Дин үә иман

                                                               Дин үә иман

                                                                    Дин   

   Дин — аҡылы сәләмәт кешеләрҙе үҙ теләге һәм ихтыяры менән донъя һәм ахирәт бәхетенә ирештерә торған иләһе бер ҡанун. Аллаһы Тәғәлә уны пәйғәмбәрҙәре аша бәндәләргә Үҙе тапшырған.
   Диндәрҙең нигеҙе — Ислам. Быға тиклем булған иләһе диндәр боҙолғанлыҡтан, Аллаһы Тәғәлә Пәйғәмбәребеҙ аша хаҡиҡи диндәрҙең иң һуңғыһы һәм иң камилы итеп Ислам динен ебәрҙе. Ислам диненә ышанған кешеләргә «мосолман» тиҙәр. Беҙ ҙә, әлхәмдүлилләһ, мосолманбыҙ.
                                                                Шәриғәт
   Шәриғәт — дин мәғәнәһендә йөрөүе менән бергә диндең ғибәҙәт һәм мөғәмәләләр хаҡындағы хөкөмдәренә лә шәриғәт, тиҙәр.
                                                                   Иман
   Иман — ул Пәйғәмбәребеҙгә Аллаһ тарафынан еткерелгән, тапшырылған хөкөмдәрҙең, бойороу һәм тыйыуҙарҙың барыһына ысын күңелдән ышаныу. Иман шарты шул ышаныуға нигеҙләнә. Тормошонда һәм үлемендә үҙенә мосолман мөғәмәләһендә булыр өсөн кеше, кәлимәи шәһәҙәтте әйтеп, иманлылығын раҫлап торорға тейеш.


   Имандың алты шарты бар. Был шарттар Әәмәнтү билләһи тигән изге һөйләмдә бәйән ителә.
   Әәмәнтү билләәһи үә мәләәикәтиһии үә күтүбиһии үә русүлиһии үәл-йәүмил-әәхири үә бил-ҡадәри хайриһии үә шәрриһии минә-ллааһи тәғәәләә үәл-бәғҫү бәғдәл мәүти хаҡҡ.
Әшһәдү ән ләә иләәһә илләллааһү үә әшһәдү әннә Мүхәмммәдән ғәбдүһүү үә расүүлүһ.
   Мәғәнәһе: «Мин Аллаһы Тәғәләгә һәм уныц фәрештәләренә, китаптарына, пәйғәмбәрҙәренә, Ахирәт көнөнә, тәҡбиргә, йәгни яҡшылыҡтың да, яманлыҡтың да Аллаһы Тәғәләнән булыуына инандым, үлгәндән һуң терелеү ҙә хаҡ. Мин шәһәҙәт бирәм: Аллаһы Тәғәләнән башҡа иләһе юҡ, хәҙрәти Мөхәммәт, саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм, — Уның ҡоло һәм рәсүле».

                                         Имандың шарттары
     1. Аллаһы Тәғәләгә инаныу;
     2. Аллаһтың фәрештәләренә инаныу;
     3. Аллаһтың китаптарына инаныу;
     4. Аллаһтың пәйғәмбәрҙәренә инаныу;
     5. Ахирәт көнөнә инаныу;
     6. Тәҡдиргә, йәғни яҡшылыҡ һәм яманлыҡ Аллаһы Тәғәләнән булыуына, үлгәндән һуң терелеү ҙә хаҡ икәнлегенә инаныу.
   Әгәр кеше имандың был алты шартынан береһен генә ҡабул итмәһә лә, барыһын да ҡабул итмәгән булып һанала. Мәҫәлән, имандың биш шартын ҡабул итеп, Ахирәткә ышанмаған кеше мосолман булмаҫ.

                                               Китап «Ислам нигеҙҙәре, Имам Әғзәм Әбү Хәнифә мәҙһәбе буйынса»