Таштимеровская мечеть

Аллаһ Тәғәлә алдында бурысыбыҙ

    Әғүҙү билләәһи минәш-шайтаанир-раджииим. Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим. Әлхәмдү лил-ләәһи раббил ғаләмиин. Үәссаләтү үәс-сәләәмү ғәләә расүүлинә Мүхәммәдән үә ғәләә әлиһи үә әсхәбиһи әджмәғиин.

   Әссәләәмүғәләйкүм үә рахмәтүл-лааһи үә бәракәтүһ. Барығыҙғала Аллаһ Тәғәләнен рәхмәте һәм сәләме булһын.

   Ошо донъябыҙ һыуыҡ бер урындыр. Был һыуыҡлыҡ һис тәбиғәттән түгелдер. Ул һыуыҡлыҡ бәндәләрҙен бер береһенә булған иҡтибарһыҙлығынан киләлер. Ошо һыуыҡ донъяға бер аҙ ғына булһа ла йән йылылығы өҫтәү һәр беребеҙҙен төп бурысыбыҙ булып тора.

    Ошо бурысыбыҙ – Аллаһ Тәғәләнен йылыһын ошо һыуыҡ донъяға аҡыл һәм күркәм һүҙҙәр менән таратыу, кешеләр араһында күркәм мөғәлләмә урынлаштырыуға хеҙмәт итеү.

   Был донъябыҙ бер ҡыҫҡаҡ ҡына бер миҙгел. Ошо донъяға ныҡ әүрәп, әхирәтебеҙҙе онотмайыҡ. Мәңгелек мәрхәмәт эйәһе Аллаһ Тәғәләнен рәхмәтенән ҡалып йәшәү оло ҙур бәхетһеҙлектер. Ул Мәрхәмәт эйәһе Аллаһ Тәғәләне танып, уға хеҙмәт итеүҙән дә башҡа ҙурыраҡ бәхет юҡтыр. Был донъя байлығы ошо юлда ҙур кәртәлер, сөнки байлыҡ күп кешеләрҙе хәрәм  юлға индереп уларҙы бәхетһеҙ итә. Аллаһ Тәғәлә рәхмәтенән айырмалы булараҡ, мал байлығынын тәбиғәте һалҡындыр, күҙҙәрҙе һөйөндерһәлә күңелде өшөтә. Кешеләрҙен төп маҡсаты байлыҡ һайлауҙары уларҙын үҙ ара күркәм мөнәсәбтәрен һүнеүенә килтерә. Байлыҡ тип хатта ата-әсәнен, бала араһындағы мөнәсәбәттәрен  емерелеүенә сәбәп, күпме үҙ ара туғанлыҡ ептәрен өҙә. Иң ҙур бәхет ул Аллаһ Тәғәләне таныуҙа һәм  кешеләргә күберәк изгелек ҡылыуҙалыр. Аллаһ Тәғәләнен  мәрхәмәт йылыһынан мәрхүм булмағыҙ. Белемгә ынтылығыҙ, наҙан хәлдә йәшәмәгеҙ. Динден төп маҡсаты белемдә һәм белем алып аҡыл менән Аллаһ Тәғәләне таныуҙа.

   Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт (ғәләйһис-сәләм) Мостафа: «Әҙәм  балаһына бишектән алып ләхеткә хәтле ғилем алыу фарыз», тигән. Ғилемде фарыз дәрәжәһенә күтәргән. Фарыз – мотлаҡ үтәлергә тейеш ғәмәл. Шуға ла беҙ, нисә йәштә булыуыбыҙға ҡарамаҫтан, һәр ваҡыт белемгә – ғилем алырға тырышырға тейешбеҙ.

 Бәйғәмбәребеҙ (ғәләйһис сәләм) әйтте: «Әгәр берәй әҙәм, ғилем алыу ниәте менән өйөнән сығып китһә, ул әйләнеп ҡайтҡансы, Аллаһ Тәғәләнен бөтөн фәрештәләре, бар мәхлүктәре, хатта һыуҙағы балыҡтары ла ошо кешегә хәйер доға ҡылып торорҙар», тигән. Күрәһегеҙме, ниндәй хөрмәтләү Аллаһ Тәғәлә яғынан, белем алыусыға.

   Тағы ла Бәйғәмбәребеҙ (ғәләйһис сәләм) әйтте: «Ғилемде өйрәтеүсе, йә булмаһа, өйрәнеүсе, йә булмаһа яратыусы бул, әммә ғилемде яратмаусы, ғалимде хөрмәт итмәүсе булма» – тигән. Шуға ла беҙ һәр ваҡыт белем алырға, үҙебеҙгә күберәк һауаб йыйырға тейешбеҙ.

  Ғилем ике төргә айырыла: ошо донъялағы ғилем һәм әхирәт ғилеме.Әхирәт  ғилеме, ул мәңгелек донъяла беҙҙе нимә көткәнен белеп, әҙер барырға тейешбеҙ. Дин тигән һүҙ, ул белем. Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт (ғәләйһис-сәләм) беҙгә ошо ике ғилемде тигеҙ алып барырға, тигеҙ күрергә ҡуша.

  Ата-әсәнен бурысы, икенсе төрлө әйткәндә балаларынын ата-әсә өҫтөндәге булған хаҡтарынын береһе шул: улар балаһына донъя һәм дин ғилеме өйрәтергә тейештәр. Дин белеме балаға биреү, Аллаһ Тәғәлә алдында ата-әсәнен бурысы булып тора. Ошо бурысты үтәмәһәк, Аллаһ Тәғәлә алдында  шунын өсөн һораласаҡ. Балаларыбыҙҙы әкренләп дингә яҡынайтайыҡ, үҙебеҙҙә шул юлдан яҙмайыҡ. Дине белемден нигеҙе Аллаһ Тәғәләне таныу. Аллаһ бер, Аллаһ бөйөк, Аллаһынан башҡа илләһи юҡ тейеүҙә. Мөхәммәт (ғәләйһис-сәләм) бәйғәмбәр анын рәсуле тип таныуҙа.

   Даими ғилем өйрәнеүсе һәм аны башҡаларға таратыусы кеше, әгәр ҡапыл вафат булһа, ул шаһит булыр тигән бәйғәмбәребеҙ. Шаһит ул дин юлында үҙен аямай көрәшеп, йәнен биреүсе кеше.

Шуға ла алған бар ғилемебеҙҙе башҡаларға өйрәтеү беҙҙен бурыс. Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт (ғәләйһис-сәләм): «арҡаһына китаптар тейәлгән ишәк һымаҡ булмағыҙ» — тип әйткән. Ғалим кеше бар булған белемен башҡаларға таратырға тейеш мотлаҡ. Беҙҙә шул, үҙебеҙҙен белемде йәшермәйек, башҡаларға еткерәйек. Аллаһы Тәғәлә беҙҙән риза булыр.

   Йә, Раббым! Мөхәммәт ғәләйһиссәләмгә һәм унын йәмәғәттәренә рәхмәт һәм сәләмдәр ҡыл. Йә, Раббым! Беҙҙе иман зиннәттәре менән биҙә һәм ғилем-тәүфиҡ менән шәрәфәтле ит.

Үәссаләәтүү үәссәләмү ғаләә рәсүүлилләһ үә ғаләә әәлиһи үә әсхәбиһи әждмәғыйн.