Һәүел намаҙы

   Берәй мосолмандың вафаты хаҡында хәбәрҙе ишеткәс, шул көндә, аҡшам намаҙын уҡығандан һуң, һәүел намаҙы үтәлә. Ике рәҡәғәт итеп уҡыла һәм сауабы мәрхүмдең рухына бағышлана. Намаҙ уҡыған кеше: «Ошо намаҙымдың сауабын фәлән кешенең (мәрхүмдең исеме атала) әсәһенең йәки атаһының исеме мәғлүм булһа, фәлән улы фәләңдең рухына бағышлайым», — тип әйтеү кәрәк.