Диндә сама
Диндә сама белеү
— Дин тотҡан кеше үҙенең ғаиләһендә нисек булырға тейеш? Дингә бирелеп китеүе арҡаһында ғаиләһендә ҙур тынғыһыҙлыҡ тыуҙырып, тауыш сығарыусылар, мәсеткә йөрөгөҙ, намаҙ уҡығыҙ, йөрөгәндә унда баҫма, бында баҫ, тегеләй итмә, былай ит, тип һәр нәмәгә ҡыҫылып, бөтәһен дә борсоуға һалып тороусылар аҙ түгел. Дин ундай булырға ҡушмайҙыр бит?
— Был, әлбиттә, ҙур мәсьәлә. Дин донъяға, тормошҡа игелек, әҙәп, нур өҫтәү өсөн кәрәк булған хөкөм.
Бойороуҙар һәм тыйыуҙар.
Бер кеше пәйғәмбәребеҙгә килеп: «Иртәнге намаҙ минең эштәремде бик тотҡарлай, имам уны бик тә оҙаҡ итеп уҡый», — тигән. Мин, тип һөйләр булған был хәҙисте беҙгә тапшырыусы сәхәбәләрҙән Әбү Мәсғүт Уҡба бин Әмр Әл-Бәсри тигән берәү, пәйғәмбәребеҙҙең был көндәге кеүек тә асыуланған сағын күргәнем юҡ ине. «Әй, кешеләр! — тине ул шул саҡта. — Һеҙҙең арағыҙҙағы ҡайһы берәүҙәр бәндәләрҙә дингә ҡарата нәфрәт уята, диндән ситкә этәрә, имамдар намаҙҙы оҙаҡ итеп уҡымаһын, намаҙ әһелдәре араһында ололар, сабыйҙар, башлаған эше көтөп тора алмаған кәсеп эйәләре булыуы мөмкин. Ауырайтмағыҙ, еңеләйтегеҙ!» —тигән.
Тағы ла әйткән ул: «Ислам, дине — еңел бер дин. Кем дә кем шул еңеллек менән ҡәнәғәтләнмәй, ғибәҙәтте арттырып ебәрергә тырышһа, аптырашта ҡалып, үҙенә тейешле булған ғибәҙәтте лә үтәй алмаҫ хәлгә төшөр, — тигән. — Дин эштәрендә саманан сығып, бөтөнләй уға ғына бирелеп китмәгеҙ, урталыҡты һайлағыҙ, һеҙгә бойоролғандарҙың бөтәһен дә үтәп, ғибәҙәтте тулы камиллыҡҡа еткерә алмаһағыҙ, шуға яҡыныраҡ булырға тырышығыҙ».
«...Ғибәҙәт аҙ булһа ла һәр ғибәҙәткә бәрәбәр сауабы буласағы тураһында фекерләп, һөйөнә белегеҙ. Тейешле ваҡыттарында ғына, йәғни ҡояш сыҡмаҫтан элек, төштән һуң, икенде ваҡытында ғибәҙәт ҡылып ҡалығыҙ!» — тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм.
Был ғибәҙәт тураһында. Әммә дәғүәт менән дә шулай.
«Дин эштәрендә сиктәрҙе үтеүҙән һаҡланығыҙ! Үткән өммәттәрҙең һәләкәте — дин эштәрендә саманан үтеү булды», — тигән пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм. Ҡабатлап әйтәбеҙ: диндең — бигерәк тә Ислам диненең төп маҡсаты — кешеләрҙе ауыр хәлдә ҡалдырыу түгел, еңеллек, күркәмлек тыуҙырыу, бәхет-сәғәҙәткә барыу юлдарын күрһәтеп биреү.
Диндә сиктәрҙе үтеү, дини битлек кейеп, кешеләргә, бигерәк яҡындарыңа ҡаты бәғерле булыу ул — фанатизмға тарта. Дин тотам, тип үҙеңде, үҙеңдең тәнеңде, йәнеңде (яҡындарыңды ла) ғазаплау, төрлө төркөмдәргә бүленеүҙән тыйыла белмәү, ыҙғыш-талаштар менән мауығып ғүмерҙе заяға үткәреү ҙә — диндә сиктәрҙән үтеү була, бәндәләрҙә дингә ҡарата нәфрәт уята, уларҙы диндән ситләштерә. Дингә килгәндәрҙең төп вазифаһы — кеше тикшереү, кешегә динде көсләп тағыу, көсләп тағырға тырышыу түгел, ә үҙ нәфсеһен яҡшы яҡҡа үҙгәртеү.
Дин тарихынан сәхифәләр
Мәҙинә ҡалаһында йәшәүсе Әбү Хасин атлы мөьминдең ике улы була. Башҡа илдәрҙән килеп төрлө мал менән сауҙа итеп йөрөгән бер нисә насрани осрашҡан һайын был егеттәрҙе христиан динен ҡабул итергә өгөтләй. Егеттәр үҙҙәре лә был дин тураһында етди уйлана башлайҙар. Был хәл Әбү Хасинды бик тә борсой һәм ул пәйғәмбәргә, ғәләйһис-сәләм, килеп, улдарын Ислам динендә ҡалдырыуын үтенеп һорай. «Хаҡ юлға уларҙы көс менән ҡайтарыу мөмкинме?» — ти. Шул ваҡыт Ҡөрьәндең: «Диндә ирекһеҙләү юҡ», — тип башланған аяты инә.
Сәхәбәләрҙән бер нисә кеше пәйғәмбәребеҙҙең ҡатындары эргәһенә килеп, Рәсүлуллаһтың ғибәҙәт ҡылыу рәүеше менән ҡыҙыҡһыналар һәм уның ғибәҙәт ҡылыу тәртибе тураһында ишеткәс, үҙҙәре ҡылған ғибәҙәттең бик тә аҙ булыуына бошоналар. Беҙгә ғибәҙәтте нисек итеп үтәргә һуң? Пәйғәмбәребеҙҙең гонаһы юҡ, шулай ҙа өҙлөкһөҙ ғибәҙәттә, ә беҙ, гонаһлы бәндәләр. Тимәк, ғибәҙәттө лә унан арттырып ебәрергә кәрәк». «Мин ғүмерем буйы бер туҡтауһыҙ намаҙ уҡырмын», — тигән береһе. «Мин ғүмерем буйы ураҙа тотормон», — тигән икенсеһе. «Ғүмерем буйы мин ҡатын алмам, өйләнмәм, ҡатындарға яҡын да бармам», — тигән өсөнсөһө.
Быларҙың был ниәттәре тураһында ишеткәс, пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм: «Һеҙме ул фәлән-фәлән тип вәғәҙә биргән кешеләр? Аң булығыҙ, Аллаһы Тәғәлә менән ант итеп әйтәм: һеҙгә ҡарағанда мин үҙем Аллаһтан нығыраҡ ҡурҡам, һеҙгә ҡарағанда тәҡүәрәк һәм күндәмерәкмен. Шулай була тороп та ваҡыты менән ураҙа ла тотам, ваҡыты менән тотмайым да; төндәрҙә намаҙ ҙа уҡыйым, йоҡлап та алам; ҡатындар менән дә торам. Был минең сөннәтем. Кем дә кем минең сөннәтемдән баш тартһа, ул минең юлым менән йөрөүсе түгел», — ти. Сәхәбәләрен диндә сиктәрҙе үтеп китеүҙән тыя.
«Бәндә Ислам динен ҡабул иткәндә имандың бөтә гүзәллеге уның тормошона инә. Һәм Аллаһ уның элек эшләгән бөтә гонаһтарын ғәфү итә. Ғәфү итә лә игелекле эшенең һәр береһе өсөн 70-тән алып 700 тапҡырға тиклем арттырып әжерен бирә. Насар эш өсөн генә — әгәр ҙә Аллаһ уларҙы ғәфү итмәһә — язаһы арттырып бирелмәҫ».