Кешеләрҙең барлыҡҡа килеүе үә үлеүе

                                Кешеләрҙең барлыҡҡа килеүе үә үлеүе

   Муса бәйғәмбәр ғәләйһи-ссәләмдең һорауы: «Эй, Раббым, кешеләрҙе нимәгә барлыҡҡа килтерәһең, һуңынан уларҙы үлтергәс? „
   Бер ваҡыт Муса бәйғәмбәр (ғәләйһи-ссәләм) үлем тураһында уйланып, мөрәжәғәт иткән:
   “Эй, Раббым! һин кешеләрҙе үлтерәһең, ул сағында нишләп һин уларҙы барлыҡҡа килтерәһең?»
   Аллаһ Тәғәлә яуап итеп Мусаға (ғәләйһи-ссәләмгә) бойҙай сәсергә ҡушҡан. Муса бәйғәмбәр (ғәләйһи-ссәләм) бойҙайҙы сәскән, ҡарап үҫтергән, һыу һипкән. Ваҡыты еткәс, уңыш өлгөргән.
   Муса бәйғәмбәр (ғәләйһи-ссәләм) бойҙайҙы сапҡан һәм уны һуға башлаған.
Аллаһ Тәғәлә уға өндәшкән:
   - Эй, Муса! Нимә менән шөғөлләнәһең?


   - Эй, Раббым! Мин бойҙайҙы саптым һәм хәҙер орлоғон һаламдан айырам, — тип яуап биргән Муса.
   - Бына ошо һинең һорауыңа яуап, Муса. Үлем ураҡҡа тиң. Уңышты йыйғанда нисек орлоҡ һаламдан айырылһа, үлем дә яҡшы кешеләрҙе гонаһлыларынан айыра, — Аллаһ Тәғәләнең һүҙҙәре ошо булған.

                Аллаһ Тәғәлә «Әл-Мүлк» сүрәһенең икенсе аятында әйтә:
   "Аллаһ үлем менән тормошто барлыҡҡа килтерҙе, һеҙҙең кемегеҙ үҙенең эштәре менән яҡшыраҡ икәнен һынау өсөн".

                    Беренсе кеше нимәнән барлыҡҡа килтерелгән?
   Аллаһ Тәғәлә беренсе кешене, Әҙәм бәйғәмбәрҙе (ғәләйһи-ссәләмде) балсыҡтан яһаған, һуңынан уға йән кереткән. Уны нәмә бар шуларҙың бөтәһенең дә исемдәренә өйрәткән. Фәрештәләргә Әҙәмгә (ғәләйһи-ссәләмгә) сәждә ҡылырға ҡушҡан. Шайтан үҙенең тәкәбберлеге арҡаһында Аллаһ Тәғәләнең ҡушыуын эшләүҙән баш тартҡан һәм шунлыҡтан Аллаһ Тәғәлә тарафынан Ожмахтан ҡыуылған. Шайтан бәйғәмбәр Әҙәм (ғәләйһи-ссәләм) менән уның изге ҡатыны Һауа (ғәләйһә-ссәләм) араһына тыйылған ағастың емешен ашап ҡарауға үәсүәсә һалған. Улар ҡушҡанды тыңламағандары өсөн Ожмахтан ергә һөрөлгәндәр. Аллаһ Тәғәлә бөтә кешеләрҙе лә бер атай һәм әсәйҙән барлыҡҡа килтергән.
                                Аллаһтың ниғмәттәре ниндәй?
   Аллаһтың ниғмәттәре сикһеҙ. Аллаһ Т әғәлә беҙҙең өсөн бөтә был донъяны, күкте, тауҙарҙы, яландарҙы, йылғаларҙы, үҫемлек һәм хайуандарҙы барлыҡҡа килтергән. Беҙгә аҙыҡ һәм һауаны биргән.
   "Һәм Ул (Аллаһ) һеҙгә күктәрҙә һәм Ерҙә булған нәмәләрҙе буйһондорҙо"
                                                                             Ҡөрьән «Әл-Джәҫиә, 13»
   Ул беҙҙе кешеләр итеп яратҡан. Кеше – Аллаһ мәхлүктәренең иң яҡшыһы, һәм ул кешегә бөтә кәрәкле нәмәләрҙе лә биргән. Фекер йөрөтөү өсөн аҡыл биргән; күреү өсөн күҙ биргән; ишетеү өсөн ишетеү һәләте биргән; аралашыу өсөн телмәр биргән. Кешегә тағы ла бик күп нәмәләр биргән.
   Үҙеңдең тәнеңә ҡара, ул ҡатмарлы механизм кеүек эшләй. Әгәр ҙә беҙҙең күреү һәләтебеҙ булмаһа, ул сағында нимә булыр ине.
   Аллаһ биргән нәмәләрҙең иң ҡиммәтлеһе — ул тура юлды күрһәтеүсе Изге Ҡөрьән һәм Ислам дине. Аллаһ беҙгә иман биргән.
                       Аллаһ иманлы кешене нимә менән бүләкләй?
   Кеше файҙаһына күп төрлө ниғмәттәр биргән Аллаһ Тәғәләгә ышаныу кешегә сикһеҙ бәхет килтерә. Аллаһҡа хеҙмәт итеү кешегә күңел рәхәтлеге һәм йән тыныслығы бирә.
Кеше ҡайһы саҡта өмөтһөҙлөккә бирелә. Ҡайһы ваҡытта ауырлыҡтар, ҡайғы-хәсрәт, юғалтыуҙар баҫа. Тик Аллаһҡа ышаныусы ғына бер ваҡытта ла ышанысын юғалтмай. Ауыр саҡтарҙа ул Аллаһтан яҡлау эҙләй һәм Унан ярҙам һорай, сөнки Аллаһ өлөшһөҙҙәрҙең, яфа сигеүселәрҙең һәм бәхетһеҙлек кисереүселәрҙең яҡын Дуҫы.
   "Кем Аллаһтан ҡурҡа, Ул уға юлын күрһәтә, һәм Ул уйламағанда ерҙән ризыҡ бирә. Кем Аллаһҡа ышана, уның өсөн Ул еткән"
                                                                           Ҡөрьән «Ат-Талак, 2-3»
   Дингә ышаныусы кеше ауырлыҡтарҙы һәм нужа кисереүҙе еңеп сыға, сөнки ул көс һәм тәүәккәллек ала.
   Ҡайһы бер саҡта кешеләр гонаһ эшләй. Кеше быны аңлап һәм тәүбәгә килеп: «Эй, Раббым! Мин быларҙы эшләмәгән булһам икән!» — тиһә, Аллаһ Тәғәлә тәүбәһен ҡабул ҡыла һәм уның гонаһын ғәфү итә. һәм Аллаһ Тәғәләнең Мәрхәмәтенә бөтә йөрәге менән инанған кеше, бер ваҡытта ла өмөтөн өҙмәй, һәм был ышаныс уға именлек һәм уңыштар яуларға ярҙам итәсәк.

                                                                  «Хаҡ диндә беренсе аҙымдарым» Мөршиҙә Уйсал