Әкиәт «Ғәйнизар менән Етемйәр»

   Борон-борон заманда Зөлҡәрнәй тигән хан йәшәгән. Уның ике улы булған. Өлкәне Ғәйнизар, кесеһе Етемйәр исемле. Күп тә үтмәй, уларҙың әсәләре үлеп киткән. Хан икенсе ҡатын алған. Үгәй әсә балаларҙы бер ҙә һыйҙырмаған. Ғәйнизарға күршеләре:
   — Үгәй әсә һыйҙырмағас, һин кит бынан,— тиҙәр. Ғәйнизар китергә була. Китерҙән элек уға ҡала осондағы сихырсы әбейгә барырға ҡушалар. Сихырсы әбей уға дейеү ҡыҙына барып ғилем алырға кәңәш итә.
   — Атайыңдың йылҡы өйөрөнә барып, ҡороғоңдо ҡылтырат, йүгәнеңде шылтырат. Ҡайһы ат ҡараһа, шуны мен,— ти.
   Ғәйнизар, йылҡы араһына барып, ҡороғон ҡылты- рата, йүгәнен шылтырата. Уға баҡтаһын ҡоймаған бер тай боролоп ҡарай. Ғәйнизар шуны тотоп атлана. Тай баҡтаһын ҡоя, яҡшы бер ҡонанға әйләнә. Ғәйнизар алыҫ юлға сығып китә. Бик оҙаҡ барғас, бер тау итәгендә туҡтарға була. Уғын сыра итеп ярып, ут яға, уҡтың башаҡтарын уттың көлө тирәләй сәнсеп сыға.
Иртәнсәк Ғәйнизар тауҙы аша төшһә, уға ҡаршы дейеү килә, ти. Ғәйнизар дейеүгә:
   — Мин һинең ҡыҙыңда уҡып ғилем алырға тип китеп барам,— ти. Дейеү:
  — Ярар, мин һиңә иртәгә ғәскәр менән килермен, һин шуларҙы еңһәң, ҡыҙым һине уҡытыр,— ти.
   Иртәгеһенә дейеү ғәскәр менән килә. Ғәйнизар уларҙың барыһын да ҡыра. Дейеү:
— Иртәгә тағы ғәскәр алып киләм,— тип ҡайтып китә. Иртәгеһен Ғәйнизар дейеү ғәскәрен йәнә ҡырып бөтөрә.
   Ай үтә, йыл үтә, ә дейеү көн һайын ғәскәр алып килә.
   Был ваҡытта Етемйәр ҙур булып үҫеп китә. Уға күршеләре:
   — Һинең ағайың бар ине. Ул дейеү ҡыҙына уҡырға китте. Уны сихырсы әбей белә,— тиҙәр.
   Етемйәр сихырсы әбейгә бара. Сихырсы Етемйәргә ағаһының ҡайҙа икәнен әйтә.
   — Фәлән тау итәгендә ул йоҡлап китте. Ут яҡҡан ерендә уғының башаҡтарын сәнсте. Шуны тапһаң, ағайыңды табырһың,— ти. Сихырсы Етемйәргә ағаһы менән киткән аттың «ҡустыһын» менергә ҡуша.
   Етемйәр атаһының аттары араһынан теге ат нәҫеленән булған атты табып менә лә ағаһын эҙләргә сығып китә. Тау итәгенә барып еткәс, уҡ башаҡтарын табып, Ғәйнизар йоҡлаған урында йоҡларға ята. Иртәнсәк тауҙың икенсе яғына төшә. Унда бер сатыр ҡороулы тора, эргәһендәге бер ағаста бер ат, бер бәйләнеп, бер сиселеп, уйнап тора, ти. Етемйәр аты менән теге ат кешнәшеп, бер-береһен таныйҙар.
   Етемйәр сатыр эсенә инә. Унда бер кеше йоҡлап ятҡан була. Егет уның күкрәгенә ултыра. Теге кеше уяна. Былар көрәшә башлайҙар. Етемйәр теге кешенең өҫтөнә тағы ултырып ала ла, хәнйәрен сығарып:
   — Һин кем? Әйтмәһәң, үлтерәм,— ти.
   Ғәйнизар үҙенең Зөлҡәрнәй хан улы булыуын әйтә.
   Ике туған, берен-бере танып, ҡыуанышалар.
   Ғәйнизар ҡустыһына үҙе менән булған хәлдең барыһын да һөйләп бирә. Шул арала теге дейеү йәнә ғәскәр алып килә. Былар дейеү ғәскәрен тағы ҡыйраталар. Етемйәр дейеүҙең үҙен ҡыуып китә. Дейеү бер ер тишегенән аҫҡа төшөп ҡаса. Шул саҡ Етемйәрҙең аты:
   — һин төш, мин һине өс тәүлек көтөрмөн,— ти.
   Етемйәр тишектән ер аҫтына төшөп китә. Төшһә, унда бер ҡала күрә, ҡалага барып, бер өйгә инә. Унда һалдат яһайҙар икән. һалдат яһаусы оҫталар:
   — Дейеү бер егеткә шарт ҡуйған. Уға ҡаршы һуғышырға беҙҙән һалдаттар яһата,— тиҙәр.
Етемйәр дейеү ҡыҙы йәшәгән йортто һораша. Башҡа һалдат яһамаҫҡа ҡушып, сығып китә. Дейеү ҡыҙының өйөнә барһа, унда дейеү ҡыҙы ҡыҙҙар уҡытып ята икән. Етемйәр дейеү ҡыҙынан инәһенең йәне тәҙрә төбөндә ятҡан йомортҡала икәнен белә. Шунан егет дейеү әбейҙең ҡашына килә. Ул йоҡлап ятҡан була. Етемйәр уны туҡмай башлай. Дейеү әбей уянып китә лә Етемйәр менән алыша башлай. Дейеү еңеп барғас, Етемйәр тәҙрә төбөндәге йомортҡаға ынтыла: Дейеү:
   — Ай, егет, һәләк итәһең бит! — тип, Етемйәрҙе икенсе яҡҡа ырғытып ебәрә. Өсөнсө ынтылышында Етемйәр тәҙрә төбөндәге йомортҡаны һыта. Дейеү үлә.
Етемйәр менән дейеү ҡыҙы икәүләп ер өҫтөнә сығалар. Шунда Етемйәр:
   — Мин түгел, минең ағайым Ғәйнизар ул һинең әсәйеңдең ғәскәрен еңгән батыр. Һин уныҡы,— тигән.
   Ҡыҙ риза булған. Сатырға килеп етеп ҡараһалар, сатыр эсендә һуҡырайып бөткән бер ҡарт ултыра, ти. Етемйәр ҡарттың кем булыуын һораша башлай, ә ул Ғәйнизар булып сыға.      Ғәйнизар:
   — Мин һине үлгән икән тип уйлағайным. Шуға ҡайғынан ошо хәлгә ҡалдым,— ти.
   Дейеү ҡыҙы Ғәйнизарға бер дарыу эсерә. Дарыуҙы әсеүе менән Ғәйнизар элекке хәленә ҡайта. Улар шунда йоҡларға булалар. Төндә Етемйәр ағаһы менән дейеү ҡыҙының һөйләшкәндәрен тыңлап ята.
   Ғәйнизар ҡатынына:
   — Һин ниндәй һылыуһың,— ти. Ҡатыны:
   — Мин нимә, бына ут батшаһының ҡыҙы матур, исмаһам,— ти.
Иртәгеһен Етемйәр ут батшаһы ҡыҙының ҡайҙа икәнен һорай. Еңгәһе:
   — Беҙ уның менән бергә уҡыныҡ. Ул да хәҙер уҡыта,— ти, барыр юлды өйрәтә.
   Етемйәр ут батшаһының ҡыҙын эҙләп, ә Ғәйнизар ҡатынын алып тыуған йортона ҡайтып китә.
   Етемйәр ай бара, йыл бара, алыҫта бер ҡаланы күрә. Ҡалаға етер саҡта атының ҡылын ала ла атын ебәрә. Шул саҡ ул әллә ниндәй бер ярты кәүҙәһе янып йүгереп килгән кешене күрә.    Етемйәр уның утын һүндерә. Янып килгән кеше:
   — Ярар, егет, үлемдән ҡотҡарҙың, изгелегеңде онотмам,— ти.
   Етемйәр ҡалаға инә. Ут батшаһының йортона ҡарай китә. Барһа, йорт Етемйәр кеүек килеүсе егеттәр менән шығырым тулы, ти. Ҡыҙ егеттәрҙе берәмләп саҡырып ала ла, үтәй алмаҫ шарттар ҡуйып, барыһын да бер-бер артлы үлтереп тора икән.
   Иртәгеһен батша үҙе килә лә:
   — Кисә килгән егет ҡайҙа? — тип һорай. Етемйәр:
   — Мин,— тигәс.
   — Ҡыҙымдың шарты буйынса, мин өс көн буйы йәшенеп ятам, һин мине эҙләрһең. Әгәр тапмаһаң, башыңды ҡырҡам. Тапһаң, өс көн һин йәшенәһең, мин эҙләйем. Мин һине тапһам, үлтерәм. Тапмаһам, ҡыҙымда уҡырһың,— ти.
   Батша ҡайтып китә. Бер сәғәт үтеүгә, Етемйәр батшаны эҙләргә сыға. Урамда уға әлеге ярты кәүҙә тап була. Ул Етемйәрҙең ҡайҙа барыуын һораша, егет һөйләп бирә.
  — Ай, егет, был шартты үтәү анһат түгел, һин көнө буйы эҙләп йөрөгән бул да, батша йортоноң ишек башындағы ҡаҙауҙа бер сәллә элеүле торор, шуны утҡа ырғыт. Ут батшаһы шул булыр,— ти ярты кәүҙә.
   Етемйәр ярты кәүҙә ҡушҡанды эшләй. Сәлләне янып торған мейескә ырғыта. Сәллә мейестән кире килеп сыға ла ут батшаһына әйләнә. Батша:
  — Иртәгә тағы эҙләргә килерһең,— тип, Етемйәрҙе ҡайтарып ебәрә.
Иртәгеһен Етемйәр йәнә батшаны эҙләргә сыға. Уға тағы ла ярты кәүҙә тап була. Ул:
   — Етенсе һарай эсендә ҡара үгеҙ торор. Батша шул булыр,— ти.
   Етемйәр көнө буйы батшаны эҙләгән була. Кискә табан арҡан, бысаҡ алып, шул һарайға китә. «Бында ни эшләп батша ҡарт үгеҙ ҡуйҙы икән? Мин быны ғилем алыусыларға һуйып ашатайым әле»,— тип, һөй- ләнә-һөйләнә, егет үгеҙҙе алып сыға. Аяҡтарын бәйләп, һуйырға бысаҡ ала. Шул саҡ үгеҙ ут батшаһына әүерелә лә:
   — Ярар, егет, иртәгә килерһең,— тип, батша уны ҡайтарып ебәрә.
   Иртәгеһен Етемйәр йәнә батшаны эҙләп йөрөй. Баяғы ярты кәүҙә уға:
   — Батша бүлмәһендә бер бәке ятыр. Шул бәке батша үҙе булыр,— ти.
   Етемйәр, батшаны эҙләп йөрөгән кеше булып, уның бүлмәһенә барып инә, шунда ятҡан бәкене ала ла:
   — Батша һынлы батша була тороп, ни эшләп был насар ғына бәкене тота икән? — тип, бәкене утҡа ташлай. Бәке мейестән сыға ла батшаға әйләнә.
   — Ярар инде, егет, һин мине таптың. Хәҙер һин йәшен. Иртәгә эҙләрмен. Тапһам, башыңды киҫәм,— ти.
   Иртәгеһен Етемйәр йәшенергә тип урамға сығыуы була, ярты кәүҙә килеп етә лә:
   — Бар, бар, һине батша ҡыҙы йәшерер,— ти.
   Егет барып ингәс тә, ҡыҙ гөлдөң бер ботағын һындырып ала ла егетте шуның урынына ҡуя. Батша, күпме генә эҙләһә лә, егетте таба алмай. Иртәгеһен Етемйәр тағы йәшенә. Ҡыҙ уны атаһы таянып йөрөгән таяҡ эсенә ҡуя. Батша эҙләмәгән ерҙе ҡалдырмай. Таяғына таянып, эҙләй-эҙләй тамам хәлдән тая. Аптыраған-йөҙәгән батша:
  — Егет, таба алманым. Ярай, йәшенгән ереңдән сыҡ инде,— тип ҡысҡыра. Етемйәр, мин бында, тип батша ҡулындағы таяҡтың эсенән килеп сыға.
   Өсөнсө көн йәшенергә китеп барғанда, Етемйәргә ярты кәүҙә йәнә тап була. Ул:
— Батша һине иртәгә лә таба алмаҫ. Шунан ул һиңә ҡыҙын бирер. Инселәп никах уҡытайыҡ, бер аҙна туй үткәрәйек тиеүенә ышанма. Һәләк булырһың,— ти.
   Етемйәр барып инеү менән, батша ҡыҙы уны һөрмәгә әйләндерә лә һөрмәне ҡашына һөртә. Батша тырышып-тырышып эҙләй — таба алмай. Шунан:
   — Егет, сыҡ инде, һин еңдең,— ти.
  Егет батша ҡыҙының ҡашы араһынан килеп сыға. Батша:
   — Ярар, ҡыҙымды һиңә бирәм. Инселәп никах уҡытайыҡ. Берәй аҙна туй үткәрербеҙ,— ти. Етемйәр:
   — Юҡ, мин ҡыҙ алырға килмәнем. Мин уҡырға килгәйнем. Бер көн дә тормайым, ҡайтам,— ти, ә ҡыҙ унан ҡалмай. Батша уларҙы оҙатып тороп ҡала. Ҡаланы сыҡҡас, уларға баяғы ярты кәүҙәле кеше килеп ҡушыла. Өсәүләп китәләр. Юлда Етемйәр ағаһы менән еңгәһен кисә кис үгәй әсә ағыулап үлтереү хәбәрен ишетә.
   Етемйәр ҡатыны менән тыуған йортона ҡайтып етер алдынан теге ярты кәүҙә осрап:
— Ҡайтҡас, мин ашарға ҡушмайынса, ашамағыҙ,— ти.
Ҡайталар. Күрешәләр. Үгәй әсәһе аш-һыу әҙерләгән. Күҙгә күренмәҫ ярты кәүҙә тәүҙә Етемйәр алдындағы ҡалаҡ менән, шунан уның ҡатыны алдындагы ҡалаҡ менән ашты барлап ҡарай. Ағыулы булмагас, ашарға рөхсәт итә. Ашты ашап бөткәс, үгәй әсә:
   — Мунса яҡҡайным, мунса төшөгөҙ,— ти.
Ярты кәүҙә мунсаға тәүҙә үҙе барып килә. Килә лә мунсаның ағыуланған икәнен, үҙе лә көскә-көскә генә ҡотолоп ҡалғанын әйтә. Шунан Етемйәр үгәй әсәһенә:
   — Мунсаның ағыуланған икәнен беҙ алдан уҡ белеп торабыҙ. Шуға бармайбыҙ. Үҙең барып кер,— ти.
   Ярты кәүҙәнең өс таяғы була: алтын, көмөш, баҡыр. Ул алтын таяғын үлеп ятҡан Ғәйнизар менән ҡатынына тейҙергәйне, тегеләр әйләнә биреп ҡуйҙы, ти; көмөш таяҡ менән төртһә, көлә биреп яталар; баҡыр таяҡ менән төртһә, һикереп үк торҙолар, ти. Ағалы-энеле Ғәйнизар менән Етемйәр, ике килен, Зөлҡәрнәй хан үҙе илаша-илаша ҡыуандылар, ти. Шунан Зөлҡәрнәй хан, асыуынан ярһынып:
   — Һин яуыздың яуызы, беҙҙең бөтәбеҙҙе лә шулай ағыулап үлтереп бөтөрөргә булғанһың икән! — тип, ҡатынын үҙе ағыулаған мунсаға илтеп томаланы, ти.
Оҙаҡламай Зөлҡәрнәй хан үҙе лә донъя ҡуйған. Хәҙер кемде хан итеү тураһында бәхәс китә. Хандың сәмреғошо бар икән. Халыҡты йыялар ҙа сәмреғошто осоралар. Сәмреғош кемгә килеп ҡуна, шул хан булырға тейеш.
   Сәмреғош Етемйәрғә ҡуна.
                   Йәшәгән, ти, батырҙар. Башҡорт халыҡ әкиәттәре.— Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте