Еңеү ветераны Иргалин Мөждәбә Ғабдулхаҡ улы
Бөйөк Еңеү байрамы алдынан ғына ҡәҙерле туғаныбыҙ һуғыш ветераны Иргалин Мөждәбә Ғабдулхаҡ улынын әхирәткә күсеүенә 40 көн тулыуы сәбәпле Ҡөръән мәжлесе үткәреп аят уҡыныҡ. Ошо быйылғы Еңеү көнөнә Мөждәбә апабыҙ (Әбйәлил яҡтарында апа – атай-әсәйҙән оло ир кеше. Ололап, ҡәҙерләп әйтеү) ай ярымдай ғына, килеп етмәне.
Әбйәлил районын Әүмеш (Алсынбай) ауылында 1926 йылда тыуып үҫеп, һуғышта ҡатнашып, иҫән-һау ҡайтҡас колхозда ғүмер буйы эшләп, күп балалар үҫтереп, хаҡлы ялға сығып, 90 йылдан күберәк ғүмер кисереп, арабыҙҙан китте. Таштимер ауылы сельсоветенен һуңғы һуғыш ветераны Ғабдулхаҡ улы Мөждәбә апабыҙҙын урыны йәнәттә булһын.
Беҙ, әлеге быуын, ошо матур тормошта йәшәһен тип, йәндәре өсөн ҡурҡмайынса Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан бар тере һәм мәрхүм кешеләргә дан! Улар илебеҙҙе һаҡлап, дошманды ҡыйратып, енеү менән ҡайтылар. Ошо Еңеү байрамы өсөн ҡорбан булған тиҫтәләп миллиондаған кешене, әлеге тереләрендә, беҙ бер ҡасанда оноторға тейеш түгелбеҙ. Шулай уҡ тылда, ас яланғас, көнө-төнө эшләгән шул быуын кешеләренә дан, хөрмәт һәм ихтирам булһын!
Әгәр улар бар көстәрен ошо Еңеү көнөнә көсөн һалмаһа, әле беҙ был донъяла булыр инекме? Мәңге рәхмәт уларға һәм тубыҡланып баш эйәйек уларға. Шул быуындын ҡаһарманлығын, батырлығын онотмайыҡ бер ҡасанда. Үҙ тыуған илебеҙҙең патриоттары булайыҡ, балаларыбыҙҙы ла илебеҙгә һөйөү тойғоһы менән үҫтерәйек.
Аллаһ Тәғәлә әйтә: илегеҙҙең етәкселәре итеп, юнле һәм юнһеҙ етәкселәр ҡуярмын һынау өсөн, әммә уға ҡарамай, шуларға бойһоноп, һеҙҙең бурсығыҙ — тыуған илегеҙҙе дошмандан һаҡлау.
Ватан һәм милләтебеҙҙең именлеге, динебеҙҙең мәңгелеге, милләтебеҙ-халҡыбыҙ өсөн көрәшкән халҡыбыҙҙан Аллаһ Тәғәлә риза булһын. Мәрхүмдәрҙен урыны йәннәттә булһын.
«Раббәнәәә әәтинәә фиддунйәә хәсәнәтәү үә фил әәхирати хәсәнәтәү үә ҡыйнәә ғәҙәәбәәнәәр».