Йәннәт һәм йәһәннәм әһелдәре

                            Йәннәт һәм йәһәннәм. Йәннәт һәм йәһәннәм әһелдәре кем?
     «Бер ваҡыт пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм, йәннәт менән йәһәннәм араһында булған бер бәхәс тураһы хәбәр бирҙе», — тип хәтерләр булған Әбү Сәғид Әл-Худри. «Кешеләрҙең ҡаты бәғерле, тәкәббер, һауалы һәм эреләнеп йөрөгәндәре миндә булыр», — тигән йәһәннәм. «Ә миндә, — тигән йәннәт, — зәғифтәр, фәҡирҙәр, күндәм кешеләр йыйылыр». Был бәхәс тыңлап тора ла Аллаһ: «Һин, йәннәт, кешеләргә ҡарата Минең мәрхәмәт-шәфҡәтем булырһың, Мин уны үҙем теләгән кешеләргә күрһәтермен; ә һин, йәһәннәм, Минең яза урыным булырһың. Язаны Мин үҙем теләгән кешеләргә генә бирермен. Һеҙҙең икегеҙҙе Мин тултырып ҡына торасаҡмын», — тигән, ти».
     «Белегеҙ, — тип нәсихәт бирә Ҡөрьән, — Аллаһы Тәғәлә бәндәнең үҙе менән күңеле араһында ғына тора. Шуға ла үҙе нисек теләй, күңел менән дә шулай идара итә. Ҡөрьән тәрбиәһенән мәхрүм ҡалған күңел— мәйет. Күңеленең мәйеткә әйләнеүен теләмәгән кеше Ҡөрьән менән тәрбиәләнһен, уның өйрәтеүҙәренә нигеҙләнеп тормошон ҡорһон». « Әл-Әнбиә» (Пәйғәмбәрҙәр) сүрәһе, 24-се аят
     Берәү килеп пәйғәмбәребеҙҙән: «Эй, Аллаһ илсеһе, йәннәт әһелдәрен ут әһелдәренән айыра белеп буламы?» — тип һорай. «Була, — ти пәйғәмбәр, — әгәр ҙә һеҙ кем дә булһа берәүҙең яҡшылығын күреп, маҡтап ҡына тораһығыҙ икән, уға — йәннәт, кемдең әшәке булыуы күренеп тора икән, уға — йәһәннәм, һеҙ бит — Аллаһы Тәғәләнең ер йөҙөндәге шаһиттары. Мосолмандарҙың да, мосолман булмағандарҙың да һәр бер эшенә Үҙе шаһит булған өсөн дә ғәҙеллектән айырылмағыҙ, — ти ул. — Аҡыл менән уйлап ҡара — халыҡтарҙың бөтәһе лә бер тигеҙ. Артыҡлығы булһа ла тәҡүәлеге, боҙоҡ эштәрҙән тыйыла белеүе менән генә артыҡ».

     — Йәннәт асҡыстары халыҡтарҙың аяҡ аҫтында уралып ята, шуларға абына-һөрөнә йөрөйҙәр, ләкин күрә белмәйҙәр, әллә ҡайҙарға барып шәм яҡтыртып эҙләп ҡарайҙар — таба алғандары юҡ, — тигән Ризаитдин бине Фәхретдин хәҙрәттәре.
     «Ҡиәмәт көнөндә Аллаһы Тәғәлә әйтер, — тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм:
     — Эй, Әҙәм балаһы! Мин ауырый инем, ә һин минең хәлемде белергә килмәнең, — тиер.
     — Эй, Раббым! Нисек итеп мин һинең хәлеңде белергә киләйем? Һин үҙең бит — ғәләмдәрҙең Раббыһы, — тиер кеше.
     — Һин белмәнеңме ни? Минең бит фәлән-фәлән ҡолом ауырый ине. Ниңә тип һин уның хәлен белергә килмәнең? Килгән булһаң, мине лә шунда тапҡан булыр инең.
     — Эй, Әҙәм балаһы! — тиер Ул. — Мин һинән ризыҡ һораным. Ә һин миңә ризыҡ бирмәнең.
     — Эй, Раббым! Һине нисек итеп ашатырға мөмкин? Һин үҙең бит — ғәләмдәр Раббыһы?
     — Һин белмәнеңме ни? — тиер Аллаһ. — Минең фәлән-фәлән бер ҡолом һинән ашарға һораны, ә һин уға бирмәнең. Әгәр ҙә биргән булһаң, уның әжерен Минең хозурымда тапҡан булыр инең.
     — Эй, Әҙәм балаһы! Мин һинән һыу һораным, ә һин миңә һыу бирмәнең.
     — Эй, Раббым минең! Нисек итеп мин Һиңә һыу бирә алам? Һин үҙең бит — ғәләмдәр тәрбиәсеһе.
     — Минең бер ҡолом һинән һыу һораны, һин һыу бирмәнең. Әгәр ҙә һыу биреп эсергән булһа Мине лә шунда тапҡан булыр инең. Шуны белмәнеңме ни? — тиер Аллаһ.
     Йәннәт эйәһе булыр өсөн, кәрәкле сифаттарҙы дауам итеп, пәйғәмбәребеҙ ауырыуҙар эргәһенә барып йөрөргә бойорған: «Асҡа интеккән кешеләргә һый-хөрмәт күрһәтегеҙ, ауыр хәлдә ҡалғандарға ауырлыҡтан ҡотолорға ярҙам итегеҙ», — тигән.
     Тағы ла әйткән ул: «Ауырыу ҡәрҙәшенең хәле иртән барып белгән мосолман өсөн етмеш мең фәрештә кискә тиклем Аллаһы Тәғәләгә доға ҡылып торор, ә инде ауырыу хәлен кискә ҡарай барып белһә, етмеш мең фәрештә был кеше өсөн иртә таңға тиклем доға ҡылыр. Йәннәттә лә уның өсөн татлы емештәр әҙерләне торор», — тигән.
     «Йәннәт — әсәләрҙең аяҡ аҫтында», — тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм. Ата-әсәңде хөрмәт итә белһәң, олоғайып киткәс, уларға ҡарап: «Уф!» — тип кенә тормаһаң, йәннәтең ана шунда булыр.
     Бер ваҡыт сәхәбәләре менән әңгәмә ҡороп ултырғанда, бәҙәүиҙәрҙән берәү килеп пәйғәмбәребеҙҙән: «Һуңғы сәғәт йәки Ҡиәмәт көнө ҡасан була?» — тип һорай. Был һорауға иғтибар ҙа бирмәй пәйғәмбәребеҙ әңгәмәһен дауам итә.
     «Бәҙәүиҙең был һүҙҙәрен пәйғәмбәребеҙ ишетте, әммә уға иғтибар ҙа итмәне», — тип уйлап ҡуя берәүҙәр.
     «Юҡ, ишетмәне», — тип уйлай икенселәр.
     Әңгәмәһен тамамлағас ҡына пәйғәмбәр:
     — Ҡиәмәт көнө тураһында һораған кеше ҡайҙа? — тип ҡыҙыҡһына.
     Мин бында, эй, Аллаһ илсеһе! — ти бәҙәүи.
     — Аманат итеп тапшырылған нәмәгә хыянат итһәгеҙ, йәғни һеҙгә ышанып тапшырылған Ислам динен юҡка сығарһағыҙ, Ҡиәмәт килеүен көтөгөҙ! — тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм.
     — Ул хыянат ниндәй була? — тиҙәр сәхәбәләр.
     — Эштәрегеҙ, динегеҙ ҙә уларҙы бөтөнләй белмәгән кешеләр ҡулына тапшырыла башлағанда, — ти пәйғәмбәр,
     Ислам дине кешеләргә иман менән ғүмер итеү, донъя көтөү, уны һаҡлап тотоу өсөн бирелә.
     «Ҡайһы бер ғалимдар, — тип яҙа Ризаитдин бине Фәхретдин, — ғилемде лә аманаттан һанай, уны тейешле урындарына тапшырып, бәндәләргә өйрәтеп кенә торорға бойора. Аманатты һаҡлап тота белеү менән тормош та, дин дә, милләт тә йәшәүсәнлеген дауам итә».
     Ғиҡримә атлы бер сәхәбәһе ауырып киткәс, уның хәлен белеп килергә тип пәйғәмбәребеҙ үҙенең мөәзине Билалды ебәрә. Уның эргәһенә барып, Билал: «Лә Иләһә илләл-лаһ!» — тип тәлҡин һүҙҙәре әйтә башлай. Үлем түшәгендә ятҡан сәхәбә уның артынан был һүҙҙәрҙе ҡабатларға теләй, ләкин ҡабатлай алмай. Теле көрмәкләнә. Үлем алдынан тел көрмәкләнеү Исламда бәндәнең кисерелмәгән гонаһтары бар тигәнде аңлата.
     — Ата-әсәһе иҫәнме икән? — ти Рәсүлуллаһ.
     — Атаһы үлеп ҡалған, әсәһе бар, бик оло йәштә, — тиҙәр.
     Әсәһен саҡыра пәйғәмбәр.
     — Килә алһа — килһен, килә алмаһа — үҙем барам, — ти.
     Таяғына таянып, ҡарсыҡ үҙе килә.
     — Улың тураһында нимә әйтерһең? — ти пәйғәмбәр.
     — Улым — тәҡүә кеше. Намаҙын ҡалдырмай, ураҙа тота, саҙаҡа биреп фәҡир-меҫкендәргә ярҙам итеп тора, хаж ҡыла — бөтәһен дә эшләй, әммә ләкин кеше һүҙенә ҡарап мине рәнйетә, — ти ҡарсыҡ.
     Иман менән үтә алмауының сәбәбе бына нимәлә икән. Рәсүлебеҙ күреп тора: улына ҡарата әсә күңеле шул тиклем дә ҡатҡан, шул тиклем дә рәнйегән, ташҡа әйләнеп бөткән. Был ташты нисек тә йомшартыу юлын эҙләй пәйғәмбәр.
     Сараһын һис тә табыу мөмкинлеге булмағас, Билалды саҡыра:
     — Бар әле, Билал, ишек алдына утын ташып ҡуй, ти. Утын өйөлә башлағас, ҡарсыҡ аптырап ҡала:
     — Йә, Рәсүлуллаһ! Был утынды ниңә ташыйҙар? ти.
     — Хәҙер беҙ усаҡ яғып ебәрәбеҙ ҙә һиңә ҡарата эшләгән гонаһтары өсөн улыңды шунда һалып яндырабыҙ, — ти пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм.
     — Эй, Рәсүлуллаһ! Улымдың, ғәзиз баламдың яндырылыуына йөрәгем нисек түҙер? — ти ҡарсыҡ.
     Пәйғәмбәребеҙ тап ана шул һүҙҙе көтә лә.
     — Эй, әбей! Улығыҙ үлем түшәгендә. Лә Иләһә илләл-лаһ кәлимәһен әйтә алмай ята. Уны кисер инде! ти.
     — Әшһәдү әл-лә Иләһә илләл-лаһу үә әшһәдү әннә Мүхәммәдән ғабдүһү үә Рәсүлуллаһ! Мин үҙемдең улымдан ризамын, — ти әсә.
     Сәхәбәһенең хәлен белергә тип пәйғәмбәребеҙ тағы ла Билалды ебәрә.
     Билалдың бүлмәгә килеп инеүе була: «Әшһәдү әллә Иләһә илләл-лаһү үә әшһәдү әннә Мүхәммәдән ғабдүһү Рәсүлул-лаһ!» — тип сәхәбә йән бирә.
     Пәйғәмбәребеҙ уны үҙе барып йыуа, үҙе кәфенләй, мәйетте ерләүҙә ҡатнаша, күмеп ҡуйғандан һуң йыйылған халыҡҡа: «Кем дә кем кеше һүҙенә ҡарап йәки үҙ ихтыяры менән ата-әсәһен рәнйетә икән, ул кешегә «ләғнәтүл-лаһи үә мәләикәтиһи үән-нәси әжмәғиин» — Аллаһтың бөтә фәрештәләрҙең һәм кешеләрҙең ләғнәте булыр», — ти.
     Шуға күрә беҙгә лә иң элек ата-әсәләребеҙҙе ихтирам итергә, уларҙы ихтирам итеү юлы менән йәннәттәргә юл табырға насип булһын!
     Йә, Раббым! Көндәребеҙгә бәхет-сәғәҙәт һәм бәрәкәт, ғаиләләребеҙгә өлфәт мөхәббәт, балаларыбыҙға тәүфиҡ, һидайәттәр, ғүмер иткән, йәшәгән еребеҙгә, халҡыбыҙға бәхетле тормош һәм именлек насип ит!
     Йә, Раббым! Һәммәбеҙҙе ауырыу-сырхауҙарҙан, бәлә-ҡазаларҙан, ҡайғы-хәсрәттәрҙән алыҫ тотһаң ине!
     Үә әҡулү ҡаули һәҙә, Үә әстәғфирул-лаһәл-ғаффәра ли үә ләкүм. Иннәһү һүәл-ғафүрур-рахим. Әс-сәмиғүд-дүғаъ.
                                                            Хикәйәт
     — Миңә бер кәңәш бир, — тигән Һарун Әр-Рәшид ғалимдарҙан Әл-Бәлхи атлы берәүгә.
     — Аллаһ һине тура һүҙле, тоғроларҙан-тоғро булған Әбү Бәкер Әс-Ситдиҡ урынына ултыртты: һинең дә тура һүҙле, ғәҙел булыуыңды теләй. Аллаһ һине яҡшынан яманды айыра белеүсе Ғүмәр Әл-Фәруҡ дәрәжәһенә күтәрҙе: һинән дә яҡшынан яманды айыра белеүҙе талап итә. Ул һине ике нур эйәһе — Ғосман Зиннурайни урынына ҡуйҙы: һинең дә уның кеүек йомарт һәм тыйнаҡ булыуыңды теләй. Аллаһ һиңә уҙенә хуш килгән Ғәли ибн Әбү Талиб урынын бирҙе: һинең дә уның кеүек үк ғилем эйәһе булыуыңды теләй, — тине ғалим.
     — Тағы ла өҫтә! — ти Һарун Әр-Рәшид.
     — Бел, Аллаһтың йәһәннәм тип аталған бер ере бар. Шул ергә ул һине һаҡсы итеп ҡуйҙы ла кешеләрҙе йәһәннәм утынан ҡурсалап тороу өсөн ҡулыңа өс нәмә тотторҙо. Улар — ҡаҙна, ҡамсы, ҡылыс. Әгәр ҙә кем дә булһа берәү һиңә мохтажлыҡ сәбәпле килһә — ҡаҙнаңды ас, ярҙам ит; әгәр кеше Аллаһ бойорғандарға ҡаршы килеп кенә торһа — ҡамсыңды ал, яза бир; әгәр ҙә берәү кеше хаҡын һанға һуҡмай, уға ҡул күтәрһә, малына ҡағылһа, йәнен ҡыйһа — ҡәрҙәштәрең ризалығы менән ҡылысыңды ҡынынан сығар.
     Былар — Аллаһ ихтыяры. Әгәр ҙә инде Аллаһ бойорғандарҙы үҙең дә үтәмәй башлаһаң — йәннәтте ташлап, йәһәннәм әһелдәренә баш булырһың, — ти.
     Бөйөк хөкөмдарҙарҙан берәү шәпләнеп һәм кемлеген күрһәтеү өсөн тип үҙ дәүләтендә йәшәгән бөтә халыҡтарҙы күреп сығырға теләй. Шул ваҡыт ярандары араһында күкрәк киреп, кәпрәйеп торған хөкөмдар эргәһенә иблис үҙе килә. Аллаһтың ҡәһәр юлығып, дидарынан һөрөлгән был нәмә ирендәр хөкөмдарҙың моронона уҡ терәп эрелек һауаһы өрә. Маһайыуҙан хөкөмдарҙың башы бөтөнләй әйләнеп китә: «Донъяла минең кеүек тағы ла берәй кеше бармы?» — тип уйлап ҡуя. Кеше лә танымаҫ дәрәжә еткән бер мәлендә, иҫке генә кейем кейгән бер әҙәм уның эргәһенә үк килеп сәләм бирә, сәләмгә ҡаршы бер яуап та ишетмәгәс, атының теҙгәненән тотоп ала.
     — Кем атының теҙгенен тотҡаныңды белмәйһеңме әллә? Ҡулыңды ал! — ти хөкөмдар.
     — Һиңә йомошом бар, — ти кеше.
     Атынан төшөргә теләй хөкөмдар. Көтөп торорға бойора.
     — Йомошомдо мин һин аттан төшкәнсе үк әйтер теләйем, — ти кеше.
     — Әйт! — ти хөкөмдар.
     Был сер, — ти әҙәм. — Мин уны һинең ҡолағыңа ғына әйтергә тейешмен.
     Хөкөмдар башын эйергә мәжбүр була. «Мин үлем фәрештәһе, һинең йәнеңде алырға килдем» ти әҙәм сүрәтендәге фәрештә. «Өйөмә ҡайтып килерлек кенә ваҡыт бир. Балаларым, ҡатыным менән хушлашып киләйем», — ти хөкөмдар. «Уларҙы һин яңынан күрә алмаясаҡһың, күрер һәм йәшәр көндәрең үтеп китте», — ти фәрештә һәм... ат өҫтөндә ултырған көйө генә уның йәнен ала.
     Әнәс Ибн Малик һөйләп ҡалдырған бер хәҙис «Йәһүдтәрҙән пәйғәмбәребеҙ хеҙмәтендә йөрөгән бер үҫмер ауырып киткәс, пәйғәмбәребеҙ уның хәлен белергә килеп, баш осона ултыра һәм: «Ислам динен ҡабул ит», — тип кәңәш бирә. Бының менән ул Ислам диненең — игелек, тән сәләмәтлегенә зыян килтерә торған нәмәләрҙән ҡалҡан, сәләмәтлеккә шифалы бер сәбәп булыуын аңлатырға теләй.
     Эргәһендә генә баҫып торған атаһына ҡарай үҫмер. «Әбүл Ҡасимға, йәғни пәйғәмбәргә, ғәләйһис-сәләм, буйһон, улым!» — ти атаһы.
     Үҫмер Ислам динен ҡабул итә. Шул ваҡыт: «Әлхәмдү-лил-ләһ! Уны ут ғазабынан ҡотҡарып ҡалған Аллаһуға маҡтау!» — тип пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм, уның эргәһенән сығып китә».
     Ибн Ғаббас риүәйәт итеп ҡалдырған бер хәҙистә пәйғәмбәребеҙҙең: «Миңә йәһәннәмде күрһәттеләр, йәһәннәмдәгеләрҙең күбеһе шөкөр итеү тигәнде белмәгән ҡатындар ине», — тигән һүҙҙәре килтерелә.
     Улар Аллаһы Тәғәләнең биргәндәренә шөкөр итә белмәгәндәрме, әллә Уның үҙенә инанмағандармы? — тиҙәр сәхәбәләр.
     Ирҙәренең игелегенә шөкөр итә белмәгән, изгелеккә рәхмәт әйтеп кенә торорға кәрәклеген онотҡан ҡатындар улар. Бындай ҡатындарға һин ғүмер буйы игелек күрһәтеп тә, осраҡлы рәүештә бер генә тапҡыр күңеленә оҡшамаған нәмә тойоп ҡалһа: «Һинән мин бер ваҡытта ла бер игелек тә күргәнем булманы», — тип йөрөгән ҡатындар, — тигән.
     Һәр кемдең, тип өйрәтә дин, йәннәттә лә, йәһәннәмдә лә үҙ урыны була. Мөьминдәрҙең тамуҡтағы урыны аҙаҡ кафырҙарға, кафырҙарҙың йәннәттәге урыны мөьминдәргә мираҫ итеп бирелә.
     Риүәйәттәргә ҡарағанда, пәйғәмбәрҙәрҙән берәүҙең бер ваҡыт йәннәттәрҙе күргеһе килә. Был турала Аллаһтан ярҙам һорай. Аллаһы Тәғәлә уның доғаларын ҡабул итеп, йәннәтте күрһәтә. Унан тамуҡҡа бара пәйғәмбәр. Бер буш урын, башҡа бер нәмә лә юҡ. Фәрештәнән һорай: «Дөрләп янған уттар, йыландар, саяндар, ғазаптар ҡайҙа? Бында бит бер нәмә лә юҡ», — ти. «Бында улар, ысынлап та, юҡ, ундай нәмәләрҙе халыҡтар донъянан үҙҙәре алып килә. Донъяла ҡылған ғәмәлдәре берәүҙәрҙе ут булып яндыра, икенселәрҙе йылан йәки саян булып саға», — тип яуап бирә фәрештә. — Донъяла ла бит күптәрҙе һин гонаһ эшләүҙә, дошманлыҡта, хәрәм ризыҡҡа бирелеүҙә бер- береһен үтергә тырышҡанын күҙәтеп тораһың. Улар бирелеп китергә генә торған был эштәр — насарлыҡ.
     Әгәр ҙә уларҙың — насаралар менән йәһүдтәрҙең рәһбандары, Китап хөкөмдәрен белгән ғалимдар гонаһлы һүҙҙәрҙән, хәрәм ризыҡтан бәндәләрҙе тыйып тора белһәләр икән (ләкин улар быны эшләмәне). Эшләмәүҙәре бөтөнләй насар». «Әл-Маиҙә» (Аш табыны) сүрәһе, 62—63-сө аят.
     Пәйғәмбәрҙәр ярҙамында тура юлды табыуҙары сәбәпле йәннәт әһеле булған мөьминдәрҙе Хаҡ Тәғәлә әмере менән ҡаршылап, фәрештәләр ҙә: «Донъяла ваҡытығыҙҙа һеҙгә вәғәҙә ителеп килгән йәннәт бына ошо. Изгелектәрегеҙ өсөн ул һеҙгә мираҫ итеп тапшырылды», — тиерҙәр. Шул саҡта тамуҡтағы кешеләргә ҡарап мөьминдәр әйтер: «Раббыбыҙ вәғәҙә иткән әжер-сауаптар сәбәпле беҙгә йәннәтәр насип булды. Хаҡ Тәғәлә вәғәҙә иткән ғазаптар һеҙгә лә килдеме?» — тиерҙәр. «Эйе, килде», — тиерҙәр йәһәннәмдәге кешеләр.
     Бына шулай, берәүҙәр — йәннәтте, икенселәр — йәһәннәмде һайлап алыр.
Ҡөрьәндә әйтелә: «Йәннәттәргә лайыҡ булған мосолмандар күктәр һәм ер бар ваҡытта йәннәт ҡалыуҙан туҡтамаҫ, улар унда мәңге йәшәр», — ти. «Һүүд» (Һуд) сүрәһе, 129-сы аят
     «Мөьмин кешеләрҙең гонаһы булғандар ғына йәннәткә бер ҡаршылыҡһыҙ барып инмәҫ, Аллаһ теләге менән гонаһтары бөткәнсе улар ҙа ут эсендә ҡалыр, ғәләмдәр тәрбиәсеһе Аллаһ ихтыяры менән таҙарынып, унда тулы камиллыҡҡа өлгәшер», — ти.
     Пәйғәмбәребеҙ өйрәтә: «Гонаһтары өсөн ҡаты язаларын алып бөткәс, фәрештәләр, пәйғәмбәрҙәр һәм хаҡ мөьминдәр был бәндәләрҙең дә гонаһтарын ярлыҡауҙы һорап доға ҡылыр», — ти. Сөнки был ваҡытта Аллаһтан башҡа бер кем дә уларҙы яҡлай алмаҫ.
     Донъя көткәндә әҙәм бик ҡатмарлы ғүмер кисерә тормошо төрлө мәшәҡәттәр, борсолоуҙар, ҡайғы-хәсрәттәр, мохтажлыҡтар менән тулы. Донъяларҙың тыныс тормауынан яфа сигә улар. Мохтажлыҡ күрмәй бай йәшәгәндәрҙең дә күбеһе сәләмәтлеккә туймай, төрлө ауырыуҙарҙан интегә, һауығыу, ғүмерен оҙонайтыу юлдарын таба алмай. Хаҡ мөьминдәрҙе йәннәт бына ошондай мәшәҡәттәрҙән ҡотҡара.
     «Йәннәттәргә ингәс, улар — мөьминдәр — әйтер, — ти Ҡөрьән, — беҙҙе ҡайғыларҙан ҡотҡарған Аллаһы Раббыбыҙға маҡтау. Беҙҙең Раббыбыҙ — ғәфү итеүсе, Ҡөръән менән ғәмәл ҡылыуҙың хаҡын йәннәт менән түләүсе, тиер».
     «Үҙенең рәхмәте менән Ул беҙҙе мәңге йәшәйәсәк йортобоҙға индерҙе. Беҙгә унда ғазаптар ҡағылмаҫ, арыу-талыуҙар ирешмәҫ». «Мәләикә» (Фәрештәләр) сүрәһе, 34-35-се аяттар
                                                  Иман. Әхләҡи ҡиммәттәр китабынан, Суҡбаев С. Х.