Ҡатын –ҡыҙ менән күрешеү

   Ир менән ҡатындарҙың ҡул биреп күрешмәүе — сөннәт
   Мәккә мосолмандар ҡарамағына күсеп, ҡорайыш халҡына именлек иғлан ителгәндән һуң уҙенә һәм иманға тоғролоҡҡа бәйғәт алыу йәки ант итеп килгәндәрҙең антын ҡабул итеү өсөн пәйғәмбәребеҙ Сафа тауына күтәрелә. Тәүҙә ирҙәр бәйғәт бирә, унан ҡатын-ҡыҙҙар килә.
   Ҡатын-ҡыҙҙарҙан бәйғәт алыу тураһында Ҡөрьәндең айырым бер аяты менән алдан уҡ хәбәр бирелгән була:
   «Эй, пәйғәмбәр! Бер кемде лә Аллаһҡа тиңдәш тотмаған, урлашып, зина ҡылып йөрөмәгән, балаларын үлтереүгә бармаған, уйнаш итеп тапҡан балаларын ирҙәренә: «Был — һинең балаң!» — тип алдамаған, Аллаһтан килгән игелектәргә инанған һәм үҙеңә күндәм булырға тип ант иткән ҡатын- ҡыҙҙарҙың антын ҡабул ит, Аллаһтан уларҙы ярлыҡауын үтенеп һора. Аллаһ бит Ул — Ярлыҡап ҡына тороусы Мәрхәмәт-Шәфҡәт эйәһе», — ти.
                                       «Әл-Мөмтәхәнә» («Теҙләнеп тороусы ҡатын-ҡыҙ») сүрәһе, 12-се аят
   Тоғролоҡҡа ант иткәндә ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәре ҡул бирергә теләгәндә лә ул: «Ҡатын-ҡыҙҙар менән мин ҡул биреп күрешмәм. Минең йөҙ ҡатын йыйылған ерҙә әйткән был бер һүҙем ҡатын-ҡыҙҙарҙың һәр береһенә айырым-айырым әйтелгән тип ҡабул ителһен», — ти, пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм.
   Эйе, исламда күп кенә ғәҙәттәр тәртипкә һалынған. Мәҫәлән, ят ир менән ҡатын ҡул биреп күрешергә тейеш түгел. Әле беҙҙә бынан артырып, ят ир кеше икенсе ҡатын-ҡыҙ менән бер-береһен супылдатып, ялашып күрешәләр түгелме?
   Әсәһе, һеңлеһе, ҡатыны, ҡыҙы менән никахҡа инеү мөмкин булмаған ҡатын-ҡыҙ менән ҡул биреп күрешеү ғәйеп ителмәй. Бүтәндәрҙе иһә: «Әссәләмү ғәләйкүм!» — тип сәләмләү етә.
   «Ҡатын-ҡыҙҙы кәмһетеү, уны түбәнһетеү, ирҙәр менән тиң түгел тип һанау», — тип аңлатмаҡсы исламдың дошмандары был хәлде. Ғәмәлдә уның сәбәбе бөтөнләй икенсе нәмәлә.
   Ят ҡатын-ҡыҙҙың наҙлы тәненә ҡағылыу, уның ҡулың тотоу ир-атты битараф ҡалдырмай. Ят ҡатын-ҡыҙҙың ҡулын тотоп ләззәтләнеү гонаһлы уйҙарға, хистәргә, тойғоларға килтереүе бик ихтимал. Бынан тыйылыу кәрәк, Шуға күрә лә ир-атҡа ят ҡатын-ҡыҙ менән ҡул биреп күрешеү килешле түгел. Был иһә ҡатын-ҡыҙҙың түгел, ә ирҙәрҙең «хоҡуғын», дөрөҫөрәге, хис-тойғоларын сикләй, ауыҙлыҡлай...