Мәрхүмдәр өсөн доға-истиғфар

   Үлеп киткән, ата-әсәйҙәребеҙ өсөн доғалар ҡылып торорға кәрәк. Ҡәбергә төшөп ятҡас, уларға башҡа бер нәмә кәрәкмәй. Доға-истиғфарҙар уларға ирешеп, еңеллек килтерә. Быға пәйғәмбәребеҙҙән ғәләйһис-сәләм килгән хәҙис дәлил:
عَن أنس مَرْفُوعاأمتِي أمة مَرْحُومَة تدخل قبورها بذنوبها وَتخرج من قبورها لَا ذنُوب عَلَيْهَا يمحص عَنْهَا باستغفار الْمؤمنِينَ لَهَا
   Ат-Табараниҙың хәҙистәр китабында («؛ — '«المعجم الأوسط «Урта ҡамус») Әнәстән, риүәйәт ҡыла: пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм әйтте: «Минең Өммәтем — Аллаһының рәхмәте булған өммәт. Ҡәбергә гонаһтар менән керә, үә гонаһтарһыҙ сыға. Уның гонаһтары тере булған мөьминдәрҙең истиғфары (ғәфү ителеүен һорау) аша кисерелә».
   Доғаларыбыҙ йышырак булған һайын, уларҙың гонаһтары кисерелә. Мулланы саҡырыу менән генә сикләнергә ярамай, үҙебеҙгә лә доғалар ҡылырға кәрәк. Был доғаларҙың береһе лә бушҡа булмаҫ, һәр ҡайһыһы файҙалы булыр.
قَالَ بَلغنِي أَن فِي كتاب الله إِبْنِ آدم اثِنْتَانِ جعلتهما لَك وَلم يَكُونَا لَك وَصِيَّة فِي مَالك بِالْمَعْرُوفِ وَقد صَار الْملك لغيرك ودعوة الْمُسلمين لَك وَأنت فِي منزل لَا تستعب فِيهِ من سيىء وَلَا تزيد فِي حسن
   Әл-Хәсәндән риүәйәт, «Миңә Аллаһ китабында хәбәр ителде. Элек һинеке булмаған, ике нәмәгә һеҙ хужа булырһығыҙ: изгелеккә (юл күрһәтеп) өңдәп ҡалдырған васыяттарығыҙ үә гонаһтар артмай ҙа кәмемәй ҙә торған ҡәберҙә һеҙҙең өсөн ҡылынған доғалар». Был хәҙистә пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм мәйеткә доғалар ирешеүе һәм өҫтәүенә изгелеккә, юл күрһәтеп ҡалдырыусы тураһында ла әйтеп киткән. Был да бик сауаплы ғәмәл. Бер кешене намаҙ уҡырға өйрәтһәң йәки бер сүрәне генә ятлатһаң да, шуның әжере үлгәс тә килеп торор.
   

   Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм:
غن أبي هُرَيْرَة قَالَ هال رَسُول الله صلى الله عَلَيْهِ وَسلم لَا تفضحوا مَوْتَاكُم بسيئات أَعمالكُم فَإِنَّهَا تعرض على أوليائكم من أهل الْقُبُور
   «Мәрхүмдәрегеҙҙе үҙегеҙҙең гонаһлы ғәмәлдәрегеҙ менән оятлы итмәгеҙ. Дөрөҫлөктә, һеҙҙең ғәмәлдәрегеҙ ҡәбер әһелдәренә күрһәтелеп тора».
   Әгәр быны кеше белһә, араҡы эсеп, иҫәрләнеп йөрөр алдынан уйланыр ине, «әсәйем күрһә, ни эшләр инем» тип. Мәрхүмдәр барын күреп, белеп тора. Өндәшә, әрләй генә алмайҙар.
وَأخرج إِبنِ الْمُبَارك والأصبهاني عَن أبي الدَّرْدَاء قَالَ إِن أَعمالكُم
تعرض على مَوْتَاكُم فيسرون ويساؤون ويقُول اللَّهُمَّ إنِّي أعوذ بك
أَن أعمل عملا يخزى بِهِ عبد الله بن رَوَاحَة
   Әбүд-Дәрдәһ пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм һүҙҙәрен килтерҙе: «Дөрөҫлөктә, һеҙҙең ҡылған ғәмәлдәрегеҙ үлгәндәргә күрһәтелә. Быға улар һөйөнәләр йәки ҡайғыралар. Үә доға ҡылып дауам итте: «Аллаһым! Мине Ғабдуллаһ ибн Рауаханы оятлы итерлек ғәмәлдәр ҡылыуҙан Үҙеңә һыйынам.»
   Мәрхүмдәрҙең белеп тороуына сәхәбәләр ҙә хәбәрҙар булған. Гонаһ ҡылһалар, оялғандар, күберәк, хәйерле ғәмәлдәр ҡылырға ашҡынғандар. Изгелек ҡылыуҙы ҙур мөмкиселек һымаҡ ҡабул иткәндәр. Әле лә мәрхүмдәр һәммәһен белеп ята. Әгәр улы йәки ҡыҙы золомлоҡ ҡылһа, берәйһен юҡ-барға рәнйетһә, ҡайғыралар. Сөнки улар белә: Әхирәттә кеше хаҡын ҡайтарырға тура киләсәк. Һәр ҡыйырһытылған кеше киләсәк үә үҙенең рәнйеше бәрәбәренә яза талап итәсәк: Быны белмәгән, аңламаған балаһының үҙен-үҙе ҙур ғазаптарға дусар ҡылғанын аңлай улар. Ярҙам итә алмағанына, ваҡытында тәрбиә бирмәгәненә көйөнә, әммә кире тереләр донъяһына ҡайтып булмай. Шуға ла ҡайғырып ҡына үҙенең халәтенә ризалаша, ә беҙ, тереләр, ошо хәлдә булмаҫбыҙмы? Бәлки, гонаһ ҡылыр алдынан ата-әсәйебеҙҙең күреп тороуын аңлап, оялырға ваҡыттыр.
                                                                                   “Доға китабы” Ильшат Хафизи