Фото һәм һүрәттәр

                   изображение в мечете Фото һәм һүрәттәр
     Фотоға төшөргә һәм фоторәсем өйҙә тоторға яраймы?
     Мосолман кешегә фотоға төшөргә һәм һүрәттәр эшләргә яраймы тигән һорауға беҙ һәр саҡ был тыйылған тип яуап алабыҙ. Һәм быны күберәк әлеге радикаль ҡарашлы кешеләр әйтәләр. Радикал тип Әл-Ваххаб тигән әҙәмдең өйрәтеүенә эйәргән кешеләрҙе әйтәбеҙ. Былар мәҙһәбһеҙ, ғалимдар юлынан бармаусылар.      Ғалимдарға ҡаршы сығыусылар. Пәйғәмбәр Мөхәммәд ғәләйһиссәләмдән һуң 700 йыл үткәс тыуған был әҙәм меңләгән ғалимдарға ҡаршы сығып, үҙен пәйғәмбәрҙең сөннәтен тик ул дөрөҫ үтәүсе итеп күрһәтә. Һәм бына шул юлға эйәргән йәштәр — улай ярамай, былай ярамай, тип мәсеттәрҙә боттарын айыра баҫып торған тәҡәбберҙәр инде. Әлеге наҙанлыҡтары арҡаһында ҡәбер таштарын кувалда менән онтап йөрөүсе вандалдар. Шул боронғо ҡәбер таштарына ғәрәп хәрефтәре менән иҫке төркисә: бында шул йылы шул кеше үлгән тип яҙылған икән – улар шул ҡәбер таштарын «изге» тип онтайҙар. Бөтә ғәрәпсә яҙылған ҡәбер таштары уларға изге булып күренә. Ә хәҙерге заманда кирилица менән шиғырҙар яҙылған, кеше фотолары ҡуйылған меңләгән памятник-ҡәберҙәр, һәр ауылда миллиондар табынған Лениндың идолдары улар өсөн рөхсәт ителгән нәмә ме әллә? Ни эшләп ошо идол алдынан көндә үтәләр улар? Бына ҡайҙа ул наҙанлыҡ.

     Һәр нәмәнең сиге бар: Совет осорондағы вахабизмды, Кавказда 1990 – 2000 йылға тиклем барған һуғышты, һәм унан һуң бандиттарҙы финансировать иткән Сауд Ғәрәпстан иле – былар Америка һәм Англияның СССР-ға ҡаршы булған проекты тип, признание эшләнеләр һәм беҙ быны туҡтатабыҙ, тинеләр. Һәм үҙ илдәрендә лә вахабизмды бөтөрәбеҙ тинеләр. Ғәрәпстандың вице спикеры Мөхәммәд әль-Джәфри Европарламента: «Вахаббизмға бәйле нәмәләр беҙҙә булмаясаҡ» — тине. 2016 йылдан башлап улар үҙ илдәрендә Мәүлид байрамы үткәрә башланылар. 25–27 августа 2016 йылда Грозный ҡалаһында Бөтә донъя Ислам конференцияһы булып — ИГИЛ, сәләфиттәр йәки ваххабиттәр, «Хизбут-Тахрир», «Братья-мусульман»ды секталар тип фәтүә сығарҙылар. Сауд Ғәрәпстаны короле беҙгә Россияға килгән ваҡытта Россияның бөтә мосолмандар башлығы итеп Мәскәүҙә үҙен радикал яҡтан күрһәткән мөфтий Рауил Ғәйнетдиновты эшкә һанамай беҙҙең Башҡортостандың ЦДУМ мөфтийе Тәлғәт Тажжутдинов менән осрашып, беҙҙәге традицион мосолмандарҙы яғын хуп күрҙе. Был хаҡта экспертарҙың мәғлүмәтен интернеттә уҡый алаһығыҙ.
     Һүҙ башын фото һәм һүрәттәр тураһында башлағайныҡ. Бына ошо Исламды ҡаты тотҡан Сауд Ғәрәпстанында бөтә корольдәрҙең һәм принцтәрҙең, шәйехтәрҙең фотолары һәм һүрәт итеп эшләнгән портреттары аҙым һайын тейерлек. Хатта вахабиттәрҙең башлығы Әл-Ваххабтың, уларҙың башҡа ғалимдары төшкән фотоларыла һәм портреттарҙа бар. Әбү Бәкерҙеңдә портреты бар. Башҡа йөҙләгән ғалимдарҙың фоторәсемдәре һәм портреттары бар. Интернеттә Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ Бураҡ атына ултырып осоп барғанын, китап биттәрендә, миниатюраларҙа, фрескаларҙа борон эшләнгән башҡа һүрәттәрҙе күрергә мөмкин, скульптураларҙа бар. Былар ғәрәп илдәрендә эшләнгән. Үзбәкстанда Самарканд ҡалаһында 17-се быуатта эшләнгән мәсет-мәҙрәсәнең тышына ике тигр, ике джейран, ике ҡояш һүрәте төшөрөлгән (һүрәтте ҡарағыҙ). 1899—1905 йылдарҙа йәшәгән Египеттең иң өлкән мөфтийе Мөхәмәд Абдо скульптуралар һәм һүрәттәр эшләргә була тигән фәтүә сығара, хәҙер идолдарға кешеләр табынмай тип. Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ, берәйһенең эшләгән һүрәтенә ҡарап, мосолман кешеләр был Аллаһ тип табына башлармы? Беҙ бит христиандар түгел иконаларға табыныр өсөн. Йәки яңы йылда шыршы тирәләй өрөлгән балалар – шыршыны һәм Ҡыш бабайҙы Аллаһ — тип танырҙармы? Урамда балалар ҡар тәңәрәтеп ҡыш бабай эшләһә — был идолмы? Наҙаңдын наҙаны шулай уйлар. Фәндең үҫеше шундай шәп бара, хәҙер виртуаль рәсем-һүрәттәр беҙҙе урата башланылар – быларға нимә тип әйтәһегеҙ? Өйөгөҙ эсендә ултырып Мәккә ҡалаһындағы виртуаль мәсеттәрҙә намаҙ уҡый башларһығыҙ бер заман... Әгәр донъя һәм фәндең үҫешен күрергә теләмәһәгеҙ, мәмерйәләргә йәшәргә инегеҙҙә тәү тормош кешеләре эшләгән мамонт, бизон һәм кеше һүрәттәрен тырнағыҙ!

     Фоторәсемдәргә килгәндә: ҡатын-ҡыҙҙарҙың һәм балаларҙың фотоларын бөтәһе өсөн интернет селтәрендә ҡуйыу кәрәкмәҫ. Күҙ тейеү һәм сихыр яман нәмә икәнең онотмағыҙ.

     

     Аҫта Сәид әфәнде әл-Чиркәүенең «Бәрәкәтле белемдәр хазинаһы» китабынан ошо темаға бәйле мәғлүмәт уҡығыҙ.
     Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ рәсемдәр булған өйгә фәрештәләр инмәүе һәм уларҙы барлыҡҡа килтергән кешенең Ҡиәмәт көнөндә иң ауыр ғазаптар кисерәсәге хаҡында әйтелгән хәҙистәре мәғлүм, Уларҙы бында килтереп торорға кәрәкмәй, сөнки уларҙы кире ҡағыусы кеше юҡ. Был хәҙистәргә аңлатма биреүселәр тураһында һөйләп китеүе яҡшыраҡ булыр.

хадисы о изображениях

     Имам ән-Нәвәүи, һындарҙы барлыҡҡа килтереүселәрҙең Ҡиәмәт көнөндә ауыр ғазаптарға дусар ителәсәге тураһында һүҙ барған хәҙистәрҙә, поттарҙы, уларға табыныу өсөн йәки үҙҙәрен Барлыҡҡа Килтереүсегә тиңләштереү маҡсаты менән барлыҡҡа килтереүселәр күҙ алдында тотолоуын әйтә. Әгәр әйтелгән маҡсаттарҙың береһе лә күҙ алдында тотолмаһа, ул саҡта әлеге кеше кәферлеккә төшкән кеше булмай — ул оло гонаһ ҡыла. Уға ҡарата «иң ауыр ғазаптарға дусар ителә» тигән ғибәрәне ҡурҡытыу өсөн ҡуланған һүҙҙәргә тиңләү яҡшыраҡ. Уларҙың яҡынса мәғәнәһе түбәндәгенән ғибәрәт: мәҫәлән, атай-әсәйҙәр үҙҙәренең балаларына тыңлаулы булырға, шелтә белдерерлек һәм насар эштәр эшләмәҫкә ҡушалар, шулай булмағанда уларға ҡот осҡос юлдар менән яза бирәсәктәрен әйтәләр. Әммә ҡурҡытып, улар ысынлыҡта уларға ҡарата ниндәй ҙә булһа ҡурҡыныс эшләйәсәктәрме һуң? Барлыҡҡа килтереүселәргә үҙҙәренең һындарына йән индерергә бойороуҙы, атай-әсәләр балаларының көсөнән килмәҫен алдан уҡ белһәләр ҙә, уларға нимәлер эшләргә рөхсәт иткәнгә яҡын ҡурҡытыу кеүек кенә ҡабул итергә кәрәк.

хадис имам Навави

     Юғарыла төрлө китаптарҙан килтерелгәндәрҙең мәғәнәһе бер. Дөйөмләштереп әйтәм: Сөләймән пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм заманында уға тиклем йәшәгән пәйғәмбәрҙәрҙең таштан, баҡырҙан һәм ағастан яһалған һындар ғибәҙәтхана эсенә ҡуйылған торған булған. Был һындарға кешеләр ҡарап, шул пәйғәмбәрҙәр тураһында иҫкә алһындар һәм уларҙа Аллаһы Тәғәләгә әлеге пәйғәмбәрҙәр хеҙмәт иткән кеүек хеҙмәт итеү теләге уянһын өсөн һәм шулай уҡ ниндәй ҙә булһа яҡшы кешенең үлеменән һуң уның ҡәбере өҫтөндә ғибәҙәтхана торғоҙоп, һүрәттәр урынлаштырһындар өсөн ҡуйылғандар. Бөгөнгө көндә беҙ поттар (һындар) тип атаған нәмәләр ул ваҡытта тыйылған пророк Сулейманбулмаған, сөнки ул ваҡытта кешеләрҙең ниәттәре саф булған. Унан һуң кешеләрҙең ниәттәре үҙгәреп, улар төрлө барлыҡҡа күрһәтелгән поттарға табына башлағас, һындар тыйылған. Ә хәҙер уйланығыҙ!
     Әммә беҙ әле генә алып барған һөйләшеүҙә фотоаппарат ярҙамында яһалған фотографиялар күҙ алдында тотолмауына иғтибар итегеҙ. Һүҙ һындар — һәйкәлдәр, скульптуралар тураһында бара, ә фотоаппарат ярҙамында төшөрөлгән фоторәсемдәрҙең быға бер төрлө лә ҡатнашы ла юҡ.
     Мәккәгә Ислам килгәнсе Кәғбә поттар менән тулы булған. Һәр ырыуҙың үҙ пот-илаһ булған. Беҙҙең Пәйғәмберебеҙ ﷺ мәккәле-ҡорайыштарҙы Бер Аллалыҡа саҡыра, өндәй башлағас, улар ни рәүешле бер Аллаһы бөтә кешелек өсөн дә етерлек булыуын аңламайынса, уға ҡаршы күтәрелгәндәр. Был хәҙистәрҙе аңлатыусы имамдар уларҙы поттарҙы кәүҙәле итеп һәм Аллаһыға табынған кеүек уларға табыныу өсөн барлыҡҡа килтереүселәргә индерәләр. Әйҙәгеҙ әлеге имамдарҙың юлын дауам итеүсе хәҙерге дин белгестәренең нимә әйтеүен ҡарап китәйек.

учения о хадисах
     Юғарыла килтерелгәндәрҙән ҡағыҙҙағы һүрәттәрҙең, шул иҫәптән фотографияларҙың да, тыйылған булмауы һәм килтерелгән хәҙистәрҙә поттар — кәүҙә формаһына эйә булған һындар ғына күҙ алдында тотолоуы асыҡ аңлашыла. Дүрт дини-хоҡуҡи мәктәптең (мәзһәб) ғалимдары бындай уртаҡ фекергә килгән: йәне булмаған әйберҙәрҙе, мәҫәлән, ҡояш, ай, ағастар, өй, мәсет һ. б.ны һурәтләргә ярай. Шулай уҡ дин белгестәре түбәндәге өс шарт булғанда йәнле әйберҙәрҙе, мәҫәлән, кешене һәм хайуандарҙы яһау рөхсәт ителмәй тигән фекергә килгән:
     - әгәр ул кәүҙә формаһына эйә йәки нимәнән дә булһа яһалған икән. Әгәр инде ул туҡымаға йә иһә ҡағыҙға яһалған булһа, был рөхсәт ителә;
     - әгәр һын тулы, бөтөн килеш булһа. Әгәр ҙә ул кешенең йәки хайуандың йәшәүе мөмкин булмаҫлыҡ итеп, мәҫәлән, кешенең йә иһә хайуандың башын алып, уны үтәләй тишеп йәки шуға оҡшаш нисек итеп яһалған икән, был осраҡта әлеге һүрәт тыйылған булыуҙан туҡтай. Был скульптураға ҡағыла;
     - әгәр был һүрәттең күләгәһе булһа. Әммә әгәр стенаға беркетелгән һүрәттең шәүләһе булмаһа, ул тыйылған булмай.
     Был өс шарттың һәммәһе лә ҡыҙ балалар уйнай торған ҡурсаҡтарға хас булһа ла, улар барыбер рөхсәт ителәлер. Ни өсөн? Сөнки был ҡурсаҡтар ҡыҙҙарҙы баласаҡтан уҡ бала ҡарарға һәм тәрбиәләргә өйрәтеү маҡсаты менән етештереләләр.
     Ә хәҙер, дин ҡәрҙәштәрем, ниндәй һүрәттәрҙең рөхсәт ителеүе, ҡайһыларының тыйылған булыуы һәм ни өсөн тыйылғанлығы хаҡында яҡшылап фекер йөрөтә алаһығыҙ. Мәҫәлән, Сөләйман пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм ваҡытында рөхсәт ителгән һүрәт һәм һындар ни өсөн беҙҙең өммәт өсөн тыйылғандар? Шулай уҡ ни өсөн өммәт өсөн тыйылған әйберҙәр, бәләкәс ҡыҙҙарға рөхсәт ителә һәм ни өсөн быны өйҙә булдырырға ярай? Ни өсөн фотоаппарат ярҙамында төшөрөлгән кәүҙәләр һурәтләнгән фоторәсемдәр тураһында бәхәс алып барырға: уларҙың шәүләләре йәки күләмдәре бармы әллә? Иҫкә төшөрөгөҙ: китаптарҙа Әҙәм пәйғәмбәрҙең бөтә пәйғәмбәрҙәрҙең һүрәте һаҡланған һәм мираҫ итеп быуындан быуынға тапшырылған һандығы булыуы хаҡында әйтелмәгәнме һуң?

сундук

     Әлеге китаптарҙа әйтелгәндәрҙе бында килтереп тормайым. Кәрәк кеше булған, үҙе уларҙы ҡарай ала. Әммә был ваҡиға тураһында иҫкә төшөрөп үтеү бик мөһим. Әбү Бәкер хәлифә идара иткән осорҙа Византия батшасы Ираклий (Һәркәл) йәшәгән, уны Исламды ҡабул итергә саҡырғандар. Бына сәхабә Һишам ибн Әснең уға табан йүнәлгән мосолмандар делегацияһы менән идара итеүе хаҡында ваҡиғанан өҙөк. Улар шул саҡта унда бөтә пәйғәмбәрҙәрҙең һүрәттәрен тапҡандар ҙа инде. Был турала бына нисек һөйләнелә:

содержимое сундука

     Ә хәҙер үрҙә килтерелгәндең ҡыҫҡа эстәлеге. Византия батшаһына пәйғәмбәребеҙҙең көрәштәше Һишам етәкселегендә мосолмандар делегацияһы йүнәлгән. Батша уларҙы ҡабул иткән, ултырырға ҡушҡан һәм күп кенә бәләкәй бүлемдәре булған һандыҡты алып килергә ҡушҡан. Шунан һуң ул һандыҡты асып, унан йәшел ебәккә төрөлгән һүрәт алған да, уны күрһәтеп: «Һеҙ был кешене беләһеҙме?» — тип һораған. Улар: «Белмәйбеҙ»,— тип яуап биргәндәр. Шунда батша: «Был һеҙҙең боронғо бабағыҙ Әҙәм ғәләйһиссәләм»,— тигән һәм яңынан ебәккә төрөп, кире урынына һалып ҡуйған. Унан һуң ул икенсе тапҡыр һандыҡты асып, унан тағы ебәккә төрөлгән һүрәтте алған да: «Ә һеҙ быны беләһегеҙме?» — тип һораған, Сәхәбәләр яңынан кире яуап биргәндәр. «Был һеҙҙең бабағыҙ Ибраһим ғәләйһиссәләм»,— тип яуап биргән батша. Өсөнсө тапҡыр ул ҡабат һүрәт тартып сығарған да: «Бында һүрәтләнгән кеше һеҙгә танышмы?» — тип һораған. «Юҡ», — тигән яуапҡа ул: «Был һеҙҙең бабағыҙ Ғимран улы Муса», — тигән. Ул шул рәүештә Мөхәммәд ғәләйһи үәс-сәләм пәйғәмбәргә килеп еткәнсе, ул барлыҡ һүрәттәрҙе лә һандыҡтан сығарған һәм: «Һеҙ ул кешене беләһегеҙме?» — тип һораған. Һүрәтте күргәс, улар ҡысҡырып илап ебәргәндәр. Батша: «Һеҙ ни өсөн илайһығыҙ һуң?» — тип һораған. Улар: «Был беҙҙең пәйғәмбәребеҙ ғәләһиссәләм бит», — тип яуап биргәндәр улар һәм: «Был рәсемдә ул, әйтерһең дә, беҙҙең арабыҙҙа кеүек», — тип өҫтәгәндәр. Шунан һуң улар римлеләрҙең дәүләт башлығынан, уға был һүрәттәрҙең ҡайҙан килгәнлеген һорағандар. Ул Әҙәм пәйғәмбәрҙең Аллаһы Тәғәләнән үҙенең нәҫеленән булған бөтә илселәрҙең һүрәттәрен күрһәтергә һорауы тураһында һөйләп биргән. Шул ваҡытта Аллаһы Тәғәлә уға бөтә илселәрҙең дә йәшел ебәккә төрөлгән һүрәттәрен ебәргән, һәр йомала Әҙәм ғәләйһиссәләм уларҙы үҙенең балаларына күрһәткән. Ул уларҙы һандыҡта һаҡлаған. Үләр алдында Әҙәм ғәләйһиссәләм һандыҡты үҙенең улы Шисҡа тапшырған, ә ул, үҙ сиратында, уны үҙенең улы Әнүшкә биргән. Шул рәүештә, ҡулдан-ҡулға күсеп, һандыҡ Зөлҡәрнәйгә килеп еткән. Шунан һуң беҙҙең боронғо бабаларыбыҙға тапшырылған, һәм шул рәүештә беҙгә килеп еткән.
     Был һандыҡ һәм һүрәттәр тураһында хикәйәт алдараҡ аталған китаптарҙа ентекле яҙылған. Теләгән кешеләр уҡый алалар. Ә бөгөнгө көндә Пәйғәмбәребеҙҙең ғәләйһиссәләм һүрәте хаҡында телгә алыуға, һүрәттәрҙе кире ҡағыусылар аҡылдан яҙа башлайҙар. Әйтеп үтелгәндәргә тағы әҙерәк өҫтәйем. Мин Мөхәммәд Бохари (шәйех Баһауетдин), имам әл-Ғазали, Мөхетдин Ғәрәби, Йәләлетдин Руми, Ғәбдел-Ҡадир Гилани, Сәләхетдин әл-Әйүб, Халид Шаһ, Мәхмүд-Әфәнде, Джамалетдин Күмүһи, Фәтхетдин Шәзили, Әхмәд Тәләли, Ғабдер-Рахман Сүғүри, Шәрәфетдин Кикуни, Ғимрәдән Ғабдулла-хажи мөридтәр менән Шөғәйеб Бәғини, Гоцодан Нәжметдин, Оҙон-хажи, күп һанлы кешеләр менән фотоһүрәттәрен күрҙем һәм улар миндә бар. Аллаһы уларҙың дәрәжәһен арттырһын һәм беҙгә уларҙың бәрәкәтен бирһен! Был мин эҙләгән, тапҡан һәм бик ярата торған фотографиялар. Ә Маркс, Энгельс, Лениндең һәм башҡа шуның кеүектәрҙең һүрәттәре, хатта яңылыш ҡына күрһәм дә, миндә нәфрәт уята. Был рәсемдәрҙе мин бер ҡасан да ҡулыма алманым, уларҙың бер ҡасан да минең өйөмдә булғаны һәм миңә кәрәк булғаны юҡ. Минең фотографиялар тураһында былай күп һөйләшергә ваҡытым булманы һәм был һөйләшеүҙең кәрәге лә юҡ ине.
     Был турала яҙырға мине таш кеүек ҡаты, тәмәке тартыусы һәм ваҡыты менән, намаҙ, ураҙа тураһында ҡайғыртмайынса, стакан күтәреүсе наҙандар һәм ҡайһы бер «ғалимдәрҙең» минең өйөмдә эленеп торған Сәйфулла-ҡаҙый фотоһурәте тирәһендәге бәхәстәре мәжбүр итте.
     Һөҙөмтәлә улар фотографияларҙың рөхсәт ителгән булыуы менән килешәләр, әммә аҙаҡ уларҙы яңынан стенаға элеүҙе кире ҡағып, үҙ һүҙләнергә тырышалар. Мин һөйгән Аллаһты танып-белеүсе суфийҙарҙың (ғарифу) һәм әүлиәләрҙең фотоһүрәттәрен мин стенаға ла эләм, ә әгәр ҙә теләйем икән — алып ҡуям, һәм был рөхсәт ителә. Әгәр ярамай икән, ни өсөн һуң улай булғас иҫән һәм үлгән Сауд король һәм принцтарҙың һүрәттәрен стенаға эләләр? Әммә шул уҡ ваҡытта Сауд Ғәрәбстанында бер генә һәйкәл дә күрмәҫһең. Һис юғы ошо скульптура менән фотографияның айырмалылығын әйтмәменме һуң? Яратҡан кешеңдең йөҙөн һәр ваҡыт күрәһе килеп тора. Бының киреһен әйтеүсе ялған әйтә. Ни өсөн һуң Әҙәм ғәләйһиссәләм бөтә пәйғәмбәрҙәрҙең һурәтен, улар донъяға килгәнсе үк, күрәһе килгән? Һәм ни өсөн ул быны һорағас, Аллаһы Тәғәлә уға бының тыйылғанлығын әйтмәгән.
     Беҙҙең ауылда бер кешелә, уның ҡулы менән яҙылған «Фикһ үс-сөннәт» китабы бар ине. Был китап биттәре араһында мин үҙем ваһһабиттарҙың лидерҙары Мөхәммәд Абдоның һәм Рәшит Риданың фоторәсемдәрен күрҙем. Фотоһүрәттәргә ваһһабиҙарҙан да күберәк бәйләнеүсе кешеләр юҡ бит, ә ни өсөн һуң был фотографиялар улар өсөн рөхсәт ителә башлаған?
     Әстәғфируллаһ! Аллаһы беҙҙең барыбыҙҙы ла ғәфү итһен!

                       ЗАПРЕТЫ ИСЛАМА В ОБЛАСТИ ИСКУССТВА
     Запрещение Шариата изображать живые существа (человека, животных, птиц, насекомых и т. д.) выдвинуто мусульманскими учеными прежде всего во избежание идолопоклонства и из опасения многобожия. Мухаммад и его последователи ревностно уничтожали идолов в Мекке и в других местах. И этот запрет в Коране прямо относится именно к идолам. «Вот, — сказал Ибрахим отцу своему Азару, — неужели ты идолов превращаешь в богов? Я вижу, что ты и твой народ —- в явном заблуждении» [6:74].
     Другая причина запрещения изображений живых существ по Шариату — не допустить человека своим творчеством конкурировать с Богом. Ислам считает, что создание живого существа — дело Бога, который является Творцом. Человек же, если и изображает живое существо (скульптура или портрет), он никогда не может одушевить его и привести в движение. Бог — вот «кто придает вам форму в утробах, как пожелает» [3:4]. На основе приведенных и других стихов Корана, в которых отсутствует прямое запрещение изображения живых существ, эта идея позже была развита в Сунне и хадисах. И в итоге появилось запрещение изображать живые существа. Изображать растения, вещи и геометрические фигуры Ислам разрешает.
     Правда, полный отказ от создания образов живых существ на мусульманском Востоке так и не был осуществлен. Львиный фонтан Альгамбры в Гренаде, лазурное изображение солнца и льва медресе Шир-дар в Самарканде (воздвигнуто Ялангтуш-бием в XVII в.) и другие поражают своей красотой. Одной из вершин исламского искусства являются миниатюры в рукописях с изображением персонажей литературных произведений, для иллюстрирования которых они создавались.
     Запрет изображать живые существа сказался на развитии изобразительного искусства в странах мусульманского Востока. Возможно, следствием этого запрета является то, что мы не имеем представления о том, как выглядели многие известные поэты, средневековые философы, правители, полководцы. В начале прошлого века египетский реформатор Ислама шейх Мухаммад Абдо издал фетву, где говорилось, что мусульмане могут заниматься изобразительным искусством и скульптурой, что опасность поклонения идолам миновала. В настоящее время запрет на изображение живых существ практически не существует. Рисование портретов или фотографирование человека порицается, ио это никого ни к чему не обязывает.
     Мусульмане уже давно привыкли к иллюстрированным газетам и журналам, издаваемым в их странах, к кинофильмам и телевидению, но еще существуют страны, где кинотеатры отсутствуют, и это прежде всего относится к Саудовской Аравии: Фейсал, еще будучи принцем, хотел открыть кинотеатр в столице Саудовской Аравии, но шейхи, вожди племен, мусульманское духовенство, узнав об этом, заявили королю, что покинут страну, если будет открыт «дом шайтана». Появление на экране человеческого лица приводило последователей строгого ваххабитского учения в ужас.
     Мусульманские страны под сильным воздействием науки и киноискусства перешагивают традиционные запреты в области изобразительного искусства, однако спорных, нерешенных вопросов все еще много. Дискуссия в каирской печати относительно экранизации истории начального этапа Ислама была весьма бурной. Один из главных вопросов дискуссии касался возможности показывать Пророка Мухаммада, его сподвижников и семейство на экране; по этому поводу богословы высказывали самые разные и противоречивые мнения. Одни утверждали, что экранизация жизни и деятельности основателей Ислама неправомерна с точки зрения Шариата, другие — высказывали противоположное суждение. В частности, один из известных шейхов университета Аль-Азхар, Ахмад Хасан, говорил, что показывать на экране сподвижников Мухаммада допустимо с условием, что актеры должны отличаться хорошей репутацией, быть правдивыми, честными и богобоязненными. Этот шейх также высказал мнение, что актеры, сыграв роли сподвижников Пророка, должны затем отказаться от актерского дела до конца жизни. Другое мнение высказал доктор Мухаммад Фаххам, который заявил, что если церковь в Европе позволяет показывать на экранах пророков и исторических деятелей своих религий, — это ее дело, которое, в свою очередь, не является примером для мусульман.
     Дискуссия мусульманских богословов в Египте на тему «Ислам и киноискусство» завершилась решением, что неправомерно показывать на экране Мухаммада, его сподвижников и их жен; она вызвала фетву управления по делам Аль-Азхара, запрещавшую экранизацию жизни Мухаммада и его ближайшего окружения, но указывавшую, что запрет отнюдь не распространяется на экранизацию истории Ислама.
     Как уже отмечалось, запрет на изображение живых существ наиболее подробно изложен в хадисах Мухаммада, послуживших основой для его закрепления в Шариате. Приведем некоторые из них. Мухаммад говорил: «В Судный день великому мучению будут подвергнуты художники», «Дом, в котором имеются портреты, — не войдут туда ангелы».
     Говоря о запретах Шариата изображать живые существа, мусульманские богословы часто ссылаются на известный хадис, где говорится, что всех тех, кто будет заниматься изображением живых, «в день Последнего суда ждет страшная кара: изображенные сойдут с картин, потребуют, чтобы им дали душу, и если художник не выполнит это требование, он будет гореть в вечном пламени».
     Иконоборческая тенденция Ислама основывается на отрицании возможности изображения божества. По мусульманскому учению Бог абсолютно един и непостижим материальными органами или вообра-жением, Его нельзя видеть глазами, нельзя осязать или обонять. В 112-й суре Корана о Нем говорится: «Он — Аллах— един, Аллах вечный, не родил и не был рожден и не был Ему равным ни один» [112:1-4].
     Из всего этого мусульманские богословы делают вывод, что Бога нельзя представить материально и тем более изобразить. В дальнейшем же эта иконоборческая тенденция привела к отрицанию и запрету изображать любые живые существа. Однако эти запреты Ислама и Шариата никогда не были абсолютными. Они касались, главным образом, общественных, в частности, культовых зданий, в которые нельзя было помещать изображения людей; касались также Корана и богословских книг, где допускались лишь орнаментальные изображения.
     Запреты Ислама в области искусства, в том числе запреты изображения живых существ, связаны прежде всего с тем, что Ислам как монотеистическая религия возник и развивался в жесточайшей борьбе с идолопоклонством и язычеством. Ислам выдвинул данный запрет во имя избежания идолопоклонства и из опасения отклониться от служения единому Богу. Эта идея легла в основу запрета изображать любое живое существо.
     В настоящее время делаются попытки доказать, что изображение живого существа никогда не было полностью запрещено. Для доказательства этого часто цитируется изречение Мухаммада из достоверного сборника хадисов аль-Бухари, известное под назва-нием «Штора с рисунком». В хадисе рассказывается, как однажды Пророк Мухаммад, совершая молитву в комнате своей жены Айши, увидел на шторе рисунок птицы и распорядился убрать штору. Айша сняла штору и сшила из нее наволочку для митакка (круглая восточная подушка), против чего Пророк не возражал. Турецкий идеолог Мехмет Шукрю Сёзер объясняет это так: главное — во время молитвы не иметь перед собою рисунка живого существа. На современном этапе для многих верующих мусульман обычными стали портреты, скульптура, рисунки и фотографии живых существ.

       Исламовед, доктор исторических наук, профессор МГУ им. М. В. Ломоносова, профессор кафедры религиоведения Российской Академии, руководитель университета мусульманской культуры Керимов Г. М. Шариат. Закон жизни мусульман.