Васыят әйтеү
Васыят әйтеп ҡалдырыу хаҡында хөкөмдәр
«Әгәр ҙә үлем сәғәте килеп етһә һәм ғүмере бөткәндә кешенең үҙенән һуң ҡалыр мал-мөлкәте лә булһа, уға ата-әсәһенә, яҡын туғандарына ғәҙеллек менән малын васыят итеп ҡалдырырға бойорола. Был да тәҡүә кешеләр эше.
Васыят тураһында ишеткәндән һуң уға геуаһ булып торған йәки мал эйәһе булырға тейешле кеше васыятҡа үҙгәрештәр индерә ҡалһа, гонаһы уны үҙгәрткән кешегә.
Аллаһ бит Ул бөтәһен дә Ишетеп һәм Күреп тороусы.
Әгәр ҙә инде геуаһ булған кешеләрҙән кемдеңдер күңелендә йәки мал-мөлкәткә вариҫ булып ҡалған кешелә васыяттың ғәҙел булмауы, гонаһлы нәмәләргә сәбәп буласағы тураһында шик тыуһа, үҙ-ара килешеп, уға хәҡиҡәткә ярашлы итеп төҙәтмәләр индереүҙә гонаһҡа урын ҡалмаҫ. Аллаһ — Ул Ғәфү итеүсе, Мәрхәмәт-Шәфҡәт эйәһе».
«Әл-Бәҡара» («Һыйыр») сүрәһе, 180—182-се аяттар
Васыятты юҡ-бар нәмә тип ҡабул итергә ярамай. Алдан күрә белеүсәнлектең был үҙенә хас бер сағылышы.
Беҙҙең заманда үҙ-ара ыҙғышып туймауҙарҙың, судлашып ғүмер үткәреүҙәрҙең бөтәһе лә алдан уйлап васыят ҡалдырыуға битарафлыҡ сәбәпле тыуа.
Пәйғәмбәребеҙ, ғәләйһис-сәләм, әйткән: «Васыят ҡалдырып үлгәндең дәрәжәһе (Аллаһ юлында) интегеп, ғазап сигеп үлгәндең дәрәжәһенән һис тә кәм түгел», — тигән.
«Мосолманға, — тигән ул, — баш осона васыяты булмаған хәлдә йоҡларға ятырға ла ярамай. Ул ваҡытта уның йоҡоһо йоҡо булмаясаҡ».
«Ғәҙеллек менән васыят яҙып ҡалдырған кеше фани донъя тормошонда, Аллаһ ризалығы өсөн тип, шул васыятта ҡаралған мал-мөлкәтенә бәрәбәр хәйер-саҙаҡа таратҡанға тиңләшер.
Васыятнамәлә ғәҙел була белмәгән кешене Аллаһ Ҡиәмәт көнөндә үҙенең мәрхәмәт-шәфәғәтенән мәхрүм итер», — тигән имам Бәкер.
Ҡөрьән аяттары инеп торған бер заманда үҙенән һуң бер нисә сабый балаһын ҡалдырып, ансарҙарҙан берәү үлеп ҡала. Үлерҙән алда үк ул сабыйҙарына ла бер нәмә ҡалдырмай, бөтә байлығын, Аллаһ хаҡына тип, игелекле эштәр өсөн таратып бөткән була.
Был турала ишетеп ҡалған пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм, сәхәбәләренән: «Был кеше менән һеҙ нимә эшләнегеҙ?» — тип һорай.
«Ерләп ҡайттыҡ», — тип яуап бирәләр уға. «Был турала алданыраҡ белгән булһам, мин уны мосолмандар ҡәберенә күмергә рөхсәт итмәгән булыр инем. Үҙ балаларын бит ул хәйерсе көнөндә ҡалдырған», — ти пәйғәмбәр.
Васыятнамә яҙған кеше, әлбиттә, үҙенең кемгәлер бирәсәк бурысы, кемдеңдер уға тапшырған аманаты, һаҡлап тоторға биргән малы тураһындағы мәғлүмәттәр ҙә бирергә тейеш. Бәндә үлеп ҡалғас, кемгәлер үҙенең хаҡын даулап, дәғүәләшеп йөрөргә урын ҡалмаһын.
Әҙәм балаһына Ислам үҙенең һуңғы ихтыярын белдереп ҡалыу мөмкинлеген сикләмәй. Ғүмер иткән йылдарында уны әленән-әле үҙгәртеп торорға ла рөхсәт итә. Сөнки тормошта бит хәл-әхүәлдәр ҙә, васыятҡа, васыят яҙып ҡалдырырға теләгән кешеләргә ҡарата ла бәндәнең мөнәсәбәте үҙгәреү ихтималы тыуып тора.
Васыяты менән кеше йәшәгән йылдарында уртаҡ тел таба алмаған кешеләренә лә үҙенең дуҫтарса мөнәсәбәтен белдереп китә ала
«Һеҙҙән кем дә булһа берәүгә үлем килеп ишек ҡаҡһа, мал-мөлкәте булғандар шул малды ғәҙеллек менән ата-әсәһенә, яҡын туғандарына васыят итеп ҡалдырырға бойорола. Үҙенән һуң васыят ҡалдырыу — динле кешеләр ҡарамағында булған вазифа.
Бындай васыят тураһында ишетеп ҡалғандан һуң, шаһиттарҙан кем дә булһа берәү уны үҙгәртергә теләһә, гонаһы үҙенә булыр. Аллаһ Ул бөтәһен дә ишетеп, бөтәһен дә күреп тора.
Әгәр ҙә, шаһиттарҙан кем дә булһа берәү васыят ҡалдырған кешенең ғәҙел була белмәгәнен йәиһә малын игелекле эштәр өсөн ҡалдырмай гонаһҡа барғанын белеү сәбәпле уға үҙгәреш индерһә, бының өсөн гонаһы юҡ. Аллаһ Ул — ғәфү итеп кенә тора белгән Мәрхәмәт-Шәфҡәт эйәһе».
«Әл-Бәҡара» («һыйыр») сүрәһе, 180—182-се аяттар
Васыятты насарлыҡҡа юрарға ярамаҫ. Үлемдең яҡынауы тип тә ҡабул итеү дөрөҫ түгел. Ул алдан күрә белеп, вариҫтар араһында болаға юл ҡалдырмау сараһы. Васыятты алдан уҡ әҙерләп ҡуйыуҙы дин хуплай.
Шәреҡ белгестәре, фикһ ғалимдары өйрәтеүенә ҡарағанда түләп өлгөрмәгән йәки фәҡирҙәр файҙаһына биреп бөтмәгән зәкәте, хажға барырға ниәтендә булып та, бара алмау сәбәпле был вазифаны вариҫтарына тапшырыу мосолмандың дини бурысы булараҡ ҡабүл ителә, башҡа осраҡтарҙа васыят уның үҙ ҡарамағында.
Пәйғәмбәребеҙ өйрәткән: «Васыят ҡалдырып киткәндең үлеме ыҙа сигеп (шәһиттәр үлеме менән) үлгәндең дәрәжәһенән кәм түгел», — тигән.
«Бил мәғруф» терминын ҡулланғанда Ҡөрьән фәҡәт ана шул бөтә яҡлап та уйланып, аҡыл менән төҙөлгән васыят тураһында һүҙ алып бара.
Шуныһы ла бар: үҙ малының мосолман өстән бер өлөшөн йәки унан артығырағын ғына васыят итеп ҡалдыра ала, байлыҡтары сәманан артып киткән саҡтарҙа бигерәк тә.
Байлығын ғәйепкә алырлыҡ, бәндәләргә, йәмғиәткә зыян килтерерлек маҡсаттарға васыят итеп ҡалдырыуҙы ла Ислам ҡабул итмәй.
Васыят менән ҡалған малды төрлө ҡаршылыҡтар, аралар боҙолоуға, дау ҡубыуға, ҡан ҡойоуға, рухи ҡиммәттәрҙең, әҙәптең юҡҡа сығыуына сәбәп булырлыҡ юлдарға тотоноу Исламда бөтөнләй тыйыла. Тыйылырға тейеш! Бындай талаптар үтәлмәй башлаған мәлдәрҙә дин ғалимдары хәлде үҙ ҡарамағына алһын.
Дин шулай өйрәтә.
«Әгәр ҙә баш аҫтында васыят тигән нәмә булмаһа, мосолманға йоҡлап ятыу килешмәй».
«Ғәҙеллек менән васыят яҙып ҡуйған кеше вариҫтарына ҡалдырып киткән тиклем малын йәшәгән йылдарында уҡ Аллаһ ризалығы өсөн тип саҙаҡаға тарата белгән кешегә оҡшаш, — тигән пәйғәмбәр. — Васыятында ғәҙел була белмәгәнде Аллаһ Ҡиәмәт көнөндә Үҙ рәхмәтенән мәхрүм итер».