Нәжестәр (Бысраҡтар)

   Намаҙ уҡыған кешеңең тәне, кейеме, намаҙлығы нәжестән пак булырға тейеш. Нәжесле килеш намаҙ уҡыу дөрөҫ һаналмай. Нәжестен ике төрө бар: еңел нәжес, ауыр нәжес. Ҡарға, ҡарсыға кеүек иттәре кешегә ашарға харам ҡоштарҙың тиҙәктәре һәм иттәре кешегә ашарға хәләл булған ат, һыйыр, һарыҡ кеүек хайуандарҙың бәүелдәре (кесе ярауы) — еңел нәжес һанала.

 

   Бүтән төр нәжестәрҙең һәр ҡайһыһы ауыр нәжес иҫәпләнә: Мәҫәлән, кеше тиҙәге һәм бәүеле (кесе ярауы). Иттәре кеше ашарға хәләл ителгән ат, һыйыр, һарыҡ, кәзә кеүек хайуандарҙың тиҙәктәре, эт, бүре кеүек иттәре кешегә ашарға харам ителгән хайуандарҙың тиҙәктәре лә бәүелдәре һәм һеләгәйҙәре лә, тиреләре, ҡаҙ, тауыҡ кеүек иттәре кешегә ашарға хәләл һаналған ҡоштарҙың тиҙәктәре, үләкһә йәки хинзирҙың (сусҡа), йәки ҡандары, хайуандыр боғаҙынан сыҡҡан ҡан, йәрәхәттән аҡҡан ҡан, эрен, һары һыу, лайлалы күҙ йәше, хәмер йәки ауыҙҙан сыҡҡаң ҡоҫоҡ кеүек әйберҙәрҙең һәр ҡайһыһы ауыр нәжес һанала.  

   Күгәрсен, сәпсек, сыйырсыҡ кеүек ҡоштарҙың тиҙәктәре, балыҡ йәки бөрсә ҡаны, һәйбәт (ашарга яраҡлы) иттең һүле (һуты), һыу йәнлектәренең һәммәһенең дә ҡаны һәм майы, илағанда сыҡҡан күҙ йәше, ауыҙ урты тулмаҫльгк әҙ генә ҡоҫоҡ, төкөрөк, ҡаҡырыҡ — нәжес һаналмай.
   Хинзир йәки сусҡанан башҡа хайуандарҙың йөндәре, кипкән һөйәктәре һәм һеңерҙәре нәжес тип һаналмай. Шәриғәтсә салынған хайуандарҙың иттәре ашарға яраҡһыҙ харам булған саҡта ла нәжес һаналмай. Иләнмәгән осраҡта ла бындай хайуандарҙың тиреләре пак иҫәпләнә.

   Ә инде шәриғәтсә салынмаған хайуандарҙың иттәре лә, иләнмәгән тиреләре лә нәжес һанала. Әгәр иләнгән икән, тиреләре пак иҫәпләнә.
   Хинзирҙың кәүҙәһе тотошлайы менән нәжес. Һис ҡасан пакланмаҫ ул. Бер нәжес нәмә, янып, көлгә әйләнһә, йәки, сереп, тупраҡҡа әүерелһә, йә иһә, тоҙланып, тоҙ рәүешенә инһә пак һанала. Иҫерткес эсемлек, тоҙ ҡатышыу сәбәпле, айнып, һеркәгә әүерелһә, нәжес майҙан һабын яһалһа, шул һеркә лә, һабын да таҙа иҫәпләнә. Тәндә йәки кейемдә, йә булмаһа намаҙлыҡта еңел нәжестең таралыуы буйы, арҡырыһы бер ҡарыштан артмаһа, ә ауыр нәжес бер мыҫҡалдан күберәк булмаған саҡта шул ерҙә (урында) намаҙ уҡыу дөрөҫ һанала. Әгәрҙә әле билдәләнгән саманан артыҡ икән, намаҙ уҡыу дөрөҫ булмай. Ҙур балаҫтың бер башы нәжесләнгән икән, шуның нәжесләнмәгәң икенсе яҡ башында намаҙ уҡыу дөрөҫ иҫәпләнә. Әгәр тупраҡтың өҫтөнә бер нәжес түгелгән икән, ти. Шул нәжес кипкәс, ана шул тупраҡтың өҫтөнә намаҙлыҡ йәймәйенсә лә намаҙ уҡыу дөрөҫ.