Ғүмәр хәҙрәт әйткәндәре
Мөьминдәр әмире Ғүмәр Әл-Фәруҡ әйткәндәрҙән
Бер кешегә ярҙам иткәндә, тегенеһе: «Балаларыңдың файҙаһын күрергә насип итһен!» — тип доға ҡылғас, уға ҡаршы Ғүмәр: «Аллаһы Тәғәлә балаларға ҡалдырмаһын, уларға мохтаж итмәһен», — тигән.
* * *
Бер ваҡыт бер кеше килеп: «Арабыҙҙа мөхәббәт юҡ, ҡатынымды айырырға булдым», — тигәс, ул: «Башҡалар өйөнә лә мөхәббәтте тултырып ҡуйғандары юҡ. Бер-берегеҙҙе хөрмәт итергә кәрәк. Шул ваҡыт бөтәһе лә булыр!» — тигән.
* * *
Бер ваҡыт низағ ваҡытында бер кешенең тоғролоғон тикшереү маҡсаты менән хәҙрәти Ғүмәр уға: «Үҙеңде белә торған бер кеше алып кил!» — тип бойора. Алып килә. Килгән кеше шунда: «Ул бик яҡшы кеше», — тип маҡтай башлағас, Ғүмәр хәҙрәт: «Һин уның ингәнен, сыҡҡанын, бөтә башҡа эштәрен күреп, белеп тороусы күршеһеме?» — тип һорай. «Юҡ», — ти кеше. «Уның менән сәфәрҙә күп йөрөп, ауырлыҡтар килгәндә, яҡшылығын һынап ҡарағаның булдымы?» — тигән. Йәнә: «Юҡ», — тигәс, «Алыш-биреш итеп түләүҙә ғәҙеллеген, яҡшылығын белдеңме?» — ти. «Юҡ», — тигән кеше. «Улай булһа, һин уның мәсеттә бил бөгөп, мөләйем тауыш менән Ҡөрьән уҡып, ғибәҙәт ҡылып ултырғанын күреп кенә «яҡшы кеше» тип геүаһлыҡ бирәһең шикелле?» — ти Ғүмәр. «Эйе» — ти кеше. «Һин белмәгәнгә геүаһлыҡ биреп йөрөй торған кеше икәнһең, икенсе берәү килһен!» — тип уны ҡыуып ебәргән Ғүмәр әл-Фәруҡ.
* * *
Тағы ла берәү килеп уға: «Әсәйем бик ҡарт, хәжәтенә лә күтәреп кенә сығарам, бөтә хеҙмәттәрен үтәйем, шулай булғас, әсә хаҡын теүәл үтәгән кеше буламмы мин?» тигән. «Юҡ, — тигән Ғүмәр, — әсәйең һиңә «улым кеше булғансы» тип хеҙмәт күрһәткән, ә һин әсәйем үлгәнсе тип хеҙмәт итәһең», — тигән.
* * *
- Кешеләр — ғалим, ғалимдар — аҡыллы, олпат, мөләйем булырға тырышырға тейеш.
* * *
Хәҙрәти Ғүмәрҙең мөһөрөнә лә: «Әй, Ғүмәр! Үлемдең үлем тураһындағы вәғәзе һиңә бик тә етер», — тип яҙып ҡуйылған була.
* * *
— Бөйөк кешеләр мәжлесе файҙалы һүҙҙәр һөйләп, түбән кешеләр мәжлесе башҡаларҙың ғәйбәтен сәйнәп үтер. Был ғәйбәт халыҡ араһындағы өлфәт мөхәббәтте бөтөргәнлектән мәжлес тә иң зарарлы мәжлес.
* * *
— Бөтөнләй донъя эштәренә генә бирелеп киткәндәр камил тәбиғәтле, аҡыллы кеше түгел.
* * *
- Башҡаларҙың боҙоҡлоғона сәбәп булған кеше — иң яман кеше.
* * *
- Мосолмандың наҙан булып ҡалыуы ярай торған эш түгел: белгәндәр өйрәтергә, белмәгәндәр өйрәнергә бурыслы.
* * *
- Башҡаларҙы алдауҙан һаҡланырға кәрәк булған кеүек, башҡаларҙан алданыуҙан да һаҡланырға кәрәк.
* * *
- Кешеләрҙе яҡшы белмәй тороп үҙенә таяныс итеп алған кешенең үҙе алданыр.
* * *
- Кешеләрҙең кистәрен, көйләп, Ҡөрьән уҡыуына ғына иҫегеҙ китмәһен, кеше хыянатҡа бармаһа, башҡаларға тел оҙайтыуҙан, ғәйбәттән һаҡланһа ғына ысын кеше була.
* * *
Файҙалы нәмәләр тураһында һөйләүгә ҡарағанда, уларҙы эшләү яҡшыраҡ.
* * *
- Оло хикмәттәрҙең иң ололары Ҡөрьәндә булғанлыҡтан, һәр нәмәнән артыҡ күреп, халыҡҡа иң элек Ҡөрьәнде өйрәтергә кәрәк.
* * *
- Хикмәттән хәбәрһеҙ булғандар Аллаһтан да алыҫ булыр.
* * *
- Бәлә юлдарын белмәгән моңһоҙҙар бәләгә йышыраҡ юлыға.
* * *
- Байлыҡҡа иҫем дә китмәй, фәҡирлеккә төшһәм дә ҡайғырмам: бай
булһам — шөкөр, фәҡир булһам, сабырлыҡ бар.
* * *
Шәриғәт хөкөмдәренән әҙәпкә өйрәнмәгән кеше бер кемдән дә әҙәпкә өйрәнә белмәҫ.
* * *
- Кешеләр өс төрлө була: берәүҙәр эштәренең ҡайҙа барасағын белеп, самалап, ахырын уйлап эшләй, икенселәр алдағы эшенең ҡайҙа барасағын уйламай йөрөп тә, эше алдына килгәндә, аҡыллы әҙәмдәргә эйәреп, улар һүҙе менән эш итә белә; өсөнсөләр — аҡыллы әҙәмдәргә лә эйәрмәй, тоғролоҡто ла аңламай аптырап ғүмер итә.
* * *
- Эште кеше үҙ ҡеүәтенә һәм бигерәк тә Аллаһ ярҙамына инанып эшләргә тейеш.
* * *
- Күңеле яҡшы булмаған кешеләрҙең һүҙенә лә, эшенә лә ышанырға ярамай.
Сәләх Суҡбаев