Зөлхизә айының тәүге ун көнө

  Рәсүлуллаһ, саллаллаһү ғәләйһис-сәләм, әйткән: «Аллаһы Тәғәләгә ғибәҙәт ҡылыу өсөн Зөлхизә айының беренсе ун көнөнән дә яҡшыраҡ ваҡыт юҡ. Бер көнлөк ураҙа бер йыллыҡ ураҙаға тиң, ә төндә ҡылынған ғибәҙәт Ҡәҙер кисәһендә ҡылынған ғибәҙәткә тиң», (хәҙисте Тирмизи һәм Ибне Мәжәһ килтерә). Аллаһы Тәғәлә был ун төн тураһында Ҡөрьәндең «Фәжер» сүрәһендә ант итә.
   Ғөләмәләрҙең күпселеге аталмыш ун төндөң нәҡ шул Зөлхизә айының беренсе ун көнөн белдереүе менән бер тауыштан килешә. Улар айырыуса туғыҙынсы көнгә, йәғни Ғәрәфә көнөнә баҫым яһай. Ул көн ғәйет көнөнән алда килә. Был ун көндөң һәр береһе махсус өҫтөнлөктәр менән һуғарылған. Зөлхизәнең туғыҙынсы көнөндә (Ғәрәфә көнө) ураҙа тотоу — уҙған һәм яңы йылдың кәффәрәте, ә ғәйет төнөндә йоҡламайынса ғибәҙәт ҡылыу — оло сауаптарға ҡаҙаныу сығанағы.
   

   Мосолман донъяһында иң хөрмәтле, иң күркәм, изге һәм хәрәм айҙарҙың береһе — Зөлхизә. Был айҙа мосолман Исламдың биш терәгенән береһе булған хаж ғибәҙәтен үтәй. Ҡорбан ғәйетен байрам итә.
   Аллаһы Тәғәлә өсөн иң һөйөклө һәм ҡәҙерле көндәр — Зөлхизәнең тәүге ун көнө. Был көндәрҙе мосолманлың ураҙа тотоп үткәреүе хәйерле.
   Ғәйшә разиаллаһу ғәнһәнән риүәйәт булын ҡалған хәҙистә бер егеттең Зөлхизә айының тәүге ун көнөндә һәр ваҡыт ураҙа тотоуы тураһында һүҙ бара. Был турала пәйғәмбәребеҙгә, ғәләйһис-сәләм, әйтәләр. Егеттән ул бының сәбәбен һорай: «Әй, күҙ нурым, был бит хаж көндәре, был көндәрҙә мин хажиҙар доғаһынан да игелек алырға теләйем», тигән.
   «Был егет, тигән пәйғәмбәребеҙ, — ураҙа тотҡан һәр көн өсөн йөҙ ҡолдо азат иткәндең, йөҙ баш малын саҙаҡаға, йөҙ атын Аллаһ юлында жиһадҡа биргәндең сауабын алыр».
   Пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм, тағы ла әйткән: «Был донъяның иң изге көндәре Зөлхизә айының тәүге ун көнө», — тигән. «Был көндәрҙә ғибәҙәт ҡылған кешеләргә тиңләшкәндәр ҙә юҡмы?» — тип һорағандар унан. «Юҡ, — тигән ул. — Булһа ла, Аллаһ юлында йөрөгәндә үлтерелгән кеше генә булыр».
   Был көндәрҙе ысын күңел менән тәүбә итеп ҡаршыларға кәрәк, тип нәсихәт бирә дин. Был — мосолмандың вазифаһы. Шуға ла уларҙың йомартлығынан күберәк алып ҡалырға, игелекле эштәрҙе күберәк эшләргә ҡуша дин.
   Күндәмлек тә, ғибәҙәт тә беҙҙе — Аллаһы Тәғәләгә яҡынайта, ә гонаһтар унан алыҫлаштырып, мәрхәмәт-шәфҡәтенән мәхрүм итә.
   Шуға ла был көндәрҙә гонаһтарҙан бигерәк тә ныҡ һаҡланырға кәрәк.
                                                                                                                     Башҡортса дини календарь