5. Ахирәткә инаныу

   Имандың бишенсе шарты — Ахирәт көнөнә инаныу. Үл Сурға өрөү һәм барса үлгәндәрҙең терелеп, ҡәберҙәренән сығыуы, ғәмәл дәфтәрҙәренең үҙҙәренә бирелеүе һәм, Мәхшәр майҙанында тупланып, ғүмерҙәрендә башҡарған эштәренән һорау һәм яуап алыныуы, мизан, шәфәғәт, сират, Кәүҫәр, Йәннәт, Йәһәннәм кеүек Ахирәт хәлдәренә ышаныу.
   Ахирәт — был донъянан һуң башланасаҡ мәңгелек ғүмер. Аллаһы Тәғәлә был донъяны һәм барлыҡ йән эйәһен ваҡытлы ғына итеп бар итте. Исрафил ғәләйһис-сәләмден беренсе тапҡыр Сур исемле ҡоралға өрөүе менән Ҡиәмәт килеп, барлыҡ йән эйәһе үләсәк, донъялағы һәм уның тышындағы бөтә нәмә юҡ буласаҡ. Икенсе өрөүе менән йән эйәләре яңынан терелеп, хисап бирер өсөн Мәхшәр майҙанында йыйыласаҡ. Унда Аллаһ хозурында һәр кем башҡарған эштәре буйынса яуап бирәсәк, хаҡлы хаҡһыҙҙан хаҡын аласаҡ.
   Хисап эше бөткәс, яҡшылар Йәннәткә, ямандар Йәһәннәмгә инәсәк. Йәннәткә кереүселәрҙең бер төркөмө унда Аллаһы Тәғәләне күрәсәк. Ахирәткә ышанмаусы кеше Аллаһҡа һәм Пәйғәмбәргә ышанмаусы булыр.
   Әжәл
   Әжәл — бәндә өсөн Аллаһ тарафынан яҙылып ҡарар ҡылынған ғүмеренең бөтөүе. Әжәл бер минут алда килмәҫ һәм бер минут кисекмәҫ. Кеше, ни сәбәптән үлһә лә, үҙ әжәле менән үлер.

                                            Китап «Ислам нигеҙҙәре, Имам Әғзәм Әбү Хәнифә мәҙһәбе буйынса»