Никах вәғәҙе һәм хөтбәһе
Әғүүҙү билләәһи минәш-шәйтаанир-раджиим. Бисмилләәһир рахмәәнир-рахииим. Әлхәмдулилләһи раббил ғәләмин үәссаләәтү үәссәләәмү ғәләә рәсүлинә Мүхәммәдиү үә ғәләә әәлииһи үә әсхәбиһи әждмәғин.
Бөтә ғәләмде юҡтан бар ҡылып, тәрбиә ҡылыусы Аллаһы Тәбәрәкә үә Тәғәләгә бөтмәҫ хәмед-ҫәнә, шөкөрҙәребеҙ булһа ине. Хаҡ Аллаһы Тәғәлә тарафынан ғәләмдәргә рәхмәт, мәрхәмәт булараҡ ебәрелгән һөйөклө Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа ﷺ хәҙрәттәренә, уның хөрмәтле әһленә, сәхәбәләренә, күңел түрҙәребеҙҙән сыҡҡан сәләмдәребеҙ, салауаттарыбыҙ һәм һәр төрлө изге доғаларыбыҙ булһа ине.
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа салләллаһу ғәләйһи үәс-сәлләм бер хәҙисендә әйтә: әгәр бер ерҙә кешеләр йыйылһа, унда Ҡөръән аяттары уҡылмаһа, был йыйылыу хәйерле булмаҫ, ә теләгән теләктәр ҙә хәйерле ғәмәлгә ашмаҫ, тигән. Хатта ике кеше осрашҡанда ла Аллаһ Тәғәләне иҫкә алмаһа, был осрашыу хәйерле булмаҫ, тигән. Шуға күрә бында йыйылыуыбыҙ (мәжлесебеҙ) хәйерле булһын тип, ошонда теләгән теләктәребеҙ ҡабул булһын, тип, Ҡөръән аяттары уҡыйыҡ. Бөгөн ҡауыша торған йәштәрҙең никахтары төҙөк, мөхәббәттәре дауамлы булһын. Бөгөн йома көн (кесеаҙна) әрүах туғандарыбыҙҙыла иҫкә алайыҡ. Ошо нигеҙенән (йорттан) сыҡҡан әруахтарҙың да рухтары шат булһын, ошо йортта йәшәүселәрҙән доға көтөп ятыусы мәрхүм-мәрхүмә ата-әсәләренең дә, әбей-бабайҙарының да рухтарына доға ирешһен. Улар ҙа ошо никах мәжлесенән шат булып, былар шат-күңелле көндәрендә беҙҙе лә иҫкә алдылар бит әле, тип һөйөнһөндәр. Аллаһ Тәғәлә шуларҙы насип итһә ине.
Доға...
Йә, Раббым, йә Аллаһ, (изге йома көндәрендә) уҡылған Ҡөръән аяттарыбыҙҙы, бөтә хата-кәмселектәрен ғәфү ҡылып рәхмәтең менән беҙҙән ҡабул итеп алһаң ине. Унда булған әжер-сауаптарҙы Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа саллаллаһу ғәләйһи сәлләм рухы шәрифтәренә ирештереп, ҡиәмәт көнөндә шәфәғәттәрҙе барыбыҙға ла насип әйләһәң ине. Атабыҙ Әҙәм (ғ.с.), әсәбеҙ Һауа (р.г.)ның рух-шәрифтәренә ирештерһәң ине. Атабыҙ Әҙәм (г.с.), әсәбеҙ Һауа (р.г.)нан алып, хәҙерге көнгә тиклем Ер йөҙөнә килеп киткән бөтөн мөьмин — мосолман ҡәрҙәштәребеҙҙең рухтарына ирештереп, рухтарын шат ҡылһаң ине. Ауылыбыҙҙан сыҡҡан барлыҡ мөьмин-мосолман ҡәрҙәштәребеҙҙең рухтарына ирештереп, рухтарын шат ҡылһаң ине. Ауылыбыҙҙың зыяратында мәрхүм, мәрхүмә булып беҙҙән доға өмөт итеп ятыусы барлыҡ вафат булған мөьмин — мосолман ҡәрҙәштәребеҙҙең рухтарына ирештереп, рухтарын шат ҡылһаң ине. Бында килеп, ҡулдарын күтәреп, «Амин», тип, Һинән доға өмөт итеп ултырыусыларҙың вафат булған барлыҡ туғандарының рухтарына ирештереп, рухтарын шат ҡылһан ине. Уларҙы ошонда ултырыусыларҙан риза ҡылһаң ине. Ошо йортта (ауылда) йәшәүселәрҙән доға өмөт итеп ятыусы — вафат булған барлыҡ туғандарының, атай — әсәләренең, әбей-бабайҙарының, дуҫтарының, күршеләренең, таныштарының — барыһының да рухтарына доға итеп ирештереп, рухтарын шат ҡылһаң ине. Йә, Раббым, йә Аллаһ, уҡыған Ҡөръән аяттар хөрмәтенә ошо нигеҙгә бәрәкәт ебәр, бында йәшәүселәрҙең йәндәренә тыныслыҡ, тәндәренә һаулыҡ, маңлай күҙҙәренә лә, кальб (йөрәк) күҙҙәренә лә нур бир, үҙҙәренә һәм балаларының күңелдәренә тәүфиҡ-һидәйәт бир.
Йә, Раббым, йә Аллаһ, уҡыған Ҡөръән аяттарыбыҙ хөрмәтенә бөгөн ҡауышасаҡ ошо йәштәрҙең (фәлән улы үә фәлән ҡыҙы) дә никахтарын төҙөк итеп, мөхәббәттәрен дауамлы иттереп, уларҙан тыуасаҡ балаларҙың да илебеҙҙе, динебеҙҙе, милләтебеҙҙе ҡеүәтләүсе, атай-әсәйҙәренә миһырбанлы, шәфҡәтле, мәрхәмәтле булып үҫеп етеүҙәрен күрергә насип ит. Йә, Раббым, йә Аллаһ, уҡыған Ҡөръән аяттарыбыҙ хөрмәтенә йәшәй торған донъяларыбыҙҙы, Ислам доньяһы ҡылып йәшәйәсәк ҡалған ғүмерҙәребеҙҙе – барыбыҙҙыҡын да хәйерле ҡылып, һуңғы һулыштарыбыҙҙа: «Ләәә иләәһә илләллаааһ Мүхәммәдүр Расүүлүллаааһ», тип, хозурыңа барып, ахыр урындарыбыҙҙы йәннәттә ҡылһаң ине.
«Раббәнәәә әәтинәә фиддүнйәә хәсәнәтәү-үә фил-әхыйрати хәсәнәтәү үә ҡыйнәә ғәҙәәбән-нәәәр» — Йә, Аллаһым, беҙгә доньяла ла, ахирәттә лә изге ниғмәттәр бир, беҙҙе йәһәннәм ғазабыннан һаҡла.
Аллаһ Тәғәлә доға-теләктәребеҙҙе ҡабул итһен һәм рәхмәте үә бәрәкәте барыбыҙға ла булһын.
Аллаһ Тәғәлә ризалығы менән һәм бында ултырыусы шаһиттәр ҡатнашлығында никах мәсьәләһенә күсәйек.
Аллаһ Тәғәлә Ҡөръән Кәрим китабында:
وَمِنْ آيَاتِهِ أَنْ خَلَقَ لَكُم مِّنْ أَنفُسِكُمْ أَزْوَاجًا لِّتَسْكُنُوا إِلَيْهَا وَجَعَلَ بَيْنَكُم مَّوَدَّةً وَرَحْمَةً إِنَّ فِي ذَلِكَ لَآيَاتٍ لِّقَوْمٍ يَتَفَكَّرُونَ
21. Үә мин әәйәәтиһии ән халәҡа ләкүм мин әңфүсикүм әзүәәджәл-литәскүнүү иләй-һәә үә джәғәлә бәйнәкүм мәүәддәтәү-үә рах-мәтән иннә фии ҙәәликә лә'әәйәәтил-лиҡау-мий-йәтәфәккәруун.
21. Уның аяттарынса, Ул һеҙгә бергә торор өсөн үҙегеҙҙән үк ҡатын яратып биргән, ике арағыҙҙы мөхәббәт һәм рәхмәт менән бәйләгән. Ысынлап та, уйлаған кешегә бында аяттар бар! (30 сүрә, 21 аят.)
"Аллаһ һеҙгә (күңелегеҙ) уларҙан тыныслыҡ булдырыу өсөн үҙегеҙ кеүек үк парҙарҙы (ҡатын – ҡыҙҙарҙы) яратты, арағыҙға һөйөү һәм рәхимлек булдырҙы. Ысынлапта был нәмәләрҙе фекерләүсе кешеләр өсөн мәғәнәләр бар!"
Был аятта Аллаһ Тәғәлә ир кешенең парын ҡатын-ҡыҙҙы барлыҡҡа килтереүе тураһында хәбәр итә. Аллаһ Тәғәлә ир кешегә парҙы ендәр, хайуандар араһынан һайламаны, ә үҙе кеүек үк булған, уға оҡшаған парҙы ҡатын-ҡыҙҙы барлыҡҡа килтерҙе.
Ни өсөн Аллаһ Тәғәлә ҡатын-ҡыҙҙы был донъяға барлыҡҡа килтерҙе икән, — кеше тип һораһа, яуапты белеү өсөн аяттың дауамында уҡырға кәрәк. Был аяттан күренгәнсә, Аллаһ Тәғәлә ҡатын-ҡыҙҙы ир кешенең күңеле тыныслыҡ тапһын өсөн яратты. Был донъяла ир кешенең күңеле аҡсанан да, яҡшы эштән дә һәм башҡа шөғөлләнеүҙән дә тулыһынса тыныслыҡ таба алмай, ул бары тик хәләл юл менән ғаилә ҡороп, никах уҡытып ҡатын-ҡыҙ ярҙамы менән генә күңел тыныслығы таба ала. Бары тик никах уҡытып, ғаилә ҡороп һәм балалар үҫтереп кенә кеше йәшәүҙең мәғәнәһен аңлай ала. Шуға күрә Аллаһ Тәғәлә был донъяға ҡатын-ҡыҙҙарҙы Үҙенең Рәхмәте менән беҙ ир-ат өсөн яратҡан.
Аллаһ Тәғәлә Ҡөръән Кәримдә Нисә (Ҡатындар) сүрәһендә, 24 һәм 3 аятында
وَأُحِلَّ لَكُم مَّا وَرَاءَ ذَلِكُمْ
فَانكِحُوا مَا طَابَ لَكُم مِّنَ النِّسَاءِ
«Үә үхилләкүм мәә үәраа-әзәәликүм. Фәңкихүүнә мәә таабә ләкүм-миннисәә-и» тигән мөбәрәк һүҙҙәре менән егет менән ҡыҙҙың үҙ теләктәре менән никахлашыуҙарын хәләл ҡылды.
Шулай уҡ Пәйғәмбәребеҙҙең: اَلنِّكَاحُ سُنَّتِىِ فَمَنْ رَخِبَ عَنْ سُنَّتِى فَلَيسَ مِنِى
«Әнникәәхү сүннәтии фәмәң рағийбә ғәң сөннәтии фәләйсә миннии» тигән хәҙис шәрифенең мәғәнәһе ошолай була: «Никахланыу ул — Аллаһы Тәғәлә бойорған эш һәм Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ хөрмәтле сөннәте итте».
Никах ул Әҙәм ғәләйһис-сәләмдән бирле килә. Әҙәм ғәләйһиссәләм менән Һауа разыйһү Аллаһү ғәнһүмәгә никахты Джәбраил ғәләйһиссәләм уҡыны.
Егет менән ҡыҙҙың, үҙ теләктәре менән, бер нисә кешенән торған шаһиттар алдында үҙҙәренең хаҡтарын, бурыстарын тейешенсә үтәргә тип, бер-береһенә вәғәҙә биреүе — һүҙ биреүе, шул вәғәҙәләрен үҙҙәренең ата-әсәләре, туған-ҡәрҙәштәре, шаһиттары алдында беркетеүҙә «никах ғәҡүд» тиҙәр.
Никах – ул Аллаһ Тәғәлә ҡаршыһында ант-вәғәҙә тигән һүҙ, риза булып алаһыңмы, риза булып бараһыңмы?- тигәндә, улар, ошо кеше менән ғүмерем буйы ниҡахыма тоғро булып йәшәргә ризамын, тип вәғәҙә бирергә тейештәр. Бына шуға күрә лә ниҡах ул — иң сауаплы эш. Ниҡахһыҙ йәшәү – зина (уйнаш) ҡылыу була, ҙур гонаһ эш, тыуған балаларыла гонаһнан табылған була.
Кешенең өс туйы була: тыуыу, никах һәм үлеме. Никах табыны — Аллаһ Тәғәлә алдында сауаплы мәжлестәрҙән һанала. Рамаҙан айында ауыҙ астыра торған ифтар мәжлесенә генә, ифтар табыны менән генә тиңләшә ала. Бында саҙаҡаларҙың да әжере 100 мәртәбәгә сауаплыраҡ. Сөнки был – шатлыҡ, ҡыуаныс туйы. Кешеләр бында һөйөнөстән йыйылған.
Никах — ул ир менән ҡатындың бер-береһенә таяныс, терәк булып йәшәүе, бер-береһенә ант итеүе, бер-береһенә тоғролоҡҡа һүҙ бирешеүе. Никах Аллаһы Тәғәлә тарафынан индерелгән, Ислам динендә ғаилә ҡороу никахтан башлана. «Ир яҙмышы ҡатын ҡулына, ҡатын яҙмышы ир ҡулына йөкләнә», — тип әйтелә изге Китабыбыҙҙа.
Никахтан һуң ир кеше тормоштоң бөтә ауырлыҡтарын үҙ өҫтөнә ала. Ата-әсә өҫтөндәге бурыс никахланған балаларҙың үҙ өҫтөнә төшә. Ир кеше хәләл мал табырға тейеш. Ир-егетең бурысы: үҙенең ҡатынына ғүмерлек тормош иптәше, ышаныслы юлдаш итеп ҡарау, ата-әсәһенән, туған-ҡәрҙәштәренән, тыуған еренән айырып алып китеп үҙенең ғүмерлек юлдашы итеп алған ҡыҙҙы намыҫ менән тәрбиәләп, ҡәҙерләп тотоу.
Ҡыҙҙың өҫтөнә йөкләтелгән бурыс: иренең тормош юлында ышаныслы юлдаш булыу, тормошоның ҡайғыһын, шатлығын бергә уртаҡлашыу, ауыр ваҡыттарҙа ышаныслы терәк булыу. Ҡатын кеше ир тапҡан малды бәрәкәтле һаҡлай, тотона белеүен дә һәм ысын мөхәббәте һаҡлауҙа көсөн һала. Ғаилә йәнгә тыныслыҡ бирә торған урын, һәм шул мөхитте булдырыуҙа ҡатын кеше бар көсөн, аҡылын, тырышлығын ҡуйырға тейеш.
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа саллалаһү ғәләйһи үәссәләм әйткән: «Һеҙҙең изгелегегеҙ — ғаилә кешеләренә йомшаҡ күңелле, изге булыуығыҙ, ата-әсәләрегеҙгә мәрхәмәтле һәм шәфҡәтле булыуығыҙ.»
Бер шиғри юлдарҙа: Егет ҡыҙһыҙ булһа, ҡыҙ-егетһеҙ,
Ҡыҙыҡ булмаҫ ине донъяла...
Йылғалар ярһыҙ булмай
Егет-ҡыҙ йәрһеҙ булмай... тигәндәре лә Ҡөръән Кәримдәге:
“Мин һеҙҙе парлы итеп яраттым"- тигән аятына тура килә.
“Бер ғәилә туйға әҙерләнә. Атаһы улы эргәһенән үтеп киткән һайын: – Улым, бөгөн һинең иң бәхетле көнөң! Улым, бөгөн һинең иң бәхетле көнөң! – тип әйтә икән. Малай түҙмәгән: – Атай, ашыҡма инде, туй иртәгә генә бит әле, – тигәс, атаһы: – Шуны күҙҙә тотоп әйтәм дә инде мин, улым, бөгөн һинең иң бәхетле көнөң тип. Сөнки иртәгә был бәхет бөтәсәк".
Кейәү кешегә, төшөнкөлөккә төшөп, әй бәхетле ваҡыттарым үткән икән, елкәгә ҡамыт кейҙем тип ҡайғырыу кәрәкмәй, Аллаһ ҡушҡанды үтәп, сөннәтебеҙҙе үтәп ғәилә ҡороу иң ҙур бәхет ул.
Хөрмәтле йәштәр! Һеҙҙең бөгөндән, киреһенсә, тағы ла бәхетлерәк көндәрегеҙ башланһын! Бер-берегеҙҙе һаҡлағыҙ, ҡәҙерләгеҙ, яратығыҙ! Матур һәм мәғәнәле тормош булһын һеҙгә! ".
Бер ваҡытты Мөхәммәд ﷺ бер ҡатындан: «Һинең ирең бармы?», — тип һорай. Был ҡатын: «Эйе, бар», — тип әйткән. «Ә ул һинән ризамы һуң?», — тип һораған Мөхәммәд пәйғәмбәр. Был ҡатын әйтә: «Әгәр ҙә мин берәй нәмәне эшләй белмәһәм ул миңә асыулана», — тип әйтә икән. Шунан һуң Мөхәммәд пәйғәмбәр ﷺ: «Иреңә ҡарата иғтибарлыраҡ бул! Сөнки ул һинең Йәһәнәмең һәм Йәннәтең», — тип әйткән. «Был донъяла иренең ризалығын алмаған ҡатын йәннәткә инмәҫ», — тип әйтелә бер хәҙистә.
Үҙ тиңеңде табып уға бар-барлығың менән буйһоноп йәшәргә риза булыу, ҙур ҡыуаныс, мәшәҡәттәрҙе бергә кисерергә, донъя юлында һөйгәнең менән иңгә-иң килеп күҙгә-күҙ ҡарашып аңлашып йәшәргә әҙер булыу – ул ҙур бәхет!
Бәхет ул – яратышҡан кешеләрҙең тормош һуҡмағынан гел йәнәшә барыуҙары. Шул һуҡмаҡ тарайғанда бер-береһенә һыйынып, юл бирешеү, киңәйгәндә йырағаймаҫҡа, упҡындарға тайпылғанда ҡулды ҡулдан ебәрмәйенсә аңлашып йәшәү — бәхеттең нигеҙе. Тик кеше бәхетенә ҡомһоҙ шуны иҫтән сығармағыҙ! Бына ғәиләм булһа, үҙемдең торор йортом — фатирым булһа, бер нәмә лә кәрәкмәҫ инде тигән хыялдар тормошҡа ашырыу менән кеше яҡшынан яҡшыраҡ, яңынан яңыраҡ тураһында хыялланырға тотона. Теләгәндәр ҡабул булмаһа, үҙен донъяла кәмһетелгән иң бәхетһеҙ кеше итеп тоя башлай. Бәхет ул Аллаһ биргәненә шөкөр итеп йәшәү.
Йәшлекте тормоштоң иң матур миҙгеле тиҙәр. Кеше үҙ йәш саҡтарын ғүмере буйы һағынып туя алмай. Йәшлегемә ҡайтыр инем тигән йырҙа бар бит әле. Әлбиттә һәр осорҙоң үҙ матурлығы була, ә йәшлекте, минемсә, ул ваҡытта сибәрерәк, көслөрәк булғаны ғына өсөн һағынмайҙар. Йәшлектә бит ғәилә мәшәҡәттәрен, ҙур тормош ауырлыҡтарын белмәйһен, ләкин үҙ уйҙарың, үҙ донья менән генә йәшәйһең. Йәшлек – ул үҙебеҙ өсөн генә йәшәү мөмкинлеге бирелгән, бер аҙ яуапһыҙыраҡ та, бер ни аҙ аҡылһыҙҙыраҡ та осор. Хыялға батҡан осор.
Хөрмәтле йәштәр, һеҙгә бары тормоштоң матур, тирә-яҡ тышҡы етешлек, муллыҡтан башҡа күңел иркенлеге – иң ҙур байлыҡ икәнлеген иҫкәртәһем килә. Ҡарағыҙ һеҙ бөгөн ниндәй гүзәл, матур, шат йөҙлө һәм, иң мөһиме, — һеҙ бәхетле. Бәхет өсөн һеҙҙең бөтә нәмәгеҙ бар. Йортло булыу өсөн оҫталығығыҙ, тырышлығығыҙ, балалар тәрбиәләрлек аҡылығыҙ, бер-берегеҙҙе аңларлыҡ хисегеҙ. Иң кәрәге, һөйөү-яратышыуығыҙ бар. Шул һөйөүегеҙҙе юлдаш итеп һеҙҙе оло юлға — тормош юлына оҙатабыҙ. Бәхетле булығыҙ. Күңел тулы өмөт, рух-байлыҡ менән, өй эсе тулы бала, кеҫә тулы аҡса менән һәр саҡ ҡыуанып ҡына йәшәгеҙ.
Ҡулға – ҡул тотоношоп, тормош юлының ауыр – еңеллектәрен уртаҡлашып, иң-иң бәхетле парҙар булып, барыбыҙҙы һөйөндөрөп матур тормош ҡороғоҙ! Иң беренсе атай-әсәйҙәрегеҙҙе, бер-берегеҙҙең туғандарын ихтирам итеп тороғоҙ, бөгөнгө саф тойғоларығыҙҙы һаҡлағыҙ, арағыҙҙан ел үткәрмәгеҙ.
Һәр өйгә бәрәкәт, һәр ғәиләгә һаулыҡ! Тормошоғоҙ яҡты өмөттәр, иман нуры менән тулһын!
«Яҡшы ир», «яҡшы ҡатын» тип кемде әйтә алабыҙ? Шундай булыр өсөн ниндәй сифаттар кәрәк? Был һорауға яуапты Пәйғәмбәребеҙҙең ҡыҙы хәҙрәти Фатима бирә. Хәйерле (йәғни яҡшы) ир ҡатынын борсомай (күңелен төшөрмәй), хыялында булһа ла хәрәм (йәғни зина) ҡылмай. Әгәр ир менән ҡатын был талаптарға яуап бирһә, тормоштары бәхет үә сәғәҙәт эсендә үтәсәк. Хәҙрәти Ғәли ҙә шул фекерҙә булған.
Ир менән ҡатын икеһе өсөн дә уртаҡ булған матур сифаттарҙы үҫтерергә, бер-береһенә терәк булырға тейеш. Әгәр инде хис һәм ғәмәл уртаҡлығы бөтһә, ул ваҡытта, әлбиттә, ғәиләләге аңлашылмаусынлыҡтарға, ризаһыҙлыҡтарға һ.б. түҙергә генә ҡала. Ғәиләлә йә ҡатын, йә ир сабыр итә. Йәғни кемдер бөтөн ауырлыҡты, киреһе мөнәсәбәттең йөгөн үҙе генә тартырға мәжбүр. Ләкин бының сауабы ла күп. Йәннәтле кешеләрҙең күбеһе – нәҡ бына был донъяла сабыр итеүселәр. Аллаһ Тәғәлә барыбыҙғала сабырлыҡтар бирһең, матур донъя тормошобоҙҙо емерергә сәбәп бирмәһен.
Никах мосолман кешеһенә уҡыла. Аллаһҡа ышанмаған кешеләргә никах уҡылмай. Сөнки никах Аллаһ ҡушҡан эш. Кем ул мосолман? «Ләәә иләәһә илләлаааһ Мөхәммәдүр рәсүлүллаааһ», «Аллаһ Бер, Аллаһ Бөйөк, Аллаһынан башҡа иләһи юҡ, Мөхәммәд пәйғәмбәр Уның илсеһе — тип әйткән кеше генә мосолман. Был һүҙҙәрҙе әйтеп шул һүҙҙәргә тоғро ҡалырға тейеш. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа салләллаһу ғәләйһиссәләм: «Кем «Ләәә иләәһә илләлаааһ Мөхәммәдүр рәсүлүллаааһ» тип әйтһә, был кеше тамуҡта мәңге ҡалмаҫ,»- тип әйткән. Кем дә кем ошо һүҙҙе әйткәндән һуң, ошо һүҙҙәргә тоғро булып, намаҙҙарын да уҡып, ураҙаларын ла тотоп, харамға ла ҡатнашмай йәшәй алһа, ул кеше ҡиәмәт көнөндә ҡубарылып, тамуғты күрмәйенсә генә йәннәткә инәсәк.
Никах уҡығансы тәүҙә егет менән ҡыҙ ҡунаҡтар алдында: «Ләәә иләәһә илләлаааһ Мөхәммәдүр рәсүлүллаааһ» , — тип, үҙҙәренең мосолман икәнлеген раҫларға тейештәр. Мосолман ир-ат мосолман ҡатын-ҡыҙына ла, христиан һәм йәһүд ҡыҙына ла өйләнә ала, тик уларҙың икеһенең дә ихлас күңелдән, иман кәлимәләрен әйтеүҙәре төп шарт булып тора. Ә мосолман ҡатын-ҡыҙҙарына башҡа дин кешеһенә кейәүгә барыуҙы тыя. Тик мосолман диненә генә күсһәләр мөмкин. Аллаһ Тәғәлә Ҡөръәндә, әл-Мүмтәхәнә сүрәһенең 10 аятында: «Мосолман ҡатын-ҡыҙҙарығыҙҙы кәферҙәргә бирмәгеҙ, сөнки кәфер булған ирҙәргә улар хәләл түгелдәр», — тип әйтелә. Бында шулай уҡ Аллаһ Тәғәлә барлығына ышанмаған кеше лә кәфер булып һанала.
Шаһиттар... Шаһиттар етерлек, (ике мосолман ир-ат йәки 1 мосолман ир-ат менән 2 мосолман ҡатын-ҡыҙ булһа никах уҡыу шарты үтәлә).
Мәһәр... Берәүҙәр мәһәрҙең күләме беҙҙең Хәнәфи мәҙһәбе буйынса 33,6 грамм көмөшкә йәки 4,8 грамм алтынға ( бөгөнгө көндә 1 грамм – 2500 һум) тиң булырға тейеш тиҙәр, икенселәре шәриғәттә мәһәрҙең күләме күрһәтелмәгән, шуға самалап ҡына бирегеҙ тигәндәр. Егет кеше үҙ исеменән ҡыҙға мәһәр бирә, ә туғандары түгел. Егет кеше үҙен эшлекле, булдыҡлы, ғәилә көтөргә көсө етә икәнен күрһәтә лә инде мәһәр аша. Мәһәрҙе ҡалым менән бутарға ярамай, ҡайһы бер халыҡ ҡыҙҙарын һатып ҡалым ала, ә Ислам динендә ҡыҙ өсөн ҡалым хәрәм нәмә. Ҡыҙ үҙенең матурлығына, сафлығына, уңғанлығына, намыҫлығына, ғәлимәлегенә таянып, теләһә нәмә һәм теләһә күпме һорай ала. Һораған ҡәҙәр бирмәһәләр, ҡыҙ ул егеткә сыҡмаҫҡа ла мөмкин. Мәһәр ул ҡыҙҙың аҡсаһы, ул аҡсаны ата-әсәһенә лә, иренә лә бирергә тейеш түгел. Хатта өйгә кәрәк йыһаз, иренә кейем үә ашатыу был аҡсанан булырға тейеш түгел. Ҡатыны рөхсәт итһә генә ул мәһәр малынан файҙалана ала. Мәһәрҙән ике яҡ риза булһа шул еткән, мәһәрҙең суммаһын һанап ултырыу кәрәкмәҫ тим. Мәһәр бер ҙә телгә алынмайынса никах уҡылһа йә мәһәрһеҙ булыр тип никах уҡылһа, ул ваҡытта ла мәһәр һуңынан бирелергә тейеш булыр. Ҡөръәндә мәһәр бирегеҙ тип әйтелә.
Никах уҡыр алдынан егеттән риза булып алдыңмы, ҡыҙҙан риза булып барҙыңмы, тип һорайбыҙ, улар ризалыҡтарын белдереп шаһиттар алдында һүҙ бирә. Был — уларҙың анты. Ҡыҙ баланы үҙе теләмәгән кешегә бирһәк, беҙ бик ҙур боҙоҡлоҡ эшләгән булабыҙ. Шуға күрә иң элек ҡыҙ баланан һорарбыҙ, унан һуң егет кешенән һорарбыҙ. Бында ҡыҙ кеше барҙым, тип, егет кеше алдым, тип әйтер. Барам – алам тигән һүҙҙәрҙең ҡасан бараһы үә алаһы билдәһеҙ.
Яҙмыштарҙы яҙмыш менән ҡуша
Боронғонан килгән был йола.
Бисмилланы әйтеп йәш парҙарға,
Хәҙер никах уҡырбыҙ
Никахығыҙ ерҙә генә түгел,
Күктәр тарафынан да уҡылһын.
Ҡорған ғаиләгеҙҙә ғүмер буйы
Йәнгә йылы сәсә торған нур булһын.
Күктән яуа бөгөн изге доға,
Йәш парҙарға теләп изгелек.
Бәхетегеҙ мулдан булһын һеҙҙең
Никахығыҙ булһын ғүмерлек!
Һеҙ фәлән ҡыҙы ... фәлән улы ... үҙегеҙ риза булып барҙығыҙмы? Һеҙ фәлән улы ... фәлән ҡыҙы ... риза булып алдығыҙмы? Шунан йәштәрҙең үҙҙәренең ризалығы менән шаһиттарҙың шаһитлегең никах менән хөтбәһен уҡыйыҡ. (Никах доғалары төрлөсә: кемдер Ҡөръән аяттары уҡый, кемдер ошо аяттарға ҡушылған хәҙистәр һәм башҡаһын уҡый. Никах көсөнә эйә: әгәр Аллаһ Тәғәлә һәм ике шаһит алдында никахлашыусылар вәғәҙә-ант итһәләр. Шуға шаһиттәрҙан башҡа хатта мулла ла һәм башҡаларҙын ҡатышыуы кәрәкмәй).
Никах хөтбәһе
خُطْبَةُ النِكَاحِ
أعوذ بآلله من الشيطان الرجي
بسم االله الرحمن الرحيم
اَلْحَمْدُ لِلَّهِ مُيَسِّرِ الاُمُرِ وَمُقَدِّرِ الشُّهُورِ وَ مُغَيِّرِ الأَزْمِنَةِ وَ الدُّهُورِ
الَّذِي نَاجَى مُوسَى مَعَهُ عَلَى الطُّو رِ
وَ أَنْزَلَ التَّوْرَاةَ وَ الِانْجِيلَ وَ الفُرْقَانَ وَ الزَّبُورِ
وَ أَحَلَّ النِّكَاحَ مَقْرُونًا بِالشُّهُودِ وَ الْمُهُورِ
قَال الله تعالى في سورة النساء (فَانْكِحُوا مَا طَابَ لَكُم مِّنَ النِّسَاءِ مَثْنَى وَثُلَاثَ وَرُبَاعَ) وَ قَال الله تعالى في سورة النور(وَأَنكِحُوا الْأَيَامَى مِنكُمْ وَالصَّالِحِينَ مِنْ عِبَادِكُمْ وَإِمَائِكُمْ إِن يَكُونُوا فُقَرَاءَ يُغْنِهِمُ اللَّهُ مِن فَضْلِهِ وَاللَّهُ وَاسِعٌ عَلِيمٌ)
لَقَدْ جَاءَ الأَخْبَارُ عَنِ النَّبِيّ المُخْتَارِ صَلَّى الله عَلَيْهِ
وَ عَلَى آلِهِ وأَصَحَابِهِ الأبْرَارِ الأحْيَار
النِّكَاحُ سُنَّتِي فَمَنْ رَغِبَ عَنْ سُنَّتِي فَلَيْسَ مِنِّي
النَّاكِحُ رَاغْبٌ وَ المَنْكُوحَة مَرْغُوبَةٌ وَ المَهْرُ عَلى مَا تَرَاضَيَا*
وَ فِى خَبَرٍ آخَرَ*تَنَاكَحُوِ تَوَالَدُوا تَكَاشَرُوا فَاِنِّي أبَاهِي بِكُمُ الأمَمَ يَوْمَ الْقِيَامَةِ
أَثبَتَ آللَّهُ تَحَالَيَ فِي صُدُورِ الْجَانِبَيْنِ حَبَّةَ الْمُحَبَّةِ
وَ أَقُول قَوْلِي هًذَا وَ أَسْتَغْفِرُ آللَّهَ الْغَفَّارَ لِي وَلِسَآئِرِ جَمَاعَةِ الْمُسْلِمِينَ
إِنَّهُ هُوَ الْغَفُور ُالْرَّحِيمُ ُالْرَّحِيمُ الْجَوَادُ الكَرِيمُ السَّمِيعُ الْحَلِيمُ
Әғүүҙү билләәһи минәш-шәйтаанир-раджиим. Бисмилләәһир рахмәәнир-рахииим
«Әлхәмдү лилләәһи мүйәссирил үмүүри үә мүҡаддиришшү-һүүри үә мүғаййирил әзминәти үәддүһүүүр.
Әлләҙии нәәджәә Мүүсәә мәғәһүү ғәләттууур.
Үә әңзәләттәүраатә үәл Иңджиилә үәл фүрҡаанә үәззәбүүүр.
Үә әхәләнникәәхә мәҡрүүнә бишшүһүүди үәл мүһүүүр.
Әғүүҙү билләәһи минәш-шәйтаанир-раджиим. Бисмилләәһир рахмәәнир-рахииим
(Ҡааллааһү тәғәәләә фии сүратүл нисә'ә) «...фәңкихүү мәә таабә ләкүм минә-ннисәә'и мәҫ-нәә үә ҫүләәҫә үә рубәәғә... » (4:3).
(Ҡааллааһү тәғәәләә фии сүратүл нур) «Үә әңкихүл-әйәәмәә миңкүм үә-ссаалихиинә мин ғибәәдикүм үә имәә'икүм ий-йәкүүнүү фүҡараа'ә йуғниһимү-ллааһу миң фадлиһи үә-ллааһу үәә-сиғүн ғәлиим».
Ләҡаде джәәәә әл әхбәәри ғәнин нәбиййил мүхтәәәр салләллааһү тәғәәләә ғәләйһи үә ғәләә әәлиһи үә әсхәәбиһил әбраарил әхйәәәр.
«Әнникәхү сүннәтии фәмәр-рағыйбә ғәң сүннәтии фәләйсә миннии»
Әннәәкихү раағыйбүү үәл мәңкүүхәтүм мәрғубәтүү үәл мәһру ғәләә мәә тәраадайәә».
(Үә фии хабәрин әәхар) «Тәнәәкәхүү тәүәәләдүү, тәкәәҫҫәру фә иннии үбәәһии бикү мүл үмәмә йәүмәл ҡыйәәмәһ».
Әҫбәталлааһү тәғәәләә фии судуурил джәәнибәйни хәббәтәл мәхәббәһ.
Үә әҡуулү ҡаулии һәҙәә үә әстәғфируллааһәл ғаффәәралии үәләкүм үә ли сәәирил джәмәәғәтил мүслимиин
Иннәһү һүәл ғәфүүруррахиимүл джәүәәдүл кәриимүс-сәмииғүл ғәлииим».
Мәғәнәһе: Бөтә маҡтау-данлауҙар Аллаһ Тәғәләгә генә тейешле. Ул эштәрҙе еңелләштереүсе үә айҙарҙы тәҡдир ҡылыусы үә замандар менән ғасырҙарҙы алыштырыусы. Ул — Аллаһ, Тур тауында Муса сғс менән әңгәмәләште. Ул — Аллаһ, Тәүратте, Инжилде, Фурҡанды (Ҡөръәнде) үә Зәбурҙы төшөрҙө. Һәм шаһиттар үә мәһер менән бәйле никахты хәләл ҡылды. «Күңелегеҙгә хуш килгән ҡатындарға өйләнегеҙ — икешәрҙе, өсәрҙе, дүртәрҙе никахлап алығыҙ» (ән-Ниса сүрәһе 3-сө аят). «Үә үҙегеҙҙең арағыҙҙан булған ирһеҙ ҡатындар менән ҡатынһыҙ ирҙәрҙе, һәм тәҡүәле ҡолдарығыҙҙы үә кәнизәктәрегеҙгә өйләндерегеҙ. Әгәр улар фәҡир булһалар, Аллаһ уларҙы Үҙ фазиләте, рәхмәте менән бай ҡылыр. Аллаһтың фазиләте киң. Ул һәр нәмәне белеүсе». (ән-Нур сүрәһе 32-се аят). Шулай уҡ, Аллаһ тарафынан һайлап алынған пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд саллаллаһу ғәләйһиссәләмдең хәҙистәрендә, уға, уның тәҡүәле хәйерле ғәмәлдәр ҡылыусы әһле бәйтенә-яҡындарына, уның сәхәбәләренә Аллаһ Тәғәләнең мәрхәмәттәре булһа ине. Хәбәр ителә: «Никах минең сөннәтем, кем унан баш тартһа минән түгел». «Никахлашыусы ир-ат башлап теләк белгертә, ә мәһәр үҙ-ара килешеү менән бирелә». Икенсе хәҙистә: «Никахлашығыҙ, балалар тыуҙырығыҙ, күбәйегеҙ, сөнки Ҡиәмәт көнөндә һеҙҙең күплегегеҙ менән башҡа өммәттәр янында ғорурланырмын».
Никах доғаһы
اَلْحَمْدُ لِلهِ رَبِّ الْعَالَمِينَ وَالصَّلَاةُ وَالسَّلَامُ عَلَى رَسُولِنَا مُحَمَّدٍ وَ عَلَى آلِهِ وَ اَصْحَابِهِ اَجْمَعِينَ*
اَللَّهُمَّ اجْعَلْ هَذَا الْعَقْدَ مَيْمُونًا وَمُبَارَكًا*
وَاجْعَلْ بَيْنَهُمَا اُلْفَةً وَمَحَبَّةً وَقَرَارًا*
وَلاَ تَجْعَلْ بَيْنَهُمَا نَفْرَةً وَفِتْنَةً وَفِرَارًا*
اَللَّهُمَّ اَلِّفْ بَيْنَهُمَا كَمَا اَلَّفْتَ بَيْنَ آدَمَ وَحَوَّا*
وَكَمَا أَلَّفْتَ بَيْنَ مُحَمَّدٍ صَلَّى اللهُ عَلَيْهِ وَسَلَّمَ وَخَدِيجَةَ الْكُبْرَى رَضِىَ اللهُ عَنْهَا*
وَكَمَا أَلَّفْتَ بَيْنَ عَلِيٍّ رَضِىَ اللهُ عَنْهُ وَفَاطِمَةَ الزَّهْرَى رَضِىَ اللهُ عَنْهَا*
اَللَّهُمَّ اَعْطِ لَهُمَا اولَادًا صَالِحًا وَرِزْقًا وَاسِعًا وَعُمْرًا طَوِيلاً*
رَبَّنَا هَبْ لَنَا مِنْ أَزْوَاجِنَا وَذُرِّيَّاتِنَا قُرَّةَ أَعْيُنٍ وَاجْعَلْنَا لِلْمُتَّقِينَ إِمَامًا*
اَللَّهُمَّ رَبَّنَا آتِنَا فِى الدُّنْيَا حَسَنَةً وَفِى اْلآخِرَةِ حَسَنَةً وَقِنَا عَذَابَ النَّارِ*
بِرَحْمَتِكَ يَا أَرْحَمَ الرَّاحِمِينَ*
Никах доғаһының мәғәнәһе: Әй Аллаһ! Был килешеүҙе бәхетле үә бәрәкәтле ҡылһаң ине! Улар араһында дуҫлыҡ, татыулыҡ, мөхәббәт үә тоғролоҡ урынлаштырһаң ине! Әй Аллаһ! Уларҙың араларын нығытып, бер-береһенә ризалаштырһаң ине, нисек атабыҙ Әҙәм үә әсәбеҙ Һауа араһын бер-береһенә ризалаштырған кеүек. Уларҙың араларын нығытып, бер-береһенә ризалаштырһаң ине, нисек Мөхәммәт мостафа саллаллаһу ғәләйһи үәс сәлләм үә Хәдиджә кубра радыяллаһу ғәнһә араһын бер-береһенә ризалаштырған кеүек. Уларҙың араларын нығытып, бер-береһенә ризалаштырһаң ине, нисек Ғәли мортаза үә Фатима зәһрә радыяллаһу ғәнһә араһын бер-береһенә ризалаштырған кеүек. Әй Аллаһ! Уларға тәҡүәле бала, оҙон ғүмер, киң ризыҡ насип итһәң ине. Әй Раббыбыҙ! Хәләл ефеттәребеҙҙән үә нәҫелдәребеҙҙән күҙҙәребеҙҙең нурын, шатлығын насип ит һәм беҙҙе тәҡүәле мөьминдәргә имам ҡыл! Әй Раббыбыҙ! Беҙгә был донъяла ла, ахирәттә лә хәйерле ниғмәттәреңде насип ит һәм беҙҙе тамуҡ утынан һаҡла!
Аллаһ Тәғәлә ике яҡтың да күңелендә мөхәббәт орлоҡтарын һалһа ине! Һәм был һүҙҙәремде әйтәм дә үҙем өсөн дә башҡа мосолмандар йәмәғәте өсөн Ғәфү итеүсе Аллаһтан ғәфү итеүҙе ялбарам. Ысынында Ул — ғәфү итеүсе, мәрхәмәтле, үә йомарт, хөрмәтле үә доғаларҙы ишетеүсе, ғалим, һәр нәмәне белеүсе.
Өйләнешкән йәштәр ата-әсәләренә киң күңелле, шәфҡәтле, тәүфиҡлы балалар булһалар ине. Быларҙан тыуасаҡ балалар ҙа изгелекле балалар булып, Ислам динен ҡеүәтләүсе, үҙҙәренә доғасы, бәхетле балалар булып, тыныслыҡ, һаулыҡ, сәләмәтлек менән үҫтерергә насип итһәң ине.
Ә хәҙер инде үҙегеҙҙең ризалығығыҙ менән, бында ултырыусы шаһиттәрҙың шаһитлығы менән Аллаһ Тәғәләнең ҡушыуы менән Пәйғәмбәребеҙҙең сөннәте менән, ошо миҙгелдән башлап, Аллаһ Тәғәлә ҡаршыһында ла, бәндәләр ҡаршыһында никахлы ир менән ҡатын булып һаналаһығыҙ.
Аллаһ Тәғәлә һеҙгә тыныс ғүмерҙәр, иҫәнлек-һаулыҡ, имен тормош биреп ошо бурыстарҙы намыҫ менән үтәргә насип итһә ине. Һеҙгә Аллаһ Тәғәлә ғүмерегеҙҙе матур иттереп йәшәп, ике яҡтың да атай-әсәй ҡәнәғәт, риза булырлыҡ, ике яҡтың да атай-әсәнең доғаларын алырлыҡ, матур, күркәм тормош ҡороп йәшәүҙе насип итһә ине. Ошонда йыйылған ике ауыл халҡының да, бынан һуң туғанлашып, дуҫлашып йәшәүенә һеҙҙең никахығыҙ сәбәпсе булһа ине. Һеҙҙән тыуасаҡ балалар ҙа динебеҙҙе, илебеҙҙе, милләтебеҙҙе ҡеүәтләүсе, үҙегеҙгә миһырбанлы, шәфҡәтле, үҙегеҙҙе ҡәҙер-хөрмәт итеүселәр булһа ине. Шул балаларҙы шатлыҡ-һөйөнөстәрен генә күрергә Аллаһ Тәғәлә насип итһә ине.
Тормош тигән оҙон, ауыр юлды бер-берегеҙгә терәк булып, бер-берегеҙҙе ҡәҙер-хөрмәт итеп, бер-берегеҙҙе ғәфү итеп, бер-берегеҙгә юл биреп Аллаһ Тәғәлә һеҙгә күркәм сабырлыҡтар бирһә ине. Амин.
Фатиха сүрәһе уҡырға мөмкин...
Бәхет кенә һиңә теләһәм дә.
Донъя шау бәхеттән тормай, балам.
Бары сабырлыҡ һәм иман тулы
Фатихамды йөрәгеңә һалам...
Бар бәхет иманда, диндә булыу...
Иманлы булып бәхетле генә ғүмер кисергә насип итһен. Иң һөйгән нәмәгеҙ — һеҙҙе был донъяға бар иткән Аллаһ Тәғәлә булырға тейеш. Ир кеше ҡатынын, ә ҡатын кеше ирен Аллаһынан артыҡ яратырға тейеш түгел. Аллаһ Тәғәлә: «Минән артыҡ яратҡан нәмәләрегеҙҙе тартып алырмын», — тигән. Ғәиләле булыу бәхет, ләкин иң ҙур бәхет Аллаһ Тәғәләне таныуҙа һәм шуға шөкөрҙө булыуҙа. Рәббәннә...
Атаҡайға — туй.
Әсәкәйгә — уй.
Йәштәргә — уйын.
Ҡоҙаларға — һый ғына булмаһын, никах табынығыҙ күркәм үә тыныс үтһен.
Бөгөн һеҙҙең яҙылышҡан,
Никахлашҡан көнөгөҙ,
Тантаналы был миҙгелдең
Ҡәҙерҙәрен белегеҙ!
Бөгөн донъя ғәжәп нурлы,
Йылмайығыҙ, көлөгөҙ!
Бөтөн донъя байрам итә,
Һеҙҙе ҡотлай – күрегеҙ!
Бөгөн һөйөү дингеҙендә
Рәхәтләнеп йөҙөгөҙ,
Мәрхәмәтле, бәрәкәтле,
Бөгөнгеләй мөхәббәтле
Булһын һәр бер көнөгөҙ!
Фатихалы ғаилә: https://nazir1965.com/din/fatixaly-%D2%93ail%D3%99.html