Кеше күңеле игелек
Кеше күңеле игелек биреп яратылған
Шағир Фидус Ямалетдиновтың «Ҡөрьән Кәрим сүрәләренә шиғри аңлатмалар»ынан бер аят:
Беҙҙең диндең таҙалығы, ихласлығы
Бағланышлы түгелме һуң бер Аллаға?
Тик кем йөрөй башҡаларға өмөт итеп,
Алланан тыш үҙҙәренә яҡлау көтөп,
(Шулар) әйтә: «Беҙ (һындарға) табынабыҙ
Хаҡ Сүбехәнә үә Тәғәлә эргәһенә
Улар беҙҙе яҡынайтһын өсөн генә.
Аллаһ (барын онотмаһын ине һәр кем)
Барыһына сығарыр Ул ғәҙел хөкөм.
Кемдең йәнен баҫып алған хәйлә, ялған,
Шуны Аллаһ та йөрөтмәҫ тура юлдан.
«Бәндәләргә ярҙам итә белгән кешеләрҙең аяҡтарына Аллаһ сират күперен үткәндә ҡеүәт бирер».
Биргән игелектәренә шөкөр итеүҙән туҡтап, унан файҙалана белмәй башлауҙары сәбәпле, игелектәрҙе Аллаһтың кире ала торған ваҡыттары ла булмай тормағандыр.
«Ә инде игелектәренән бәндәләрҙе мәхрүм итер булһа, уларҙы тағы ла һынау өсөн ергә Аллаһ үҙенең фәрештәләрен ебәрә. Үҙенең йомартлығы, ҡунаҡсыллығы менән халыҡ араһында дан тотҡан берәүҙең тупһа төбөнә баҫып, (кеше сүрәтенә ингән) фәрештәләр йомарт байҙан ярҙам һорар, һорағандарын бай биреп тә торор, йомарт байҙың теңкәһенә тейгәнсе тегеләре яңынан килеп, уны һынай башлар.
Шул саҡта сабырлығы бөткән бай уларға үҙ холҡондағы насар һыҙаттарҙы күрһәтә башлар ҙа, фәрештәләр үтенесе менән Аллаһ уның үҙен дә бар малынан мәхрүм итер».
«Игелекле ғәмәлдәреңдән туҡталып ҡалыуҙан һаҡлан, — тигәндәр дин ғалимдары, — ундай ғәмәлдәр һине Аллаһы Тәғәләгә яҡынайта».
«Үҙемдең остаҙым Ғәли әл-Хаууастан мин беҙҙең заманда ҡайһы берәүҙәр тормошонда рухи түбәнлектең арта барыуы, әҙәптең юҡҡа сығыу сәбәптәре тураһында һораным», — тигән элегерәк йәшәп үткән бер ғалим. «Бының сәбәбе, — тине ул, — бәндәләрҙе бер-береһенә яҡынлаштырған, дуҫлыҡ, мөхәббәт, үҙ-ара ярҙамлашып, бүләктәр бирешеп, саҙаҡалар өләшеп тороу ғәҙәтенең юҡҡа сығыуынан булды».
Пәйғәмбәребеҙ өйрәткән: «Кеше күңеле игелек һәм башҡаларға ҡарата һөйөү рухы биреп яралтылған».
Ҡәрҙәштәре хаҡына ул бер ваҡытта ла доғанан айырылмай.
«Эй, Раббым! — ти ул. — Әгәр ҙә өйҙә торорға вәғәҙә биреп тә бик аҙ ғына ваҡытҡа унан сығып торорға мәжбүр булып ҡуйһам, йомошо төшөп йәки хәл белергә тип, иманлы ҡәрҙәштәребеҙҙән йәки (башҡа диндәгеләрҙән) кем дә булһа берәү килә ҡалһа, үҙем ҡайтып еткәнсе уларҙы бер ҡайҙа ла ебәрмә. Әгәр ҙә инде ундайҙарҙың беҙгә килергә сыҡҡҡанын белеп торһаң, улар килеп еткәнсе юлға сығыуҙан мине туҡтатып ҡал», — тип доға ҡылып тора.
Шәриғәттә ҡаралмаған юлдар менән кемдеңдер малын үҙләштерергә ҡыҙығып барма.
Нәжесте алтынға буяп, ағыуға шәкәр яғып, шайтан һеҙҙең күҙегеҙҙе быуып тора. Уларға ҡул һуҙып барыу ахмаҡтар эше.
«Эй, улым! — тип бурысҡа аҡса алған шәкертенә һабаҡ бирә остаздарҙан берәү. — Әгәр ҙә һин Аллаһ юлында йөрөһәң, кешелекле булыу, ҡыйыулыҡ һинең өсөн иң кәрәкле сифаттарға әйләнер. Әммә ләкин түбәнлек, ҡурҡаҡлыҡ, ебегәнлек юлын артығыраҡ күрһәң, егетлектең дәрәжәһен аңламай түбәнлеккә төшөүең бар.
Шәриғәт бүләктәр алыуҙан тыймағанын белһәм дә, мин уларҙың бик ваҡ ҡыналарын алмай кире ҡағыу, оят булырҙайҙарын ғына алам».
«Ризығыңды шәриғәт рөхсәт иткән хәләл юлдар менән табып өйрән, — тигән Ибраһим бин Әҙһәм. — Шул ваҡытта һиңә көндәрҙә нәфел ураҙалары тотоуҙың, төндәрҙе ғибәҙәттә үткәреүҙең кәрәге булмаясаҡ».
Үҙенең сыҙамлығын күрһәтеү өсөн «Мосолмандарҙан кемдер берәү ҡыҙҙырып торған ҡояш аҫтында ураҙа тоторға нәҙер әйтә. Пәйғәмбәребеҙ уға күләгәгә инеп, ураҙаһын тамамлап ҡуйырға кәңәш бирә».
Бындай ураҙаның ғибәҙәткә ҡатнашы юҡ, киреһенсә, шәриғәткә яла яғыуға, аҙашыуға әйләнеүе тураһында хәтергә төшөрә.
«Кешеләрҙәге әхлаҡи сифаттарҙың иң ҡиммәтлеләре дүртәү, — тип өйрәткән Шәҡиҡ әл-Бәлхи, — асыуың килгәндә тыйылып ҡала белеү — сабырлыҡ; фәҡирлеккә төшкәндә — йомартлыҡтан айырылмау; ниндәй генә хәлдәрҙә лә ғәҙел булып ҡала белеү һәм яңғыҙ ғына тороп ҡалғанда ла тәҡүәлегеңде юғалтмау».
«Диндә иң мөһиме нәмә була?» — тип һораған кешегә ғалимдарҙан берәү: «Тәҡүәлек», — тип кенә яуап бирә. «Ә һуң дингә килгән бәлә нимә була?» — тиҙәр. «Донъя малына ҡарата булған ҡомһоҙлоҡ», — ти ғалим.
Мусаға индергән аятында ла Аллаһы Тәғәлә: «Миңә яҡынайыу өсөн ҡолдарыма тәҡүәлек менән донъя малына хиреслектән арына белеүҙән дә яҡшыраҡ юл юҡ», — тигән.
«Тәүҙә ялғанға бирелеүҙән, хыянатсыл һәм мәкерле булыуҙан, ғәйбәттән алыҫыраҡ тор, унан үҙең теләгәнде эшлә».
Бер ваҡыт Муса, ғәләйһис-сәләм, үҙе лә булған бер мәжлестә ике кеше үҙҙәренең затлы нәҫелдән булыуы менән маҡтана башлай: «Мин шундай, шундай кешенең улы булам», — тип береһе, — үҙенең туғыҙ быуынға тиклем булған ата-бабаларын һанап сыға. Шул ваҡыт Мусаға, ғәләйһис-сәләм, Аллаһы Тәғәлә: «Уға әйт: Һин һанап сыҡҡан ата-бабаларыңдың бөтәһе лә йәһәннәм утында яна, ә һин унынсыһы булып улар эргәһенә барасаҡһың», — тиң, ти.
«Тыйнаҡлыҡ — ул башҡаларҙа көнсөллөк тигәнде тыуҙырмаған игелек. Тәкәбберлек — бәлә. Тәкәббер кешегә бер кем дә теләктәшлек күрһәтеп бармай. Кешенең, бөйөклөгө — уның тыйнаҡ була белеүендә, тәкәбберлектә бөйөклөк эҙләп йөрөгән кеше уны бер ваҡытта ла таба алмай».
«Дин — ул нәсихәт һәм күңелдәге ихласлыҡ», — тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм.
«Кемгә ҡарата булырға тейеш ул ихласлыҡ?» — тигәндәр сәхәбәләр. «Аллаһы Тәғәләгә, Уның изге Китабы Ҡөрьәнгә, Аллаһ илсеһенә, мосолмандарҙың әмирҙәренә һәм бөтә мосолмандарға ҡарата ихласлыҡ», — тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм.
Бәндәләргә нәсихәт бирергә теләгән кешеләрҙең үҙҙәрендә лә дин талап иткән әҙәп булырға тейеш.
Улар:
— Нәсихәт ул кешеләр алдында абруй ҡаҙаныу, нәфсе теләктәрен ҡәнәғәтләндереү өсөн түгел, ә Аллаһ ризалығы өсөн генә булырға тейеш.
— Кешене рәнйетеп ҡуйыуҙан һаҡланыу өсөн нәсихәт алып барғанда Аллаһ үҙе өйрәткәнсә күңелең йомшаҡ булһын. Мөьмингә өгөт-нәсихәт биреп, Ҡөрьән бит өйрәтә: «Эй, мөьминдәр! Үҙегеҙ эшләмәгән нәмә тураһында нимә тип һүҙ ҡуҙғатаһығыҙ? Эшләмәгән эштәрегеҙҙе эшләгән булып һөйләп йөрөүегеҙ Аллаһтың асыуын килтерә», — ти. «Саф» («Бер рәткә теҙелеп тороусылар») сүрәһе, 2—3-сө аяттар
Нәсихәттең иң кәрәклеһе золомға бирелеп, бәләгә юлыға күрмәһен тип үҙеңдең нәфсеңде тыя белеү.
«Үҙең белмәгәнгә эйәреп барма, сөнки ишетер ҡолаҡтарың да, күрер күҙҙәрең дә, күңелең дә яуапҡа тарттырыласаҡ». «Әл-Исра» («Төндәге күсереү» сүрәһе, 36-сы аят Шәйех Әхмәд-хажи Абдуллаев. «Изгеләрҙәге күркәм холоҡ». Махачкала. «Рисаләт» нәшриәте. 208—236-сы биттәрҙән
«Кешеләргә ҡарата түбәнселекле бул, уларҙы игелеккә генә өндәп тор, наҙандарҙан алыҫыраҡ йөрө».
Әгәр ҙә шайтан һиңә ҡотҡо һала башлаһа, Аллаһтың яҡлауына һыйын. Аллаһ Ул Ишетеп һәм Белеп тороусы. «Әл-Әғраф» («Кәртәләр») сүрәһе, 199—200-се аяттар
Замандаштарыңдан кеселәргә ҡарата атайҙары һымаҡ кеселекле, олораҡтарына улдары кеүек игелекле бул, дингә саҡырғанда хикмәт һәм күңелгә ятышлы нәсихәт менән саҡыр, бәхәстәр тыуа ҡалһа, матур итеп һөйләшә бел, уларҙың аҡыл дәрәжәһенә ҡарап, улар аңлаған телдә нәсихәт алып бар. Шул ваҡытта ғына Аллаһы Тәғәлә һине Үҙенең ышаныслы кешеләренән береһенә әйләндерер ҙә, ышаныслы ярҙамсылар табырға мөмкинлек бирер.
Ысынлап та бит, «Беҙҙең Раббыбыҙ — Аллаһ», — тигәндән һуң ғәмәлдәрҙә хаҡ юл менән бара белгәндәргә үлем сәғәте еткән мәлдәрҙә фәрештәләр килер ҙә: «Ҡурҡмағыҙ, борсолмағыҙ, фани донъя тормошонда Аллаһы Тәғәлә тарафынан вәғәҙә ителгән Йәннәттәргә һөйөнөгөҙ», — тиерҙәр. «Фуссиләт» сүрәһе, 30-сы аят
Нисәмә йылдар, хатта быуаттар дауамында дин тип бер ваҡытта ла күҫәк күтәреп йөрөмәгән, ғибәҙәтханаларға ҡағылмаған, ҡан ҡойоуға, йәи ҡыйыуға бармаған, әҙәп ҡыҫаларынан сыҡмаған һәм сығырға ла тырышмаған ата-бабаларыбыҙҙың игелекле тормошонан өлгө алыу, ғәм табыу, игелекте генә юлыбыҙҙа юлдаш итеү теләге менән беҙ иманлы тормош юлына аяҡ баҫып торабыҙ.
Дин ғалимдары өйрәткән: бәндәләр араһында тынғылыҡ булыуын һөйөп, именлек менән ғүмер итә белгән кешенең үлеме лә шәһидтәр үлеменә тиңләшер, тигән, Сөнки күҙ ҡараһы кеүек итеп, кешеләр араһында именлек һаҡлау — изгеләр һәм пәйғәмбәрҙәр әҙәбе. «Ғәҙеллек менән үткән бер сәғәт ғүмер 60 йыл дауамында үтәп килгән ғибәҙәткә тиң», — тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм.
«Эй, Әбү Һөрәйрә! — тигән ул. — Бәндәләрҙе игелеккә генә өндәп тор, тыйғандарҙан тыйып, ауырлыҡтар килгәндә сабыр була бел».
Һеҙ — минең сәхәбәләрем, шундай бер заманда йәшәйһегеҙ, динебеҙ тарафынан бойоролғандарҙың ундан бер өлөшөн генә үтәй алмай ҡалһағыҙ ҙа һәләкәткә юлығыуығыҙ бар. Шундай бер заман килер, динебеҙ тарафынан бойоролғандарҙың ундан бер өлөшөн генә үтәй алһағыҙ ҙа, ҡотолоп ҡалыу ихтималығыҙ бар.
«Йәш кешеләрҙән бер өммәт була торғайны, — тип хикәйәт итер шәйех Әхмәд-хажи Абдуллаев. «Изгеләрҙәге күркәм холоҡ» исемле хеҙмәтендә, улар Аллаһы Тәғәләгә генә ғибәҙәттә булды, намыҫлы хеҙмәт, маңлай тирен түгеп тапҡан ризыҡтар менән генә туҡланды. Шул йәштәрҙән кемгәлер берәү яҡыная башлаған һайын, шайтандың тәненә ут ҡаба торған булды. Бер ваҡыт бергә йыйылып, Аллаһты зекер итә башлауҙары менән улар өҫтөнә шайтан яҡын-тирәлә генә йөрөгән фетнәселәрҙе ебәреп, янъял ҡуптарҙы.
Күҫәктәр күтәреп килгән фетнәселәр ҡанға батырып, бер-береһен туҡмай башланы. Был бола золомонан ҡотҡарып ҡалыу Аллаһты зекер итеүҙән дә файҙалыраҡтыр тип, егеттәр һуғыш суҡмарҙарын араларға ашыҡты. Шайтанға шул ғына кәрәк ине лә. Бола күтәргәндәр уларҙың үҙҙәренә ташланды, егеттәр Аллаһты зекер итеүҙән, ғибәҙәттән туҡталып ҡалды».
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Ислам донъяһының бөгөн, әлғаяҙы билләһ, ана шул егет-еләнде Аллаһты зекер итеүҙән айырып, һуғыш суҡмарҙары төйәгенә оҡшап киткән саҡтары бар.
Кешенең Аллаһ ризалығына лайыҡ булыуға өмөтөн ҡеүәтләү юлында ярҙам итер ғәмәлдәре биш төрлө нигеҙгә ҡорола, — тигәндәр ғалимдар: беренсеһе — һинең хәл-әхүәлдәреңдән Аллаһтың һәр ваҡыт хәбәрҙар булыуын белеп тороу; икенсеһе — Аллаһтың Ҡөҙрәте киң һәм камил булыуын үҙең аңлау; өсөнсөһө — нимәнелер онотоу һәм хаталаныуҙарҙан Аллаһтың пак булыуына иман; дүртенсеһе — Аллаһтың үҙе биргән вәғәҙәләрҙе үтәмәй ҡалмауына ышаныс; бишенсеһе — Яралтып бар итеүсе булараҡ Аллаһтың үтә лә Йомарт булыуына, беҙгә кәрәкле бөтә нәмәне һорап торғанды көтмәй биреп тороуын белеү.
«Кешелә, — тигән ғалимдарҙан берәү, — ошо сифаттарҙың береһе генә булмай торһа ла, уның иманы камил була алмай».
Ә беҙ бөгөн ғүмер буйы ҡаныбыҙға һеңеп бөткән ғәҙәттәрҙән арынып та бөтмәгән хәлдә иманға килеп, намаҙға баҫтыҡ та, Ҡөрьәндән бер нисә аят өйрәнеп алыу менән донъяны үҙгәртә лә башланыҡ тип уйлайбыҙ.
Ҡөрьән өйрәтә: «Золомдан да, боланан да Аллаһ тыя», — ти.
«Һәр кемгә, — ти, — Аллаһ бойороуы менән уның артынан да, алдынан да күҙ-ҡолаҡ булып тороу өсөн фәрештәләр беркетеп ҡуйылған. Әммә әгәр ҙә кешеләр үҙҙәренең хәлен үҙҙәре үҙгәртмәһә, Аллаһ та уны үҙгәртмәҫ. Был хаҡ. Яза бирер булһа, быны булдырмай ҡалыу өсөн бәндә юлын таба алмаҫ. Аллаһтан башҡа уның бер ниндәй Хужаһы юҡ». «Әр-Рәғд» («Күк күкрәү») сүрәһе, 11-се аят
Әхлаҡи яҡтан сәләмәт, игелектәргә йомарт йәмғиәт кенә Аллаһ рәхмәтенә лайыҡ була ала. Теләһә ниндәй шарттарҙа ла Аллаһтың рәхмәтенә, Уның яҡлауына, фәрештәләрҙең ярҙамына өлгәшеп була икән, тип өмөт бағлап, Аллаһ исеме менән ҡан ҡойоп йөрөүҙәр күбәйеп китте бөгөн. «Юҡ, — ти Китап, — нәфсенде тыя белеү, фекер йөрөтөү рәүешен, иман камиллығын, әхлағыңды, әҙәбеңде, холҡоңдо динебеҙ бойорған игелек тарафына бороу юлы менән генә туҡтауһыҙ килеп торған йәки үҙең эшләп йөрөгән бәләләрҙән ҡотолоп ҡалырға мөмкин».
Фәрештәләр улар бәндәнең ғүмерен генә һаҡ аҫтына алмай, уға уй-теләктәр паклығын, әҙәптә һайлап алған юлдарҙың хаҡлығын, имандағы ҡеүәтте шайтан ҡотҡоһонан ҡурсалап ҡалырға ярҙам итә. Ауырлыҡтарға, уңышһыҙлыҡтарға килеп юлыҡҡанда ла ул үҙ тәбиғәтендәге зәғифлектәрҙе күрә, таба, аңлай белеп һәм Аллаһ алдында тәүбәгә лә килеп, унан ҡотолоу сараһын күрергә тейеш.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәр бөгөн керле күңелдәрен, бысраҡ ҡулдарын эшкә егеп, үҙҙәре бар тип тә белмәгән дин һәм Аллаһ исеме менән һатыу итә башланы.
Хәҙистә әйтелә: «Ғилем тураһында һөйләп кенә йөрөүселәрҙән булмағыҙ, ғилемгә ярҙам итеүсе булығыҙ», — тиелә.
Башым — сәләмәт, йәнем Йәннәттә, тип тик ятыу менән генә эш барып сыҡмаҫ.
«Әгәр ҙә бер кеше Аллаһы Тәғәләгә һәм Ахирәт көнөнә иман килтерһә, мосолман ҡәрҙәшен донъя рәхәтлектәренән дә мәхрүм итмәһен», — тигән ул.
«Ғалимдар — үҙ халҡын именлектә тотоу өсөн Аллаһы Тәғәлә тарафынан билгеләнгән кешеләр», — тигән ул. Ғәбдрәшид Ибраһимов менән Ғариф Биктең был хәҙискә биргән шәрехтәре бик фәһемле: «Ғилемгә өйрәнергә тырышыу һәр кем өсөн фарыз булһа ла, ғилемдә камиллыҡ дәрәжәһенә етеү һәр кемгә насип була алмай. Шуның өсөн дә ғалимдарҙың дәрәжәһе бик юғары. Уларҙың ҡәҙерен белһәләр, нәсихәттәренә ҡолаҡ һалып ҡына торһалар, милләт һәм мәмләкәт именлектә йәшәй. Әммә ни сара, Ислам ғалимдарына ҡарата нигеҙҙә бындай мөнәсәбәт ҡалманы. Сөнки улар үҙҙәре әхлаҡи боҙоҡлоҡ һәм ҡомһоҙлоҡ бәләһенә дусар булып, дәрәжәләрен һәм хөрмәттәрен тамам юйҙылар».
Беҙҙең заманда Ислам ғалимдарының һүҙенә һис бер мәмләкәттә иғтибар ҡалманы, тиһәк тә ярай.
Хәлбуки, христиан поптары үҙ дәрәжәләрен ғәҙәттән тыш ныҡ һаҡлайҙар. Мәмләкәтгәге сәйәси ваҡиғаларҙа ла халыҡ руханиҙар фекеренә таянып эш итә. Был көн беҙҙең ғалим тип иҫәпләнгән имамдарыбыҙ, ғөмүмән, үҙҙәренең ҡәҙер-хөрмәттәрен юйҙылар. Халыҡ араһында һүҙҙәре үтмәй, мәсеттәрҙә милләт мәнфәғәтенән бер һүҙ һөйләмәй башланылар. Береһе аҙ ғына милләт мәнфәғәтенән бер-ике һүҙ һөйләһә, күрше муллаһы шунда уҡ уның өҫтөнән хөкүмәткә йәшерен ялыу яҙып бирә...
...Әлбиттә, бындай муллалар «Аллаһтың әминдәре» булыуҙан бик алыҫ тора. Белмәйем, беҙҙең заманда йәки бер нисә йылдан һуң мәсет мөнбәрҙәрендә дөрөҫ (күңелгә ятышлы) вәғәздәр һөйләп, һәр йома һайын хәҡиҡәт хәлдән милләтте хәбәрҙар итәсәк ғалимдар килерме? Әгәр ҙә беҙҙең Ислам ғалимдары тырышлыҡ күрһәтеп, үҙ телебеҙҙә вәғәздәр, бөйөк фекерҙәргә нигеҙләнгән хөтбәләр уҡып, заман хәлдәренән хәбәрҙәр биреп тора алһалар, бөгөнгө әсирлектән ҡотола ла алыр инек...
...Милләттең бәлешен ашап, саҙаҡаһын алып, башҡа бөтә нәмәнән ситләшеп, фатиха ҡылып ҡына «Аллаһтың әминдәре» булып булмай. Ғалимдарҙың вазифаһы — мөнбәрҙәрҙә, мәжлестәрҙә һәр кеше аңлай торған, халыҡтың үҙ телендә нәсихәттәр биреү...
«Мең дә бер хәҙискә шәрехтәр», Ҡазан. «Раннур» нәшриәте. 2005 йыл. 221—225-се биттәрҙән ҡыҫҡартып алынды. Башҡортса дини календарь, 2018 йыл