Мөьминдәр һәм монафиҡтар
Золом һәм һөйөү, ҡойо төбө һәм күк йөҙө... Былар бер-береһенә ҡапма-ҡаршы төшөнсәләр. Әйтәйек, беҙ ҡойо төбөн золом менән сағыштыра, һөйөү хисен күк йөҙөнә тиңләй алабыҙ. Ҡоҙоҡ төбө — ҡараңғылыҡ, әсирлек, шәхесте ирекһеҙләү символы, күк йөҙө иһә — хөррийәт һәм яҡтылыҡ билдәһе...
Исламда золом-зөлмәткә урын юҡ. Һеҙ иҙеүҙе, ҡыҫым, баҫымды теләһә ҡайҙа таба алырһығыҙ, ләкин Исламда быларҙың бер бөртөгө лә юҡ.
Исламда «мөьминлек» һәм «монафиҡлыҡ» тигән төшөнсәләр бар. Шуларға туҡталайыҡ. Ниндәй кешене «мөьмин», ниндәйен «монафиҡ» тип әйтәбеҙ һуң? Әгәр бәндә Аллаһы Тәғәләгә ысын күңелдән, ихлас йөрәктән, саф ҡалъбтан ышанһа, инанһа, иман килтерһә, ул «мөьмин» булыр. Әгәр инде кеше үҙе теләмәҫтән, күңеленән ышанмайынса ғына, бары тик баҫым үә золом аҫтында ышанған, инанған кеше ҡиәфәтенә кереп йөрөһә, ул кеше «монафиҡ» һүҙенә лайыҡ.
Мәсьәләгә бер миҫал менән асыҡлыҡ индерәйек. Һеҙ, бер кешенең күкрәгенә мылтыҡ терәп: «Әйҙә, хәҙер үк мосолман бул, иман килтер, юғиһә йәнеңде йәһәннәмгә олаҡтырам!» — тип янаһаһығыҙ, һәм был кеше ҡурҡыуынан үҙе һис тә инанмаған килеш шәһаҙәт кәлимәһен әйтһә, был шәһаҙәт уны иман әһеле итә алмаҫ. Сөнки ул был шәһаҙәт кәлимәһен әйтергә мәжбүр булды, үлем менән ҡурҡытылды. Йәғни эстән иман килтермәйенсә, һүҙ менән генә иман килтергән ундай кеше мөьмин түгел, ә бәлки монафиҡ була.
Икенсе миҫал. Бер ҡыҙға мәжбүриләп яулыҡ бөркәндерһәгеҙ, ҡурҡыу сәбәпле, ул уны бәйләп тә йөрөр. Ләкин эстән, күңелдән ул барыбер һеҙгә ҡаршы булыр, үҙен яулыҡлы итеп хис итмәҫ. Сөнки уның тышҡы ҡиәфәте итәғәт белдерһә лә, күңелен ғисъян ( фетнә, бола), ҡаршылыҡ уты солғап алған булыр. Йәғни ул, үҙе теләмәһә лә, монафиҡлыҡ бәләһен күтәрергә тейеш, ике йөҙлө кеше булып йөрөргә мәжбүр.
Көс-ҡеүәт, золом менән кеше балаһын мөьмин итеү мөмкин түгел, ул монафиҡлыҡ пәрҙәһен йөрөтөргә мәжбүр буласаҡ.
Юғарылағы миҫалдар нимә аңлата? Исламда көсләү, баҫым һәм мәжбүр итеү юҡ. Киреһенсә, Исламда кешенең ихтыярына, теләгенә, һайлау хоҡуғын тәрән ихтирам бар.
Кем дә кем кеше башына көсләп яулыҡ бөркәндерһә йәки, киреһенсә, яулыҡты баштан тартып алһа, кем дә кем: «Минең кеүек кейенәсәкһең, минең кеүек уйлаясаҡһың, мин кеүек һөйгәнде һөйәсәкһең, өнәмәгәнде өнәмәйәсәкһең», — тип әйтә икән, мәсьәлә асыҡ: тимәк, бындай кешеләр мәжбүр итеү, баҫым-золом ҡылыу мәсләге (убеждение) әсирлегенә төшкәндәр. Үҙен мосолман тип белгән кешеләр шөкөр итһендәр: улар тотҡан Ислам динендә бындай уй-фекер юҡ.
Инсан һәм дин ( Мәҡәләләр һәм хикәйәләр) китабынан