Хикмәтле һүҙ

                                                                  Хикмәтле һүҙ

                                                          Хикмәтле һүҙ күп булмай

                                                   Риф Мифтаховтың «Киске Өфө” гәзитенә яҙғандарынан

Нисек кенә донъя алдаһа ла
Ҡалһаң да һин бик йыш һемәйеп,
Хәлле көсөң түгеп йый ризыҡ,
Харам аҙыҡ ерҙә — ҙур ғәйеп.
* * *
Именлек булыр ереңдә –
Ғәҙеллек булһа илендә.
* * *
Хоҡуҡһыҙ ил — зәғиф, тарҡау, үсле
Закон көслө иллә — халыҡ көслө!

* * *
Хаҡты нахаҡтан айырыу — зирәклелек,
Хаҡты халыҡҡа табышыу — йөрәклелек.
* * *
Үҙең тапһаң — байлыҡ һиңә хеҙмәт итә,
Урлап тапһаң, йоҡо күрмәҫ ҡоло итә.
***
Мүкләнгән таш булып ятһаң илеңдә,
Ниндәй файҙа һинән тыуған ерендә.
***
Ҡурҡаҡ йәндән дә ул түбәндә:
Йығылғанды түбәләүсе бәндә.
***
Ҡылма — ҡушма аҡыл-йөрәгеңде:
Тәбиғәтең ҡабул итмәгәнде.
* * *
Ихлас кеше, башҡаларҙың йөрәгенә
Йылы һирпеп, йылмая һәм көлә белә.
***
Шундай шарттар, шундай хәлдәр була:
Бер һүҙ әйтмәй күпте әйтеп була.
***
Телдәренән балдар тама, ағыу — күнеленән:
Осраштырма, яҙмыш, зинһар, ошо кеше менән.
* * *
Аҡыл бирәм иҫәргә тип маҡсат ҡуйма:
Яланғасты нисек сисендереп була?..
***
Белем — ҡунаҡ, әҙер тора ул китергә,
Аҡыл — йәнеңдең хужаһы, һәр саҡ бергә.
* * *
Кем ҡулдарын ғына яламай –
Йән һатырға әҙер ялағай.
* * *
Ҡуян йөрәк менән ергә тыуып,
Йөрөй ҡай берәү арыҫлан булып.
* * *
Ямғыр яумаҫ болот, емеш бирмәҫ ағас...
Вәғәҙәһеҙ әҙәмдәр бит шуларға хас.
***
Һыҙланыр йөрәгең, боҙланыр йөҙөң;
Гел маҡтап тормайҙар изге эш өсөн.
***
Ишәге булып хужаға ялланһаң,
Илама азатлыҡ һорап Алланан.
* * *
Ғәйепһеҙгә ҡалдырмайса бер юл, бер сара,
Ғәйепләүсе үҙенә лә хөкөм сығара.
* * *
Ҡай сағын әйтәһе килә, көҙгөгә тура ҡарап;
Һарыҡҡа оҡшап йөрөһәң, бүре китәр тамаҡлап
***
Көлөү — ҡай саҡ күңел ғазабы.
Була һағыш — шатлыҡ аҙағы.
***
Гел уҡыуҙан — белем йоҡмай,
Китап ятлап — аҡыл булмай.
* * *
Оҙон тел һәм оҙон ҡул –
Бәхетһеҙлеккә ҡыҫҡа юл.
***
Күп булғанда «ҡағыҙ ҡарарҙар»
Арта түрә, үрсей ҡараҡтар.
***
Үҙе бит ул ҙур байлыҡ —
Булмауы ҡомағайлыҡ.
***
Әйткән һүҙҙән булды оятҡа ҡалғаным,
Телде тыйған өсөн юҡ һис оялғаным.
***
Табип ҡарай — һаҡта тора,
Ә тәбиғәт — һауыҡтыра.
***
Бул ҡайһы саҡ һүҙһеҙ — таштан ныҡ:
Өндәшмәүҙән ҡаты хөкөм юҡ.
***
Азат булырға теләһәк,
Закон ҡоло булыу кәрәк.
* * *
Йәштәрҙә һиҙелһен
ҡарттарҙың аҡылы,
Ҡарттарҙа һаҡланһын
йәш кеше асылы.
***
Үҙем генә ҡалһам,
яңғыҙ тиеп аңламағыҙ,
Меңдәр араһында мин күберәк
япа-яңғыҙ.
***
Бәхәсләштем... һәм юғалттым бер
дуҫымды.
Бәхәсләштем дошман менән –
дуҫым булды.
***
Һаран байлығын ҡыҙғана, гүйә,
кешенеке,
Йомарт булғаны тарата, гүйә,
кеше милке.
* * *
Көҙгөнән күренә тән,
Хәмерҙән күренә йән
* **
«Яҡшы кеше булыу...» –
тиеп һөйләгәнсә,
Бул да яҡшы һәм
ҡыл эшең әҙәмдәрсә.
***
Булмаҫ ине ҡәҙерең, эй, тормош:
Гел бәхеттән генә торһаң тотош
***
Баҫмаһаң ҡаршы дошман
Ғәйрәтенә
Башыңды тығыр әжәл элмәгенә
***
Өҫтөнлөгө – бары ҡартлығы:
Ипкә килмәгәс холоҡ-ҡылығы.
***
Ағарһа ла ҡара сәсем күпме генә,
Сал төшмәһен аң-аҡыл һәм күңелемә.
* * *
Боҙоҡ әҙәмдең яуызлыҡ ҡылғанын
Ҡаплама битенә бөтә донъяның
* * *
Ингәндә булһа ғәжәпләнеү ,
йорт-йыһазына,
Сыҡҡанда яҙһын һоҡланырға
йорт хужаһына.
***
Ташлап китер йәнең ҡото –
Юғалттыңмы оятыңды.
***
Хаҡлыҡ, хәҡиҡәт — антым,
Вәгәзем, васыятым,
***
Мөһим түгел кемдән тыуыуың,
Мөһим — кемдәр менән булыуын.
***
«Бирҙем!» тиҙәр ҙә һөйләйҙәр,
Алғандарын нинә өндәшмәйҙәр
***
Ҡыйын ахмаҡ ауыҙын ҡаплау,
Ә ейәнәт – уға түҙеү, туҡтатмау.
* **
Менһәң түҙемлек атына,
Етәрһең маҡсатыңа.
***
Түҙ — теленде тешләп ят:
Нәфрәт аҙағы — оят.
* * *
Улым, ғилем сикһеҙ икән,
Иң кәрәген белһәң — еткән.
* * *
Ҡурҡаҡтың йәнендә
Урың юҡ бәхеткә.
***
Хаҡлыҡ, намыҫ йөҙө бер төрлө,
Ялған, хәйлә генә күп йөҙлө.
***
Ҙур маҡсатҡа табан ынтылһағыҙ,
Ваҡ йәнлене маҡтап хур булмағыҙ
***
Маҡсатына барып сығалманы
Бер теленә хужа бул алманы.
** *
Еңә, йыға донъя —
Рухын көсһөҙ булһа.
* * *
Күтәренке кәйеф менән
Йәшәгәнгә тормош күркәм.
***
Һүҙ һөйләнһә күберәк,
Йәнгә инә әҙерәк.
***
Хәҡиҡәтте белеп бөтмәй бер кем;
Сығармай тор, әҙәм, иртә хөкөм.
***
Ғәйбәт хәнйәре – иң яман,
Төҙәлмәй ул яранан.
***
Ҡалдырма бер нәмәне иртәгәгә,
Ул билдәле түгел бер кемгә лә.
***
Ҡалһын: йәндә оло тоғролоҡ
Ҙур маҡсатҡа илткән ғорурлыҡ!
* * *
Күңелемә күпме аҡыл һалманылар,
Һин биргәнде, атай, бирә алманылар.
***
Ауыҙ асып өндәшмәй ул — наҙанлыҡтан,
Әммә өҫтөн тоҙһоҙ һүҙле лаҡылдаҡтан.
* * *
«Мин-минлек» бар бер ни тиклем
һәр кемдә лә,
Тик ҡабара ҡай берәүҙә
һәр бер мәлдә.
* * *
Атҡан уҡтар өҙөп үтә тәнде,
Нахаҡ һүҙҙәр уттай өтә йәнде.
* * *
Шаян һүҙҙе аңламаған кеше,
Күҙ аҡайтып баҡҡан баҡа ише.
* * *
Таралды тағы баллы ағыу –
Хужаларға ярамһаҡланыу.
***
Кеше менән бергә көл дә, бергә уйна:
Көй белмәгән, бейемәгән ишәк булма.
* * *
Тик мәнфәғәт кенә уйлай –
Ваҡ һаранда ҙур йән булмай.
* * *
Тәбиғәт тә, гүйә, бер бисә:
Серен, тәнен аса төрлөсә.
* * *
Кемгәлер өҫтөнлөк, айырым
хоҡуҡ биреү
Хөр азатлыҡты, тиң ғәҙеллекте үлтереү.
* * *
Һәр урында һәр берәүгә дуҫ-туған:
Сөнки ул бит шаян йән булып тыуған.
* * *
Һәр милләткә булһа ҙур хөрмәт.
Тик шул саҡта илдә — хөрриәт.
* * *
Китә закон ҡәҙере,
Булмаһа ғәҙеллеге.
* * *
Юғарынан түбән итеп ҡарамаҫтан
Бейеклектә — ҙур күңелле кеше һаман.
* * *
Донъя күңелһеҙ бер төрлө барһа,
Һин уны, дуҫҡай, үҙгәртеп ҡара.
* * *
Һәр нәмәнән бары тыйылыуҙан
Кем ғүмере сикһеҙ оҙон булған?
***
Һин малай бул, һин бабай бул:
Тәбиғәт кеүек ябай бул.
* * *
Үҙең нисек атлама,
Аҡылыңды аҡһатма.
* * *
Аҡыллы һәм хисле күнел:
Бүтәндәргә аңлау еңел,
* * *
Эй, әҙәм, һиндә бит бөтәһе буталған:
Һин йыуаш, һин уҫал, аҡыллы
һәм наҙан
***
Алтын аҡыл — һирәктә;
Сабыр уйлы йөрәктә.
***
Эймә башың; һүнһә өмөт,
Күңел уты — хыял йөрөт.
** *
Башҡаларҙы юҡҡа хурлайһың.
Үҙ тыныслығыңды урлайһың.
***
Фәһем, һабаҡ, дәрт, көс алам –
Үҙен-үҙе еңә алғандарҙан.
***
Бер төнәҡ етә ун тауыҡ ҡунырға,
Ә ике әтәс һыймай ҙур ҡураға.
***
Бөлдөрмәй йән эйәһен хәсрәт кенә,
Күр: себендәр... балға батып үлә.
***
Күрмәгән үҙ етешһеҙлеген,
Күрер башҡаларҙың һәр йөнөн.
***
Текә йөрөй — күрһәтергә олпатлыҡты,
Асылда — йәшерергә аҡыл юҡлыҡты
***
Байҙар әҙер халыҡ өсөн көрәшергә.
Тик теләмәй байлыҡтарын бүлешергә.
* * *
Урын өсөн генә маҡталған
Түрәләргә — күпме ялған дан!
* * *
Бөтәһенә үҙе өлгәшмәй,
Ысын оҫта аҡыл өндәшмәй.
* * *
"Аҡылы” етте уның бары шунса:
Йәшәр, эсер өсөн ахмаҡтарса.
* * *
Күңелеңде ҡыҫһа тар ҡарашың.
Үҙ-үҙеңә хатта ышанмаҫһың.
***
Булалмайһың һәр урында тапҡыр.
Етһен бары үҙ эшеңә аҡыл.
***
Изге эште күреү онотолмаҫ элек:
Ул үҙе лә ихлас ҡылған бер изгелек.
***
Хеҙмәт, мөхәббәт һәм нәфсе –
Донъя, тормош тәгәрмәсе.
* * *
Яҡшылыҡ та, яманлыҡ та самаһыҙ
Булмайҙыр ул бер сәбәпһеҙ, сараһыҙ.
***
Көс-тир түкмәү: ул — ялҡаулыҡ,
Унан сирләй күпме халыҡ!
* * *
Кем түҙемле, маҡсатына атлай:
Теләк-хыялына етмәй ҡалмай.
* * *
Йомшаҡ яғы була һәр берәүҙең.
Әйт: барып етһә уға һүҙең.
* * *
Алтын булып хатта алтын да
Ете ҡат һынала ялҡында.
***
Иҫбатлау нахаҡты хаҡҡа,
Тиң түгелме оятһыҙлыҡҡа?
* *- *
Ғүмер буйы ялынамын Хоҙайыма:
Мохтаж итмә дошмандарым ярҙамына.
* * *
Юғарынан түбән итеп ҡарамаҫтан,
Бейеклектә ҙур күңелле кеше һаман.
* * *
Уңлы-Һуллы аҡыл сәсә — туҙҙыра,
Тик аҡыл бит күп әйтелһә — туйҙыра.
* * *
Йәшлек, дәрт, сәм, һаулыҡ — ташлап китә,
Тик ахмаҡлыҡ китмәй — башҡа етә,
* * *
Аҡыллы йән эйәһе ул ерҙә кеше,
Ә ниңә һуң шундай түбән ҡай бер эше?
* * *
Ир кинәнгән – донъяға ла һыймаҫлыҡ!
Мәңге айныҡ ҡатынға һуң ни шатлыҡ?
* * *
Сарсаһаң бер йотом һыу көрөшкәлә
Биргеһеҙ ул алтын тулы көршәккә лә.
***
Әҙәмдәге рухи көсһөҙлөк:
Уҫаллыҡ, үс һәм дә көнсөллөк.
* * *
Ғүмер буйы булғас ғәҙәт-ҡылыҡ ҡоло,
Күпме ир-ат булалманы халҡы улы.
* * *
Кемде, ҡасан дөрөҫ юлға һалған
Үҙ йортонда хужа булалмаған?
** *
Холоҡ-ҡылыҡ та яҡшы әҫәр төҫлө:
Башынан бик һуңы эстәлекле.
** *
Үҙен-үҙе һөйләй ҙә ул... ғорурлана,
Түбәнлектең бер өлгөһө бына ҡайҙа.
* * *
Серләшеү — күңел дарыуы.
Көнләшеү — йөрәк ағыуы.
***
Кеше бәхетен эҙләп үтһә һәр бер көнөң,
Һин табырһың шунда бергә үҙеңдекен.
* * *
Ҡарт ат кеүек, бураҙналар боҙмаусы,
Булғым килмәй әҙер юлдан буйлаусы.
***
Кеше серен елгә сәскәң — яман хәл,
Эс серҙәрен илгә сәскән — ахмаҡ йәл.
** *
Һоҡланырға мөмкин минут үтмәй,
Һоҡландырыр өсөн ғүмер етмәй.
***
Азатлыҡ — ул аҫыл кейемдәй,
Һәр берәүгә бигүк килешмәй.
** *
Тәрбиәле булһаң һәр яҡтан,
Ас ҡайтаһың бик йыш ҡунаҡтан.
* **
Аҙаҡҡаса барҙы яңлыш юлынан,
Башлар өсөн шуны тағы яңынан.