тело фараона

                        Фирғәүен мәйете

   Ләғнәткә осраған Фирғәүен йәки Ҡөрьән-Кәримдә бәйән ителгән 3000 йыллыҡ мөғжизә.
   Боронғо донъя тарихы менән ҡыҙыҡһыныусылар Мысырҙа үҙен Аллаһ тип иғлан иткән Фирғәүен яҙмышы тураһында беләләрҙер. Ҡөрьән-Кәримдә «Юныс» сүрәһендә был хаҡта махсус мәғлүмәт бар — 3000 йыл элек булып уҙған дәһшәтле ваҡиғаларҙың ауазы булып торған мәғлүмәт... Бөйөк Британиялағы музейҙарҙың береһендә һаҡланған бер дәлил кешеләрҙе тетрәндермәй ҡалмай!!
   Лондондағы мәшһүр Бритиш музейын тамаша ҡылғандарҙы хайран ҡалдыра торған һәм иғтибарҙы йәлеп итеп торған бер күргәҙмә бар. Ул — быяла аҫтында һаҡланған сәждә хәлендәге бер кеше жәсәде (тәне). Шуныһы хайран ҡалдыра: был жәсәд бүлектәге башҡа жәсәдтәрҙән киҫкен айырылып тора: мумияланмаған, дарыуланмаған, шуға күрә бөтөн ағзалары үҙ хәлендә һаҡланған. Хатта жәсәдтең һарғайған сәстәре һәм һаҡалдары ла ап-асыҡ күренә. Жәсәдтәрҙең бер нисә аҙнанан боҙола башлауы — мәғлүм хәҡиҡәт. Әммә нимә ғәжәп: 3000 йыл үтеүгә ҡарамаҫтан, был жәсәд серемәгән, боҙолмаған. Хатта мумияланған жәсәдтәр ҙә мәғлүм ваҡыт үткәс боҙола башлай — быны фән иҫбатлай. Ә был жәсәдтең боҙолмауының сере нимәлә һуң?
   Был серҙе беҙгә йәнә мөҡәддәс китабыбыҙ — Ҡөрьән-Кәрим аяттары — асып бирә. Шул ыңғайҙан Ҡөрьәнебеҙҙең мөҡәддәс мөғжизә икәне йәнә бер ҡат иҫбатлана.

   Ҡөрьән-Кәримдәге аяттар Муса ғәләйһис-сәләмдең Фирғәүен менән булған көрәше тураһында бәйән итә.
Хәҙрәти Муса ғәләйһис-сәләм миләдиҙән 1200 йылдар, йәғни бынан 3000 йылдар элек йәшәгән. Ул замандарҙа яҡшылыҡ менәң яманлыҡ араһында көрәш дауам иткән. Мәғлүм, Фирғәүен Муса ғәләйһис-сәләмдең иң яуыз дошмандарынан була. Тыуасаҡ бер ул, олоғайғас, уны үлтереп, солтанлығын емерәсәге тураһында төш күргән Фирғәүен яңы тыуған һәр малайҙы үлтереп барырға бойороҡ биргән. Әммә Аллаһы Тәғәлә был осорҙа тыуған хәҙрәти Муса ғәләйһис-сәләмде һаҡланы һәм уны Үҙенең рәсүле тип иғлан ҡылды.
Фирғәүендең ул затҡа ҡаршылығы, Муса ғәләйһис-сәләм пәйғәмбәр дәрәжәһенә күтәрелгәс, тағы ла арта.
Фирғәүен Муса ғәләйһис-сәләмгә һәм ул етәкләгән Бәни Исраил ҡәбиләһенә ҡаршы көрәшен көсәйтә. Аллаһы Тәғәлә хәҙрәти Муса ғәләйһис-сәләмгә һәм уның ҡәбиләһенә Мысырҙан сығып китергә рөхсәт итә. Муса ғәләйһис-сәләмдең ҡәүеме менән юлға сыҡҡаның белеп алған Фирғәүен, ғәскәр туплап, уларҙы ҡыуа китә ( 52-53-сө аяттар" Шуғара" һәм 77-се аят « Таһа» сүрәләренән).
   Хәҙрәти Муса ғәләйһис-сәләм һәм уңың кешеләре, ҡыуа килеүсе кешеләрҙән ҡотолоу өсөн, Аллаһтың ҡөҙрәте менән Ҡыҙыл диңгеҙ ярҙарына килеп етә. Алда — йәйелеп ятҡан диңгеҙ, артта иһә ҡыуып килгән — дошман. Шундай бер яйһыҙлыҡта ҡалған Муса ғәләйһис-сәләм, Аллаһ һүҙенә ҡолаҡ һалып, үҙенең таяғы менән диңгеҙгә һуға һәм диңгеҙ, Аллаһ рәхмәте менән икегә бүленеп, уртала юл хасил була. Муса ғәләйһис-сәләм кешеләре менән был юлдан һау-имен үтеп сыға («Шуғара»сүрәһе, 65-66-сы аяттар).
   Фирғәүен һәм уның ғәскәре, диңгеҙ һыуының ярылыуын күреп, был мөғжизәгә таң ҡала. Ләкин барыбер, дошманлыҡ хисенән арына алмайынса, улар -диңгеҙҙән асылған «юл» буйлап барыуҙарын дауам итә. Был «юл» буйлап сығып етәбеҙ тигәндә, диңгеҙ һыуы Аллаһ әмере менән берләшеп, Фирғәүенде үҙ упҡынана тарта («Шуғара»сүрәһе, 65-66-сы аяттар).
   "Юныс" сүрәһенең 90-ынсы аятында был хаҡта былай бәйән ителә: "Беҙ Бәни Исраилде үткәргәндә, уларҙы Фирғәүен һәм уларҙың ғәскәре ҡыуып етте. Фирғәүен, инде диңгеҙгә бата башлағас, әйтте: «Мин дә Аллаһ динен ҡабул итәм”, "Аллаһтан башҡа илаһ юҡ «, „мин— мосолман“, „мин Аллаһҡа буйһоноусыларҙан“.
Ләкин Аллаһы Тәғәлә быға ҡәҙәр Үҙен „Аллаһ“ тип дәғүә ҡылып килгән Фирғәүенде кисермәне, уның тәүбәһен ҡабул итмәне.
   Икенсе бер аятта шундай һүҙҙәр бар: «Инде, йә! Быға ҡәҙәр итәғәтһеҙлек ҡылған һәм боҙоҡтарҙан булған инең,» -тине һәм һыуға батырҙы.
   Шул сүрәнең 92-нсе аятында иһә ваҡиғаның дауамы былай һөйләнә: һыуға батҡан Фирғәүенгә Аллаһ: «Бынан һуң килгән быуындар өсөн жәсәдте ҡотҡарырбыҙ. Ысынлап та, күп кешеләр беҙҙең аяттарыбыҙҙан хәбәрҙар түгел (йәғни уларҙан ғибрәт ала алмайҙар)", — тине.
   Эйе, Ҡөрьән-Кәрим — Хаҡ һәм Хәҡиҡәттер, һәм ундағы хөкөм бөгөнгәсә үҙ көсөн юғалтмаған. Аяттарҙа ғәйәт асыҡ бәйән ителгән Фирғәүен яҙмышы быға асыҡ миҫалдыр, ул замандан күпме быуаттар үткәс, оҡшашы юҡ был жәсәдте — 3000 йыллыҡ бер мөғжизәне Аллаһы Тәғәлә ғибрәт итеп күрһәтер өсөн һаҡланы.
Жәсәдтең ҡайҙа табылыуы ла иғтибарға лайыҡ. Фирғәүен жәсәде Ҡыҙыл диңгеҙ ярында Жабалаин тигән ерҙә табылды. Инглиз- ғалимдары, уны ҡомдан ҡаҙып алып, үҙ илдәренә алып киткәндәр.
   Жәсәдтең йәшен асыҡлау өсөн алып барған тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә уның иң кәмендә 3000 йыллыҡ тарихҡа эйә икәнлеге асыҡлана. Был иһә ул кеше хәҙрәти Муса ғәләйһис-сәләм дәүерендә йәшәгәнен күрһәтә.
   Шул уҡ ваҡытта аяттар һәм уларға бирелгән тәфсирҙәр быларҙың дөрөҫ икәнлеген асыҡлай. Мәҫәлән, 1144 йылда вафат булған аз-Замахшари «Юныс» сүрәһенең 92-нсе аятын тәфсилләп, VIII быуат һуңғараҡ табыласаҡ тәнен былай һүрәтләй: «Беҙ һине яр буйына сығарып атырбыҙ. Жәсәдте һаҡларбыҙ, кейемһеҙ, шәрә килеш, һинән һуң киләһе, быуындарға ғибрәт өсөн" (Кәшшәф тәфсире, 2 т., 251-252-се биттәр).
Аят һәм тәфсирҙә Фирғәүен жәсәденең «бөтөн ҡаласағы» тураһында әйтелә һәм был һүҙҙәр тәндең мумияланмауын раҫлай. Сөнки мумияландырылған кешенең эске органдары, ғәҙәттә алып ташланыла. Тимәк, был жәсәдтең халәте аят һәм тәфсирҙәргә был яҡтан тура килә. Был жәсәдте 3000 йыл һаҡлау Ҡөрьәнде индергән Раббыбыҙ өсөн ауыр эш түгел.
   Инде, сәждә хәлендәге был жәсәдкә ҡарап, беҙҙең ғибрәт алыуыбыҙ һәм Раббыбыҙға сәждә ҡылыуыбыҙ һорала!

                                                                                                                         "Илаһи мөғжизәләр" Ильшат Хафизи