Әкиәт «Батыр һалдат»

   Борон-борон заманда бер батша йәшәгән. Уның бала-сағаһы булмаған. Һарай эсендә ҙур алма баҡсалары бар икән. Бер ваҡыт батша ҡатыны менән һыу инергә барғанда, алмағас төбөндә бер ҡарт күргән.
   — Был ҡарт ҡайҙан килеп сыҡты икән? Нишләп ултыра икән бында? — тип ғәжәпһенгәндәр ҙә, барып, ҡартҡа өндәшкәндәр.
   — Мин шулай, шулай, ялан күрергә сыҡтым. Баҡсаң бик оҡшағас, алмағас төбөнә ял итергә ултырҙым. Мин үҙем бер табибмын. Балаға мохтаж кешеләргә ярҙам итәм,— тигән ҡарт. Батша әйтә:
   — Беҙҙең бала-сағабыҙ юҡ. Беҙгә ярҙам итә алырһыңмы? — ти.
   — Итермен,— ти ҡарт.— Анау алманы өҙөп алып бирегеҙ әле,— ти. Шунан алманы уртаға яра ла бер яртыһын батшаға, икенсе яртыһын ҡатынына бирә.
   — Ашағыҙ ошоно,— ти.— һеҙҙең бер ҡыҙ балағыҙ донъяға килер. Балағыҙ тыумаҫ борон уҡ ер аҫтында йорт эшләтегеҙ. Ун ике йәш тулмайынса, ер аҫтынан сығармағыҙ. Алдан сығарһағыҙ, балағыҙ һеҙҙеке түгел,— ти.
   Ҡайталар ҙа, ерҙе ҡаҙып, йорт эшләтә башлайҙар былар хәҙер. Йорт һалынып бөткәс, батшаның ҡатыны шунда төшөп бәбәйләй. Бер бала ҡараусы килтереп ҡушалар. Баланы тәрбиәләйҙәр. Бала көндән-көн матурлана. Бик сибәр ҡыҙ булып үҫеп килә. Бер йыл үтә, ике йыл үтә, ете йыл үтә ер аҫтында. Хәҙер ҡыҙға бер уҡытыусы килтереп, уҡытырға ҡушалар. Яҙырға, уҡырға өйрәтә башлайҙар. Берҙән-бер бала, етмәһә, батша балаһы булғас, төрлөсә ҡыландырып ҡарайҙар быны. Ун йәшкә, ун бер йәшкә етә ҡыҙ, хәҙер аң керә быға. Китабында ағас, тауҙар, һыуҙар, урмандар, йондоҙҙар күрә; айҙы, ҡояшты, күп нәмәләрҙе һүрәттән ҡарап белә. Бер көндө ҡыҙ һорай бит:


   — Бынан башҡа донъя бармы ни?
   — Бар.
   — Нишләп мине сығармайһығыҙ?
   — Әле ваҡыт етмәгән,— тиҙәр.
   Ҡыҙ ер өҫтөнә сығырға бик яғалаша. Ун икенсе йәшенә генә киткәйне, баланы ҡояшҡа алып сығалар. Ҡыҙ бала донъяның киңлегенә аптырай, хайран ҡала.
   Бер өс-дүрт көн үттеме — юҡмы, ҡыҙҙы яланға алып сығалар. Тройка менән баралар. Күсер, бала ҡараусы, уҡытыусы ла шунда. Йәнлектәрҙе, тауҙарҙы күрһәтеп йөрөтәләр ҙә ҡайтыу яғына боролалар. Боролоу менән бик ҡаты ел сыға. Ел өйрөлөп-өйрөлөп килә лә ҡыҙҙы күтәреп ала ла китә. Аптырап торалар ҙа ҡалалар. Ул иттеләр, был иттеләр, саптырып ҡайттылар батшаға.
   Батша аптыраны-алъяны, эҙләр өсөн һәр яҡҡа ғәскәрен таратты. Ай эҙләйҙәр, йыл эҙләйҙәр,— юҡ, таба алмайҙар ҡыҙҙы. Бөтә ил ҡайғы-хәсрәткә ҡалды. Эҙләй торғас ете йыл үтеп тә китте. Бер ҡоро ер ҡалманы, бер тишек ҡалманы, юҡ ҡыҙ, табылманы. Шунан батша:
   — Берәй кешегә тапшырып ҡуяйыҡ, ғүмер буйына эҙләһен,— ти. Шунан әфисәрҙәрҙе, полковниктарҙы, генералдарҙы, һалдаттарҙы йыялар ҙа әйтәләр.
   — Кем дә кем ғүмере буйына эҙләргә риза, шуға ашау-эсеү буш, нәмә кәрәк, бөтәһен табып бирәбеҙ,— тиҙәр.
   Шулай тип әйтеп ҡарайҙар ҙа бит,— риза булыусы юҡ. Оҙаҡ ҡына ваҡыт тын торғас, иң арттағы бер һалдат ҡул күтәрә:
   — Мин риза,— ти.
   — Кил әле бында.
   Теге килә.
   — Йә, нисек эҙләйһең? — ти батша.
   — Мин шулай-шулай эҙләйем,— ти һалдат.— Миңә карап эшләт, ун ике йылға етерлек аҙыҡ, бер капитан, ашарға әҙерләүсе бер һалдат кәрәк,— ти.
   Батша шунда уҡ быға генерал чины бирҙе, яҡшы кейемдәргә кейендерҙе. Карап эшләп бөтөрәләр, ун ике йыллыҡ аҙыҡ-түлек тултыралар. Былар өсәүләп сығып китәләр, музик менән оҙатып ҡалалар.
   Баралар, баралар, ай баралар, йыл баралар. Бара торғас, аҙашалар былар. Ҡара ер юғалды, бөтөн донъяны һыу алды. Хәҙер ҡайһы яҡҡа боролоп китергә лә белмәйҙәр, һауа ла бер, донъя ла бер. Нишләргә? Үҙҙәрен йыуатырға тырышып, ашап-эсергә тотоналар. Йырлаштылар-шаулаштылар, уйнанылар, көлдөләр ҙә шул көйөнсә иҫереп йығылдылар. Бер ваҡыт һалдат уянып китһә, карап бер ағаслыҡҡа килеп туҡталған. Һалдат иптәштәрен уята. Ергә сығалар, китәләр. Бара торғас, бер һуҡмаҡ күреп ҡалалар. Шул һуҡмаҡ менән китәләр, алда дүрт босмаҡлы йорт тора. Шул йортҡа барып керәләр. Керһәләр, һауыт-һаба, йорт кәрәк-яраҡтары тулып ята. Караптан ашамлыҡ килтереп, арлы- бирле ашайҙар ҙа тағы сығып китәләр. Аш бешереүсене өйҙә ҡалдыралар. Аш бешереүсе ашарға бешереп бөтөүгә, берәү ишек шаҡылдата.
   — Кем бар унда?
   — Ас әле ишегеңде!
   Ишекте аса. Асҡайны, ни күҙе менән күрһен, тупһала үҙе бер ҡарыш, һаҡалы мең ҡарыш ҡарт баҫып тора. Йшек асылыу була, ҡарт йылт итеп кереп тә китә. Инә лә:
   — Күтәреп ултырт! — ти. Был күтәреп ултырта.
   — Хәҙер ашарға бир. Нимәң бар, барыһын да килтер! Ашағым килә,— ти.
   Аш бешереүсенең йөрәге алынды бит инде: теге ни ҡушһа, шуны йүгертеп эшләп кенә тора. Әҙерләнгән аштарын ҡарттың ашап бөтөп сығып китеүе була, тегеләр ҡайтып төшәләр.
   — Ултырт ашыңды, бик асыҡтыҡ,— тиҙәр.
   — Йоҡлап киткәнмен дә, ашым өлгөрмәй ҡалды бит әле,— тигән була аш бешереүсе.
   Икенсе көндө капитан өйҙә ҡала, уның менән дә шундай уҡ хәл була. Өсөнсө көндө һалдат үҙе тороп ҡала.
   Бер ваҡыт әлеге-баяғы һаҡалы мең ҡарыш, үҙе бер ҡарыш ҡарт килә.
   — Ас ишекте!
   — Үҙең асып кер!
   — Күтәреп ултырт!
   — Үҙең менеп ултыр!
   Ҡарт һикегә менеп ултыра ла:
  — Ашарға килтер! — ти. Һалдат, ашарға ултыртам тип, ҡартҡа яҡынлай ҙа һаҡалынан урап тотоп алып тороп күтәреп бәрә тегене, сеңк итеп ҡала. Шунан ишек алдына һөйрәп сығарып, бер йыуан ҡарағайға һаҡалынан бәйләп ҡуя.
   Иптәштәре ҡайта, ашайҙар, әсәләр. Һалдат тегеләрҙең бер-береһенә ҡарашып ултырғанын күрә бит инде.
   — Әйҙәгеҙ, һеҙгә бер әкәмәт күрһәтәм! — тип, һалдат тегеләрҙе ишек алдына алып сыға. Сыҡһалар, бәй, теге ҡарт ағасты тамыры-нейе менән һөйрәтеп алған да киткән. Былар, тиҙ генә йыйынып, ҡартты ҡыуа сығалар. Баралар, бара торғас бер көмөш ҡойоға етәләр. Бер береһен төшөргә ҡыҫташалар. Береһе лә төшмәгәс, һалдат үҙе төшөп китә. Ҡарттың әҙенән эҙләп бара был. Бара торғас, бер матур, бик бай йыһазландырылған өйгә барып инә. Бәй, ни күҙе менән күрһен, бүлмә уртаһында әлеге ҡарт ҡан ағыҙып ултыра! Ҡарт «аһ» тейергә лә өлгөрмәй, һалдат ҡылысы менән быны тураҡлап та ташлай. Ҡарт йән биргән саҡта стеналағы бер бәләкәй генә ҡара нәмәгә ҡарай. Һалдат бының ҡарашын һиҙеп ҡала ла шул ҡара нәмәгә барып төртә. Төртөүе була, шатыр-шотор килеп, ҡалын тимер ишек асылып китә. Ҡараһа, эстә бер һылыу ҡыҙ ултыра.
   — Һин әҙәм затымы? — тип һорай һалдат.
   — Эйе. Кит тиҙерәк, егет, дейеү юҡ итә үҙеңде! — ти ҡыҙ.
   — Мин шул дейеүҙең һабағын уҡыттым инде,— тип, һалдат һаҡалы мең ҡарыш, үҙе бер ҡарыш ҡартты күрһәтә. Шунан һалдат үҙенең кемде эҙләүен төшөндөрөп бирә. Теге ҡыҙ:
   — Ул апай ана теге бүлмәлә,— ти. Һалдат ҡарай-ҡарай, бер ҙә ишеккә оҡшаған урын күрмәй.
   — Ҡайҙа һуң ул бүлмә?
   Ҡыҙ бойҙай бөртөгө ҙурлығы ғына бер нәмәне төртөп күрһәтә. Һалдат шул нәмәгә бармаҡ осо менән баҫҡайны, ауыр тимер ишектәр асылып китә. Был бүлмәнең эсендә тегеһенән дә һылыуыраҡ бер ҡыҙ ултыра. Әҙәми зат егетте күргәс, ҡыҙ:
   — Егет, ҡас, дейеү һәләк итер үҙеңде! — тип ял-бара башлай.
   — Дейеүҙән ҡурҡмағыҙ,— ти һалдат.
   Шулай итеп, ике ҡыҙҙы ла ҡотҡарҙы бит инде был. Һуңғы ҡотҡарған ҡыҙ батша ҡыҙы булып сыға. Ҡыҙҙар егетте кейендереп, йыуындырып алалар. Батша ҡыҙы һалдатҡа үҙе ун ике йыл ер аҫтында ултырғанда атаһы эшләтеп биргән йөҙөктө бүләк итә.
Өсәүләшеп, капитан менән аш бешереүсе ҡырына сығалар. Карапҡа ултырып, ҡуҙғалып киттек тигәндә генә һалдат:
   — Йөҙөгөм тороп ҡалған! — тип ҡысҡырып ебәрә.
   Шунан һалдат йөҙөктө алырға ер аҫтына кире төшөп китә. Был юлы һалдатты ер аҫтынан тегеләр күтәреп сығармай ҙа ҡуялар, үҙҙәре генә китәләр ҙә баралар, һалдат ҡысҡыра-ҡысҡыра, ары йүгерә, бире йүгерә, йүгерә торғас арып бөтә. Уйлап ултыра-ултыра ла, тороп, бер яҡҡа китә лә бара. Ай бара, йыл бара, бара торғас, бер асыҡ ялан күреп ҡала. Бының ҡаршыһына бер һыбай килә, күҙе баҙлап тора:
   — Һин бында нисек килеп ҡаптың?
   — Мин йоҡлағанмын, ошо ерҙә уянып киттем,— тип яуап бирә һалдат.
   — Ә-ә, Урман батша дейеүе мыҫҡыл итеп килтереп ташлаған инде һине, алай булғас! — тип ажғырып ҡуя һыбайлы. Был Ялан батша дейеүенең улы икән.
   Һыбайлы һалдатты атаһына алып килә.
   — Егет, иркең булһа, нишләр инең?
   — Үҙ илемә ҡайтыр инем.
   — Мин һиңә бер эш бирәм, шуны үтәй алһаң, илтеп ташларбыҙ,— ти Ялан батша дейеүе һалдатҡа.— Өй ҙурлығындағы ҡаҙанды йыл буйына туҡтатмайса ҡайнат! — ти. Һалдат риза. Йыл тулырға ике ай ҡалғас ҡына, һалдат арып йоҡлап киткән бит, шайтаның. Һалдат йоҡлаған арала ҡаҙан эсенән меңәрләгән ҡораллы дейеүҙәр килеп сыға ла, китә былар менән һуғыш: Ялан батша дейеүен батшалыҡтан алып ташларға итәләр икән тегеләр. Йән-фарман һуғыша торғас, Ялан батша дейеүенең ғәскәре быларҙы ҡыйратып ташлай. Ялан батша дейеүе һалдатты саҡыртып ала:
  — Был юлы ғәйебең булды, тағы ике йыл эшләһәң, ҡайтарып ебәрербеҙ үҙеңде,— ти.
Һалдат хәлдән тайып, арып йығыла яҙып, йығыла яҙып эшләп йөрөй. Теге ҡаҙанды һәр ваҡыт ҡайнатып торорға кәрәк бит инде. Шул ваҡыт теге дейеүҙең улы килә:
Ну, егет, бик тырыштың! Мин һиңә аҡыл өйрәтмәксе булдым. Һинең көнөң бөттө, атайым бүләк бирер өсөн саҡырыр: күп ҡылыс араһынан береһен һайларға ҡушыр,— һин яман ҡынлы ҡылысты ал; өйөрҙән ат һайларға ҡушыр,— һин ҡорсаңғы атты һайла; шунан бик күп сумка сығарып һалыр,— иң туҙған сумканы алырһың,— тип өйрәтеп ҡуя.
Һалдатты батша саҡыртҡан.
   — Ну, егет, һиңә бүләк бирәм, үҙең теләгәнеңде һайлап ал,— тигән.
Нәмә генә бирһә лә, һалдат дейеү улы өйрәткәнсә эшләп тик тора икән. Дейеү аптырашта ҡалған. Шулай ҙа һүҙенән кире сикмәгән. Ялан батша дейеүе:
   — Хәҙер һин һайлап алған атыңды мен, минең күҙ күреме ерҙән ҡыйрата торған ҡылысымды ал, күпме кәрәк шул тиклем аҡса бирә торған сумкамды ла ал да, анау ҙур күл ситенә бар. Бер аҡҡош осоп китер, шуның артынан ҡалма! — тип өйрәтә.
Һалдат бөтәһен дә дейеү өйрәткәнсә эшләй. Дейеү үҙе, аҡҡош һүрәтенә кереп, юл өйрәтеп бара икән. Байтаҡ ваҡыт оса торғас, һалдат үҙҙәренең ҡалаһына килеп төшә, аҡҡош кире оса. Һалдат ҡала ситендәге бер өйгә инә. Унда бер әбей йәшәй икән.
   — Нихәл әбей?
   — Бер көйгә, балаҡайым,— ти әбей.
   — Әбей, ҡалала ниндәй яңылыҡтар бар?
   — Бына өс-дүрт көндән батшаның ҡыҙы ҡайтып төшөргә тейеш икән. Ҙур байрамға әҙерләнәләр, төш юраусылар белеп әйткән,— ти әбей.
   Өс-дүрт көн үтеп тә китә. Музик менән тегеләр ҡайтып төшәләр. Халыҡ шау-шыу килеп ҡаршылай.
      — Ҡайҙа һалдат? — тип һорайҙар бит инде быларҙан.
      — Һалдат дауыл ваҡытында һыуға йығылып төшөп ҡалды,— тиҙәр тегеләр. Алдашалар инде шаҡшылар!
   Хәҙер батша халҡы, шау-гөр килеп, туй яһарға йыйына. Туй башлана, туйға һалдат барып керә. Шул ваҡыт батша ҡыҙы:
   — Мине ошо егет ҡотҡарҙы! — тип һалдаттың муйынына барып аҫылына. Шул арала һалдат капитандың башын сабып өҙә.
   Батша, ҡыҙын һалдатҡа биреп, батшалығын да кейәүенә тапшырып ҡуя. Шулай яҡшы ғына донъя көтөп ятҡанда, күрше батшанан бер кеше килеп төшә. Ул хат килтерә: «Һинең ҡатыныңа бик күптән ғашиҡ инем, миңә бир! Бирмәһәң, һуғышып аласаҡмын! — тип яҙылған хатта. Һалдат: «Оятһыҙға аҡыл өйрәтеп ҡайтарырбыҙ, килегеҙ»,— тип яуап яҙа. Шунан ике арала һуғыш башланып киткән. Һалдат-батша серле ҡылысы менән күҙ күреме ерҙән тегеләрҙе ҡыйратып тик ята икән.
   Еңелгәс, күрше батша хәйлә эҙләй башлаған. Бының ҡатынын үҙе яҡлы кешеләр менән уратып алған, һалдаттың серен систерергә тырыша икән был. Батша улы батша ҡыҙына оҡшамай булмай бит инде. Батша улы нисек етте шулай, һалдаттың ҡатынын үҙенә ҡаратып, ҡылысын урлата. Бәй, бер ваҡыт һалдат-батшаның ғәскәре еңелә башлай. Батша улы быны тамам еңеп, үҙен әсир иттем тигәндә генә, һалдат атына атланып ҡасып ҡотола. Туп-тура дейеүгә бара, шулай-шулай тип, аңлатып бирә. Ялан батша дейеүе:
   — Әйттем бит мин һиңә, ҡылысыңды һаҡла тип, ә һин нишләнең? — тип һуҡрана.— Хәҙер мин һине сатыр-сотор ағасҡа өйләндерәм,— ти.— Бер һуҡыр хәйерсе килеп эләгеп йығылыу менән һин матур атҡа әйләнерһең. Шул хәйерсе һине теге батшаға илтеп һатыр. Шунан инде йоҡлама, нисек тә ҡылысты ҡулға төшөрөү яғын ҡара,— тип өйрәтә.
Бөтәһе лә дейеү өйрәткәнсә килеп сыға. Шулай ҙа теге батша ҡыҙы, дейеүҙә йәшәп, уҡыған бит инде. Был атты яндырырға ҡуша. Ә ат ҡатындың уйын белеп тора бит инде. Ат үҙен ҡараусыға, телгә килеп, шуны әйтә:
   — Мине яндырған ваҡытта бер тешем осоп китер, шуны алып баҡсаға ырғыт, шул урында күл хасил булыр,— ти.
   Атты яндыралар, бер теше осоп китә. Ат ҡараусы, һөйләшеп ҡуйылғанса, теште алып баҡсаға ырғыта. Теге батша улы менән бының ҡатыны ҡыуана-ҡыуана һыу инәләр, ә күл төбөндә ятҡан теш ҡабат һалдатҡа әйләнә лә, ағас артынан сығып, ҡылысты эләктерә. Ҡылысты эләктерә лә тегеләрҙе ҡыйрата башлай. Батша менән ҡатындың башын сабып өҙә. Бөтөн байлыҡты халыҡҡа таратып бирә лә үҙе ил гиҙәргә сығып китә.
Әле булһа насар батшалар менән һуғышып йөрөй, ти, ул батыр һалдат.
                                  БАШҠОРТ ХАЛЫҠ ӘКИӘТТӘРЕ Баҫмага НУР ЗАРИПОВ әҙерләне ӨФӨ
                                  БАШҠОРТОСТАН КИТАП НӘШРИӘТЕ 1990