Ғәрәпстанда — Мәүлид байрамы

                                              Ғәрәпстанда — Мәүлид байрамы
     Изге Рәбиғүл әүүәл (Мәүлид) айы башланды. Был айҙа донъяға һөйөклө Пәйғәмбәребеҙ, Аллаһтың хәбибе – яратҡан ҡоло Мөхәммәд салләллаһу ғәләйһи үәс-сәлләм тыуған. Шуға ла был көндәрҙе мосолман өммәте тулҡынланыу менән ҡаршы ала, мәжлестәр үткәрә, салауаттар әйтә. Шул уҡ ваҡытта, арабыҙҙа Мәүлид көнөн айырым билдәләп үтергә ярамай, был дингә яңылыҡ индереү, тип иҫәпләүселәр ҙә бар. Былар әлеге сәләфит-вахаббиттәр инде. Ике-өс көндән шул йүнәлештә булған ДУМ РБ-ның (Башҡортостан Диниә Назарытының) был Мәүлид байрамына ҡағышлы ҡарашын беләбеҙ инде. Әлбиттә, хөкүмәт тарафынан илдәге киҫкен кризисты ковид — 19 ауырыуына һылтанып дөрөҫлөктө халыҡтан йәшерергә тиеп һәм СМИ (киң теле-газета матбуғаты) аша был ауырыуҙан шунса кеше үлгән тип, газеталарының һәм теле каналдарының рейтингын күтәрергә йүнәтелгән ғауға (паника) арҡаһында мәүлидтәр ҙур кимәлдә үткәрелмәйәсәк инде.

     Башҡортостан Диниә Назараты Мәүлид байрамы хаҡында Башҡортостан мосолмандарына ни әйтер? Улар әле генә Мәүлидте үткәреү биҙғәт тип яр һалалар ине, инде түргә менеп ултырғас ике йөҙләнеп, үҙ принциптарына ҡаршы сығып, монафиҡҡа әйләнеп Мәүлидте үткәрергә ярай тип әйтерме? Әлеге мәлдә Мәүлидте үткәрергә ярамай тигән яҙмаларын интернет биттәренән алып ташлағандар.
     2016 йылдан башлап Сауд Ғәрәпстанында рәсми рәүештә Мәүлид байрамы үткәрелә башланы. Аҫта ғәрәптәрҙең бер мәсетендә элгәре үткәрелгән Мәүлид байрамын ҡарай алаһығыҙ. Шулай уҡ ошо видеофильмдың аҙағында шундағы ғәрәптәрҙең суфыйҙарса тулап зекергә киткәндәрен күрерһегеҙ. Икенсе видеофильмдә шул уҡ Ғәрәпстанда, Мәҙинә ҡалаһында Мөхәммәд Пәйғәмбәр  ғәләйһис-сәләм мәсетендә Мәүлид уҡыу барышын күрерһегеҙ. Мәүлидте үткәрергә ҡаршы булып «беҙҙең» Башҡортостан мөфтиәте үҙҙәренә остаҙдары булған Сауд Ғәрәпстаны шәйехтары һәм ғалимдарынан белемдәре буйынса өҫтөн булырмы? Үҙҙәренә эйәреүселәрҙе нимә тип алдар икән? (әле генә Мәүлид уҡыу — ул биҙғәт тип, уларҙы ышандырғандар ине!)