Сифатһыҙ материалды ҡулланыу
     Был донъя һәм беҙҙең бөтә тормошобоҙ бихисап нәсихәтле һабаҡтар менән тулы. Аллаһу Тәғәлә ҡолдарына меңдәрсә миҫал ярҙамында меңдәрсә серҙе йәшереп торған пәрҙәне аса. Ҡаты тәртиптәргә буйһонған донъябыҙҙа йыш ҡына әҙәм балаһы аңлай алмаған ғәрәсәттәр, диңгеҙ ҡойондары, ҙур янғындар һәм һәләкәттәр булып тора. Беҙ билдәле урында һәм билдәле бер ваҡытта Илаһи тәҡдиргә яҙылғандар тормошҡа ашыуын күҙәтәбеҙ: кемдер утта яна, кемдер һыуға бата, кемдер һәләкәткә осрай, кемдер ҡотолоп ҡала.
     Тимәк, тормошобоҙҙағы ваҡиғаларҙың йәшерен мәғәнәһен уҡырға өйрәнергә тейешбеҙ. Иң тәүге төшөрөлгән аяттағы «Уҡы!» тиелгән әмер буйынса, беҙ һәр мәлебеҙҙе күрә белергә һәм уның йөкмәткеһен ҡәлбебеҙ менән уҡый белергә тейешбеҙ.

     Мәҫәлән, ер тетрәү. Ерҙең һелкенеүе нимә хаҡында һөйләй? Ваҡиғалар нигеҙендәге рухи мәғәнәһенән тыш, ҡала һәм ауылдарҙағы төҙөлөш сифатына ла һынау түгелме ул?! Кешелек тарихындағы иң ҡазалы 1999 йылғы Измит ер тетрәүе ысынбарлыҡты ап-асыҡ күрһәтте.
     Ул саҡта ҡайһы бер биналар ер менән тигеҙләнде, ҡайһы берҙәре ниндәйҙер кимәлдә зыян күрҙе, ә ҡайһы берҙәре нисек бар, шул килеш тороп ҡалды. Күп осраҡта эштең ғилләһе биналар конструкцияһының нисек төҙөлөүенә һәм ҡулланылған материалдарҙың сифатына бәйле ине.
     Асыҡланыуынса, яҡшы сифатлы материалдар ҡулланылған һәм эш барышында төҙөлөш нормалары ентекләп үтәлгән биналар бөтөн килеш ҡалған. Әммә, материалдарҙы экономиялап, сифатһыҙ төҙөлгән биналар емерелгән һәм иң фажиғәлеһе шунда: харабалар аҫтында меңдәрсә кеше һәләк булған. Емерелгән ул йорттарҙы төҙөүселәрҙең ҡайһы берҙәрен табып яза бирҙеләр, тик күптәрҙе яза Әхирәттә көтә. Төҙөлөш материалдарын экономиялап, илке-һалҡы төҙөлгән йорттар беҙгә ҡиммәткә төштө, һуңлабыраҡ булһа ла, беҙ ер тетрәүҙәргә бирешмәүсән биналар төҙөргә өйрәндек.
     Нәсихәттәр һәм хикмәт менән тулы тирә-йүндәге бындай һәләкәттәр. Рухи тетрәнеүҙәргә ҡаршы тороу һәм Исламдың көслө шәхесе булыу өсөн, эске донъябыҙ ниндәй булырға тейешлеге хаҡында һөйләй улар. Әҙәм йәне һәр даим төрлө кимәлдәге һөжүмдәргә дусар, шуға күрә үҙенә ныҡлы ҡәлғә төҙөй алмағандар саҡ ҡына киҫкенерәк иҫкән елдән дә зыян күреүе ихтимал. Ундайҙарҙың эске донъяһы, тормош һынауҙарын үтә алмайынса, харабаға әйләнәсәк.
     Теләһә ниндәй ер тетрәүҙәргә, янғындарға, ҡойондарға, ғәрәсәттәргә ҡаршы тора алырлыҡ сыҙамлылыҡ кәрәк, эске донъябыҙ ҡәлғәһе йәшәгән йортобоҙҙан күпкә нығыраҡ булырға тейеш. Ғүмеребеҙ көндәрен Ислам нуры менән яҡтырта алабыҙмы? Иманыбыҙ, ғибәҙәттәребеҙ, кешеләр менән мөнәсәбәттәребеҙ, ғаилә тормошобоҙ ихлас һәм ныҡлымы? Саҡ ҡына иҫкән елгә лә улар һынып төшөрмө, әллә иң көслө тетрәүҙәргә лә ҡаршы торорлоҡмо?
     Был һорауҙарға яуап бирер өсөн, рухи ғилемебеҙ төҙөлөшө материалдарын нисек ҡулланыуыбыҙға ҡарау ҙа етә. Ата-бабаларыбыҙ әйткәнсә, «Үҙ кәмселеген белгән хәҡиҡи ғилемгә эйә». Үҙ кәмселеген күрә белеүсе уларҙы юҡ итергә лә һәләтле, ул һәр саҡ уяу һәм һаҡ, ә кем күрмәй, бәлә менән һис бер әҙерлекһеҙ көйө йөҙмә- йөҙ осраша.
     Хаҡ Тәғәләбеҙ әйткән:
     «Әлиф. Ләм. Мим. «Иман килтерҙек (бер Аллаһҡа инандыҡ)», — тип әйткәндән һуң, — «ауырлыҡтар аша һыналмайбыҙ, беҙҙе иғтибарһыҙ ҡалдырырҙар», — тип уйлайҙармы әллә кешеләр? Хаҡтыр, Беҙ уларҙан элек йәшәп киткәндәрҙе лә һынауҙар аша уҙҙырҙыҡ. Әлбиттә, Аллаһ кем дингә тоғро, кем монафик икәнде лә белеп тора» (Ғәнкәбут (Үрмәксе), 1-3).
     Тимәк, иманыбыҙ, ихласлығыбыҙ, ғибәҙәттәребеҙ, йәмғиәттәге мөнәсәбәттәребеҙ, шөғөлдәребеҙ һ.б. даимән һынауҙарға дусар, йәғни рухи тетрәнеүҙәр имтиханы аша үтә. Яңы ҡоролмалар һәм механизмдар ҙа, сифатын һәм ныҡлығын асыҡлау маҡсатында, шундай уҡ һынауҙар аша үтә түгелме?
     Шуға күрә, Хисап көнөндә яуап биргәнгә ҡәҙәр, һәр осраҡта гәмәлдәребеҙҙе контролдә тотоп, нәфесебеҙҙән хисаплама алып торорға тейешбеҙ. Шунда ғына ныҡышмалылығыбыҙ, күркәмлегебеҙ һәм ҡиммәтебеҙ артасаҡ.
     Тәүге нәүбәттә мотлаҡ рәүештә үҙ-үҙебеҙгә түбәндәге һорауҙарҙы биреү лазым:
     Рухи потенциалыбыҙҙы һәм үҙебеҙгә бирелгән сикһеҙ бәрәкәттәрҙе Аллаһ юлында ниндәй кимәлдә файҙаланабыҙ, ә ниндәй өлөшөн нәфес хуры булып заяға үткәрәбеҙ?
     Ғибәҙәттәр ҡылғанда, әҙерлегебеҙ, күндәмлегебеҙ, ихласлығыбыҙ ниндәй? Намаҙ, хаж, ураҙа ваҡытында, хәйриә эштәрендә ғәмәлдәребеҙ тел тейҙерерлек түгелме? Ул ғәмәлдәрҙе ҡылғанда, йәнебеҙ менән ҡайҙа уҡталабыҙ? Хисап көнөндә тормошобоҙ сәхнәһенең ниндәй күренештәрен күрергә теләмәҫ инек? Беҙгә шундай һүҙҙәрҙе әйтмәҫтәр, тип өмөтләнәбеҙме: «Үҙ дәфтәреңде уҡы! Үҙ-үҙеңде хөкөм итергә ошо ғәмәл дәфтәрең етер» (Исра (Төнгө йөрөү), 14).
     Тап ошо көндә ниәттәребеҙҙең ниндәй булыуын, ниндәй хистәр менән янғаныбыҙҙы күрһәтмәҫтәр, тип уйлайбыҙмы?
     Йәмғиәт алдындағы бурысыбыҙҙы еренә еткереп үтәй алабыҙмы?
     Ғаиләбеҙ тормошо бинаһының өрлөктәре ныҡмы?
     Ул бинаның нигеҙе, диуары һәм ҡыйығы төҙөлөшөнә күпме яуаплылығыбыҙ, хеҙмәтебеҙ һәм мөхәббәтебеҙ материалы сарыф ителгән? Етерлекме ул, әллә юҡмы? Таяуҙары, төҙөлөш материалдары ҡоростай ныҡмы, әллә ҡом һымаҡ ишелеп барамы?
     Был һорауҙарға ихлас яуабыбыҙ үҙебеҙ өсөн генә түгел, тирә-йүндәгеләр өсөн дә мөһим. Әҙәмдең рухи конструкцияһы емерелә башлаһа, харабалары аҫтында үҙе генә түгел, балалары ла ҡала. Ул һәләкәттең эҙемтәләре тирә-йүнгә, бөтә йәмғиәткә йоғонто яһай.
     Был донъяла бөтә нәмә камил булырға тейеш, бигерәк тә рухи донъябыҙ. Әйтәләр бит: «яртылаш» укытыусы имандан яҙҙыра, ә «яртылаш» табип — ғүмереңдән». Йәғни, кәмселекле бөтә нәмә һәләкәткә илтә. Әгәр иман, ғибәҙәттәр, кешеләр менән мөнәсәбәттәр, ғаилә тормошо — бер һүҙ менән әйткәндә, был донъя менән бәйләгән бөтә нәмә ярым-йорто булһа, улар рухи һәм матди һәләкәткә алып киләсәк.
     Аллаһтың беҙгә бүләк итеп бирелгән бәрәкәттәре, Уның бөтә Ғаләмде тотоп торған Ҡөҙрәте, Ул булдырған тәртиптең һис бер кәмселекһеҙ, аһәңле булыуы хаҡында уйланырға тейешбеҙ. Аятта әйтелә: «Аллаһтың бәрәкәтен һанарға тотонһағыҙ, осона сыға алмаҫһығыҙ! Шик- шөбһәһеҙ, Аллаһ — Ярлыҡаусы, Ғәфү итеүсе» (Нәхел (Бал ҡорто), 18). Аллаһтың бәрәкәттәрен һанарға беҙҙең көс- хәлебеҙ етмәйәсәк. Улар иҫәпһеҙ-хисапһыҙ. Улар камил, кәмселекһеҙ, етешһеҙлектәрҙән азат, шунлыҡтан улар өсөн хисаплама биреү ҙә еңелдән булмаясаҡ!.. Бәс, шулай булғас, барса бәрәкәттәр хужаһы һәм мәрхәмәт эйәһе булған Раббыбыҙҙы һәр даим иҫтә тотоу лазым. һәр даим Хаҡ Тәғәләбеҙҙе зекер итеп, маҡтап, рәхмәтле булып, ҡылғандарыбыҙҙың әжерен татыясаҡ Көндө иҫтә тотоп йәшәү мөһим. Аллаһ беҙҙе киҫәтә: «Унан һуң, әлбиттә, байлығығыҙ тураһында һораласаҡһығыҙ» (Тәкәҫүр, 8).
     Шуға күрә әҙәм үҙенә бирелгән бөтә ниғмәттәрҙе Аллаһ риза булырҙай юлдарға тотонорға тейеш, юғиһә ҡулыңдағы ниғмәт уның үҙе өсөн дә, тирә-йүндәгеләр өсөн дә бәләгә әйләнеүе ихтимал. Был яуаплылыҡтан хатта пәйғәмбәрҙәр ҙә азат түгел. Изге аятта әйтелә:
     «Әлбиттә, үҙҙәренә пәйғәмбәрҙәр индерелгән ҡәүемдәрҙе лә, пәйғәмбәрҙәрҙең үҙҙәрен дә яуапҡа тартасаҡбыҙ» (Әғрәф (Кәртәләр), 6).
     Йәннәт вәғәҙә ителгән пәйғәмбәрҙәргә төбәлгән Илаһи киҫәтеү етди уйланыу өсөн сәбәп. Беҙгә, юлыбыҙ аҙмы ниндәй булырын белмәгәндәргә, Аллаһ Тәғәлә биргән бөтә мөмкинлектәрҙе, бәрәкәттәрҙе нисек файҙаланыу тураһында ҡат-ҡат уйланыу лазым.
     Тормошобоҙҙоң бөтә яҡтарына ла иғтибарлы булыу кәрәк. Айырата ғаиләбеҙҙең төйәген, ғаиләбеҙҙең ҡыуышын нығытыу, ҡаҡшаған урындарын төҙәтеү, унда тыныслыҡ мөхите булдырыу мөһим. Ғаилә тормошо — был донъяла ла, Әхирәттә лә бәхетебеҙҙең һәм бәхетһеҙлегебеҙҙең төп сәбәбе.
     Ҡөрьән һәм Сөннә нигеҙендә төҙөлгән ныҡлы ғаилә бинаһы — фатихалы йәннәт ояһы. Мөнәсәбәттәрен никах менән беркетеп һәм Аллаһ алдында һүҙ биреп, был фатихалы ояла ир һәм ҡатын бер-береһенә хәләл була. Никах килешеүе төҙөлгәс, ике яҡтың да бер-береһенә ҡарата бурыстары, хоҡуҡтары барлыҡҡа килә.
     Бындай ғаиләлә ҡатын һәм ир бер-береһен тулыландырып тора, сөнки Аллаһ уларға төрлө сифаттар, шул сәбәпле төрлө яуаплылыҡ йөкмәткән.
     Түҙемлелек, нескәлек һәм һиҙгерлек ҡатын-ҡыҙға күберәк бирелгәнлектән, ғаиләлә бала-сағаны тәрбиләү улар өҫтөндә. Яңы быуынды тәрбиләүҙә ҡатын-ҡыҙҙың роле ифрат мөһим.
     Ирҙәргә иһә нескәлек урынына күберәк аҡыл, логик фекерләү һәм ихтыяр көсө бирелгән. Ғаиләнең намыҫын, бәҫен һаҡлау һәм уны матди яҡтан тәьмин итеү улар елкәһенә төшә. Фатихалы ғаилә төлөгөндә бер-береһен тулыландырып торған ирҙәр һәм ҡатындар тураһында Изге аятта шулай тип әйтелә:
«Ҡатындарығыҙ һеҙҙең күлдәгегеҙ кеүек, һеҙ ҙә уларға бөркәүес кеүектер...» (Баҡара (Һыйыр), 2/187).
     Быларҙың һәммәһе шуға ишара: Аллаһ биргән барса есмани һәм рухи потенциалды ғаилә тормошонда файҙаланыу — уңыштарға илтеүсе юл. Тәбиғәттән һалынған был капиталды тейешенсә файҙаланғанда, ғаилә йәннәт хозуры менән туласаҡ. Ғаилә мөнәсәбәттәрендә рухи яҡынлыҡ булырға тейеш, үҙ бәҫеңде белеү һәм тәкәбберлек, тыйнаҡлыҡ һәм түбәнһетеү, эскерһеҙлек һәм яһалма ихласлыҡ араһындағы нескә үлсәмдәрҙе боҙмауға иғтибарлы булыу лазым, шунда ғына мөхәббәт ғаилә ағзаларын бер бөтөн итеп берләштереп торасаҡ.
     Бынан тыш ғаилә ҡорған йәштәр үҙ өҫтөнә ике ҙур бурысты йөкмәргә тейеш:
     1. Олоғайған ата-әсәләр хаҡында хәстәрлек күреү;
     2. Тәүфиҡлы яңы быуынды тәрбиәләү.
     Олоғайған ата-әсәләргә битараф булмау, уларҙы ҡарау — дини һәм кешелек бурысы, сөнки ата-әсәләр — был донъяға ярҙамға мохтаж булып килгән балаларының терәге, таянысы һәм мөхәббәт сығанағы. Ата-әсәләр үҙҙәре ярҙамға мохтаж булып ҡалғас, Аллаһ аманат итеп бирелгән балаларының үҙҙәренең тоғролоҡ бурысын үтәүен теләй.
     Ҡөрьәндә ата-әсәләргә нисек хеҙмәт итеү тураһында былай әйтелә:
     «Раббың бары тик үҙенә генә ғибәҙәт ҡылыуығыҙҙы, ата-әсәгеҙгә лә изгелекле булыуығыҙҙы ҡәтғи рәүештә бойорҙо. Уларҙың береһе йәки икеһе лә һеҙҙең янда ҡартайһа, уларға: «Уф!», тип әйтмәгеҙ; уларға ҡысҡырмағыҙ, икеһенә лә яҡшы мөғәмәләлә булығыҙ» (Исра (Төнгө йөрөү), 23);
     «Миһырбанлыҡ һәм түбәнселек менән улар алдында (күңел) ҡанаттарыңды йәй ҙә әйт: «Раббым, сабый сағымдан алып улар мине нисек яратып үҫтергән булһа, һин дә уларға шулай мәрхәмәтле бул!» (Исра (Төнгө йөрөү), 24).
     Мәүләнә Йәләлетдин Руми ата-әсәләр алдындағы бурыс хаҡында былай ти:
     «Әсәңә ҡарата иғтибарлы бул! Күтәреп йөрө уны, сөнки әсәң бәпесләү тулғағына түҙмәһә, балалар был донъяға юлды һис ҡасан таба алмаҫ ине.»
     «Аллаһ ҡоло хаҡынан һуң, әсә хаҡы килә, сөнки Йомарт (Кәрәм эйәһе) Аллаһ һине әсәң ҡарынында яралтып, һиңә иң гүзәл шәкел (образ) бирҙе. Әсәң һине үҙ ҡарынында йөрөтһөн өсөн, Ул (Аллаһ) әсәңдең күңеленә мөхәббәт һәм шәфҡәт һалды. Татлы мөхәббәт һәм сикһеҙ шәфҡәт менән насипландырып, һине биреп, әсәңде хозурлыҡҡа күмде».
     «Әсәң һине үҙенең бер өлөшө итеп күрә. Тик Аллаһ, Үҙ ҡануны буйынса, 9 айҙан һуң һине был күркәм төйәктән сығара».
     «Аллаһтың сикһеҙ ҡөҙрәтенең бер кәүҙәләнеше булараҡ, әсә йөрәге — Хаҡ Тәғәләбеҙҙең һиңә мөхәббәте сағылған көҙгө. Шул мөхәббәткә сорналып, әсәләребеҙ беҙҙе күкрәгенә ҡыҫа, ямандан һаҡлай, наҙлап һөйә».
     «Шуға күрә онотма: Аллаһ алдындағы һинең хаҡың әсә хаҡынан юғары түгел. Кем Аллаһ хаҡын танымай һәм Уға ғибәҙәттән баш тарта, шул кеше шәҡеленән алыҫая һәм хайуан дәрәжәһенә төшә».
     Тәүфиҡлы балалар тәрбиәләү — ғаилә тормошоноң төп маҡсаты һәм Аллаһ алдындағы ҙур әжер вәғәҙә ителгән ғибәҙәттәрҙең береһе. 
     Онотмайыҡ: балалар, Пәйғәмбәребеҙ (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) әйткәнсә, — Аллаһтан ата-әсәләргә бирелгән «йән емеше», «аманат». Балалар фани донъяға иген сәселмәгән сиҙәм ер, эшкәртелмәгән аҫыл таш шикелле саф ҡәлб менән мосолман булып тыуа. Киләсәктә уларҙа ҡарағура үҫерме, әллә раузамы, емештәре әсе булырмы, әллә татлымы — быныһы инде уларға ташланған орлоҡтоң сифатына бәйле. Аллаһтың бер тәҡүәле ҡоло әйткән:
     «Наҙандар аҙаҡ күрә, ә аҡыллы ата-әсәләр алдан тойамлай!»
     Тимәк, балаларҙың матди ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү менән бергә рухи ихтыяждарын да ҡәнәғәтләндерергә кәрәк. Ата-әсәләр, Раббыбыҙҙан төшкән фатиханы боҙмаҫ өсөн, Аллаһ ҡәнәғәт булырҙай балалар тәрбиәләп үҫтерергә тейеш. Юғиһә улар өҫтәренә гонаһ аласаҡ һәм Әхирәттә яуап бирергә тура киләсәк.
     Әммә, балаларҙы тәрбиәләгәндә, шуны иҫтә тоторға тейешбеҙ: «Балаларыбыҙҙың камил булыуын теләһәк, үҙебеҙ камил ата-әсәй булырға тейешбеҙ».
     Ҡояш бөтә планетаны яҡтыртып торған кеүек, Ислам да бишектән ҡәбергәсә ғүмеребеҙҙең бөтә осорон яҡтыртып тора. Раббыһына күндәмдәр шул нурға ҡойоноп йәшәй: хәләл ризыҡты тир түгеп тапҡан ата ла, Ватанын ҡурсып, һаҡта торған һалдат та...
                                                    Нуриман Мусин, «Инсан исемле сер».