Ураҙа тотоу серҙәре
     — Тештәрҙе дауалау, күҙгә, танауға дарыу һалыу ураҙаны боҙамы?
     — Пломба ҡуйғанда йәки теш һурғанда әгәр тамаҡтан эскә ҡан йәки башҡа матдә берәр мадтә үтмәһә, ураҙа боҙолмай. Ләкин теш алдырған ваҡытта, ғәҙәттә, табип анальгетик дарыу ҡулланып укол ҡаҙай. Ундай ваҡытта, йәғни организмға дарыу ингәндә, ураҙа, һис шикһеҙ, боҙола (икенселәр боҙолмай ти). Ошо рәүештә ураҙаһы боҙолған кеше һуңынан уны ҡаза ҡыла.
     Юғарыла яҙылғанды иҫәпкә алып, шулай эшләргә кәңәш ителә: теш һурыуҙы ифтарҙан һуңғы ваҡытка күсерергә кәрәк.

     Күҙ, танау йәки ҡолаҡҡа дарыу һалыуға килгәндә, был хаҡта төрлө ҡараштар бар. Ләкин шуны әйтергә мөмкин: күҙ һәм ҡолаҡҡа тамыҙылған дарыуҙан ураҙа боҙолмай, ә инде дарыу танауға һалынһа, ул ҡыҙыл үңәс һәм ашҡаҙан менән бәйле булыуы арҡаһында ураҙаны боҙа тип уйланыла. Шулай булғас, танауға дарыу тамыҙыу зарурийәте бар икән, уны ауыҙ асҡандан һуң башҡарырға кәрәк.
     Әммә Мәскәү имамы Шамиль Ғәләуитдинов космитека, каплялар, спрей, ингаляторҙар, инъекции (уколы, капельницы) ураҙаны боҙмай тий яҙа. Ошо сайта: https://umma.ru/sluchai-kanonicheski-ne-narushayushhie-post/
     — Күрем буласаҡ көндө ураҙаға ниәт ителмәһә яраймы?
     — Ярай. Сөнки ул көндө күрем күрһә, ниәт итмәүе дөрөҫ була. Әгәр инде күрем башланмаған булһа, ураҙаны ҡаза ҡылыр. Иң яҡшыһы шул: күрем башланыр тип фараз иткән көндө ураҙа тотҡан ҡатын-ҡыҙ күреме башланған ваҡытта уҡ ураҙаһын боҙҙорға тейеш. Йәғни ашап йәки эсеп ҡуйырға. Билдәле, алдан дарыуҙы эсеп, күремде Рамаҙандан һуңғы ваҡытка кисектерергә теләүселәр лә барҙыр. Тик бындай осраҡта сәләмәтлекте лә оноторға ярамай. Сөнки төрлө организмға дарыуҙар төрлөсә тәьҫир итә. Иң мәслихәте: ураҙаны тоторға, күрем күрә башлағас та ашап — эсергә, ҡалдырған көндәрҙе ҡаза ҡылырға. Сөнки «тот!» тейеүсе лә — Раббыбыҙ, күрем башланғас, «аша!» тейеүсе лә — Раббыбыҙ. Бер билдәле Ислам ғалимы былай тигән: «Әй ханымдар! Һеҙ Аллаһтың бәхетле ҡолдары. Ураҙаны тотоп сауап алағыҙ, ашағас, йәнә сауап алағыҙ. Сөнки ике осраҡта ла Раббығыҙҙың әмеренә буйһонағыҙ».
     — Иренгә помада һөртөү ураҙаны боҙамы?
     — Әгәр помада теге йәки был рәүештә (мәҫәлән, уға тел тейгеҙгәндә) йотола икән, ураҙаның боҙолыуы хаҡ. Әгәр йотолмаһа, ураҙа боҙолмаҫ.
     — Ингаляция ураҙаны боҙамы?
     — Асматиктәрҙең ингалятор ҡулланыуы ураҙаны боҙа алмай. Сөнки был осраҡта дарыу зарури ихтияж булып тора. Икенсенән, ингаляциянләнғән һауа үпкәнән уҙа алмай, ашҡаҙанына барып етмәй.
     — Онотоп йәки аңлы рәүештә ураҙа боҙолған осраҡта нимә эшләргә?
     — Рамаҙан айының бигерәк тә беренсе көндәрендә онотоп ураҙа боҙоу осраҡтары һирәк күренеш түгел. Онотоп ебәреп ауыҙына берәр артлы төрлө ризыҡ ҡапҡан йә иһә һыу эскән кеше «аһ, ураҙам боҙолдо бит!» тип уфтанып ҡуя, «бөткән баш бөткән» тип, аңлы рәүештә ашай башлай. Ысын ҡурҡынысы бына шунда ла инде. Сөнки онотоу, зиһен тарҡаулығы арҡаһында ашап-эселһә, ураҙаға бер зыян да килмәҫ. Ауыҙына алған ризыҡты тиҙ генә кире сығарһа, уны йотмаһа, мәсьәлә үҙенән-үҙе сиселер. Ә инде барыбер ураҙам боҙолдо тип ашай-эсә башлаһа, ҡаза ҡылыу зарурийәте килеп тыуыр.
     Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм дәүерендә лә ураҙала онотоп ебәреү арҡаһында ашаған йәки эскән кешеләр булған. Улар, Рәсүлулла янына килеп, хәлдәрен һөйләгәс, Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм былай яуап биргән: «Онотолоп китеп ашау ураҙаны боҙмай. Ашағандың самаһы һиңә Аллаһ ебәргән ризыҡтыр. Иҫеңә төшөү менән шунда уҡ ашауыңдан туҡта, ураҙаны дауам ит».
     Был һүҙҙәргә нигеҙләнеп, ҡайһы бер дин ғалимдары әйтә: «Ураҙалы булыуын онотоп ашаған йәки эскән ябыҡ, ҡаҡса кешене күрһәгеҙ, иҫенә төшөрмәгеҙ. Аллаһ күндергән ризығы, ашаһын. Әгәр шундай уҡ хәлдәге таҙа кәүҙәле кешене күрһәгеҙ, йәһәт кенә ураҙаһын иҫенә төшөрөгөҙ, сөнки уның өсөн бер ниндәй ташлама юҡ».
     Ғөмүмән, ураҙа боҙолоу темаһы китаптарҙа йыш аңлатыла. Ураҙа боҙолоуҙың өс төрө бар: 1) онотоп ебәреү арҡаһында; 2) хаталаныу арҡаһында; 3) аңлы рәүештә (Аллаһ һаҡлаһын!).
     Быларның өс төрлө хөкөмө бар. Мәҫәлән, онотҡан өсөн ураҙа боҙоу хәүефле түгел. Иҫеңә төшөү менән үк ауыҙҙағы ризыҡты сығараһың да вәссәләм. Бының өсөн ҡаза ла кәрәкмәй.
     Хата менән ураҙаны боҙған кеше ҡазаға ҡала. Мәҫәлән, тәһәрәт алғанда йәки ғөсөл ҡойонғанда тамаҡтан эскә һыу үтһә, был хата һанала. Йәғни кеше ураҙалы булыуын иҫтән сығармаған хәлдә вайымһыҙлыҡ күрһәтә. Әлбиттә, ул ураҙа тотоуҙы дауам итә, ләкин Рамаҙан айынан һуң үҙенә уңайлы бер көндә ҡаза ҡыла.
     Ниһәйәт, аңлы рәүештә ураҙаны боҙоу улай еңел генә уҙмай. Етди сәбәпһеҙ ураҙа боҙған кеше унан һуң ике ай өҙлөкһөҙ ураҙа тоторға тейеш була. Нәфсегә, шайтанға эйәреүҙең язаһы шул. Аллаһ шайтандың яуызлығынан барыбыҙҙы ла һаҡлаһын.
     Әммә ошо ике ай өҙлөкһөҙ тоторға тигән дәлил Ҡөръәндә һәм сөннәттә юҡ тип Мәскәү имамы Шамил Ғәләүитдинов үҙенең сайтында яҙа: әйе ислам дине ғалимдәренең ошондай фекере бар ти, бер мәсьәләлә ғалимдәрҙең төрлө фекерҙәре булыуы мөмкин. Был ҡағиҙә: ураҙа көнө ваҡытында (ауыҙ асҡанға тиклем) енси мөнәсәбәткә ингән ир-ҡатындарға ҡағыла тиелә. Сәхәрҙән һуң ураҙа көнө башланғас енси яҡынлыҡҡа беренсе теләк белдергән кеше 60 көн ураҙаны кәффәрәт итеп тоторға тейеш. Мәҫәлән, әгәр ир кеше енси яҡынлыҡҡа беренсе булып теләк белдерһә уға ошо 60 көндө тоторға тейеш, ә ҡатыны бер көн ураҙа ҡаза ҡылырға тейеш.
     Әгәр улар был ураҙа айында енси тыйыуҙы белмәүҙәре арҡаһында, йәки онотолоп китеп енси мөнәсәбәткә инһәләр, кәффәрат язаһы ҡаралмай тип әйтә.
     Әгәрҙә был боҙоуҙы ҡабатлайҙар икән, ул ваҡытта былар кәффәрат итеп 60 көндө тоторға тейештәр.
Башҡа осраҡтарҙа Рамаҙан айында ураҙаны боҙһаң, бер көнгә бер көн менән ҡаза ҡылына, тип аңлата хәҙрәт Шамиль Ғәләүитдинов үҙенең https://umma.ru/ сайтында.
     Ошо урында кәффәрат тураһында аңлатып китәйем:
     Кәффәрат бер-бер артлы 60 көн ураҙа тотоуҙан тора. Әгәр кәффәрат өҙөлһә, өр-яңынан 60 көнлөк ураҙа тоторға кәрәк. Кәффәрат ураҙаһы тотҡан ҡатындар хәйез көндәрендә уны туҡтатып тора һәм был көндәр тамамланғас, яңынан дауам иттерәләр.
     Кемдер етди сәбәп менән 60 көн ураҙаны тота алмай икән, 60 фәҡир мосолман тамағын туйҙырырға (иртәнге һәм киске аш ашатырға) тейештәр (тәҡүәле мосолмандарҙы тапһаң яҡшыраҡ була). Динһеҙ кешеләргә кәффарәт бирелмәй. Ризыҡ етәрлек күләмдә һәм сифатлы булырға тейеш (мәҫәлән, бойҙай икмәге). Бер фәҡиргә 120 тапҡыр иртәнге аш йә иһә киске ашты ашатырға мөмкин. Йә иһә 60 кешегә иртәнге аш, 60 кешегә киске ашты ашатһаң яҡшы.
     Бирелергә тейешле ризыҡтың бәйәһен аҡсалата бирергә лә була. Бер фәҡиргә 60 көн буйы йә иһә 60 кешегә бер көндә бирһәң була. Әгәр бөтә сумманы бер көндә бер кешегә генә бирһәң, бер көнлөк кәффарәт кенә булып һанала.
     Аллаһ Тәғәлә Ҡөръән Кәримдә: «Мин динде ауыр ҡылманым» тигән.
     Бер хәҙистә: хәҙрәт Әбү Һөрәйрә тапшырған: «Бер ваҡыт беҙ Пәйғәмбәр менән бергә ултырғанда, уның янына ниндәйҙер бер сит кеше килеп шуны әйтте әле:
     - Әй Аллаһтың Рәсүле! Һәләк булдым мин!
     - Ни булды һиңә? – тип Пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм һораны.
     - Мин ураҙа ваҡытында ҡатыным менән яҡынлыҡ ҡылдым.
     - Азатлыҡҡа сығарыр өсөн ҡолдарың бармы һинең?
     - Юҡ.
     - Ике ай буйына бер-бер артлы ураҙа тота алаһыңмы?
     - Юҡ.
     - Алтмыш фәҡирҙең тамағын туйҙыра алаһыңмы?
     - Юҡ.
     Хәҙрәт Әбү Һөрәйрә дауам итеп әйтте: «Шунан һуң Пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм бер ни тиклем ваҡыт тын ҡалды. Беҙ шул хәлдә булған саҡта, Пәйғәмбәргә бер кәрзин тулы хөрмә килтерҙеләр. Ул һораны: «Һорау биргән кеше ҡайҙа ул?
     - Мин бында, — тип яуап бирҙе.
     Шунан һуң Пәйғәмбәр ғәләйһисәләм әйтте:
     - Быларҙы алда һәм хәйер итеп тарат.
     Ул кеше әйтте:
     - Мин быларҙы үҙемдән фәҡирерәк кешеләргә өләшергә тейешме, әй Аллаһтың Рәсүле? Аллаһ менән ант итәмен, Мәҙинә ҡалаһында минең ғаиләмдән дә фәҡирерәк ғәилә юҡ.
     Шунан һуң Пәйғәмбәр ғәләйһисәләм тештәре күренерлек итеп йылмайҙы һәм шулай тине:
     - Бар, был хөрмәләр менән үҙ ғаиләңде туйындыр».
     Бер хәҙисте иҫегеҙгә төшөрөргә урынлы һанайым: «Аллаһ уларға рөхсәт иткән кешеләрҙән башҡа (юлсылар, балаға йөклө ҡатындар, ауырыған кешеләр һәм башҡалар) кемдер Рамаҙан айында ураҙаһын боҙа ҡалһа, ҡалған ғүмере буйы бер туҡтауһыҙ ураҙа тотһа ла был көндө тултыра алмаҫ (шул тиклем сауап алмаҫ)». Шуға ла ураҙаның һәр бер көнө бик әһәмиәтле, бик ҡиммәтле. Ер тормошоның бер көнө лә, бер ваҡыты ла был иҫ киткес сауаплы Рамаҙан айының бер көнөн ҡайтара алмай. Шуға иғтибарһыҙлыҡ, вайымһыҙлыҡ арҡаһында иң ҙур сауаплы һәм ҡайтарғыһыҙ әжергә эйә булған Рамаҙан айының ураҙа көндәрен ҡазаға ҡалдырмағыҙ.
                         Ҡайһы бер миҫалдар «Инсан һәм дин» китабынан, «Умма ру» сайтынан алынды.