Кем ул шәһит

                                                       Кем ул шәһит?
     Шәһит — Аллаһы Тәғәлә юлында үлгән мосолман. Хәҙистәрҙә шәһиттәрҙен төрлө типтары килтерелә. Ғөмүмән алғанда, ике төрлө шәһиттәр тураһында һүҙ йөрөтөргә мөмкин.
     Йыназа намаҙына ҡағылышлы махсус ҡағиҙәләр ҡулланып, айырым йолалар менән күмелеүсе шәһиттәр.
     Күмелеүгә ҡарата махсус ҡағиҙәләр булмаған шәһиттәр. Бындай типтағы шәһиттәр ахирәттә (теге донъяла) үрге дәрәжәгә лайыҡ. Ләкин, шәриғәт буйынса, беренсе типтағы шәһиттәргә ҡулланылған ҡанундар икенсе типтағыларға ҡарата ҡулланылмай.
     Кемдәр һуң беренсе типтағы «шәһит»кешеләр.

     Кешенең беренсе типтағы шәһит икәнен билдәләргә ярҙам итеүсе шарттар:
     1. Айыҡ аҡыл йөрөтөү. Үлгән ваҡытта кеше камил аҡылда булырға тейеш. Аҡылдан яҙғандар шәһит булып һаналмай.
     2. Шәһит бәлиғ булырға тейеш. Бәлиғ булмағандар һаналмай.
     3. Тәһәрәтле булыу. Кеше үлгәндә жөнөб хәлендә булырға тейеш түгел. Ҡатын-ҡыҙ хәез һәм нифас халәтендә булмаҫҡа тейеш.
     4. Ғәйепһеҙлек. Шәһит — нахаҡҡа үлтерелгән кеше. Шәриғәт буйынса хөкөм ителгәндәр һаналмай.
     5. Үлтереү ҡоралына бәйле шарт. Кеше, әгәр ул мосолман йәки зимми (Ислам дәүләте гражданы — мосолман булмаған кеше) ҡорбаны булһа, үлтереү ҡоралы булып һаналған ҡорал менән үлтерелгән булырға тейеш. Әгәр мосолман тарафынан таш йәки таяҡ менән үлтерелһә, шәһиткә ҡарата ҡулланыла торған ҡағиҙәләр үтәлмәй. Ә инде кәфер тарафынан үлтерелгән йәки кәүҙәһе һуғыш ҡырында табылған булһа, үлтереү ҡоралы әһәмиәткә эйә түгел. Мәрхүм был осраҡта шәһит булып тора. Ниндәй рәүештә булһа ла һуғыш ҡырында үлтерелгән мосолман шәһит була. Шулай уҡ транспорттан йығылып төшөп, һуғыш яланында үлһә лә, шәһит һанала.
     6. Аҡсалата компенсация. Үлгән кешегә бер ниндәй ҙә аҡсалата компенсация булырға тейеш түгел. Әгәр башта уҡ шәриғәт тарафынан аҡсалата компенсация билдәләнгән булһа, ул ваҡытта шәһиткә ҡағылышлы ҡағиҙәләр ҡулланылмай. Мәҫәлән, бер мосолман яңылыш икенсе мосолманды үлтерә икән йәки үлтерелгән мосолман ҡайҙан ла булһа (һуғыш ҡырында булһа) табылып, үлтереүсеһе билдәле булмаған икән, был осраҡтарҙа шәһиттәр тураһында закондар ғәмәлгә инмәй, сөнки шәриғәт аҡса компенсацияһын үлтерелгән кешенең нәҫелен дауам итеүселәргә тапшыра.
     Әгәр шәриғәт тарафынан аҡса компенсацияһы ҡаралмаған булып, кеше үлтереүсе менән үлеүсенең туғандары килешһәләр, ул ваҡытта шәһиттәр тураһында закондар ҡулланыла. Мәҫәлән, мосолман үлтереү ҡоралы менән икенсе бер мосолманды белә тороп бушҡа (хаҡһыҙға) үлтерә. Был осраҡта шәриғәт ҡисас язаһын (йәғни үлтереүсе кеше үлтергәне өсөн язаланырға тейеш) башҡара. Әгәр үлтереүсе менән үлеүсенең туғандары үҙ-ара килешһә һәм уларға түләһә лә, барыбер шәһиттәр тураһында закондар ҡулланыла.
     7. Шәһид булып был доньяла киткәнсе бер төрлө лә ярҙам күрмәгән, мәҫәлән, яраланғандан үлгәнгә ҡәҙәр ашатылмаған, медицина ярҙамы күрһәтелмәгән кеше генә һанала ала. Әгәр уны яраланғандан һуң, дауалағандар йәки һыу эсергәндәр икән, ул шунан һуң үлгән булһа, шәһиттәр тураһында закон ҡулланылмай.
     8. Ваҡыт. Әгәр кеше яраланғандан үлгәнгә тиклем тулы намаҙ ваҡыты ҡәҙәр аңында торһа, шәһиттәр законы ҡулланылмай. Кешенең беренсе типтағы шәһит булыуын билдәләү өсөн, бер намаҙҙың тулы ваҡыты үткәнсе үлем килеүе кәрәк, мәҫәлән, кеше өйлә намаҙы алдынан яраланып икенде намаҙы ваҡыты үткәнсе үлһә, был осраҡта ул — шәһит.
     9. Һуғыш ҡырынан сығарыу. Әгәр яралы кеше аңлы хәлендә һуғыш ҡырынан күсерелһә, ул ваҡытта шәһиттәр тураһында закон ғәмәлгә инмәй. Әгәр инде күсереү ваҡытыңда ниндәй ҙә булһа ҡурҡыныс, мәҫәлән, имгәнеү ҡурҡынысы бар икән, ул ваҡытта шәһит булып һанала ала.
     10. Һөйләшеү. Әгәр яралы үләр алдынан күп һәм иркенләп (оҙаҡ) һөйләшһә, ул шәһит булып һаналмай.
     11. Васыят. Әгәр яралы ер эштәренә ҡағылышлы васыят әйтеп ҡалдырып, унан һуң үлһә, уның үлеме шәһиттәр тураһында закондарға тура килмәй. Ләкин васыят дин эшенә ҡағылышлы икән, ул шәһит була.
     Иҫкәрмә. Әгәр кеше һуғыш ваҡытында яу ҡырында һәләк була икән, ул ваҡытта 7, 8, 10, 11-се пункттарҙағы шарттар уны шәһит статусынан мәхрүм итмәйҙәр.
     Шәһиттәр тураһында закондар
     Беренсе типтағы шәһиттәргә түбәндәге шәриғәт закондары ҡағыла:
     1. Шәһиткә ғөсөл ҡылынмай.
     2. Шәһиттең тәненән ҡан йыуып алынмай.
     3. Шәһиттең өҫтөндәге кейеме алдырылмай. Әгәр кейеме сөннәттә ҡабул ителгәндән аҙ булһа, сөннәт талаптарына тура килерлек итеп, өҫтәргә кәрәк. Шулай уҡ, сөннәттә әйтелгәндән артыҡ булһа, артыҡ кейеме һалдырыла.
     Әгәр шәһиттең өҫтөндә кәфен талаптарына тура килмәй торған кейем, мәҫәлән, пальто булһа, уны һалдырырға кәрәк. Ә пальтонан башҡа кейеме булмаһа, сисендерелмәй. Баш кейеме, ботинкалар, ҡоралдар һ. б. шундай нәмәләр теләһә ниндәй осраҡта ла алынырға тейеш.
     Үрҙә әйтелгән иҫкәрмәләрҙән тыш, мәйеттәргә ҡағылышлы ҡалған башҡа закондар шәһиттәргә ҡарата ҡулланыла.
     Кешене шаһит икәнен билдәләү өсөн бер генә шарт үтәлмәһә лә, уны башҡа мәйеттәр кеүек ерләйҙәр. Ғөсөл һәм кәфен зарури.
     Шәһиттәргә ҡағылышлы ҡайһы бер һорауҙар, аңлатмалар. 
     * Талаусылар йәки ҡараҡтар өйгә инәләр һәм хужа үҙенең мөлкәтен яҡлап һәләк була. Ул шаһит була аламы?
     Ул — беренсе типтағы шәһит. Юғарыла әйтелгәнсә, ғөсөл ҡылынмай, кейеме алдырылмай.
     * Аҡылы зәғифләнгән ир үҙенең ҡатынына балта менән һөжүм итә һәм үлтерә. Ул ҡатын шәһитме?
     Ул ҡатын — шәһит.
     * Төрмәлә төрмә һаҡсыһы тыйылған (харам булған) талапҡа бойһоноуҙан баш тартыусы хөкөм ителгән мосолманды үлтергәнсе туҡмай. Уның статусы ниндәй?
     Ул — шәһит.
     * Бола ваҡытында мосолман булмағандар яғынан һөжүм килгәндә үлтерелгән мосолмандар статусы ниндәй?
     Улар — шәһиттәр.
     * Сәйәхәттәге кеше йәки горбәт үлеме менән яңғыҙлыҡта йән биреүсе.
     Ахирәттә ул шәһит дәрәжәһенә өлгәшә. Горбәт (күсеү йөрөү, ил гиҙеү, сәйәхәт итеү, илдән-илгә йөрөү) хәлендә үлә торған кеше хәҙистә юғары баһалана.
     •Утта янып, һыуға батып, емерелгән бина эсендә йәки стена менән баҫылып үлгән кеше ахирәттә шәһит дәрәжәһенә өлгәшә.
     * Сәйет-әш-шүхәдә (ғазапланыусыларҙың башлыҡтары). Был титул менән Аллаһ Тәғәләнең Илсеһе саллаллаһү ғәләйһи үәссәлләм үҙенең үлтерелгән ағаһы Хәмзә хәҙрәт разый Аллаһү ғәнһүне атаған. Уның кәүҙәһе, ҡот осҡос итеп, мәсхәрәләнгән була.
     Шәһиттәр йыназаһы
     Шәһит — Аллаһ Тәғәлә юлында үлеүсе ул. Йәғни ысын шәһитлек һуғышта үлеү була. Атыуҙан үлеүсеһе лә шәһит, һуғышта ашҡаҙан ауырыуынан үлеүсе лә шәһит, вабанан (холера) үлеүсе лә шәһит. Һуғыш ҡырында үле килеш табылған, йәрәхәте булған кешеләр ҙә — барыһы ла шәһит һанала. Шулай уҡ янып үлеүселәр лә шәһит; Ҡатын бала тапҡанда үлһә — ул да шәһит.
     Шәһит — бала хөкөмөндә. Сөнни мәҙһәбе ҡағиҙәләре буйынса, шәһите йыумайҙар. Уның ҡандары ла һөртөлмәй. Ҡәбергә индергәндә аяҡ кейеменән башҡа кейеме лә сиселмәй. Ләкин ҡоралы алына.
     Аллаһ Тәғәлә «Бәҡара» сүрәһендә әйткән: «Аллаһ юлында үлеүселәргә мәйеттәр, тип әйтмәгеҙ. Улар һаман тере, һеҙ күрмәйһегеҙ генә», — тигән. Аллаһ Тәғәлә Үҙ юлында шаһид китеүселәрҙең йәнен яңы тәнгә иңдерә. (Шәһиттәрҙең, әүлиә һәм пәйғәмбәрҙәрҙең тәндәре серемәй).
     Ябай мосолмандарға, хаҡ мосолман булып үлһәләр, йәннәттә ике ҡатын бирелер. Ә шәһит китеүсе янына үлеү менән үк ике ҡыҙ килер, тип әйтелә.
     Кем дә кем һуғышта алған йәрәхәттән һуң бер намаҙ ваҡыты хәтле йәшәһә, шул ваҡытта ашаһа йә эсһә, ул шәһит хөкөмөнә инмәй. Йыуыу һәм кәфенләп күмеү мәсьәләһендә ябай кеше кеүек була. Ләкин ул ахирәттә шәһит буласаҡтыр, иншаАллаһ.
     Кем дә кем Ислам хөкөмө менән үлтерелә икән (уйнаш өсөн, кеше үлтергән өсөн), уның өҫтөндә лә намаҙ уҡыйҙар, уны йыуып һәм кәфенләп күмәләр. Мосолман кеүек оҙаталар. Ә кем дә кем талаусыларҙан йә иһә юлбаҫарҙарҙан үлә икән, ул шәһит хөкөмөнә инә.
     Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәлләм янына бер кеше килә лә әйтә: «Миңә бәйләнһәләр, аҡса талап итһәләр, миңә нишләргә?» — ти. «Улар менән һуғыш», — тип әйтә Пәйғәмбәр ғәләйһиссәлләм. «Ләкин улар мине үлтерергә мөмкиндәр бит?» «Шәһит булырһың, инша Аллаһ», — тип кенә яуап ҡайтара Пәйғәмбәр ғәләйһиссәлләм.
     Шуға күрә бөгөнгө көндәргә тиклем хаҡ мосолмандар хаҡ эш өсөн һуғышҡанда ҡурҡмайҙар. Иман көсө булмағандар ҡаса, иман көсө булғандар ҡурҡыныс булһа ла һуғыша.
                          «Шәриғәт», Ғәбделхаҡ Саматов, Татарстандын баш ҡазыйы, 2-3 томдар