Халыҡтың ауыҙ-тел ҡомартҡыларынан күренеүенсә, Россия власы аҫтында ҡалғанса, аҫаба йәки күсмә башҡорттар бейҙәр тарафынан идара ителгәндәр, һәм был бейҙәр йыш ҡына вассал рәүешендәрәк ханға буйһонғандар. Бындай бейҙәр йәки хан вассалдары аҙ булмаған.
[Башҡорттарҙың] йорт хужалығы башлыса малсылыҡтан торған. Ҡатын-ҡыҙҙар ебәк менән, ә ярлылар үҙ буяғына, йәғни буяуына буялған йөн менән киндер халат — сисбе ише әйберҙәр сиккәндәр. Был буяҡ фабрикала эшләнгән нәмәләр тарафынан ҡыҫрыҡланып баҫтырылып ҡалынған. Хәҙерге ваҡытта был буяҡ күберәген — ул да булһа йәшерен рәүештә генә — Верхнеурал әйәҙе ҡатай башҡорттарында ҡулланыла. Ҡашмау тубый, ҡыҙҙар таҡыяһы, һарауыс яға, йәғни күлдәк өсөн нағышланған ҡатын-ҡыҙҙар яғаһы һәм шуның ише боронғо башҡорт кейем-һалымдары аҡрынлап ҡулланыуҙан сыға бара. Ҡарттар әйтеүенсә, холоҡ-ҡылыҡтар ҙа, ғөрөф-ғәҙәттәр ҙә шулай уҡ яманға табан үҙгәрҙе. Шуға күрә йырҙар ҙа үткән ваҡыттарҙа йырланған йырҙар түгел. Халыҡ үҙенең ғөрөф-ғәҙәттәрен дә, етештереү нәмәләрен дә, йәғни сигеүҙән, туҡыусылыҡтан, ҡамыт-дуғалар, тирмәләр һәм башҡаларҙы яһауҙан да яҙҙы, шуға күрә лә кәйеф-сафа ҡороуға бирелде, тип һөйләйҙәр.
Башҡорттарҙың боронғо йыры өләң тип атала. Өләң — ул хикәйәт, йәғни эпос. Ләкин власть ныҡлап урынлашҡан һәм башҡорттар төрлө халыҡтар менән аралашҡан ваҡыттан алып өләңдәр йырҙары дүртәр юллы лирик рифмаларға әүерелде.
Уларҙа мөхәббәт, ҡунаҡтарға маҡтау һәм рәхмәт йырлана. Йырҙар бар. Мәҫәлән, «Ашҡаҙар» — шул исемдәге йылғала батып үлгән ире тураһында башҡорт ҡатыны тарафынан сығарылған йыр, башҡа йырҙарға ҡарағанда нығыраҡ хөрмәтләнә. Өлән, йырҙарында батырҙарҙың, ҡаһарманлығы һәм хандарҙың уландарына өгөт-нәсихәттәре йырланған.
Габын ханлығы һуңынан ун ете ир туған араһында бүленгән, шуға ла ул ун ете ҡәрҙәш-ырыулы табын аталған, тип һөйләйҙәр. Был ырыуҙарҙан волостар һәм ер биләмәләре (поземельные дачи) барлыҡҡа килгән, һәр ырыуға баш хан тарафынан ҡош, ағас, тамға һәм оран бирелгән. Мәҫәлән, Йомран Табын ырыуы ҡошон — ҡарағошто, ағасын — ҡарағасты, тамғаһын — ҡабырғаны һәм оранын — салауатты, тимәк, доғаны алған.
Ислам ныҡлап урынлашҡанға тиклем башҡорттар, башҡа халыҡтар кеүек үк, бөтә хөрәфәттәргә ышанғандар. Йәш килендәр тәүге осрашыу ваҡытында ҡайныға, ҡайнағаларға, хөрмәтле ҡарттарға, тауҙарға, йылғаларға һәм, ғөмүмән, һоҡландырғыс әйберҙәргә табынғандар.
Башҡорттарҙы гун-венгерҙарға ҡайтарып ҡалдырһалар ҙа, уларҙың дине — әкиәттәрҙән күренә был — бер ни тиклем боронғо ғомандарҙың (ҡомандар күҙ уңында тотола, күрәһең.— Ғ. 7С.) диненә оҡшаш булған. Элекке күсмә башҡорттарҙың бер өлөшө һис шикһеҙ монгол йә иһә сығатай ҡәбиләләренә ҡарай.
Ҡарт башҡорттар, азиялылар кеүек үк, йәштәргә йондоҙҙар хаҡындағы легендаларҙы төшөндөрәләр. Аҫаба башҡортҡа өс нәмәне белеү мотлаҡ: беренсеһе — үҙеңдең сығышыңды, йәғни үҙ ырыуыңды белеү*, икенсеһе -— йондоҙҙарҙы исемләп аңлатыу һәм өсөнсөһө — хандар тураһындағы риүәйәттәрҙе һәм өләңдәрҙе белеү. Был нәмәләр аҙ уҡымышлы халыҡта оло ихтирам менән һаҡлана, ә шәриғәт менән мауығыусылар быға вайымһыҙ ҡала килә. Бынан тыш, изге Марияның улы Иисусты ла бергә алып, Ветхий заветтың изге яҙмаларынан торған китапсыҡтар аҙ белемле халыҡҡа мауығыу сығанағы булып хеҙмәт итә.
[Башҡорттар] талантлы шағир тарафынан шиғыр менән төрки телендә яҙылған «Йософ вә Зөләйха» романын айырыуса ҡәнәғәтләнеп уҡыйҙар. Әгәр ҙә был поэзия [әҫәре] рус теленә тәржемә ителмәгән икән, был, моғайын, Йософтың тарихы дөйөм булған өсөн генә. Изгеләр тураһындағы башҡа күп кенә китаптар ҙа, шулай уҡ батырҙар, батшалар һәм хәлифәләр хаҡындағы байтаҡ фарсы һәм ғәрәп тәржемәләре лә [күп халыҡтар өсөн] уртаҡ. Ә әкиәттәрҙән ин, һоҡландырғысы һәм башҡорттоң үҙенеке булғаны «Алпамыша», йәғни «Ҙур кәүҙәле кеше». Алыптар ҙа бар, йәғни шундай уҡ эре кәүҙәле, әммә үҙенә бер төрлө кешеләр. Бындай ҡыҙыҡлы әкиәттәр күп. Мәҫәлән, «Йән-Таһир вә Йән-Зөһрә». Йән-Таһир йән- Зөһрәнең һөйгәне булған. Улар икеһе лә дошмандар ҡулында (?) һәләк булған. Улар — [үрҙә телгә алынған әҫәр¬ҙәр] — сәсмә рәүештә лә, теҙмә рәүештә лә һөйләп йөрөтөлә.
Күсмә, икенсе төрлө әйткәндә, аҫаба башҡорттар, уларҙың башҡа припущенниктары (ебәрелмеш-әтәмбәйҙәре, ерһеҙ кешеләре) кеүек үк, ҡайһы берәүҙәр уйлағанса, ҡаҙанса түгел, ә Ырымбур крайының дөйөм ҡулланыла торған һөйләшендә яҙалар. Улар, хохолдар кеүек, үҙҙәренең ҡаты телендә һөйләйҙәр. Шуға ла аҫаба йәки күсмә башҡорттарҙы ултыраҡ башҡорттарҙан йәки, икенсе төрлө әйткәндә, сабаталыларҙан, йәғни сабата кейеп йөрөгән башҡорттарҙан айыралар, һәм был һуңғыларының һөйләше типтәр әтәмбәй-припущенниктарҙың теле менән бер төрлө. Аҫаба башҡорт хоҡуғын иһә ҡайһы бер са-баталы башҡорттар осраҡлы ғыНа алған. Сабаталы башҡорттар күсмә башҡорттарҙы теле буйынса гун-башҡорттар тип атайҙар, сөнки уларҙың һөйләшеүендә күберәк 27-се ғәрәп хәрефе (дөрөҫөрәге «өнө».— Ғ. 7С.) Ф ишетелә(?). Сабаталы башҡорттар һәм типтәрҙәр дөйөм татар телендә һөйләшәләр, ә мишәрҙәр, алатырҙар һәм төмәндәр шышылдап торган телдә һөйләшәләр. Уларҙың, һөйләшеүендә күберәген рус һүҙҙәре ҡулланыла. Гун-башҡорттарҙың йәки төп аҫабаларҙың, һөйләше үҙ аллы, ә [күп] һүҙҙәр Урта Азия халыҡтарынан, атап әйткәндә, сығатайлыларҙан үҙләштерелгән. Шуға ла һөйләшеүҙә күберәген үҙгәртелгән ғәрәп һәм фарсы һүҙҙәре ҡулланыла. Төп үҙһүҙҙәр иһә бик күп. Улар Урта Азиянан һәм монголдар (дөрөҫөрәге «моголдар». — Ғ. Ҡ.) араһынан сыҡҡан «Бабурнамә» һәм «Ҡиссаи Рабғузи» * китаптарында ла йыш осрай. Шуға күрә лә башҡорт теле элек тә, хәҙер ҙә төрки ҡатышмаһынан тора. Төрөктәр ҙә, башҡа «татарҙар» ҙа, йәғни башҡорттар, мишәрҙәр һәм типтәрҙәр һөйләштә күп һүҙҙәрҙе ғәрәптеке һәм фарсыныҡы менән алмаштырғандар.
Шулай итеп, төп үҙһүҙҙәр иғтибарһыҙ ҡала килә. Әммә шунда ла аҫаба башҡорттарҙы бүтән «татарҙарҙан» ҡаты һөйләшеүҙәре буйынса еңел айырырға була... Балыҡтарҙың, ҡоштарҙың, кейем-һалымдың, яһаныу әйберҙәренең атамалары аҫаба башҡорттарҙа етерлек. Әтәмбәй-припущенниктар иһә, бигерәк тә мишәрҙәр, балыҡтарға һәм кейек-ҡоштарға һунарсылыҡ итеүселәр булмағас, уларҙы аҙ исемләйҙәр һәм уны ла әле бик яҡшы балыҡ һәм ҡош-ҡорт аусылары булған аҫаба башҡорттарҙан үҙләштереп кенә.
Ҡул эштәренән һарауыс — ҡашмау аҫты бәйләүесен нағышлауҙы белеү ҡыҙыҡлы, һәр сигеү фигураһының үҙ исеме бар. Мәҫәлән, сатыр һүрәте ҡаба ябыу, йәғни Мәккәләге изге йорт Кәғбәнең ҡыйығы тип атала. Кәғбә һүҙе куб тигәнде аңлата **. Бишек (люлька), тәкә мөгөҙө (козий рог), манара (башня) һәм башҡа формалар бар.
Бөтә башҡорт батырҙары өләңдәрҙә йырлана: мәҫәлән, Мораҙым, Заятүләк, Сура батыр һәм дары еҫен аҙ еҫкәгән бүтән күп кенә батырҙар. Өләң йәки башҡорт эпосы осоро иһә, башҡа европалыларҙыҡы кеүек үк, батырҙар дәүере менән тамамлана. Ҡырғыҙҙарҙа (ҡаҙаҡтарҙа.— Ғ. Ҡ.) өләң йыры хәҙерге ваҡытта ла беренсе урында тора. Ләкин улар үҙҙәре ябай йырҙарҙы өләңдәрҙән айырмайҙар, шуға ла бөтәһен рәттән өләң тип атайҙар. Ә башҡорттарҙа өләң хикәйәтте, йәғни эпосты аңлата, мәҫәлән, «Игорь полкы тураһында һүҙ» кеүек.Песня башҡорттарҙа йыр тип атала.
Ислам индерелгәндән алып башҡорттар дөйөм мосолман төҫөн алғандар. Ҡатындар ирҙәрҙән бүленгәндәр һәм аҡрынлап «Ҡөрьән» китабын тыңлай башлағандар. Шул арала ярлы муллалар Мәккәгә йөрөй башлағандар, әйләнеп ҡайтҡас, сәйәхәт һәм дини йолалар тураһында һөйләгәндәр. Шунан һуң инде алпамышалар күҙ уңынан төшә, әкиәттәр ҙә артта ҡала башлаған. Өҫтәүенә, ул саҡтарҙа Болғарҙан (китап буйынса Башҡортостан шулай атала) Мәккәгә Төркөстан, Бохара, Хиуа һәм Персия аша йөрөгәндәр. Тимәк, бөтә Азияны үтергә кәрәк булған. Етмәһә, ун икеләп йыл эсендә ундан берәү генә, ҡоллоҡҡа эләкмәйенсә йәки фарсылар (ҡыҙыл баштар) тарафынан танылып үлтерелмәйенсә, өйөнә әйләнеп ҡайта алған. Ә Константинополь аша йөрөргә аҡса күп кәрәк булған. Ул ваҡыттарҙа, сәфәрҙең ауырлығы арҡаһында, Мәккәгә сәйәхәт итеү, хәлле кешеләрҙең бурысы булһа ла, бай башҡорттарҙың башына ла килмәгән.
Башҡорт муллаларының бөтә Азия аша Мәккәгә яһаған сәйәхәттәре һәм һанап бөтөргөһөҙ легендалар мауыҡтырғыс. Ләкин бөгөн генә тотоноп хикәйәләрҙе (рассказы) йыйыу, дөрөҫөрәге, бындай сәйәхәтселәрҙән башҡа йыйыу, ифрат ауыр. Шундай сәйәхәтселәрҙән «Әфтиәккә» аңлатма яҙған аҫаба башҡорт Тазетдин Ялсығолов шәриғәт ғилемдәрен белеүе менән бигерәк тә айырылып тора. Ул шулай уҡ дин догматы «Ҫөбәт әл-ғажизингә» «Рисаләи Ғәзизә», йәғни уның яратҡан үҙ ҡыҙы «Ғәзизә хаты» исеме аҫтында шәрехнамә яҙған. Был шәрехнамәне ул Мәккәгә барып етмәҫтән алда, Азияға сәйәхәтенән һуң, 1774 *** йылда яҙған. «Ҫөбәт әл-ғажизиндә» телгә алынған халыҡтарҙың диндәре менән танышыу унда шундай шәрехнамә яҙыу теләген уятҡан һәм ул уны фәлсәфәүи планда ижад иткән. Уҡымышлы татарҙар өсөн оло бер кинәнес ул.
Икенсе бер сәйәхәтсе — Әбелмәних. Ул уҡымышлы мулла сифатында Бохара илсеһе менән Константинополгэ килгән, ә унан Египет аша Мәккә һәм Мәҙинәгә барып ҡайтҡан. Ул Египетта «Тәфсир кәбирҙән» шиғри тәржемә яҙған. Был китабында ул үҙенең сәфәре хаҡында ла телгә ала һәм үҙ өлгөләрен килтерә, һүҙ араһында: «Был бахырҙы яҙмыш ғосмандар мәйетен тапарға мәжбүр итте», — ти.
Быларҙан тыш шиғыр ижад итеүселәр һәм прозала өгөт- нәсихәттәр һәм кәңәш-күрһәтмәләр яҙыусылар күп. Шундайҙарҙан һибәтулла, мәҫәлән, үҙе менән бер осорҙа йәшәгән башҡорт ғәскәрҙәре башлыҡтарына һәм үҙ замандаштары булған муллаларға һәм бер ҡатлы башҡорттарға шиғри сатиралар яҙған. Ул күптән түгел генә үлде.
Боронғо башҡорттар хаҡында тейешле төшөнсә булдырыу өсөн уларҙы хәҙергеләре менән бутарға ярамай. Бының өсөн боронғо башҡорттарҙы ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары, кейемдәре һәм һөйләштәре яғынан тарихтарының тәүге осорона, йәғни уларҙың эпостары йәшәгән дәүергә ҡайтарып ҡарарға кәрәк.
Боронғо башҡорттар тураһында төшөнсә алыу өсөн башта уларҙың хикәйәттәрен (сказания) рус теленә тәржемә итергә кәрәк. Был тәржемәләрҙән яҙыусы (сочинитель) бер ни ҡәҙәр һоҡландырғыс ер-урындарҙың... иң боронғо атамаларын да беләсәк. Бөйөк Петрҙың: «Башҡа халыҡтар Россия тураһында нәмә лә булһа дөрөҫтө яҙа алалармы?» — тигән һүҙҙәре [бар]. Бының өсөн яҙыусыға (к сочинителю), тәржемәсе һымағыраҡ итеп. Азия һәм Европа тарихынан төрлө яҡлап мәғлүмәтле, риүәйәттәр һәм хикәйәттәрҙе йыйыуға һәләтле, тарихты яратҡан ысын башҡортто беркетергә кәрәк. һәр халыҡтың тарихы өйрәнелһен өсөн уның үҙ Карамзины булыуы шарт. Ул да шулай уҡ башҡорттар хаҡындағы төшөнсәгә урта быуат йырҙары [аша] барып етәсәк.
*Был осраҡта үҙ ырыуын (башҡорттар) йыш ҡына ниндәй ҙә булһа ханға йәки бейгә ҡайтарып ҡалдыралар. Мәҫәлән, Үзбәккә, Токтамышҡа, Ҡыпсаҡҡа, Аҡһаҡ Тимергә, Ураҡҡа һәм башҡаларға (М. Өмөтбаевтын, үҙ иҫкәрмәһе).
Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың (1841—1907) “Йәдкәр” китабынан
Текстологик эштәрҙе башҡарыусы, төҙөүсе, баш һүҙ яҙыусы, аңлатмалар биреүсе Ғиниәт Ҡунафин. Башҡортостан китап нәшриәте. 1984 йыл.