Коран -речь Аллаха                                       Ҡөръәндән хөкөм сығарыу
   

     Ҡөръән менән хөкөм сығарыу (Кто может выносить решения из Корана и хадисов?).

     Һуңғы йылдарҙа ҡайһы бер кешеләрҙән, хатта муллаларҙың ауыҙынанда: «Мин Ҡөръән уҡып сыҡтым, мин бөтәһендә беләм, тигән һүҙҙәрен ишетергә тура килә!? ». Әстәғфируллааһи, Аллаһ һаҡлаһын был яңылыш һүҙҙәрҙән. Аңһыҙ, тәҡҡәбер, маҡтансыҡ кешеләрҙең һүҙҙәрелер был. Әле был донъяла Ҡөръән китабын тулыһынса аңлаған кеше юҡ, хатта бөтә ғүмерҙәрен быға арнаған элекке ғалимдарҙыңда. Аллаһ Үҙе генә был хаҡта белә.
     Ҡөръән уҡығыҙ, ятлағыҙ, фекерләгеҙ, тик был фекерегеҙҙе донъяға таратҡанда бик һаҡ булығыҙ. Көфөрлөккә төшөп ҡуймағыҙ. Диндән – шәриғәттән тайпылыу көфөрлөккә илтә. Көфөрлөк ҡафырлыҡҡа юл. Дөрөҫ диндең юлы — шәриғәт ҡушыуҙарын үтәү. Шәриғәт ҡанундары: Ҡөръән һәм Пәйғәмбәр өйрәткән хәҙистәр һәм шуларға таянып йәшәү рәүеше, бөйөк дин әһелдәренең өйрәтеүе. Ҡөръәндә шулай яҙылған тип, үҙ белдегең менән шәриғәткә ҡаршы сыҡһаң – был бөйөк ғалимдарға ҡаршы сығыу булыр. Диндән яҙаһың инде.

     Хәҙерге көндә интернеттә, шулай уҡ башҡа информацион сараларҙа Ислам дине хаҡында: Ҡөръән хаҡында, хәҙистәр хаҡында бер нәмәлә аңламаған кешеләрҙең яҙыуҙары күбәйҙе. Шулай булырға тейеш тип, ныҡышҡандарҙа күбәйҙе. Ә бит бында Ислам диненән әллә нисә тармаҡтарға бүленгән, мәҙһәбтәрҙән (юлдан) тайпылғандарҙыңда яңылыш фекерҙәре интернеттә туп-тулы. Шуға бик һаҡ булығыҙ был өлкәлә. Ҡөръән уҡып, йә берәй хәҙистән кәңәш йә фәтүә сығарып ултырмағыҙ. Был һеҙҙең дә, йә минең эшем түгел. Быға тиклем нисәмә быуат буйы меңләгән оло бөйөк ғалимдар беҙгә ошо динде алып еткергән икән, шуларҙың эшенә таянып йәшәр кәрәк. Бөгөнгө көндәге Ҡөръән тәржемәләре: дин тотмаған, намаҙ һәм ураҙа тотмаған кешеләрҙең тәржемәһе. Шулай булғас улар беҙгә Ҡөръәндең нескәлеген алып килеп еткерә аламы? Дин ғалимы дәрәжәһе булмаған тик ғәрәп телен белеүселәрҙең тәржемәһе генә. 
     Динде аңларға теләгән кеше Ҡөръәнде тулыһынса уҡып ҡына, бер ни аңламаҫ. Хатта ғәрәп була тороп, ғәрәпсә уҡыһа ла  аңламаҫ. Хәҙерге ғәрәп теле элекке ғәрәп теле түгел һәм ғәрәптәрҙе лә Ҡөръән өйрәтер өсөн айырым дәрестәре алып барыла. Бына тик бер «Фатиха» сүрәһенә арналып әллә нисә йөҙ том китабтар яҙылған. Ҡөръәндең бер аяты, бер һүҙҙе бик күп бөтмәҫ мәғәнәләргә эйә. Хатта ғәрәптәрҙеңдә быға башы етмәй. Ҡөръәнде аңлар өсөн дингә бәйле булған һәр ышаныслы мәғлүмәтте уҡыр кәрәк, Аллаһ ҡушҡанса көн күрер кәрәк. Ә беҙ был ҡағиҙәләрҙе бөтөнләй үтәмәйбеҙ түгелме?
     Шуны белегеҙ: Беҙ Хәнәфи мәҙһәбенән, имамыбыҙ Матуриди һәм башҡа өс мәҙһәбтән (Шәфәғи, Мәлики, Ханбәли) икенсе юлда булыу – диндән яҙыу булыр.
     Аҫтағы мәҡәләләрҙә Ҡөръәндән йәки хәҙистән үҙ белдегебеҙ менән хөкөм сығара алабыҙмыҙмы? — тигәнгә яуаптар. Киләһе мәҡәлләрҙә лә ошо тема булыр. ИншаАллаһ.
     Мәҡәләләрҙе ентекләп, аңлап уҡығыҙ, шуға ла урыҫса ла ҡатнаштырып ебәрҙем, иң башта Ризаитдин бин Фәхретдиндең «Дингә мөнәсәбәтле мәртәбәләр» китабынан ижтиһад, мөждәһид (муджтахид), мөфтий тигән мәғәнәләрҙе аңлап артабан руссаһын уҡығыҙ.

                                         Ижтиһад — мөжтәһид — мөфтөй
     Фәкиһ тип аталған йәки шәриғәт хөкөмдәрен яҡшы беләм тигән кешенең төп сифаты — ижтиһад итә белеү, тырышлыҡ. Бындай тырыш кеше иң элек мосолман, үҫеп еткән балиғ, аҡыл эйәһе ғафиф — пак, саф, боҙолмаған, ғәҙел дәлилдәр менән хөкөмдәр сығара белерлек ғилеме һәм ҡеүәте булған кеше мөжтәһидтәр, ә инде халыҡтарға дин әмерҙәрен өйрәтә белгән мөжтәһидтәр мөфтөй тип атала. Мөфтөйҙең мөжтәһид булырға тейешлеге билдәле булған бөтә мәзһәбтәр тарафынан бер һүҙһеҙ һәм ысынбарлыҡ булараҡ ҡабул ителә, тиһәк, хата булмаҫ. Икенсе бер нөктәи назарҙан сығып ҡарағанда, факиһ, мөжтәһид, мөфтөй бер үк төшөнсө.
     Мөжтәһид булған кеше Ҡөрьән шәриф, рәсүлуллаһ, ғәләйһис-сәләм, сөннәте һәм шәриғәттең төрлө бүлектәрендәге хөкөмдәргә нигеҙләнеп бер фәтеүә сығара белергә тейеш.
     Ысулы фикһ фәне менән таныш булыу, уны белеү, догматиктарҙан булған кәлям әһелдәре юлы менән түгел, сәләфтәр юлы, ысын иғтиҡад юлы менән барырға, ғәрәп телен белергә тейеш.
     Алда һанап киткәндәрҙе яттан белеү төп шарт түгел, бәлки, ихтыяж тыуған ваҡытта тыуып торған төрлө мәсьәләләргә мөфтөйҙең үҙ башы менән уйлап яуап таба белеүе етә.
     Мөжтәһидтең бөйөк һәм хөрмәтле бер вазифа булыуында шик-шөбһә булыуы мөмкин түгел. Әммә Европа, Русиә дәүләтендә ”Окружной суд”,’’Судебная палата” кеүек урындарҙа ағза булып ултырған йәки ғөмүмән суд органдарында эшләп йөрөгәндәрҙән дә бит белергә тейеш нәмәләрҙең яртыһын белеү ҙә талап ителмәй. Шуның кеүек мөфтөйҙең дә белеп етмәгән нәмәләре булырға мөмкин. Ысулы фикһ фәнендә тикшерелгән ғилем һис нәмә менән сикләнмәгән.
     Дөйөмләштереү һәм айырым-айырым ғына хәл итеү, аҙ һөйләп күпте аңлатыу, асыктан-асыҡ билдәле булғанды ла уй-фекер йөрөтә белеп, дәлилләп биреү, ситләтеп кенә әйтеү йәки дәлилдәр килтереп аңлатыу кеүек хәлдәр Рәсәй судында ла бар, мөфтөйҙәрҙә лә булыуы мөмкин.
     Әйткәндәй, шәриғәттән айырмалы булараҡ элегерәк алмаштырылған хөкөмдө яңынан үҙ көсөнә ҡайтарыу хәлдәре һаман да бик йыш ҡына ҡулланыуҙа ҡала.
     Юғарыла зекер итеп киткән кешеләребеҙ өсөн рус теленән башҡа күп кенә телдәрҙе белергә һәм рум праволары менән дә таныш булырға кәрәктер
     Мөжтәһидлек, хатиблык, ҡаҙыйлык һәм башҡа шундайҙар дини вазифалар ғына түгел, бәлки тәбиғи һәләт сәбәпле инженерлыҡ, хирург, табиблыҡ кеүек һөнәр эйәләре төрлө тармаҡтарҙа, сәнәғәттә кәсеп итеү юлына баҫып мәртәбәле ғилем эйәһе булып киткәндәр. Шуның кеүек мөжтәһид мәртәбәле ғилем эйәһе булырға тейеш. Ул билдәләнеп ҡуйылмай.
     Мөжтәһид — ғилми дәрәжә. Уның вазифаһы урын менән дә бәйле түгел.
     Табиб бит, мәҫәлән, ниндәйҙер урындан йәки вазифанан бүшатылыуы сәбәпле табиб булыуҙан туҡтамай. Шулай уҡ мөжтәһид тә һәр ваҡыт мөжтәһид булып ҡала. Ул, әйтәйек, мөжтәһидлек һәм факиһлыҡ дәрәжәләренән төшөрөлә алмаһа ла, фәтеүә сығарыуҙан мәхрүм була ала. Әмир тарафынан фәтеүә сығарыу хоҡуғы алынған Әбү Хәнифә хәҙрәттәре менән дә шулай килеп сыға бит.
     Мөжтәһидлектең Иран дәүләтендә дини мәртәбә булыуы тураһында риүәйәттәр бар. Шулай икән, тимәк, дини вазифалары булған башҡа шәхестәр кеүек үк мөжтәһидтәр ҙә унда билдәләнеп тә ҡуйыла ала, вазифаһынан да бушатыла. Бындай хәл тик юғарынан билдәләнеп ҡуйылған мөжтәһидтәргә генә ҡағыла.
     Шәриғәт хөкөмдәре бик ҡатмарлы. Фикһтың бер бүлегендә мөжтәһид булған кеше уның башҡа бүлектәрендә лә мөжтәһид була алмаҫ. Шуның кеүек үк бер хоҡуҡи мәҙрәсәгә эйәреп киткән кеше (мөкәллид) башҡа мәктәптәргә лә эйәреп йөрөй алмай.
     Мүкәллид үҙе бер үк ваҡытта мөжтәһид була алған кеүек мөжтәһид үҙе лә мүкәллид була ала.
     Мөжтәһид булмаған заман булЫрмы, юҡмы?
     Был беҙҙең быуаттағы ҡаршылыҡлы, низағы ла, ике төрлө тарафтың дәлилдәре лә оҙон-оҙаҡҡа һуҙылған бәхәҫле бер мәсьәлә. Шуның өсөн был турала айырым маҡсад ҡуйып һөйләргә кәрәктер.

                                            Мөжтәһидтәр юҡҡа сыҡмаҫ.
     Ғалимдарҙан бер таифә фекеренә ҡарағанда ”мөжтәһидтәрҙән бушап торған заман булмаҫ. Икенсе төркөм ғалимдар һүҙенә ҡарағанда:”мөжтәһидтән буш заман да булыр”. Был һуңғы төркөм йәнә икегә айырылып, береһе: «мөжтәһид булмаған бер замандан һуң мөжтәһидтәр барлыҡҡа килгән икенсе бер заман башланыуы мөмкин, — тип торғанда икенсеһе: ”Инде ижтиһад заманы юҡҡа сыҡты, яңынан барлыҡҡа киләсәк түгел рәүешендә бер дәғүәт алып барыр.
     »Ижтиһад юҡҡа сыҡмаған хәлдә ҡайһы ваҡыт мөжтәһидтән буш заман булыр дәғүәһе бөйөк бер дәғүәт булмауы йәһәтенән бер-береһенә ҡаршы булған дәғүәләр: «Ижтиһад юҡҡа сыҡты”, — тимәк менән „Хәйер! Ижтиһад юҡҡа сыҡманы, — тиеүҙән ғибәрәт булыр.
     Был ике дәғүә эйәләре наҙанлыҡтары һәм бер дәлилгә таянмауҙары сәбәпле бер-береһе менән бәхәстәр юлы ғәҙәттән тыш оло һәм оҙон булды. Шуның өсөн дә был бүлектә яҙылған һүҙҙәр ни тиклем күп үә ни тиклем оҙон булһа булһын, аңлап алыу беҙҙең өсөн иң кәрәкле бер нәмә. Нимә генә тиһәң дә ижтимағи, милли хәйәттең, исламдың киләсәге бына ошо һөйләп үткән проблемалар менән бәйле булыуы бәхәҫһеҙ. Шуның өсөн дә беҙ бөтә был мәсьәләләрҙе ҡыҫҡаса ғына итеп тикшереп үтергә булдыҡ.

                                         Мәнзара. Темаға бер байҡау.
     Беренсе юл: ижтиһад алмаштырылды, мөжтәһидтәр юҡҡа сыҡты, башҡаса улар булмаясаҡ. Шул сәбәпле икенсе дәрәжәләге мәсьәләләрҙең дә һәр береһе Ҡөрьән ғазыйм һәм хәҙис шәрифтәрҙә таяныс тапһа ла, улар бит туранан тура ла, кинәйә менән дә аңлатып бирелә ала. Шуның өсөн һәр кем уларҙың айышына төшөнә алмаҫ, уны мөжтәһид тип аталған төплө ғилем эйәләре генә белә алыр.
     Мөжтәһидтәр һәр заманда тыуып тормаҫ, илаһи ҡеүәт улар ихтыярында булмаһа ла, ысынында бындай хәлдәр ғилем киң таралған изге замандарға хас күренеш. Пәйғәмбәребеҙҙең: ”3амандарҙың иң яҡшыһы — мин йәшәгән заман...”, — тигән һүҙҙәре лә был фекергә төплө дәлил булып тора. Бынан ижтиһадтың (мөжтәһидлектең) һижри иҫәп менән 4-се быуатҡа тиклем дауам итеүе унан юғала башлауы асыҡлана.
     Гүзәл бер фекергә киленһен! Ислам ҡарашынса, беҙҙең дини томаналыҡҡа һәм боҙолокка бирелеп бөткән был заманда мөжтәһид тип аталған хөрмәтле дәрәжәнең йәшәп ятыуы мөмкинме?
     Әл-Ҡаҙый Әбү Йософ, Мөхәммәд ибн әл-Хәсән әл- Шәбани, Зөфәр менән Хәсән бин Зиад (рази Алла ғәнһүмдәр) кеүек заманында ғилемдә юғары дәрәжәләргә күтәрелгән шәхестәр ҙә хатта мөжтәһид дәрәжәһенә дәғүә итмәгәнде беҙҙең заманда йәшәгән ижтиһад дәғүәһенә бирелеүҙән һаҡланһындар һәм ояла белһендәр ине.
     “Ҡөрьәндән һәм хәҙистәрҙән алырға тейешле дәлилдәрҙе мөжтәһидтәр инде әллә ҡасан табып һәм алып бөттө. Шуға ла ижтиһад өсөн хәжәт ҡалманы. Улар аңлағандан айырылып торған башҡа ғилемдең булыуы инҡар ителде. Элекке мөжтәһидтәр һөйләгәндән башҡаны һөйләп йөрөү — аҙашыу”.
     ”Әгәр ҙә ижтиһад ишектәре асып ҡуйылған хәлдә торор булһа, үҙҙәрендә һәләт булмау һәм ғилем кимәлен аңламау сәбәпле, ҡайһы бер әҙәмдәр ижтиһад менән шөғөлләнә башлар, булыр-булмаҫ нәмәләрҙә туранан-тура Ҡөрьәнгә һәм хәҙистәргә мөрәжәғәт итер, шул саҡта дин үҙе лә әллә күпме юғалтыуҙарға юлығып, исламдың берҙәмлегенә төҙәтеп булмаҫ зыян килер һәм исламда асыу тигән нәмә ташып, сыуалыш артынан сыуалыш башланыр ине”...
     Бинаән ғәләйһи — алда һөйләнгәндәрҙән сығып, Ҡөрьәнде һәм хәҙис-шәрифтәрҙе өйрәнеү һәм өйрәтеү, хөкөм сығарып йөрөү өсөн түгел, өйрәнеү, белем алыу, Аллаһ ризалығына лайыҡ булыу өсөн тип эшләнә. Бына шул мөкәллидтәргә лә мөжтәһидтәр һүҙенә муафик булған әжерен бирер. Әгәр ҙә һәр аят, һәр хәбәр беҙҙең мөжтәһидтәребеҙ һөйләгән һүҙҙәргә ҡаршы килер булһа, ундай мөжтәһидтең фекере ҡабул да ителмәй, ғәмәлгә лә ашмаҫ ине.
     Мөжтәһидтәр һөйләгәндең киреһен аңлатҡан хәҙистәр була ҡалһа, уларҙың ғалимдар фекере менән раҫланмаған, зәғиф хәҙистәр йәки кемдер сығарған уйҙырмалар ғына булыуы мөмкин. Хәҙистең дөрөҫ йәки ғәмәлдән сығарылып, ҡабул ителергә тейеш булмауы йәки кемдеңдер уны үҙ ирке менән аңлатып хаталаныу ихтималы бар. Мөжтәһидтәр тарафынан тикшерелмәгән хәҙистең булыу ихтималы юҡ дәрәжәһендә, хәҙистәрҙе боҙоп һөйләүҙәр диндә ҡатғи рәүештә тыйыла...
     Икенсе юл: элекке замандарҙа булған кеүек мөжтәһидтәр был заманда ла булыр. Бәлки, мөжтәһидтән буш заман булмаҫ. Ошо сәбәптәрҙән сығып: ”Мөжтәһидлек исламда элек-электән бар ине. Ниндәй ҙә булһа бер эштең бойомға ашыуы өсөн дәлилдең дөрөҫ булырға тейешлеге һаман да бар. Элекке кеүек ундай дәлилдәргә беҙ һаман да мохтажбыҙ.
     Ижтиһад юҡҡа сыҡты, ижтиһад юҡ, тигән фекер элекке әһәмиәте самалы булған мәсьәләләрҙән береһе булып, уның хаҡлығына бер дәлил кәрәк түгел. Бер ижтиһадҡа нигеҙләнеп эшләнгән хөкөм икенсе ижтиһад тарафынан юҡҡа сығарыла алмай. Ижтиһад үҙ көсөнән сыҡты тип дәлил табырға тырышып йөрөүҙәрҙе лә хоҡуҡи яҡтан дәлил тип түгел, ә кемдер тарафынан сығарылған уйҙырма тип аңларға ғына ҡала.
     Пәйғәмбәребеҙ, ғәләйһис-сәләм, уның сәхәбәләре тәбиғиндәр (улар менән Аллаһ үҙе риза була күрһен), заманының башҡа дәүерҙәрҙән өҫтөнлөклө бер заман булыуына килгәндә инде уның ижтиһадҡа ҡағылышы юҡ.
     “Иң яҡшыһы” тигән төшөнсә ул пәйғәмбәребеҙгә, ғәләйһис-сәләм, ҡарата ниндәй йәбер-золомдар, хыянат һәм мәкерҙәр булғанын үҙ күҙҙәре менән күреп, шаһид булып торған игелекле сәхәбәләрен күҙ уңында тотоп, ана шул нөктәи назарҙан сығып әйтелә.
     ”Әбү Йософ һәм уның кеүек башҡа ғалимдарҙың мөжтәһид мәртәбәһенә өлгәшеү өсөн дәғүә итмәүҙәре: ”Мөжтәһид дәрәжәһе мотлаҡ рәүештә кәрәк түгел ине” тигәнде аңлатмай.
     Мөжтәһидлек өсөн дәғүәләшеп йөрөү шарт түгел. Әбү Йософ, Зөфәр һәм башҡалар уға дәғүә итмәгәнде, Әбү Хәнифә, Малик, Шәфиғи, Әхмәд ибн Хәнбәл, Әүзағи, Дауыт Заһири, Әбү Саур һәм башҡалар (уларға Аллаһтың хәйер-доға сәләмдәре булһын) мөжтәһидлеккә дәғүә иттеме?
     Ижтиһад юҡҡа сыҡты тигән һүҙ шәриғәттең саф тәбиғәтенә ҡаршы килмәй, һәм был турала юҡ-бар һөйләү урынлы түгел.
     Дин эштәрендә бер дәлиле булмаған көйө үҙ фекерен тағырға тырышып йөрөгән кешегә оялырға ғына ҡала.
     ”... Мөжтәһидтәрҙең Ҡөрьән үә хәҙис шәрифтәрҙән хөкөмдәр табырға тырышыуы инҡар ителмәҫ, Йәнәбе Аллаһтың уларға рәхмәттәре яуып торһон! Ләкин бәндәләр һорап белһен, аңлаһын тип Ҡиәмәт көнөнә тиклем етерлек хөкөмдәр улар тарафынан өйрәнелгән булыуында бер шик тә юҡ. Әгәр ҙә беҙҙең заманда ла мөжтәһидтәр тарафынан Ҡөрьән һәм хәҙистәрҙән элек алып еткермәй ҡалған һорауҙарға бөгөн дә яуап табыусылар табылһа, был аҙашыу булырмы? Шәриғәт хөкөмдәре тураһында ҡасан һәм кем генә фекер йөрөтмәһен, шәриғәт шәриғәт булып ҡала. Кемдеңдер ниндәйҙер фекер йөрөтөүенә ҡарап ул үҙгәрмәй. Дөрөҫөн генә әйткәндә үҙгәрә тип уйларға кем баҙнат итә ала?
     ”Ижтиһад ишектәре асыҡ. Был фекерҙе тәнҡитләргә теләп йөрөгәндең фекеренә ҡарап ҡына мосолман өммәте лә, ислам да юҡҡа сыҡмаҫ. Ислам ул бөйөклөгө һүнмәҫ һәм һүрелмәҫ дин. Уның һаҡланып ҡаласағы өҫтән вәғәҙә ителгән.
     Үтәлергә тейешле нәмәләрҙең фарыз булыуына ҡарамаҫтан ҡаҡшау тигәнде белмәҫ был терәктәргә: ҡайһы бер заттар, һөжүм итеп кенә торор булһа ла, белһендәр: уларҙың фекерҙәренә дәлил менән ғәҙел яуап биреүселәр табылыр. Улар — мөжтәһидтәр булыр.
     ”Иман ҡапҡаһында юғарыға күтәреүсе ишектәр асыҡ тороу менән генә диндең нигеҙҙәре юҡҡа сығырмы? Хәйер, ялған инаныуҙарға бирелгән төркөмдәр ( уларҙан беҙҙе Аллаһ һаҡлаһын!) был исламдың нигеҙен ҡаҡшата ла, зыян килтерә лә алманы. Киреһенсә, ижтиһадтың ҡанун-ҡағиҙәгә ярашлы булыуы сәбәпле был төркөмдәрҙең аҙашып йөрөүе кире ҡағылып, өммәттә ысын иман нығый барҙы. Ялған иғтиҡадтарҙың йөкмәткеһе мәғлүмәт биреү сараһына ғына әйләнде.
     Был төркөмдәрҙең исемдәре лә, мәзһәбтәренең ниҙән ғибәрәт булыуы, бер дөрөҫкә ун ялған ҡушылған был нәмәләр дини китаптарҙа телгә алынып китмәгән булһа, исемдәре лә ҡалмаған булыр ине.
Дөрөҫөн генә әйткәндә, дин ғалимдары халыҡта бындай иғтиҡадтарға ҡарата асыу һәм килешмәүсәнлек тыуҙырырға мәжбүр иткән тәрбиә алып барһа, бындай төркөмдәр майҙанға ла сыҡмаҫ ине.
     Хәлбуки, файҙаһыҙ мәсьәләләрҙең хөкөмдәре иғтиҡад хөкөмдәренә ҡарағанда бер тиклем еңелерәк тә, түбәнерәк тә тора, дәлилдәр ҙә кәрәк түгел. Шул сәбәпле иғтиҡадҡа арналған мәсьәләләрҙе хәл итеү, кәрәкле дәлилдәр табыу һәм бер ҡарарға килеү өсөн Ҡөрьән шәрифкә мөрәжәғәт итергә кәрәк.
     Иғтибар итегеҙ: ”Ижтиһадтың юҡҡа сыҡҡанын дәғүә итеп йөрөгән таифәнең ислам фикһы тураһында нәшер итеп сығарған китаптарында хөрәфәт ҡатнашмаһы һәм төрлө уйҙырмаларҙан тамам сәләмәтме? Юҡ. Уларҙа шәриғәткә ҡаршы килгән ҡағиҙәләрҙе терәк итеп алыу теләге тулып ята...
     ”Әһле ислам әгәр ҙә берҙәмлек булыуын теләһә, берҙәмлеккә барыу юлын ул Ҡөрьән менән хәҙис-шәрифтәрҙән тапһын.
     Ижтиһад һәм бер һөҙөмтәгә килеп дәлилдәр табыуға булған ихтыяжға бөгөн беҙ үҙебеҙ мохтаж.
     Беҙҙең был заманды Рәсүлулла, ғәләйһи-сәләм, хәҙрәттәре, уның сәхәбәләре һәм тәбиғиндар заманы менән сағыштырһаҡ, айырма үтә лә ҙур. Беҙҙең аралар бит ваҡыт менән генә түгел, илдәр, ерҙәр менән дә ныҡ айырыла. Шул сәбәпле мөжтәһидтәрҙең элек-электән әйтеп килгәндәре бөгөнгө хәл-әхүәлдәргә тап килмәй. Шундай хәлдә тороп ҡалған был быуат халҡына ижтиһад ишектәре ябып ҡуйылһа, эштең нимә менән бөтәсәге һәр кемгә мәғлүм.
     ”Ҡөрьәни шәрифте уҡып, өйрәнеп кенә торған саф күңелле, аҡылдары сәләмәт булған әҙиптәр, уҡымышлы һәм инсафлы зыялылар киләсәк замандарҙа ла Ҡөрьәни Кәримдең бик күп серҙәре асылыр тип өмөт итә. Бының шулай буласағы тураһында Ҡөрьәндең үҙендә лә аяттар бар.
     Шуның өсөн дә әгәр ҙә хөрәфәт менән мәшғүл булғандар ижтиһадҡа бәйләнешле мәсьәләргә лә тулы ирек һәм мөмкинлек бирһәләр, был көндәрҙә хыялда ла булмаған серҙәрҙе күрһәтә белеүсе ғилем нуры ҡояш кеүек балҡып торор, ул ваҡытта ислам шәриғәте франктар шәриғәтенән бер башҡа өҫтөнөрәк тә булыр ине.
     Пәйғәмбәребеҙ, ғәләйһис-сәләм, тарафынан: ”Мин һеҙгә мөжтәһидтәр ҡалдырам, шуларҙың һүҙенә йәбешһәгеҙ, ныҡлап тотонһағыҙ, бер ваҡытта ла аҙашмаҫһығыҙ”, — тигән мәғәнәләге һүҙе риүәйәт итеп һөйләндеме икән?
     Ә бына уның: ”Мин һеҙгә ике нәмә ҡалдырам — улар Ҡөрьән менән минең сөннәтем, — уларға ныҡлап тотонһағыҙ бер ваҡытта ла аҙашмаҫһығыҙ”, — тигән һүҙҙәре бар.
     Был сығанаҡтарға мөрәжәғәт итеүҙең маҡсаты — үҙем өсөн Аллаһтың ризалығына ирешеү генә тип уйларға урын юҡ.
     »Ижтиһадтың юҡҡа сыгыуы тураһындагы фекер исламдың бөйөк бер бәләнән ҡотолоуымы, әллә икенсе бер бәләгә юлығыуына сәбәп булдымы?.
     Был инде ислам тарихы фәлсәфәһенән хәбәре булғандар ҡарамағындағы бер сер. Шуның өсөн дә был турала хөкөм йөрөтөү вазифаһы һәр кемгә тапшырылмаҫ.
     Аллаһы Тәғәлә Ҡөрьәнде Үҙе уйлана белеү, бойорғандарын үтәү, тыйғандарҙан тыйылыу өсөн индергән икән, Ҡөрьәнде Уның ризалығын алыу өсөн генә уҡырға кәрәк тип уйларға бер кемдең дә хаҡы юҡ. Ҡөрьәндең:
     ”Әгәр ҙә үҙегеҙ белмәһәгеҙ, белгәндәрҙән — зекер эйәләренән һорағыҙ...”, тигән аяттарына күҙ һалығыҙ.
                                                                     ”Ән-Нәхл”,”Бал ҡорттары” сүрәһе,43-сө. ”Әл-Әнбиә”,"Пәйғәмбәрҙәр” сүрәһе, 7-се аяттар
     Әһле исламға киң билдәле булған тәфсирҙәрҙе ҡараһаң, мөжтәһидтәрҙең даими рәүештә булып торғанлығы аңлашылыр. Ә бит һәр ваҡыт һәм һәр ерҙә шөбһәгә бирелеп кенә торған кешеләр була. Шулай икән, тимәк, бәндәләр төрлө һорауҙар биреп, яуап алырлыҡ зекер эйәләре лә һәр ваҡыт һәм һәр ерҙә була. Зекер эйәләре тигәндә өммәттең ғалимдары тураһында һүҙ бара тип уйларға кәрәк. Беҙҙең ҡарт бабайҙарырыбыҙ ”ғалим” һүҙен мөжтәһидтең синонимы тип ҡабул иткән был төшөнсә уларға эйәреп йөрөгән мөкәллидтәргә ҡағылмай. Мөжтәһидтәр ҙә мәғсүм — гонаһһыҙ кешеләр түгел, бар уларҙың гонаһы, әммә ул гонаһтар ярлыҡанып ҡына тора. Шулай икән, уларҙың Ҡөрьән һәм хәҙистәр хөкөмөнә тап килеп етмәгән фәтеүәләре лә ҡабул ителәме? Эш шунда, мөжтәһидтәр һәр ваҡыт үҙҙәре лә: "Әйткән һүҙҙәребеҙҙең асылын һәм ниндәй маҡсат менән әйтелгәнен белмәй тороп беҙҙең фәтеүәләрҙе көндәлек тормошта ҡулланмағыҙ”, — тип тыйып ҡына торғандар. Шулай икән, ниндәй дәлил нигеҙле тип аят һәм хәҙистәр бер тарафҡа ҡуйылыр ҙа, мөжтәһид һүҙе яраҡлыға әйләнер?
     Аят һәм хәҙиҫтәрҙең ғәмәлдән сығарылған осраҡтары ла, тәфсирләп биргәндә генә аңлашыла торғандары ла була. Ләкин уларҙың бик аҙ булыуын һәр кем белә. Шуға ла ул бер кемде лә хафаға һалмай.
     Әгәр ҙә мөжтәһид ҡасандыр бер фәтеүә таратып та аҙаҡ уның хаталы икәнен белеп ҡалһа, ул унан үҙе лә баш тарта. Әгәр ҙә беренсе фәтеүә менән икенсеһе араһында байтаҡ йылдар үтеп китһә йәки ҡайһы бер хәҙистәрҙең дөрөҫ йәки дөрөҫ түгеллеге — зәғиф хәҙистәр булыуы мөжтәһидтәргә барып етмәһә, уның мөжтәһид дәрәжәһе зыян күрмәй. Ә инде ошо фәтеүәләргә эйәреп йөрөгәндәр пәйғәмбәребеҙ, ғәләйһис-сәләм, васыяттәрен үтәмәй ялған фәтеүәгә эйәреп киткәндәрҙән була.
     Һөҙөмтә. Иғтибар менән генә тикшереп ҡарағанда дәлилдәре төрлө-төрлө булыуға ҡарамаҫтан төрлө тарафтарға боролғандарҙың да маҡсаттары бер: ”Ижтиһад юҡҡа сыҡты, бынан һуң ул яңынан баш күтәрмәҫ”, — тигәндәр ҙә исламдың юғары күтәрелеүе, өммәтте төрлө һәләкәттәргә илтеүсе ғәмәлдәрҙән һаҡлауҙы маҡсат итеп ҡуя кеүек. Әммә был тыштан ғына шулай төпкәрәк үтеп инһәң, эштең бөтөнләй башҡа булыуын күрерһең.
     Әйткәндәй, һижрәттең дүртенсе-бишенсе быуаттарында кешеләрҙе йәберләп кенә тороуға бирелеп киткән солтандар, залим әмирҙәр әһле исламға баш булып ала. Быларҙың ғәҙәттәре әҙәм һуйыу, малдарын ғанимәт итеп тартып алыу, һуңынан жәриәләре менән мал туҙҙырыу, аҙғынлығы» бирелеп йәшәү булды.
     Дәүләттең киләсәге тураһында уйлап та тормай улар хаҡлыҡ көслөләр ҡулында тигәнерәк итеп йәшәп яттылар
     Мәмләкәт эсендә һәр көн Ҡытай менән Япон араһындағы һуғышка оҡшап, ҡан түгелеп, баш киҫелеп торор ине. Залимлыҡтары өсөн шуларҙы ғәйепләп, ошо әмирҙәрҙең, вәзирҙәрҙең енәйәтен халыҡ алдында фаш итеп тороусылар бары тик ғалимдар ғына булды.
     Шул сәбәпле залимдар ҙа ғалимдарҙан даими рәүештә ҡурҡып йәшәне. Ғилем эйәләренең хатта залимдарҙы урындарынан алып ташлау мөмкилеге булыуын күреп, ҡан эскес солтандар, залим батшалар уларҙың абруйын төшөрөү сараһын эҙләй башланы ла, ниһайәт: "ижтиһад ғалимдарҙың тырышлығы — юҡ ителде, бынан һуң улар ҡалмаясаҡ тип фәтеүә сығарылды. Сөсө телләнеп, был хаҡта улар халыҡ араһында ла таратты. Улар ҡабул иткән ҡарарҙың аҫыл мәғәнәһе — «ғалимдар бөттө” тигән һүҙ ине. Ябай халыҡтың күңелен арбап алыу бер ерҙә үә бер заманда ла еңел булмай. Шуның өсөн дә кеше йәберләүсе солтандар, залим батшалар халыҡты үҙенә ҡаратыу һәм бер һүҙҙә булыу теләге менән: ”Ғалимдар ижтиһадҡа дәғүә итә!” — тип ҡотҡо таратып, ябай халыҡты бер-береһенә лә, ғалимдарға ла ҡаршы ҡуйҙылыр, ә үҙҙәре кәйеф-сафа ҡороп, аҙғынлыҡҡа бирелеп йәшәүҙәрен дауам иттеләр. Шул сәбәптән мөжтәһидтәрҙең күбеһе тыштан ғына булһа ла билдәле бер мәзһәбкә барып ҡушылды, күптәре ошо залимдар булмаған ерҙәргә күсеп китте. Кешеләрҙе ижтиһадтан мәхрүм итеү, ғилем юлдарын ябыу сәбәпле, уй-фекерҙәрҙең һүнеп ҡалыуы, аҙғынлыҡты, булдыҡһыҙлыкты хуплап, юл асып ҡына тороуҙар ислам донъяһында тәрән эҙ ҡалдырҙы.
     Хәҙер килеп күңел күҙе менән генә булһа ла исламдың хәл-әхүәленә ҡарап алығыҙ. Йыһандың берәр мөйөшөндә ислам хаҡына ижтиһад иткән, тырышлыҡ һалған, ғәйрәт күрһәткән берәр кеше күрерһегеҙме?

                                     Кто может выносить решения из Корана и хадисов?
     »Человек, который выводить решения из Корана и Сунны, не имея уровня муджтахида, впадает в грех, даже если он окажется прав” – Имам Навави

     В последнее время всё чаще слышны разговоры о том, что не нужно следовать мазхабам, которым двенадцать с лишним веков следовала вся исламская община.
     В течение этих веков, во времена расцвета исламской науки, когда учёные, многие из которых знали наизусть сотни тысяч хадисов, были подобны океану знаний, все мусульмане во главе с этими признанными учёными следовали за четырьмя имамами и их мазхабами. А ныне, в последнее столетие, когда исламская наука слаба как никогда, а учёные по сравнению с прежними подобны невеждам, появляются люди, утверждающие, что каждый мусульманин вполне может обойтись без того, без чего не обходилась исламская умма всё это время. Со всевозможных трибун и телеканалов, со страниц книг, газет и журналов нас убеждают, что любому мусульманину позволительно толковать Коран и хадисы Пророка (мир ему и благословение), извлекать шариатские законы и решения из священных текстов (Корана и Сунны).
     Подобные призывы преподносятся как побуждение следовать только Корану и Сунне и потому находят отклик у многих людей. Кто-то попадается на эту удочку по незнанию, иные из-за тщеславия (ведь удобно без всяких усилий присвоить себе самый большой уровень исламской науки).
     Слышатся провокационные вопросы: «Хоть имамы мазхабов и достигли уровня иджтихада, всё же они не пророки и могут ошибаться. А Кyр`ан – это речь Аллаhа, хадисы – это слова Пророка (мир ему и благословение), и в них не может быть ошибок. Зачем же нам следовать за учёными, которые могут ошибаться, не следуя Кyр`ану и Сунне, убережённым от ошибок?».
     Ответим так: да, в Ку`ране и хадисах не может быть ошибок, а вот в нашем понимании Кyр`ана и хадисов их может быть предостаточно. Следование же учёным и муджтахидам ограждает нас от опасности ошибиться.
     Во-первых, имамы этих мазхабов учились у тех, которые были учениками сподвижников, приобретавших знания непосредственно у Пророка (мир ему и благословение).
     Во-вторых, имамы мазхабов – это не просто четыре человека. Это четыре человека, за которыми более тысячи лет следует вся исламская умма (община). Все – и учёные, и простой народ – единогласно придерживались и придерживаются этих мазхабов. Разве не полнейший абсурд – предлагать отказ от уже устоявшегося веками порядка и подвергать себя риску ошибки?
     В-третьих, ошибка учёного, достигшего соответствующего уровня, не бывает подобной ошибке обычного учёного или простого человека. Пророк (мир ему и благословение) говорит:
إذا حكم الحاكم فاجتهد ثم أصاب فله أجران، وإذا حكم فاجتهد ثم أخطأ فله أجر، رواه مسلم، في كتاب الأقضية، في باب بيان أجر الحاكم إذا اجتهد فأصاب أو أخطأ
     «Когда хаким выносит решение, используя иджтихад, и оказывается прав, он получает два вознаграждения. А если он выносит решение, используя свой иджтихад, и оказывается не прав, то он получает одно вознаграждение» (хадис передан Муслимом: глава о шариатских решениях, раздел разъяснения воздаяния за правильный и неправильный иджтихад хакима).
قال النووي في «شرح مسلم» : فأما من ليس بأهل للحكم فلا يحل له الحكم ، فإن حكم فلا أجر له بل هو آثم ، ولا ينفذ حكمه ، سواء وافق الحق أم لا ؛ لأن إصابته اتفاقية ليست صادرة عن أصل شرعي فهو عاص في جميع أحكامه ، سواء وافق الصواب أم لا ، وهي مردودة كلها .
     Комментируя этот хадис, имам ан-Навави пишет, что все учёные единогласны в том, что человек, который выводит решения из Кyр`ана и Сунны, не имея уровня муджтахида, впадает в грех, даже если он окажется прав, потому что это просто совпадение, а не шариатское решение.
     Следовательно, все его решения ошибочны, даже если они совпадут с действительностью (См. «Шарху-ль-Муслим»).
     Таким образом, мукаллид (не достигший уровня муджтахида) должен следовать одному из имамов, достигших уровня иджтихада, как это делали все признанные учёные нашей уммы.
     Всевышний Аллаh разделил людей на две категории: знающие и незнающие. В Кyр`ане говорится:
                            (قل هل يستوي الذين يعلمون والذين لا يعلمون) أي لا يستويان كما لا يستوي العالم والجاهل، سورة الزمر 9، من تفسير الجلالين
     Смысл: «Сравняются ли те, которые знают, и те, которые не знают?» (сура «Аз-Зумар», аят 9). В толковании Джалалайни говорится, что невежда и учёный не могут быть равными.
     В другом аяте говорится:
فَاسْأَلُوا أَهْلَ الذِّكْرِ إِنْ كُنْتُمْ لَا تَعْلَمُونَ، (سورة الأنبياء 7)
قال القرطبي في تفسيره : لم يختلف العلماء أن العامة عليها تقليد علمائها ، وأنهم المراد بقول الله عز وجل: { فَسْئَلُوا أَهْلَ الذِّكْرِ إِنْ كُنْتُمْ لا تَعْلَمُونَ } ، وأجمعوا على أن الأعمى لا بدّ له من تقليد غيره ممن يثق بتميزه بالقبلة إذا أشكلت عليه ، فكذلك من لا علم له ولا بصر بمعنى ما يدين به لا بد له من تقليد عالمه ، وكذلك لم يختلف العلماء أن العامة لا يجوز لها الفتيا ، لجهلها بالمعاني التي منها يجوز التحليل والتحريم .
     Cмысл: «Спрашивайте знающих, если вы не знаете» (сура «Аль-Анбия», аят 7).
     Толкователь Кyр`ана аль-Куртуби говорит: «Между учёными (всех четырёх мазхабов. – Прим. пер.) нет разногласий в том, что простой народ обязан следовать за своими учёными и что это подразумевается в приведённом аяте. Также нет разногласий в том, что слепой обязан следовать за осведомлённым, надёжным зрячим человеком в вопросе определения киблы (стороны, куда обращаются лицом при совершении обязательной молитвы). Точно так же с тем, кто совершает поклонение, не понимая смысла, – такой человек обязан следовать за своим учёным. Не расходятся мнения учёных и в том, что простому человеку непозволительно издавать фетвы (выносить шариатские решения, отвечать на шариатские вопросы), потому что он не знает положений, по которым можно что-то разрешить или запретить в Исламе».
     Ученые имеют степени и уровни. Простой человек, не знающий ничего, следует за более осведомлённым, а тот – за простым учёным, перенявшим знания больших учёных прежних веков. Те, в свою очередь, придерживались слов и правил своих предшественников, следовавших за одним из четырёх имамов, достигших уровня иджтихада, при котором можно самостоятельно извлекать законы и решения из священных писаний. Но у этих четырёх имамов тоже были свои учителя. Они учились даже друг у друга. Имам Ахмад был учеником имама аш-Шафии, который учился у имама Малика и учеников Абу Ханифы – Абу Юсуфа и Мухаммада бин Хасана аш-Шайбани. Сам Абу Ханифа учился у Хаммада, который получал знания у сподвижников Пророка (мир ему и благословение).
     Абу Ханифа также имел честь перенимать знания у некоторых сподвижников, среди которых был известный сподвижник Анас бин Малик (да будет доволен им Аллаh). Все эти имамы несколькими цепочками, посредством двух или даже одного учителя, были связаны с Пророком (мир ему и благословение). Таким образом, хотя все имамы имеют различные мнения по второстепенным вопросам, они тесно связаны друг с другом в основах и приобретении знаний.
     Из всего сказанного вытекает, что знающие – это люди, достигшие такого уровня знаний, при котором они могут извлекать правильные решения из Кyр`ана и Сунны. Их называют муджтахидун мутлак (абсолютный муджтахид). Эти люди не имеют права следовать за другими и должны сами выводить решения из Кyр`ана и Сунны.
     Незнающими в данном случае названы люди, которые не достигли такого уровня. Они должны следовать за теми, кто достиг уровня муджтахидун мутлак, и не имеют права самостоятельно выводить решения из Кyр`ана и Сунны. Таких людей называют мукаллид, т. е. последователями.
     К чему может привести призыв оставить следование за учёными
     Если вам дадут в одну руку скальпель, а в другую – признанную всеми медиками книгу, и попросят сделать операцию самому дорогому для вас человеку, станете ли вы делать это? Причём если вокруг – множество врачей, способных легко справиться с этой операцией? Станете ли вы подвергать очевидной опасности своего любимого человека? Ответ очевиден.
     Верующий человек должен осознать, что гибель его религии намного опаснее, чем гибель его тела. Человеку, который без соответствующих знаний начнёт толковать священные тексты, грозит опасность, о которой говорил Пророк (мир ему и благословение):
                              (من قال في القرآن برأيه فليتبوأ مقعده من النار،) رواه الترمذي ، في كتاب تفسير القرآن، باب ما جاء في الذي يفسر القرآن برأيه
     «Тот, кто будет толковать Кyр`ан по своему разумению (не имея необходимых знаний), пусть готовит себе место в Аду» (передал ат-Тирмизи: глава толкования Кyр`ана, раздел о том, кто толкует Коран по своему разумению).
قال المناوي في «فيض القدير» في شرح الحديث (( اتقوا الحديث عني إلا بما علمتم … ومن قال في القرآن برأيه )) أي من شرع في التفسير من غير أن يكون له خبرة بلغة العرب ووجوه استعمالاتها في نحو حقيقة ومجاز ومجمل ومفصل وعام وخاص وغير ذلك من علوم القرآن ومتعلقات التفسير وقوانين التأويل (( فليتبوأ مقعده من النار )) المعدة في الآخرة لأنه وإن طابق المراد بالآية فقد ارتكب أمرا فظيعا واقتحم هولا شنيعا حيث أقدم على كلام رب العالمين بغير العالمين بغير إذن الشارع ومن تكلم فيه بغير إذنه فقد أخطأ وإن أصاب
     Аль-Манави в книге «Файз аль-Кадир», толкуя этот хадис, говорит: «Кто станет толковать Кyр`ан, не зная арабский язык и все его особенности и понятия, такие как прямое и косвенное, краткое и удлинённое, обобщённое и обособленное, а также коранические науки, связанные с толкованием Кyр`ана, тот пусть готовит себе место в Аду. Оно уготовано ему на том свете, даже если его толкование окажется правильным, ибо он совершил ужасную вещь и подверг себя великой опасности тем, что отважился толковать речь Господа всех миров, не используя знания учёных (не прибегая к их толкованиям), [а следовательно,] без разрешения свыше. А кто будет толковать речь Всевышнего без Его разрешения, тот считается ошибающимся, даже если [случайно] окажется прав».
     Это подтверждает и хадис Пророка (мир ему и благословение), в котором сказано:
قال رسول الله صلى الله عليه وسلم : (( من قال فى كتاب الله عز وجل برأيه فأصاب فقد أخطأ )) ، رواه أبو داود في كتاب العلم ، باب الكلام فى كتاب الله بغير علم :
( من قال في القرآن برأيه ) أي بما خطر في ذهنه من غير دراية بالاصول ولا خبرة بالمعقول والمنقول ( فأصاب ) أي وافق هواه الصواب دون نظر في كلام العلماء ومراجعة القوانين العلمية ( فقد أخطأ ) في حكمه على القرآن بما لم يعرف أصله وشهادته على الله بأن ذلك مراده أما من قال بدليل أو تكلم على وجه التأويل فغير داخل في هذا الخبر .
     «Кто станет толковать [что-либо] из Корана по своему мнению [без необходимых знаний] и сказанное им окажется правильным, он считается ошибившимся [в своём принятом решении и сказанном слове, ведь он наговаривал на Аллаhа]» (Хадис передал Абу-Давуд: глава знаний, раздел ведения разговора о Книге Аллаhа без знаний. Толкование дано по книге «Файз аль-Кадир», раздел буквы «мим».)
     Такая же участь ожидает и того, кто возьмётся толковать хадисы Пророка (мир ему и благословение), не имея необходимых знаний, ведь речь Пророка (мир ему и благословение) тоже является вторым по значимости священным текстом, основой законодательства в Исламе. Взявшегося толковать хадисы таким образом касаются слова Пророка (мир ему и благословение):
(( من كذب علي فليتبوأ مقعده من النار )) ، رواه البخاري ، في كتاب العلم ، في باب إثم من كذب على النبي صلى الله عليه وسلم .
قال النووي في «شرح مسلم» ، في المقدمة :
وأما الكذب فهو عند المتكلمين من أصحابنا : الإخبار عن الشيء على خلاف ما هو ، عمدا كان أو سهوا ، هذا مذهب أهل السنة .
     «Кто умышленно возведёт клевету на меня, пусть готовит себе место в Аду» (передал имам аль-Бухари: глава знаний, раздел о грехе возведения клеветы на Пророка (мир ему и благословение)).
     Имам ан-Навави в предисловии к толкованию версии имама Муслима говорит: «Некоторые учёные полагают, что клеветать – значит рассказывать что-либо не так, как оно есть на самом деле, случайно или умышленно. В другой версии говорится, что если человек сделает это случайно (неосознанно), то ему не будет греха».
     Согласно мнению некоторых учёных, даже если человек случайно возведёт клевету на Пророка (мир ему и благословение) он попадает в большой грех. Что касается греха, то ан-Навави говорит: «Кто умышленно возведёт клевету на Пророка (мир ему и благословение), тот считается совершившим большой грех. Если он сочтёт это дозволенным, то он впадает в неверие» (см. в начале толкования имама ан-Навави к сборнику Муслима).
     Таким образом, выясняется, что из-за неправильного понимания Кyр`ана и Сунны человек может впасть в заблуждение.
                     Материал: Магомедариф Рамазанов, old.muslim.kz/ru/article/1744-opasnost-prizyva-ostavit-mazhabyfunction-return-thisthisreplace.html
     

     Основными источниками религии Ислам являются Коран, Cунна, иджма и кияс.
     Коран – это речь Всевышнего Аллаха.
     Сунна – слова и поступки Пророка (мир ему и благословение), а также то, что он одобрял.
     Иджма – единогласное решение учёных Ислама. Стоит отметить, что не каждый назвавший себя учёным является таковым на самом деле, и не каждый, кого люди считают учёным, на самом деле может соответствовать этому званию.
     Кияс – сравнение по аналогии.
     Как видите, из сказанного выше уже очевидна ошибочность призыва следовать только Корану и Сунне. Ведь помимо этих священных текстов исламское право и законодательство основывается также на иджма и на киясе. И как теперь быть тем миллионам мусульман, которые даже понятия не имеют, что в Исламе помимо Корана и хадисов есть ещё два других довода? Как можно призывать таких людей принимать решения исходя из священных текстов? Ведь для того, чтобы мусульманин оставался на правильном пути и не преступил границ Шариата, все его действия должны соответствовать этим источникам. А что происходит сегодня? Кто-то только принял Ислам, другой сегодня начал молиться, третий пару лет учился арабскому языку, и все они начинают извлекать законы и решения из священных источников. Это непозволительно, недопустимо!
     Если кто-то наденет белый халат, выучит десятки, сотни или даже тысячи медицинских терминов и станет называть себя врачом, многие могут поверить ему. Но увидев его в деле, все поймут, что он шарлатан. Так и в исламской науке. Человек, прочитавший перевод Корана или хадисов, изучавший арабский язык, а может, и несколько наук, начинает возносить себя до самого высокого уровня в исламской науке – уровня иджтихада (этот уровень имели четыре имама – Абу Ханифа, Малик, аш-Шафии и Ахмад). Подобно тому «врачу» — шарлатану, они хотят представить себя учёными, способными извлекать решения из священных писаний. Но когда видишь их в деле, выясняется, кто они есть в действительности.
     Чтобы это выяснить, достаточно задать несколько вопросов о религии и попросить привести доводы из Корана и хадисов. К примеру, вы встречаете человека, который призывает следовать Корану и Сунне. Он приводит множество аятов и хадисов и, ссылаясь на них, называет кого-то заблудшим, кого-то неверным. Но спросите у него, как нужно прочитать намерение, скажем, для обеденной молитвы. Если он ответит, уточните, в каком аяте или хадисе содержится довод в пользу того, что данное намерение читается именно так. Вы убедитесь, что он не может найти в аятах и хадисах обоснования даже для обязательного намаза. Сколько ракаатов у того или иного намаза? Сколько в намазе обязательных действий (арканов)? Пусть подтвердит свои ответы доводами из хадисов или Корана. Уверяю вас, он не сможет это сделать. Ни его учителя, ни учителя его учителей тоже не смогли сделать это.
     К чему говорить о нём и о его учителях, пусть примером вам будут великие учёные. Имам ан-Навави, Ибну Кудама аль-Макдиси, аль-Карафи, аль-Хаскафи, ас-Субки, Ибн Хаджар аль-Аскалани, Ибн Хаджар аль-Хайтами, ар-Рамли и другие величайшие умы всех времён и народов были последователями одного из четырёх имамов. Никто из них не осмеливался претендовать на иджтихад. Все они придерживались одного из четырёх мазхабов и не перескакивали беспорядочно от одного к другому. Все перечисленные учёные жили сотни лет назад. Они признаны всей исламской уммой. Ими написаны десятки, а то и сотни томов, многие из которых не под силу понять нынешним учёным. Их научные трактаты были и остаются непревзойдёнными шедеврами. Ознакомившись с биографиями этих учёных, вы будете поражены их богобоязненностью, честностью, скромностью и высоким благонравием. Если мазхабов придерживались такие корифеи, то что говорить о нас, ведомых страстями?!
     Мы должны осознавать, что Коран – это не простая книга, это речь Всевышнего Аллаха, включающая все науки, всё, что было и что будет. Об этом говорит и сподвижник Пророка (мир ему и благословение) Ибн Масуд (да будет доволен им Аллах):
قال ابن مسعود رضي الله عنه : من أراد علم الأولين والآخرين فاليتدبر القرآن، رواه السيوطي في «جامع الأحاديث»، باب الميم، ورواه الإمام أحمد في «الزهد»، وغيرهما .
     «Кто желает овладеть наукой предыдущих и последующих поколений, пусть размышляет над Кораном» (передано ас-Суюти в книге «Джамиу аль-ахадис», имамом Ахмадом в книге «Аз-Зухд» и другими).
     Обратившись к толкованиям Корана, мы увидим, что их можно разделить на несколько групп, имеющих разную направленность:
     1) толкования, призванные разъяснить вопросы вероучения и опровергнуть заблудших; примером их является тафсир Фахруддина ар-Рази;
     2) толкования, разъясняющие науку очищения нафса от низменных качеств (науку суфизма и ат-тазкийи), такие как тафсир имама аль-Кушайри;
     3) толкования по фикху (исламскому праву); кроме того, учёными каждого мазхаба написаны толкования Корана, соответствующие их направлению. Например, Ибн Араби аль-Малики написал толкование, соответствующее мазхабу имама Малика. А в толковании аль-Куртуби приведены мнения учёных всех четырёх мазхабов;
     4) толкования, основанные на хадисах, в которых приводятся непосредственно хадисы, а также высказывания сподвижников и их последователей; примером таких толкований являются тафсиры ат-Табари, Ибн Касира и «Ад-Дурр аль-мансур» ас-Суюти.
     В каждом из этих тафсиров (а это многотомные труды, от шести до тридцати четырёх и более томов) мы находим то, чего нет в другом. Каждый автор придерживается своей методики в зависимости от научного направления.
     Толкование Корана – это лишь одна ветвь раздела исламских наук. Есть ещё и другая наука, которая называется улюм аль-Куран (коранические науки). Предметом изучения этой науки являются особенности Корана: красноречие, мудрость коранических историй, мудрость расположения сур и т. д. Наука асбаб ан-нузул изучает историю каждого аята (стиха): когда, почему и при каких обстоятельствах он был ниспослан. По каждой из коранических наук написаны многотомные труды. Необходимо отметить, что к указанному разделу не относится наука извлечения решений из Корана. Это совсем другая дисциплина, которую называют Ильм аль-усуль.
    Теперь можно задать риторический вопрос: разве позволительно человеку извлекать законы и решения из Корана, если он не имеет должных знаний по этим и другим наукам? Более того, большинство мусульман не имеют даже представления о сущности перечисленных коранических наук.
        Хадисы
     Что касается речи Посланника (мир ему и благословение), то и она имеет очень глубокий смысл. Пророк (мир ему и благословение) в своём хадисе говорит:
                                                                                                                            أعطيت جوامع الكلم، رواه مسلم
     «Всевышний Аллах дал мне содержательную речь (джавами уль калими)» (передаёт имам Муслим в своём «Сахихе»).
Рассмотрим этот вопрос с научной точки зрения. Мы уже говорили, что речь Пророка (мир ему и благословение), его действия, всё, что он одобрял, – это довод Шариата и основа законодательства Ислама. Записав всё это со слов достоверных передатчиков, величайшие учёные Ислама составили множество книг. Это всемирно известные сборники хадисов: Муснады имама Ахмада, аш-Шафии и Абу Ханифы, «Муватта» имама Малика, сборники аль-Бухари, Муслима, Абу-Давуда, ат-Турмузи, ан-Насаи, Ибн Маджи, Ибн Хиббана, Ибн Хузаймы, Хакима, ат-Табарани, аль-Байхаки, Мунзири, Хайсами и многих других. Это сотни томов. Для того чтобы извлечь какие-либо решения из хадисов, необходимо знать большое их количество. Имам Ахмад знал наизусть свыше миллиона хадисов вместе с именами всех передатчиков.
     Имам аль-Бухари говорил, что включил в свой сборник около четырёх тысяч хадисов, отобрав их из шестисот тысяч. Но даже при этом аль-Бухари был последователем шафиитского мазхаба (см. «Табакат аш-шафиия аль-Кубра» ас-Субки). Того же мазхаба придерживался Джалалуддин ас-Суюти, который знал наизусть двести тысяч хадисов.
     Есть и наука, которая занимается толкованием хадисов. Так, на сегодняшний день известно более 130 книг толкований сборника хадисов аль-Бухари. Тех же, что не дошли до нас, ещё больше. Такие же толкования есть и к сборнику Муслима.
     Наука мусталах аль-хадис (хадисоведение) изучает уровни хадисов: достоверные, менее достоверные, слабые, вымышленные и т. д.
     Далее идёт знание об уровне передатчиков хадисов – Ильм ар-риджал. Среди хадисоведов только лучшие из лучших имеют право распознать уровень достоверности или слабости рассказчика хадиса.
     Напомню ввиду их важности о двух фактах, которые мы отмечали, рассказывая о Коране:
     1. Все науки, связанные с хадисами, изложены в сотнях томов. Это глубочайший океан, глубин которого нашим современникам не достичь. Вряд ли найдётся в современном мире человек, знающий наизусть тысячу или хотя бы сотню хадисов. Ведь знать один хадис – значит не просто цитировать его текст наизусть, но и знать всю цепочку передатчиков: когда жил каждый из них, когда умер, каков его уровень. Есть ли сегодня учёный, знающий таким образом хотя бы десять хадисов? Мы даже не знаем даты рождения наших современных учёных.
     2. Всё перечисленное выше не есть наука извлечения решений из хадисов. Методика извлечения решений из хадисов изложена в книгах науки Усуль.
     И пусть теперь тот, кто считает себя вправе извлекать решения из хадисов, задумается: способен ли он на это?
     Приведём пример. Попробуем, основываясь на своём знании хадисов, ответить на следующий вопрос: если в ведро воды попала капля крови или мочи, считается ли эта вода чистой и пригодной для использования в ритуальном омовении? Ответ будет такой: естественно, если в ведро попали капли крови или мочи, вода в нём оскверняется.
     Приведём достоверный хадис, рассказанный Ибн Хиббаном и другими. Пророк (мир ему и благословение) сказал:
                                                                                                   الماء لا ينجسه شيء، رواه ابن حبان في صحيحه في باب المياه
     «Воду ничто не оскверняет».
     Что скажете теперь? Придётся отказаться от нашего мнения и признать, что вода в ведре чистая, ведь Пророк (мир ему и благословение) говорит, что вода ни от чего не становится грязной. Но этот хадис ограничен другим хадисом, в котором сказано, что вода не становится грязной, если не изменился её цвет, вкус и запах. Это и принимается во внимание в мазхабе имама Малика. В другой версии хадиса говорится, что вода не становится грязной, если её много (около 216 литров).            Основываясь на этом, учёные шафиитского мазхаба утверждают, что вода не считается грязной, если при прочих условиях её не меньше 216 литров. Если же в ёмкости меньше 216 литров воды, то она оскверняется, даже если её цвет, вкус и запах не изменились.
     Может ли дать такое разъяснение человек, не достигший высокого уровня в религиозных знаниях? Конечно, нет.
                                                                                                                                            http://islamdag.ru/verouchenie/22892

     Өҫтән яҙылғандарҙан шуныһы аңлашыла: беҙҙең, бер кемдең дә хаҡы юҡ Ҡөръәндән һәм хәҙистәрҙән хөкөм сығарырға. Ауыҙыбыҙҙы самалап асайыҡ, әйтерен уйлайыҡ, һәм яҙғандар өсөн Ҡиәммәт көнөндә Аллаһ алдында яуаплы булмайыҡ. Диндең шәриғәт хөкөмдәрен боҙмайыҡ. Белмәгәнеңә белмәйем тип әйтеү хәйерле.
     Барыбыҙҙы ла Аллаһ яңылыш юлдан һаҡлаһын, тура юлға баҫтырһын.