иман   Иманлы халыҡ – киләсәкле

   Миллиардтарса кешенең меңәр йылдар һуҙымында үҙ-үҙен һынаған дини тәғлимәт һаман да йәшәүен дауам итә һәм бер быуын донъялыҡтан киткәндән һуң тағы ла шунсама кеше дингә килә икән, тәғлимәттәрҙең тәғлимәте – дин. Икенсе һүҙ менән әйткәндә – кешелектең йәшәү Конституцияһы. Мораҙым бей ишандың нәҫеле, көслө рухлы, арҙаҡлы шәхесебеҙ Салауат Килдин менән ҡорған әңгәмәбеҙҙә һүҙ иман, дин, халыҡ яҙмышы хаҡында бара.
   – Һәр халыҡтың мәҙәни донъяһында үҙе тотҡан диненең әһәмиәтенә килгәндә, иң тәүҙә, моғайын да, әхлаҡи ҡиммәттәр юҫығында ҡарау урынлылыр. Хәйер, был хәл-күренеш аксиомаға тиң. Сөнки кешелек үҫешенең дини баҫҡысы һәр халыҡты тик яҡшылыҡ, тик изгелек, тик ғәҙеллек юлына сығарыу маҡсатында барлыҡҡа килгән. Тарихтан шуны ла беләбеҙ: динде, Аллаһы Тәғәләне инҡар иткән, мәжүсилек йолаларына тоғро ҡалған ҡәүемдәр һәм халыҡтар Ер йөҙөнән юҡҡа сыҡҡан йә Хаҡ Тәғәлә уларҙы башҡа халыҡтар менән алыштырған.
   Миҫалға Ҡөрьәндең “Һуд” сүрәһендә һүҙ барған мәдйән халҡының аяныслы яҙмышын килтерергә булыр ине. “Мәдйән халҡына үҙҙәренең туғаны Шөғәйепте ебәрҙек. Ул әйтте:           “Эй, халҡым! Аллаға ҡоллоҡ ҡылығыҙ. Унан башҡа һеҙҙең илаһ юҡ! Оҙонлоҡ, ауырлыҡ үлсәүҙәрендә хыянат итмәгеҙ. Рәхәттә йәшәгәнегеҙҙе күрәм дә, килер көндөң язаһынан һеҙҙең өсөн ҡурҡам. Эй, халҡым! Ғәҙеллек менән үлсәгеҙ, кешегә зыян килтермәгеҙ. Донъяға боҙоҡлоҡ таратып йөрөмәгеҙ! Хәләл кәсеп менән тапҡан мөлкәтегеҙ һеҙгә хәйерлерәк, мөьмин булһағыҙ. Мин һеҙҙең өсөн һаҡлаусы түгел!” – тине. Улар: “Эй, Шөғәйеп! Һинең доғаң ата-бабабыҙ табынған илаһты ташларға, малыбыҙҙы теләгәнсә тотонмаҫҡа ҡушамы ни? Һин бит күндәм инең, хаҡ юлдан алып бара инең”, – тине. Ул: “Эй, халҡым! Раббым миңә асыҡ аяты менән яҡшы өлөш биргәс, һеҙҙең һүҙҙе тип, Ул тыйғанды тотмаһам... Уйланығыҙмы шуны?

   Мин хәлемдән килгәнсә төҙәтергә генә тырышам. Миңә Аллаһ ҡына ярҙам итә. Мин Уға тапшырҙым. Уға ялбарам. Эй, халҡым! Минән айырылыу һеҙҙе гонаһҡа төшөрөп, Һуд йәки Салих халҡының хәленә ҡалдырмаһын. Луттың халҡы ла һеҙҙән алыҫ түгел. Раббығыҙҙан ғәфү үтенегеҙ, шунан тәүбә итегеҙ. Ысынлап та, Раббым рәхимле, ярлыҡаусан”, – тине. Улар:    “Эй, Шөғәйеп! Һин һөйләгәндең күбеһен беҙ аңламайбыҙ. Беҙҙең арала һинең көсһөҙ икәнең күренеп тора. Ырыу хаҡын уйламаһаҡ, беҙ һине таш менән бәргеләп ташлар инек. Беҙгә бит һин ғәзиз түгел”, – тине. Ул әйтте: “Эй, халҡым! Минең ырыу һеҙгә Аллаһтан ҡәҙерлерәкме ни? Нишләп Аллаһты сит итәһегеҙ? Ысынлап та, Раббым һеҙ ҡылған эштәрҙе белеп тора. Эй, халҡым! Ҡулығыҙҙан килгәнсе эшләгеҙ. Мин дә эшләрмен. Кемгә хурлыҡлы яза булырын, кемдең алдаҡсы булғанын шунан белерһегеҙ. Көтөгөҙ, мин дә һеҙҙең менән бергә көтәм”, – тине. Беҙҙең әмер (яза) барғас, Беҙ Шөғәйепте һәм рәхмәтебеҙ төшөп, уның менән бергә иман килтергән кешеләрҙе ҡотҡарҙыҡ. Золом ҡылыусылар үҙәк өҙгөс тауыш менән һәләк ителде, ә иртәнсәк улар үҙ өйҙәрендә йөҙтүбән йығылып ята ине...” (84 – 94-се аяттар.)
   Был аяттарҙа һүҙ ер йөҙөнән юҡҡа сыҡҡан мәдйән халҡы тураһында бара. Унда шулай уҡ юғалыуға дусар ителгән ғәд, ҫәмүд халыҡтары телгә алына. “Һуд” сүрәһенең 50 – 65-се аяттарында ғәд халҡына туғандары Һудтың, ҫәмүд халҡына туғандары Салихтың ебәрелеүе, әммә уларҙың Аллаһты танымайынса, мәдйән халҡы кеүек, юғалыуға дусар булыуы бәйән ителә. Ҡөрьәндә тағы ла бик күп халыҡтарҙың ошондай аяныслы яҙмышҡа дусар булыуы хаҡында мәғлүмәт бар. Һеҙ ошо хәлгә нисек ҡарайһығыҙ? Халыҡтар тормошонда диндең ролен ниҙә күрәһегеҙ? Әйтәйек, Аллаһы Тәғәләгә мөнәсәбәт халыҡтың асылында сағылыш табамы?
   – Бисмилләәһир рахмәәнир рахиим! Барлыҡ көс – Аллаһы Тәғәләнән һәм беҙ һәр саҡ Унан ярҙам һорарға тейешбеҙ, беҙ көсһөҙбөҙ, беҙ һәр саҡ мохтажбыҙ Аллаһы Тәғәләнең мәрхәмәтенә. Бисмилләәһи – Күктәрҙә һәм Ерҙә барса байлыҡтарҙы, белемдәрҙе асыусы иң мөһим асҡыс. Был формулаға Берҙән-бер һәм Мәңгелек Раббы Үҙенең өс мең Изге Исемдәренең мәғнәүи ҡеүәтен һалған: Уның мең Исеме тик Фәрештәләргә асыҡ, Пәйғәмбәрҙәргә – мең, 999 исеме – Изге Китаптарҙа һәм иң Бөйөк Исеме Аллаһтың Үҙенә генә билдәле. Барса был исемдәр Бисмилләәһ формулаһына һыйған. Шулай булғас, Аллаһы Тәғәләнең әмере менән һәр эшебеҙҙе, аҙымыбыҙҙы Бисмилләәһир Рахмәәнир Рахиим менән башлайыҡ.
   Һорауыңа яуап былай: әлбиттә, Аллаһы Тәғәләгә мөнәсәбәт халыҡтың асылында туранан-тура сағылыш таба. Ниндәй генә халыҡты алһаң да, урыҫ халҡынмы, төрөк халҡынмы, ғәрәп халҡынмы, Европа ҡитғаһы халыҡтарынмы, Азия ҡитғаһы ҡәүемдәренме, һәр халыҡтың үҙенсәлеге Аллаһы Тәғәләгә мөнәсәбәтенән башлана. Беҙ урыҫты православие динендәге милләт, итальянды – католик, инглизде протестант итеп беләбеҙ. Беҙҙең халыҡтың үҙенсәлеге лә Аллаһы Тәғәләгә мөнәсәбәтендә сағыла, Әлхәмдулилләһи, ул Ислам динендәге мосолман кешеһе. Ата-бабаларыбыҙ үҙенең мосолманлығын, Аллаһы Тәғәләгә яҡынлығын, ислам динендә булыуын тарихтағы оло ҡаһарманлығы, фиҙаҡәрлеге менән иҫбат иткән.
Беҙҙең халыҡ бүтән динде ҡабул итмәгән. Ислам дине беҙгә мең ярым йыл элек 630 йылда пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд с.ғ.с. сәхәбәләре Зәйет улы Зөбәйер, Зөбәйер улы Абдрахман, Талха улы Усман аша килеп еткән.
Ни өсөн ата-бабаларыбыҙ ислам динен үҙ ирке менән ҡабул итте икән? Быға Мәүләнә шәйех Нәҙим шулай яуап бирҙе: “Сөнки ата-бабаларығыҙ үҙҙәренә ебәрелгән пәйғәмбәрегеҙ Урал ғәлиәссәләм аша Хоҙай Тәғәлә биргән әмеренә тоғро ҡалып, ихласлыҡта булған”, – тине. Ислам динен беҙҙең ата-бабаларыбыҙ, әле ғәрәптәрҙең күпселек өлөшө баш тартҡан саҡта уҡ, төркиҙәрҙән беренсе булып ҡабул иткән.
Һәр халыҡтың киләсәге лә дин менән бәйле. Иман менән бәйле. Әле донъяла глобализация бара, элегерәк коммунизация, унан алдараҡ империялизация барҙы. Уларҙың барыһының да асылы бер үк. Улар халыҡтарҙы бөтөрөү, тигеҙләү, халыҡтарҙың, дәүләттәрҙең араһын юҡ итеүгә килтерә. Глобалләшеү халыҡтарҙың алдында торған иң ҙур һынау, сөнки унда бер халыҡҡа ла урын юҡ. Был һынау иң беренсе нәүбәттә дингә, беҙҙең Аллаһы Тәғәләгә мөнәсәбәтебеҙгә төшә.
Глобализацияны үткәреү өсөн һәр халыҡҡа, һәр ғаиләгә, һәр кешегә һөжүм бара. Төрлө сығанаҡтар аша уларға әхлаҡһыҙлыҡ, иманһыҙлыҡ, тәртипһеҙлек, енәйәт, фәхишәлек индерелә. Ошондай шарттарҙа халыҡ, ғаилә, кеше үҙ-үҙен яҡлайым һәм һаҡлайым, тиһә, Аллаһы Тәғәлә беҙгә бүләк иткән берҙән-бер тәртип бар. Беҙҙең өсөн ул тәртип – ислам дине. Беҙ ошо тәртиптә булһаҡ ҡына үҙебеҙгә килгән бик ауыр һынауҙарға ҡаршы тора аласаҡбыҙ. Аллаһы Тәғәләгә, дингә мөнәсәбәт халыҡтың асылын билдәләй тиеү генә аҙ, ғөмүмән, иманһыҙ халыҡтың киләсәге юҡ.
Миңә күп райондарҙа, ауылдарҙа йөрөргә, халыҡ менән осрашырға тура килә. Аллаға шөкөр, халҡыбыҙ иманға ҡайта.
– Глобализация Аллаһы Тәғәлә барлыҡҡа килтергән халыҡтарҙың араһын юйыуға йүнәлтелгәс, был “ция”ны беҙ Аллаһы Тәғәләгә, диндәргә, барлыҡ кешелек донъяһына ҡаршы ойошторолған диверсия итеп тә ҡабул итә алабыҙ түгелме?
Сөнки, әгәр ҙә кешелек тарихына боролоп ҡараһаҡ, әле кешелектең халыҡтарға бүленмәгән ностратик дәүерҙә кешелек һәләкәткә дусар була яҙа. Йәғни тик бер телдә һөйләшкән ҡәбиләлә атаның улын, әсәнең ҡыҙын танымауы, туғандарҙың бер-береһенең йәнен ҡыйыуы башланып, кешеләр хайуан халәтендә ҡала. Ошонан һуң Хоҙай кешелекте ҡотҡарыу маҡсатында халыҡтарҙы барлыҡҡа килтерә. Күреүебеҙсә, халыҡтарҙың барлыҡҡа килеүендә кешелекте һәләкәттән ҡотҡарыу маҡсаты ята. Хәҙер глобализация һылтауы менән ошоноң тап киреһе күҙәтелгәс, был “ция”ның аҙағы ни менән бөтөрө билдәле инде. Тимәк, Хоҙай Тәғәлә бар иткән халыҡтарҙы һаҡлау – кешелекте һаҡлауҙың иң ышаныслы һәм дөрөҫ юлы. Бындай һаҡланыуҙың ябай ғына асылы ла аңлашылып тора: бәләкәй мобил төркөмдәрҙе һаҡлау дөйөм массаны һаҡлауға ҡарағанда күпкә уңайлыраҡ һәм еңелерәк. Һәр бер халыҡ, милләт үҙ-үҙен һаҡлап ҡалһа, һөҙөмтәлә кешелек тә һаҡлана һәм яҡлана.
Әгәр ҙә үҙенең милләтен танымаған космополиттарға ошо ҡағиҙәне аңлатып бирһәк, улар илай-илай, кемуҙарҙан йүгереп үҙ милли асылдарына ҡайтыр ине. Бында милли асылға ҡайтыу бер үк ваҡытта дини асылға ҡайтыу ҙа, тип аңлашыла ала. Аңлауыбыҙса, уларҙың икеһе бергә ҡушылһа, ундай кешенең ниндәй ҡөҙрәткә эйә булаһын күҙ алдыбыҙға килтерә алабыҙ.
Эйе, яйлап дингә ҡайтыу бара. Тик бында дингә ҡайтыуҙың бер күңелһеҙ күренеше менән дә осрашырға тура килә, Салауат ағай. Ул да булһа, дин эсендә төрлө йүнәлештәрҙең барлыҡҡа килеүе. Атайым мәрхүм Ғүмәр хажи Үтәбаев һуңғы һулышына тиклем дин юлында булып, ауылыбыҙ мәсетенең имам-хатибы бурысын атҡарҙы. Бер көн уның янына йәш егеттәр килеп инеп, намаҙын боҙоп: “Олатай, һин дөрөҫ уҡымайһың. Намаҙға баҫҡанда аяҡты ошолайтып тарбайтып баҫырға, тегеләйтергә-былайтырға кәрәк”, – тип аҡыл өйрәтергә тотонған. “Әллә, беҙҙең ата-олатайҙар бына ошолайтып, минеңсә уҡыны. Үҙегеҙ белмәгән нәмәгә кешене өйрәтеп йөрөмәгеҙ”, тип әйтеп ул “аҡыл өйрәтеүсе“ләрҙе мәсеттән ҡыуып сығарған.
Мин ошоға оҡшаш йәмһеҙ күренештәрҙең сәбәбен шунда күрәм: был – дини ғилемдең етешмәүе, наҙанлыҡ һөҙөмтәһе. Тик наҙан кешенең генә ниндәйҙер яңы мәғлүмәт менән фекерләүен кинәт үҙгәртеп, үҙең теләгән йүнәлештә алып китергә була. Илебеҙҙе эске яҡтан тарҡатырға ынтылған көстәр ошо хәҡиҡәтте белгәнгә күрә лә, Шәреҡ илдәренә дини белем алырға барған егеттәр һәм ҡыҙҙар аша үҙҙәренең сәйәсәтен тормошҡа ашыра. Мин ауыл-ҡалаларыбыҙҙа динебеҙгә бәйле юҫыҡта күҙәтелгән ошондай йәмһеҙ күренештәрҙе тик шулай ғына аңлата алам. Башҡаса булыуы мөмкин дә түгелдер...
– Эйе, беҙгә Ғәрәбстандан, Египеттан уҡып ҡайтыусыларҙың күбеһе яңылыҡ менән бергә бик ҙур яңылышлыҡ, хатта яңылышлыҡ ҡына ла түгел – аҙашыу ҙа алып ҡайта. ХХI быуат башы йәмғиәтебеҙҙең бик күп сирҙәрен көсәйтте. Рухи өлкәлә хәл айырыуса ҡотосҡос. Ваххабизм, салафизм, терроризм, экстремизм – был һүҙҙәр синонимға әйләнде. Беҙгә иң мөһимен аңларға кәрәк: былар ябай ғына һүҙ түгел, былар – һуғыш асыу һәм һуғышыу ҡоралдары, һуғыш технологиялары. Һуңғы 200 йыл эсендә уйлап сығарылған был ысул үҙенең ҡыйратыу көсөн тулыһынса күрһәтте.
Беренсе тапҡыр элек бик көслө, ныҡлы иҫәпләнгән илдәрҙе эстән тарҡатыу өсөн ҡулланылған был саралар беҙҙең көндәрҙә Египетта, Ливияла, Сирияла, Ираҡта яуызлыҡ, ҡыйралыш килтереүсе булараҡ танылды. Ысулдың нигеҙендә граждандарҙың үҙ илдәрен үҙ ҡулдары менән тарҡатып, ҡырағайлыҡ һәм йыртҡыслыҡ кимәленә төшөрөүе, илдәре менән дошмандарҙың идара итеүе ята.
Беҙҙә лә ҡайһы бер “ғалимдар” “башҡорт салафизмы”(ваххабизм), “татар традицион исламы” тигән төшөнсәләрҙе ғилми ҡулланышҡа индерергә маташа. Икенсе төрлө әйткәндә, имеш, башҡорттарҙа традицион ислам булмаған, шуға Башҡортостанға ғына хас салафизм барлыҡҡа килде... Салафизм – бөтә ерҙә лә бер үк салафизм, ул Африкала ла салафизм. Салафизм (ваххабизм) – дин түгел, ҡан ҡойош, ығы-зығы тыуҙырыу идеологияһы. Дәүләттәрҙе генә түгел, бөтөн Ислам динен тарҡатыу, юҡ итеү идеологияһы. Әлеге ваҡытта донъялағы иң яман күренеш – ИГ (исламское госудрство). ИГ-ның төп нигеҙе һәм терәге – салафизм, ваххабизм. Улар ислам диненән ситтә тора һәм динде емерә.
Донъяла хаҡ Ислам дине һаҡланып ҡалған урындар бик аҙ. Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ хаҡ Исламдың нурын беҙгә еткереү өсөн барыһын да эшләгән, илебеҙҙәге тыныслыҡ өсөн яуаплылыҡ хәҙер беҙгә йөкмәтелгән. “Ислам радикализмы” тигән уртаҡ исем йөрөтөлгән замана яуызлығы күренештәренә Ислам динендә ата-бабаларыбыҙ тотҡан Хаҡ юлға таянып ҡына ҡаршы тороп була.
“Минең сәхәбәләрем йондоҙ кеүек. Уларҙың ҡайһыһының артынан эйәрһәгеҙ ҙә, яңылышмаҫһығыҙ,” тигән Мөхәммәд пәйғәмбәр(с.ғ.с.) Беҙҙең алыҫтағы йондоҙҙарыбыҙ – мең йыл ярым элек ислам динен алып килеүсе сәхәбәләребеҙ Зәйет улы Зөбәйер, Зөбәйер улы Абдрахман, Талха улы Усман, яҡын йондоҙҙарыбыҙ –Зәйнулла, Ғабдулла, Ғатаулла ишандарыбыҙ, Мөжәүир хәҙрәттәребеҙ бар. Иманға ҡайтыуыбыҙҙың юлы шул, бүтән юлыбыҙ юҡ. Ата-бабаларыбыҙ теүәл, тоғро иманда булған. Башҡорт илен элек-электән әүлиәләр иле, тип атап йөрөткәндәр. Ул әүлиәләрҙе Аллаһы Тәғәлә Үҙенә тоғролоҡ өсөн биргән. Хоҙай Тәғәлә был донъяла ла, теге донъяла ла әүлиәләрҙең доғаларын ҡабул итә. Килгән ҡунаҡтарыбыҙҙың береһе: “Аллаға шөкөр, элек халҡығыҙ араһында күпме әүлиә булған, әле лә шунсама әүлиә. Тик күбеһе үҙенең әүлиә икәнлеген белмәй. Күбеһенә Аллаһы Тәғәлә рөхсәт итмәй, уларҙы күрһәтмәй, бик әҙе генә күренә...”
Беҙҙең халыҡ – Аллаһы Тәғәләгә рәхмәтле халыҡ. Тарихыбыҙ ҙа шуны күрһәтә. Унда башҡорт халҡының күтәрелештәрен ҡараһаҡ, башҡорт халҡының үҙ динен, ерен, азатлығын һаҡларға ынтылыуы арҡаһында Рәсәй киңлегендә ислам дине һаҡланып ҡала.
Үҙебеҙҙең ауылдың тарихынан ғына алам. Нисек итеп ата-олатамдар бер-бер артлы яуға күтәрелгән һуң? Табын ҡәлғәһен ҡыйратҡан өсөн 1734 йылда беҙҙең ауылдарҙы яндыралар. Шунан барса халыҡ Миәс яҡтарына, хәҙерге Белорет, Учалы тирәһенә, урман-тау араһына китә. Унда улар егерме йылдан ашыу йәшәй. Шунан ҡайтып, элекке ерҙәрен кире ҡайтарып алып йәшәй башлағас, күп тә үтмәй тағы ла ихтилалға ҡушылып китәләр. Был ниндәй аҡыл ул, тип уйларға ҡала. Халҡыбыҙ егерме йыл һайын ҙур күтәрелешкә сыҡҡан. Был осраҡта атай-олатайҙарыбыҙ йөрәк аша өҫтән килгән аңға таянып эш иткән. Ул – мәңгелек йәшәү хаҡындағы аң. Беҙ “Был донъяға ҡунаҡ булып, һынау өсөн ваҡытлыса килгәнбеҙ” тип әйтергә яратабыҙ.
Ҡыҫҡаһы, был донъяның ваҡытлыса булғанын барыбыҙ ҙа аңлайбыҙ. Беҙ ғүмерҙең ваҡытлыса булғанына донъяуи аҡыл менән бик тыныс ҡарайбыҙ, артыҡ ҡурҡып та бармайбыҙ. Йәшәгәндә был хәлгә артыҡ иғтибар итмәйбеҙ. Шул уҡ ваҡытта кеше икенсе нәмәне лә аңларға тейеш: ул мәңгелек өсөн яратылған. Уны хәҙерге ваҡытта аңлау бик һирәк. Шул мәңгелекте аңлаған аңыбыҙ ҡапланған. Ата-бабаларыбыҙ ана шул мәңгелекте аңлау кимәленә өлгәшкән. Мәңгелектең ҡиммәтен, хаҡын аңлаған. Был донъяла йәшәү, беренсенән, Аллаһы Тәғәлә алдында һынау, экзамен. Уның ҡушҡанын үтәп, тыйғанынан тыйылып ғүмер итеү, икенсенән, был донъя – кешелек өсөн Аллаһы Тәғәләнең бөйөк рәхмәте, шуға ла һәр кеше иманлы булып, был донъяла Аллаһҡа рәхмәтле булып йәшәргә тейеш. Бындай сифат һәр кешелә лә, һәр халыҡта ла булмай. Донъяла йәшәү бик ҡыҫҡа, ваҡытлыса, ә мәңгелектең ҡиммәте сикһеҙ.
Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ шундай аңда булған: улар иманһыҙ йәшәүҙе күҙ алдына ла килтерә алмаған. Ошо аң, ошо ҡараш аша ғына халҡыбыҙҙың меңдәрсә йылдар дауамында үткән ҡатмарлы юлын аңлап була. Ниндәй ауырлыҡтар аша үтһә лә, халҡыбыҙ юғалмаған, беҙҙең халыҡ ғүмерле халыҡ. Ул, ғүмер, Аллаһы Тәғәләнең бүләге. Халҡыбыҙға бирелгән йәшәү көсө, йәшәү ҡеүәте – мәңгелектән, сикһеҙлектән...
Ысын шағирҙарға ошоно аңлау шиғыр рәүешендә бирелә, әммә улар бының ни өсөн шулай икәнлегенә төшөнөп етмәй. Башҡа кешеләргә ҡарағанда уларҙа был аң күберәк, тик улар, асылып бөтмәүе арҡаһында, бының асылын аңламай. Халҡыбыҙ иманһыҙ йәшәгән кешенең мәңгелектә ниндәй ауырлыҡҡа дусар булырын алдан белгән, күргән. Һәр хәлдә, быны күреүсе, аңлаусы һәм башҡаларҙы тәрбиәләүсе кешеләр күп булған. Шул яҡтан ғына ҡараһаң, ни өсөн халҡыбыҙ ислам диненә тоғро булғанлығы аңлашыла. Шуның өсөн дә ситтән килеүселәр: “Халҡығыҙ Аллаһы Тәғәләнең һөйөклө, тоғро халҡы, сөнки ул иманлы халыҡ. Иншалла, халҡығыҙ ошо рәүешле Ҡиәмәт көнөнә барып етер”, – тигәндәр. Алтынға нәжес йоҡмай, тиҙәр. Тышын таҙартҡас та уның алтынлығы күренә. Иманға баҫыу менән халҡыбыҙ үҙ асылына ҡайтасаҡ, иншалаһ. Мәңгелек тураһында уйланыуға Рәшит Назаровтың бер шиғырын уҡығас ҡайттым. Математика фәнен өйрәнгәндә лә “Нимә була икән ул сикһеҙлек? Минус сикһеҙлек, плюс сикһеҙлек нимә була?” тип уйлана торғайным. Уйлаһаң, мәңгелек – ул осо-ҡырыйы булмаған киңлек... Рәшит Назаров быны аңлаған. Сикһеҙлек һәм мәңгелек тураһында уның ике шиғырында тәрән әйтелгән. Береһе, «Үҫеүсе киңлек», икенсеһе «…Торам донъя уртаһында».
Үҫеүсе киңлек
...Киңлек үҫә. Үҫә киңлек...”
Ул – тик беҙҙең өлөш кенә.
Талпынам да ғәйрәт менән
Сығып баҫам ил өҫтөнә.
Ҡайҙа офоҡ? Зәңгәр күктә
Ҡояш менән ҡатар торам.
Ерем шары – өйөм минең,
Бөтә ғәләм – минең урам.
***
Торам донъя уртаһында,
Уйым – яҙмыш тураһында...
Аҙмы ғүмер, ана, ҡара, –
Мәңгелек һәм сикһеҙлекте
Дер һелкетеп осоп бара!
Сикһеҙлектең дөрләп янған
Бер телеме – ҡояш көлә,
Һәм ваҡыттан ҡеүәт эсеп,
Мәңгелектең ялтлап торған
Бер киҫәген күккә элә.
Баҫып торам. Оса Ер ҙә,
Мәңгелекте һәм сикһеҙлекте
Күкрәк менән яра-яра...
Эй, йөрәгем, дөрләп ян да,
Мәңгелек һәм сикһеҙлекте
Бер талпынып ҡосоп ҡара!
Ер ҙә, ана осоп бара:
Уның менән сал тауҙарҙың
Бөркөтө лә осоп бара,
Ер ҡорто ла осоп бара...
Уйым яҙмыш тураһында,
Торам донъя уртаһында...
Шул донъяны ҡосоп ҡара...

   Рәшит Назаров был шиғырын егерме бер йәшендә яҙған. Әгәр янында рухи остазы булһа, нимәгә өлгәшер ине икән? Был һорауға яуап биреп булмай, шулай ҙа ошондай башҡа һыймаҫлыҡ сағыштырыу шағир йәненә нисек килде икән? Был сағыштырыу ғынамы икән? Рәшит ағай мәңгелеккә һәм сикһеҙлеккә сыға белгән... Беҙ сикһеҙлек һәм мәңгелек өсөн яратылғанбыҙ. Ысын шағирҙарға, ғөмүмән, ижад кешеләренә, бигерәк тә бөйөк асыштар яһаған ғалимдарға ошоно аңлау килә, сөнки уларҙың ҡәлебтәре асыҡ. Бөйөк физик Альберт Эйнштейн әйткән: “Бөтә бөйөк асыштар ҙа күктән төшөрөлә...” Әммә бәғзе “шағирҙарҙың” шундай бер дежур һүҙе бар: “Аллаһҡа ышанып бармайым... Шул уҡ ваҡытта минең Аллаһым йөрәгемдә ...”
   Был, бер яҡтан ҡараһаң, дөрөҫ һымаҡ, тик ул – ҙур гонаһ. Тәриҡәттә “Һәр кешенең ҡәлебе    – Аллаһы Тәғәләнең урыны,” тип әйтелә. Аллаһы Тәғәлә ҡәлебең таҙа булғанда ғына унда инә. Ҡәлебендә Аллаһы Тәғәлә булған кеше – сикһеҙлектә, мәңгелектә. Сөнки Аллаһы Тәғәлә Үҙе сикһеҙ һәм мәңгелек. Беҙҙең халыҡ, ата-бабаларыбыҙ ошо хәҡиҡәтте аңлаған. Наҡшбәндиә тәриҡәтенең бөйөк Шәйехе Тайфур Йәзид Бистами былай әйткән.
“Ғүмер буйы мин Аллаһы Тәғәләгә яҡынайырға, Уның һөйөүенә ирешергә тырыштым. Юлымдың аҙағында ғына аңлау килде – Аллаһы Тәғәлә Үҙе мине эҙләгән икән...”
   – Ғәләмдә барған процестарҙы күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ. Беҙ йылынған Ҡояшты унда “Һары кәрлә” (“Желтый карлик”) тип атап, башҡа сағыу ҡояштар рәтендә иғтибарға ла алмайҙар. Күҙгә лә элмәйҙәр. Ҡояшыбыҙ һүнеп барыусылар иҫәбендә. Ғәләмдә секундына (иғтибар итегеҙ – секундына!) Ер һымаҡ һәм унан да еллерәк меңәр күк есеме һәләк булып (шартлап, һыуынып йәки башҡалары менән бәрелешкәндән һуң сәрпелеп), тағы ла шунсама яңыһы барлыҡҡа килә. Беҙ был күренеште йондоҙ атылыуы, тип атайбыҙ. Бындай сират Еребеҙгә лә килеп етәсәк. Ул сағында беҙҙең һымаҡ берәр күк есемендә йәшәүсе егет менән ҡыҙ Ерҙең һәләк булыуын “йондоҙ атылыуы” йә булмаһа “йөрәктәрендә һөйөү яралыуы” тип кенә баһалаясаҡ. Бик йәл, ҡыҙғаныс, әммә беҙ уны үҙгәртә алмайбыҙ.
   Ә беҙ, Әҙәм балалары, үҙебеҙҙе Алланың ҡашҡа тәкәһеләй тойоп, ғәләмдән дә ҙурыраҡ тәкәбберлегебеҙ менән, йәнәһе лә Ерҙә цивилизациялы йәмғиәт төҙөйбөҙ, тигән һылтау менән тәбиғәт тағы ла кешелек өсөн йөҙәр мең йылға етерлек итеп бар ҡылған ер өҫтө һәм ер аҫты байлыҡтарын әрәм-шәрәм итәбеҙ. Ейәндәребеҙҙең, бүләрҙәребеҙҙең, тыуарҙарыбыҙҙың өлөшөнә инәбеҙ. Уларҙы өлөшһөҙ генә түгел, йәшәр Ерһеҙ ҙә ҡалдырыуыбыҙҙы аңлай ғына алмайбыҙ. Ерҙә йәшәүебеҙ хаҡындағы мәғлүмәт бер ниндәй музейҙа ла, архивта ла, хатта Интернетта ла һаҡлана алмаясаҡ. Сөнки музейҙар ҙа, архивтар ҙа, Интернет та Ерҙең үҙе менән бергә юҡҡа сығасаҡ.
   Ошондай саҡта Аллаһы Тәғәләнең 99 исеменең береһе Хаҡ тигәне иҫкә төшә. Хаҡ Тәғәлә тип тә әйтәбеҙ беҙ Уны. Тимәк беҙ халҡыбыҙҙың меңәр йылдар һуҙымында тупланған тәжрибәһе һөҙөмтәһе булараҡ хәҡиҡәткә әүерелгән ҡиммәттәребеҙ ярҙамында ғына үҙебеҙҙе мәңгелекле итә алабыҙ. Йәшәйештең, Ерҙең, ғәләмдең мөғжизәләре, уйлай китһәң, бихисап. Хатта беҙҙең өсөн иң ябайы булып күренгән һыуҙа ла шундай уҡ мөғжизә бар.
   – Эйе, яңыраҡ ҡына япон ғалимдары һыу тураһында бер фильм күрһәтте. Әгәр ҙә һыу янында кеше матур уйҙа булһа, Ҡөрьәндең аят-сүрәләре уҡылһа, һыуҙың төҙөлөшө үҙгәрә. Һыуҙың үҙенсәлеге – ул барлыҡ мәғлүмәтте үҙендә һаҡлай. Йәнә бер үҙенсәлеге – шул һаҡлаған мәғлүмәтте Күктәргә тапшыра... Һыуҙың тағы ла бик күп сифаттары бар. Беҙҙең өләсәйҙәр ғөсөлләнеп йылғаның башланған еренә, үренә сығып, һыуҙы ағас һауытҡа һалып доға уҡығас, беренсенән, шул һыуҙы үҙҙәре эскән, икенсенән, шул һыу менән йыуынған, өсөнсөнән, шул һыуҙың ҙур өлөшөн ағын һыуға кире ҡойған. Йәғни, бөгөн япон ғалимдары ҙур асыш итеп күрһәткәнде халҡыбыҙ әллә ҡасан аңлап, аңлауҙарын йола кимәленә еткереп үтәгән. Бында, беренсенән, улар ағын һыуҙың структураһын үҙгәрткән, икенсенән, уларҙың уҡыған доғалары һыуҙың хәтеренә һалынған. Тимәк, ата-бабаларыбыҙҙың доғалары Аллаһы Тәғәләгә сикһеҙ ҡабатланып ашҡан. Йәсин сүрәһе – Ҡөрьәндең йөрәге, тиҙәр. Уны ағын һыуға инеп уҡыуҙың мәғнәүи ҡеүәтен, серен дә ата-бабаларыбыҙ белеп ҡулланған. Бына ниндәй сикһеҙ аңға эйә булған улар. Һыуға бәйле бик боронғо башҡорт йолаларын терелтеү ата-бабаларыбыҙҙың мәңгелекте аңлау ҡөҙрәтенә бер асҡыс булыр ине, моғайын.
   – Һеҙҙең һыуға бәйле дәлилдәрегеҙгә өҫтәп тағы ла шуны әйтергә була: элек балиғ булған егетте өйләндергәндә, еткән ҡыҙҙы кейәүгә биргәндә, бер йылға буйы тигән принцип һаҡланған. Уның буйынса бер йылға буйында тыуып үҫкән йәштәрҙең сәсен-сәскә бәйләү хуп күрелгән. Әгәр ҙә, уртаса алғанда, кешенең 85 проценты һыуҙан торғанын күҙ уңында тотҡанда, бер йылға һыуын эсеп үҫкән кейәү менән кәләштең 85 проценты бер үк һыуҙан, йәғни бер үк төрлө мәғлүмәттән тора булып сыға. Был осраҡта уларҙың мәғлүмәт базаһы бер үк булғас, бер-береһен аңлауы ла, кисерә белеүе лә еңелләшә һәм ғаиләләре ныҡлы, тарҡалмаҫ була. Халҡыбыҙҙа “Һыуҙан таҙа булып булмай” тигән әйтем бар. Бында ла һыуға мәғлүмәт һалыныуы һәм кешенең шул һыуҙан торғаны аңлашыла. Кеше һыуҙан таҙа була алмай, тимәк ул үҙенә һалынған мәғлүмәттән, уйҙарынан, фекерҙәренән, үҙ-үҙенән таҙа була алмай. Тимәк кешенең таҙалығының сығанағы – уның рухи хәләтендә, рухи сафлығында. Ә глобалләштереү уларҙың барыһын да юҡҡа сығара.
   – Дөрөҫ. Башҡорт халҡының күңел сафлығы, ихласлығы менталитетының бер сифатында сағыла. Беҙ тиҙ генә ышанып барабыҙ. Психология күҙлегенән ҡарағанда, кем алдашмай – башҡалар ҙа алдашмайҙыр, тип тиҙ ышана... Тарихта ла, хәҙер ҙә тап ошо сифат арҡаһында алданабыҙ. Абай, һаҡ булырға кәрәк. Шул уҡ ваҡытта сафлыҡ, ихласлыҡ – бик матур сифат, ул халҡыбыҙ күңеленең таҙалығын, сафлығын күрһәтә. Әлхәмдулиллаһи, был да Аллаһы Тәғәләнең биргәне, бүләге. Глобалләшеүҙең төп маҡсаты – бар халыҡтарҙы ла бер иш итеү, тинек. Беҙ күҙебеҙ, йөҙөбөҙ буйынса айырылһаҡ та, фекер йөрөтөүебеҙ, йәшәү рәүешебеҙ тигеҙләшә. Был осраҡта Аллаһы Тәғәлә һәр ҡайһыбыҙға биргән матурлыҡ китә, үҙенсәлек юғала. Заманса йәшәйбеҙ тип барыбыҙ ҙа комфортҡа ынтылабыҙ, донъяға һәм Аллаһы Тәғәләгә ҡарашыбыҙҙы үҙгәртеп рухи хәтеребеҙҙе, сафлығыбыҙҙы, ҡеүәтебеҙҙе юғалтабыҙ.
Халҡыбыҙҙың асылы – иманда. Мин бик ҙур ауырлыҡтар аша үттем. Өс мәртәбә үлеп терелдем. Шөкөр, Аллаһы Тәғәлә ғүмер бирҙе. Шулар аша ошо асылды аңлау килде. Һәр мәлде, һәр ваҡытты дөрөҫ ҡулланырға, һәр яҡлап камиллашыу, үҫеү кәрәк. Дин тотоп була, ҡушҡанды үтәп, тыйылғандан тыйылып була, әммә ниндәй генә хәлдә булһаң да, һин Аллаһы Тәғәләгә риза һәм рәхмәтле булырға тейешһең. Әгәр ҙә ошо мәлдәге хәлеңә риза булмаһаң, хәлең тағы ла хөртәйә. Аллаһы Тәғәләнең биргәненә ҡәнәғәт булыу – үҙе Уның бүләге, рәхмәте. Иң ҙур байлыҡ – ҡәнәғәтлек. Ҡәнәғәтһеҙ кеше – ҡомһоҙ, һаран кеше, бәхетһеҙ кеше. Аллаһы Тәғәлә ул кешегә байлыҡ биргән, әммә иң мөһимен – ҡәнәғәтлек бирмәгән. Аллаһ биргәнгә рәхмәтле булып, Әлхәмдуллиләһи! – тип йәшәйек, бәхет килер.
   – Беҙ дини асылыбыҙға ҡайтҡанда Салауат Юлаев шәхесенә өр-яңы күҙлектән ҡарайбыҙ. Элек беҙ уны ялҡынлы шағир, батыр халыҡ юлбашсыһы, ҡаһарман ғәскәр башлығы, фиҙаҡәр йәмәғәт эшмәкәре итеп кенә белә инек. Хәҙер, әйтәйек, уның шиғырҙарын дини күҙлектән сығып уҡыу ҙа Салауат батыр шәхесен бығаса күҙ алдына ла килтерә алмаған юғарылыҡҡа күтәрә. Шулай түгелме?
   – Беҙгә Салауат Юлаевтың шиғырҙары икенсе төрлөрәк килеп еткән. Уның шиғырҙары беҙгә төп нөхсәһендә түгел, урыҫ теле аша башҡортсаға тәржемәлә билдәле булды. Салауаттың шиғырҙарының мәғәнәһе бөтөнләй икенсерәк икән. Баш эймәҫ яугир, шиғырҙары Хаҡ Тәғәләгә сикһеҙ һөйөү һәм рәхмәт һүҙҙәре менән һуғарылған суфый шағир ул Салауат. Ул шиғырҙарында һәр тере йән эйәһенең, хатта сәскәләрҙең дә, Раббыға маҡтау, рәхмәт әйтеүенә таң ҡала. Ҡөрьәнде яттан белгән Салауат Аллаһ һөйөүенең сикһеҙлеген йөрәге менән тойған һәм шиғриәтендә башҡорт халҡының фани донъя һәм Аллаһ рәхмәтендәге баҡыйлыҡ төшөнсәләренә мөнәсәбәтен сағылдырған. Үҙенең шиғырҙарында Салауат бөйөк асылды күргән һәм күрһәтә белгән. Салауат башҡа батырҙар араһында ни өсөн айырым урынды биләй? Сөнки ул ошо асылды аңлаған.
   “Батшаларға башын эймәгәндә, башҡаларға башҡорт баш эймәҫ...” тигән халҡыбыҙ шағиры Рәми Ғарипов. Ошо шиғыры менән нимә әйтергә теләгән һуң шағир? Минең аңлауымса, Рәми ағай был шиғырында халҡыбыҙҙың төп асылын белеп, “Мин бер кемгә лә түгел, фәҡәт Аллаһы Тәғәләгә генә башымды эйәм, мин бүтән берәүҙең дә ҡоло түгел, тик Аллаһтыҡы”, тигәнде әйткән.
   Беҙ ошо донъяла Аллаһы Тәғәләнең рәхмәтенә, ҡәнәғәтлегенә өлгәшер өсөн. Атай-олатайҙарыбыҙ ошо донъяны Аллаһы Тәғәләнең рәхмәте итеп ҡабул иткән. Хәҙерге дини китаптарҙы уҡып ҡараһаң, ундай ҡабул итеү бик һирәк. Уларҙа күберәк ҡурҡытыу... Ә рәхмәтле кеше шатлана, ул бәхетле, ул йылмая, ул көлә, ул һөйә... сөнки ул Аллаһты ярата. Иман – нур менән, һөйөү менән килә. Иман – Аллаһы Тәғәлә менән бәйләнеш, ул Аллаһтың нуры, һөйөүе аша килә. Аллаһы Тәғәлә кешене яратып, һөйөп яралтҡан, Аллаһҡа ла беҙҙән һөйөү кәрәк. Һәр намаҙыбыҙ, һәр ғәмәлебеҙ һөйөү менән тулы булырға тейеш. Ә иң ҙур ғәмәл – ошо донъяла матур, рәхмәтле булып йәшәү, һөйөп һәм һөйөлөп йәшәү...Тик һөйөүҙе кешеләр араһындағы һөйөүгә генә ҡайтарып ҡалдырыу дөрөҫ булмаҫ. Иң хаҡ һөйөү – Аллаһты һөйөү һәм Аллаһтың һөйөүе.
   Бөтөн донъяға билдәле бөйөк Рабиға әүлиә йәшәгән. Уның доғаһын килтереү урынлы булыр ине ошо ерҙә. «Эй, Аллаһы Тәғәләм, мин Һиңә ожмахҡа кереү өсөн килмәйем, мин Һиңә тамуҡтан ҡурҡҡан өсөн килмәйем. Мин уларҙан азатмын. Мин Һиңә минең Һиңә һөйөүем аша киләм. Һин Берҙән-бер, тик Һиңә генә үҙемде һөйөүем менән тулыһынса бирә алам...»
   «Яратыу донъяны ҡотҡарыр,» тип күп ҡабатлайҙар, тик уның ысын асылын барыбыҙ ҙа аңлайбыҙмы? Тик Аллаһтың һөйөүе һәм Аллаһты һөйөү генә донъяны ҡотҡарыр.
– Салауат Юлаевтың һеҙ телгә алған юлдары “Уралым” ҡобайырында шундай юлдар бар:
       ...Сәскәләр менән һандуғас.
       Тәңрегә тәсбих әйтәләр.
   Бына ошо ике генә юлға, һеҙ әйткәнсә, Аллаһы Тәғәләнең бөйөклөгө, Уның берҙән-бер Илаһ булыуы мәғәнәһенән тыш, тағы ла хәҙерге көндә аңлашылып бөтмәгән күп кенә күренештәрҙең аңлатма-асҡысы ла һалынған. Мин, мәҫәлән, уларҙың икеһен генә килтереп үтер инем. Тәүгеһе – халҡыбыҙҙың “Ҡош аулаған йәлсемәҫ” тигән әйтеменә аңлатма. Аллаһы Тәғәләгә туҡтауһыҙ маҡтау йырлаған, һайрап зекер әйткән ҡошто аулаһаң, уның ғүмерен ҡыйһаң, ысынлап та, оло гонаһҡа тарып, йәлсемәйһең инде ул. Ҡоштар, әйткәндәй, һандуғас ҡына түгел, барлыҡ ҡоштар ҙа тәүлегенә йөҙ мең тапҡырға тиклем зекер әйтә икән. Үҙенә маҡтау йырлаусыға ҡарата Аллаһы Тәғәлә лә бурыслы булып ҡалмаған, ҡоштарҙы ҡанатлы иткән. Туфан һыуҙары ҡалҡҡанда улар осоп китеп, ҡая баштарына йә һыу өҫтөнә йөҙөп сыҡҡан әйберҙәргә йә бүрәнәләргә ҡунып, һыу өҫтөндәге ризыҡ менән туҡланып, туфанды үткәреп ебәрә алған. Ҡош ите ашарға яратыусыларҙы ла ҡайғыртҡан Хоҙай, уларға осорға һәләтһеҙ булған йорт ҡоштарын бар иткән. Ҡоштарға һунар итеп, күп кенә бәләләргә дусар булған әллә күпме кешеләрҙе беләм. Салауат Юлаевтың шиғырында иһә, был хәл-күренеште тағы ла тәрәнгәрәк төшөп аңлайһың. Әлбиттә, Салауат үҙ шиғырында тап Рәшит Ниғмәти тәржемәһендәге кеүек итеп тә әйтмәгәндер. Әммә был шиғыр юлдарының мәғәнәһе оргиналында ла, урыҫсанан башҡортсаға ауҙармаһында ла бер үк булыуы бәхәсһеҙ, йәғни һандуғас менән сәскәләрҙең Хоҙайға дан йырлауында.
   Салауат Юлаевтың ҡобайырында сәскәләр ҙә Хоҙайға тәсбих әйтә, маҡтау йырлай. Тимәк ҡоштар Хаҡ Тәғәлә өсөн ни тиклем ҡәҙерле булһа, сәскәләр ҙә шндай уҡ яҡынлыҡта. Мосолмандарҙа, беҙҙең халыҡта ла кешегә сәскә бүләк итеү йолаһы юҡ.
   Ни өсөн? Бының яуаптарын Салауат Юлаевтың шиғырҙарында табабыҙ. Аллаһҡа маҡтау йырлау маҡсатында балҡып ултырған сәскәне өҙөү, уны иртәрәк һулыуға дусар итеү шул уҡ зекер-намаҙҙы өҙөүгә тиң гонаһ икәнлегенә бында шик ҡалмай.
   – Салауаттың башҡа батырҙарыбыҙға ҡарағанда күпкә билдәле, күпкә шөһрәт ҡаҙаныуы уның Аллаһы Тәғәләгә рәхмәтле булып йәшәүҙе аңлауында. Пугачевтың штабында хеҙмәт итеүсе хәрби тормошто яҡшы белеүсе стратег, сәйәсмән Кинйә Арыҫланов, батшаның регуляр ғәскәре менән бәрелештәрҙә күп тапҡырҙар еңеүгә өлгәшкән Ҡаранай Моратов һәм башҡалар шуның өсөн дә халыҡ күңеленең Салауат батырыбыҙҙай урынын яулай алмаған. Сөнки Салауат Юлаев Аллаһы Тәғәләгә үҙенең аңлауы менән яҡыныраҡ торған һәм тора. Элегерәк “Йәшлек” гәзитендә бер ҡыҙ: “Мин Салауат тигән кешегә кейәүгә сыҡмаясаҡмын, улым тыуһа Салауат исемен ҡушмам. Сөнки ул исемде йөрөтөүселәр һәр ваҡыт ниндәйҙер ауыр йә ҡатмарлы ситуацияға барып инәләр... ” тиеберәк яҙып сыҡҡайны. Яңылыш аңлаған ул ҡыҙ. Салауат Юлаев ниндәй оло һөйөү менән донъяға ҡараған, рәхмәтле булған. Салауат исемен йөрөткән ни хәтле ысын ир-егеттәребеҙ бар!
   Халҡыбыҙ ҙа Салауатыбыҙҙы онотмай, рәхмәтле. Салауат Юлаевтың яндырылған тыуған ауылы Тәкәй урынында рәхмәтле халҡыбыҙ батырыбыҙ хөрмәтенә, иҫтәлегенә Таштирмә ҡорған.
   Беҙҙең мөршидебеҙ Мәүләнә шәйех Мөхәммәд Әҙел шунда барып фатиха бирҙе һәм Таштирмә эсенә иҫтәлек таҡтаташына Ҡөръәндең “Әл-Баҡара” сүрәһенең 154-се аятын яҙып ҡуйырға тәҡдим итте. “Аллаһ юлында үлтерелгәндәрҙе үлгән тип әйтмәгеҙ. Юҡ, улар иҫән! Тик һеҙ һиҙмәйһегеҙ“. Аллаға шөкөр, Салауаттың рухы ла, үҙенең тыуған ерендә мәҡәмен тапты. Унан алда килгәнендә Мәүләнә шәйех “Аллаһы Тәғәләне яратырға кәрәк, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд (с.ғ.с) яратырға кәрәк, әүлиәләребеҙҙе яратырға кәрәк. Ә һеҙ Салауатығыҙҙы ғына яратһағыҙ ҙа Аллаһы Тәғәләнең хозурында, ҡаршыһында булырһығыҙ. Сөнки Салауаттың Аллаһы Тәғәлә алдында дәрәжәһе бигерәк тә юғары...”– тип әйткәйне.
   – Рәхмәтле булыуҙы ошолай итеп тә аңлау дөрөҫмө: беҙҙең атай-олатайҙар, Салауат һымаҡ батырҙарыбыҙ, ҡулдарына ҡорал тотоп баҫҡынсыларға ҡаршы көрәшкәндә илебеҙҙе, Уралтауыбыҙҙы, еребеҙҙе, ғаиләләрен, халҡын ғына түгел, ә күңелендәге Аллаһы Тәғәлә өсөн дә һуғышҡан, йәнен биргән һәм шуның өсөн дә Хаҡ Тәғәлә беҙҙе, йәғни үҙе өсөн ҡорбан булғанды һаҡлай?
   – Дөрөҫ. Улар ошо донъяның мәңгелектең бер өлөшө булыуын аңлаған. Шуның өсөн улар үҙҙәренең тәндәрен һәм йәндәрен, Мәүләнә шәйех әйтмешләй, “һыу эскән кеүек еңел биргән”. Үҙ-үҙеңде ҡорбан итеүҙе беҙҙең халыҡ һынау итеп ҡарамаған, ә Аллаһы Тәғәләгә тоғролоҡ кимәленә күтәргән.
   – Динле генә булыу ҙа иманлы булыуҙы аңлатмай бит әле, Салауат ағай. Һәр төрлө диндәге үҙенсәлек төрлө дин тотоусыларҙы бер-береһенә ҡаршы ҡуя. Был үҙенә күрә:              “Бүлгелә һәм хакимлыҡ ит”, – тигән девиздың донъя кимәлендәге сағылышы кеүек тә. Шулай түгелме?
   – Беҙ замандың ахырында йәшәйбеҙ. Беҙ Мәғди ғәлиәссәләмдең һәм Ғайса ғәлиәссәләмдең килеүен көтәбеҙ. Мәүләнә шәйехтең һуңғы доғаларында шундай юлдар бар: “Эй, Аллаһы Тәғәлә! Беҙҙең хәл ҡалманы, беҙ ошо донъяға йоғонто яһай алмайбыҙ. Инде үҙеңдең солтаныңды, Мәғди ғәлиәссәләмде ебәр. Кешене ҡотҡар...”
   Ошо донъяла киләсәкле булам тиһәң, иманлы булырға кәрәк. Һәр кешегә лә, һәр халыҡҡа ла. Ислам ул тыныслыҡ тигән һүҙ. Ҡөрьән барлыҡ пәйғәмбәрҙе лә тиң күрә, ҡабул итә. Иң бөйөк пәйғәмбәр – Мөхәммәд пәйғәмбәр, ул пәйғәмбәрҙәрҙең мөһөрө.
   Пәйғәмбәрҙәр улар Аллаһы Тәғәләнең һүҙен, ниәтен төрлө ваҡытта төрлө халыҡҡа еткереүселәр. Аллаһы Тәғәләнең 124 мең пәйғәмбәрҙең иң һуңғыһы Мөхәммәд пәйғәмбәргә әйтеп ебәргән иң аҙаҡҡы һүҙе – Ҡөрьән. Ҡөрьәнгә йөрәгең – ҡәлбең аша ҡараһаң, аңлау килә. – “Үлем өс төрлө була: был донъя өсөн үлеү, теге донъя өсөн вафат булыу һәм Аллаһы Тәғәлә юлында ҡорбан булыу. Был донъяға һөйөү менән йәшәп үлеүселәр – ике йөҙлөләр, теге донъяға һөйөү менән йән биреүселәр – намыҫлылар, Аллаһы Тәғәлә юлында һәләк булыусылар – суфыйҙар”, тигән Аш Шибли. Был юлдарҙан аңлашылыуынса, йәшәү ҙә төрлө-төрлө булған һымаҡ, үлемдең төрлө сифаттары була икән. Әммә бында аскеттар менән суфыйҙар араһында айырма булғанлығы көн кеүек асыҡ. Аңлауыбыҙса, аскеттар кешеләрҙән, комфортлы йәшәү шарттарынан айырылыуҙы үҙенең маҡсаты итеп ҡуйһа, суфыйҙар был осраҡта Аллаһҡа яҡынайыуҙы күҙаллай. Шул уҡ ваҡытта “Хәйерселек булған урында иман булмай, хәйерсе кеше иман тураһында түгел, икмәк тураһында уйлай”, тип тә әйтәләр. Ошоларҙан сығып ҡарағанда, дөрөҫ йәшәү өсөн динле генә булыу ҙа етмәй булып сыға. Нисек уйлайһығыҙ?
   – Беҙҙең Наҡшбәндиә тәриҡәтенең бөйөк әүлиәһе Баһауетдин Наҡшбәнди былай тип әйткән: “Ҡәлбең – Аллаһы Тәғәлә менән, аяғың-ҡулың эштә булһын!” Миҙалдың ике яғы була: беренсенән, был донъяла заманса, матур итеп йәшәргә кәрәк. Ғаиләң, йортоң, эшең булырға тейеш, балалар тыуҙырып рухлы итеп үҫтерергә кәрәк. Шул уҡ ваҡытта Аллаһы Тәғәләгә яҡын булырға кәрәк. Беҙ хәҙерге заман тәртибендә генә йәшәй алмайбыҙ, сөнки быға асылыбыҙ ҡаршылаша, тота. Ә инде иманға ҡайтып, ошо донъя тәртибендә лә йәшәһәк, уңышлыраҡ булырбыҙ. Хәләл ефетеңә, туғандарыңа яҡшы мөнәсәбәттә булып, иманлы балалар үҫтереүҙе Аллаһы Тәғәлә беҙгә оло бурыс итеп йөкмәткән. Шул тәртипкә ҡайтһаҡ, бик бай йәшәһәмәк тә, етеш һәм дөрөҫ итеп йәшәрбеҙ, иншалла!
   – Бында һеҙҙең һүҙгә өҫтәп, шуны ғына әйтке килә: кәфендең кеҫәһе юҡ...
   – “Байлыҡ – бер айлыҡ”, ти. Беҙ бер нәмәне лә үҙебеҙ менән алып китә алмайбыҙ. Иманға ҡайтыу әлеге заманда тәртиптә, ихтирамда йәшәүгә лә еңеллек килтерә.
   – Шулай ҙа, Салауат ағай, халыҡтың күп өлөшө бындай хәҡиҡәтте, күңел төбө менән тойһа ла, һеҙ әйткән юғары кимәлдә аңларлыҡ хәлдә түгел. Хәҙерге замандың социумға бәйле шарттары, дөрөҫөн әйткәндә, шартһыҙлыҡтары бик күп уңайһыҙ хәлдәргә килтерә. Әйтәйек, эшләргә эше булмаған, шул уҡ ваҡытта тамаҡ хаҡына кемгәлер ялланып эшләп йөрөгән әзмәүерҙәй егеткә: “Һин намаҙға ултыр, Аллаһы Тәғәлә һиңә иң дөрөҫ юлды Үҙе күрһәтәсәк!” – тип кәңәш биреү ҙә дөрөҫ булмаҫ ине...
   – Намаҙ уҡыу кәрәк, көнөнә ике рәҡәғәттән булһа ла – башлағыҙ. Күңелегеҙ тыныслыҡ табыр, Аллаһтан көс алырһығыҙ, артабан нисек йәшәргә ниәт тыуыр. Ниәт ул бик көслө, бик мөһим. Ул өҫтән бирелә. Намаҙ уҡымайынса, доғалар аша һорамайынса ниәт бирелмәҫ. “Ниәт һүҙе ғәрәпсә өс өлөштән тора,– тип аңлата Мөхәммәд Нәҙим Әҙел Хаҡҡани үҙенең “Мәңгелеккә илтеүсе күпер” тигән китабында. – “Нун“ хәрефе Аллаһ нурын аңлата. “Йә“ хәрефе Аллаһтың Ҡулы. “Ха” хәрефе – Аллаһтың йөрөтөүе. Ниәт – рухтың тын алышы, ул матди донъянан түгел, беҙгә күренмәгән донъянан килә”. Намаҙ уҡыу эшһеҙлеккә килтермәй, киреһенсә, ниәттәреңде нығыта, көс бирә. Аллаһтың һеҙҙе яҡлауын тойорһоғоҙ. Әлбиттә, доға ҡылыу ғына етмәй, хәрәҡәт кәрәк, ғәмәл кәрәк. ”Хәрәҡәттә – бәрәкәт”, тигән башҡорт борондан. Доға менән хәрәҡәт – кәмәнең ике ишкәге кеүек. Бер ишкәк менән генә кәмәнең алға барыуы ырамлымы?.. Ике ишкәк – һорау һәм тырышлыҡ – беҙҙе бәрәкәтле итер.
   – “Үлеләрҙең ҡәберен бел, тереләрҙең ҡәҙерен бел” тигән бик ҡиммәтле һүҙҙәр бар. Изге заттарыбыҙҙың ҡәберҙәрен тәртипкә килтереү буйынса һеҙ алып барған эшмәкәрлек хаҡында бик күпте һөйләргә булыр ине. Шулай ҙа һуңғы йылдарҙа башҡарылған эштәрегеҙ менән бер аҙ таныштырып үтһәгеҙ ине?
   – “Әгәр ҙә һеҙ Аллаһы Тәғәлә юлында шаһит булған ата-бабаларығыҙҙың исемдәрен хәтерегеҙгә ҡайтарһағыҙ, уларҙың исемдәрен телгә алып, рухтарын күтәрһәгеҙ, Хоҙай Тәғәлә һеҙҙе яҡлар, һаҡлар, уның яҡлауы һәм һаҡлауы нығыныр,” тине Мәүләнә шәйех. Аллаға шөкөр, хәҙер был йәһәттән бик күп нәмә эшләнә. Изге ишандарыбыҙҙың, хәҙрәттәребеҙҙең сүплекккә батҡан, ташландыҡ хәлдәге мәңгелек йорттары тәртипкә килтерелә. Изгеләребеҙҙең рухтарын шатландырғас, уларҙың доғалары яңыра, Аллаһы Тәғәлә улар аша беҙҙең доғаларыбыҙҙы, ғәмәлдәребеҙҙе ҡабул итеп, донъяны үҙгәртә. Биш йыл элек Нарыҫтауҙа бер нәмә лә юҡ ине: унда ҡәбер ташы ҡуйылды, мәсет һалынды, изгеләрҙең мәҡәмдәре яңырҙы, матурайҙы. Хәҙер Йәғәфәр ишан янында мәсет һалына, Мөжәүир хәҙрәттең мәсете яңыртылды. Ярыштауҙа, тағы ла Урал батыр мәҡәмендә мәсет һала башлайҙар. Беҙгә күңелһеҙләнергә урын, сәбәп юҡ. Халҡыбыҙ күңелендә ата-бабаларыбыҙға рәхмәтле булыу тойғоһо үҫә. Һуңғы йылдарҙа был йәһәттән күҙгә күренерлек үҙгәрештәр барлыҡҡа килде. Тарихыбыҙҙы онота башлағайныҡ, Аллаға шөкөр, шәжәрәләребеҙ аша тарихыбыҙ, ҡан хәтеребеҙ ҡайтты. Хәҙер иң мөһиме рухи хәтер ҡайта. Һәр беребеҙ кемдеңдер түгел, Аллаһы Тәғәләнең рәхмәте өсөн эшләйек. Ошоларҙы күргән Хоҙай Тәғәләнең беҙгә мөнәсәбәте үҙгәрә.
   Кеше ике тын араһында йәшәй, ти. Тын алыу һәм тын сығарыу. Бер кешенең ҡеүәтле ниәте бөтә донъяны үҙгәртергә һәләтле. Ниәт – Аллаһы Тәғәләнең бүләге. Әгәр ҙә көслө ниәтле кеше Аллаһы Тәғәләгә тоғролоҡ һаҡлай икән, бер кешенең ниәте аша Ул күп кешене ниәтле итә. Халҡыбыҙҙа иманға ҡайтыу ниәте тыуһын, көсәйһен, иншалла. Бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ иманға ҡайта. Шул шатлыҡлы. Сөнки ҡатын-ҡыҙ ул ғаилә тәрбиәсеһе генә түгел, халыҡ тәрбиәсеһе. Улар аша Аллаһы Тәғәлә халҡыбыҙға йәһәтерәк иманға ҡайтырға ярҙам итер, иншаллаһ! Иманлы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙы ҡәҙерләйек, һаҡлайыҡ, ихтирам итәйек, улар халҡыбыҙға сикһеҙ хеҙмәт итә.
   Арғаяшта бик матур һүҙ әйттеләр:”Аллаһы Тәғәләнең бойороғо булһа, дан булыр”, – тиҙәр. Уның Бойороғона ирешергә яҙһын, дан булып йәшәйек. Була ул, ҡояш ҡалҡыр алдынан донъя яҡтырып китә бит, шуның кеүек беҙҙә лә балҡыш башланды.
   – Ниәттәр уй аша, һүҙ аша белдерелә. Шундай бер риүәйәт бар. Етәксе булып эшләүсе бер кеше көн һайын эшенә йөрөгән юлында хәйер һорашҡан асарбаҡты осратҡан. Ул осраған һайын етәксе булған кеше: “Эй, Аллам, ошо кеше менән ҡәберем яҡын булмаһын”, – тип ҡабатлаған. Айҙар, йылдар үткән һәм көндәрҙән бер көндө асарбаҡ үҙ-үҙен ҡулға алып, кешеләргә ярҙам итеп, хеҙмәт итеп, күтәрелеп киткән һәм етәксе кешенең дәрәжәһенә тиклем күтәрелгән. Етәксе кеше иһә, тәүҙә эскелеккә бирелеп, тәүҙә эшен, аҙаҡ ғаиләһен, йортон юғалтып асарбаҡ хәленә ҡалған. Тыумаҡ бар, үлмәк бар, тигән һымаҡ, донъялыҡ менән хушлашҡан етәксене хөрмәтләп, билдәле кешеләрҙе ерләй торған зыяратҡа күмгәндәр. Ә асарбаҡтың ниндәй ҡалала, ҡасан вафат булғанын да бер кем хәтерләмәгән. Уның ҡәберенә хатта ҡәбер ташы ла ҡуйылмаған. Был риүәйәт һүҙ көсөнөң, ниәттең ниндәй көскә эйә булыуы хаҡында. Ә һеҙ бына һүҙ көсө хаҡында нимәләр әйтер инегеҙ? Матур итеп, дөрөҫ итеп һөйләшә белеү ҙә иманлы, динле булыуҙы аңлата түгелме? Шул уҡ ваҡытта кешенең күңелен уйлайым, тип булмағанды бар итеп һөйләү ҙә, кешене күрәләтә алдау ҙа дөрөҫ түгелдер, тим. Был – монафиҡлыҡ, һәр хәлдә монафиҡлыҡ менән һүҙ ҡиммәтен белеү – икеһе ике төрлө нәмә.
   – “Йылы һүҙ – йән аҙығы,” тиҙәр. Дөрөҫ һөйләшә белеү оло мәғәнәгә эйә. Ә инде ниәт әйткәндә һәр һүҙеңдең мәғәнәһенең генә түгел, интонацияңдың да әһәмиәте ҙур. Атайымдар, нәнәйемдәр, әсәйемдәр һәйләшкәндә мәҡәлдәрҙе, кинәйәләрҙе бик күп ҡуллана ине. Ике һүҙҙең береһен мәҡәл итеп, матур итеп һөйләшә инеләр. Кешегә әйтергә теләгән фекерҙәрен ҡаты итеп әйтмәй торғайнылар. Кешегә ҡаты һүҙ әйтеү шул һүҙҙе төбәп әйткән кешенең насарлығын үҙеңә алыуға тиң, йәғни үҙеңә бирелгән матурлыҡты яманлыҡҡа алыштырыу. Элек-электән халҡыбыҙ кинәйәләп һөйләшкән, һүҙҙең ҡиммәтен аңлаған.
– Беҙҙә хәҙер “традицион дин” тигән төшөнсә барлыҡҡа килде. Был дөрөҫмө? Ни өсөн тигәндә иманлы, рәхмәтле, динле, тәҡүәле булыуҙы йола, традиция кимәленә генә ҡайтарып ҡалдырыу кешенең төп сифаты булған иманды башҡа йола-традициялар (әйтәйек, көнкүреш, туй, миҙгел йолалары) рәтенә ҡуйыуҙы аңлатмаймы? Кеше бит динде тыуған балаға исем ҡушыу, никах уҡыу, йыназа тәртиптәрен үтәү өсөн генә тотмай, беренсе урында барыбер ҙә иман торорға тейештер. Беҙгә һеҙҙең ҡараш нисек?
   – Минең ҡараш былай. Традицион ислам төшөнсәһенә ябай мәғәнә һалына. Әйтәйек, беҙҙең ата-бабаларыбыҙ шәриғәтте тоғро тотҡан, хәнәфи мәсхәбендә булып, күпселектә Наҡшбәндиә тәриҡәтенә ингән. Беҙҙең халыҡ өсөн традицион исламды мин ошолай аңлайым. Һәр төбәктең үҙенсәлеге бар, шул үҙенсәлек ул төбәктең йола-традицияларына бәйле һәм шул үҙенсәлектең дин менән бергә ҡушылыуы традицион исламды тәшкил итә лә инде. Әйтәйек, Ғәрәбстан өсөн ул бер төрлө, Үзбәкстан өсөн икенсе төрлө, Кавказ өсөн өсөнсө төрлө... Тотош исламды традицион исламға индереп булмай. Пәйғәмбәребеҙ диндә барлығы 73 йүнәлеш булыр, шуның береһе генә дөрөҫ булыр, тигән. Һәр халыҡтың үҙ мәсхәбендәге дини йүнәлешен ул халыҡтың традицион дине итеп күрәм. Әгәр ҙә был мәғәнәгә бүтән төрлө йөкмәтке таға башлаһалар, буталыу башлана. Традицион исламдың иң ябайын ошо рәүешле аңлайым: халыҡтың Исламда быуындан-быуынға тотҡан йүнәлеше.
   – Хәҙер дин юлында йөрөүсе “минбеләмдәр” үтә күбәйеп китте шул. Уларға нимәлер аңлатыу, төшөндөрөү мөмкин түгел: һәр ҡайһыһына үҙ туғыҙы – туғыҙ. Ундайҙар башҡа кешене тыңламай ҙа, бәхәс мәҙәниәтен бөтөнләй белмәй ҙә, “Аллаһу әкбәр!” тип ҡысҡыра башлайҙар. Ҡаҙағстандан килгән Ҡорбанғәле шәйехкә: “Исламда йүнәлештәр бик күп. Уларҙың ҡайһыһы дөрөҫ? Нимә ул тәриҡәт? Кем ул суфый?” тигән һорауҙар биргәйнек, ул: “Кеше хаҡ юлды таба алмаһын, башы буталһын өсөн дини китаптарҙы юрый ҡатмарлаштырып сығаралар. Тәриҡәт – Аллаһҡа юлды аңлата, ә кемдең йөрәге “Аллаһ” тип тибә – шул дөрөҫ юлда, ул – суфый. Мөхәммәд пәйғәмбәр ҙә суфый булған. “Суфый” һүҙенең аңлатмаһында “саф кеше” тигән мәғәнә ята. Әгәр ҙә Мөхәммәд пәйғәмбәр суфый булмаһа, уның күңеленә Ҡөрьән төшөрөлмәгән дә булыр ине. Ә кемдең теле генә “Аллаһ” тип әйтә – ул әле өлгөрөп етмәгән”, тип яуап бирҙе. Күренеүенсә, ике-өс һөйләм менән генә Ҡорбанғәле шәйех күп нәмәне аңлата алды.
   – Эйе, шәриғәт– Ислам диненең нигеҙе. Шәриғәтһеҙ тәриҡәт юҡ. Шул уҡ ваҡытта, тәриҡәт – Исламдың үҙе. Беҙҙең шишмәбеҙҙең, тәриҡәтебеҙҙең башында пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд (с.ғ.с) үҙе. Суфыйсылыҡтың иң төп тәртибе пәйғәмбәребеҙҙең (с.ғ.с) юлында булыу. Суфыйсылыҡ – күктәргә, Хаҡ Тәғәләнең хозурына, ҡаршыһына юл. “Минең өммәтемдәге халыҡтың күбеһе яңылышмаҫ”, тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд с.ғ.с. Пәйғәмбәребеҙ тотҡан сөннәт һәм күпселек менән бергә булһаң, шул дөрөҫ йүнәлеш. Халҡыбыҙ шәриғәтте тулыһынса үтәп, хәнәфи мәсхәбендә һәм тәриҡәттә тупланып, ихласлыҡта булған. Рәсәйҙәге төрки халыҡтарҙың ислам динендәге тарихи юлы – суфыйсылыҡ. Наҡшбәндиә тәриҡәте, һис шикһеҙ, быуаттар буйы иманды, динде ғилемдең, ихласлыҡтың иң юғары кимәлендә һаҡлауҙа ҙур уңышҡа өлгәшкән. Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ быуын-быуын ошо Наҡшбәндиә рухи үҫеш юлында иманын нығытҡан, берләшкән, үҙ асылын һаҡлаған. Наҡшбәндиә тәриҡәте нигеҙендә һәр мосолманда таҙалыҡ, намыҫлы хеҙмәт, түҙемлек, инсафлыҡ, ихласлыҡ, иман ныҡлығы, йөрәгеңдә Бер Аллаға тоғролоҡ кеүек иң аҫыл сифаттарҙы үҫтереү ята. Суфыйсылыҡ халҡыбыҙҙың тарихи йолаларына тап килә, башҡа конфессиялар менән ихтирамлы мөнәсәбәттә һәм һәр ваҡыт йәмғиәттең, дәүләттең, диндең бер-берен аңлауы яҡлы.
Башҡортостанда Наҡшбәндиә тәриҡәтенең атаҡлы һәм бөйөк остаздарынан бигерәк тә түбәндәгеләрҙе: Шәйех Хөсәйенбәк, Мәүләнә Шәйех Абдулхәким Ҡорбанғәлиев, Шәйех Абдулла Сәйеди һәм Мөжәүир хәҙрәт, Ғатаулла ишан, Толомғужа ишан, Мәүләнә Шәйех Ғиләжетдин, Мәүләнә Шәйех Абдулғәни, Шәмиғол хәҙрәт, Сәйеди Йәғәфәр ишан, Мораҙым бей ишан, Әбйәлил ишан, Ғәли Соҡорой, Ғарифулла Кейековты билдәләп һәм башҡа бик күптәрҙе әйтеп үтергә булыр ине.
Башҡортостандың төрлө мөйөштәрендә йәшәгән был бөйөк шәхестәр үҙҙәренең рухи кимәле, диндарлығы, белеме менән үҙебеҙҙә генә түгел, башҡа тарафтарҙа ла арҙаҡлы булып танылған. Улар Башҡортостаныбыҙҙа диндең терәге булған, уларҙың хеҙмәте йәмғиәтебеҙҙең юғары әхлағын тейешле кимәлдә тотҡан, халҡыбыҙҙың иманын нығытҡан.
Шәйех Зәйнулла ар-Рәсүли Урал, Волга буйында, Көнбайыш Себерҙә, Кавказ һәм Ҡырымда Наҡшбәндиә-Хәлидиә тәриҡәтенең һуңғы бөйөк шәйехе булған. Тәриҡәттең иң юғары Ҡотб Заман (Ҡотдуси Сиррух) исемен йөрөтөүе юҡҡа түгел. Шәйех Зәйнулла Рәсүлевтың ябай мосолмандарға ғына түгел, революцияға тиклемге күренекле мосолмандарға, руханиҙарға бик ныҡ йоғонто яһауы тарихтан билдәле.
Көнсығышты өйрәнеүсе рус академигы В.Бартольд, Шәйех Зәйнулла Расүлевтың вафатына арналған мәҡәләһендә Шәйехте “үҙ халҡының рухи короле”, тип атай. Танылған мосолман эшмәкәрҙәре, Рәсәй һәм СССР мосолмандарының Диниә назаратын төрлө йылдарҙа етәкләгән мөфтөйҙәр Ғәлимйән Баруди, Ризаитдин Фахретдин, Шәйехтең улы Абдрахман Рәсүлев, Шакир Хиләлетдиновтар Зәйнулла ишанды үҙҙәренең рухи уҡытыусыһы итеп таныған һәм уға эйәреүҙе оло хөрмәт иҫәпләгән.
– “Тәүрат” китабында “Аллаһы Тәғәлә – ул һөйөү” тигән аңлатма бар. Ислам иһә, нисектер, Хоҙай Тәғәләгә буйһонорға, унан ҡурҡырға ҡуша. Әммә ошонан сығып ҡына беҙ Исламда һөйөүгә урын юҡ, тип әйтә алмайбыҙ бит инде. Бына һеҙҙең аңлауҙа Исламдағы һөйөү нисек ул?
– Аллаһы Тәғәлә донъяға барлығы 124 мең пәйғәмбәр ебәргән. Уларҙың һәр береһе үҙ халҡына Аллаһы Тәғәләнең әмерен, һүҙен еткергән. Һәр диндә лә беренсе аҙым, беренсе һүҙ, беренсе саҡырыу – Аллаһты яратыу, Аллаһты һөйөү. Был тәңгәлдә барса диндәр ҙә бер. Һөйөү, мөхәббәт – Ислам диненең үҙе. Кем Аллаһты ярата, беҙҙә уларҙы яратабыҙ. Беҙ Аллаһҡа ихтирамыбыҙҙы, Аллаһы Тәғәләнең үҙенең беҙгә һөйөүе аша бирәбеҙ. Рәхмәтле булыуҙың иң ҙур күренеше – ул һөйөү. Иң ҙур әҙәп – ул Аллаһы Тәғәләгә һөйөү. Икенсе әҙәп – пәйғәмбәребеҙгә (с.ғ.с) ҡарата һөйөү, өсөнсө әҙәп – ата-бабаларыбыҙға, бигерәк тә әүлиәләребеҙгә һөйөү. Әгәр ҙә һиңә Аллаһы Тәғәлә һөйкөмлөк, һөйөү һалмаһа, тырышһаң да, тырышмаһаң да – булмай. Бына беҙҙең халыҡта ана шул һөйөү бар. Урыҫ һәм башҡа милләттең атаҡлы ғалимдары, яҙыусылары беҙҙең халыҡты “тәбиғәт балаһы,” тип атаған. Беренсенән, улар халҡыбыҙҙың тәбиғәткә булған мөнәсәбәте, уны һаҡлағаны өсөн шундай баһа биргәндер, икенсенән, асылдары тәбиғи, ихлас, һөйкөмлө булғандары өсөн шулай тип атағандыр. Ата-бабаларыбыҙ күпселектә суфыйсылыҡта булған, ә суфыйсылыҡ – Аллаһы Тәғәләнең мөхәббәтенә, һөйөүенә ирешеү юлы.
Шундай риүәйәт бар. Бер илдә берәүҙе солтан итеп ҡуялар. Ул өйләнгән була. Бер мәл уға ниндәйҙер аңлау килеп, ул үҙенең солтанлығынан баш тартып, ғаиләһен, йәш ҡатынын ҡалдырып Мәккә-Мәҙинәгә Ҡәғбәтулла янына сығып китә. Ул ситтә йөрөгәндә ҡатыны бала таба. Улы бәлиғ булғас атаһы тураһында һораша башлай. Уға: “Атайың Ҡәғбәтулла янында Хоҙай Тәғәләнең хеҙмәтсеһе булып йөрөй”, – тип әйтәләр. Малай атаһын эҙләп сығып китә һәм барып таба. Атайҙың улына ҡарата һөйөүе шул тиклем була, ул Аллаһы Тәғәлә тураһында онота. Шунан ул Хоҙайҙы иҫенә төшөрөп: “Эй, Раббым, ғәфү ит, мин бер мәлгә Һине оноттом. Улыма ҡарата минең һөйөүем Һинең һөйөүең булһын. Шунан һуң, Раббым, Һинең һөйөүең улым аша миңә килһен”, – ти. Әгәр ҙә донъяла һөйөү бар икән, ул кешегә бер генә каналдан түгел, күп бәйләнештәр аша килә. Әгәр ҙә бала ир менән ҡатындың һөйөүе аша тыуа икән, бында ла Аллаһы Тәғәләнең һөйөүе аша бала тыуа һәм никахлы ғаиләлә тыуған һәр бала ризыҡлы тыуа һәм ата-әсәһенә юл аса.
– Ниңә халҡыбыҙ бер туҡтауһыҙ яуға күтәрелгән, ана, башҡалар яуға ла сыҡмаған, күберәк һаҡланып та ҡалған, тип халҡыбыҙҙың яугирлығына дәғүә белдереүселәр ҙә бар. Уларҙың әйтеүенсә, имеш тә, беҙ башҡалар һымаҡ тарихтың һәр һынылышлы мәлендә ғәскәр төҙөмәһәк, еребеҙҙе, динебеҙҙе һаҡлап ҡан ҡоймаған булһаҡ, башын ҡомға тығып йәшенергә маташҡан дөйәғош һымаҡ ҡыланһаҡ, бөгөн байыраҡ, халҡыбыҙ күберәк булыр ине...Икенсенән, күптәр атай-олатайҙарыбыҙҙың оло ватан – Рәсәй именлеге өсөн хәрби походтарҙа ҡатнашыуын ек күрә. Имеш, ни өсөн беҙ үҙебеҙҙең ергә баҫып инеүселәрҙе яҡлап һуғышҡанбыҙ? Ни өсөн, әйтәйек, тарихта “бөйөк бола” тип нарыҡланған йылдарҙа Мәскәү ҡалаһын поляктарҙан һаҡлап ҡалғанбыҙ, Наполеонға ҡаршы 28 полк менән ҡаршы барып, Парижды яулағанбыҙ, һуңғы Бөтөн Донъя һуғышында кавалерия дивизияһы төҙөп немец-фашистары танктарына ҡаршы ташланғанбыҙ? Әлбиттә, бындай фекерҙәрҙе ҡабул итеп булмай. Сөнки, тарихтан күренеүенсә, беҙҙең халыҡҡа үҙе өсөн генә түгел, башҡа бик күптәр өсөн яуаплылыҡ йөгөн дә күтәрергә тура килгән. Бындай бурысты халҡыбыҙ, аңлауыбыҙса, Хоҙай тарафынан төшөрөлгән изге бурыс итеп ҡабул иткән. Бында башҡа төрлө аңлауҙың булыуы мөмкинме? Был йәһәттән һеҙ ни әйтерһегеҙ?
– Аллаһы Тәғәлә беҙҙе Ер шарының төрлө урынында, төрлө төҫтә, төрлө телдә, төрлө халыҡ итеп яралтҡан. Бының менән ул беҙгә бер-беребеҙҙе өйрәнеү һәм өлгө алыу мөмкинлеге биргән. Аллаһы Тәғәлә өсөн иң яҡыны – ул тәҡүәле кеше, тәҡүәле ҡәүем. Аллаға шөкөр, халҡыбыҙ бер ваҡытта ла сит ҡәүемдәрҙең ерен баҫып алмаған, уға үҙе башлап һөжүм итмәгән. Барымта-ҡарымталарға килгәндә, уларында ла ҡыуып алып кителгән малды кире ҡайтарыу ихтыяжы ғына ятҡан. Беҙҙең менән һундар ҙа, Сыңғыҙ хан да, уның ейәне Батый хан да, Аҡ батша ла килешеү төҙөгән. Быларҙан шундай һығымта яһарға була: тик көслөгә генә һыйыналар, тик абруйлы кешегә генә ҡул бирәләр. Донъялар үҙгәрә килә, төрлө сәбәптәр арҡаһында беҙҙең ергә килеп һыйыныусылар күбәйеп киткән. Динһеҙ һәм көнһөҙ ҡалмайым, тип килеүселәрҙе атай-олатайҙарыбыҙ ҡабул иткән. Суҡыныуҙан ҡасҡан татарҙар, мосолман сыуаштар, мишәрҙәр, крепостной правонан ҡасып урыҫтар килеп һыйынған. XVII быуаттың аҙағында Петр Беренсе староверҙарға һөжүм башлағас, улар боронғо диндәрен һаҡлар өсөн беҙгә килгәндәр. Килеп һыйыныусы халыҡ вәкилдәре беҙҙең ерлектә үҙенең динен, телен, ғөрөф-ғәҙәтен һаҡлап ҡалған, атай-олатайҙарыбыҙ уларҙың эске тормошона ҡамасауламаған. Тик бөгөн килеп уларҙың барыһы ла беҙгә рәхмәтлеме? Улар беҙгә рәхмәтле булмағас, Аллаһы Тәғәләгә лә рәхмәтле түгелдәр. Беҙҙең атай-олатайҙар башҡа халыҡҡа ҡаршы барып, үҙ башын һалмаған, ә уларҙың яуызлығына ҡаршы барып ҡорбан булған. Иван Грозный ваҡытында әллә ни һуғыштар ҡупмаған, ә бына Петр Беренсе власҡа килгәс, заман кинәт үҙгәреп китә. Халҡыбыҙ динен, телен, ерен, үҙенсәлеген һаҡлайым, тип яуға сыға. Юғалтыуҙар ҙа күп була, әммә динебеҙ ҙә, еребеҙ ҙә, телебеҙ ҙә һаҡлана. Шуға күрә атай-олатайҙарыбыҙҙы яугирлыҡта, фиҙаҡәрлектә ғәйепләү ҙур яңылышлыҡ. Бындай һөйләнеүҙәр халҡыбыҙҙың рухын баҫтырыу, күңелен төшөрөү өсөн махсус эшләнә. Беҙ аҫабалыҡ төшөнсәһенә тик бер яҡтан ғына ҡарайбыҙ. Беҙ аҫабалыҡҡа хоҡуҡ тип кенә ҡарайбыҙ. Эйе, аҫабалыҡ – ул ергә хоҡуҡ, шул уҡ ваҡытта ул хоҡуҡты беҙгә кем биргән? Аҫабалыҡ тойғоһо – ул беҙгә ошондай матур ерҙе биргәне өсөн Аллаһы Тәғәләгә рәхмәтлек тойғоһо. Ә беҙ аҫабалыҡты тик юридик, хоҡуҡ мәғәнәһендә генә аңлайбыҙ. Ә ата-бабаларыбыҙҙа аҫабалыҡ аңы ошо ерҙе, ошо һыуҙарҙы, ошо тауҙарҙы, ошо урмандарҙы биргән өсөн Аллаһы Тәғәләгә рәхмәт әйтеүгә барып ялғана. Рәхмәт кенә түгел, Аллаһы Тәғәлә алдында ошо биргәнде һаҡлап ҡалыу өсөн бурыс тойғоһо. Шуға күрә беҙҙең халыҡ ошо ер менән бергә динен, телен, иманын һаҡлай алған. Ошоларҙың барыһын бер итеп ҡарау аҫабалыҡ тойғоһон барлыҡҡа килтергән дә инде. Уларҙы бер-береһенән айырып ҡарарға ярамай. Билдәле, аҫабалыҡ менән шәжәрә бәйле. Шәжәрәгә лә тәрән мәғәнә һалынған. Ҡан-ҡәрҙәшлек – бик ҙур яуаплылыҡ. Был Аллаһтың әмере. Кем ҡан-ҡәрҙәшлекте дауам итә – Аллаһ уны ла дауам иттерер. Кем өҙә – Алла уны өҙөр. Халҡыбыҙҙа әйтем бар – был донъяла беҙҙе ата-әсәйебеҙҙең фатихаһы йөрөтә, уларҙың фатихаһы – Аллаһы Тәғәләнең фатихаһына тиң. Йәнә лә өҫтәр инем. Әл-Әхзәб сүрәһе, 5-се аят
“... Уларға аталары исеменән өндәшегеҙ, был Аллаһ ҡаршыһында ғәҙелерәк...” Ошоға ҡарата тоғро хәҙис бар. Әбү Зәрр (р.ғ.) әйткән: “ Үҙенең атаһы түгеллеген белә тороп, мин уның улы, тип әйтеүселәрҙең һәр береһе иманһыҙлыҡҡа бара, һәм үҙе, ниндәйҙер халыҡтың вәкиле булмаһа ла, мин шул халыҡтан, тиеүселәрҙең урыны, һис шикһеҙ, тамуҡта.” Был хәҙисте Әл-Бохари, Әхмәт, Мөслим һәм башҡалар килтергән.
Әхмәтзәки Вәлиди кеүек беҙҙең халыҡтың үткәнен, хәҙергеһен белгән, киләсәген төҫмөрләгән, халҡын яратҡан, уның һымаҡ көрәшкән бүтән шәхесебеҙ юҡ әлегә. Ул иң ҙур һөжүмдәрҙең дин, тел, ер йәһәтенән булыры хаҡында әйткән. Сөнки уларҙың өсөһө лә Аллаһы Тәғәләнең бүләге. Уларҙы айыраһың икән, һин үҙеңдең төп асылыңдан ситкә китәһең. Төшөнкө уйҙарға бирелмәйек. Хатта матур эштәрең булһа ла, бындай уйҙарыңдың булыуы эштәреңдең хаҡын төшөрә. Быға ҡаршы берҙән-бер юл – иманлы булыу, үҙ асылыбыҙға ҡайтыу. Ҡыйын булһа ла, һыйыр, йылҡы ҡарап, иген үҫтереп, асылға ҡайтыу.
– Әммә “һыйыр, йылҡы ҡарап булһа ла”, тигән фекерегеҙ менән килешеп үк бөтөп булмай. Ни өсөн тигәндә, һәр халыҡ үҙ үҫешендә урбанизация осорон үтергә бурыслы. Сөнки ҡайҙа ҡала, шунда сәнәғәт, шунда үҫеш, шунда социаль шарттар. Социаль шарттар юғары булған һайын, кешенең шәхсән үҫеш, күп телдәрҙе өйрәнеү, төрлө һөнәрҙәр үҙләштереү мөмкинлеге барлыҡҡа килә. Хәйер, был хаҡта айырым һөйләшеү талап ителә. Шулай ҙа совет осоронда ауыл хужалығы гөрләп эшләгән саҡтағы ауыл менән хәҙерге ауыл ныҡ айырыла. Ауылдың иң ҙур проблемаһы һаналған эшһеҙлек барлыҡ социаль-сәйәси-мәҙәни-рухи мәсьәләләрҙе хәл итеүҙе тотҡарлай.
– Шул уҡ ваҡытта ауылдарҙың да төрлөһө бар. Яңыраҡ Баймаҡ районының Ирәндек зонаһындағы Күсей, Төрөкмән, Әхмәр, Басай, Иҫәнбәт, Абҙаҡ ауылдарында булдым. Аллаға шөкөр, унда халыҡ бына тигән итеп йәшәп ята. Өс ауылға йөҙ ҙә илле берәмек трактор иҫәпләнә, халыҡтың ҡулында күп һандағы эре мөгөҙлө мал, йылҡы малы бар. Хатта ауыл халҡы күмәкләп аҡса йыйып “К-700” тракторы һатып алған. Бер көн бер юлы йөҙәрләгән кеше сығып, ишандарына зыярат ҡылды. Шунса халыҡ араһында йөҙө болоҡһоу, тормошо менән ризаһыҙ кешене күрмәнем. Уларҙың йөҙөндә халҡыбыҙҙың хәҙерге хәлен күрҙем. Тағы бер яңы миҫал. Әбйәлил районы Тал Ҡусҡар ауылы мәсете имамына ҡорбанлыҡ аҡса биреп, итен мохтажлыларға таратырға һораным. Ул аптырап ҡалды. “Аллаға шөкөр, беҙҙең ауылда ундайҙар юҡ,” тип мине аптыратты ла, шатландырҙы ла. Ҡай бер яҙыусылар, шағирҙар күргәнсә, улай уҡ насар түгел, шөкөр итерлек икән хәлебеҙ, тип ҡыуандым. Әгәр ҙә яҙыусы, шағир илаулаһа, халыҡ та илаулай. Шуға күрә, “Башҡортостан” телерадиокомпанияһында эшләгәнемдә төшөнкөлөккә бирелгән журналистарҙы радио һәм телевидение эфиры аша сығарыуға ҡаршы булдым. Эфир аша моңһоу йырҙарҙы ла аҙыраҡ яңғыраттырҙым. Халыҡ йор булырға тейеш.
– “Йырҙың йыртығы юҡ,” тиҙәр. Йыр, асылда, ҡыуаныу тойғоһо кисереүҙән бигерәк, моңһоуланғанда, һағышҡа бирелгәндә күберәк тыуа инде ул, Салауат ағай. Еңел-елпе тойғола яралған йырҙың да ғүмере ҡыҫҡа. Башҡорт халыҡ йырҙарының төбөндә күпселектә тәрән һағыш ята...
– Улай бер яҡлы ғына әйтмәгеҙ. Беҙҙең халыҡ йырҙарының энергетикаһы шул тиклем ҡеүәтле, көслө. Миҫалға “Урал”, “Сыңрау торна” йырҙарын алайыҡ. Әгәр ҙә һәр көнөңдө ошо йырҙы тыңлауҙан башлап ебәрһәң, ул көнөң бушҡа үтмәҫ, маҡсатлы булыр. Һәр башҡорт өсөн был гимн ғына түгел, ул – доға. Беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙың доғаһы. Ата-бабаларыбыҙ Аллаһтың беҙгә биргән матур өлөшөнә – Урал тауҙарына, йылға-күлдәренә, урман-яландарына сикһеҙ рәхмәте аша тыуған йырҙар улар. Ошо моңдар өсөн Хаҡ Тәғәлә яңынан рәхмәтен ебәргән беҙгә...
Бер тарих һөйләйем әле. Үткән быуат аҙаҡтарында бала саҡтан Тибет монастырендә тәрбиәләнгән, донъяла билдәле ҡытай ғалимы беҙгә килгәйне. Ул беҙҙең ҡурайҙы тыңлағас, был ябай музыка ҡоралы түгел, тине. Ҡурай моңо менән һеҙҙең халыҡты күтәрергә лә, төшөрөргә лә була. Ҡурайҙа, боронғо башҡорт көйҙәрендә Тибет монастырҙарында ҡулланылған бөтөн көй һәм өндәрҙең (мантраларҙың) көс-ҡеүәте бар, тине таң ҡалып...
Эйе, “йырҙың йыртығы юҡ”, шул уҡ ваҡытта уйланырға урын бар. Әхмәр, хәтерлә әле, 90-сы йылдар... “Каруанһарай”, Роберт Юлдашевтың “Ҡурай” төркөмө – ниндәй рух, ниндәй халыҡсанлыҡ, дәрт, ҡеүәт... Уларҙың халҡыбыҙҙың рухын яңыртыуҙа, күтәреүҙә өлөштәре әйтеп бөткөһөҙ ҙур. Аллаһы Тәғәләнең рәхмәттәре яуһын үҙҙәренә. Шөкөр, заманына күрә, тағы ла йәштәребеҙ үҫә, “Арғымаҡ”, “Әс-Сәләм”, “Заман”, “Ятаған” төркөмдәре тағы ла тәрәнерәк иман, халыҡ, тел, ер тураһында йырлап, йөрәктәргә үтеп инә, рухыбыҙҙы байыта. Аллаһы Тәғәлә уларға көс-ҡеүәт бирһен, юлдарын асһын.
– Үҙең өсөн генә бындай аңлауҙы оҙаҡ ваҡыт алып йөрөһәң, арыта бит, Салауат ағай, әйтәйек, башҡалар һин аңлағанды аңларға һәм ҡабул итергә теләмәһә...
– Мин арырға тейеш булһам да, арымайым. Ҡайһы ваҡыт бер аҙна эсендә генә дүрт мең километр юл үтергә тура килә. Ҡайһы ваҡыт бил ауыртып китә лә, билемде үҙем уйлаған урынға ултыртам. Ҡайһы ваҡыт, Салауат, һиңә ошо йөрөү нимәгә кәрәк, ҡатының янында, ашы бешкән, пенсия алаһың, бер эшең дә юҡ, тиҫбеңде тарт та ултыр, тип тә үҙ-үҙемә һорауҙар бирәм. Әммә һәммәбеҙгә лә эшләргә кәрәк. Эшләһәк, һөҙөмтәһе күренә, халыҡтың күңеле күтәрелә.
– Бында алгоритм бер төрлө генә, ябай ғына: халҡым шундай данлыҡлы, бөйөк юл үткән икән, мин уға лайыҡлы булырға тейешмен. Шулаймы? Беҙ көслөрәк, иманлыраҡ, ҡеүәтлерәк булырға тейешбеҙ.
– Шулай. Шулай булмаһа, йәшәүҙән ни мәғәнә? Аллаһы Тәғәләнең бар нәмәһе лә ябай ғына: ҡайҙа ҡатмарлылыҡ индерәләр, шул ерҙә – шайтан. Беҙ көслөрәк түгел, ә көслө, иманлыраҡ түгел, иманлы, ҡеүәтлерәк түгел, ҡеүәтле булырға бурыслыбыҙ. Һуңғы йылдарҙа ассимиляция тураһында бик күп яҙылды. Ассимиляция – глобализацияның бер күренеше. Бушҡа күп һөйләү көсһөҙләндерә. Эшләргә кәрәк. Әнүәр ағай Әсфәндиәров, Нияз ағай Мәжитов, Салауат Хәмиҙуллин кеүек. Һәр кемебеҙҙең үҙ урынында халыҡ өсөн эшләргә мөмкинлеге бар. Ассимиляциянан күп һанлы халыҡтар ҙа, аҙ һанлылары ла азат була алмай. Был афәттән халыҡ тик иман аша ғына яҡлана һәм һаҡлана ала. Зәки Вәлидиҙең атаҡлы һүҙҙәре менән тамамлар инем беҙҙең һөйләшеүҙе. “Халҡыбыҙҙың бәләкәй генә киҫәге һаҡланып ҡалһа ла, бөтә баҡсаға таралыр,” тигән. Иншаллаһ! Аҙаштырылғандар ҙа, ситкә киткәндәр ҙә кире асылына ҡайта бит. Имандың асылы – Аллаһы Тәғәләгә тоғролоҡта. Бер-беребеҙгә тоғро булып, берҙәм булһаҡ ҡына ғүмерле булырбыҙ.
– Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт, Салауат Әмирхан улы!
Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай әңгәмә ҡорҙо.