Шәүүәл айы

                                                 Шәүүәл айы
     Рамаҙан айының һуңғы көндәре артынан Шәүүәл айы килә. Исеме ғәрәбтәрҙең илбашына бәйле. Бәни Ғайса ҡәбиләһенең Әнуш исемле шаһы булған. Ул ғүмеренең күберәк өлөшөн тәбиғәттә — сахраларҙа, урмандарҙа йөрөп төрлө бөжәк-ҡуңыҙҙарҙы эҙләп, уларҙың тән төҙөлөшөн, төрҙәрен өйрәнеп ваҡытын шуларға арнаған булған. Бер сәйерлеге, бар башҡа ғәлимдәргә хас — ул ғүмерен, диңгеҙ буйында йәшәргә тейешле кегәүен ҙурлығындағы йәшел себен эҙләй. Көндәрҙән бер көндө, ҡояш байығас, диңгеҙ буйында тап шул себендәрҙең өйөрөн күрә һәм ғәжәпләнеп ҡысҡырып ебәрә: «Мә һәҙәл шәүүәлә». «Бына ниндәй асыш!» мәғәнәһендә. Был — ул ваҡытта «Туван» тип аталған айҙың аҙағы көнө була һәм Әнуш шаһ был айҙы ошо асыу хөрмәтенә «Шәүүәл» тип атай.

     Шәүүәлдең айының беренсе көнө ғәрәптәрҙә (ҡайғы-хәсрәт, ҡурҡыныслыҡ, уңышһыҙлыҡ) көнө тип иҫәпләнә. Шуға күрә был көндө донъя менән мәшғүл булыуҙы ҡуйып, доға-ғибәҙҙәттә булыу сауаплы һанала.

     Шәүүәлдең беренсе көнө Ғәйет фитр көнө – Ураҙа ғәйете көнө. Рамаҙан ураҙаһы айы тамамланып байрам ителә торған көндәр. Был көндә ғәйет намаҙы уҡыу һәр мосолманға вәжиб. Фәҡирҙәргә хәйер-саҙаҡа, аш-һыу биреп, ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеү оло сауаплы эштер.

     Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа салләллаһу ғәләйһиссәләм әйткән: «Был Рамаҙан ураҙаһынан һуң Шәүүәл айында кем алты көн ураҙа тотһа, шул кеше тулы йыл ураҙа тотҡан кеүек булыр, сөнки беҙҙең шәриғәтебеҙҙә бер изгелеккә ун өлөш сауаптан кәм булмаҫ. Иҫәп-хисап итһәк утыҙ көнгә өс йөҙ көн ураҙа сауабы булыр. Алты көнгә алтмыш көн ураҙа сауабы яҙыла. Был өс йөҙ алтмыш көн ысын мәғәнәһендә бер йыл булыр».

     Тағы Расулүллаһ ғәләйһиссәләм әйтте: "Бер кеше Рамаҙандан һуң Шәүүәл айында алты көн ураҙа тотһа, Аллаһ Тәғәлә был кешенең тәнен тамуҡҡа харам ҡылыр.
     Һәр көнө өсөн ҡырҡ шәһид сауабын бирер, дин өсөн һуғышта мәрхүм булып, шәһид дәрәжәһенә ирешкән сәхәбәләр сауабын бирер.

     Һәр көнө өсөн был шәхес өсөн ожмахта бер ҡала йорт төҙөрҙәр.

     Бер кеше шәүүәл айында алты көн ураҙа тотһа: Беренсе көндө теге шул кешенең ҡырҡ йылдыҡ ғонаһы ярлыҡаныр. Аллаһ Тәғәлә ул кешегә ғәмәл дәфтәрен Ҡиәмәт көнөндә уң ҡулына бирер. Ул кешегә Аллаһ Тәғәлә йәннәт хөлләләренән ҡырҡ хөлләләрен кейҙерер. Ул кешегә ҡырҡ дәрәжә бирелер.

     Икенсе көн ураҙа тотһа шул Шәүүәл айында, уға етмеш хаж сауабын яҙалар.

     Өсөнсө көн ураҙа тотһа, ике йөҙ шәһит сауабы яҙылыр. Ошо кешенең ҡәберенә һәр көндә йөҙ фәрештә зыярат ҡылыр – Ҡиәмәт көнөнә тиклем һәр көн был кеше өсөн изгелектәр яҙырҙар.

     Дүртенсе көн ураҙа өсөн Аллаһ Тәғәлә был кешенең етмеш хәжәтен үтәр донъя хәжәттәренән һәм әхирәт хәжәттәренән. Һәр көндә был кеше өсөн етмеш мең фәрештә мәғрифәт теләр, йәғни: «Йә, Раббы! Был бәндәнең ғонаһын ярлыҡа», — тип доға ҡылырҙар.

     Бишенсе көнө менән Аллаһ Тәғәлә уның доғаһын ҡабул итә. Ул кешенең ҡәбер ғазабын күтәрер. Ҡиәмәт көнөндә был кешегә йөҙө нурлы булыр.

     Алтынсы көнө ураҙаһы менән был кешегә Аллаһы Тәғәлә алтмыш йыл ураҙа сауабын яҙыр. Әгәр ошо арала вафат булһа (үлһә) шәһид булып был донъянан китәр.

     Был Шәүүәл айында ураҙаны шаршамбы йә кесе йома көнөндә тотһалар, сауабы күберәк булыр. Шул хаҡта Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләм: «Бер кеше Рамаҙан айында ураҙа тотоп, Шәүүәл айында алты көн – шаршамбы, кесаҙна, йома көн ураҙа тотһа ожмахҡа инер», — тигән.

     Был алты көн ураҙа өсөн был тиклем сауап булыуына ғәжәпләнмәгеҙ, уның өсөн Аллаһы Тәғәләнең рәхмәте күптер: бер изгелеккә ун өлөш сауап бирер, бәғзеһенә етмеш өлөш сауап бирер, бәғзеһенә 700 өлөш сауап бирер, ә бәғзеһенә мең-мең өлөш бүләк бирергә ҡөҙрәте етәлер.

     Изгелектәрҙең сауабын Аллаһ Тәғәләнән башҡа һис бер кем бирмәҫ.

     Аллаһ Тәғәләгә һәм уның Пәйғәмбәре Мөхәммәд Мостафа салләллаһу ғәләйһиссәләмгә сәләм һәм маҡтауҙар булһын. Барыбыҙғала Аллаһ Тәғәлә рәхмәтеңде һәм бәрәкәтенде бир.