Аллаһты таныу – Исламдың төп терәге
Пәйғәмбәребеҙ әйткән: «Кем дә кем ысын ихласлыҡ менән: Аллаһ — бар, Ул — бер, Аллаһтан башҡа Иләһә юҡ. Мөхәммәд — Уның ҡоло һәм илсеһе, тип геүаһлыҡ бирә икән, уның урыны — йәннәт», — тигән.
«Ләә Иләәһә илләллааһ! тигән кәлимәгә Аллаһтың ниндәй ғәжәп миҫал килтергәнен беләһеңме? — ти Ҡөрьән. — Ул һүҙ яҡшы ерҙә үҫкән бик яҡшы бер ағас кеүек: уның тамырҙары ерҙә ныҡ тора, ботаҡтары күккә үрелгән. Раббыһының әмере менән ул емеште лә һәр ваҡыт биреп торор. Диндә бер дәлиле булмаған насар һүҙҙәрҙең миҫалы — тамырынан йолҡоп ташланған һәм һис бер нәмәгә ярамаған насар ағас кеүек: емеш тә бирмәй, башҡа нәмәгә лә файҙаһы юҡ».
«Ибраһим» сурәһе, 24, 26-сы аяттар
Аллаһ — Ул бөтә нәмәнән хәбәрҙар, ғилеменең сиге, сабырлығының һәм түҙемлегенең самаһы юҡ. Сабырлығы — үтә лә ҡеүәтле камиллыҡ өлгөһө булған камиллыҡ.
Был камиллыҡ Уның бөтә сифаттарына ла хас.
Дин өйрәтә: ғибәҙәткә баҫыр алдынан кеше кем алдына барып баҫаһын белергә, алдына барып баҫҡан, затты танырға, уның барлығын күңеле менән тойоп торорға тейеш, ти.
Ғәрәптәргә Мөхәммәд, ғәләйһис-сәләм, 13 йыл дауамында «Ихлас» сүрәһен аңлатҡан.
Ул ваҡытта әле мәсеттәр ҙә һалынмаған, диндең төп терәктәре хаҡындағы хөкөмдәр бәндәләргә тапшырылмаған. Пәйғәмбәребеҙ әле күп диндәргә, шул иҫәптән христиан диненә лә хас булған яңылышыуҙарҙың асылын аңлатып бирә генә башлай. Мәккә мөшриктәренең аңына һеңгән күп аллалыҡтың да төрлө формаларының Исламға — тимәк, хаҡ дингә бер ҡағылышы булмауын дәлилләп бирергә тырыша.
Был сүрәлә Аллаһы Тәғәлә уға: бәндәләргә әйт, әйткән һүҙҙәреңдең хаҡлығына инанған хәлдә: «Ул — Аллаһ — Бер. Бер кемдән тыуманы, бер кемде тыуҙырманы. Уның күркәм исемдәре, шул исемдәр менән әйтеп бирелгән сифаттары, ысын мәғәнәһендә, камил, Ул өйрәткәндәр — изге. Кәмселектәрҙән Ул тулыһынса пак. Уға оҡшаған, Уға тиң булған бер кем юҡ.
Аллаһ — Ул самәд — баҡый, мәңгелек. Күктәрҙә һәм Ерҙә булғандар бөтә нәмәлә тик Уға ғына мохтаж. Бөтә йомоштары, үтенестәре, теләктәре менән кеше тик Уға ғына мөрәжәғәт итә. Доға менән Уның ҡаршыһына ғына килә, ярҙам эҙләй, ярҙам һорай, ярҙам көтә. Бөтә сифаттары ла иң камил сифатта булған өсөн дә ярҙамдың да иң лайыҡлыһын Ул үҙе генә бирә ала», — ти.
«Ысынбарлыҡта, — тип аңлата Мәүләнә Мөхәммәд Али, — был — изге Ҡөрьәндәге бөтә хөкөмдәрҙе тамамлап ҡуйыусы сүрә. «Ихлас» һүҙе бында пакланыу, таҙарыныу тигәнде аңлата. Мәжүсилектән, Аллаһы Тәғәләнең Берҙән-Бер булыуын кешеләр уйлап сығарған ҡатнашмаларҙан таҙартыу тигән һүҙ була. Үҙебеҙҙе лә таҙарынырға саҡыра».
Бындай таҙарыныуҙарҙы бойомға ашырыу өсөн беҙ Ҡөрьәнгә ҡайтырға тейешбеҙ. Ҡөрьәнгә ҡайтыу ул уны бик тә бирелеп өйрәнеү, уйлап, фекер йөрөтөп, даими рәүештә уҡыу, аңлау, уның хөкөмдәрен күңелгә һеңдереү, инаныу һәм... Ҡөрьән хөкөмдәренә нигеҙләнеп йәшәү тигән һүҙ.
Был — иң мөһиме.
Күңел паклығына, йән тыныслығына, рухи тынғылыҡҡа иманлы кеше һәр ваҡыт мохтаж. «Тынғылыҡ, табыу өсөн, — ти Ҡөрьән, — Аллаһты хәтергә алып ҡына торорға кәрәк».
«Эй, мөьминдәр! — ти Ҡөрьән. — Аллаһты зекер итеп кенә тороғоҙ. Уның рәхмәте киң. Аллаһы Тәғәлә Һеҙҙе иманһыҙлыҡ ҡараңғылығынан иман яҡтылығына сығарһын тип, Уға доға ҡылып тороғоҙ. Иманлы, бәндәләргә Ул бик тә мәрхәмәтле һәм шәфҡәтле».
«Әл — Әхзаб» (Ғәскәрҙәр) сүрәһе, 41-43-сө аяттар
«Аллаһты онотма, Ул да һине онотмаҫ», — тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм.
Әгәр ҙә Аллаһты онотмаһаң, Ул һинең динеңде һаҡлар, дин һәм әҙәп ҡыҫаларынан ситкә тайпылырға; юл ҡуймаҫ, кешеләрҙең яуызлығынан, шайтан ҡотҡоһонан, төрлө рәнйетеүҙәрҙән ҡурсалар. Аллаһ әйтә:; «Ундай кешеләрҙең һәр береһенең алдында ла, артында ла Аллаһ әмере менән уларҙы һаҡлап йөрөүсе фәрештәләр бар», — ти.
«Әр-Рәғд» (Күк күкрәү) сүрәһе, 11-се аят
Хәҙрәти Ғүмәргә нисбәт итеп бирелгән хәҙистә уның: «Ярабби! Аяҡ өҫтө йөрөгән ваҡыттарымда мине Ислам дине менән ҡеүәтлә, ултырған саҡтарымда, йоҡоларға талғанда Ислам дине менән һаҡла!» — тип ҡабатлап ҡына тороуы тураһында һүҙ бара.
Был Ғаләмде лә, был Ғаләмгә оҡшамағандарҙы ла? Аллаһы Тәғәлә үҙе яралтып бар иткән.
Беҙ — мосолмандар — Ерҙә һәм күктәрҙә булған иҫәпһеҙ-һанһыҙ бөтә булмыштарҙы яралтып бар иткән;
— башланған ваҡыты һәм ахыры булмаған;
— һәр саҡ бар, һәр саҡ берҙән-бер, ише, тиңдәше, башҡа бер нәмә менән дә уртаҡлығы булмаған;
— яралтылмыштарҙың береһенә лә оҡшамаған;
— барлығында һис бер нәмәгә мохтажлығы булмаған Аллаһы Тәғәләгә ышанабыҙ.
Ул һәр ваҡыт бөтә нәмәне күреп, белеп, тойоп, ишетеп тора. Уға бөтәһе лә билдәле, бер нәмә Унан йәшеренеп ҡала алмай. Уның ихтыярына бер кемдең ҡаршы торор көсө юҡ.
Уның үҙенә генә инаныу, иман менән ғүмер итеү мосолманлыҡ була.
Аллаһ әйтә: «Әгәр ҙә берәү күңелендә миңә ҡарата мөхәббәт тотҡан хәлдә миңә килеп юлыҡһа, уны мин йәннәттәремә индерермен; әгәр ҙә берәү минән ҡурҡҡан хәлдә Миңә килеп юлыҡһа, уны мин йәһәннәм утынан ситләттерермен; әгәр ҙә берәү минән оялған хәлдә миңә килеп юлыҡһа, һаҡсы фәрештәләремдән мин уның гонаһтарын онотторормон», — ти.
Риүәйәттәр беҙгә ғәрәп ҡәбиләләренән берәүҙең тормошонан фәһемле һабаҡтар ҡалдырып киткән. Был ҡәбиләлә мөһим эштәрҙең бөтәһе лә үҙ-ара килешеп, ололарҙың һүҙен, кәңәшен тотоп эшләнә торған була.
Бер саҡ шулай был кешеләр иртә менән ауылда бөтә эттәрҙең үлеп бөткәнен күреп шаҡ ҡата. Әүлиәләренә килеп бының сәбәбен белергә теләйҙәр. Бер аҙ уйланып торғандан һуң әүлиә әйтә: «Эттәрҙең үлеп бөтәүендә һеҙҙең өсөн берәр хикмәт, ҡотолоу юлы барҙыр тип өмөт итәм», — ти.
Икенсе төндә бөтә әтәстәр үлеп бөтә. Тағы ла әүлиәгә киләләр һәм тағы ла шул уҡ яуапты алалар: «Уларҙың үлемендә һеҙҙең өсөн берәр ғибрәт барҙыр тип өмөт итәм!»
Шул саҡта аранан берәү: «Хөрмәтлем! Эттәр — беҙҙең һаҡсыларыбыҙ, әтәстәр — мөәзиндәребеҙ ине. Уларҙың үлеменән ни файҙа?» — тип һорай. «Йәшерен серҙәрҙе Аллаһы Тәғәлә үҙе генә белә. Бында беҙгә билдәле булмаған берәр ҙур хикмәт йәшерелеп ҡуйылғандыр, бәлки», — тип кенә яуап бирә әүлиә.
Өсөнсө төндә тағы ла бер бәләгә тарый был ауыл халҡы: ут тоҡандыра алмайҙар. «Ниндәй бәләгә юлыҡтыҡ һуң?» — тип аптырай халыҡ. Бәләләрҙең сәбәбе иртән асыла.
Төнөн был төбәккә юлбаҫарҙар килеп сыға. Күрше ҡәүемдәрҙе баҫып алып, талап, хурлыҡҡа төшөрөп йөрөгәндән һуң улар был ҡәүем йәшәгән ауылға килеп етә. Киләләр: эт өргән, әтәстәр ҡысҡырған тауыштар ишетелмәй, ут әҫәре күренмәй. Бында кеше заты юҡтыр, бер эш тә барып сыҡмаҫ тип, юлбаҫарҙар ауылды ситләп үтә. Халыҡ үҙе лә иҫән ҡала, мал- мөлкәтенә лә зыян килмәй...
«Аллаһты аңлай белгәндәр генә Унан ҡурҡа ла белә», — тиелә Ҡөрьәндә.
«Фатир» (Яралтып бар итеүсе) сүрәһе, 28-се аят
Аллаһты таныу өсөн, әлбиттә, ғилем кәрәк, тип аңлата ғалимдар.
Эйнштейн әйткән: «Аллаһ, — тигән, — ашыҡ уйнамай. Уның яралтылмыштарында осраҡлы нәмәләр ҙә, иғтибар ителмәй ҡалғандар ҙа юҡ. Ғаләмдең иҫ китмәле төҙөклөгө, теүәллеге, аһәңе алдында ғәжәпләнеп ғажиз ҡалырлыҡ. Тәбиғәтте ихлас өйрәнеүсе һәр кем үҙе лә теге йәки был дин тарафдары. Сөнки ул уның серҙәрен аса белеүсе, асыш яһаусы, яралтып бар итеүсенең ҡеүәтен, ҡөҙрәтен асып биреүсе. Ысын мәғәнәһендәге ғалимдың мин тәрән инанғанлыҡтан, имандан мәхрүм булыуы хаҡында күҙ алдына ла килтерә алмайым. Имандан өлөшө булмаған фәнгә лә ышаныу мөмкин түгел. Фәндән башҡа дин һуҡыр, диндән башҡа фән аҡһаҡ».
Ғалимдарҙың күбеһе Исламға ла фән аша килә, фән ҡапҡалары аша инә. Тома наҙандар тураһында халыҡ та бит: «Һуҡыр тауыҡҡа бөтәһе лә бойҙай», — тип кенә ебәргән.
Ғилем кәрәклеге тураһындағы фекерҙе Ҡөрьән үҙе лә дәлилләп кенә тора: «Ғилем бирелгәндәр белә: Әй, пәйғәмбәр! Раббыңдан һиңә индерелгәндәр — хәҡиҡәт. Улар бөйөк һәм Маҡтаулы Аллаһ юлына алып бара», — ти.
«Сәба» сүрәһе, 6-сы аят
«Кеше өс өлөштән тора, — тип өйрәткән боронғолар, — бер өлөшө — Аллаһы Тәғәлә өсөн, икенсеһе — үҙенә, өсөнсөһө — ҡорттар өлөшө. Аллаһы Тәғәлә өсөн булғаны — йән. Ул мәңгелек. Үҙе өсөн булғаны — ғәмәл, ҡорттар өсөн булғаны — тән. Аллаһты таныған кеше — күркәм тәбиғәтле, зирәк аҡыллы, игелек- изгелектәрҙе күп итеп эшләүсе кеше».
Игелек бәндәнең иманын камиллаштыра, әҙәбен яҡшырта, йәнен хурлыҡҡа төшөрмәй.
Пәйғәмбәребеҙ әйткән: «Иманды дүрт нәмә кәметә, — тигән. — Улар — белгәнең менән эш итә белмәү, белмәгәндәреңде эшкә егеү, белмәгәнеңде белергә теләүҙән оялыу, белгән һәм белергә теләгәндәргә ҡаршы сығыу». Үҙ динен аңламаған, өйрәнмәгән, өйрәнергә теләп тә бармаған кеше иманын да һаҡлап ҡала алмай. Иман менән ғибәҙәттең сығанағы — Аллаһы Тәғәлә, Уның Китабы — Ҡөрьән, пәйғәмбәребеҙҙең Ҡөрьән аяттарына биргән аңлатмалары, хәҙистәр.
Иман менән ғибәҙәттең маҡсаты — бәндәне төрлө яҡлап камил тәбиғәтле кеше итеп тәрбиәләү.
Пәйғәмбәребеҙ үҙе лә әйткән: «Мин гүзәл холоҡтарҙы тағы ла юғарыраҡ күтәреү өсөн ебәрелдем», — тигән.
Дин өйрәтә: Ислам ҡанундары менән йәшәгән кешеләрҙән дә тәрбиәлерәк кеше юҡ, ти. Сөнки: иң ышаныслы хөкөмдәр — Ҡөрьәндә, иң файҙалы мәғлүмәттәр — Ҡөрьәндә. Иң ғәҙел, иң камил ҡанундар унда урын алған. Ҡөрьәнде даими рәүештә уҡып ҡына торған кеше, тимәк, әленән-әле пакланып, тулы камиллыҡҡа өлгәшкән кеше була.
«Аллаһ, — ти Ҡөрьән, — кешеләрҙе Үҙенең мәрхәмәт-шәфҡәтен күрһәтеп кенә тороу өсөн яралтҡан. Мәрхәмәт-шәфҡәтен күрһәтеп тә тора. Үҙ рәхмәте менән уларҙы тура юлға төшөрә, хаҡ юлда йөрөтә. Йәһәннәм утын кәсеп иткәндәргә яза буласағы тураһында ла хәбәр бирә».
«Хаҡ мөьминдәр, — ти Ҡөрьән, — Аллаһ хөкөмдәрен боҙмаҫ, Китап күрһәткән тура юлдан тайпылмаҫ. Ана шундай кешеләрҙе Аллаһ Исламдың хаҡлығын, хаҡ дин булыуын күрһәтеү өсөн яралтып бар итте. Аллаһ динен боҙоп, аҙғынлыҡҡа бирелгән кешеләр менән йәһәннәмде тултырырмын тигән хөкөмө менән Раббыңдың һүҙе тамам булды».
«Һүүд» (Һуд) сүрәһе, 119-сы аят
Аллаһ бойора: «Иман килтермәгән кешеләргә әйт, — ти, — яуызлыҡтарҙың үҙегеҙ теләгәнен эшләгеҙ! Мин дә үҙем теләгәнде эшләрмен, тиң. Аллаһтың хөкөмөн көтөгөҙ, һеҙ күрәсәкте беҙ ҙә көтөрбөҙ».
Шул уҡ сүрә, 121-122-се аяттар;
Ислам динендә ғәҙеллек — беренсе дәрәжәләге вазифа.
— Ғәҙел булығыҙ! — тип өйрәтә Ҡөрьән: — Ғәҙеллек — ул тәҡүәлеккә яҡын бер нәмә. «Эй, Мөхәммәд!: Бәндәләр араһында хөкөм йөрөтөргә теләһәң, ғәҙеллек менән хөкөм йөрөт. Аллаһы Тәғәлә ғәҙел кешеләрҙе һөйә».
Аллаһ — ғәҙел. Үҙенең яралтылмыштарына ла Ул эшләп йөрөгән һәр эшен тикшереп кенә тороу, аҡылды эшләтеү, ихтыяр көсөн игелеккә йүнәлтә белеү кеүек бик ҡиммәтле сифаттар менән бергә күрер өсөн күҙҙәр, ишетеү өсөн ҡолаҡтар, һөйләү өсөн тел, телде тыя белеү өсөн ирендәр биргән.
«Шик юҡ, — ти Ул Ҡөрьән хаҡында ла хәбәр; биреп, — был Китап — Аллаһтан ҡурҡа белгәндәр өсөн етәкселек».
«Әл-Бәҡара» (Һыйыр) сүрәһе, 2-се аят
«Аллаһ Ул боҙоҡ әҙәмдәрҙе генә юлдан яҙҙыра, ә иманлы бәндәләрҙе тура юл менән йөрөтә».
Шул уҡ сүрә, 26-сы аят
«Нәфсенең үҙе һәм уны үҙ теләгенә ярашлы итеп яралтҡан Аллаһ менән ант итәм, — тиелә Ҡөрьәндә, — яуызлыҡҡа бирелергә генә торған насарлыҡты ла, тәҡүәлек менән яҡшылыҡты ла Аллаһ уға үҙе өйрәтте. Нәфсеһен паклай белгән кеше уны гонаһтарҙан да ҡотҡара, яуызлыҡ менән нәфсеһен гонаһтарға батырған кеше Аллаһтың төрлө ниғмәттәренән дә мәхрүм ҡала. Был хаҡ».
«Әш-Шамс» (Ҡояш) сүрәһе, 7—10-сы аяттар
«Зекерҙең иң яҡшыһы — Ләә Иләһә илләл-лаһ, доғаның иң яҡшыһы — Әлхәмдүлилләһ», — тип өйрәткән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм.
Тағы ла әйткән ул: «Эй, Аллаһ! Был кәлимәләрҙе биреп, һин мине илсең итеп ебәрҙең, бәндәләргә лә ошо кәлимәләрҙе әйтеп кенә торорға бойорҙоң. Был һүҙҙәр өсөн йәннәттәреңде вәғәҙә итәһең. Вәғәҙәләреңде һин бер ваҡытта ла боҙмайһың», — тигән.
Ислам — ул күндәмлек, кеселекле һәм кешелекле булыу, тәүфиҡ һәм әҙәп дине.
Раббы — тәрбиәсе тигән һүҙ. Аяҡтарындағы хөкөмдәр менән бәндәгә Ул һәр ваҡыт тәрбиә биреп тора.
«Кешегә Беҙ юлдың ике төрлөһөн күрһәтеп бирмәнекме? Уларҙың береһе — дин юлы, ауыр юл. Икенсеһе — динһеҙлек. Быныһы — анһат.
Ләкин бәндә ауыр һәм текә юл менән китмәне. Ҡаялағы кеүек текә, ташлы юлдар менән йөрөгәндә генә һеҙ иманлы, сабыр, бер-берегеҙҙе игелеккә өндәүсе була алырһығыҙ.
Бына шундайҙар — уң яҡтағылар йәки йәннәт әһелдәре булыр».
«Әл-Бәләд» (Ҡала) сүрәһе, 10—11, 17-18-се аяттар
«Күктәрҙә һәм Ерҙә булғандарҙың бөтә нәмәһе Аллаһҡа билдәле булыуын белмәйһеңме әллә? Өс кеше һөйләшеп торғанда, Аллаһ — дүртенсе, биш кеше һөйләшеп торғанда, Ул — алтынсы. Бәндәләр бергә йыйылып әңгәмә ҡорғанда — күпме улар, әҙме — барыбер Аллаһ улар эргәһендә. Ул бөтәһен дә белеп тора. Һуңынан ҡиәмәт көнөндә лә ошо белгәндәре хаҡында хәбәр биреләсәк».
Кешеләрҙең бергәләп һөйләшкән һүҙе бит күп ваҡыт ғәйбәткә ҡайтып ҡала. Диндә был — ҙур гонаһ.
«Кеше артында ғәйбәт һөйләп йөрөү тыйылғандан һуң да аҫтыртын ғына эш итеүселәрҙе күрмәйһеңме?
Улар тыйылғандарға әйләнеп ҡайталар ҙа, гонаһ эштәргә биреләләр, бола ҡуптаралар, пәйғәмбәргә баш бирмәү тураһында кәңәш ҡоралар. Ә мөьминдәр эргәһенә килһәләр, Аллаһ һине сәләмләгәндән дә артығыраҡ итеп сәләм биргән булалар...»
«Аҫтыртын эш итеүҙәр — шайтандан. Улар мөьминдәргә зыян килтереү өсөн эшләнә. Әммә Аллаһ ихтыярынан башҡа бәндәгә бер ниндәй ҙә зыян килтереп булмай. Шулай икән, үҙ эштәрен мөьминдәр Аллаһуға тәүәккәлләп кенә эшләһен».
«Әл-Мөжәдәлә» (Һүҙ көрәштереүселәр) сүрәһе, 7-8, 10-сы аяттар
Дин өйрәтә: әгәр ҙә бәндә доғаларының ҡабул; булыуын теләһә, боҙоҡлоҡҡа ҡаршы тороуҙан да, игелеккә өндәүҙәрҙән дә туҡталып ҡалмаһын. Әгәр ҙә туҡталып ҡалыр булһағыҙ, боҙоҡ әҙәмдәр һеҙҙең үҙегеҙгә генә түгел, һеҙҙең әүлиәләрегеҙгә лә хужа; булып алыр ҙа, әүлиәләрҙең үҙҙәренең дә доғалары ҡабул булмай башлар.
Бер ваҡыт мөьминдәр әмире Ғәли хәҙрәткә килеп берәү: «Аллаһтың: «Миңә ғибәҙәттә булығыҙ һәм доға ҡылып ҡына тороғоҙ. Уларҙы ҡабул итеп, Мин әжерен дә бирермен», — тигән вәғәҙәһе булыуға ҡарамаҫтан, беҙҙең ҡылған доғаларыбыҙ ҡабул булмай...» — тип зарлана.
— Һеҙҙең күңелдәрегеҙ һигеҙ төрлө хыянатҡа бара,, шуның өсөн доғаларығыҙ ҙа ҡабул булмай, — тигән Ғәли хәҙрәт.
— Һеҙ Аллаһтың берлеген һәм барлығын танынығыҙ, ләкин һеҙгә бойоролған рәүештә Уның дәрәжәһен күрә белмәйһегеҙ. Шул сәбәпле Уны таныуығыҙ һеҙгә бер ниндәй ҙә файҙа бирмәй.
— Һеҙ Уның пәйғәмбәренә инандығыҙ, ләкин пәйғәмбәребеҙ сөннәтенә эйәреп эш итмәйһегеҙ. Мөхәммәд, ғәләйһис-сәләм, алып килгән динде ҡабул иткәнһегеҙ икән, имандың емештәре ҡайҙа? Һеҙҙә ул күренеп торамы?
— Һеҙ пәйғәмбәргә индерелгән Китапты уҡыйһығыҙ, ләкин уның хөкөмдәре менән эш итмәйһегеҙ. «Ишеттек һәм буйһондоҡ!» — тинегеҙ ҙә, Ҡөрьәнгә ҡаршы һүҙ һөйләй башланығыҙ.
— Һеҙ, йәһәннәм утынан ҡурҡабыҙ, тинегеҙ ҙә, үҙегеҙ шул утҡа яҡынайыу өсөн даими рәүештә гонаһ эшләйһегеҙ. Ҡурҡыуығыҙ ҡайҙа?
— Аллаһтың әжер-сауаптарын өмөт итеп һеҙ йәннәттәргә инергә тырышаһығыҙ, әммә унан алыҫлаштырып ҡына торған эштәргә биреләһегеҙ.
Теләктәрегеҙҙе нисек аңларға?
— Аллаһ һеҙгә шайтанды дошман күрергә бойорҙо һәм әйтте: «Шайтан һеҙгә — дошман. Уның дошман булыуын аңлай белегеҙ. Шайтандың дошманы булығыҙ!» — тине. Һүҙҙә һеҙ шайтанға — дошман, ғәмәлдәрегеҙ менән уның — дуҫтары. Шайтандың мәкерле соҡсоноуҙарына ҡаршылыҡ күрһәтә белмәйһегеҙ.
— Һеҙ кешеләрҙәге етешһеҙлектәрҙе күрәһегеҙ, үҙегеҙҙә булғандарҙы күрмәмешкә һалышаһығыҙ. Доға¬ларға ишекте бөтөнләй ябып ҡуйғандан һуң, нисек итеп уларҙың ҡабул булыуына өмөт итәһегеҙ?
— Аллаһтан ҡурҡығыҙ, игелеккә өндәгеҙ, бәҫегеҙҙе төшөрмәгеҙ, теләктәрегеҙҙе таҙартығыҙ, яуызлыҡҡа ҡаршы тора белегеҙ. Шул ваҡытта Аллаһы Тәғәлә һеҙҙең доғаларығыҙҙы ҡабул итер, — тигән.
«Аллаһуға доға ҡылып та, шул доғаның ҡабул булыуы өсөн бер тырышлыҡ һалмай ҡул ҡаушырып ятҡан кеше — кереше булмаған йәйәнән уҡ атырға тырышҡан йүләргә оҡшаш, — тигән ул. — Маҡсатҡа өлгәшеү өсөн шул юлда тырышырға ла, рухи яҡтан үҙгәрергә һәм элек эшләгән хаталарыңа яңыса баһа бирә белергә лә кәрәк».
Бер ваҡыт пәйғәмбәребеҙҙән берәү: «Аллаһҡа нисек итеп доға ҡылырға? Бышылдап ҡына һөйләшер дәрәжәлә Ул беҙгә яҡынмы, әллә ҡысҡырып доға ҡылыр дәрәжәлә алыҫмы?» — тип һорай.
Шул ваҡытта был һорауға яуап итеп Аллаһтың бәндәләргә бик тә яҡын булыуы тураһындағы аяттар инә.
«Бәндәләрем Минең турала һораһалар, әйт: бәндәләремә Мин бик тә яҡынмын. Ҡылған доғаларына яуап та биреп кенә торам. Тура юлда ҡалыу өсөн улар Минең үҙемә һәм һүҙемә ышанһындар, Ҡөрьән менән ғәмәл ҡылһындар. Шул ваҡытта уларға юлдарҙың иң хаҡ булғандары асылыр».
«Әз-Зүмәр» (Халыҡ төркөмө) сүрәһе, 53-сө аят
«Ҡөрьән тәрбиәһе булмаған кешенең күңеле — мәйет. Күңеленең мәйеткә әйләнеүен теләмәгән кеше Ҡөрьән менән тәрбиәләнһен».
«Әл-Әнфәл» (Табыш малы) сүрәһе, 24-се аят
«Һаҡ булығыҙ, — тип өйрәткән имам Садыҡ, — намаҙҙарығыҙҙы уҡығанда уны Аллаһуға маҡтау-ололауҙар, пәйғәмбәребеҙгә һәм уның әһле-бәйтенә салауаттар әйтмәй башламағыҙ, донъя-Ахирәт өсөн булған ихтыяждарығыҙҙы һорап, Аллаһҡа доға ҡылмағыҙ, Аллаһы Тәғәләгә доға ҡылыр алдынан гонаһтарығыҙҙан тәүбә итегеҙ».
Был — беренсе талап.
Икенсеһе — ашаған ашығыҙ хәрәмгә әйләнмәһен тиһәгеҙ, ғәҙел булмаған юлдар менән кеше малын үҙләштермәгеҙ.
Пәйғәмбәребеҙ әйткән: «Әгәр ҙә кеше доғаларының ҡабул булыуын теләһә, ризығын — хәрәмдән, керемен керҙән паклаһын», — тигән.
Үҙенең Ҡөрьәнендә Аллаһ беҙгә: «Аллаһ биргән малды Аллаһ юлына тотоноп, Ахирәткә әҙерлән. Донъя тормошонда өлөшөң барын да онотма. Үҙенең мәрхәмәте менән Аллаһ һиңә мал биргән икән, һин дә мохтаждарға мал бир. Ер йөҙөндә боҙоҡлоҡ эшләп йөрөмә. Боҙоҡ кешеләрҙе Аллаһ һөймәй», — ти.
«Әл — Ҡасас» (Хикәйә) сүрәһе, 72-се аят
Ислам диненең бөтә камиллығы менән майҙанға килеүе — бөйөк ваҡиға. Иманлы бәндәләргә генә хас сабырлыҡ, тормошта тынғылыҡ һәм тыныслыҡта игелек табыу, берҙәмлектә әҙәм булып ғүмер итеү, йәшәү рәүешендәге төрлөлөктө ҡабул итә белеү — бөтәһе лә Исламдан. Быны аңлай белмәгәндәр һәләкәткә бара, көс-ҡеүәттәрен, тынғылыҡтарын юғалтып, хурлыҡҡа төшә.
Аяттарҙа әйтелә: «Әй, иман килтергән бәндәләр! — тиелә. — Аллаһ алдында һәр ваҡыт ғәҙел һәм хаҡлыҡта булығыҙ. Башҡа халыҡтарҙан берәрһенә ҡарата булған асыу һеҙгә ғәҙеллектән тайпылыуға сәбәп булмаһын. Ғәҙеллек ул — тәҡүәлеккә яҡын. Аллаһтан ҡурҡығыҙ. Аллаһ Ул һеҙ эшләгәндәрҙең бөтәһен дә белеп тора».
«Әл-Маиҙә» (Аш табыны) сүрәһе, 8-се аят
Һәр кемгә Ислам ҡылған ғәмәлдәрен ғәҙеллек үлсәме менән барлап барырға, ғәҙеллектән бер аҙым да ситкә тайпылмаҫҡа бойора. Ғәҙеллек — диндең төп терәге, төп сифаты.
Ун дүрт быуаттан ашыу ғүмер дауамында Ҡөрьән беҙгә: «Күрәһеңме, уларҙың күптәре гонаһ эшләүҙә, дошманлашыуҙа, хәрәм ризыҡтар менән ризыҡланыуҙа бер-береһенән уҙҙырып ебәрергә тырыша. Улар эшләгән эш — ҡәбәхәтлек», — тип нәсихәт биреп тора.
Шул уҡ сүрә, 62-се аят
«Әй, мөьминдәр! Яҡшы эштәрҙә, изге ғәмәлдәрҙә, юломдан һаҡланыуҙа бер-берегеҙгә ярҙам итешегеҙ! Гонаһ эштәрҙә, дошманлашыуҙа, яуызлыҡта ярҙам итешә күрмәгеҙ. Аллаһтан ҡурҡығыҙ, Уның хөкөмдәрен иғтибарһыҙ ҡалдырыуҙан һаҡланығыҙ! Дөрөҫлөктә, Аллаһ Ул һаҡлана белмәүселәрҙән ҡаты ғазап менән үс алыусы».
Шул уҡ сүрә, 2-се аят
Ҡан һәм йән ҡыйыуҙарҙы, әҙәпһеҙлекте, енси аҙғынлыҡты, мал табыуҙа мәкерле булыу дәрәжәһенә еткән ҡомһоҙлоҡто, ришүәт кеүек иманһыҙлыҡтарҙы йәшереп тә, бәндәләрҙең күҙ алдында асыҡтан-асыҡ та эшләп йөрөүҙәрҙе Ислам ҡабул итмәй.
Әхлаҡи боҙоҡлоҡҡа, аҙғынлыҡҡа, енәйәткә бирелгән кешеләр тураһында хәбәр биреп, Аллаһ әйтә «Әгәр ҙә дин әһелдәре, ғалимдар, әлбиттә, мөғәллимдәр, уҡытыусылар ҙа, кешеләрҙе һөйләп йөрөр ярамаған һүҙҙәр һөйләүҙән, хәрәм ризыҡтарға йәбешеп ятыуҙан тыйған булһалар, ниндәй ҙә яҡшы булған булыр ине. Ләкин тыйманылар. Был — бик яман», — ти.
Шул уҡ сүрә, 63-сө аят
«Был аят, — тигән Ҡөрьән тәфсиренә аңлатмала биреүсе сәхәбәләрҙең береһе Ибн Ғәббәс, — тәрбиә эшенә, үҙ вазифаларына битараф булып ҡалған, уны һанға һуҡмаған өсөн үпкә, шелтә белдергән иң көслө аят».
Дин өйрәтә, әхлағы боҙолған йәмғиәттең әҙәбен яҡшыртыу өсөн илдең руханиҙары, ғалимдар, заһидтар бәндәләрҙең хата фекерҙәрен үҙгәртеү юлында саңға батып бөтөргә тейеш ине. Улар үҙҙәре битарафҡа әйләнеп китте.
Үҙ вазифалары талап иткәнсә, яманлыҡтан тыйыу яҡшылыҡҡа өндәү урынына, бөтә нәмәгә улар күҙ йомоп ҡына ҡарай башланы, ти.
Ҡөрьән аяттарында йәһүд һәм христиандар дин тураһында һүҙ барһа ла, был һүҙҙәр илдең рухи көстәрен әйҙәп барыусы ир-уҙамандарҙың бөтәһенә лә ҡағыла. Сөнки дин өйрәткәндәр — улар һәр кем үтәп, кенә торорға тейешле уртаҡ хөкөмдәр.
Пәйғәмбәребеҙ хәҙистәренә биргән шәрехтәрендә Ғәли хәҙрәт: «...Үткән дәүерҙә Аллаһы Тәғәлә бәндәләрҙе бары тик игелектәрҙе күрә белмәүе, яуызлыҡтарға сик ҡуя алмағандары өсөн генә үҙенең ләғнәтенә юлыҡтырҙы.
Дөрөҫөн генә әйткәндә, Аллаһы Тәғәлә йүләрҙәрҙе, йүләрлек менән гонаһ эшләгәндәре, аҡыл эйәләрен башҡаларҙы гонаһ эшләүҙән тыя белмәгәндәре өсөн ғазапҡа тартты», — тигән.
Шундайҙар хәленә төшмәҫ өсөн динебеҙ беҙҙе лә телектәрҙе хуплап тороуҙан, яуызлыҡты тыйыуҙан туҡталмаҫҡа өйрәтә.
«Кеше ғүмере шәм кеүек булып янып тора, — ти ул, — шәмдәге майҙы ни тиклем генә һаҡлап тотһаң да, барыбер ул янып бөтә. Шуға ҡарамаҫтан, үҙенең тәрбиәһеҙлеге арҡаһында тормошта ғүмерҙең ҡәҙерен белмәгәндәр тулып ята: янаһы майы, филтәһе етерлек шәмде елгә ҡаршы ҡуйып, ул уны тиҙерәк яндырып бөтөрөргә тырыша».
«Ер-күктәрҙәге аҡыл һәм йән эйәләренең бөтәһе лә үҙенә кәрәкте Аллаһтан һорай. Аллаһ — Ул үҙ вазифаһын үтәүҙән бер ваҡытта ла туҡталып тормай. Һәр эште белә, бөтә булмыштар өҫтөнән хөкөм йөрөтә».
«Әр-Рахман» сүрәһе, 29-сы аят
Иман. Әхлаҡи ҡиммәттәр, Суҡбаев С. Х.