Әкиәт «Арпа батыр»

                                                             Әкиәт «Арпа батыр»

   Борон-борон заманда бер әбей йәшәгән. Уның бер генә балаһы ла булмаған. Бер көндө әбей бер бөртөк арпа табып алып ашай. Күп тә тормай, уның бер улы тыуа. Әбей балаһына Арпа тип исем ҡуша. Кешеләр әбейҙән:
   — Был баланы ҡайһылай таптың? — тип һорайҙар.
   — Бер бөртөк арпа ашағайным, шунан яралды,— ти әбей.
   Арпа бик батыр булып үҫеп етә. Үҙенә суйындан мең ботлоҡ суҡмар ҡойорға ҡуша. Кәртә-ҡаралтыһына берәй кешенең малы килеп инһә, бер һуғыуҙан үлтерә лә ашай ҙа ҡуя икән был. Кешеләр быны күрә алмай башлайҙар. Бер көндө Арпа батыр әсәһенә әйтә:
   — Хуш, һау бул, мин сығып китәм. Кешеләр мине күрә алмайҙар,— ти.
Егет сығып киткән. Бара торғас, туғыҙ ҡолас йыуанлығындасы бер ағас күргән. Ағастың башы кәкре икән, шул кәкрелә өй дәүмәлендәге бер ҡош ултыра икән. Был ҡоштар батшаһы Сәмреғош икән. Арпа батыр суҡмарын ҡошҡа бәрә — суҡмар теймәй, ҡош осоп китә. Арпа батыр ары китә. Бара торғас, бер кеше күрә. Ул тауҙы тауға һуғып йөрөй, ти. Арпа батыр килә лә һаулыҡ һораша:
  — Һауғынаһыңмы, Тау батыр! — ти.
   — Үҙең иҫән генә йөрөйһөңмө, Арпа батыр? — ти тегенеһе.
   Былар хәҙер икәүләшеп китәләр. Бара торғас, бер кешегә тап булалар. Был кеше бер күлдең һыуын уртлап ала ла икенсеһенә алып барып ҡоя, ти.


   — Әссәләмәғәләйкүм, егет!
   — Вәғәләйкүмәссәләм! — ти тегенеһе.
   — Һауғынаһыңмы, Һыу батыр? — ти Арпа батыр.
   — Үҙең һау ғына йөрөйһөңмө, Арпа батыр? — ти Һыу батыр.
   Шунан былар ары өсәүләп китәләр. Бара торғас, бер туғайға килеп сығалар. Туғай уртаһында бер өй ултыра, өй тирәләй иҫәпһеҙ-һанһыҙ йылҡы малы йөрөй, ти. Батырҙар ошо өйҙә йәшәй башлайҙар. Бер көндө быларға үҙе бер ҡарыш, һаҡалы мең ҡарыш иргәйел килә лә:
   — Алыш бармы, көрәш бармы? — ти.
   — Алыш атаң башына, көрәш бар,— ти Арпа батыр. Шунан Һыу батырға әйтә:
   — Иң элек һин көрәшеп ҡара,— ти.
   Һыу батыр көрәшә башлай — еңелә.
   — Хәҙер һин көрәшеп ҡара,— ти Арпа батыр Тау батырға. Тау батыр ҙа еңелә. Иң аҙаҡтан      Арпа батыр үҙе көрәшергә тотона. Ҡартты һеңкелдәткәнсе ергә күтәреп һуға ла һаҡалынан бер уҫаҡҡа аҫып ҡуя. Батырҙар йоҡларға яталар. Иртән торһалар, ҡарт юҡ: һаҡалын өҙөп ҡасҡан. Ҡарттың һаҡалын сисеп алалар ҙа ҡан эҙе менән тегене ҡыуа сығалар.
Ҡарт бер ҙур ташҡа еткән дә таш аҫтына төшөп киткән. Шул таш аҫтындағы өңгә килеп еткәс, Арпа батыр:
   — Йә, берегеҙ Төшөгөҙ! — ти.
   Тау батырҙың да, Һыу батырҙың да төшкөһө килмәй. Иптәштәре төшмәгәс, Арпа батыр теге ҡарттың һаҡалынан арҡан ишкән дә таш ҡыуышынан үҙе төшөп киткән. Таш аҫтына төшөп, әҙерәк бара бирһә, бер өйгә тап була. Өйгә инһә, өс ҡыҙ ултыра.
   — Һин ҡайҙан, егет? — тип һорайҙар ҡыҙҙар.
   — Мин — мулла, ауырыуҙарҙы өшкөрөп терелтәм,— ти егет.
   — Беҙҙең атайыбыҙ ауырып ҡайтты. Ул яҡты донъяға сыҡҡайны,— тиҙәр ҡыҙҙар.
   — Өҫөгөҙ ҙә миңә ҡатын булһағыҙ, өшкөрөп ҡарайым,— ти Арпа батыр.
   — Булырбыҙ, булырбыҙ, атайыбыҙҙы ғына терелт,— тиҙәр тегеләр.
   Шунан Арпа батыр ҡарттың янына инә лә башын өҙә саба ла ҡуя. Сыға ла ҡыҙҙарға әйтә:
   — Атайығыҙ терелде. Әйҙәгеҙ, хәҙер ер өҫтөнә, яҡты донъяға сығайыҡ,— ти.
   Ҡыҙҙар риза булалар. Арпа батыр ер өҫтөнә үҙе төшкән арҡанға тағып, иң элек оло ҡыҙҙы, шунан уртансы ҡыҙҙы, шунан кесе ҡыҙҙы сығара. Иң аҙаҡтан үҙе күтәрелә башлай. Бының сығып килгәнен күреп ҡалалар ҙа иптәштәре арҡанды ҡырҡалар ҙа ҡуялар. Арпа батыр ер аҫтына барып төшә. Илап та, һыҡтап та ала.
   Шунан тора ла китә. Бара биргәс, бер ҙур йылға буйына килеп сыға. Ҡараһа: бер уҫаҡ башында оя бар, ояла ике себеш ята. Егет себештәрҙән һорай:
   — Инәйегеҙ ҡайҙа? — ти.
   — Инәйебеҙ ер өҫтөнә әҙәм ашарға китте,— тиҙәр себештәр.
   — Егет, һин бынан алыҫыраҡ кит: беҙҙе аждаһа ашай, юғиһә ул һине лә ашар.
   — Мин аждаһаны үлтерәм,— ти ҙә егет аждаһаға ҡаршы китә. Аждаһа быны һоғонам тигәндә генә, егет уның башын өҙә сабып төшөрә. Аждаһаның кәүҙәһен тураҡлап, кәбән итеп өйөп ҡуя. Шунан себештәр янына килә лә:
   — Мин аждаһаны үлтерҙем,— ти.
   — Беҙ инәйебеҙгә әйтербеҙ, ул һине ер өҫтөнә сығарып ҡуйыр. Һин йәшенеп тор, юғиһә инәйебеҙ үҙеңде ашап ҡуйыр,— тиҙәр себештәр. Арпа батыр себештәрҙең ҡанаты аҫтына инеп ята. Сәмреғош ҡайта. Ҡайта ла себештәренә әйтә:
   — Фу-фу! Әҙәм еҫе сыға. Бында әҙәм заты бармы ни? — ти.
   — Бар,— тиҙәр себештәр.
   — Ҡайҙа ул, күрһәтегеҙ әле миңә үҙен.
   — Күрһәтмәйбеҙ. Һин уны ашайһың,— тиҙәр себештәр.— Ә ул кеше аждаһаны үлтереп, беҙҙе үлемдән ҡотҡарҙы. Уға теймәҫкә ант итһәң, күрһәтәбеҙ.
Сәмреғош ант итә. Себештәр егетте инәләренә күрһәтәләр ҙә:
   — Инәй, ошо егетте яҡты донъяға сығарып ҡуйсы,— тиҙәр.
   — Ярай,— ти Сәмреғош.— Туғыҙ батман ҡош атып ал,— ти.
   Егет туғыҙ батман ҡош ата. Шунан батмандарҙы Сәмреғоштоң арҡаһына ҡуйып, үҙе лә менеп ултыра. Осоп китәләр былар. Осҡан саҡта Сәмреғош, әле бер яҡҡа, әле икенсе яҡҡа ҡарай; башын борған һайын, егет уға уңлы-һуллы ҡош ҡаптыра. Сәмреғош егетте яҡты донъяға алып сыға ла, хушлашып, кире осоп китә.
   Егет иптәштәрен эҙләп китә. Бара торғас, ут яҡҡан урынға килеп һуғыла. Ҡараһа, кәлдә күмәс ята, күмәс, ҡара янып, күмергә өйләнгән. Егет ары китә. Бара бирһә, тағы ла ут яҡҡан урынға тап була. Бында ла күмәс бешеп ята. Арпа батыр туҡтап тормай, китә һала. Ҡыуып барып етә лә, ике иптәшенең дә башын саба ла өҙә. Ни өсөн тиһәң, арҡанды өҙөп, ташлап киттеләр бит. Ә ҡыҙҙарҙың өсөһөн дә үҙенә ала.
   Батыр өйгә, әсәһе янына ҡайта. Ҡайтһа, ауылдың батшаһы үлеп ҡалған, ти. Арпа батыр үҙе батша булып ала. Әле булһа шул өс ҡатыны менән байман йәшәп ята, һаман байлығын арттырып, шул батшалыҡта идара итә, ти.
                                       БАШҠОРТ ХАЛЫҠ ӘКИӘТТӘРЕ Баҫмага НУР ЗАРИПОВ әҙерләне ӨФӨ
                                       БАШҠОРТОСТАН КИТАП НӘШРИӘТЕ 1990