1. Аллаһы Тәғәләгә инаныу

Имандың алты шартының беренсеһе — Аллаһы Тәғәләгә инаныу, йәғни Аллаһы Тәғәлә бар һәм Уның заты, барса камил сифаттарға ла эйә булып, барса етешһеҙлектәрҙән дә азат. Мөбәрәк сифаттары Сәлби ҫубүти тигән ике өлөшкә айырыла.
Аллаһы Тәғәләнең затындағы, сәлби сифаттары (Сифати затийә)
1. Вөжүд — бар булыуы.
2. Ҡидам — башланғысының юҡлығы.
3. Бәка — ахыры-аҙағы юҡлығы, Ул мәңге булған, мәңге буласаҡ.
4. Вәһдәнийәт — бер генә булыуы.
5. Мүхәләфәтүн лил-хәүәдиҫ — Аллаһы Тәғәләнең һис бер мәхлүккә лә оҡшамауы.
6. Ҡыям би нәфсиһи — Аллаһы Тәғәләнең бер кемгә лә, бер нәмәгә лә мохтаж булмауы.
Аллаһы Тәғәләнең ҫүбүти сабитының сифаттары(Сифати ҫүбүтийә)
1. Хаят — тере булыуы (Аллаһы Тәғәлә мәңге тере).
2. Ғилем — белеүсе булыуы (Аллаһы Тәғәлә һәр нәмәне, хатта күңелдәрҙәге йәшерен ниәттәрҙе һәм теләктәрҙе лә белеп тора).
3. Сәмиғ — ишетеүсе булыуы (Аллаһы Тәғәлә һәр нәмәне ишетә).
4. Басар — күреүсе булыуы (Аллаһы Тәғәлә ҡараңғы төндә ҡара таш өҫтөндә йөрөгән ҡара ҡырмыҫҡаны ла күрә һәм аяҡ тауышын да ишетә).
5. Ирадә — уның теләге булыуы (Теләк эйәһе теләй һәм теләгән нәмәһен теләгәнсә булдыра).
6. Ҡөҙрәт — көсө һәр нәмәгә етерлек булыуы (Аллаһы Тәғәләнең көсө һәр нәмәгә етә).
7. Кәлам — һөйләшеүсе булыуы (Аллаһы Тәғәләнең һөйләүе хәреф һәм тауышҡа мохтаж түгел).
8. Тәҡүин — юҡтан барлыҡҡа килтереүсе булыуы (Юҡтан барлыҡҡа килтереүсе тик Аллаһы Тәғәлә генә).