Мәүлид уҡыу тәртибе
(ҡыҫҡа вариант)
Әғүҙү билләһи минәш-шәйтаанир-рәджиим
Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим.
Әл-хәмдү лилләәһи раббил-ғәәләмиин.
Әр-рахмәәнир-рахиим.
Мәәлики йәүмид-диин.
Иййәәкә нәғбүдү үә иййәәкә нәстәғиин.
Иһдинә-ссыирааталь-мүстәҡиим.
Сыираата-лләҙиинә әнғәмтә ғәләйһим ғайриль-мағдууби ғәләйһим үә лә-ддааллиин.
(Рәхимле һәм мәрхәмәтле Алла исеме менән)
Ғаләмдәр Раббыһы Аллаға — маҡтау,
рәхимлегә, шәфҡәтлегә,
хөкөм көнөнөң батшаһына!
Һиңә генә беҙ ғибәҙәт ҡылабыҙ, Һинән генә ярҙам һорайбыҙ!
Беҙҙе хаҡ юлдан алып бар,
изгелек күрһәткән бәндәләрең юлынан.
Асыуына тейгән, аҙашҡан кешеләр юлына төшөрмә!
Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим.
Әлиф ләәм миим.
Ҙәәликәл-китәәбү ләә райбә фииһи һүдәл-лил-мүттәҡиин.
Әлләҙиинә йүьминүүнә бил-ғайби үә йүҡиимүүнә-ссаләәтә үә миммәә разәҡнәәһүм йүңфиҡуун.
Үә-лләҙиинә йүьминүүнә бимәә үңзилә иләйкә үә мәә үңзилә миң ҡабликә үә бил-әәхыирати һүм йүүҡинүүн.
Үләә'икә ғәләә һүдәм-мир-раббиһим үә үләә'икә һүмүл-мүфлихүүн.
Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Әлиф ләм мим.
Был китап, һис шикһеҙ, — иманлы кешеләргә ҡулланма, ғәйеп нәмәләргә иман килтереп инанған, намаҙ уҡыған. Беҙ биргәндән өлөш сығарған кешеләргә, һиңә күндерелгән һәм һиңә ҡәҙәр күндерелгән бөтә нәмәгә ышанып, әхирәт көнөнә инанған кешеләргә. Улар Раббының хаҡ юлында, улар уңышҡа өлгәшкән.
Әәмәнә-ррасүүлү бимәә үңзилә иләйһи мир-раббиһи үәл-мүьминүүнә күллүн әәмәнә билләәһи үә мәләә'икәтиһи үә күтүбиһи үә русүлиһи ләә нүфәрриҡу бәйнә әхәдим-мир-русүлиһи үә ҡаалүү сәмиғнәә үә әтағнәә ғуфраанәкә раббәнәә үә иләйкәл- мәсыиир.
Ләә йүкәл-лифү-ллааһу нәфсән илләә үсғәһәә ләһәә мәә кәсәбәт үә ғәләйһәә мәктәсәбәт раббәнәә ләә тү'әәхыиҙнәә ин нәсиинәә әү ахтаьнәә раббәнәә үә ләә тәхмил ғәләйнәә исраң кәмәә хәмәлтәһү ғәлә-лләҙиинә миң ҡаблинәә раббәнәә үә ләә түхәммилнәә мәә ләә тааҡатә ләнәә биһи үәғ-фү ғәннәә уағфир ләнәә уархәмнәә әңтә мәүләә-нәә фән-сурнәә ғәләл-ҡаумил-кәәфириин. Һыйыр (Баҡара сүрәһе) 285-286-сы аяттар.
Раббы күндергән аяттарға рәсүл дә, мөьминдәр ҙә инанды. Көллөһө Аллаға иман килтерҙе. Уның фәрештәләренә, Уның китаптарына, Уның рәсүлдәренә инанды. «Рәсүлдәрҙең береһен дә Беҙ айырып ҡарамайбыҙ». Улар: «Беҙ ишеттек, буйһонабыҙ. Ә ярлыҡау, Раббым, Үҙ иркендә, һиңә ҡайтырбыҙ!» — ти.
Алла кеше йәненә көсөнән килмәҫлек бер нәмә лә йөкмәтмәй. Өлгәшкәне лә үҙенә, ҡаршы булғаны ла — шул үҙенеке. «Я, Раббым, яҙыҡ-гонаһыбыҙҙы ярлыҡа! Я, Раббым, ата-бабалар күргән ғазап-михнәттәрҙе беҙгә күрһәтмә! Я, Раббым, көсөбөҙҙән килмәҫте йөкмәтмә! Ҡайғы-хәсрәттәрҙән беҙҙе ҡотҡар, рәхмәт-мәрхәмәттәреңдән ҡалдырма! һин беҙгә Үҙең хужа, кафырҙарға ҡаршы торорға ярҙамыңды бир!».
Мәә кәәнә Мүхәммәдүн әбәә әхәдим-мир-риджәә-ликүм үә ләәкир-расүүлә-ллааһи үә хаатәмә-ннәбиййинә үә кәәнә-ллааһу бикүлли шәй'ин ғәлиимәә.
Йәә әййүһә-лләҙиинә әәмәнүҙ-күру-ллааһа ҙикраң кәҫиираа.
Үә сәббихүүһү бүкратәү-үә әсыииләә.
һүүә-лләҙии йүсаллии ғәләйкүм үә мәләә'икәтүһү ли-йухриджәкүм минә-ҙҙулү-мәәти илә-ннүүри үә кәәнә бил-мүьминиинә рахиимәә.
Тәхиййәтүһүм йәүмә йәлҡаунәһү сәләәмү-үә әғәддә ләһүм әджраң кәриимәә.
Йәә әййүһә-ннәбиййү иннәә арсәлнәәкә шәәһидәү-үә мүбәшширау үә нәҙиираа.
Үә дәәғийән илә-ллааһи би'иҙниһи үә сирааджәм-мүниираа.
Үә бәшширил-мүьминиинә би'әннә ләһүм минә-ллааһи фадләң кәбиираа.
Үә ләә түтыиғил-кәәфириинә үәл-мүнәә- фиҡиинә үә дәғ әҙәәһүм үә тәүәккәл ғәлә-ллааһи үә кәфәә билләәһи үәкииләә. Әл-Әсхәб сүрәһе, 40-48 аяттар
Мөхәммәт һеҙҙәге бер ирҙең дә атаһы булманы, ул Алланың рәсүле, пәйғәмбәрҙең иң һуңғыһы ғына булды. Алла бөтә нәмәне белә!
Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Алланы йыш иҫкә алығыҙ,
иртәнсәк тә, кис тә Уға тәсбих әйтегеҙ!
һеҙҙе ғилемһеҙлектән яҡтыға сығарыр өсөн Ул Үҙе лә, Уның фәрештәләре лә фатиха бирә. Мөьминдәргә Ул рәхимле!
Уны осратҡан көндә уларҙың тәбрик һүҙе: «Сәләм!» — тигән һүҙ булыр. Уларға Ул йомарт әжерен әҙерләгән.
Эй, пәйғәмбәр! Беҙ һине шаһит, хәбәрсе, киҫәтеп өгөтләүсе итеп,
Алла рөхсәте менән Уға өндәүсе итеп, нур таратҡан сыраҡ итеп ебәрҙек!
Мөьминдәрҙе Алланың оло бүләге менән һөйөнсөлә!
Кафырҙар менән мөнафиҡтарға буйһонма. Уларҙың рәнйеткәненә сабыр итеп, Аллаға тапшыр! Алланың вәкил булғаны еткән!
Иннә-ллааһа үә мәләә'икәтәһү йүсаллүүнә ғәлә-ннәбиййи йәә әййүһә-лләҙиинә әәмәнүү саллүү ғәләйһи үә сәллимүү тәслиимәә. Әл-Әсхәб сүрәһе, 56 аят.
Ысынлап та, Алла менән Уның фәрештәләре пәйғәмбәргә фатиха бирә! Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Уға салауат әйтегеҙ, сәләмләп тыныслыҡ теләгеҙ!
Салауат мәҡбүлә
Бисмил-ләәһир-рахмәәнир-рахиим.
Иннәл-лааһә үәмәләәәәьикәтәһү йүсаллүүнә ғәлән- нәбий-йи.
Йәәәә әййүһәл-ләҙиинә әәмәнү саллү ғәләйһи үә сәллимүү тәслиимәә.
Аллааһүммә салли ғәләә сәййи-динәә Мүхәммәдиңң сәййидил ғәраби үәл ғәжәм.
Үә имәәмил Мәккәти үәл Мәдинәти үәл хәрам.
Үә тәржүмәәни лисәәнис-сәләфи үәл кәрам.
Үә ғәл-ләмәл иңңсәнә мәә ләм йәғләм.
Әслүһүү нүүруу үә нәслүһүү әәдәм.
Бәғҫүһүү мү, әххаруу үә халҡуһүү мүкад-дәм.
Исмүһүш-шәриифү мәктүүбүн ғәләл-ләүхил мәхфүүҙу бийәәҡуутил жәүһәри үәл ҡаләм.
Жисмүһүш-шәриифү мәдефүүнүңң фил Мәдиинәтил Мүнәүвәрати үәл хәрам.
Фәтуубәә лимәр-раәәһү үә тәәбәғәһүү үә лимән әсләм.
Мәммбәғүш-шәфәәғәти йәүмәл хәшри үәннәдәм.
Мәммбәғүш-шәфәәғәти лил ғәәсыынә ҡааиләйй йәә раббәс-сәләм.
Йәүмә йәәләйтәт-тәхәлнәә түраабә тәхтил ҡадәм.
Үммәтии үммәтии үәә үммәтәә йәә ҙәллутефи үәл кәрам.
Фәйүнәәдил мүнәәдии миңң ҡыбәлир-рахмәәнил әрхәм.
Ҡабилтү шәфәәғәтәкә йәә нәбий-йәл мүхтәрам.
Ии Раббым! Һөйөклө сәидемебеҙ (өҫтөн, юғары, оло) Мөхәммәд Мостафа ғәләйһиссәләмгә рәхмәт ҡыл. Мөхәммәд ғәләйһиссәләм ғәрәп ҡәүеменең һәм башҡа ҡәүемдәрҙең сәиде. Мөрсәле һәм олуғылыр. Ул Мөхәммәд Мостафа саллаллаһу ғәләйһи үәссәләм иң шәфәғәтле ҡалаларҙан булған Мәккә үә Мәҙинә ҡалаларының имамылыр. Ни өсөн был ҡалалар шәфәғәтле тип аталды? Шул шәфәғәтле ҡалала Ҡөръән инде. Шуның өсөн иң хөрмәтле ҡала булдылар. Рәсүлүллаһының хәсәде (кәүҙәһе) хөрмәтле булған Мәҙинә ҡалаһында ерләнде.
Иң хөрмәтле телдәрҙе яҙҙырыусы ине, ул Мөхәммәд ғәләйһиссәләм.
Өйрәтте ул Рәсүлүллаһ ғәләйһиссәләм әҙәм балаларына белмәгән нәмәләрҙе, йәғни шәриғәт хөкөмдәрең өйрәтергә Рәсүлүллаһ ғәләйһиссәләмдең вазифаһы ине. Иман һәм Ислам динен өйрәтеү. Рәсүл ғәләйһиссәләм шул вазифаларын тамам үтәп, әҙәм балаларының бәхетле булыуҙарына сәбәп булған ислам динен өйрәтте.
Пәйғәмбәр ғәләйһиссәләмдең асылы, нур ине. Үҙе әҙәм нәҫеленән булды. Уның нурҙан яратылыуына дәлил: күләгәһе ергә төшмәй торған булған, бер аҡ болот күләгәләп йөрөй торған булған.
Яратылышы әүәлдән булһа ла, ахыр заман пәйғәмбәре булып килде.
Ул Рәсүл ғәләйһиссәләмдең исеме Ләүхүл-Мәхфүздә ҡөҙрәт ҡәләм менән якут ынйылары менән яҙылып ҡуйылған. Ике донъя шатлығы булған хәҙрәти Рәсүл ғәләйһиссәләмдең исеме ихтирам ҡылынырлыҡ рәүештә ҡөҙрәти ҡәләм менән яҙылған ине.
Ул Рәсүлүллаһ ғәләйһиссәләмдең жәсәде (кәүҙәһе) хөрмәтле булған Мәҙинә ҡалаһында ерләнде. Һижрәттең 11 йылында сәфәр айында бер аҙ ауырып, Рабиғүл әүүәл айы ингәс сирләүе көсәйеп китте. Рабиғүл әүүәл айының ун икенсе көнөндә, ҡояш бер әҙ күтәрелгәс, дүшәмбе көн әхирәт йортона сәфәр китте.
Һөйөнөс бының һуңыңда, бөйөк һөйөнөс ул кеше өсөн, Рәсүл ғәләйһиссәләмде күрҙе һәм ул Рәсүл ғәләйһиссәләмгә эйәрҙе, йәки уны күрмәйенсә мосолман булды. Рәсүлүллаһыны күреп, мосолман булған кешеләргә сәхәб тиелә. Ул сәхәбәләр Ислам диненең йәйелеүенә ярҙам иттеләр. Пәйғәмбәребеҙҙе күрмәйсә, вәхине ишетмәй-күрмәй, Аллаһ Тәғәләнең Ҡөръәнен мөғжизә, нур тип белеп, шуның менән ғәмәл ҡылыусыларға, быларға әле сәхәбәләрҙән артыҡ һөйөнөс.
Ҡиәмәт көн бәндәләрҙең ҡубарылыу һәм йыйылыу көнөндә һәм үкенес көнөндә шәфәғәт шишмәһелер ул Мөхәммәд Мостафа саллаллаһу ғәләйһиссәләм. Шундай ауыр көндә беҙҙе Рәсүл ғәләйһиссәләмдең шәфәғәтендә шатландырһаң инең. Әмиин.
Әй, Раббым! Ғазаптан сәләмәт ҡыл тип шәфәғәт өҫтәүселәрҙең шишмәһелер.
Ҡиәмәт көнөндә гонаһлы бәндәләр Рәсүл ғәләйһиссәләм ҡаршыһында, ул көндө аяҡ аҫтындағы булған тупраҡ һымаҡ булһаҡсы тип әйтерҙәр.
Өммәтем, Өммәтем үә Өммәтем тип хәсрәт илә шәфәғәт үә юмартлыҡ хужаһы Мөхәммәд Мостафа саллаллаһу ғәләйһи үәсссәләм өммәтәренә шәфәғәт ҡылыуҙы һораны.
Иң хөрмәтле булған Аллаһү Сүбөхәнә үә Тәғәлә тарафынан тауыш килер.
Әй, хөрмәтле булған пәйғәмбәрем! Шәфәғәтеңде ҡабул ҡылдым.
Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахииим.
Әс-саләәтү үәс-сәләәмү ғәләйкә йәә расүүләл-лааһ.
Әс-саләәтү үәс-сәләәмү ғәләйкә йәә хәбиибәл-лааһ.
Әс-саләәтү үәс-сәләәмү ғәләйкә йәә нәбий-йәл-лааһ.
Әс-саләәтү үәс-сәләәмү ғәләйкә йәә хайра халҡыл-ләәһ.
Үдехулүл жән-нәтә ләә хауфә ғәләйкүм үә ләә хәзәнә үә ләә әләм.
Ҫүм-мә раҙыйәл-лааһү тәғәәләә ғән әбии Бәкриүү үә ғән Ғүмүрә үә ғән Ғүҫмәәнә үә ғән Ғәлий-йиңң ҙил кәрам.
Ҫүм-мә разыйәл-лааһү тәғәәләә ғән хаадими шәри-иғәтил имәәмил Әғҙам.
Инегеҙ йәннәткә! Һеҙгә ҡурҡыныс юҡ һәм һеҙгә ҡайғы-хәсрәттә юҡ.
Бының һуңыңда хөрмәт эйәләре булған Әбү Бәкер, Ғүмәр, Ғуҫман, Ғәли йәнәптәренән Аллаһ Тәғәлә риза булһа ине (пәйғәмбәр ғәләйһиссәләмдең дуҫ, иптәш, яҡындары – сәхәбәләр).
Бының һуңыңда шәриғәт хәдиме (хеҙмәтсеһе) имам Әғзамдән Аллаһ Тәғәлә риза булһа ине. Имам Әғзәм хәҙрәттәренең атаһы Ноғман Сабит Әбү Хәнифәлер.
Үә саллал-лааһү ғәләә жәмииғил әмбийәәәәьи үәл мүрсәлиин.
Үәл хәмдү лил-ләәһи раб-бил ғәәләмииин.
Сүбехәәнә раббикә раббил ғиззәти ғәммә йәсыфүүн.
Үә сәләәмүн ғәләл мүрсәлиинә үәлхәмдү лил-ләәһи раббил ғәәләмиин.
Иләә руухи сәй-йидинәә үә нәбий-йинәә үә мәүләәнәә Мүхәммәдинил мус-тафәә саллал-лааһү ғәләйһи үә сәлләмә үә ғәләә әәлиһии үә әсхәәбиһи үә әһли бәйтиһил кираам. Лилләәһил фәәтихәһ.
Пәйғәмбәребеҙ, ҡиәмәт көнөндә буласаҡ шәфәғәтсебеҙ Мөхәммәд Мостафа саллалаһу ғәләйһиссәләм, уның ғәилә әһелдәренең, сәхәбәләренең изге рух-шәрифенә Аллаһ ризалығы өсөн – Әл-Фатиха.
(Әлхәм сүрәһен уҡып доға ҡылабыҙ).