Архив рубрики: вәғәздәр

Дингә саҡырыу

                                                                     Дингә саҡырыу

   Пәйғәмбәребеҙҙең төп вазифаһы – дингә саҡырыу булған. Уның вариҫтарының – ғалимдарҙың, муллаларҙың да вазифалары шул уҡ. Мәсет төҙөү, мәжлестәргә йөрөп исем ҡушыу, никах уҡыу ғына түгел. Был ғәмәлдәрҙең барыһының сәбәбе бер – динебеҙгә саҡырыу. Был булмаһа, мәжлескә йөрөгән муллалар файҙаһыҙ булалар. Уларҙы йәштәр көлөп “шурпаедтар” тиҙәр. Ә һәр ысулды ҡулланып, бер генә хәҙисте аңлатһаң да, хатта бер генә кешене булһа ла вәғәзләһәң, пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләмдең вариҫтары кеүек булабыҙ.
   Пәйғәмбәребеҙҙең ғәләйһис-сәләм беҙгә ғилем генә ҡалдырмаған, ул үҙенең Сөннәтен дә ҡалдырған. (Сөннәт – юл, йәшәү торошо, ынтылышы тип тәржемә ителә.) Ғилем алып, фетнәгә сумыусылар тап ошо икенсеһен, пәйғәмбәребеҙҙең ғәләйһис-сәләмдең юлын аңламағандар. Ғилем генә етмәй, Мөхәммәд пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләмдең тырышлығы ҡайһы яҡҡа таба булғанын аңларға кәрәк.
   Шуныһы ап-асыҡ — пәйғәмбәребеҙҙең ғәләйһис-сәләм менән осрашҡан халыҡта дуҫлыҡ-татыулыҡ, рәхмәт-мәрхәмәт артҡан. Тауыш-ғауғалар бөткән, тиҫтәләгән йылдар аралашмаған дошмандар бер-беренә ҡул бирешкән.
   Мәккәнән Мәҙинәгә һижрәт ҡылғас, пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм иң беренсе ике халыҡты дуҫлаштырырға керешкән. Мәккә халҡы ҡаты, тупаҫыраҡ, Мәҙинәнекеләр йомшаҡ, яғымлыраҡ булғандар. Улар бер-береһенә өйләнешкәндәр, урта эш ҡылғандар. Төрлө ваҡиғалар булған, ләкин уларҙы пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм һәр ваҡыт тынысландырып торған. Сөнки динебеҙ – тыныслыҡ дине.
   “Ислам” һүҙенең дә мәғәнәһе “сәләм” һүҙенән икәне мәғлүм. Ә, “Әссәләмү ғәләйкүм” тигән һүҙҙе хатта кафырҙар ҙа киноларҙа “мир вам” тип тәржемә итәләр. “Мир, благоденствие, покой” тип тәржемә ителә. Тимәк ҡайҙа дин булһа, шунды тыныслыҡ килеп урынлаша. Кеше дингә, холҡо яҡшыра, әйткән һүҙҙәрен уйлап һөйләй башлай. Әгәр түрә дингә килһә, коррупция бөтә, иҙән йыуыусы килһә, таҙалыҡ арта...
   Ләкин күптәр үҙен генә белә. Үҙе мәсеткә йөрөй, балалары, яҡындары йөрөмәй. Уларҙы намаҙға баҫтырыуҙы ситкә ҡуя, “үҙҙәре килер әле” ти. Уларҙы дингә өндәүҙең сауабы бик күп икәнен белмәй генә. Ҡайһылар быны аңлап та еткермәйҙер. Ә пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм әйткән бит:
                                    من أسلم على يديه رجل دخل اجلن
   “Кемдең ҡулынан (дәғүәтенән) исламға берәйһе керһә, йәннәткә керер”. Ожмаһҡа кереүҙең юлы шул! Хәҙер белдегеҙ, тырышығыҙ.
   Кемде лә булһа, мәсеткә ылыҡтырырға тырышығыҙ! Ҡулынан тотоп мәсеткә килтерегеҙ, үҫеп наркоманға, эскесегә әйләнгәс һуң булыр...

хәҙрәт Ильшат Хафизи, проповеди на башкирском языке, ссылка: https://vk.com/public160608301

Кемдәр Ҡиәмәттә шәфәғәт ҡыла?

                                           Кемдәр Ҡиәмәттә шәфәғәт ҡыла?

   Шәфәғәт – ул Ҡиәмәт ваҡытында теләгән кешеңде йәһәннәмдән һаҡлап алып ҡалыу. Был шәфәғәт иманһыҙҙарға булмаясаҡ. Иман әһелдәре булып та, гонаһтары тамуҡҡа керетерлек булғандарға буласаҡ.
   1. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм үҙе теләгән мосолмандарҙы тамуҡтан шәфәғәт ҡылып алып ҡала. Шулай уҡ башҡа пәйғәмбәрҙәр ҙә үҙ ҡәүемдәренә шәфәғәт ҡыласаҡ.
   2. Шаһит үлеме менән үлгән мосолмандарға. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм әйткән: “Шаһит үҙенең ғаилә әһелдәренән 70 кешегә шәфәғәт ҡыла ала”.
   3. Динебеҙҙең ғалимдарына. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм әйткән: “Өс төркөм кешеләргә Ҡиәмәттә шәфәғәт ҡылыу бүләк ителәсәк: пәйғәмбәрҙәр, ғалимдар һәм шаһиттар.” (Ибн Мәджәһ, хәҙис 4304)
   4. Ҡөрьән хафиздарға. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм әйткән: “Кем Ҡөрьәнде ятлап, уның буйынса, хәләлде хәләл тип танып, харамды харам тип танып йәшәгән мосолманға үҙ ғаилә әһелдәренән тамуҡҡа дусар ителгән 10 кешегә шәфәғәт ҡылырға рөхсәт ителде.” («Шуғубуль-Имән» Әл-Бәйхаҡы, хәҙис 2693)
   5. Мәзиндәргә. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм әйткән: “Ҡиәмәттә иң беренсе булып пәйғәмбәрҙәргә, һуңынан ғалимдарға, һуңынан шаһиттарға, һуңынан мәзиндәргә шәфәғәт ҡыларға рөхсәт ителәсәк.” («Муснәд» Әль-Баззар, хәҙис 372).
   6. Хажиға. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм әйткән: “Кем хаж ҡыла, уға ғаилә әһелдәренән 400 кешегә шәфәғәт ҡылырға мөмкинселек бирелә. Уның гонаһтары яңы тыуған балалай ғәфү ителә.”
(«Муснәд» Әль-Баззар, хәҙис 3196).

хәҙрәт Ильшат Хафизи, проповеди на башкирском языке, ссылка: https://vk.com/public160608301

Исламда дуҫлыҡ

                                                                Исламда дуҫлыҡ

   Ҡиәмәттә, Мизан ваҡытында, бер кешенең ожмаһҡа керер өсөн әҙ генә әжер-сауабы етмәҫ. Ул Аллаһ Тәғәләнән ялбарыр: “Бер аҙ ваҡыт бир, мин етмәгән әжер-сауапты табырмым”, — тип. Ул әсәһенә барыр, унан әҙ генә әжер һорар. “Эй әсәйем! Һинең балаңа тамуҡҡа кермәҫ өсөн әҙ генә сауап етмәй. Мине ҡотҡар, әҙ генә сауабыңды бирһәңсе”, — тиеп ялбарыр. Ләкин әсәһе уға: “Эй улым! Һин ҡурҡҡандан, мин дә ҡурҡам. Һиңә әжерҙәремдән бер нәмә лә бирә алмам”, — тиер. Һуңынан атаһына барып ҡарар, ләкин унан да шундай уҡ яуап алыр. Туғанларына, һеңлеләренә, хәләл ефетенә барып та әжерһеҙ ҡайтыр, берһелә, бер әжер ҙә уға бирмәҫ. Инде ҡотолап булмаҫына, Тамуҡҡа эләгеренә ҡайғырып кире Аллаһ Тәғәләгә барғанда мәсеткә бергә йөрөгән, Аллаһ ризалығы өсөн бергә намаҙ уҡыған ҡәрҙәшен осратыр үә уға үҙ ҡайғыһын һөйләп бирер. Шул саҡта дин ҡәрҙәше уға: “Миңә әле Хисап булманы, бәлки миңә лә әжер-сауаптарым етмәҫ. Икебеҙ ҙә тамуҡҡа кергәнсе, һин булһа ла ожмаһҡа кер”, — тип уға үҙенең бөтөн әжерҙәрен бирер. Аллаһ алдына әжер-сауаптар менән һөйөнөп был мосолман килер ҙә уны ожмаһҡа керергә рөхсәт ителер. Инде ожмаһ ишегенә килеп баҫҡас, ауаз ишетә: Читать далее →

Ахырзаман ғәләмәттәре...

                                                     Ахырзаман ғәләмәттәре...

     Кескенә ваҡытта әбейҙәребеҙ: «Ахырызаман ҡаршыһында тимер ҡоштар осар, өйҙә йәнһеҙ кешеләр һөйләр, әҙәмдәрҙең ояты китер», — тип әйтә инеләр. Ҡаршыларына оноҡтарын ултыртып, хикмәтле абыстайҙарыбыҙ көндәрҙән бер көндө донъяның бөтәһен, бөйөк хөкөм көнөнөң киләһен, ҡылған ғәмәлдәре өсөн яуап тотаһы кескенәнән күңелдәренә һеңдереп, иман орлоҡтарын һалып ҡалырға тырышҡандар. Бәлки, ул ғәләмәттәрҙең ҡайберҙәре әбей-бабайҙарыбыҙ үҙҙәре лә күреп бөтөрмәгәндер. Ысынлап та, бынан 1400 йыл элек йәшәгән Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәҙәти булмаған кеше, ул Аллаһтан килгән ғилем менән киләсәктә ниҙәр булаһын, ахырзаманда кешеләрҙең ниндәй йәмғиәттә йәшәйәсәген әйтеп ҡалдырған. Был уның бер яҡтан хаҡ Пәйғәмбәр икәнен күрһәтһә, икенсе яҡтан беҙгә даими Ҡиәмәттең киләһен, донъя тормошоның туҡтаясағын иҫебеҙгә төшөрә. Читать далее →

Ураҙа айының фазиләттәре

                                           Ураҙа айының фазиләттәре

                                                            Беренсе хөтбә
    Бына беҙ Рамаҙан айының бер нисә көнөн оҙатып ебәрҙек. Тотҡан ураҙаларыбыҙҙы Аллаһ Тәғәлә ҡабул итеп алһын, әмин. Был ай мосолмандар өсөн иң мөһим айҙарҙың береһе, сөнки унда динебеҙҙең биш рөкөнөнөң береһе — фарыз ураҙа үтәлә. «Эй һеҙ, иман килтергәндәр! һеҙгә тиклем йәшәгән кешеләргә бойоролған кеүек, һеҙгә лә ураҙа тотоу фарыз ителде — Аллаһтан ҡурҡыусыларҙан булыуығыҙ өсөн», — тиелгән Ҡөрьәндә, («Һыйыр» сүрәһе, 183 аят).

     Көслө хәҙистә әйтелгәнсә: «Ислам биш рөкөнгә нигеҙләнгән: 1) “Аллаһтан башҡа илаһ юҡ, һәм Мөхәммәт — Уның рәсүле” тип шәһәдәт итеү, 2) намаҙ уҡыу, 3) Рамаҙан айында ураҙа тотоу 4) зәкәт түләү, һәм 5) Аллаһ йортона хаж ҡылыу» (Әл-Бүхари, Мүслим хәҙис йыйынтыҡтарынан). Ниндәйҙер өйҙөң бер рөкөнө (нигеҙ ташы) йығылһа, ул өй ҙә емереләсәк. Шулай уҡ Рамаҙан айындағы ураҙаны инҡар иткән кеше — намаҙ уҡыһа ла — диндән сығып китә. Рамаҙан ураҙаһын еренә еткереп тотҡан кеше бынан алдағы гөнаһтарынан таҙарынасаҡ: «Кем Рамаҙан ураҙаһын ныҡлы иман һәм биреләсәк сауапҡа тулы өмөт менән тотоп сыҡһа, шуның бынан алда булған гөнаһтары ғәфү ителер. Кем Рамаҙан айында ныҡлы иман һәм биреләсәк сауапҡа тулы өмөт менән намаҙҙарҙы ҡылһа, шуның бынан алда булған гөнаһтары ғәфү ителер. Кем Ҡәҙер кисендә ныҡлы иман һәм биреләсәк сауапҡа тулы өмөт менән намаҙҙарҙы ҡылһа, шуның бынан алда булған гөнаһтары ғәфү ителер», — тиелгән хәҙистә. (Әл-Бүхари, Мүслим хәҙис йыйынтыҡтарынан). Читать далее →

Рамаҙан айының фазиләттәре

                                             Рамаҙан айының фазиләттәре

                                                              Беренсе хөтбә
     Мөхтәрәм йәмәғәт! Бына инде Аллаһ Тәғәләнең рәхмәте менән Рамаҙан айына ла килеп керҙек. Ошо ниғмәт өсөн Раббыбыҙға бөтмәҫ-төкөнмәҫ маҡтауҙарыбыҙ булһын — нисәмә кеше үткән Рамаҙандан сығып быйылғыһын күрә алмай китте!.. Ә беҙгә Мәрхәмәтле Раббыбыҙ тағы ла Уның ризалығына өлгәшеү өсөн яңы форсат бирҙе. Рамаҙан айы — динебеҙҙең төп бер рөкөнөн – фарыз ураҙаны үтәргә билдәләнгән ваҡыт һәм Аллаһтың ниғмәттәренең береһе. Был ай — ураҙа тотоу, тәрәуих һәм башҡа -нәфел намаҙҙар ҡылыу, хәйер-саҙаҡалар таратыу. Ҡөрьән-уҡыу айы. Бихисап хәҙистәрҙә бәйән ителгәнсә, был айҙа йәннәт ишектәре асыла, йәһәннәм ишектәре ябыла, шайтайдар сипкә ултыртыла, изге ғәмәлдәр өсөн сауаптар арта, доғалар ҡабул була, мосолмандарҙың дәрәжәләре күтәрелә, уларҙыр гөнаһтары ғәфү ителә. Раббыбыҙҙың ниғмәттәре ишәйә. Был мөбәрәк айҙа пәйғәмбәребеҙ үҙе лә ураҙа тотҡан, сәхәбәләренә лә быны бойорған. Кем был айҙы камил иман һәм өмөт менән ураҙа тотоп үткәрә, шуның гөнаһтары ғәфү ителер, тип хәбәр иткән. Шулай уҡ кем Рамаҙан айын камил иман һәм өмөт менән төнгө намаҙҙар ҡылып үткәрә, шуның алдағы гөнаһтары ғәфү ителер, тип шатландырған. Читать далее →

Вәғәҙ һөйләү тәртибе

                                              Аллах Велик!Вәғәҙ һөйләү тәртибе

   Йома көн, ғәрәпсә хөтбә уҡығас вәғәҙебеҙҙе (йә берәй изге байрамда) ошо һүҙҙәр менән башлайбыҙ:
   "Әғүүҙү билләәһи минәш-шәйтанир-раджиим. Бисмилләәһир рахмәәнир-рахииим. Әлхәмдулилләһи раббил ғәәләмиин үәссаләәтү үәссәләәмү ғәләә рәсүүлинәә Мүхәммәдиү үә ғәләә әәлиһи үә сәхбиһи әджмәғииин".

   Шунан: Ҡәҙерле мосолман ҡәрҙәштәр бөгөн Аллаһ Тәғәләнең рәхмәте менән ошо 1438 һижри йылдың (...) йомаһы, йәки (...) байрамы, йәки берәй сараһы, йә мәжлесе... Һөйләйәсәк вәғәзебеҙ хаҡында ҡыҫҡа ғына аңлатмаһы (тема).

   Нимә тураһында һөйләйәсәкте ҡыҫҡа ғына аңлатҡас;

   "Аллаһ Тәғәлә тел асҡыстары биреп, хәйерле вәғәҙҙәр һөйләргә насип итһен, тыңлаған кешеләргә лә, һөйләгән кешеләргә лә ошо вәғәҙҙәр менән вәғәҙләнеп, изге ғәмәлдәрҙе күберәк ҡылып, Хаҡ Тәғәлә ҡушҡандарын үтәп, тыйылғандарынан тыйылып йәшәүҙәребеҙҙе Аллаһ Раббыбыҙ барыбыҙға ла насип итһен", — тип әйтәбеҙ, шунан ары дауам итәбеҙ: Читать далее →

Ҡәберҙәге ҡаты һорау

могила, место до судного дня        Ҡәберҙәге ҡаты һорау

     Ғалимдар: Кеше үлгәс, һорау алына, — тигән фекергә килделәр. Күмелгән булһа ла, күмелмәһә лә, уны йыртҡыс хайуандар ашаһа ла, яндырылып, көлө һауаға осоролһа ла, диңгеҙгә батһа ла, ул барыбер ҡылған ғәмәлдәре өсөн һораласаҡ. Хәйерле ғәмәлдәре өсөн хәйерле сауап һәм насар ғәмәлдәре өсөн яза аласаҡ. Рәхәтлек, йәки яза йән өсөндә, тән өсөндә буласаҡ.

     Риүәйәттә ҡылына:     

     "Пәйғәмбәребеҙ менән бер ансарҙың йыназаһына барҙыҡ. Күмеп бөтөргәс, Пәйғәмбәребеҙ ҡиблаға йүнәлеп ултырҙы, беҙ ҙә уның тирәһенә ултырҙыҡ. Пәйғәмбәребеҙ ҡулына бер сыбыҡ тотҡан һәм уның менән ерҙе ҡаҙый ине. Ул күккә ҡараны һәм ҡарашын ергә төшөрҙө. Был хәл өс тапҡыр ҡабатланды.
Читать далее →

Йәндең һуңғы әсенеүе

                                  Йәндең һуңғы әсенеүе

     Ҡөръәндә Аллаһ Тәғәлә : “ Һеҙҙе бер аҙ ҡурҡыу һәм аслыҡ менән, малдарығыҙҙы, йәндәрегеҙҙе һәм емештәрегеҙҙе (балаларығыҙҙы) бер аҙ кәметеп, имтихан ҡылырбыҙ. Әй, Мөхәммәд, сабыр итеүселәргә һөйөнөс бир. Уларға берәй ҡайғы ирешһә, Аллаһҡа бирелеп, беҙ Аллаһының ҡолы, тағын Аллаһ Тәғәләғә ҡайтасаҡбыҙ тиерҙәр”, — тип бойора (Баҡара сүрәһе, 155-156 нсы аяттар). Беҙ ышанабыҙ, беҙҙе бар иткән – Аллаһ Тәғәлә. Төрлө ризыҡтар һәм ниғмәттәр менән туҡландырған — Аллаһ. Ваҡыты еткәндә йәнде алыусы ла – Аллаһ Тәғәлә. Алланан килдек, тағын кире Аллаһыға ҡайтасаҡбыҙ.

                                 Мөхәммәд ғәләйһиссәләм хаҡында хикәйәт.

     Рәсүлуллаһ өйөнә килеп ингәс тә сәләм бирә. Әүәлге ғәҙәте буйынса, хәҙрәти Ғәйшә аяҡ өҫтө баҫырға була. Ләкин, Рәсүлуллаһ әйтә: «Әй, мөьминдәр әсәһе, ни булды һиңә, ултыр урыныңа», —ти. Рәсүлуллаһ хәҙрәти Ғәйшә янына ултыра ла итәгенә башын ҡуя һәм шунда салҡан ятып йоҡлап китә. Ул йоҡлағанда хәҙрәти Ғәйшә Рәсулулланың һаҡалынан ҡартлыҡ билгеләрен күрә. Ун туғыҙ аҡ төк таба ла уйлана, Рәсүлулла донъянан китеп, өммәте бәйғәмбәрһеҙ ҡала, тип илай. Ике күҙенең йәше тамсылары сикәһенән ағып, Рәсулулланы битенә тама. Рәсүлуллаһ уянып: «Нимәгә илайһың?» — ти һорай. Читать далее →

Ғәшүрә көнө

                                    Мөхәррәм айы һәм Ғәшүрә көнө

     Ҡорбан айының һуңғы көнө һәм Мөхәррәм айының беренсе көнө бер йылдың аҙағы һәм икенсе йылдың башылыр. Мосолмандар ошо Мөхәррәм айының башын Йыл башы тиҙәр, яңы йыл Мөхәррәм айынан башланып китә.

     Ай башының ике көнөндә кем ураҙа (ошонда баҫ) тотһа, бер ай ураҙа тотҡан сауабы бирелә, шулай уҡ ике рәкәғәт намаҙ уҡыһа, беренсе рәкәғәттә бер Фатиха (Әлхәм) сүрәһе, ун өс мәртәбә Ихлас сүрәһен, икенсе рәкәғәттә бер Фатиха сүрәһен, ун ике мәртәбә ысын Ихлас сүрәһен уҡыһа, күп әжерле, доғаһы ҡабул булып, бәлә-ҡазанан иҫән-һау булыр. Читать далее →