Зәкәт бирҙеңме?
Зәкәт Ислам диненең биш бағанаһының береһе булған оло ғибәҙҙәтең фарызылыр. Зәкәтең мөьиминдәргә Аллаһ Тәғәләнең фарызы иткәнең белдереп рәсүлебеҙ салләллаһу ғәләйһиссәләм бер хәҙистә әйткән: «Иннәллааһә-фтәрада ғәләйһим садаҡатән фии әмүәлиһим тәьхүҙү мин әғнийәиһиим үә түраддү ғалә фуҡарааиһим». Мәғәнәһе: Аллаһ Тәғәлә мөьминдәргә малдарынан зәкәт саҙаҡаһы биреүҙе фарыз ҡылды. Ул зәкәт өлөшө мөьминдәрҙең байҙарынан алынып фәҡирҙәренә ҡайтарылыр.
Зәкәт хаҡында Ҡөръән китабында утыҙ ике тапҡыр әйтелә: Фуссыйлат сүрәһенең 7 аятында: “Зәкәт бирмәүселәр –әхирәт көнөнә ышанмаусылар”.
Нәмел сүрәһенең 3 аятында: “Улар намаҙҙарын уҡыйҙар, зәкәттәрен бирәләр һәм әхирәт көнөнә ышаналар”. Был хаҡта башҡа сүрәләрҙә лә әйтелә.
Ә инде Тәүбә сүрәһенең 34-35 аяттарында: “Ана шундай кешеләр улар: алтын-көмөштәрен һаҡларҙар (һаранлыҡ менән) һәм ул малдан Аллаһ юлына бирмәҫтәр, зәкәттәрен сығармаҫтар. Уларға хәбәр бир һин – зәкәт бирмәгән өсөн уларҙың язалары тамуҡ утындағы ғазаптыр. Йыйған малдары тамуҡ утында ҡыҙырылған маңлайҙарына, арҡаларына һәм ике яҡ ҡабырғаларына баҫылыр һәм әйтелер: Бына был һеҙҙең донъяла саҙаҡаға мохтаж булған фәҡирҙәрҙән йөҙҙәрегеҙе борған, уларға арҡаларығыҙҙы күрһәткән өсөн. Инде һаранлыҡ менән һаҡлаған малығыҙҙын ғазабын татығыҙ. Был һеҙгә Аллаһ Тәғәләнең ғәҙел хөкөмөлөр”.
Зәкәт бирмәгән кеше малының донъяла уҡ рәхәте һәм бәрәкәте юҡтыр. Ул мал бер файҙаһыҙ үә бәрәкәтһеҙ мал булып үә мәшәҡәт кенә булалыр. Быныһын үҙегеҙ күреп – белеп торағыҙ: ҡайһы бер әҙәмдәр ат һәм һыйырҙарҙы күпләп (йөҙәрләп, меңәрләп) көтөп, көтөүсеһеҙ үҙ иркендәренә ебәреп күпме кешенең сабынлыҡтарын, ерҙәрен тапап әрәм ҡылалар. Шул кешенең ерендәге бесәнде ашағаны малға хәрәм һанала. Бынан сығып ул малдың ите лә, һөтөлә хәрәм. Юлда күпме кеше шул хисапһыҙ малдар арҡаһындағы авариялар һөҙөмтәһендә үлеп-зәғифләнеп тора. Был мал уларҙың хужаларына тик ләғнәт һәм ҡарғыш ҡына килтерә. Һөҙөмтәһе: үҙҙәренә һәм балаларына был донъялала һәм әхирәттә лә эләгәсәк бит язаһы. Ундай кешеләрҙән зәҡәт алынмай — харам.
Бер хәҙистә пәйғәмбәребеҙ: ”Малдарығыҙҙы зәкәт менән һаҡлағыҙ, рәнйеүләрегеҙҙе саҙаҡа менән дауалағыҙ, бәлә-ҡазанан доға һәм ялбарыу һаҡланығыҙ”, тигән. Бынан аңлашыла, зәкәт малды һаҡлаясаҡ. Шулай булғас малдар әрәм һәм һәләк булмай.
“Дүрт нәмәне дүрт нәмә менән беркетегеҙ: имандарығыҙҙы намаҙ, малығыҙҙы зәкәт, һаулығыҙҙы саҙаҡа, ғилемегеҙҙе яҙыу менән, ” тип әйтә пәйғәмбәребеҙ бер хәҙисендә.
Зәкәт нисаб менән билгеләнә (нисап-зәкәт бирерлек үлсәүҙәге мал күләме). Нисаб – зәкәт биреү өсөн бурыстарынан тыш кәмендә егерме мыҫҡал ( 82 грамм) алтын, йәғни шуға тиң аҡса, йәки һатырлыҡ малы булып бер йыл дауамы ваҡытта шунан кәмемәй кеше милкедә торһа, уға ҡырҡтан бер өлөшө самаһын зәкәт итеп биреү менән хисаплана. Мәҫәлән, 20 мыҫҡал алтындан ярты мыҫҡалы зәкәткә бирелә. 140 мыҫҡал көмөштөң өс мыҫҡалы зәкәткә бирелер. Баҡыр аҡса һәм сауҙа малы көмөш баһаһы менән хисап ҡылыныр.
Әгәр берәүҙең алтыны үҙе генә нисбәткә тулмаһа, көмөш, баҡыр үә ҡағыҙ аҡсалар һәм сауҙа малдары менән бергә иҫәпләнеп хисап ҡылыныр. Әгәр йәмгеһенең баһаһы көмөш нисбәтенә тулһа, баһаларының ҡырҡтан бер өлөшө зәкәткә бирелергә тейеш.
Нисаб, фидия, фытыр саҙаҡа буйынса йыл һайын мөфтөйҙәр тарафынан фетвә сығарыла, шуға ҡарап түләйеңдә инде:
Зәкәттең фарыз шарттары
- Бәлиғ, аҡыллы һәм азат, ирекле кеше, ҡол түгел
- бер йыл дауамында билдәле күләмдәге мал-мөлкәткә (нисабҡа) хужа булыу
- малдың хәләл булыуы
- мал-мөлкәтең арта барыуы, артмаған малда зәкәт бирелмәй
- мосолман булыуы, кәферҙән зәкәт үәжиб түгел
Ҡырҡ баш һарыҡ һәм кәзәнән бер башы зәкәткә бирелер. Әгәр ҙә ҡырҡтан, артыҡ булғанда, һәр 100 баштан бер башы бирелер.
30 һыйыр өсөн бер йәшлек бер быҙау бирелә. 40 һыйыр өсөн ике йәшлек бер башмаҡ бирелер. Унан артҡандарының һәр береһе өсөн бер йәшлек быҙау хаҡының 30- дан бер өлөшө бирелер. Мәҫәлән, бер быҙауҙың хаҡы 6000-һум булһа, нисбәттән артҡан һәр һыйыр, өсөн 1200 һум зәкәт бирелер.
Егерме дүрт башҡа тулғансы һәр биш дөйә өсөн бер һарыҡ бирелер. Әгәр 25-кә тулһа, һәр 25 дөйә өсөн бер дөйә балаһы бирелер.
Аттарҙың һәр береһе өсөн хаҡының ҡырҡтан бер өлөшө бирелер.
Зәкәт өсөн тейешле булған мал урынына уларҙың хаҡтары ҡәҙәр аҡса биреү ҙә дөрөҫ булыр.
Йыл башыңда нисбәт ҡәҙәре малға хужа булып, йыл аҙағында улар үрсеп китһә, ул кешегә малының йәмгеһенән зәкәт биреү фарыҙ, сөнки үрсегән мал өсөн йыл тулмаһа ла зәкәттәрен сығарыу тейешле.
Зәкәттәр кемгә бирелә һуң?
1. Зәкәтте ҡулында нисбәт ҡәҙәр малы булмаған намаҙҙарын ҡалдырмайынса уҡыған фәҡир үә байғош кешеләргә бирелеү тейеш.
2. Йортонда малы ҡалып та, ҡулында малы булмаған мосафирға, йортонда нисбәт ҡәҙәре малы күренһә лә бурысы күп булған кеше бурысын түләп бөтөрөргә ярҙам булһын өсөн, зәкәт бирелә.
3. 3әкәт ғалимға, зәкәт йыйырға тәғәйенләнгән кешегә лә бирелер: унда йыйылған зәкәт аҡсаһы малдың фәҡирҙәргә бирелә торған өлөшөнә ҡушылыр. Ғамил бай кеше булған хәлдә лә, уға хеҙмәт хаҡы итеп зәкәттән йыйылған малдан өлөш сығарыла.
4. Кеше зәкәтте үҙенең ата-әсәһенә, яҡын туғандарына, балаларына, балаларының балаларына, йәнә иренә, ҡатынына, ҡулында нисбәт ҡәҙәре малы булған бай кешегә, уның балаһына бирергә тейеш түгел. Әгәр бирелә ҡалһа, зәкәткә хисап ҡылынмаҫ, бүләк тә һәдиә хөкөмөндә булыр.
5. Зәкәтте үҙенең фәҡир ҡорҙаштарыңа, фәҡир шәкерттәгә, фәҡир тол ҡатындарға, кәсептән мәхрүм булған зәғифтәргә биреү артығыраҡ. Ҡулдарында нисбәт ҡәҙәре малдары булып та, дин үә ғалим хеҙмәтендә булып кәсептән, вазифанан мәхрүм булған кешеләргә лә зәкәт биреү дөрөҫ. Сөнки улар ҡасан үҙ кәсеһтәренә тотоноп киткәнсе һәр береһе фәҡир хөкөмөндә.
6. Бер малды зәкәт итеп биргән ваҡытта хужа кеше уның зәкәттән булыуына ниәт ҡылып, йәнә алыусының ҡулына тапшырып, йолаһын үтәп биреү лазым. Зәкәт ниәте менән бирелмәгән йәки алыусының ҡулына тапшырылмаған мал зәкәттән хисап ҡылынмай.
7. Әгәр бер мал зәкәткә бирергә тип тәғәйенләнһә, биргән саҡта зәкәттән булыуына нйәт ҡылынмаһа ла зәкәткә хисап ҡылыныр.
8. Зәкәт суммаһын айырым йыйып, фәҡирҙәрҙең үҙ ҡулына тапшыра торған Хәйриәләр Йәмғиәтенә зәкәт биреү ҙә дөрөҫ. Ул саҡта Йәмғиәттең хазиналары (казначейы) зәкәт биреүсенең вәкиле хөкөмөндә булыр.
Ҡыҫҡаһы шул, бер йыл дауамында зәкәт нисабта булһаң, малың артһа, бурыстарынды түләп бөтһәң, ошонан сығып 40 мең аҡсанан бер меңде саҙаҡа итеп өҫтә күрһәтелгәсә кемгәлер бирәң. Йәки ҡырҡ һарыҡтан бер һарыҡты. Шуғала беҙ байҙарҙан айырмалы һәр саҡ бурыста булғас, зәкәт түләүҙән азат.
Ғөшөр
Ғөшөр биреү һәр кемгә фарыздыр. Бында баймы-ярлымы юҡ. Аллаһ Тәғәлә биргән ризыҡтарға шөкөр итеп өлөш сығарырға тейешбеҙ. Сығармаһаҡ, үҙебеҙгә гонаһ бер яҡтан, икенсе яғы шул ғөшөр бирмәү арҡаһыда баҡсабыҙҙа уңыш юҡ. Элек бит бик һәйбәт үҫте, әсәй-өләсәйҙәр һәр саҡ ғөшөр бирә торғайылар.
1. Ямғыр һыуы менән үҫкән ашлыҡтан, йәшелсә-емештән, бесәндән һәм балдан бирелә торған зәкәт ғөшөр була. Уларҙай үңыш йыйылғандан һуң йылына бер мәртәбә ундан бер өлөш ҡәҙәрен фәҡирҙәргә биреү фарыҙ.
2. Ғөшөр мөлкәтенең нисбәте юҡ, ни ҡәҙәр йыйып алынһа, шул ҡәҙәренән ғөшөр бирелә. Игеү, урыу һәм уңышты тәрбиә ҡылыу хәрәждәре (расход) лә сығарылмаҫ.
3. Тейешле мөлкәттән ғөшөр, фарыҙ булыу өсөн хужаларҙың бәлиғ, ғаҡыл, һәм бай булыуҙары ла шарт түгел. Сабый, диуана үә фәҡир кешеләрҙең уңыштарынан да ғөшөр өлөшө сығарылыу тейеш.
4. Утын, ҡамыш кеүек, нәмәләрҙән ғөшөр сығарыу лазым булмаҫ.
5. Ямғырһыҙ, ҡоро ерҙәрҙә арыҡ һәм күнәктәр менән һуғарып үҫтергән ашлыҡтан тулы ғөшөр бирелмәҫ, ул уңыштың егерменән бер өлөшө миҡдарында бирелер.
6. Ғөшөр ҙә зәкәт бирелә торған фәҡир кешеләргә бирелер.
Фытыр
1. Донъяһы етеш кешегә Рамаҙандан һуң, ғәйдел-фытыр көнөндә үҙе һәм сабый балалары исеменән фытыр садаҡаһы биреү үәжиб булыр.
2. Ҡатыны һәм балалары бәлиғ булып, етеш йәшәһәләр, фытыр уларҙың үҙҙәренән тейеш. Әгәр фәҡир булһалар, береһенән дә тейеш булмаҫ.
3. Әгәр берәү ҡатыны һәм өлкәнәйгән балалары өсөн дә фытыр саҙаҡаһын үҙе бирһә, әлбиттә, сауаплы булыр.
4. Ауырлыҡ менән донъя көткән кешеләр өсөн фытыр садаҡаһы биреү мотлаҡ түгел. Әгәр инде бирмәксе булһалар, үҙҙәренәндә фәҡирерәк кешеләргә биреү тейеш.
5. Фытыр саҙаҡаһы ғәйдел- фытыр көнөндә, иртәнсәк, ғәйет намаҙы уҡылғанға тиклем бирелһә, сауаплыраҡ, сөнки байрам итергә аҡсаһы булмаған кешене байрам алдынан ҡыуандырыу яҡшыраҡ. Рамаҙан айында биреп ҡуйыу ҙа дөрөҫ.
6. Фытыр саҙаҡаһы ла зәкәт менән ғөшөр кеүек, фәҡир кешеләргә генә бирелер.
7. Фытыр саҙаҡаһы өсөн уртаса йәшәгәндәрҙең кеше башынан дүрт ҡаҙаҡ бойҙай йәки һигеҙ ҡаҙаҡ арпа биреү, байыраҡтарҙың кеше башынан дүрт ҡаҙаҡ хөрмә, йә һигеҙ ҡаҙаҡ йөҙөм биреү ҙә ярай. Уларҙың урынына хаҡтары ҡәҙәр аҡса биреү ҙә дөрөҫ булыр.
Фидиә
1. Ҡазаға ҡалдырылып та, ҡаза ҡылынмаған ураҙалары булған кешегә, үҙенән ҡаласаҡ малынан шул ураҙалары өсөн фидиә бирергә тип вариҫтарына васыят әйтеү үәжиб.
2. Васыят әйткән кеше вафат булһа, уның ҡалған малының өстән бер өлөшө миҡдарында һәр бер ҡаза ҡылынмаған ураҙалары өсөн фидиә биреү мәрхүмдең вариҫтарына үәжиб.
3. Фидиәнең күләме һәр бер ураҙа көнө өсөн үә биш ваҡыт намаҙҙың һәр береһе өсөн үә витр намаҙы өсөн бер фытыр саҙаҡаһына тиң.
4. Үҙ ваҡытында тотолған йәки ҡаза ҡылынған ураҙа өсөн фидиә биреү лазым, шуға күрә күп вариҫтар мәйеттең бәлиғ булғанына үлгәненә тиклем фарыз һаналған ураҙа өсөн фидиә бирәләр.
Ҡайһы бер материалдар «Фикһүл Ислам» китабынан алынды. Р. Б. г.Учалы, издательство «Граф» «ЧП Шагеева» 2004 г.