Тыйнаҡлыҡ

                                                                            Тыйнаҡлыҡ

     Һәр намаҙҙа мосолман уңға ла, һулға ла боролоп, шул тарафтарҙа булған фәрештәләргә, кешеләргә, олоһона ла, кесеһенә лә — бөтә йән эйәләренә сәләм бирә, уларға Аллаһы Тәғәләнең рәхмәтен һәм бәрәкәттәрен теләй.
     Пәйғәмбәребеҙ өйрәткән: «Һеҙҙән кем дә булһа берәү мәсеткә инә икән: «Эй, Раббым! Минең өсөн рәхмәт ҡапҡаларыңды ас! — Аллаһүммә фтәх ли әбүәбә рәхмәтик!» — тип инһен», — тигән.

     «Бер ваҡыт мәсеттә ултыра инем, кемдер кескәй генә таш ырғытты. Әйләнеп ҡараһам — Ғүмәр ибн Әл-Хаттаб. «Бар әле анауы ике кешене миңә килтер!»— тине ул алыҫ түгел генә бер ерҙә һөйләшеп ултырған ғәрәптәргә күрһәтеп. Алып килдем. Ҡайҙан килеүҙәре менән ҡыҙыҡһынды. «Беҙ — Таифта йәшәүселәрбеҙ», — тинеләр. «Әгәр ҙә һеҙ бындағы кешеләр булған булһағыҙ, Аллаһ йортонда, Аллаһ илсеһенең мәсетендә һөйләшеп ултырғанығыҙ өсөн мин һеҙҙе бер һүҙһеҙ язаға тарттырған булыр инем!» — тип ғәрәптәргә һабаҡ бирә мөьминдәр әмире.
     Мәсеттә әҙәпле булырға кәрәклеге хаҡында хәтерҙәренә төшөрә. Ғибәҙәттәр һәм игелекле ғәмәлдәр өсөн төҙөлгән ерҙә бәндә үҙенең ғаиләһе, ата-әсәһе, ҡәрҙәштәре, илдәштәре, диндәштәре өсөн доға ҡылып ҡына ултырырға тейеш.
     — Бер-берегеҙгә бүләктәр бирешегеҙ, бүләктәр улар арағыҙҙағы мөхәббәтте арттырыр һәм күңелегеҙҙәге керҙе юҡҡа сығарыр, — тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм.
     Үҙен ҡулға ала белеп, тиҙ генә тыныслана алған кешеләрҙе пәйғәмбәребеҙ ысын мәғәнәһендәге батырҙарға тиңләгән. Уның һәр көнө сәхәбәләр менән осрашыу, һәр сәғәте ғәрәптәр өсөн тәрбиә мәҙрәсәһе булған.
     Бер ваҡыт пәйғәмбәребеҙ алдында ике кеше ыҙғыш ҡуптара. Ике аралағы был ыҙғыш тына төшкәс тә әле береһенең йөҙөндә асыу эҙҙәре бөтмәгәнен күреп, пәйғәмбәребеҙ уға:
     — Мин, — тигән, — уҡыған саҡта асыуҙы ла, үпкәләшеү кеүек нәмәләрҙе лә тиҙ генә бөтөрә торған һүҙҙәр беләм. Улар «Әғүҙү билләһи минәш-шәйтанир-ражим тигән һүҙҙәр», — ти.
     «Асыу шайтандан килә, ә шайтан уттан яралтылған. Утты һыу менән генә һүндереп була. Һеҙҙең арағыҙҙан кем дә булһа берәү асыулана башлаһа, ситкәрәк китеп тәһәрәт алһын», — тигән ул.
     Дин менән нәфрәт бер ваҡытта ла бергә була алмай. «Әлегә тиклем йәшәп үткән төрлө ҡәүемдәрҙән һеҙгә көнләшеү һәм күрә алмаусылыҡ сире йоғоп ҡалған шикелле, улар бәндәләрҙең дә бөтә яҡшылығын йолҡоп алған. «Йолҡоп алған» тигәндә мин сәс йолҡоуҙы күҙ уңында тотмайым, ә динде юҡҡа сығарыусылар хаҡында һүҙ алып барам», — тигән.
      Сәхәбәләрҙән Ғабдулла бин Ғәмр атлы берәү бер ваҡыт пәйғәмбәребеҙҙән һорай:
     — Кешеләрҙең иң яҡшыһы ниндәй була? — ти.
     — Дөрөҫлөктө һөйә белгән, күңеле мәхмүм булған кешеләр, — ти пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм.
     — Хаҡлыҡты һөйә белгән кешенең кем һәм ниндәй булыуын беҙ беләбеҙ, ә мәхмүм күңел ниндәй була?
     — Аллаһтан ҡурҡа белгән пак күңел, — ти пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм. Ундай күңелдә гонаһтың да, уҫаллыҡтың да, күрә алмаусылыҡ менән көнсөллөк тигән нәмәнең дә эҙе лә булмай.
     Күңелдә көнсөллөк тыуа ҡалһа ла, ике төрлө кешегә генә көнләшеп ҡарарға мөмкин: береһе — Аллаһ биргән малдан фәҡирҙәргә һәм мохтаждарға өлөш сығарып ҡына торған кеше, икенсеһе — алған ғилеме менән хөкөм йөрөтә һәм бәндәләргә лә ғилем өйрәтә белгән кеше.
     Лоҡман-Хәким өйрәткән: «Эй, улым! Һәр ваҡыт ғалимдар, белгәндәр менән бергә бул, улар йыйылған ерҙе ташлап китергә тырышма, хикмәт эйәләренең һүҙен тыңлап өйрән. Ҡороп бөткән ерҙе Аллаһ ҡойма ямғырҙар яуҙырып терелткән кеүек хикмәт нуры ла үлеп барған күңелдәргә тереклек бирә», — тигән.
     Тыйнаҡлыҡтан күндәмлек тармаҡланып сыға.
     Пәйғәмбәребеҙ әйткән: «Минән һуң, — тигән, — һеҙгә тейешле булған нәмәләрҙе бирмәй ҡалғандар, һеҙ хупламаған эштәрҙе эшләп йөрөгәндәр күп булыр».
     — Эй, Аллаһ илсеһе! Шул ваҡытта беҙгә нимә эшләргә һуң? — тигән сәхәбәләр.
     — Уларға һеҙ үҙегеҙ бирергә тейешле булғанды бирегеҙ, ә үҙегеҙгә тейешлене Аллаһы Тәғәләнән һорағыҙ! — тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм.
     «Миңә буйһонған кеше — Аллаһы Тәғәләгә лә буйһона, миңә ҡарышҡан кеше — Аллаһы Тәғәләгә лә ҡарыша, әмирҙәргә баш бирмәгән кеше — миңә лә баш бирмәй», — тигән ул.
     «Бер ваҡыт беҙ өмәүиҙәр билдәләп ҡуйған әмир Хажжаждың үтә лә башбаштаҡлығынан һәм ҡанһыҙлығынан зарланып, Әнәс ибн Маликка килдек», — тип хәтерләр булған сәхәбәләрҙән Зүбәйер бин Һаҙи. — «Сабыр итегеҙ! — тине Әнәс. — Әле йәшәп ятҡан көндәрегеҙгә алмашҡа ниндәй генә замандар килмәһен, уның һуңыраҡ килгәне үтеп киткәндәрҙән дә яҡшыраҡ булмау ихтималы бар. Бындай хәл Ҡиәмәткә тиклем дауам итәсәк. Был һүҙҙәрҙе мин пәйғәмбәребеҙҙең үҙенән ишеттем», — тигән.
     «Ете төрлө бәлә килгәнсе игелекле эштәр эшләп ҡалырға тырышығыҙ, — тигән Аллаһ илсеһе. — Улар — бөтәһен дә хәтерҙән сығарырға мәжбүр иткән фәҡирлек, боҙоҡлоҡҡа бөтөнләй күмеп ташлаусы байлыҡ, кәйефтәрҙе ҡырып ҡына тороусы ауырыу, телдәрең көрмәкләнә башлар дәрәжәгә еткән ҡартлыҡ, кинәт кенә үлеп китеү, яуыздарҙың да яуызы булған Дәжжәл килеү көйөнөстәре, фани донъя тормошо менән сағыштырып та булмаҫ дәрәжәлә ауыр булған Ҡиәмәт көнө. Быларҙан да ауырыраҡ тағы ла нимә бар?»
     «Саң бөртөгө тиклем генә булһа ла игелек эшләгән кеше шул эшенең игелеген күрер, саң бөртөгө тиклем генә насарлыҡ эшләгән булһа ла, ул да күренмәй ҡалмаҫ».
                                                                                               «Әз-Зәлзәлә» (Ер тетрәү) сүрәһе, 7-8-се аяттар
     «Аллаһ һеҙгә әжерен бирһен тип, игелектәрҙе алдан уҡ эшләгеҙ, — тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм. — Ҡылған игелегегеҙ өсөн әжере лә хәйерле буласаҡ. Аллаһтың ярлыҡауын һорағыҙ. Шик юҡ, Аллаһ — Ул ярлыҡаусы, сикһеҙ мәрхәмәт-шәфҡәт эйәһе».
     Күндәм кеше яуаплы була белеүе менән айырылып тора.
     «Кешеләр менән аралашып, уларҙан зыян күреп кенә торған мөьмин, — тигән пәйғәмбәр, — бәндәләр менән аралашып та бармаған, уларҙан зыян да күрмәгән мөьминдән яҡшыраҡ».
     Исламдың тәрбиә мәҙрәсәһендәге һабаҡтарҙың төп маҡсаты — кешеләрҙә әҙәп тәрбиәләү, тип аңлата дин.
    «Аллаһы Тәғәлә ҡаршыһындағы иң һөйөклө ризыҡ— ашағанда өҫтөндә ҡулдар күп булғаны», — тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм.
     «Аллаһ ҡаршыһындағы иң һөйөклө ҡолдар — ғаиләһенә файҙалы булғандары».
«Халыҡҡа кәрәкле нәмәләрҙе баҙарға сығарып һатыу Аллаһ юлындағы джиһад менән бер. Халыҡ мохтажлыҡ кисергән нәмәләрҙе арзан ваҡытта алып, ҡиммәт ваҡытында ике-өс хаҡҡа һатыусылар Аллаһ Китабын инҡар итеүселәр кеүек була».
     «Һөйләгән һүҙе — хазина, өндәшмәй тора белеүе — сәләмәтлек булған кешегә Аллаһ үҙенең рәхмәтен белдереп кенә торор».
                                                                                  «Иман. Әхләҡи ҡиммәттәр». Суҡбаев С. Х.