Хәтем менән бағышлау
Хәтем тигән һүҙ, ғибәҙәтең, уҡыуҙың аҙағы, Ҡөръән уҡыу, Ҡөръән уҡып сығыу, йәғни Ҡөръәнде тулыһынса уҡып сығыу, Ҡөръәнде хәтем итеү ул — уны башыннан аҙағына ҡәҙәр уҡып сығыу — тип аңлатмаларҙа әйтелә.
Хәтем менән бағышлау бер нәмә кеүек, тик бағышлау бер-нисә аят менән, йәки Ҡөръәнде тулыһынса уҡымай – бер-нисә сүрә уҡып аҙағына тамамлауҙа уҡылған доға-аяттар. Был доғалар ғәрәпсә йә башҡортса булырға мөмкин. Ә хәтем — Ҡөръән Кәримде тулыһынса — бер айҙамы, йәки ике айҙамы уҡып сығып, аҙағына шул Ҡөръәндең һуңғы битендәге, йәки икенсе ғәрәпсә доғаны бағышлап уҡып ҡуйыуҙалыр.
Бағышлау – арнау, кемгәләрҙер арнап, Ҡөръән уҡыған ваҡытта хасил булған әжер-сауаптарҙы бағышлайым: «Йә, Раббым! Уҡыған сүрә һәм аяттарымды үҙеңдең ризалығын өсөн...» — һүҙ тулы Ҡөръән тураһында бармай. Әммә бағышлайым һүҙҙең хәтем ҡылғанда ла ҡулланалар.
Ләкин, Ҡөръән мәжлестәрендә бер-нисә сүрә уҡып Ҡөръән хәтем ҡылам, тип әйтеү дөрөҫ булмаҫ. Хәтемдең мәғәнәһе тулы Ҡөръән уҡыу булғас, тулыһынса уҡымай, Аллаһ Тәғәлә алдында кешене лә, үҙеңде лә алдау гонаһлыр.
Мәжлестә Ҡөръән уҡыу ниәтен дә дөрөҫ әйтер кәрәк. Беҙҙең ябай халыҡ телендә Ҡөръән уҡырға ниәт ҡылдым, тип әйтеү бер-нисә аятҡа һәм сүрәгә лә ҡағылалыр. Тик Ҡөръән хәтем ҡылдым, тип әйтеү, әгәр ысынлап тулы хәтемһеҙ хәтем итәм тиһәң дөрөҫ түгелдер. Хатта ғәрәпсәнән башҡортсаға перевод эшләнгән хәтем доғаһында ла һүҙҙәр хәтем тураһында – тулы Ҡөръән уҡыу тураһында бара. Шуға ҡайһы бер муллаларҙың мәрхүмдең ҡырҡына килеп Ҡөръән хәтем ҡыла башлауҙары дөрөҫ түгелдер. Улар Ҡөръәнде йүнләп тәвжид (Ҡөръән уҡыу ҡағиҙәһе) менән уҡыу түгел, хатта ғәрәпсә уҡый белмәйҙәр. Нисек улар хәтем ҡылалар һуң? Мәрхүмде ерләгәндә уларға берәүҙә Ҡөръәнде тулыһынса уҡығыҙ тимәгән бит. Ҡырҡына тиклем Ҡөръән уҡығыҙ тигәне ҡырҡ «Йәсинде» аңлата. Халыҡ бит был темала наҙан. Ҡөръән хәтем ул бер-ике айҙа тулыһынса башынан алып Ҡөръән Кәримдең аҙағына тиклем ғәрәп телендәге китабты, көнөнә ике-өс сәғәт ваҡыт табып уҡыу ул. Быға һәр кемдең хәленән килмәй. Ә 40 – 41 «Йәсинде» ҡырҡына тиклем көн һайын ахшам намаҙынан һуң уҡырға була, йәки бер көн эсендә уҡырға була. Тик бер көн эсендә уҡылғаны мәғәнәһеҙ, ихлас булмаҫ.
Ҡөръән хәтеме сөннәт булған бер ғибәҙәт булғанға иң башта ниәт әйтелергә тейеш. Фәҡәт Аллаһ Тәғәлә ризалығы өсөн уҡырға, башҡа ниәт ҡатыштырмаҫҡа кәрәк. Ошо саҡта ғына сөннәт тип һаналған хәтем булыуы өмөтлөлөр. Сөнки ниәттең дөрөҫлөгө ғибәҙәттәрҙең беренсе рөкөнөнән (нигеҙ, терәге) һаналалыр.
Ҡөръән хәтем ике төрлө: бер генә кеше яңғыҙы хәтем ҡыла, йәки бер-нисә кеше йыйылып хәтем ҡыла.
Әгәр 2-3 кеше үҙ кешеләренә айырым арнап Ҡөръән сығырға һораһа, был осраҡта бер тапҡыр ғына Ҡөръән сығарыу дөрөҫ булмаҫ. Сөнки Ҡөръән һораған кеше исеменән сығарыла. Уҡый башлағанда: «Йә, Аллаһым, фәлән кеше үтенесе менән Ҡөръән сығырға ниәтләнем, миңә еңелек бирһәң ине, ғибәҙҙәттәремде ҡабул ҡылһаң ине», тип бағышларға кәрәк. Күпмелер уҡыған һайын, йә Раббым, был бәндәңдең исеменнән уҡыным, һәр икебеҙҙең дә доға өмөт иткән мәрхүм-мәрхүмәләр рухына, тип бағышлап бараһың.
Ә икенсе кеше Ҡөръән сығырға үтенһә, уның исеменән икенсе тапҡыр айырым уҡырға кәрәк. Ҡөръән бер кеше исеменән уҡылһа ла, уның әжер-сауабын барлыҡ мөьминдәргә бағышлар кәрәк.
Ҡөръәнде тулыһынса уҡып сыҡҡас ҡыҫҡа вариант менән хәтем итергә була:
«Әғүүҙү билләәһи минәш-шәйтаанир-раджиим. Бисмилләәһир рахмәәнир рахиим»
«Әл-Фатиха»
«Әлиф ләм мим»
«Әл-Ихлас» — 3 мәртәбә
«Әл –Фәләҡ»
«Ән-Нәәс»
Ҡөръән уҡыуҙа булған хаталар өсөн Аллаһынан ғәфү үтенеп, шунаң һуң хәтем доғаһын бағышлайһың.
Аҫта Ҡөръән сығыуҙың тағы бер варианты, Давлеева Саимәнең «Ҡөръән уҡыу, Ҡөръән сығыу тәртиптәре» тигән китаптан өҙөк:
Ҡөръән сығыу тәртибе (тулыһынса)
1. Салауат әйтеүҙән башлайбыҙ.
«Әғүүҙү билләәһи минәш-шәйтаанир-раджим. Бисмилләәһир рахмәәнир рахиим» тигәс 100 мәртәбә салауат әйтәбеҙ.
«Аллааһүммә салли ғәләә сәййидинәә Мүхәммәдин, үә ғәләә әәли Мүхәммәд».
2. Ниәт ҡылабыҙ
Ике рәҡәғәт нәфел намаҙы уҡып ниәтләйһең. Намаҙ ниәтләүе: «Илаһи ниәт ҡылдым, Раббым, үҙеңдең ризалығың өсөн Ҡөръән хәтем итеү ниәте менән 2 рәҡәғәт нәфел намаҙы уҡырға. Йүнәлдем ҡибла тарафына. Хаалисан лилләәһи Тәғәәлә, Аллааһу Әкбәр».
Намаҙҙы тамалағас ошо доға уҡыйһың.
«Йә, Раббым! Үҙеңдең ризалығың өсөн, һөйөклө пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа, саллаллааһу ғәләйһи үәс сәлләмдең, шәфәғәтен өмөт итеп, ҡәҙерле атайым (әсәйем) фәлән улы фәләндең (фәлән ҡыҙы фәләндең) ҡәберен Ҡөръән нуры менән нурландырыр өсөн, үҙемә, балаларыма донъялыҡта, ахирәттә хәйерле ғәмәлем булһын тип Ҡөръән хәтем сығарға ниәтләйем. Йә, Раббым! Еңеллек менән еренә еткереп башҡарыуымды насип итһәң ине. Ошо мөбәрәк китабыңды уҡығанда хаталар ебәрһәм Үҙең ғәфү итһән ине, әмин. «Раббәнәә әәтинәә фиддүнйәә хәсәнәтәү үә фил әәхыйрати хәсәнәтәү үә ҡыйнәә ғәҙәәбәннәәәр. Бирахмәтикә йәә әрхәмәр рахимиин».
3. Ҡөръәнде тулыһынса уҡып сығыу .
(Ҡөръән уҡыу тәртибе буйынса)
а) Яңынан уҡый башлаған һайын «Фатиха» сүрәһен уҡыйһың.
б) Ҡөръәнде уҡып туҡтаған һайын ошо аятты уҡырға мөмкин.
«Раббәнәә әәмәннәә бимәә әңҙәлтә үәттәбәғнәр-расүүлә фәктүбнәә мәғәш-шәәһидиин. (Әл- Ғимран сүрәҺенең 53 аяты).
Мәғәнәһе: «Эй, Раббым! Һин күңдергәнгә беҙ инандыҡ һәм рәсүлгә эйәрҙек, беҙҙе шаһиттар менән бергә яҙып ҡуй», — тине.
Унан һуң:
«Йә, Раббым! Ошо уҡығандарымды ҡабул ҡылһаң ине. Әмин», тип әйтәһең.
в) Яңынан уҡый башлаған һайын ниәтләйһең.
«Йә, Раббым! Үҙеңдең ризалығың өсөн башлаған хәтемде дауам итергә ниәт ҡылдым», тип.
г) Ҡөръәне тамамлағанда «Садаҡаль лааһүль ғәзыйм» (Иң хаҡ, тоғро һүҙҙе һөйләүсе Аллаһы Тәғәлә) тейеү яҡшы булыр.
Шунан һуң «Сүбхәәнә Раббикә Раббил ғиззәти ғәммәә йәсыифүүүн. Үә сәләәмүн ғәләл мүрсәлиин. Үәлхәмдү лилләәһи раббил ғәәләмиин». («Әс-Саффәт» сүрәһенең һуңғы 180-182-се аяттар) тип әйтәһең.
д) Әгәр шул көндө үк бағышламаһаң «Ихлас» сүрәһенә тиклем генә уҡыйһың. Бағышлайһы көндә уҡып бөтөрәһең.
4. Ҡөръән бағышлау
«Әғүүҙү билләһи минәш-шәйтаанир-раджиим. Бисмиллләәһир рахмәәнир рахиим. Аллааһүммә салли ғәләә сәййидинәә Мүхәммәдиү үә ғәләә әәли Мүхәммәд», тигәс:
«Әл-Фатиха» — «Әмин».
«Әл-Ихлас» — «Аллааһу Әкбәр үә лилләәһил хәмдү».
«Әл –Фәләҡ» — «Аллааһу Әкбәр үә лилләәһил хәмдү».
«Ән-Нәс» — «Аллааһу Әкбәр үә лилләәһил хәмдү».
Шөкөр итеү доғаһы
«Әлхәмдү лилләәһи Раббил ғәәләмиинә ғәләә ниғмәтил иимәән. Әлхәмдү лилләәһи Раббил ғәәләмиинә ғәләә ниғмәтил исләәм. Әлхәмдү лилләәһи Раббил ғәәләмиинә ғәләә ниғмәтил Ҡуръәән.
Әлхәмдү лилләәһил ләҙии джәғәләнәә мин үммәти сәййидил мүрсәлиин. Үә нәшкүруһү ғәләә мәә һәдәәнәә сәбиилә әһлил иимәәни үәл йәҡиин».
«Әл-Фатиха» — «Әмин».
«Әлиф ләм мим» — «Садаҡал лааһүль ғәзыйм» — тип уҡыйбыҙ.
«Лилләәһи»-не уҡығас- «Сүбхәәнә Раббикә Раббил ғиззәти ғәммәә йәсыифүүүн. Үә сәләәмүн ғәләл мүрсәлиин. Үәлхәмдү лилләәһи раббил ғәәләмиин» — тип әйтәбеҙҙә шунан хәтем доғаһын уҡып доға ҡылаһың
Хәтем доғаһы ошо биттә: https://nazir1965.com/do%D2%93alar/7391.html
Рух шәрифтәренә әллә рухтарына?
Рух – йән, шәриф – ҡәҙерләүгә, хөрмәтләүгә лайыҡ зат. Тигәнде аңлата. Пәйғәмбәрҙәрҙең рух-шәрифтәренә, тип бағышлау дөрөҫ. Ә уларҙан ҡала башҡа бәндәләргә рух-шәрифенә тип бағышларға ярамай, тигән һүҙҙәр бар, шуға күрә: рухына, тип кенә бағышлағыҙ.