Дин хөкөмдәренән ғибрәтле һабаҡтар

                                                        Ғибрәтле һабаҡтар (йәҡин)

                                                Дин хөкөмдәренән ғибрәтле һабаҡтар
   Ҡөрьән өйрәтә: «Кем дә кем тура юл менән бара икән, тапҡан юлы — үҙе өсөн файҙа; кем дә кем хаҡ юлдан яҙып, аҙашып ҡала икән, үҙенә зыян килтереү өсөн аҙаша. Кешегә тейешле булған йөктө бер кем дә күтәреп йөрөмәй, һәм Беҙ бойорғандарыбыҙҙа һәм тыйғандарыбыҙҙы аңлатып биреү өсөн алдан илселәр ебәрмәй тороп бер ҡасан да, бер кемде лә язаға тартманыҡ.
   Ҡылған гонаһтары өсөн «ниндәй ҙә булһа бер ауыл халҡын һәләк итергә теләгән саҡтарыбыҙҙа ла Беҙҙең ихтыярыбыҙ менән уларҙың дингә килмәгән байҙары аҙғынлыҡҡа, иманһыҙлыҡҡа бирелде, унан маңлайына яҙылғандары алдына килеп баҫты һәм Беҙ уларҙың береһен дә ҡалдырмай һәләк иттек.
    Нух ҡәүеменән һуң күпме халыҡтарҙы юҡҡа сығарҙыҡ. Уларҙы Аллаһ үҙе генә белә. Ҡолдары ҡылған гонаһ эштәрҙе лә үҙе күреп тора», — ти.
                                                                            «Әл-Исра» (Төндә күсереү) сүрәһе, 15— 17-се аяттар


   Тағы ла әйтелә Ҡөрьәндә: «Кешеләре ғәҙел була белмәгән күпме ҡала һәм ауылдарҙы һәләк иттек Беҙ. Нигеҙе лә ҡалмай емерелеп ташланды улар. Күпме ҡойолар кибеп юҡҡа сыҡты, мөһабәт һарайҙар харабаға әйләнде. Ошо ерҙәр буйлап үткән саҡтарҙа был ерҙәр һәм халыҡтар менән нимә булғанын бәндәләрҙең күңелдәре тойоп, ҡолаҡтары ишетә белмәнеме?
   Маңлай күҙенең һуҡырлығы түгел, күкрәк эсеңдәге күңелдең һуҡырлығы бәндәне Аллаһты танып мосолман булыуҙан мәхрүм итә», — тиелә.
                                                                                «Әл-Хаджж» (Хаж) сүрәһе, 45—46-сы аяттар
    «Ә бит улар — алдараҡ донъянан үтеп киткән халыҡтар — Һеҙҙән дә ҡеүәтлерәк инеләр. Ерҙе һеҙҙән яҡшыраҡ эшкәрттеләр, ашлыҡтарҙы һәм емеш-еләктәрҙе һеҙҙән яҡшыраҡ итеп үҫтерә белделәр. Улар төҙөгән йорттар һәм һарайҙар ҙа һеҙҙекенән ҡайтыш булманы. Тәбиғәте һауалы һәм тәкәббер, күңелдәре асыулы, ниәттәре яуыз булыу, бер-береһе менән этләшеп кенә тороуҙан туймауҙары сәбәпле һәләк ителде ул халыҡтар».
   Көйөп-ҡороп бөтә яҙған йәки ҡарағура баҫҡан ерҙәр, харабаға әйләнгән ауыл-ҡалалар, бер ғәйепһеҙ юҡҡа сыҡҡан ғүмерҙәр бөгөн аҙмы? Бының сәбәптәре лә бәндәләрҙең ҡулын һәм телен тыя белмәүенән, күңел күҙенең һуҡыр булыуынан түгелме?
   Дин ул баҡса кеүек. Унда теләһә кем теләһә нимә эшләп йөрөй алмай. Был хаҡта ла аңлай белергә кәрәк, тип өйрәтә дин. Аңлай белеүҙең иң юғары дәрәжәһе Ҡөрьәндә «йәҡин» һүҙе менән дәлилләп бирелә. «Йәҡин» ул — шикләнергә урын ҡалдырмаҫлыҡ итеп инана белеү.
   Ҡөрьәндә әйтелә: «Байып китеүҙәрҙә ярышыу һеҙҙе имандан алыҫлаштырҙы. Дөрөҫөн генә әйткәндә, әгәр ҙә һеҙ быны аңлай ала торған булһағыҙ, ысын мәғәнәһендә ғилемегеҙ булһа, байлыҡҡа, байыуға булған хиреслек — үтә лә көслө теләк һеҙҙе был тиклем дә боҙоп бөтөрмәгән булыр ине, — тиелә. Әммә кешенең нәфсеһе былай булырға тейеш түгел, тиҙҙән һеҙ уны үҙегеҙ ҙә беләсәкһегеҙ...»
   Был донъя, — тип өйрәтә дин, — Аллаһтың уға ҡарата булған һөйөүе менән яралтып бар ителгән. Быны белеү өсөн бәндәгә иң элек «ғилм-әл-йәҡин» — ғилемдең төплө, ышаныслы, дөрөҫ булыуы ярҙамға килә. Шунан һуң кеше «ғәйн-әл-йәҡин» дәрәжәһенә күтәрелә. «Әлбиттә, һеҙ йәһәннәмдең утын да һис шикһеҙ күрерһегеҙ. Яҡын уҡ барып, уттың эсендә ҡалып, асыҡ итеп татып ҡарарһығыҙ, — ти Ҡөрьән. — Ошо күреү һәм татып ҡарауҙар сәбәпле инаныуҙың «хаҡҡ-әл-йәҡин» — ысын мәғәнәһендә хаҡ булыуын аңларһығыҙ».
                                             «Әт-Тәкәҫүр» (Байығыуҙа ярышыу) сүрәһе һәм «Әл-Уаҡиға» (Уаҡиға) сүрәһенең 95-се аяты
   «Иман, — тип өйрәткән имам Бәкер, — Аллаһ ихтыярына былай ғына буйһоноуҙан бер баҫҡысҡа юғары, инанғанлыҡ диндарлыҡтан өҫтөнөрәк». (Беҙҙең заманда быны аңлау бигерәй тә мөһим: сөнки диндар кешеләр күбәйгәндән-күбәйә бара, иман әҙәп бер яҡ ситтәрәк йөрөй.)
   «Кешеләр тәбиғәтендә, — тип дауам итә ул, — бер генә сифат та тулы инанғанлыҡ кеүек һирәк осрап тормай».
   Аҙаҡ ул «йәҡин» тигән һүҙҙең мәғәнәһен аңлатып бирә: «Был, — ти, — Аллаһуға ихлас иман, Уның ихтыярына тулыһынса буйһона белеү. Ул бойорғандарҙың бөтәһен дә шатланып ҡабул итеү, еренә еткереп үтәп барыу, бөтә нәмәлә Уның үҙенә генә тәүәккәлләп эш итә белеү».
   «Аллаһы Тәғәләгә һәм Уның илсеһенә күндәм булған кеше әжер- сауаптарҙан да өлөштө мул аласаҡ», — ти Ҡөрьән.
                                                                                           «Әл-Әхзәб» (Фирҡәләр) сүрәһе, 71-се аят
   Бәндә һәр ваҡыт Аллаһтың әжер-сауаптарын өмөт итеп йәшәй. Әжер-сауаптарға лайыҡлы һүҙҙәрҙең иң олоһо _ — шәһәҙәт кәлимәһе: «Лә иләһә илләл-лаһ , Мүхәммәдәр-рәсүлуллаһ!» — тигән һүҙҙәр, тип өйрәтә динебеҙ.
   Шәһәҙәт кәлимәһе күңелде нәфсе ҡотҡоларынан ҡурсалай, пәйғәмбәребеҙҙең әҙәбенә һәм әхлағына яҡынайырға мөмкинлек бирә.
                                            Дин тарихынан бер хикәйәт.
   Пәйғәмбәребеҙ әйткән: «Ҡиәмәт көнөндә, тигән, минең өммәтемдән берәүҙе халыҡ алдына сығарырҙар, шул саҡта 99 китап асылып ҡуйылыр һәм Аллаһы Тәғәлә унан һорар:
    — Быларҙан ҡайһыныһын булһа ла берәүһен инҡар итәһеңме? — тиер. — Һәр ваҡыт һине һаҡлап һәм яҡлап ҡына йөрөгән, бөтәһен дә яҙып барған фәрештәләр берәр төрлө ғәҙелһеҙлек күрһәттеме?
   — Эй, Раббым! Юҡ, күрһәтмәне, — тиер бәндә.
   — Һин Минең әжер-сауаптарыма лайыҡлы кеше, һиңә ҡарата бер кемдән дә ғәҙелһеҙлек булмаҫ, — тиер Аллаһ.
   Риүәйәттәрҙә тағы ла әйтелә: әҙәп-әхлаҡ кимәле менән әллә ни маҡтана алмаған берәү пәйғәмбәребеҙҙе, ғәләйһис-сәләм, төшөндә күрә. Пәйғәмбәребеҙ уға иғтибар ҙа итмәй.
   — Эй, Рәсүлуллаһ! Миңә хәтерең ҡалдымы әллә? — ти кеше,
   — Юҡ, — ти пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм.
   — Ә ниңә һуң миңә күҙ ҙә һалманың?
   — Мин һине белмәйем, — тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм.
   «Мин бит һине белмәйем», — тигән пәйғәмбәргә яуап итеп кеше әйтә: «Ғалимдар беҙгә үҙенең өммәтендәгеләрҙе пәйғәмбәрҙәр әсә үҙ балаһын танығанға ҡарағанда ла тиҙерәк таныр, тип аңлатып килделәр», — ти.
   — Был, ысынлап та, шулай, — ти пәйғәмбәр, ғәләйһи сәләм. — Ләкин һин әйткән салауаттарҙан берәү ҙә миңә килеп етмәне, миндә булған әҙәптең тамсыһы ла һиндә күренмәй. Өммәтемдәгеләрҙән мин үҙемә рухи яҡынлығы булғандарҙы ғына таныйым.
   Бик тә борсолған хәлдә йоҡоһонан уяна был кеше, гонаһтарынан тәүбә итә, рухын тәрбиәләй башлай, салауаттарҙы ла күп әйтә. Күпмелер ваҡыт үткәс, пәйғәмбәребеҙҙе, ғәләйһис- сәләм, тағы ла төшөндә күрә.
   - Бына хәҙер мин һине таныйым, — ти Аллаһ илсеһе. — Шәфәғәтемдән дә өмөтөңдө өҙмә!
   Бер ваҡыт — пәйғәмбәрлектең тәүге йылдарында булһа кәрәк — пәйғәмбәребеҙ үҙенең сәхәбәләрен йыйып ала: Арағыҙҙа яттар юҡмы?» — тип һорай. «Эй, Рәсүлуллаһ! Юҡ!» — тиҙәр сәхәбәләр. Ишекте бикләп ҡуйырға ҡуша пәйғәмбәр: «Ҡулдарығыҙҙы күтәрегеҙ ҙә: Лә иләһә илләл-лаһ! — тип ҡабатлағыҙ!» — ти.
   — Беҙ: «Лә иләһә илләл-лаһ!» һүҙҙәрен ҡабатланыҡ, — тип хәтерләр булған сәхәбәләрҙән берәү. — Шунан һуң пәйғәмбәребеҙ: «Эй, Аллаһ! Һин мине ошо оло һүҙҙәр хаҡына тип илсе итеп ебәрҙең, уларҙы ҡабатлап ҡына торорға бойорҙоң, был һүҙҙәр өсөн миңә йәннәттәреңде вәғәҙә иттең. Вәғәҙәләреңде һин Һис тә үтәмәй ҡалмайһың!» — тип доға ҡылды, унан сәхәбәләренә боролоп: «Тыңлағыҙ! Мин һеҙгә һөйөнөс бирергә теләйем. Аллаһ беҙҙең гонаһтарығыҙҙы ғәфү итте!» — тигән һүҙҙәрен килтерә.