Әүуәбин намаҙы
Тәүбә һүҙе мәғәнәһе менән бер үк, тиергә, мөмкин был намаҙҙың исемен. Русса, мәҫәлән, кающийся, тип тәржемә ителә. Гонаһын, берәй ғәйебен ярлыҡатыу теләге менән уҡый уны кеше.
Был намаҙ ҡояш байығас уҡыла. Ишраҡ, ҙуха намаҙҙары кеүек үк, ике, дүрт, алты, һигеҙ рәҡәғәт итеп үтәлә.
Көндәлек тормошта белеп йәки белмәҫтән (абайламаҫтан), әллә күпме гонаһ ҡылып ҡуйыуыбыҙ бик ихтимал. Шул гонаһтарҙан ваҡытында арына барыу хәйерле. Сөнки ваҡ (бәләкәй) гонаһтарыбыҙ ҙа, йыйылып китеп, оло гонаһ кеүек ауырайыуы ихтимал.
Гонаһтарҙан пакланыу, таҙарыныу, арыныу өсөн биш ваҡыт намаҙ үтәйбеҙ. Шул намаҙҙарға нәфелдәрен өҫтәйбеҙ. Сөнки, махсус нәфел намаҙҙарың уҡып, бәндәселек менән ҡылған гонаһтарҙан арынырға сәбәп ҡылабыҙ.
Әүүәбин намаҙында йөҙ сауап бар. Аллаһы Тәғәлә шуларҙың етмеш бишен — ахирәттә, егерме бишен донъялыҡта бирә. Әүүәбин намаҙын дауамлы рәүештә уҡыусылар Ҡиәмәт көнөндә бер ниндәй ҡыйынлыҡ күрмәйәсәк.
Аллаһ, ғибәҙәттәребеҙҙең һәр ҡайһыһын ҡабул итһә икән, гонаһтарыбыҙҙан арынырға мөмкинлек алһаҡ, сәбәп ҡылһаҡ ине.