир, тип Аллаһ исиме менән һорайым. Эй, Раббым! Ихлас күңелем менән мин һинән Мәрхәмәтлек һорайым. Эй, Раббым! Мине ләғнәт төшкән шайтандан һаҡла".

                              Йөклө ҡатын уҡый торған доға

     Мөмкинлек булған һайын «Аятел-Ҡөрси» һәм «Инширах» сүрәһен уҡырға кәрәк. Түбәндәге доғаны ла уҡырға була.

     "Аллаһүммә әғтыйнә сыйххәтән үә ғәәфийәтән үә әүәәлдән саалихан үә ризҡан үәәсиғән үә дуғәә*ән мәкбүүлән".

     Мәғәнәһе: «Аллаһым! Беҙгә һаулыҡ һәм сәләмәтлек бир. Һау-сәләмәт бала бүләк ит. Мул ризыҡ биреп, доғамды ҡабул ит, Хоҙайым».

                                                Күҙ тейеүгә ҡаршы

     "Үә ин йәкәдүл ләҙинә кәфәрү ләйүзликунәкә би әбсариһим ләммә сәмиғүҙ зикра үә йәкүлүнә иннәһү ләмәжнүн. Үә мә һүә иллә зикрүллил ғәләмин. Әғүҙү бикәлимәтил ләһит тәммәти мин кулли шайтанин үә һәммәтин күлли ғәйнин ләммәһ «.

     Мәғәнәһе: „Бөтөн шайтандарҙан, зәһәрле хайуандарҙан һәм яман күҙе тейгәндәрҙән Аллаһы Тәғәләгә һыйынам!“.

                                            Бала уҡырға киткәндә

     »Рабби зидни ғилмән үә фәһмәнүә әлхики биссалихин"

     Мәғәнәһе: «Раббым! Минең ғилемемде артыр һәм аҡылымды артыр үә мине яҡшы инсандарҙан әйлә».

                                                Имтихан биргәндә

     "Рабби зидни ғилмән үә фәһмән үәлхиҡни биссалихин. Раббишрахлии садрии үә йәссирли әмрии үәхлүл ғүкъдәтән мин лиссәәни йәфҡаһү ҡаули Раббии йәссир үә ләә туғәссир Раббии тәммим бил хайр".  

     Мәғәнәһе: «Раббым! Ғилемемде һәм зиһенемде арттыр. Мине Сәлих ҡоллоғонан ҡотҡар. Раббым! Күңелемде ас, эшемде еңеләйт, тел асҡыстары бир. Эй, мине ҡурсалаусы Раббым! Ауырлыҡтарҙы еңеләйт. Эштәремде хәйерле итеп тамамла». Имтиханға ингәндә “Аятүль Көрси” уҡылыр.

                                                  Юлға сыҡҡанда

     "Аллаһүмә иләйкә тәүәжжәһтү үә бикәғтә самтү, Аллаһүммә әкфини мә әһәммәни үәмә ләә әһәммү ләһү. Аллаһүмә зәүднит үәғфирли ҙәмби үә үәжжәһни лилхайри әйнә мә тәүәжжәһтү".

     Мәғәнәһе: «Эй, Аллам! һиңә йүнәлдем, һиңә һыйындым. Эй, Аллам! Шикле һәм шикһеҙ нәмәләрҙә миңә таяныс бул. Һиңә ғибәҙәттәр ҡылып, рухым нығынһын, Хоҙай Тәғәләм. Гонаһтарымды ғәфү ит һәм ҡайҙа ғына йөрөһәм дә мине һәр ваҡыт хәйерле эштәргә йүнәлт, Раббым”

                                         Берәй кеше менән күрешкәндә

    „Аллаһүммә бәйнәә бил-хайри үәссәләәм үә әллиф бәйнәнә биәхсәнил кәләәм“.

     Мәғәнәһе: „Эй, Раббым, беҙҙе изгелек үә сәләмәтлек менән күрештер һәм күркәм һүҙҙәр менән өлфәт ҡыл!

                                     Яңы өйгә (йорт, йә фатир) күскәндә

     Тәһәрәт алып, ике рәҡәғәт намаҙ уҡып:

     “Әлхәмдүлилләһи раббил ғәләмин. Үәссалатү, үәссәләмү ғәлә Рәсүллина Мөхәммәдин үә ғәлә әлиһи сәхбиһи әжмәғыйн. Әғүҙү билләһи минәш шәйтанир-ражим, бисмилләһир рахмәнир-рахим. Лә ин мәкәртүм ләәзидән нәкүм үәләйин кәфәртүм иннә ғазаби ләшәдид», — тигән доғаны уҡығыҙ.

     Мәғәнәһе: «Миңә ғаиләм менән бергә йәшәр өсөн бер урын буләк иттең. Һиңә шөкөр булһын. Мине һәм ғаиләмде был өйҙә бәхетле ит. Беҙҙе бәлә-ҡазаларҙан үә һәләкәттәрҙән һаҡла. Был гонаһтар,тугел, изге эштәр ҡылына торған урын булһын. Тамағыбыҙҙан хәрәм ризыҡ үтмәһен. Раббым, күршеләремә зыян ҡылыуҙан мине һаҡла. Изге күңелле күрше ит».

      Дошмандар хөсөтлөгөнән бәлә килеүе ихтималы булғанда

     "Аллаһүммә иннә нәжғәлүкә фи нүхүриһим үә нәғуҙу бикә мин шүруриһим".

     Мәғәнәһе: «Әй, Аллаһ! Уларҙың ауыҙынан һәм теленән сыҡҡандарҙы Үҙ хөкөмөңә тапшырабыҙ. Улар яуызлығынан Үҙеңдән генә яҡлау эҙләйбеҙ».

                                                  Көслө ел сыҡҡанда

     "Аллаһүмә инни әсъәлүкә хайраһә үә хайра мә фиһә үә хайра мә урсиләт биһ. Үә әғүҙү бикә мин шәрриһә үә шәрри мә фиһә үә шәрри мә үрсиләт биһ".

     Мәғәнәһе: «Әй, Аллаһ! Һинән мин был елдең игелек килтереүе, ел менән килгәндең, елгә ҡушып ебәрелгәндең игелекле булыуы үтенеп һорайым. Елдең үҙ яуызлығынан, үҙе менән килгән яуызлыҡтан, үҙе менән ебәрелгән яуызлыҡтан Һинең яҡлауыңды теләйем».

                                           Күкте болот ҡаплап алғанда

    «Аллаһүммә иннә нәғүҙү бикә мин шәрри мә үрсилә биһ. Аллааһумә сибән нәфиғән».

     Мәғәнәһе: «Әй, Аллаһ беҙ һинән е6әрелгән әфәттәрҙән һаҡлауыңды теләйбеҙ. Улар менән килгән ямғырҙар игелеккә булһын».

                                            Ямғыр яуһын өсөн доға

     “Аллааһүммә саййибән нәәфиғән”.

     (Эй Аллаһ, файҙалы ямғыр бир (Эй Аллаһ, был ямғыр файҙалы булһын).

                                       Үҙенә именлек теләгәндә

    «Аллаһүммә инни әғүҙү бикә мин зәүәли ниғмәтикә үә тәкәуүли ғәфийәтикә уә фүж*әти ниҡмәтикә үә жәмиғи сүхтик».

     Мәғәнәһе: «Әй, Раббым! Ниғмәтеңдең кинәт бөтөүенән, һин биргән сәләмәтлектең китеүенән, көтмәгәндә ҡайғы килеүҙән һәм башҡа бөтә ғазаптарыңдан тик Үҙеңә генә һыйынам».

                                      Бәләнең китеүең теләп

     "Бисмилләһир-рахманир-рахим. Лә иләһә иллә әнтә сөбханәкә инни күнтүх минәс залимин. Йә фәттах ифтәхләнә хайрал-баб. Аллаһүммә нәжжинә минән ҡаумиз залимин. Әнтә мәүләнә фәнсурна ғәләл ҡаумил кәфирин. Иннә фәтәхна ләкә фәтхам мубинә. Үә йәнсуракәлләһү насран газизә ләһәүлә үәлә ҡеүәттә иллә билләһи ғәлиййил газыйм, йә Рәхман, йә Рәхим, йә әрхамәр рәхимин".

     Мәғәнәһе: «Һин һәр нәмәнән бөйөкһөң, Аллаһым! һиңә тәсбих итәмен. Эй, ҡолдарыңа бөтөн ишектәрҙе асыусы Аллаһ! Миңә изге юлдар ас, залим кешеләрҙән ҡотҡар һәм һаҡла».

                                     Машина йөрөтөүселәр өсөн

     Тәүҙә «Аятүл-Көрси», һуңынан ошо доға:

     "Сүбханәлләҙи сәххара ләә һәҙә күннә ләһү муҡъириниә үә иннә раббинә ләмүнҡалибун. Бисмилләһи мәжраәһә үә мүрсаһа иннә рабби ләғафурур рахим".

     Мәғәнәһе: Аллаһ һинең мсемеңде телгә юлға сығам. Миңә биргән сәләмәтлек һәм эш өсөн Һиңә шөкөр итәм. Сәфәрҙә мине, машинамды, юлсыларҙы бәлә-ҡазаларҙан һәм бөтөн ҡурҡыныстарҙан Һин һаҡла, ярҙамыңдан ташлама. Беҙ күпме генә гонаһлы булһаҡ та, Һин беҙҙе ғәфу ит. Барасаҡ еребеҙгә һау-сәләмәт етеүебеҙҙе насип ит. Балаларыбыҙҙы ата-әсәһеҙ ҡалдырма. Әйләнеп ҡайтҡанда ғаиләләребеҙҙе ҡайғы-хәсрәтһеҙ күрергә насип ит. Һинең һәр нәмәгә көсөң етәлер, Аллаһым!"

                                       Һәр ваҡыт ҡыла торға доға

     "Аллаһүммә инни әғүҙү бикә минәл-кәсәли үәл-һәрами үәл мә*ҫәми үәл-мәғрәми үә мин фитнәтил-кәбри үә ғәҙәбил кәбри үә мин фитнәтиннәри үә ғәҙәбиннәри үә мин шәрри фитнәтил-ғинә үә әүҙү бикә мин фитнәтил-фәкри үә әғүҙү бикә мин фитнәтил-Мәсихид-дәжжәл".

     Мәғәнәһе: «Әй, Раббым! Ялҡаулыҡтан, һерәйеп ҡартайыуҙан, гонаһтарҙан һәм бурыстарҙан, ҡәбер фетнәһенән һәм ҡәбер ғазаптарынан, ут фетнәһенән һәм ут г ғазаптарынан, байлыҡ менән ҡотҡо булып килгән яуызлыҡтан бары тик һинең Үҙеңә генә һыйынам. Әй, Раббым! Фәҡирлек менән килгән ҡотҡоларҙан һәм Дәжжәл ҡотҡоһонан Үҙеңдең генә яҡлауыңды көтәм».

                                            Матур төш күреү өсөн

     "Аллаһүммә инни әсәлүкә рүәйә салихатән садиҡатән ғайра ҡәҙибәтән әфиғәтән ғайра дарратин".

     Мәғәнәһе: «Аллаһым Һинән салих, тоғро, дөрөҫ, ялғанһыҙ, файҙалы һәм зарарһыҙ төш күреүҙе һорайым».

                                                Иртән тороу өсөн

     "Бисмилләһир-рахманир-рахим. Лә тә әғүҙуһу синәтүн үәлә нәүм. Аллаһүммә сәһһир ғәйни үә нәүүир ҡальби үәдфәгъ ғәнни кәсратән науми үә ғыйльзатәл ҡальби".

     Мәғәнәһе: «Рахман һәм рәхим булған Аллаһтың исеме менән. Уны йоҡо ла, йоҡомһорау ҙа алмай. Аллаһым! Күҙҙәремде уяндыр, йөрәгемде, күңелемде яҡтырт, миңә йоҡоно күп бирмә. Ғафләттән ҡотҡар, Аллаһым».

                       Матди һәм рухи дәрәжәләргә ирешеү өсөн

     "Түлижүл-ләйлә фин-нәһри үә тулижүн-нәһәра фил-ләйли үә тухрижүл хәййә минәл мәййити үә түхрижүл мәййитә минәл хәййи үә тәрзүку мән тәшә*ү биғайри хисәб".

     Мәғәнәһе: «Төндө һин көн менән, төндө көн менән ялғайһың. Үлене терелтәһең, терене үлтерәһең. Теләгән бәндәләргә хисапһыҙ ризыҡ бирәһең».

             Берәй кешенең ҡайғыһын уртаҡлашҡанда (яҡыны үлгәс)

     "Иннә лилләһи мәә әхаза уз лилләһи мәә та уә куллүх индаһу би әжалим-мусаммаң фальтасбир уәлтәхсиб".

     Мәғәнәһе: «Бөтөн нәмә — Аллаһтыҡы, Ул — һәр нәмәне алған да һәм биргән дә. Билдәле бер ваҡытта Аллаһы уның менән, түҙ һәм сауабын өмөт ит».

                  Берәй кешенең үлеүе тураһында ишеткәс

     "Иннә лилләһи үә иннә иләйһи ражиғун үә иннә илә раббина ламкүнкалибун. Аллаһүммән тухбу фил мухсининнинә үәжғәл китәбәһу фи ғыйлийин үәхлуфһү ғалә ғаҡабиһи фил ғабирин. Аллаһүммә ла тухарримна әжраһу үәлә тәфтиннә бәғдәһү үәғфирләнә үә ләһү".

     Мәғәнәһе: «Беҙ Аллаһтан килдек. Уға кире ҡайтасаҡбыҙ. Раббым! Уны һинең ҡаршыңда яҡшы булғандарҙан яҙ. Беҙҙе уның әжеренән мәхрүм итмә.

                                 Берәй кеше мәрхүм булғанда
     »Бисмилләһир-рахмәнир-рахим. Иннә лиләһи үә иннә иләйһи ражиғүн. Аллаһүммә ин кәнә һәҙәл-мәййитү мүхсинән- фәзид фи ихсәниһи үә и кәнә мүсиән фәтәжәүәз ғәнһү.

    Мәғәнәһе: “Беҙ барыбыҙ ҙа Аллаһы Т әғәлә бәндәләре Һәм һәр ҡайһыбыҙ хөкөмгә лә Аллаһы Тәғәләгә ҡайтасаҡбыҙ. Әй, — Раббым! Әгәр ҙә был мәйет изге кешеләрҙән булған булһа, изгелеген арттыр; гонаһлы кешеләрҙән булһа, гонаһтарын ғәфү ит”.

                                Мәрхүмде ҡәбергә төшөргәндә

   "Бисмилләһи үә ғәлә милләти рәсүллилләһи".

   Мәғәнәһе: «Аллаһы исеме менән һәм уның илсеһе өйрәткәнсә».

                            Зыяратҡа барғас уҡыла торған доға

     "Фәтиха" сүрәләре, «Бәҡара» сүрәһенең беренсе аяттары, «Йәсин», «Тәбәрәк», «Фәләҡ», «Нәс» сүрәләре уҡыла. Был доғаларҙы башҡа кеше (мулла) түгел, доға ҡылырға килгә кешнең үҙе уҡыуы хәйерлерәк. Бәйғәмбәребеҙ зыяратта:

     "Әссәләмү ғәләйкүм йә әһләл ҡубүри йәғируллаһ ләнәә үә ләкүм. Әнтүм сәләфүнә үә нәхнү бил әҫәр".

     Мәғәнәһе: «Сәләм һеҙгә, ҡәбер эйәләре! Аллаһ беҙгә һәм һеҙгә мәғрифәт итһен. Беҙ ҙә һеҙҙең артығыҙҙа китәсәкбеҙ».

               Ҡәберлеккә ингәндә уҡыла торған тағын бер доға

     “Әс-сәләмү ғәлә әһлид-дийәри минәл-мүъмининә үәл-мүслимин. Үә йәрхәмүл-лаһүл-мүстәҡдиминә миннә үәл-мүстәъхирин. Үә иннә ин шә’ Аллаһү бикүм ләхиҡун”.

     Мәғәнәһе: “Сәләм һеҙгә мөьминдәр төйәге булған был йорт әһелдәре! Аллаһ теләгән ваҡытта, беҙ ҙә һеҙгә килеп ҡушылырбыҙ. Һеҙҙең өсөн дә, үҙебеҙ өсөн дә Аллаһынан именлек теләйбеҙ”.

                                  Нимәлер насарға юраһаң

     "Аллаһүммә лә йәти бил-хәсәнәти иллә, әнтә үә лә йәзһабу бис-саййати илләә әнта үә лә хаулә уәлә ҡуүүәтә иллә бикә".

     Мәғәнәһе: «Әй, Аллаһ! һинән башта яҡшылыҡ биреүсе зат юҡ, Ул — Һин генә һәм Һинән башҡа яманаттан һаҡлай торғай зат юҡ. Ул Һин генә.

                                    Насарлыҡҡа юрауҙы кире ҡағыу

     “Аллааһүммә ләә тайра илләә тайрук, үә ләә хайра илләә хайрук, үә ләә иләәһә ғайрук”.

(Эй Аллаһ, һинең ҡоштарҙан башка ҡоштар юҡ, Һинең биргән хәйерлектән башҡа хәйерлек юҡ Һәм һинән башҡа илаһ юҡ.)

                                             Баҙарға инер алдынан

     »Бисмилләһи Аллаһүммә инни әсғәлүкә хайра һәҙиһиссүҡы уә хәйрә иә фиһә уә ғузу бикә миң шәрриһә үә шәрри мә фиһә. Аллаһүммә иннии,әғузу бикә ан усыба фиһә йәминаң фажиратан ау сафкатан хасиратан".

     Мәғәнәһе: «Аллаһым был баҙарға барыуҙы хәйерле ҡыл. Мин Һинән һорайым юғалтыуҙарға килтерә торған һатып алыу булмаһын инде».

                             Берәй кешене иҫкә төшөргәндә

     "Аллаһуммә салли ғәлә Мухәммәдин закара-ллаһу бихаирим-маң закарани".

   Мәғәнәһе: «Әй, Аллаһы! Мөхәммәт ғәләйһиссәләмгә Һинең сәләмең булһын һәм минең иҫкә төшкән кеше Аллаһы Тәғәләнең хәйерле бәндәләреңдәң булһын.

                                         Күңел төшкәндә

     »Хәсбүнәллаһү үә ниғмәл-үәкилү ғәләллаһи тәүәккәлнә".

     Мәғәнәһе: «Аллаһы Тәғәлә — беҙгә иман биреүсе һәм тура юл күрһәтеүсе зат. Тәүәккәллек итеп, беҙ үҙебеҙҙе уға ғына тапшырабыҙ».

                          Төрлө яуызлыҡтарҙан һаҡланыуға

     "Аллаһүммә инни әғүүҙү бикә минәл-бүхли үә әғүҙү бикә минәл-жүбни үә әғүҙү бикә ән үраддә илә әрҙәлил-ғүмр. Үә әғүҙү бикә мин фитнәтит-дүнйә. Үә әғүҙү бикә мин ғәҙәбил ҡәбр".

     Мәғәнәһе: «Әй, Раббым! Һаранлыҡтан, ҡурҡаҡлыҡтан ҡасып, мин һинең үҙеңә генә һыйынам, яҡлауыңды өмөт итәм. Миңә үҙемдең зәғиф, хәлһеҙ, ҡыйырһытылған саҡтарыма әйләнеп ҡайтмаҫҡа ярҙам ит. Был донъя фетнәләренән арала. Ҡәбер ғазаптарынан ҡотҡарыуыңды һорайым.»

                                        Ҡорбан салғанда

     "Аллаһүммә иннә сәләти үә мәхъйәйә үә мәмәти, милләһи раббил ғаләмин лә шәрикә ләһү үә бизаликә умирту үә әнә әүүәлүл муслиминә".

     Мәғәнәһе: «Әй, Аллаһ! Минең намаҙым һәм ғибәҙәттәрем бөтә ғаләмдең хужаһы һәм тәрбиә итеүсеһе Аллалы Тәғәлә өсөндөр. Ошо ҡорбанды уның ризалығы өсөн салам».

                            Фитыр саҙаҡаһы алғас уҡыла

     "Аллаһүммә тәҡаббәл фитратәһү үәсийәмәһү үәстәжибү доғаһү үәғфир зүнүбәһү үә әккид имәнәһү үә әксир әмүәләһү үә үәффиҡһү ғәлә хайри мәҡасыйдаһ".

     Мәғәнәһе: «Эй, Аллаһы, биреүсене фитыр саҙаҡаһың үә ураҙаһын ҡабул ҡыл, гонаһтарҙан ярлыҡа, иманың ҡеүәтле ит, малдарын арттыр, маҡсаттарына ирештер».

                                     Маҡтауҙарға ҡаршы.

     Ни эшләп ҡаршы? Маҡтау шайтандан тиҙәр: Кешене маҡтаған һайын уның мин-минлеге арта, үҙе менән ғорурлана башлай, боҙола, тәккәбергә әйләнә. Бушҡа әйтмәйҙәр бит: Башҡортто түрә итһән, сабатаһын түргә элә тип.

     "Аллаһүммә лә түәхиҙии бимә -йәкулүнә үәғфир ли мә лә йәғләмүнә үәжғәлни хайран миммә йәҙуннүн."

     Мәғәнәһе: «Әй, Раббым! Уларҙың әйткән һүҙҙәре өсөн мине язаға тарттырма. Уларға билдәле булмаған ғәйептәрем һәм етешһеҙлектәремде ярлыҡа, улар уйлағандан яҡшыраҡ булырға ярҙам ит.»

        Оҙатып ҡалған кешенең мосафирға (юлсыға) уҡый торған доғаһы

     “Әстәүдиғуллааһә диинәкә үә әмәәнәтикә үә хауәтимә әғмәлик”.

     (Һинең динеңде, аманатыңды һәм ғәмәлдәреңдең нәтижәһен (бөтөрөүемде) Аллаһҡа тапшырам.)
Был доғаның мәғәнәһе шунда: кеше тулыһынса бөтөн булған-тарығанын Аллаһыға тапшыра, Уға ысын тәүәккәллек ҡыла. Аллаһҡа бирелгәнде Ул һаҡлар, иншә Аллаһ.

                                      Һалдатҡа оҙатҡанда

     "Әлхәмдү лилләһи раббил ғәләмин. Үәссаләтү үәссәләмү ғәлә расулина Мүхәммәтдин үә ғәлә әлиһи үә сахбиһи әжмәғыйн.
     Әғүҙү билләһи минәш шайтанир ражим. Инфириу хыйфыфән үә сикалән үә жаһиду биәүәлүкүм үә әнфусикүм заликүм хайрулләкүм иң күнтүм тәғләмүн. Үәлә тәкүлү лимән йүктәлү фи сәбилилләһи әмүәтун бәл ахйаун ғыйндә раббиһим йүрҙәкүн. Үә әғыйдду ләһүм мәстәтәғтүм мин ҡүүәтин үә мин рибатыйль хайа".

     Мәғәнәһе: «Эй, ғәләмдең Раббыһы булған, Аллаһым! Балаларыбыҙҙы, динебеҙҙе, Ватаныбыҙҙы һәм мосолмандарҙың бәхет һәм именлеген, намыҫыбыҙҙы һаҡлау өсөн ғәскәргә ебәрәбеҙ, һин уларға сәләмәтлек, именлек бир, йөрәктәренә батырлыҡ, беләктәренә ҡеүәт бир, бәлә-ҡазаларҙан, ыҙалыҡтарҙан һаҡла. Балаларыбыҙға һау-сәләмәт килеш ата-әсәләре менән осрашыуҙарын, һөйгәндәре менән ҡауышыуҙарын насип ит!».