Ҡөръән викторинаһы һорауҙары

Ҡөръән викторинаһы ярыштарына әҙер материал.

Әссәләмүғәләйкүм үә рахмәтуллаһи үә бәрәкәтүһү. Ҡәҙерле уҡыусы, әгәр Ҡөръән ярыштары үткәрәбеҙ тиһәгеҙ – әҙер һорау-яуаптар динебеҙ буйынса

1. Һорау; Һин мосолманмы?
Яуап: Әлхәмдүлилләһ, мосолманмын!

2. һорау: Мосолманлыҡ нимәне аңлата?
Яуап: Аллаһты бар һәм бер тип белеү, Ҡөръән Кәримде һәм Мөхәммәт саллиаллаһу ғәләйһи үә сәлләмде таныу.

3. һорау: Раббың кем?
Яуап: Аллаһ Тәғәлә.

4. һорау: һине кем яратты, бар итте?
Яуап: Аллаһ Тәғәлә.

5. һорау: һин кемдең ҡоло?
Яуап: Аллаһ Тәғәләнең ҡоломон.

6. һорау: Аллаһ нисәү тип әйтеүселәргә нимә әйтерһең?
Яуап: Аллаһ Тәғәлә берәү генә тип әйтермен,

7. һорау: Аллаһтың берлегенә дәлилең ниндәй?
Яуап: «Ихлас» сүрәһенең беренсе аяты.

8. һорау: Уның мәғәнәһе ниндәй?
Яуап: «һин әйт өммәтеңә, эй, яратҡаным, Аллаһ бер генә», — тигән мәғәнәлә,

9. һорау: Аллаһтың барлығына аҡыллы дәлилең ниндәй?
Яуап: Был ғаләмдең барлығы һәм ғаләмдәге төҙөклөктөң, тәртиптең дауам итеүе,

10.һорау: Аллаһтың кемлеге, ниндәй икәнлеге хаҡында уйларға яраймы?
Яуап: Был турала уйларға ярамай, сөнки аҡыл Аллаһтың затын аңлата алмай. Әммә Аллаһтың сифаттары хаҡында уйланырға ярай һәм кәрәк.

11.һорау: Нимә ул йәис иманы?
Яуап: Фирғәүен шикелле үлгән саҡта иман килтереү,

12. һорау: Был иғтибарға лайыҡлы иманмы?
Яуап: Түгел.

13. Һорау: Нимә ул йәис тәүбәһе?
Яуап: Иманы һәм ғәмәле булған кешенең үлгән саҡтағы тәүбәһе.

14. һорау: Бындай тәүбә иғтибарға лайыҡмы ?
Яуап: Лайыҡлы.

15. һорау: Динең ҡайһы дин?
Яуап: Ислам дине.

16. һорау: Китабың ҡайһы китап?
Яуап: Ҡөръән Кәрим.

17. һорау: Ҡиблаң ҡайһы яҡта?
Яуап: Ҡәғбәи-Мөғәззәмәлә.

18. һорау: һин кемдең нәҫеленән?
Яуап: Әҙәм ғәләйһис-сәлләм нәҫеленән.

19. һорау: һин кемдең өммәтенән?
Яуап: Мөхәммәт саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм өммәтенән,

20. һорау: Бәйгәмбәребеҙ ҡайҙа тыуған һәм хәҙер ҡайҙа?
Яуап: Мәккәлә тыуған. Илле йәштәрендә Мәҙинәгә һижрәт ҡылған. Бөгөнгө көндә шундағы «Раузаи-Мөтәһһәра»ла.

22. һорау: Бәйғәмбәребеҙҙең нисә исеме бар?
Яуап: Гүзәл исемдәре бик күп. Әммә дүртеһен белеү һәр кемгә лазым: Мөхәммәт, Мостафа, Әхмәт, Мәхмүт.

23. һорау: Бәйғәмбәребеҙҙең иң йыш әйтелгән исеме ҡайһы?
Яуап: Хәҙрәти Мөхәммәт Мостафа саллиаллаһу ғәләйһи үә сәлләм.

24. һорау: Бәйғәмбәребеҙҙең атаһының исеме нисек?
Яуап: Ғабдулла.

25. һорау: Әсәһенең исеме нисек?
Яуап: Әминә.

26. һорау: һөт әсәһенең исеме нисек?
Яуап: Хәлимә.

27. һорау: Кендек әбейенең исеме нисек?
Яуап: Шифа-ҡатын.

28. һорау: Олатаһының исеме нисек?
Яуап: Ғәбделмотталиб.

29. һорау: Бәйғәмбәрлек әмере Бәйғәмбәребеҙгә нисә йәшендә килә?
Яуап: Ҡырҡ йәшендә саҡта.

30. һорау: Ул нисә йыл бәйғәмбәрлек итә?
Яуап: Егерме өс йыл.

31. Һорау: Фани донъянан Ул нисә йәшендә китә?
Яуап: Алтмыш өс йәшендә китә.

32. һорау: Бәйғәмбәребеҙҙең нисә ҡыҙы була?
Яуап: Дүрт ҡыҙы бар ине: Зәйнәп, Руҡаййа, Өммөгөлсөм, Фатима,

33. һорау: Хәҙрәти Бәйғәмбәребеҙҙең нисә улы була?
Яуап: Өс улы бар ине: Ибраһим, Ҡасим, Ғабдулла,

34. Һорау: Ҡатындарын һанай алаһыңмы?
Яуап: һанай алам: Хәҙрәти Хәҙисә, Хәҙрәти Сәүҙә, Хәҙрәти Ғәйшә, Хәҙрәти Хафса, Хәҙрәти Зәйнәп, Хәҙрәти Өммөсәләмә, Хәҙрәти Зәйнәп бинтү Жәхем, Хәҙрәти Йеүәйриә, Әбү Суфияндың ҡыҙы Хәҙрәти Өммехәбибә, Хәҙрәти Сафийә, Хәҙрәти Мәймүнә, Хәҙрәти Мәриә (раҙыйаллаһу ғәнһүннә) исемле әсәләребеҙ. Быларҙан Хәҙисә (раҙыйаллаһу ғәнһә) Бәйғәмбәребеҙҙең тәүге ҡатыны булып, үҙенән ун биш йәшкә олораҡ ине. Ул Бәйғәмбәребеҙ менән егерме биш ғүмер кисерҙе.

35. һорау: Бәйғәмбәребеҙҙең илле өс йәшенән һуң да өйләнеүҙәренең ниндәй сәбәп һәм хикмәттәре бар?
Яуап: Ғәрәп ҡәбиләләрен Исламиәткә күндереү һәм бигерәк тә ҡатын-ҡыҙға ҡағылышлы хөкөмдәрҙе ҡатын-ҡыҙ аша таратыу, шулай уҡ ҡайһы берҙәрен ярлылыҡтан ҡотҡарыу, ҡайһы берҙәренең ғиффәт һәм намыҫтарын һаҡлау ниәте менән өйләнгән. Иң төп маҡсаты — мосолманлыҡты ҡатындар арҡыры таратыу һәм нығытыу.

36. һорау: Бәйғәмбәребеҙҙең иң һуңғы вафат булған ҡатыны кем?
Яуап: Хәҙрәти Ғәйшә раҙыйаллаһу ғәнһә.

37. һорау: Килгән һәм киләсәк кешеләрҙең иң бөйөгө кем?

Яуап: Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт Мостафа салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм.

38. һорау: Бәйғәмбәребеҙҙең нисә ейәне булған?
Яуап: Икәү: Хәсән менән Хөсәйен.

39.һорау: Былар кемдең балалары?
Яуап: Хәҙрәти Ғәли менән Хәҙрәти Фатиманың балалары,

40. һорау: Бәйғәмбәр тип кемде атайҙар?
Яуап: Илаһи хөкөмдәрҙе кешеләргә еткереү һәм аңлатыу эше Аллаһ тарафынан йөкмәтелгән затты бәйғәмбәр тип атайҙар.

41. һорау: Аллаһ тарафынан барлыҡ мәхлүктәргә ебәрелгән бәйғәмбәрҙәр нисәү?
Яуап: Бәйғәмбәребеҙҙән килгән бер риүәйәт буйынса, йөҙ егерме дүрт мең, шундай уҡ икенсе бер риүәйәт буйынса, ике йөҙ егерме дүрт мең.

42. һорау: Ҡөрьән Кәримдә нисә бәйғәмбәр иҫкә алына?
Яуап: Егерме һигеҙ.

43. һорау: Исемдәре менән әйтеп бирә алаһыңмы?
Яуап: Әйтеп бирә алам: Әҙәм, Иҙрис, Нух, һуд, Сәлих, Ибраһим, Лут, Исмәғил, Исхаҡ, Яҡуп, Йософ, Әйүп, Шөғәйеп, Муса, һарун, Дауыт, Сөләймән, Юныс, Ильяс, Әльясағ, Зөлҡәфил, Зәкәриә, Яхъя, Ғайса, Ғөзәйер, Лоҡман, Зөлҡәрнәйен һәм хәҙрәти Мөхәммәт (салауатуллаһи ғәләә нәбиййинә үә ғәләйһим әжмәғин).
Ғөзәйер, Лоҡман, Зөлҡәрнәйҙен ғәләйһис-сәләмдәрҙең бәйғәмбәрме йәки әүлиәме икәнлектәре бәхәсле.

44. һорау: Хәҙрәти Мөхәммәт Мостафа ғәләйһис-сәлләм нисәнсе йылда тыуып, нисенсе йылда вафат булған?
Яуап: 571 йылда рабиғүл-әүүәл айының ун икенсе көнө — дүшәмбе көн тыуып, 632 йылда рабиғүл-әүүәл айының ун икеһендә вафат булған.

45. һорау: Бәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәлләм Мәккә Мөкәррәмәнән Мәҙинә Менәүәрәгә нисәнсе йылда һижрәт итте?
Яуап: Миләди буйынса 622 йылда һижрәт итте. һижрәт ҡылыу ваҡыты мосолмандарҙың яңы тарих иҫәбенең төп нөктәһе (һижри йылдар иҫәбе шунан башлана).

46. һорау: Фәрештә кем ул?
Яуап: Аллаһ тарафынан нурҙан яратылған һәм үҙҙәре теләһә ниндәй рәүешкә керә алған һәм һәр ваҡыт Аллаһҡа ғибәҙәттә булыусы гонаһһыҙ заттар.

47. һорау: Уларҙың ҡайһылары дүрт бөйөк фәрештә иҫәбендә?
Яуап: Ябраил, Микаил, Исрафил һәм Ғазраил (ғәләйһис-сәлләм).

48. һорау: Ҡайһы бәйғәмбәрҙәргә ниндәй дүрт бөйөк китап бирелгән?
Яуап: Тәүрат — Муса ғәләйһис-сәлләмгә, Забур — Дауыт ғәләйһис-сәлләмгә, Инжил — Ғайса ғәләйһис-сәлләмгә, Ҡөръән Кәрим — Мөхәммәт Мостафа саллиаллаһу ғәләйһис-сәлләмгә индерелгән.

49. һорау: Сухуф нимә тигән һүҙ, нисә дана һәм кемдәргә бирелгән?
Яуап: Аллаһ Тәғәләнең дүрт китаптан башҡа Ябраил (ғ.с.) аралашлығы менән ҡайһы бер бәйғәмбәрҙәргә индерелгән әмер — күрһәтмәләрен сухуф тип атайҙар.

Улар йөҙ дана. Әҙәм ғәләйһис-сәлләмгә — 10, Шис ғәләйһис-сәлләмгә — 50, Иҙрис ғәләйһис-сәлләмгә — 30, Ибраһим ғәләйһис-сәлләмгә 10 сухуф төшөрөлгән.

50. һорау: Иғтиҡадта һинең мәҙһәбең ниндәй?
Яуап: Әһле сөннәт үәл-йәмәғәт мәҙһәбе,

51. һорау: Ғәмәлдә мәҙһәбең ниндәй?
Яуап: Хәнәфи мәҙһәбе.

52. һорау: Беҙҙең иғтиҡад мәҙһәбенең имамы кем?
Яуап: Имам Мансур Мөхәммәт Матуриди хәҙрәттәре.

53. һорау: Шәфиғи, Мәлики һәм Хәнбәли мәҙһәбтәрен тотоусыларҙың иғтиҡадтағы имамдары кем?
Яуап: Әбү Хәсән Әшғәри (рәхимә һүллаһ) хәҙрәттәре,

54. һорау: Намаҙҙы ҡазаға ҡалдырыуҙың сәбәптәре нисәү?
Яуап: Өсәү.

55. һорау: һанап күрһәтә алаһыңмы?
Яуап: а) йоҡо, б) һуғыш майҙанында булып, форсат юҡлығы, в) онотоу,

56. һорау: Утыҙ ике фарыҙҙы һанап күрһәтә алаһыңмы?
Яуап: Алтыһы — иман шарты, бишенсеһе — Ислам шарты, ун икеһе — намаҙ фарыздары, дүртеһе — тәһәрәт фарыздары, өсөһө — ғөсөл фарыздары, икеһе — тәйәммүм фарызы. Шулай итеп, барыһы — утыҙ ике.

57. һорау: Имандың шарттары нисәү?
Яуап: Аллаһтың барлығына, берлегенә, фәрештәләренә, китаптарына,
бәйғәмбәрҙәренә, әхирәт көнөнә, тәҡдиренә, изгелектең һәм яуызлыҡтың Аллаһтан булыуына ышаныу.

58. һорау: Исламдың шарттары нисәү?
Яуап: Бишәү: 1. Шәһәҙәт килтереү. 2. Намаҙ уҡыу. 3. Зәҡәт биреү. 4. Ураҙа тотоу. 5. Хаж ҡылыу.

59. һорау: Тәһәрәттең фарызы нисә?
Яуап: Дүртәү: 1. Сәс ситенән һәм ҡолаҡ йомшағынан алып эйәк аҫтына тиклем битте йыуыу. 2. Ҡулдарҙы терһәктәре менән бергә йыуыу. 3. Баштың дүрттән бер өлөшөнә мәсех ҡылыу. 4. Аяҡтарҙы тубыҡтары менән йыуыу.

60. һорау: Ғөсөлдөң фарызы нисәү?
Яуап: Өс: 1. Мул итеп һыу алып, ауыҙҙы сайҡау. 2. Мул итеп һыу алып, танауҙы таҙартыу. 3. һис бер ҡоро ерҙе ҡалдырмайынса ҡойоноу,

61.һорау: Ғөсөл тәһәрәтен тасуирлай алаһыңмы?
Яуап: Бирә алам. Ул былай: башта «Бисмилләһ» әйтеп ниәтләйбеҙ. Унан һуң ғәүрәт ерҙәрҙе йыуабыҙ. Намаҙ тәһәрәте кеүек тәһәрәт алабыҙ. Шул саҡта өс тапҡыр, күп итеп һыу алып, ауыҙҙы сайҡайбыҙ. Өс тапҡыр һыу алып, танауҙарыбыҙҙы паклайбыҙ.
Шунан һуң өс тапҡыр башыбыҙға һыу ҡоябыҙ, өс тапҡыр — уң, өс тапҡыр һул яурыныбыҙға һыу ҡоябыҙ һәм һәр береһендә тәнебеҙҙе ышҡыйбыҙ.
Тәнебеҙҙэ һис бер ҡоро ер ҡалдырмайбыҙ: йөҙөк аҫтары һәм кендек соҡорона ла иғтибар итәбеҙ, һыуҙың тирегә тейеүенә ҡаршы килгән берәй нәмә булһа,

сараһын табып, уны ла паклайбыҙ. Ҡатындар ҡолаҡтарындағы алҡа тишектәрен дә иғтибарһыҙ ҡалдырмай.

62. һорау: Тәйәммүм нисек башҡарыла?
Яуап: Тәйәммүмгә ниәт әйтелә. Ҡулдарҙы таҙа ергә һуғып һәм бармаҡ араларын ышҡып, битте мәсех ҡылаһың. Тағы ла ҡулдарҙы таҙа ергә һуғаһың да һул ҡул менән уң ҡулды, уң ҡул менән һул ҡулды һыйпайһың.

63. һорау: Намаҙҙың фарызы нисәү?
Яуап: Алтауһы — эске, алтауһы тышҡы һанала, барлығы — ун ике фарыз,

64. һорау: Тышҡылары ниндәй?
Яуап: Хәҙәстән тәһәрәтләнеү, нәжестән тәһәрәтләнеү, ғәүрәттәрҙе ябыу, ҡиблаға ҡарау, ваҡыт, ниәт.

65. һорау: Эске фарыздар ниндәй?
Яуап: Ифтитах тәкбире, ҡыям, ҡыраәт, рөҡүғ, сәждә, ҡәғдэи -әхирәлэ тәшәһһуд миҡдары ултырыу.

66. һорау: Бер көндә нисә тапҡыр намаҙ уҡыла һәм ниндәй намаҙҙар?
Яуап: Иртәнге, өйлә, икенде, аҡшам, йәстү намаҙҙары уҡыла, барлығы биш намаҙ.

67. һорау: Был намаҙҙар нисә рәҡәғәттән тора?
Яуап: Иртәнге намаҙҙа — дүрт рәҡәғәт: икеһе — сөннәт, икеһе — фарыз. Башта сөннәте, унан һуң фарызы уҡыла.

Өйлә намаҙында — ун рәҡәғәт: тәүге дүртеһе — сөннәт, унан һуң — дүрт фарыз, һуңынан — ике сөннәт.

Икенде намаҙында — һигеҙ рәҡәғәт: тәүге дүртеһе — сөннәт, унан һуң — дүрт фарыз.

Аҡшам намаҙында — биш рәҡәғәт: тәүге өсөһө — фарыз, унан һуң ике сөннәт уҡыла.

Йәстү намаҙында — ун өс рәҡәғәт: тәүге дүртеһе — сөннәт, унан һуң — дүрт фарыз, һуңынан — ике сөннәт, иң ахыры өс рәҡәғәт витр намаҙы башҡарыла.

Барлығы көнөнә ҡырҡ рәҡәғәт намаҙ уҡыла.

68. һорау: Онотоп, намаҙҙа өҫтәмә сүрәләрҙе уҡымайынса ҡалдырһаң ни эшләргә?
Яуап: Сәхү сәждәһен ҡылырға кәрәк.

69. һорау: Сәхү сәждәһе ниндәй осраҡтарҙа ҡылына?
Яуап: Намаҙҙа бер вәжибте онотоу йәки һуңға ҡалдырған осраҡта, ә фарыздарҙа бары тик һуңға ҡалдырыу осраҡтарында ғына ҡылына,

70. һорау: Сәхү сәждәһе ҡылынмаһа ни булыр?
Яуап: Намаҙ етешһеҙ булыр,

71. һорау: Сәхү сәждәһе нисек ҡылына?
Яуап: Намаҙҙың аҙағында ултырып «Әттәхийәт» уҡып, сәләм биргәс, ике тапҡыр сәждәгә кителә, икенсе сәждәнән һуң ултырыла һәм «Әттәхийәт», «Салауат» уҡылып, сәләм бирелә.

72. һорау: Сәхү сәждәһе тейешле булған ҡайһы бер осраҡтарҙы һанап күрһәтә алаһыңмы?

Яуап: 1. Өҫтәмә сүрәне онотҡанда, 2. Витр намаҙының «Ҡунут» тәкбирен, «Ҡунут» доғаларын йәки икеһен дә онотҡанда, 3. Дүрт рәҡәғәтле намаҙҙарҙа тәүге ултырыуҙа «Әттәхийәт» уҡығас, тороп баҫырға онотоп, «Салауат»тан бер аҙ уҡып, өсөнсө рәҡәғәткә күскәндә сәхү сәждәһе ҡылына.

73. һорау: Ғибәҙәт менән уҙҙырыу айырыуса сауаплы һәм тантаналы булған төндәрҙе нисек атайҙар?
Яуап: Кәндил кистә тип атайҙар.

74. һорау: Нисә кәндил кисе бар?
Яуап: Биш кәндил кисәһе бар: 1. Мәүлит кисе, 2. Рәғаиб кисе, 3. Миғраж кисе, 4. Бәрәат кисе, 5. Ҡәҙер кисе,

75. һорау: Нимә ул Мәүлит кисе?
Яуап: Бәйғәмбәребеҙҙең донъяға килгән -тыуған көнө.

76. һорау: Нимә ул Рәғаиб кисе?
Яуап: Хәҙрәти Әминәнең бөйөк Бәйғәмбәребеҙҙән ауырға ҡалғанын белгән кис.

77. һорау: Миғраж кисе тураһында нимә беләһең?
Яуап: һөйөклө Бәйғәмбәребеҙ илаһи солтанатты күреү өсөн Аллаһ Тәғәлә саҡыртыуы буйынса тиңһеҙ бер мөғжизә менән күктәргә һәм барса ғаләмдәргә сәйәхәт иткән кисә.

78. һорау: Бәраәт — ниндәй кис ул?
Яуап: Ҡөрьән Кәрим Ләүхүл-Мәхфүздән донъя күгенә индерелгән, кешеләрҙең бер йыллыҡ ғүмере һәм ризыҡтары күҙҙән кисерелеп, мосолмандарҙың тәүбәләре ҡабул ҡылынған кис.

79. һорау: Ҡәҙер кисе нимә ул?
Яуап: Ҡөръән Кәримдең донъя күгенән Бәйғәмбәребеҙгә индерелә башлаған кис ул.