Мөхәммәд ғәләйһиссәләм юлы

     Аллаһы Тәғәлә Мөхәммәд ғәләйһиссәләмгә әйткән: «Беҙ инде һиңә ҡәҙәр пәйғәмбәрҙәр ебәргән инек. Улар араһында Беҙ һиңә улар тураһында һөйләгәндәре дә, һөйләмәгәндәр ҙә бар».

     Әлеге өҫтәге аят Ҡөръән китабында яҙылған. Бик күп пәйғәмбәрҙәр ер йөҙөнә һуңғы пәйғәмбәр киләсәген белгәндәр. Мөхәммәд ғәләйһиссәләм Ҡиәмәт көнө алдынан бар халыҡҡа хаҡты еткереү өсөн ебәрелгән рәсүл. Халыҡ бит иң башта пәйғәмбәрҙәргә эйәреп йәшәй торғас биргәс, быуындар алмашына килә, аҙа башлай. Ниндәй генә көслө илдәр булыуына ҡарамаҫтан, һәр кемдең байлыҡҡа батып йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан Аллаһ Тәғәләгә шөкөр итмәү арҡаһында ер өҫтөнән һөрөләләр. Бына һеҙгә ниндәй ҙур ҡалалар, ныҡ үҫешкән цивилизациялар тураһында көнө-төнө бар мәғлүмәт һөйләй. Ҡайҙа һуң улар? Бар хаҡ Ҡөръәндә яҙылған. Шуға ла кем генә булыуынан ҡарамаҫтан, раса һәм милләтенә, енесенә һәм башҡаһы, уға иман килтереү һәм уның бойороҡтарын үтәү — һәр кешенең бурысы.

     Аллаһ Рәсүле: «Мөхәммәдтең йәне Уның ҡулында булған Зат менән ант итәм! Был өммәттән кем генә булһала, йәһүд йәки насара (христианин) булһа ла, минең турала ишетеп һәм мин ебәрелгән нәмәгә иман килтермәйсә вафат булһа, ул һис шикһеҙ Ут әһеленән буласаҡ», — тип әйткән.

     Тағы бер әйтәм: Ул ер йөҙөнә ебәрелгән илселәрҙең һуңғыһы. Унан һуң Ҡиәмәт көнөнә тиклем пәйғәмбәрҙәр булмаясаҡ.

     Аллаһы Тәғәлә әйткән: «Мөхәммәд — һеҙҙең арала бер ирҙен дә атаһы түгел. Ул — Аллаһының Илсеһе һәм пәйғәмбәрҙәрҙең мөһөрө (йәғни пәйғәмбәрҙәрҙең һуңғыһы)».

     Аллаһы Тәғәлә Мөхәммәд пәйғәмбәргә бик күп үҙенсәлекле сифаттар биргән. Шул сифаттар ярҙамында ул башҡа пәйғәмбәрҙәрҙән өҫтөн булған. Ул бөтә кешеләргә һәм ендәргә Пәйғәмбәр итеп ебәрелгән. Үҙенең пәйғәмбәрлеген раҫлап, ул мөғжизәләренең иң ҙурыһы булған Ҡөръәнде алған.

     Аллаһы Тәғәлә әйткән: «Беҙ һиңә уларға уҡыла торған Китап индереү уларға етмәйме? Дөрөҫөн әйткәндә, бында мөьминдәр өсөн рәхмәт һәм иҫкә төшөрөү бар». Әгәр ҙә уларҙың береһе иман килтерергә теләһә, Аллаһ Илсеһенең юлынан барырға тейеш.

     Аллаһы Тәғәлә әйткән: «Беҙ Һине барлыҡ кешеләргә яҡшы хәбәр биреүсе һәм киҫәтеүсе дингә өндәүсе итеп ебәрҙек. Ләкин кешеләрҙең күбеһе быны белмәй».

     Аллаһы Тәғәлә ер йөҙөндәге кешеләргә йөҙ егерме дүрт мең пәйғәмбәр ебәргән булған. Пәйғәмбәрҙәр һәр халыҡҡа ебәрелгәндәр:

     "Беҙ һәр өммәткә илсе ебәрҙек: «Аллаһыға доға ҡылығыҙ һәм тамуҡтан һаҡланығыҙ!», -тип.

     Бер Аллаһыға ғына баш эйеү, Уны таныу, Уға ғына табыныу һәм Уға ширек килтереүҙән баш тартыу бөтөн пәйғәмбәрҙең дә вәғәзенең нигеҙе булған. Улар барыһы ла бер дингә саҡырғандар, Аллаһ Тәғәләне танырға өндәгәндәр. Аллаһынан үәхи алып килгәндәр һәм тура юлды күрһәткәндәр. Был турала Ҡөръәндә әйтелгән:

     "Беҙ бит пәйғәмбәрҙәребеҙҙе асыҡ ғәләмәттәр менән ебәрҙек һәм уларға Яҙыу, кешеләр ғәҙеллектә булһындар өсөн Үлсәү иңдерҙек".

     Быға ҡарамаҫтан, улар алып килгән шәриғәттәр бер-берһенән айырылып торғандар. Сөнки улар һәрбереһе шул ваҡыттағы йәмғиәткә яраҡлашҡан булғандар. Аллаһы Тәғәлә әйткән:

     "Беҙ һеҙҙең һәр берегеҙгә лә канун һәм юл билдәләнек".

     Пәйғәмбәрҙәргә ышанып ҡарау кешегә Аллаһының рәхмәтен, Уның мәхлуҡтәрен ҡайғыртыуын танырға ярҙам итә. Ул уларҙы ташламаған, үҙ араларынан пәйҒәмбәрҙәр ебәреп, уларҙы тура юлға индергән, ғазаптан ҡотҡарған. Пәйғәмбәрҙәргә ышаныу Аллаһының пәйғәмбәрен яратырға һәм хөрмәтләргә өйрәтә. Сөнки уларҙың һәр береһе үҙ бурысын тейешенсә үтәгән, үҙ артынан эйәреүселәргә иң дөрөҫ кәңәштәр биргән, дошмандарынан күргән йәбер-золомдарға сабыр иткән.

     Бар мосолмандын йөрәгендә, Аллаһ диненең нигеҙендә «Аллаһынан башҡа илаһ юҡ һәм Мөхәммәд — Аллаһының Илсеһе» тигән шәһәҙәт ята. Шулай итеп шәһәҙәт биреүсе һәм үҙенең Аллаһыға биргән вәғәҙәһенә тоғро ҡалыусы йәннәткә керәсәк. Әммә Аллаһы Тәғәлә кешеләрҙән был һүҙҙәрҙе әйтеүе генә түгел, бойороҡтарҙы ла үтәүҙе ҙә талап иткән. «Аллаһынан башҡа илаһ юҡ» тип шәһәҙәт биреү кешенең Аллаһ Тәғәләнән башҡа затҡа ғибәҙәт ҡылмауын талап итә. Аллаһ Тәғәлә менән бер рәттән башҡа затҡа ғибәҙәт ҡылыусы Уға ширек итә һәм үҙен йәһәннәмдә ғазаплауға дусар итә. Аллаһы Тәғәлә әйткән:

     "Дөрөҫөн әйткәндә, Аллаһ Үҙенә ширек ҡылыуҙы ғәфү итмәй, әммә теләгән кешеһенә ҡалған барлыҡ гонаһларҙы ғәфү итә. Аллаһыға ширек ҡылыусы оло гонаһ ҡыла".

     "Мөхәммәд — Аллаһтың Илсеһе" тип шәһәҙәт биреү мосолмандарҙан дини һәм дини булмаған эштәрҙә Мөхәммәд пәйғәмбәргә тулыһынса буйһоноуҙы талап итә. Мөхәммәд ғәләйһиссәләм юлынан тайпылыусы һәр кеше Аллаһы Тәғәлә инҡар итә торған бидғәт юлына керәсәк. Аллаһы Тәғәлә әйткән:

     "Уның теләгенә ҡаршы килеүселәр һаҡланһындар. Уларға фетнә йәки интектергес ғазап өлгәшә күрмәһен".

     Аллаһ мөьминдәргә Пәйғәмбәрҙе яратырға бойорған һәм уны яратыуҙы имандың бер өлөшө итеп билдәләгән. Ул уға булған мөхәббәте Аллаһыға ҡарата һөйөү менән бер сафҡа ҡуйған. Бынан тыш уны йәнеңә, малыңа, ғәилә һәм балаларыңа ҡарағанда ла күберәк яратырға ҡушҡан. «Әйт:

      Әгәр ҙә аталарығыҙ, улдарығыҙ, сабыйҙарығыҙ, тормош иптәштәрегеҙ, ғаиләләрегеҙ, тапҡан малығыҙ, туҡтауынан ҡурҡҡан сәүҙәгеҙ, яратҡан йәшәгән урындарығыҙ һеҙгә Аллаһ, Уның Пәйғәмбәре һәм Уның юлында көрәшеүҙән яҡыныраҡ икән, Аллаһының һеҙгә Үҙенең бойороғо менән килгәнен көтөгөҙ. Аллаһ боҙоҡ кешеләрҙе тура юлға баҫтырмай». 

     Был әйтелгәндәрҙе нисек аңларға? Аллаһ Тәғәлә һәр саҡ, һәр сәғәт, һәр минут, һәр секунд һайын, йөрәгеҙҙең тибеүе һайын Үҙенең барлығын иҫкәртә. Әгәр Ул булмаһа йөрәгегеҙ тибер инеме? һулаған һауабыҙ атомына тиклем камил булыр инеме? Бар ерҙә тәртип булыр инеме? Ана шуға шул халыҡ үҙенә шөкөр итһен өсөн Аллаһ Тәғәлә әфәттәр, бәлә-ҡаза, һуғыштар, ауырыуҙар ебәреп тора. Малдарҙың ҡото бөтөр, балаларыбыҙ ауырыр, туғандарыбыҙ вафат булыр, үҙебеҙҙең йәнебеҙ урын тапмаҫ –барыһы ла шул ошо өс көнлөк донъяға батып, бер нисә минутҡа ошонан айырылып «Әлхәмдүлләһи» тип әйтмәүҙә. Аллаһ Тәғәләнең барлығын онотоп донъябыҙ менән мәшғүл булыуҙа. Күнелебеҙ шул ҡәберебеҙгә алып киттә алмаған байлыҡта. Күршеләргә ҡараған көнсөлөктә, уларҙан уҙырға тырышҡан ярышта, көнө-төнө ғәйбәт менән булышҡан телебеҙҙә, ярҙам һәм игелек тигәнде онотобыуыҙҙа, Аллаһ Тәғәлә ҡушҡанын, тыйыуҙарын үтәмәүҙә. Аллаһ үҙенән ярҙам, байлыҡ һораған кешеләрҙе байытыр, тик шөкөрһеҙ булыуҙары арҡаһында уларға иман бирмәҫ, яман һәм боҙоҡтарҙын күңеленә Иблис керер, шайтандар уларҙы тамуҡҡа тиклем төшөрөр.

    Мосолман үҙ һүҙҙәре алдында уның һүҙҙәренә, үҙ ғәмәлдәре алдында уның ғәмәлдәренә өҫтөнлөк бирергә тейеш:

     "Әй иман килтергән бәндәләр! Аллаһыны һәм Уның Илсеһен уҙып китмәгеҙ, Аллаһынан ҡурҡығыҙ. Сөнки Аллаһ — Ишетеүсе, Белеүсе".

     Улар үҙ ҡарарҙары алдында уның ҡарарҙарына өҫтөнлөк бирергә, бөтә эштә лә унан өлгө алырға, уның бойороҡтарына буйһонорға тейеш. Сөнки Аллаһы Тәғәлә әйткән:

     "Ләкин юҡ — һинең Раббың менән ант итәм! — үҙ араларындағы низағтарҙа һине ҡаҙый итеп һайламайынса, һинең ҡарарың өсөн күңелдәрендә ҡытлыҡ һиҙеүҙәренән туҡтамайынса һәм тулыһынса буйһонмайынса, улар иман килтермәйәсәктәр".

     Аллаһ Тәғәлә Мөхәммәд пәйғәмбәрҙе барлыҡ эштә лә үрнәк итеп ҡуйған:

     "Аллаһыға һәм Әхирәт көнөнә ышаныусыларға, Аллаһыны күп иҫкә алыусыларға Аллаһының Илсеһендә һеҙҙең өсөн гүзәл үрнәк".

     Әлеге аят Аллаһының Илсеһе үрнәгенә эйәреү кәрәклегенең ҙур дәлиле. Ул кешеләрҙең ғәмәлдәрен, һүҙҙәрен, ҡараштарын һәм башҡа эштәрен үлсәй торған төп форма. Уның үрнәгенә хаҡиҡый рәүештә эйәреү өсөн ғәмәлдәре, хәҙистәре тураһында ғилем булырға тейеш. Пәйғәмбәргә итәғәт итеүҙән иманы аҙ булған кешеләр, монафиҡтар һәм кәферҙәр генә баш тарта.

     Күп аяттарҙа Мөхәммәд пәйғәмбәргә ышаныу һәр мосолманға фарыз икәнде күрһәтә. Пәйғәмбәргә итәғәт итеп, кеше ысынлыҡта Аллаһыға итәғәт итә. Сөнки ул Уның бойороғон үтәй:

     "Пәйғәмбәргә буйһоноусы Аллаһыға буйһона. Әгәр ҙә бер кеше башын борһа, Беҙ һине уларҙы һаҡлаусы итеп ебәрмәнек бит".

     Мөхәммәд пәйғәмбәр үҙенә ышаныусыларҙы һәм уның юлына эйәреүселәрҙе бөйөк әжер менән шатландырған. Уларҙың иң ҙур теләктәренә — йәннәт баҡсаларына кереп, мәңгелек ләззәткә — ирешәсәктәрен әйткән. Мөхәммәд ғәләйһиссәләм:

     "Баш тартҡандарҙан ҡала, миңә эйәреүселәр барыһы ла йәннәткә керәсәктәр", — тигән. Кешеләр:

     "Әй Аллаһының Илсеһе! Ә кем баш тартҡан?" — тип һорағандар. Ул:

     "Миңә итәғәт итмәүсе — баш тартыусы", — тип яуап биргән.

     Билдәле сәхәбә Үбәй бине Ҡәғб:

     "Сөннәткә эйәрегеҙ. Сөнки сөннәткә эйәреүсе кеше Аллаһыны иҫкә алһа һәм уның күҙҙәре йәш менән тулһа, ут бер ҡасанда уға ҡағылмаясаҡ. Дөрөҫөн әйткәндә, сөннәткә уртаса ғына эйәреү сөннәттән баш тартып, тырышлыҡ күрһәтеүҙән яҡшыраҡ түгел", — тип әйткән.

     Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм Ҡиәмәт көнөндә бөтә кешеләрҙең әфәндеһе буласаҡ. Аллаһының Илсеһе:

     "Мин Ҡиәмәт көнөндә Әҙәм балаларының әфәндеһе һәм ҡәбере асыласаҡ беренсе кеше, шәфәғәт ҡыласаҡ беренсе кеше һәм шәфәғәтте ҡабул ителәсәк беренсе кеше буласаҡмын", — тигән.

     Шулай уҡ үҙ өмәтенән булған бәндәләр өсөн Ҡиәмәт майҙанында торғанда улар өсөн шәфәғәт ҡылырға рөхсәт ителәсәк. Ҡөръәндә:

     "Өҫтәмә намаҙҙар ваҡытында Ҡөръән уҡып, төндең бер өлөшөн уяу үткәр. Бәлки, Раббың һине Маҡтаулы урынға күтәрер".

     Маҡтаулы урын — Ҡиәмәт көнөндә Мөхәммәд ғәләйһиссәләм кешеләр өсөн шәфәғәт итә торған урын. Уға Ҡиәмәт көнөндә Маҡтау байрағын күтәреп йөрөү рөхсәт ителәсәк. Ул ысын байраҡ буласаҡ. Пәйғәмбәребеҙ үҙ артынан кешеләрҙе алып барасаҡ. Ә кешеләр уға эйәрәсәктәр. Аллаһ илсеһе:

     "Мин Ҡиәмәт көнөндә Әҙәм балаларының әфәндеһе буласаҡмын. Минең ҡулымда Маҡтау байрағы буласаҡ, ләкин мин уның менән ғорурланмай. Әҙәм һәм барлыҡ пәйғәмбәрҙәр ул көндә минең байрағым аҫтында буласаҡ. Мин өҫтөндә ер асылған беренсе кеше буласаҡмын, ләкин мин уның менән ғорурланмайым".

     Ул йәннәттә бер генә кеше өсөн яратылған иң юғары дәрәжәгә менәсәк. Аллаһының Илсеһе:

     "Әгәр ҙә мәзиндең (аҙан) һүҙҙәрен ишетһәгеҙ, уның һүҙҙәрен ҡабатлағыҙ. Шуның менән бергә миңә салауат әйтегеҙ. Сөнки бер кеше салауат әйтеп миңә доға ҡылһа, Аллаһ уға бының өсөн: ун тапҡыр күберәк бәрәкәт бирәсәк. Унан һуң минең өсөн йәннәттәге, Аллаһының бер генә бәндәһенә әҙерләнгән, урынды минең өсөн һорағыҙ. Ул кеше мин булырмын тип өмөтләнәм. Минең өсөн ошо урынды үтенеүсе кеше шәфәғәте лайыҡ буласаҡ", — тигән.

     Аллаһ Тәғәлә рәсүле Мөхәммәт ғәләйһиссәләмгә маҡтауҙар һәм сәләмдәр булһын:

                   Салауат (маҡтау):

     "Салләллааһү ғәләйһи үә сәлләмә үә ғәләә әәлиһиии әджмәғиин. Саләәтән дәәәимәтән тәәммәтән иләәә йәүмиддиин. Үәлхәмдү лилләәһи Раббил ғәләмиин”.

     Аллаһ Тәғәлә уға һәм уның ғаиләһенә ҡиәмәт көнөнә тиклем һәр саҡ камиллашҡан салауаттар һәм сәләмдәр насип итһен. Ғәләмдәр Раббыһы Аллаға маҡтау.

     Шәһәҙәт: «Ләә илләһә илләллаһү Мөхәммәдәр рәсүлүһү».