Диндә күркәм холоҡ

                                       Диндең төп талаптарының береһе — күркәм холоҡ
   Мосолманда дин күркәм холоҡ тәрбиәләй.
   Белмәгәндәргә һабаҡ, белгәндәргә ҡабатлау булһын тип, имам Хәсән менән имам Сәджәдтән ҡалған ике сәхифәне иҫкә төшөрәйек.
   Сүриә дәүләтенән килгән бер мосафир һыбай сабып барған Хәсәнде күреп, яман һүҙҙәр менән уны хурлай башлай. Был дорфалыҡҡа дорфалыҡ менән яуап ҡайтармай имам. Атын ҡарт менән йәнәшә атлатып, асыҡ йөҙ менән уға сәләм бирә:
   «Эй, оло кеше! Миңә һин сит-ят ерҙәрҙән килгән кеүек күренәһең, мине лә кем менәндер бутаның шикелле. Әгәр ҙә ғәфү үтенһәң, ғәфү итермен, атымды һораһаң, уны ла бирермен. Ас булһаң, һый-хөрмәт күрһәтермен. Кейем кәрәк булһа, уны ла алырһың, малыңды тартып алған булһалар, мал табырға ярҙам итермен, әгәр ҙә һине эҙәрлекләп йөрөһәләр, һыйыныр урын табырмын: нимәгә генә мохтажлыҡ кисерһәң дә, хәл итермен!» — ти.
   Хәсәндең был һүҙҙәренә таң ҡалып, ҡарт ҡысҡырып уҡ ебәрә:
   «Һинең Аллаһтың Ерҙәге урынбаҫары булыуыңа геүаһлыҡ бирәм. Үҙенең рисаләтен кемгә тапшырырға кәрәклеген Аллаһ, әлбиттә, белә. Һин үҙең дә, һинең атайың да миңә Аллаһ яралтып бар иткәндәрҙең иң яуызы булып күренә инегеҙ. Хәҙер һеҙ минең өсөн Аллаһ яралтып бар иткәндәрҙең бөтәһенән дә һөйкөмлөрәк булып киттегеҙ!» — ти.
   Имам Хәсән — пәйғәмбәребеҙҙең, ғәләйһис-сәләм, ейәне — мөьминдәр әмире Ғәли менән Фатиманың улы.
   Хәсән менән Хөсәйенде пәйғәмбәребеҙ үҙ балаларынан артыҡ күреп ярата һәм: «Хәсән менән Хөсәйен — минең улдарым», — ти торған була. Башҡа балаларына Ғәли үҙе лә: «Һеҙ — минең балаларым, ә Хәсән менән Хөсәйен — Аллаһ илсеһенең улдары», — ти торған була.
   Атайы — мөьминдәр әмире Ғәли хәҙрәт үлтерелгәс, куп төбәктәрҙәге ғәрәптәр Хәсәндең хәлифәлеген таный, Мысыр менән Мөғауиә ҡарамағында булған Шам халҡы ғына был хәлифәлекте ҡабул итмәй.
   Атаһы кеүек үк ғалим, ғәҙел, изге кешеләрҙән булараҡ, алты ай самаһы хәлифәлек иткәс, ҡан койоуҙарға барырға теләмәй, ул үҙе лә Моғауиә хакимиәтен таный. Әммә хәүеф-хәтәрҙәрҙән ҡотола алмай. Үҙ өйөндә лә уға ҡурҡыныс янап ҡына тора, Могауиә һәм уның улы Йәзид ҡоткоһо менән үҙ ҡатыны тарафынан ағыуланып үлтерелә.
   Илдәр һәм диндәр тормошонда әхлаҡһыҙлыҡҡа ла урын табылып ҡына торған.
   «Бер-береңде күрә алмау һәм үҙ-ара дошманлыҡ рухи ярлылыҡ, тотанаҡһыҙлыҡ һәм холоҡһоҙлоҡтан килә, тигән ғалимдарҙан берәү. — Күп кенә мәсьәләләрҙе беҙ ҡара-ҡаршы ултырып туғандарса хәл итә алабыҙ, әммә быны эшләргә беҙгә наҙанлыҡ менән маһайыуға бирелеү ҡамасаулай. Ваҡыты менән беҙ яҡындарыбыҙҙың кескәй генә хатаһын да кисерә белмәйбеҙ, уларҙы ташлап китәбеҙ. Ғәҙеллек тигәндә самаларҙы онотоп ебәрәбеҙ».
   Дин юлында игелеккә әйҙәп кенә торған имамдар беҙгә әллә күпме өлгөләрен ҡалдырып киткән.
   Бер вакыт үҙ тарафдарҙары менән әңгәмә ҡороп ултырғанда имам Ғәли ибн Әл-Хөсәйен Әс-Сәджәтте — ҡайһы бер хеҙмәттәрҙә ул Зәйнелғабиҙин тип тә бирелә — яҡын ҡәрҙәштәренән булған Ибн Мөсәннә атлы берәү төрлө һүҙҙәр менән мыҫҡыл итә башлай. Өндәшмәй-нитмәй, әллә ни иғтибар ҙа итмәй генә имам уны тыңлап тора.
   Ҡәрҙәше киткәс кенә ул: «Был кешенең нимәләр һөйләгәнен ишеттегеҙме? Уның эргәһенә хәҙер мин үҙем барырға теләйем, минең уға бирәсәк яуабымды тыңлап тороу өсөн һеҙ ҙә минең менән барығыҙ»,—ти.
   «Һин дә, беҙ үҙебеҙ ҙә уға үҙе кеүек үк яуап бирергә теләмәһәк тә, барырбыҙ», — тиҙәр иптәштәре.
   Мөсәннә йортона юл тота имам.
   Барған ваҡытта Ҡөрьәндең: «Әшәкелек менән үҙенә ҡарата үҙе золом, гонаһ эшләп тә һуңынан Аллаһты иҫенә төшөргән һәм гонаһтары өсөн ғәфү үтенгән кешеләрҙе, ҡылған гонаһтарының яҙыҡ булыуын белгән көйө күрәләтә тиҫкәреләнеп йөрөмәһә, ул гонаһтарҙы Аллаһтан башҡа кем ярлыкай ала? — тигән аятын ҡабатлай-ҡабатлай бара имам.
   Шул ваҡыт иптәштәре лә имамдың яҡшылыҡтан башҡа бер нәмә лә эшләмәйәсәген аңлай. Өйгә барып етәләр.
   «Уға әйтегеҙ: был мин — Ғәли ибн Әл-Хөсәйен», — ти имам.
   Хужа быны ишетеп тора һәм, ыҙғышҡа әҙерләнеп, өйөнән сыға. Имам Сәджәдтең үс алыр өсөн килеүенә бер шиге лә булмай уның. Ибн Әл-Мөсәннәнең өйөнән сығыуы менән Ибн Сәджәд: «Миңә килеп һин фәлән-фәлән һүҙҙәр әйтеп киттең. Әгәр ҙә һин әйткәндәр миндә ысынлап та була ҡалһа, ғәфү үтенеп мин Аллаһҡа доға ҡылам. Әгәр ҙә һин мине булмаған насарлыҡтар менән ғәйепләп киткән булһаң. Аллаһҡа мин һине ярлыҡауын үтенеп доға ҡылам», — ти.
   Имамдың был һүҙҙәрен ишеткән Мөсәннә килеп уның башынан үбеп ала:
   «Әлбиттә, мин һине үҙеңдә булмаған нәмәләр менән ғәйепләп киттем. Был насарлыҡ минең үҙемдә булған сифаттар», — ти.
   Имамдың һүҙҙәре уның йәненә үтеп инә, күңелендә таш булып ятҡан ауырлыҡты юҡҡа сығарып, киң күңеллелек менән тәүбәнең ҡиммәте тураһында һабаҡ бирә.
   Үҙенең ҡәрҙәшенә генә түгел, бөтә юлдаштарына киң күңеллелек һәм башҡаларҙың хатаһына талапсан булыуҙан арынып, мәрхәмәтле була белеү өлгөһө күрһәтә имам.
   «Кешелә киң күңеллелектең булмауы — етешһеҙлектәрҙең иң насары, ә үс алырға ашығып ҡына тороу — иң оло гонаһ», — тигән Ғәли хәҙрәт.
   Мосолманға Ҡөрьән киң күңелле булырға бойороп ҡына тора:
   «Һеҙҙән йомартлығы һәм бирер нәмәһе булған һәр кем үҙенең ҡәрҙәштәренә, фәҡирҙәргә, Аллаһ юлында күсеп йөрөгәндәргә кәрәк нәмәләрен биреп тороуҙан туҡтамаһын, уларҙың кәмселектәрен кисерә һәм хаталарын ғәфү итә белһен. Аллаһтың үҙегеҙҙе лә ярлыҡауын теләмәйһегеҙме ни? Аллаһ — Ул ғәфү итеүсе, мәрхәмәт-шәфҡәт эйәһе».
                                                                                                                         «Нур» сүрәһе, 22-се аят
   «Кемдеңдер нимә өсөндөр үс алырлыҡ көсө булғанда ла киң күңелле була белеүе үтә лә яҡшы һыҙат». Был һыҙатты имам Садыҡ пәйғәмбәрҙәрҙә һәм әүлиәләрҙә була торған күркәм сифаттар менән бер рәткә ҡуя.