Иманлы кеше

                                                                               Иманлы кеше

                                                                 Иманлы кеше – ышаныслы кеше
     Ышаныс, бер-береңә ҡарата ярҙам, хәстәрлек — мосолман тәбиғәтендәге иң төп һыҙаттарҙың береһе.
Сәхәбәләрҙән Әбү Һөрәйрә һөйләп ҡалдырған бер хәҙистә пәйғәмбәребеҙҙең, ғәләйһис-сәләм: «Кеше тәнендә 360 быуын була. Һәр көндө ул ҡояш сыҡҡан саҡта үҙ тәнендәге быуындар һанынса саҙаҡа биреп торһон, — тигән һүҙҙәрен килтерә. Саҙаҡаның төрлө игелектәрен һанап сыға: «Әгәр ҙә һин ике кеше араһында ғәҙел хөкөм йөрөтә белһәң, менер атына (хайуанына) атланырға, йөгөн тейәшергә йәки алып барырға ярҙам итһәң, яҡшы һүҙең, намаҙға барғандағы һәр аҙымың, кешегә ҡамасаулап юлда ятҡан сүпте алып ташлауың да — саҙаҡа...» — ти.

     Ислам — игелек дине.
     «Ғилемдәге игелек Аллаһы Тәғәлә өсөн ғибәҙәт ҡылыуҙағы игелектән һөйкөмлөрәк», — тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм.
     «Эй, Ғәли! — тигән ул. — Ете төрлө игелек Ябраилдың үҙендә лә кешегә әйләнергә теләк тыуҙырған.
Улар:
     1. Йома намаҙы.
     2. Ғалимдар менән әңгәмә ҡороу мөмкинлеге.
     3. Үҙ-ара ыҙғышып йөрөгән ике кешене татыулаштырыу.
     4. Етемдәр хаҡында хәстәрлек.
     5. Ауырыуҙарҙың хәлен белеп тороу.
     6. Йыназа намаҙында ҡатнашыу.
     7. Хажда йөрөгәндәрҙең һыуһынын ҡандырыу.
     Был мөмкинлектәрҙең һәр береһен күҙ ҡараһы һымаҡ һаҡлап тоторға тырыш».
     «Һеҙгә яу сабыуҙар рөхсәт ителде. Әлбиттә, һеҙҙең күңелдә нәфрәт уята торған бик имәнес нәмә ул. Ә бит һеҙҙең өсөн һөйкөмһөҙ булған бер нәмәнең дә — игелеккә, һөйкөмлө күреп, теләп алғандың золомға сәбәп булыуы бар. Быларҙы Аллаһ үҙе белә, һеҙ уны белмәйһегеҙ».
                                                                                                             «Әл-Бәҡара» («Һыйыр») сүрәһе, 216-сы аят
     Дошмандар улар һәр ваҡыт булған, булып та тора. Яу сабыуҙар ҙа уйын түгел. Берәүҙәр унда үлеп ҡала, икенселәр ҡаты йәрәхәттәр ала, ғәрипләнеп ҡайта, мал-мөлкәтен, тынғылығын, яҡындарын юғалта.
Ләкин был юғалтыуҙарҙың бит игелекле бер маҡсаты, Аллаһ ризалығына лайыҡ булырлыҡ бер сәбәбе булырға тейеш.
     «Дин тип, һеҙҙең менән һуғышмаған, өйҙәрегеҙҙән (йәшәгән ерҙәрегеҙҙән) ҡыуып сығармаған кешеләргә ҡарата игелекле һәм ғәҙел булыуҙан Аллаһ һеҙҙе тыймай. Аллаһ Ул уңға-һулға тайпылып бармаған ғәҙел кешеләрҙе һөйә».
                                                                                      «Әл-Мөмтәхәнә» («Һыналыусы ҡатын») сүрәһе, 8-се аят
     Дин тип, юл баҫып, теләһә ҡайҙа бер ғәйепһеҙ кешеләргә ҡул, ҡорал күтәреп, атып, аҫып-киҫеп, емереп, һуйып, ҡан ҡойоп йөрөмәй.
     «Дин тип, тауыш күтәреп, һеҙҙең менән һуғышып, өйҙәрегеҙҙән ҡыуып йәки ҡыуылыуға сәбәп булып йөрөгәндәр менән дуҫлашып китеүҙәрҙән тыя Аллаһ. Ундай кешеләрҙе ярҙамсы һәм дуҫ итеп алыуҙар ғәҙеллек була алмай», — ти.
                                                                                                             Шул уҡ сүрә, 9-сы аят
     «Һеҙҙе Фирғәүен ҡуштандарынан ҡотҡарып ҡалғаныбыҙҙы хәтергә төшөрөгөҙ. Улар бит һеҙҙе язаларҙың иң насарына дусар итте: ҡатын-ҡыҙҙарығыҙҙы ғына иҫән ҡалдырып, улдарығыҙҙы ҡылыстан үткәрҙе. Бында һеҙҙең өсөн Раббығыҙ тарафынан бирелгән оло һынау булды».
                                                                                                             «Әл-Бәҡара» («Һыйыр») сүрәһе, 49-сы аят
     «Башҡа кеше өсөн яуап тотоп, бер кемгә, бер кем өсөн шәфәғәтсе, яҡлап йөрөүсе булыу мөмкинлеге бирелә алмаған, нимәлер бәрәбәренә ҡылған гонаһтарҙан ҡотолоу йәки ярҙамсы табыу өсөн өмөт тә ҡалмаған көн килеүенән ҡурҡығыҙ».
                                                                                                                                                                                                                                                                                                         Шул уҡ сүрә, 48-се аят
     Ҡотолоп ҡалыу өсөн «...байлыҡ та, улдарың да файҙа бирә алмаған ул көндө Аллаһ алдына пак күңел менән килеп баҫҡандар ғына ҡотолоу табып, бәхетле булыр».
                                                                                                    «Әш-Шуғәрәү» («Шағирҙар») сүрәһе, 88—89-сы аяттар
     Үҙ ҡолдарының игелекле, пактарҙан-пак ғәмәлдәрен генә ҡабул итеүсе Хөкөмдарығыҙ — Аллаһ ул көндө Үҙе, йәндәрегеҙҙе бәләләрҙән һаҡлап ҡалыусы булыр. Шуға ла мосолман булған кеше һәр ваҡыт: «Йә Рабби! Яралтып бар итеүсе һәм яҡлап ҡына тороусы Мәүләбеҙ! Беҙҙе тура юлға күндер, Үҙ ризалығыңа лайыҡ булырға мөмкинлек бир. Шул ваҡытта ғына беҙ үҙебеҙ ҙә уңышҡа өлгәшеп, именлек табырбыҙ», — тип доға ҡылып ҡына тора.
     «Әмр ибн әл-Ғас менән Шурахбил ибн Хәсән яу яланынан, иманға килмәгәндәр етәксеһенең башын киҫеп, Хәлифә Әбү Бәкр әс-Ситдиҡҡа ебәрҙе», — тип хәтерләр булған Уҡба ибн Әмир.
     Бындай нәмәне өнәмәй Әбү Бәкр, асыуланып, шелтә бирә. «Эй, Хәлифә! Улар бит үҙҙәре лә беҙҙең менән тап шулай эшләй», — ти Уҡба ибн Әмир. «Фарсылар менән румдар ғәҙәтен инде беҙгә лә ҡанунға әйләндерергәме? Башҡаса былай эшләмәһендәр», — ти Хәлифә. Икенсе бер риүәйәттә ул быны «ғәжәмдәр ғәҙәте» тип атай.
     Дошмандарҙың башын киҫеү тураһында пәйғәмбәребеҙҙән ҡалған хәҙистәр осрап-осрап ҡуйһа ла, дин ғалимдары быны ышаныу мөмкин булмаған зәғиф хәҙистәр, уйҙырма ғына тип ҡабул итә.
     Кешелеккә хас булмаған бындай вәхшилек Исламға ҡара яға, Ислам динен ҡабул итеүҙә, өйрәнеүҙә ҡаршылыҡ тыуҙыра. Белергә теләгәндәр күңелендә динебеҙ хаҡында шик, дошманлыҡ, нәфрәт хисе уята.
     Пәйғәмбәребеҙ заманында Китап әһелдәренән булған насара һәм йәһүдтәргә ҡарата ғына түгел, мөщриктәр менән монафиҡтарға ҡарата ла бындай язалар ҡулланылмаған.
     «Бер ваҡыт пәйғәмбәребеҙ, ғәләйһис-сәләм, миңә Әз-Зүбәйер, Әл-Миҡдад менән бергәләп Рауҙат Хаҡҡа барырға бойорҙо: «Унда ябыҡ носилка — паланкинда ултырып, Мәккәгә хат алып барған бер ҡатынды күрерһегеҙ. Уның ҡулындағы шул хатты алып килегеҙ!» — тип бойорҙо», — тип хәтергә алыр булған Ғәли ибн Әбү Талиб. Юлға сығып, Рауҙат Хаҡҡа еткәнсе йән-фарман аттарҙы ҡыуып барҙыҡ. Паланкинда барған ҡатынды тотоп хатты алырға булдыҡ. «Миндә бер ниндәй хат та юҡ!» — тине ул «Хатты бир, юғиһә беҙ һине сисендереп ҡарарбыҙ!» — тинек.
     Ирҙәр алдында сисенеү ҡатын өсөн үлем менән бер: сәстәре араһынан хатты ул үҙе алып бирҙе һәм беҙ уны пәйғәмбәребеҙгә ҡайтарып тапшырҙыҡ. Мосолмандарҙан Хатиб ибн Балтаға атлы бер кеше был хат менән пәйғәмбәребеҙҙең Мәккә яҡтарына сәфәр әҙерләнеүе тураһында мөшриктәрҙе киҫәтеп ҡуйырға булған, күрәһең.
    «Был нимә була, эй, Хатиб, был нимә?!» — тине пәйғәмбәребеҙ хат менән танышҡандан һуң. «Эй, Аллаһ илсеһе! Мине ғәйепләргә ашыҡмай тор. Ҡорайыштарҙан берәүһе булып иҫәпләнһәм дә, ҡорайыш ҡәүеменән булманым мин. Һинең менән бергә бында булған мөһәжирҙәрҙән бик күптәрҙең Мәккәлә ҡалған ҡәрҙәштәре бар. Яҡындарының улар ғаиләләрен дә, мал-мөлкәтен дә һаҡлап алырға әҙер. Ә минең яҡындарымды яҡлар кеше юҡ. Шуға ла уларҙы яҡлауҙың бер юлын үҙем табырға булдым. Быны мин иманһыҙлыҡтан йәки динемдән яҙып, мөртәткә әйләнеүҙән дә түгел, сараһыҙҙан эшләргә мәжбүр булдым».
     «Эй, Аллаһ илсеһе! Уның башын сабып өҙөргә рөхсәт ит!» — тине Хатибтың аҡланыуҙарын тыңлап торған Ғүмәр ибн әл-Хаттаб.
     «Уның һөйләгәндәре хаҡ, — тине пәйғәмбәр. — Ул бит Бәҙер һуғышында ҡатнашҡан кеше, ҡайҙан беләһең, Аллаһы Тәғәлә Үҙе, бәлки, был заттарға ҡарап: «Нимә теләһәгеҙ, шуны эшләгеҙ, Мин инде һеҙҙе ғәфү иттем!» — тигәндер.
     Аллаһтың: «Эй, иман килтергән бәндәләрем! ...Һеҙҙең күңелдәрегеҙҙә йәшеренеп ятҡандарҙы ла, асып һалғандарҙы ла Мин Үҙем яҡшыраҡ беләм!» — тигән аяты ана шундайҙарға төбәп әйтелгәндер, бәлки.
                                                                                   «Әл-Мөмтәхәнә» («Һыналыусы ҡатын») сүрәһе, 1-се аят
     Бәҙер һуғышында ҡатнашҡан батырҙың был аҡланыуҙарын ҡабул итә пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм.
     Доға ҡылған ваҡыттарҙа пәйғәмбәребеҙ үҙе лә:
     «Эй, Аллаһ! Минең наҙанлығым сәбәпле, үҙем дә аңламай ҡылған гонаһтарымды, Үҙең минән яҡшыраҡ белгән бөтә кәмселектәремде ғәфү итә күр! Эй, Аллаһ! Уйлап йәки уйнап, хаталанып йәки белеп торған көйө эшләнгән гонаһтарымды ғәфү ит. Уларҙың бөтәһе лә миндә бит бар. Эй, Аллаһ! Элегерәк эшләп ҡуйғандарымды ла, алда эшләр ихтималым булғандарын да, йәшереп кенә эшләнгәндәрен дә, күренеп торғандарын да — Үҙең минән яҡшыраҡ белгән бөтә кәмселектәремде ғәфү ит! Алға әйҙәүсе лә, артҡа этәреп ҡуйыусы ла бит — һин Үҙең, Һинең һәр нәмәгә көсөң етә, һәр нәмәгә Үҙең Хужа», — тип доға ҡыла торған була.
     Ҡөрьән өйрәтә: «Эй, иман килтергән бәндәләрем! Үҙ белдегегеҙ менән фараз итеүҙәрҙән һаҡланығыҙ, фараз итеүҙәрҙең ҡайһы береһендә гонаһ бар. Бер-берегеҙ артынан күҙәтеп, кеше артында ғәйбәт һөйләп йөрөмәгеҙ. Һеҙҙән кем дә булһа берәүгә үлгән ҡәрҙәшенең итен ашау оҡшармы? Һеҙ бит унан ерәнерһегеҙ. Аллаһтан ҡурҡа белегеҙ. Тәүбәгә килгәндәрҙең Ул тәүбәһен ҡабул итеүсе Мәрхәмәт-Шәфҡәт эйәһе», — ти.
                                                                                                        «Әл-Худжүрәт» («Бүлмәләр») сүрәһе, 12-се аят
                                                                   Хәҙис Шәриф
     «Гонаһтан тәүбә итә белгән кеше гонаһы бөтөнләй булмаған кеше кеүек була».
Ибраһим ибн Әҙһәм бер ваҡыт саҡырыулы табынға — аш мәжлесенә барғас, ишектән инер алдынан кемдеңдер һуңлабыраҡ килгән берәү тураһында: «Ул бит йыуан кеше, әкренерәк йөрөйҙөр», — тигән һүҙен ишетеп ҡала ла боролоп кире ҡайтып китә. Өс көн буйы ауыҙына бер ризыҡ та ҡапмай. Байтаҡ ваҡыттар үткәс тә әле ул: «Иманлы бәндәләргә тел тейҙереү ихтималы булған мәжлестә мин бер ҡасан да ҡатнашмаясаҡмын», — ти торған була.
     Бер ваҡыт ул шундай уҡ мәжлескә үҙе лә ҡунаҡтар йыйып ала. Ҡунаҡтар килеп табынға ултырыу менән, мосолмандар араһында кемдер берәү тураһында тағы ла һүҙ ҡуҙғалып ҡала. Шул ваҡыт уларҙы туҡтатып, Ибраһим ибн Әҙһәм Ҡөрьәндең алда әйтелгән аяттарын хәтергә төшөрөп: «Һеҙгә тиклем йәшәгәндәр табында элек икмәк ашай, унан иткә күсер булған, ә һеҙ икмәктән алда иткә үрелдегеҙ», — ти. Һәм ундай кешеләр менән ҡатнашып йөрөүҙән баш тарта.
      «Мосолмандарға игелектең өс төрлөһөн биреп өлгөрөргә онотма: файҙаң тейерлек булмаһа, зарар ҙа эшләмә; уны шатландырыр сәбәбең булмаһа, кәйефен ҡырыуҙан да һаҡлан; әгәр ҙә маҡтап һүҙ һөйләр мөмкинлегең булмаһа, яманлап һөйләргә лә тырышма», — тигән имамдарҙан Яхъя бин Муғаз әр-Рази.
«Көнсөл кешенең күңелен арбап алыуға өмөт бағлап, йәнеңде борсоп йөрөй күрмә, һинең яҡшылығыңды ул бер ҡасан да аңламаҫ та, ҡабул да итмәҫ, киреһенсә, аҫтан ғына һиңә зыян килтереүҙән башҡаны белмәҫ.
     Көнсөл кешенең зыянынан имен булырға теләһәң, үҙеңдең хәл-әхүәлдәреңде сер итеп һаҡлай бел: ҡыуаныстарыңды ла, уңыштарыңды ла күрһәтеп барма».
     «Ғилемдең иң файҙалырағы ниндәй була?» — тип ҡыҙыҡһыналар имам Джунайд әл-Бағдадиҙан. «Уның, — ти Джунайд, — Аллаһҡа яҡынайырға, нәфсеңдән алыҫыраҡ булырға ярҙам итә торғаны». Файҙалы ғилемдәр улар кешелә күндәмлек, тыйнаҡлыҡ тәрбиәләй, нәфсе ҡотҡоһона бирелеүҙәрҙән тыйып, үҙ-үҙеңә хужа, йәнеңә күҙ-ҡолаҡ, бәндәләр өсөн ысын имам, игелекле остаз, кәңәшсе, ярҙамсы, әҙәп өлгөһө булырға мөмкинлек бирә.
     Мөмкинлектәрен файҙаланырға тырышҡан, белгән кешеләргә, әлбиттә.
     «Һеҙгә килеү ихтималы булған ике нәмәнән — был фани донъяла оҙ-а-аҡ йәшәргә өмөт бағлауҙан һәм нәфсе ҡотҡоһонан арына алмауығыҙҙан ҡурҡам. Был фани донъяның балалары ғына булмағыҙ, мәңгелек Ахирәт улдары ла булығыҙ!» — тигән Ғәли хәҙрәт.
     Насар кеше тураһында элеккеләр: «Был кеше Аллаһтың дидарынан (Уның менән осрашыу хозурында булыу мөмкинлегенән) һөрөлгән», — тип кенә ебәргәндәр.
     «Эй, Раббым! Шуның яуызлығынан ҡотҡарып ҡала күр. Ҡарағыҙ: уның бит битендә өмөт юҡ», — тигәндәр.
     Шәйехтәрҙән Ғәбдел Ҡадир әл-Даштутиҙың бик тапҡыр һүҙҙәрен килтерә Дағстан мөфтөйө Шәйех Әхмәд-хажи Абдуллаев үҙенең «Изгеләрҙәге күркәм холоҡ» исемле хеҙмәтендә. (Махачкала. «Рисаләт» нәшриәте, 2015)
     — «Бер ваҡыт мин намаҙҙа рөҡуғҡа барғанда тейешенсә туҡталыш яһай белмәгән берәүҙе әрләп ташланым, — тигән ул. — Шул ваҡыт ул миңә: «Эй, ҡәрҙәшем! Мин Аллаһы Тәғәләнең Үҙ ихтыярындамын. Шул хәрәкәттәрҙе бар иткән Зат үҙе генә уларҙы оҙонайта һәм ҡыҫҡарта ала», — тип яуап бирҙе», — ти һәм аҙаҡ: «Динде тарҡатыуға сәбәп булмаған бер нәмә өсөн дә бәндәләрҙе шелтәләп барма», — тип өҫтәп ҡуя.
     Беҙҙең заманда дин исеме менән динде тарҡатып йөрөгәндәр күбәйергә генә тора.
Белегеҙ, кешенең фарыз намаҙҙарҙы уҡыған саҡтарында ла хатта Аллаһҡа яҡынайыу юлында тотҡарлыҡ яһай торған сифаттары дүрт төрлөгә бүленә, — тип фекер йомғағын һүтеүҙе дауам итә автор: улар — илаһи, шайтани, хайуани һәм ҡырағайлыҡ сифаттары.
     Илаһи сифаттар Аллаһы Тәғәләнең исемдәре менән аңлатып бирелгән һыҙаттар. Уларҙың кеше, әлбиттә, бөтәһен дә ҡабул итеп ала алмай, был мөмкин дә түгел, рөхсәт тә ителмәгән. Улар — бөйөклөккә ынтылыу, кешеләрҙән артығыраҡ булырға тырышыу, тәкәбберлек, бер кемгә мохтажлығым булмаһын, тип уйлау, һәр кемде буйһондороп тотоу ниәте.
     Иблистән булған сифаттар — ҡара көнсөллөк, ғәҙел була белмәү, хыянатсыл, мәкерле булыу, алдашыу, ике йөҙлөлөк, мөртәтлек.
     Хайуани сифаттар — бирәнлек, туймаҫ тамаҡҡа әйләнеү, ҡомһоҙлоҡ, зина һәм ҡараҡлыҡ, кеше малын талау.
     Ҡырағайлыҡ һыҙаттары — асыу, күрә алмау.
     Үҙендә бындай сифаттар артып китеү сәбәпле, кеше Аллаһ алдында әллә ниндәй ауыр гонаһтар эшләүгә бара.
     Бәндәнең йәнен тәүҙә хайуани сифаттар үҙенә буйһондора, тора-бара ул сифаттар вәхшилеккә әйләнә. Шундай ваҡыттарҙа Аллаһы Тәғәлә уны был бәләләрҙән яҡлап ҡалыр булмаһа, шайтан ҡотҡоһона бирелеп, үҙенең зиһенен ул хәйлә һәм мәкерле ғәмәлдәр өсөн эшкә егә.
     Шайтан ҡотҡоһона бирелеп, кеше уның бер генә һыҙатын алып өлгөрһә лә, Аллаһ уны үҙенә яҡынайыу мөмкинлегенән мәхрүм итә. Сөнки Аллаһ юлынан тайып төшкән кешене Ул Үҙе шайтан ҡулына тапшыра.
     «Эй, Мөхәммәд! Фәрештәләргә минең: «Әҙәм алдында сәждәгә барығыҙ!» — тип бойорғанымды хәтереңә төшөр. Иблистән башҡа уларҙың бөтәһе лә сәждәгә барҙы. Иблис кенә шул ваҡыт: «Балсыҡтан яралтып бар ителгән был кеше алдында сәждәгә барайыммы?» — тине».
     «Ошоно Һин минән өҫтөнөрәк ҡуйҙыңмы? Әгәр ҙә миңә Ҡиәмәткә тиклем йәшәргә ирек бирһәң, уның нәҫел-нәсәбенән бик аҙғыналарынан башҡа бөтәһен дә ҡотҡо һалып яманлыҡҡа тартып торормон».
     «Күҙ алдымдан юғал! — тип бойорҙо Аллаһ. — Һин һәм һиңә эйәргәндәр үҙҙәренең әжерен йәһәннәмдә тулыһы менән аласаҡ.
     Телең үтер кешене телең менән өндәп ҡотҡо һал, көсөң етер кешегә көс ҡулланып ҡара, мал-мөлкәтен ал, балаларын үҙеңә ҡарат, ялған вәғәҙәләр бир. Ләкин шайтан вәғәҙәләре улар — ялған менән үҙенә әүрәтеү генә».
     «Нимәне һайлап алырға, Аллаһ күрһәткән юлдан барырғамы, шайтанға эйәреп йөрөргәме — кешенең үҙ ихтыярында».
     Бөтә бәндәләрен һынап ҡарау, ысынлап тороп иманға килгәндәргә рухи тәрбиә мәҙрәсәһен үтеү, төрлө шарттарға ҡуйып, йәнен сыныҡтырыу өсөн бирелә уға бындай мөмкинлек.
     «Минең ҡолдарым бер ваҡытта ла һиңә буйһонмаҫ. Раббың үҙе генә уларҙың яҡлаусыһы», — ти Аллаһ.
                                                                                           «Әл-Исра» («Төндәге күсереү») сүрәһе, 61—65-се аяттар
     Пәйғәмбәребеҙ, саллал-лаһу ғәләйһи үә сәлләм, әйткән:
     «Ҡиәмәт көнө яҡынлашҡанда донъяла биттәре әҙәмгә, күңелдәре иблискә тартым кешеләр барлыҡҡа килер. Улар бүре кеүек кешегә ташланырға ғына торор, күңелдәрендә миһырбанлыҡ тигән нәмәнең эҙе лә булмаҫ, әшәкелектән дә ерәнә белмәҫтәр. Әгәр арттарынан эйәрер булһаң, улар һинең елкәңә менеп атланыр; эйәрмәй йәшеренеп ҡалыр булһаң, яманатыңды һатып йөрөр; һүҙ һөйләшер булһа, ялғанға бирелер; вәғәҙә бирһә, вәғәҙәһендә тормаҫ, хыянатҡа барыр. Уларҙың балалары — кешегә зыян итеүҙән башҡаны белмәҫ, йәш-елкенсәктәрен шайтандан айырып булмаҫ, оло йәштәгеләре игелеккә саҡырып, насарлыҡтан тыя белмәҫ. Улар ярҙамына таянып, юғары күтәрелергә тырышыу — түбәнлек, улар ҡарамағында булғанды алып ҡалырға теләү — хәйерселек».
     Баҫалҡы кешене шайтан ҡотҡоһо аҙашып, боҙоҡлоҡҡа бирелеп китергә мәжбүр итә, иманлы бәндәне түбәнлеккә төшөрә. Пәйғәмбәребеҙ сөннәтен улар бидғәт, бидғәтте сөннәт тип ҡабул итә.
     «Әгәр ҙә кеше йәһәннәмгә яҡын да бармай, Йәннәттәргә инергә теләһә, үҙенең үлем сәғәтен ул иманлы булған хәлдә ҡаршылаһын һәм кешеләрҙең үҙенә ҡарата ниндәй булыуын теләһә, үҙе лә кешеләргә ҡарата шундай уҡ булһын».
     «Фани донъяла кеше нисек йәшәгән булһа, үлгәндә лә шул ук хәлендә үлеп китә һәм донъяны ташлап киткән хәлендә Ҡиәмәт көнөндә яңынан ҡубарыла».
     «Бөтә кешеләр ҙә — Аллаһ бәндәләре һәм Яралтып бар итеүсе өсөн уларҙың иң һөйкөмлөһө — бәндәләр өсөн файҙаһы күберәк булғаны».
     «Халыҡтың оло-оло төркөмдәре бергә тупланып, бер-береһе менән һуғыш башламай тороп, Ҡиәмәт көнө килмәҫ. Оло-оло һуғыштар булыр, бер-береһенә ҡаршы яу сапҡандарҙың һәр береһе бәндәләрҙе бер үк нәмәгә — Ислам диненә саҡырыр һәм үҙе генә хаҡ юлда тороусы тип уйлар».
     Шәйех Әхмәд-хажи Абдуллаев. «Изгеләрҙәге күркәм холак» Махачкала. «Рисаләт» нәшриәте. 2015. 160—161-се биттәр
     «Дин ғалимдарынан Ибраһим әл-Мәтбулиҙан риүәйәт булып ҡалған бер хикәйәттә әйтелә: «Кешеләрҙе яралтып бар итеү менән Аллаһы Тәғәлә һораған: «Һеҙ кем?» — тигән, ти. «Беҙ — Һине яратҡан ҡолдарың», — тип яуап биргән кешеләр. «Нимә һөйләгәнегеҙҙе аңлап һөйләгеҙ, Мине ярата белгән кешене бит ҡылыстар менән дә, бәләләр менән дә Минән айырыу мөмкин түгел».
     «Нимә менән теләйһең, шуның менән беҙҙе һынап ҡара», — тиҙәр кешеләр.
     Шул ваҡыт Аллаһ Үҙенең бәндәләре өсөн фани донъя рәхәтлектәрен яралтып бар итә, һәм кешеләрҙең ундан туғыҙ өлөшө шул рәхәтлектәргә эйәреп китә, ундан бере генә тороп ҡала. «Һеҙ кем?» — ти Аллаһ шул ҡалған кешеләргә мөрәжәғәт итеп. «Беҙ — һинең Һине яратҡан ҡолдарың», — тиҙәр кешеләр. «Нимә һөйләгәнегеҙҙе аңлап һөйләгеҙ, Мине ярата белгән кешене бит ҡылыстар менән дә, бәләләр менән дә Минән алыҫлаштырыу мөмкин түгел. Донъя рәхәтлектәре артынан сабып барған иптәштәрегеҙҙе күреп торҙоғоҙ бит». «Нисек теләйһең, беҙҙе шулай һынап ҡара», — тиҙәр кешеләр. Шул ваҡыт Аллаһ улар өсөн Йәннәтте яралтып бар итә. Донъя рәхәтлектәре артынан ҡыуып йөрөмәгәндәрҙең ундан бер өлөшө Йәннәт артынан йүгерә. «Һеҙ кем?» — ти Аллаһ Йәннәт артынан да ҡыуып китмәй ҡалғандарға мөрәжәғәт итеп. «Беҙ — һинең Һине яратҡан ҡолдарың», — тиҙәр кешеләр. «Нимә һөйләгәнегеҙҙе аңлап һөйләгеҙ, иптәштәрегеҙҙең хәлен күрҙегеҙ бит». «Беҙҙе Үҙең теләгән нәмә менән һынап ҡара», — тинеләр Йәннәт артынан китмәгәндәре. Аллаһ уларҙы тағы ла үҙ ихтыяры менән бәндәләр башына килер бәләләрҙең береһен биреп, һынап ҡарай. Түҙәләр, сабыр итәләр. Бына шул ваҡытта ғына Аллаһ: «Һеҙ — Минең ысын мәғәнәһендәге ҡолдарым. Донъя рәхәтлектәренә лә алданманығыҙ, Йәннәт артынан да сабып китмәнегеҙ, бәләләр алдында ла ҡаушап ҡалманығыҙ. Әй, фәрештәләрем, Минең уларҙан риза булыуыма геүаһлыҡ бирегеҙ, Үҙемә яҡын булғандар менән Мин ризамын!» — тиер Аллаһ.
     Ана шулай күңеле Аллаһ ризалығын алыу өсөн генә тип янып йөрөгән, игелектән айырыла белмәгән, хәләл ризыгын үҙ ҡулдары менән эшләп тапҡан, бойоролғандарҙы үтәп, тыйғандарҙан тыйыла белгән хаҡ мөьминдәр генә Аллаһ ризалығына лайыҡ була ала.
     Пәйғәмбәребеҙ әйткән: «Кеше күңелендә нәфрәт уяныуға ҡаршы тора ала торған өс нәмә бар: ғәмәлдәреңде, Аллаһ ризалығы өсөн, тип, ихласлыҡ менән эшләй белеү, нәсихәт биреүҙә хөкөм эйәләре алдында ла туҡталып ҡалмау, мосолман өммәте менән бергә, берҙәм йәшәй белеү», — тигән.
     Ихласлыҡтың нимә икәнлеген белергә теләгән ваҡытта Ябраил, ғәләйһис-сәләм, пәйғәмбәребеҙгә әйтә: «Был турала мин Аллаһы Сүбехәнә үә Тәғәләгә лә әйтеп ҡараным. Ул миңә: «Ихласлыҡ — Минең бер кем белмәҫ бер серем. Мин уны һөйөклө ҡоломдоң күңеленә аманат итеп тапшырҙым», — тип яуап бирҙе», — тигән.
     «Ихласлыҡ, — тип аңлатҡан Джунайд, — ул Аллаһ менән Уның ҡоло араһындағы бер сер. Яҙыу менән нығытып ҡуйыр өсөн был сер хаҡында фәрештә лә, уны боҙоп бөтөрөү тураһында мәкер ҡороп ҡына йөрөгән шайтан да, унан баш тартырға мәжбүр итеүсе (енси) дәрт тә белә алмай».
                                                                  Шәйех Әхмәд-хажи Абдуллаев. «Изгеләрҙәге күркәм холоҡ».
                                                                  Махачкала. «Рисаләт» нәшриәте. 2015. 210-сы бит
                                                                  Башҡортса дине календарь, 2018 йыл