Ваһһабсылыҡта ғәйепләүҙәре, Бирғәлин...

                          Ваһһабсылыҡта ғәйепләүҙәре, Бирғәлин…
     Айнур Бирғәлинде кем «Ваһһабсылыҡта ғәйепләүҙәре илар хәлгә еткерә һуң»? Әйҙәгеҙ ҡыҫҡа «обзор» эшләп алайыҡ. Был мәғлүмәт Казань ҡалаһы «Азатлыҡ радиоһы»нда, Айнур Биргалин: «Ваһһабчылыкта гаепләүләре елар хәлгә җиткерә» исемдә баҫылды һәм Уфаның «Коммерсант» гәзитендә «Девять имамов против одного муфтия» тигән мәҡәләһендә. Бына Казань гәзитенә ссылка: https://nazir1965.com/bez-rubriki/ajnur-birgalin-va%d2%bb%d2%bbabchylykta-gaepl%d3%99%d2%afl%d3%99re-elar-x%d3%99lg%d3%99-%d2%97itker%d3%99.html#more-10603

     Был матбуғатҡа Бирғәлин үҙен традицион дин яҡлы тип комментарийҙар бирә, ә шулай булғас ни эшләп ДУМ РБ үткән Мәүлид байрамында Башҡортостан халҡын ҡотламаны? Ни эшләп Мәүлид үткәрмәне? Ауылында 600 баш ҡорбан салды меңләгән кеше йыйып, ә Мәүлидкә ваҡыты булманы? Мәүлид менән барыһы ла ҡотланы, хатта Рамзан Ҡадыров шул көндә тыуған малайға 100 мең бирәм тине. Ана Сауд Ғәрәптәре уны Мәккә, Мәҙинә, Джидта ҡалаларында нисек үткәрә, видеоларҙы һалдым бит. Ни эшләп Зәйнулла ишан көндәре үткәрелмәй?

     Башлайыҡ Бирғәлиндең мөфтийлеккә килеүенән. Ул ДУМ РБ-ға мөфтий булып килеүе арҡаһында нисә мәсет ЦДУМ-ға Тәлғәт хәҙрәттең яҡлауына күсте? Был мәғлүмәтте Башпрокуратура аша һорайыҡ әле, ни эшләп быны беҙгә еткермәйҙәр? Минең менән бергә уҡыған имамдар Өфө аръяғындағы мәсеттәр 2018—2019 йылдарҙа уҡ күсә башланылар тип һөйләнеләр, кемдәрҙер район административ баҫымы арҡаһында күсергә ҡурҡтылар тинеләр. Ана шул район хакимәттәренең баҫыуынан ҡурҡҡан муллаларға нимә тип әйтергә ҡала инде? Урындарығыҙ өсөн ҡалтырап, түрәләргә ярамһаҡланған әҙәмдәр инде, динебеҙ өсөн түгел, ә үҙҙәренә һүҙ теймәһен тигән ҡурҡаҡтар инде. Ултыра бирегеҙ, һеҙҙе Биргалин үҙ кешеләренә алмаштырып бөтәсәк. Ә кемдәр ата-бабаларҙан теүәл итеп бөйөк ғалимдар тарафынан еткергән Ислам динебеҙ өсөн тырыша, улар «саф» динселәргә ҡаршы эш алып бара. Бына Мәләүез һәм Хәйбулла райондарының имамдарының Путингә һәм Хәбировҡа ғаризалары. Ни эшләп быларҙы отрицать итмәйһең Бирғәлин? Былары ла болғаҡ бер Сабитовтың эше тейең?

заявление Путину В. В.

заявление Путину


Путин, заявление

Путин В. В., заявление


ПОДПИСИ ИМАМОВ

имам, подпись

     Ни эшләп мине генә, туғыҙ Әбйәлил имамы исеменән Путинға яҙған тип илай һуң был әҙәмебеҙ? Ни эшләп был 9 имам үҙ ауылдары менән һинең ДУМ РБ-дан айырылды һуң? Хәҙерге көндә улар 15 булып киттеләр, иншаАллаһ дауамы ла бар. Бирғәлин бар көсөн һалып, уға ҡойроҡ болғаған район хәкимәтен эшкә егеп, матбуғат һәм интернет селтәрҙәрендә үҙең аҡларға тырыша. Хөрмәтле мөфтий әфәнде Аллаһыға ысынын да итәғәт итә икәнең, ниңә инде алдашырға, ялған менән булышырға? Миңә яла яҡҡан назначенеценды алып ташламай, хәҙер шуның ыңғайы үҙең болғанаң? Түрәлек өсөн ынтылһаң бына ошо яҙғандарҙы уҡы! Имамдар һәм түрәләр: https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/imamdar-%D2%BB%D3%99m-t%D2%AFr%D3%99l%D3%99r.html
     Фидан Гәзизовтың ваһһабиттар менән ғорурланығыҙ тип әйткәнең ысын күңелдән йә шаяртып әйткән икәнең экспертиза аша тикшереп ҡарарға була. Әллә үҙеңдең БГУ һәм БГПИ таныштарың аша быны үткәрергә теләйһеңме? Бынау Ғафури районы халҡының заявлениеһендә: « Если вас называют ваххабитами, радуйтесь, так как Ваххаб – это имя Всевышнего. Значит мы идём по правильному пути!», подтверждая тем самым, что и он тоже из числа ваххабитов! В этом же видео вы увидите, как, буквально вытолкали имама из мечети, не дав ему пообщаться с Фиданым Газизовым, за то, что его мечеть перешла к ЦДУМ. И, в этом же видео, на вопрос, почему в медресах г. Стерлитамака, в медресе г. Уфы имени Марьям Султановой обучают не по Ханафийскому масхабу, заместитель Биргалина отвечает так:" Ханафитский масхаб — это всего лишь для устава, для порядка так написано."! Ҡайҙа бында ДУМ РБ етәкселәренең традицион Хәнәфи мәҙһәбенә эйәреүе? Шуға ла был видеоларҙа әйтелгәндәрҙе беҙ башпрокуратуранан тикшереүҙе требовать итәсәкбеҙ!
     Ни эшләп «Ваҡыт» газетаһындағы үҙәренән башҡа бар халыҡ та кафырҙар тигән мәғлүмәтте комментировать итмәйһең?
     Назир Сабитов бер үҙе яҙа тиең, әйҙә шулай булһың, подпистәрҙе күрһәтмәйәсәкмен. Алдына килтереп һалғастар күрерһең!
     Сабитов «аҡылдан шаша» тигәнең һәм «намерен добиться правовой оценки обращения» тип, үҙенә шулайтып оценка ҡуйҙың инде. Быға бер ниндәйҙә экспертиза кәрәкмәне. Кемдең кем икәне бында күренә. Ҡәҙерле сайт уҡыусылар был тура ла ниндәй мәҡәлә бар әле? Ошондайыраҡ «... кеше бөтә хистәрен тышҡа сығара, ә зирәк үҙ тойғоларын йүгәнләй белә».
     Мәсет алдындағы ҡарҙы көрәмәй тигән? Кем Бирғәлин һәм уның замдары кеүек миллион халыҡ иҫәбе булған Өфөнөң хәйер аҡсаһына һәм республика мәсеттәренән йыйылған общағынан йылы кабинеттәрендә ултырып кеше хаҡына йәшәп ята. Түлә беҙгә ауыл имамдарына эш хаҡы, ултырыр инек мәсеттә, ишек алдарын ҡарҙан таҙартып, йөрөмәҫ инек йөҙ-меңешәр километрға эш эҙләп, балаларҙың тамағын туйҙырабыҙ тип.
     Путинды критиковать итә тигән, бәй, кем уның хәҙерге пенсионный һәм башҡа реформаларынан быҙау һымаҡ ҡәнәғәт? Беҙ Путин менән бер структуранан, улда, миндә элекке данлы СССР-ҙың КГБ структураһынан, хәҙерге ФСБ хеҙмәтенә тоғро ҡалабыҙ.
     Бынау ваһһабиттар менән йәнәшә ултырып бәйгелә ҡатнаша тигән. Унда Ишморат Хәйбәллин ултыра, ҡайҙа мин уның эргәһендә ултырамы? Был фото әллә ҡасанғы йыл күрше ауылда төшөрөлгән. Ул бәйгелә минең ҡыҙҙым ҡатнашҡан, шуға ла уны шәхси сәхифәгә ҡуйғанмын, мөфтий булып кер эҙләмә инде, шулай уҡ Ситдиковтың алдап төшөргән фотоһынанда. Ситдыков: бөгөн йома кис тип, ишек алды тапалмаған, йома үткәрелмәгән тип, 2020 йылда 27 февральдың четверг кисен төшөрөп һалған. Ваҡыттарын ҡарағыҙ. Ә йома көн 28 февраль башлана. Емтек эҙләп йөрөгән шакал һымаҡ, эҙҙәр еҫкәп йөрөй икән был әҙәм аҡтығы.

     Аҫта, комментарий яҙалар, лайк ҡуялар, улары фейковый булып сыға, бер шул кеше биш алты вк эшләп лайк ҡуя, бахыр.

тропинка ситдикова

тропинка рустама


фейки ваххабов, лайки

ваххабы фейки

     Азатлыҡ радиоһына биргән интервьюһында Бирғәлин мине төрлө сит ойошмалары көсө (финансы) менән саралар уҙғара тигән. Әллә һаташа башланыңмы иптәш Бирғәлин? Ҡана һуң бәләкәй генә ауылға Ғәрәпстандан йәки башҡа сит илдән килеп, минең мәсеткә инвестия эшләп, ғәрәп шәйехтәре йәки башҡа кешеләр симпозиумдар, семинарҙар үткәреп сит илдәр менән бәйләнеш булдырһа. Ары уҡыйыҡ.
     Беҙҙең традицион дингә хас булмаған ритуалдар индерә тигән? Әллә Африканан килеп билдәренә япраҡ бәйләгән негрҙар мәсет иҙәндәрен дөңгөрҙәтеп, барабандар ҡағып бейейҙәрме?
     Һәм төрлө ғибәҙәт төрҙәрен индерә? Таштимер мәсетендә күргән төрлө ғибәҙәт төрҙәрен һанап үт инде зинһар! Күрмәгәнеңде күрҙем тип һөйләү нимә була әлле? Әллә ҡуштандарындың әкиәттәрен һөйләйһеңме?
     Уның имам тип атарлыҡ йәмәғәте юҡ имеш тигән, шулай булғас ни эшләп сит ил ойошмалары үҙ аҡсалары менән Таштимер мәсетендә төрлө саралар уҙғара һуң? Кеше өҙөлмәйҙер инде унан. Быны бит Биргәлин үҙе һөйләй! Ярай ул ауылда йәмәғәт бер-нисә йөҙ кеше, ә был интернет селтәрҙә – контакта ғына 10 мең кеше минең, улары ошо яңылыҡтар менән бүлешәләр, уларҙың улары һәм башҡалары. Бынан башҡа одноклассник, твиттер, фейсбук селтәрҙәре һәм башҡа селтәрҙәр бар. Минән сыҡҡан мәғлүмәт меңешәр тираж булып киттә. Унан башҡа Гугл һәм Яндекс браузерҙәрендә минең меңгә яҡын мәғлүмәт тора. Сит илдәрҙә уҡыйҙар хатта.
     Ул райондың мөхтәсибе булырға теләгән тигән, быныһы менән мине бер аҙ кәмһеткән инде – ни эшләп ул Башҡортостандың мөфтийе булырға теләгән тип әйтмәгән икән? Бәлки был һүҙҙе әйтеп мине мөфтий дәрәжәһенә күтәреп ебәрермен тигәндән ҡурҡандыр инде.
     Элекке Әбйәлил мөхтәсибе Әхмәт Шаяхметов мине үҙ урынына мөхтәсиб булырға ынтыла тип, шунан ҡурҡып, мине мәсеттән ҡыуған икән тигәне ысынын да әйтелгән икән, был хажға барып ҡайтҡан оло кешенең Аллаһ алдында бик ҙур гонаһҡа төшөп, миңә ҡарата ғәйбәт ташлаған булып сыға. Әгәр Әхмәт хәҙрәт ошо һүҙҙәренә тоғро икән, мин уны һәм үҙемде полициялағы «детектор лжи» тигән полиграф аша үтергә саҡырам. Һәм был яла былай ҙа прокуратураға китәсәк. Әхмәт хәҙрәттең минең сайтта бына ошо вәғәзе бар: https://nazir1965.com/din/%D2%A1%D3%A9r%D3%99n-%D2%A1ush%D2%A1ansa-j%D3%99sh%D3%99%D2%AF.html
     Иптәш Бирғәлин мөфтий дәрәжәһендә булып кешелек сифаттарыңдын әхләки яҡтарын бысратып ултырма иңде. Быны әлбиттә уҡыйһасаҡһың сөнки көнө-төнө ошо интернет селтәрендә ултырыуыңды күреп торабыҙ, шәхси яғыңдын дәрәжәһен һәм мөфтиәтте нисек күтәрергә тигән мәсьәләләрҙе тикшер. Алданған егеттәргә Мәүлид үткәрергә ярай тип әйт, Мөхәммәд пәйғәмбәргә салауаттар әйтеү дөрөҫ, Пәйғәмбәребеҙҙең хәҙисендә үлгәндәргә «Йәсин» сүрәһен һәм башҡа аяттарҙы уҡыуҙары дөрөҫ тип әйт. 3 — 7 – 40 үткәреүҙә ни зыян бар тиһәһегеҙ, ул ваҡытта үҙегеҙҙе традицион диндә тип һанарһығыҙ. Йәштәр хәҙер шул тиклем алданған, хәҙистәр артынан был хәҙис «дөрөҫ» тип Бирғәлин йәки Хәйбуллин әйткән тигән яҙыу булмаһа улар уға ышанмаясаҡтар. Аңлайым, был хәҙистәрҙе хупларға ученный степенығыҙ юҡ шул, ләкин быны еткерергә тырышығыҙ. Алданған егеттәрегеҙ бәлки ғәфү итер үҙегеҙҙе.
     Әбйәлил районың администрацияһы миңә аҙна һайын яла яғыуҙарын ташламай, әле бына район газеты «Осҡон» аша (администрацияның ҡуштандары мине маҡтағандар тиҙәр, уҡыманым әле) яҙыуы буйынса ла һәм интернеттең Әбйәлил райондары группаларының админдарын ҡурҡытып, шулар аша мине баҫырға маташа. Рәхмәт инде үҙҙәренә, мине «пиарить» итеп сайтымдың үҫешен алға ебәрҙеләр. Меңләгән кешеләр сайтымды уҡый хәҙер. Дуҫ-иштәрем дә күбәйҙе. Шуға киләһе көндәр күңелһеҙ булмаһын тип, район администрацияһының коррупцион эштәрен, халыҡҡа бүленгән грантарҙың, безвозвратный субсидияларҙың нисек үҙ-ара һәм балалары, туғандары араһында бүлешкәндәрен, ағас һәм ер бүлеү мәсьәләрен күтәреп алып, прокуратураларға хаттар яҙайыҡмы әллә? Нисек элек райондың милкен бүлеп, көтөү-көтөү аттарының ниндәй аҡсаға алғандарын. Кешенең сабынлыҡтарын һәм игенлектәрен тапауҙарын? Һөйәркәләре менән ҡайһы тирәлә ял иткәндәрен яҙып үтәйек. Шунан һуң киләсәкке йәйге-ҡөҙгә һайлау мәсьәләләренә күсәйек. Нисек һайлауҙарҙа алдашҡандарын һәм башҡаһын яҡтыртайыҡ. Ошо тәҡдимгә райондың миңә «дуҫ» администрацияһы ризамы? Көсөктәрегеҙ миңә ҡаршы сәүкелдәүҙәрен дауам итһә, ояғыҙҙа ни ҡубырын күрерһегеҙ!