Нәфсе теләктәрҙән ваз кисеү

                                                    Нәфсе теләктәрҙән ваз кисеү

     Әғүүҙү билләәһи минәш-шәйтаанир-раджиим. Бисмилләәһир рахмәәнир-рахииим. Әлхәмдулилләһи раббил ғәләмин үәссаләәтү үәссәләәмү ғәләә рәсүлинә Мүхәммәдиү үә ғәләә әәлииһи үә әсхәбиһи әждмәғин.
     Бөтә ғәләмде юҡтан бар ҡылып, тәрбиә ҡылыусы Аллаһы Тәбәрәкә үә Тәғәләгә бөтмәҫ хәмед-ҫәнә, шөкөрҙәребеҙ булһа ине. Хаҡ Аллаһы Тәғәлә тарафынан ғәләмдәргә рәхмәт, мәрхәмәт булараҡ ебәрелгән һөйөклө Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа ﷺ хәҙрәттәренә, уның хөрмәтле әһленә, сәхәбәләренә, күңел түрҙәребеҙҙән сыҡҡан сәләмдәребеҙ, салауаттарыбыҙ һәм һәр төрлө изге доғаларыбыҙ булһа ине.
     Ихлас күңел менән Аллаһы Тәбәрәкә үә Тәғәләгә ғибәҙәт ҡылырға йыйылған мөхтәрәм мосолмандар: әссәләәмү ғәләйкүм үә рахмәтуллаһи үә бәракәәтүһү!
     Аллаһы Сөбхәнәһү үә Тәғәлә бөтөн кешелектең атаһын, беренсе пәйғәмбәрҙе Әҙәм ғәләйһиссәләмде йәннәттә бар ҡылған. Һауа әсәбеҙҙе (Аллаһ унан риза булһа ине) Әҙәм ғәләйһиссәләмдең һул ҡабырғаһынан яратҡан. Улар бергә йәннәттә йәшәгәндәр. Аллаһы Тәғәлә Үҙенең маҡсатын тормошҡа ашырыу өсөн, Әҙәм ﷺ менән Һауаны (Аллаһ унан риза булһа ине) һынауҙар, ауырлыҡтар доньяһына ебәргән.

     Кире мәңгелек йәннәткә, Аллаһтың сикһеҙ рәхмәтенә ҡайтыр өсөн, Әҙәм ﷺ һәм уның балалары билдәле һынауҙар аша үтергә тейеш булған. Был имтиханды үткәндә кеше үҙенең зәғифлеген, көсһөҙлөгөн танып, Бөйөк Раббыһына, Уның ярҙамына ярлы булғанын танып белергә тейеш, әлбиттә.
     Мөхтәрәм йәмәғәт! Аллаһы Тәғәлә Үҙенең пәйғәмбәрҙәре һәм китаптары аша асыҡтан-асыҡ итеп хаҡиҡәтте һәм ялғанды күрһәткән, хәләлде һәм хәрәмде билдәләгән. Аллаһы Раббыбыҙ кешене аҡыл менән бүләкләп, уға һайлау иреген биргән.
     Изге Ҡөръәндә «Бәләд» сүрәһенең 10-сы аятында ошолай тип әйтелгән:
                                                                                           وَهَدَيْنَاهُ النَّجْدَيْنِ
     10. Үә һәдәйнәәһү-ннәдждәйн.
     10. Беҙ уға ике юлды (изгелек һәм гонаһ) юлын күрһәттек.
     "Беҙ уға ике юл күрһәтмәнекме (береһе – дин юлы, икенсе – динһеҙлек юлы)".
     Ислам ғалимдары әйтеүенсә, кешелә булған яҡшы һәм насар ынтылыштар, сифаттар ике үҙәккә барып тоташа. Уларҙың береһе нәфсе, икенсеһе рух тип атала. Нәфсе – кешенең асылы ул, уның ярҙамы менән тән төрлө физик тән хәрәкәттәр башҡара. Шулай уҡ нәфсе тип, кеше йәненең тиҫкәре, кире сифаттарын, теләктәрен дә атайҙар. Әгәр ул тәрбиәләнмәһә, кешене гонаһлы ғәмәлдәргә килтерергә мөмкин.
     Рух тип кешенең йәнен атайҙар. Уның тураһында кешегә бик аҙ мәғлүмәт бирелгән. Рухтың асылын тәғәйен танып бөтөрә алмайбыҙ. Аллаһы Тәғәлә рух тураһында Ҡөръәндә былай тип әйтә:
                                    وَيَسْأَلُونَكَ عَنِ الرُّوحِ قُلِ الرُّوحُ مِنْ أَمْرِ رَبِّي وَمَا أُوتِيتُم مِّن الْعِلْمِ إِلاَّ قَلِيلاً
     85. Үә йәс'әлүүнәкә ғәни-рруухи ҡули- рруухү мин әмри раббии үә мәә үүтиитүм минәл-ғилми илләә ҡалииләә.
     85. Улар һинән рух (йән) тураһында һорай. Әйт: «Рух (йән) — Раббым хөкөмөндә, һеҙгә ул хаҡта бик әҙ белем бирелгән», — тиең.
    "Улар һинән рух тураһында һорашалар. Әйт һин уларға:
     - Рух Раббымдың бойороғонда. Һеҙгә уның тураһында белем бик аҙ бирелде, – тиген« („Исра“ сүрәһе, 85-се аят).
     Рухының йоғонтоһо арҡаһында кеше изге ғәмәлдәр итә, Аллаһҡа ынтыла, Уға мөрәжәғәт итә. Был рух кешенең үлеменән һуң да юҡҡа сыҡмай, уның аңлау, ҡабул итеү һәләте лә ҡала.
     Мөхтәрәм йәмәғәт! Шуны онотмаҫҡа кәрәк, әгәр кеше нәфсе талабына эйәреп йәшәһә, рухтың көсө кәмейәсәк һәм кеше изгелектәрҙән йыраҡ булып, бик түбән дәрәжәгә төшәсәк. Бөгөнгө вәғәҙемдә, инша Аллаһ, нәфсе теләктәренән ваз кисеү тураһында һөйләргә теләйем.
     Хәләлгә ҡарағанда хәрәмде нәфсе артығыраҡ күрә. Ярамаған, тыйылғае ғәмәлдәр нәфсе теләккә күберәк оҡшай, шунлыҡтан ул кешеләрҙе үҙ артынан эйәртә. Нәфсе еңел булған эштәргә ынтыла, уға рәхәтлек, ләззәт килтерә торған ғәмәлдәр, уйындар бигерәк тә оҡшай.
     Кеше был донъяға һыналыр өсөн килгәнгә күрә, ул үҙенең үлеменә тиклем нәфсе теләк теләктәре менән көрәшеп, уны ғибәҙәткә, изге ғәмәлдәрҙе күберәк ҡылырға саҡырырға тейеш. Хатта кеше бик юғары рухи дәрәжәләргә ирешһә лә, ул һәр ваҡыт үҙенең нәфсеһе менән ғүмер буйына көрәшә.
     Хөрмәтле мосолмандар! Шуны аңларға кәрәк, нәфсе тулыһынса юҡҡа сыҡмай, уны тәрбиәләргә, йәғни нәфестең насар сифаттарын бөтөрөп, уларҙы күркәмерәктәре менән алмаштырырға кәрәк. Был эш, әлбиттә, еңел түгел. Быға ҙур тырышлыҡ ҡуйырға кәрәк. Һөйөклө Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ үҙенең бер хәҙисендә әйткән:
     »Дөрөҫөн әйткәндә, ысын көрәшсе – үҙ нәфсеһе менән көрәшкән кеше", – тигән (Тирмизи).
     Нәфестең насар теләктәре менән көрәшеүҙең ауырлығы тураһында Рәсүл әкрам ғәләйһиссәләмдең икенсе бер хәҙисендә былай тиелгән. Джәбир (Аллаһ унан риза булһын) риүәйәт итә, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ ауыр һуғыштан ҡайтҡан сәхәбәләргә мөрәжәғәт итеп:
     - Һеҙ еңел жиһадтан ауырына ҡайттығыҙ! – тине
     Сәхәбәләр унан:
     - Нимә һуң ул ауыр жиһад? – тип һоранылар.
     Аллаһтың рәсүле ﷺ былай тип яуап бирҙе:
     - Ул Аллаһ ҡолоноң үҙ нәфсеһе менән көрәшеү , – тине (Байһаҡый).
     Ҡайһы бер ғалимдар фекеренсә, нәфсе ул өйрәтелмәгән ат кеүек. Ҡайҙа теләй, шунда барырға тырыша. Хужаһын кәрәк ергә алып бармай, уны юлда атып-бәреп ҡалдырырға мөмкин, шуның өсөн Аллаһы Тәғәләнең ризалығын өмөт итеүсе мосолмандар, нәфсене тәрбиәләргә тейештәр. Был эште башҡарыу өсөн Әҙәм балаһы аҡылын ғилем менән байытырға тейеш. Шул белемдәргә таянып ҡына, ул яман ғәмәлдәрҙән арынырға мөмкин. Белгәнебеҙсә, мосолмандар белемде бишектән алып ләхеткә ҡәҙәр алырға тейештәр.
     Көсһөҙ һәм аҡылһыҙ кеше генә нәфсегә эйәрә. Ул үҙенең нәфсе бойороғона ышанып, киләсәктә тамуҡтан ҡотолормон тип уйлай. Был ихтыярһыҙ кеше һәр ваҡыт үҙенең нәфсеһенә эйәрә, шуның менән йәннәткә инергә ынтыла, «миңә Аллаһы Тәғәлә рәхмәтле булыр» тип өмөтләнә. Шулар тураһында Аллаһтың рәсүле ғәләйһиссәләм әйткән:
     "Зирәк кеше ул шундай, үҙенең нәфсеһе менән идара итә һәм үҙен киләсәк тормошона әҙерләй. Көсһөҙ кеше үҙ нәфсеһенә эйәреп, Аллаһтың рәхмәтен өмөт итә" – тигән (Тирмизи).
     Ошо хәҙистән күренгәнсә, мосолмандарға бер ҡасан да нәфсе ҡоло булырға кәрәкмәй, шуның өсөн аҡылды эшкә егеп, күркәм ғәмәлдәр ҡылырға тырышырға кәрәк.
     Әбү Һөрәйрә тигән сәхәбә (Аллаһ унан риза булһын) риүәйәт итә, Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм әйткән:
     "Йәһәннәм нәфсегә оҡшаған нәмәләр менән солғап (әйләндереп) алынған, ә йәннәт нәфсегә хуш килмәгән нәмәләр менән уратып алынған", – тигән (Бохари, Мөслим).
     Дөрөҫө шул, нәфсе – ул алтын кәсәгә һалынған ағыу кеүек. Кеше шул һауыттың матурлығына ҡыҙығып, ағыу эскәнен һиҙмәй ҙә ҡала.
     Әбү Һөрәйрәнән (Аллаһ унан риза булһын) риүәйәт ителә, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйткән:
     "Аллаһы Сөбханә үә Тәғәлә йәннәттә яратҡандан һуң, Джәбраил ғәләйһиссәләмгә былай тип бойорҙо:
     - Йәннәткә барып, уны ҡара әле!
     Джәбраил ﷺ йәннәтте ҡарап ҡайтҡандан һуң, әйтте:
     - Йә Раббым! Һинең Бөйөклөгөң менән ант итәмен, йәннәтте күргән кеше, унда инмәй ҡалмаҫ!
     Аллаһы Тәғәлә Йәннәтте нәфсегә оҡшамаған нәмәләр менән уратып алды. Шунаң һуң Джәбраил ғәләйһиссәләмгә йәнә бойорҙо:
     - Йәннәткә барып, уны тағы бер ҡат ҡара әле!
     Джәбраил ﷺ ҡабаттан ҡарап ҡайтҡандан һуң әйтте:
     - Йә Раббым! Һинең Бөйөклөгөң менән ант итәмен, йәннәткә берәүҙә инә алмаҫ тип ҡурҡам.
     Аллаһы Тәғәлә йәһәннәмде яратҡандан һуң, Джәбраил ғәләйһиссәләмгә бойорҙо:
     - Йәһәннәмгә барып, уны ҡара әле!
     Джәбраил ﷺ йәһәннәмде ҡарап ҡайтҡандан һуң әйтте:
     - Йә Раббым! Һинең Бөйөклөгөң менән ант итәмен, уның ҡотосҡос тауыштарын ишетеп, уға берәү ҙә инмәҫ тип уйлайым.
     Аллаһы Тәғәлә йәһәннәмде нәфсегә оҡшаған нәмәләр менән уратып алды. Шунаң һуң Джәбраил ғәләйһиссәләмгә йәнә бойорҙо:
     - Йәһәннәмгә барып, уны тағы бер ҡат ҡара әле!
     Джәбраил ﷺ йәһәннәмде ҡабаттан ҡарап ҡайтҡандан һуң әйтте:
     Йә Раббым! Һинең Бөйөклөгөң менән ант итәмен, йәһәннәмгә инмәй ҡалмаған кеше булмаҫ тип ҡурҡам" (Әбү Дауыт).
     Мөхтәрәм йәмәғәт! Иғтибар итегеҙ, хатта ҙур фәрештәләрҙең береһе булған Джәбраил дә күпселек кешеләрҙең йәһәннәмгә эләгеү мөмкинлектәре булыуынан ҡурҡан.
     Аллаһы Тәғәлә Ҡөръәндә былай тип әйтә:
قَدْ أَفْلَحَ مَنْ زَكَّاهَا(9)وَقَدْ خَابَ مَنْ دَسَّاهَا(                                                            10
     9. Ҡад әфләхә мәң зәккәәһәә.
     10. Үә ҡад хаабә мәң дәссәәһәә.
     9. (Йәнен) сафлаған кеше уңды,
     10. уны (яуызлыҡты) йәшергән кеше бөлдө.
     “Йәнен саф тотҡан кеше мораҙына (Сәғәҙәткә) ирешәсәк. Выжданың кер ҡаплаған кеше, әлбиттә, хәтәр зыян күрәсәк" («Шәмс» сүрәһе, 9-10 аяттар).
     Аллаһы Тәбәрәкә үә Тәғәлә һәр ҡайһыбыҙға нәфсебеҙҙе тәрбиәләп, ике донъя бәхетенә ирешергә насип итһен!
                                                                    Татарсанан тәржемә, Күрәмөхәммәт-хажый Рамазанов