Башҡорт һәм эскелек

                                         Манҡортлоҡҡа йәки Эскелек илткән юл, фәлсәфәһе тураһында
   ► Боронғо башҡорт мифтарында ата-бабаларыбыҙҙың иҫерткес эсемлектәр ҡулланыуы тураһында бер ниндәй ҙә мәғлүмәт юҡ. Был башҡорттарҙың иң боронғо замандарҙан уҡ эскелекте үҙ итмәүе тураһында ишаралап торғандай. Әйткәндәй, «иҫереү» һүҙенең этимологияһы «әҫәрләнеү», «иҫ юғалтыу» һәм дә «иҫәрләнеү» һүҙҙәренә бәйле кеүек тойола. Иҫерткесте әҫәрләнеү өсөн эсә башлап, иҫен юғалтҡансы, йәғни иҫәрләнгәнсе эскән кешегә юҡҡа ғына «иҫерек баш», тип әйтмәйҙәрҙер ул...
   Ғ. ХӨСӘЙЕНОВ: Ҡырмыҫҡалы районының үҙем тыуып үҫкән Үтәгән ауылында һуғышҡа тиклем бары бер генә кешенең эсеп иҫереп йөрөүе хаҡында һөйләгәндәрен иҫләйем. «Ана, теге Йомаҙил тағы башын иҫереккә һалып, эсеп йөрөй», тиерҙәр ине уның тураһында. Ысынлап та, ауылыбыҙҙа унан башҡа бер генә эскесе лә булманы.

Әлбиттә, был ул саҡта ауыл мөхитендә алкоголле эсемлектәрҙең бөтөнләйгә булмауын һәм ҡулланылмауын аңлатмай. Ҡунаҡҡа йөрөшөү, мәжлескә йыйылыу, өмәләр, төрлө байрамдар уҙғарыу элек тә булды. Халҡыбыҙҙа ҡунаҡ һыйлау, күңел асыу, ипле итеп һөйләшеп, йырлашып ултырыу йолаһы борондан килә. Ҡунаҡ күңелен күреү өсөн табынға сәйҙән башҡа телдәрҙе астыра, күңелдәрҙе күтәрә торған милли эсемлектәребеҙ ҙә ҡуйылған. Башлыса буҙа, ҡымыҙ кеүек составында алкоголе бик аҙ булған эсемлектәр, һирәк-һаяҡ бал балы (әсе бал) менән ҡунаҡ һыйлау хуп күрелгән. Былар тәбиғи эсемлектәр, һәм уларҙың кеше һаулығына файҙаһынан башҡа бер ниндәй зыяны юҡ. Ата-бабаларыбыҙ бик күп быуаттар буйы ошо эсемлектәр менән ҡәнәғәтләнеп йәшәгән. Халҡыбыҙ араҡы һымаҡ спиртлы эсемлектәрҙең булыуын да белмәгәндер, белгән хәлдә лә, уларҙан баш тартҡан. Ҡәһәрле һуғыш, күп ир-аттарыбыҙҙың башына етеү менән бергә, халыҡ араһында эскелектең киң таралыуына ла сәбәпсе булды. Дүрт йыл барған ҡан ҡойоштан һуң беҙҙең ауылыбыҙҙа эсмәгән кеше юҡ ине, тип әйтергә була. Сәбәптәре билдәле: ир-ат һуғышта, аяуһыҙ ауыр тормош ауырлыҡтары ҡатын-ҡыҙ, ҡарт-ҡоро иңенә төштө, халыҡ күңелен ҡайғы-зар биләне. Бигерәк тә районыбыҙҙа шәкәр сөгөлдөрөн күпләп үҫтерә башлағас, шул сөгөлдөрҙән иҫерткес эсемлек ҡыуыу таралып китте. Ул ҡорт балынан ҡойолған әсе балдан күпкә ҡеүәтлерәк, шуны бер нисә стакан эскән кеше иҫереп үк китер ине.
   ► X быуат башында ғәрәп хәлифе илселеге менән Болғарға килгән ибн Фаҙлан үҙенең сәйәхәтнамәһендә бына ниҙәр яҙып ҡалдырған: «Урыҫтар иҫерткес эсеүҙе яратыусы бер халыҡтыр. Көндөҙ ҙә, төндә лә эсәләр. Хатта ҡайһы берҙәре үлгән ваҡыттарында ла эсеп үлә».
   Шулай уҡ башҡа ғәрәп һәм сит ил сәйәхәтселәре урыҫтарҙың иҫерткес эсемлектәр ҡулланыуға әүәҫ ҡәүем булыуын теркәп ҡалдырған. «Эсмәйһең икән, тимәк, ысынлап йәшәмәйһеңдә», «Эсмәйһең, тимәк, мине хөрмәт итмәйһең» кеүек әйтемдәр тиктән тиккә генә таралмағандыр урыҫ араһында.
   Шул тиклем оҙаҡ ваҡыт арауығында урыҫтарҙың организмында алкоголгә яраҡлашыу, хатта ниндәйҙер иммунитет барлыҡҡа килеү мөмкинлеге инҡар ителмәй. Халҡыбыҙ инде биш быуатҡа яҡын урыҫ мөхите менән яҡындан аралашып йәшәһә лә, һуңғы осорға тиклем урыҫ араҡыһынан алыҫ булды. Тик халыҡ араһында яман ғәҙәт бер тарала башлаһа, уға сик ҡуйыуы ҡыйын. Был хәлгә төшөүҙең эскелеккә ҡаршы эске иммунитеты булмаған халҡыбыҙ өсөн нисек хәүефле икәнен күптәребеҙ бик яҡшы аңлай. Тик ни эшләп ошо афәт алдында беҙ ғәмәлдә көсһөҙ булып ҡалабыҙ һуң?
   С. МӨХӘМӘТЙӘНОВ: Хәҙерге заманда халыҡ араһында эскелектең киң таралыуы, уның кәмеү урынына, арта барыуы, уға ҡаршы көрәшеүҙең һөҙөмтәһеҙ булыуы хаҡында һөйләшеү фәлсәфәүи фекер йөрөтөүҙе талап итә. Ҡәҙимге тормош алып барыусы кеше йәшәйештә туҡтауһыҙ ҡабатланып тороусы бер төрлөлөктө үҙ итә алмай. Әйтәйек, ул иртән йоҡонан тороп, эшенә китә, көнө буйы ер һөрә, ҡайта, киске аштан һуң тағы йоҡларға ята, һәм был ғәмәлдәр көн һайын ҡабатлана килә. Ошолай бер килешле йөрөү кешене ялҡыта, уның ниндәйҙер икенсе бер торош-халәткә күсеү ихтыяжы барлыҡҡа килә. Тап иҫерткес эсемлек йоғонтоһонда ул үҙен бөтөнләйгә икенсе рәүештә тоя башлай, кәйефе күтәрелә, хатта кинәт кенә уның холҡо ла үҙгәреп китә: әүәл шым һәм баҫалҡы ғына булған әҙәм үҙен көслө һәм ғәйрәтле итеп хис итә. Эскән кешенең ошо яңы халәте уның хәтерендә ҡала, һәм күпмелер ваҡыт үтеүгә, унда тағы ла ошо торош-кисереште ҡабатларға теләү барлыҡҡа килә. Үҙ ғаиләһе мөхитендә ҡәҙимгесә йәшәп көн иткән ир кеше эскелектең зыяны тураһында ла белә, әммә тап эскән мәлендә ул үҙен «ысын ирҙәрсә» хис итеп, арыҫландай ғәйрәтле булып китеп, хатта үҙен айыҡ сағында хас булмағанса, агрессив тота башлай. Ошо холҡо арҡаһында башҡаларҙан туҡмалыу ҙа уны туҡтата алмай. Әлбиттә, эсеп алған кешенең барыһы ла бер иш булмай, һәр кемдең үҙенә хас булған кәйеф-торошо пайҙә була.
   ► Алкоголь кеше мейеһендәге ниндәйҙер күҙәнәктәрҙе уятып, баҫырылған йәиһә тыйылған инстинкттарҙы уятамы икән?
   С. МӨХӘМӘТЙӘНОВ: Мин улай тип уйламайым. Алкоголь тәнгә генә түгел, йәнгә лә бик көслө йоғонто яһай. Беҙ йән даирәһе хаҡында бик аҙ беләбеҙ. Кешеләрҙе ҡарар күҙгә күренмәҫ шәүләләр уратып алған, уны аура тип тә атайҙар. Алкоголь ошо аураны бик ныҡ үҙгәртә, һөҙөмтәлә кеше үҙен бөтөнләй икенсе кеше итеп тоя башлай, ниндәйҙер икенсе донъяға инеп киткән һымаҡ була. Әлбиттә, ул ошо «икенсе донъя»ны күрмәй, әммә уның йәне шул донъя тәьҫирендә көслө үҙгәрештәргә дусар була. Аураһы икенсе донъяға сыҡҡан кешенең кәйефе күтәрелә, уны ләззәт, рәхәтлек тойғоһо биләй. Урыҫтарҙа «напиться до чертиков» тигән төшөнсә булыуы фәһемле, был аяуһыҙ ныҡ эсеү арҡаһында кеше йәненең әле беҙ иҫкә алған башҡа донъяға инеп китеп, ниндәйҙер ҡурҡыныс заттар араһына барып сығыуын белдерә.
   Ҡәҙимге тормошобоҙҙа беҙ әхлаҡи ҡоршауҙар солғанышында йәшәйбеҙ, ә алкоголь уларҙы юҡҡа сығара ала. Мәҫәлән, айыҡ саҡта ир-ат үҙен ҡатын-ҡыҙ менән ипле, әҙәпле тотһа, эсеп алыу менән «ысҡына» башлай: ҡатын-ҡыҙ заты уға ғәҙәттәгенән матурыраҡ булып күренә, ул, үҙе лә һиҙмәҫтән, тотанаҡһыҙлыҡ күрһәтә, ниндәй ҙә булһа «сибәркәй» менән бәйләнешкә инергә теләй. Тап шуның өсөн ҡатындар ирҙәренең йыш эсеп йөрөүенән ҡурҡа, сөнки бындай хәлдәр йыш ҡына ғаилә тарҡалыуына сәбәп була. Ғөмүмән, эскелек әхлаҡи ҡанундарҙы бик тиҙ арала юҡҡа сығара ала, кеше үҙен әҙәм балаларының тәү көтөүе дәүерендәгеләй хис итә башлай, шул халәткә бер барып ингәс, шунан сыға алмай ыҙалана. Психолог Карл Юнг әйтмешләй, эскесе «коллектив аңһыҙлыҡ» хөкөм һөргән дәүергә барып эләккәндәй була.
   ► Ғаиләһе, эше, ҡорған тормошо йәиһә үҙ-үҙе менән риза булмайынса, йәшәүенең мәғәнәһен юғалта башлаған кеше эскелеккә тиҙ бирелеүсән, ә эскелектең кеше аңында барлыҡҡа килгән мәғәнәһеҙлекте уғата көсәйтеп ебәреүе раҫ.
   Ғ. ХӨСӘЙЕНОВ: Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙә үҙ-үҙенә ҡул һалыусылар һис кәмемәй. Әҙәм балаһын ошо фажиғәгә илтеүсе төп сәбәптәрҙең береһен эскелек тип әйтергә була. Айыҡ кеше, уға нисек кенә ауыр булмаһын, башын күрәләтә элмәккә тығырға ынтылмай. Эскесенең донъяһы эскәндә генә тигеҙләнә, әммә һуңынан уның кире яҡтары уға ҡайтанан ябырыла. Самаһыҙ эсеп, рухи булмышы менән бергә йәшәү мәғәнәһенән яҙған кеше өсөн һуңғы аҙым яһау ҡурҡыныс та, фажиғә лә булып тойолмаясаҡ. Күп эсеүҙән зиһене томаланған кешегә үҙ-үҙенә ҡул һалыу үҙе башҡаса йырып сыға алмаған ауырлыҡтарҙан ҡотолоуҙың иң еңел сараһы булып тойола. Күрәһең, эскелектән айный алмаған кеше шәхесендә уның үҙен юҡҡа сығарыуға алып барған зарарлы сифаттар тиҙерәк яралалыр.
   Һуңғы йылдарҙа суицид осраҡтары бигерәк тә ауыл мөхитендә күбәйҙе. Бының үҙ сәбәптәре бар, әлбиттә. Үҙаллы тормош ҡорғанда матур маҡсаттар ҡуйылмауы, идеалһыҙ йәшәү, төрлө ҡапма-ҡаршылыҡтарға осрауҙан баҙап ҡалыу, төшөнкөлөккә бирелеү, ауырлыҡтарҙы сабыр рәүештә үткәрә алмау, башҡаларға тиҙ генә рәнйеп, үпкәләшеп йәшәү даими эскелек менән бәйләнә ҡалһа, кешене артабан йәшәүҙән ваз кисеүгә еткереүе бик мөмкин. Матбуғатта милләт яҙмышы өсөн хәүефле булған ошондай аяныслы хәлдәргә анализ бирелгән, күпмелер кимәлдә өгөт-нәсихәткә ҡоролған мәҡәләләрҙең булмауы беҙҙең битарафлығыбыҙ күрһәткесе булып тора. Бындай хәлдә бер ни ҙә булмағандай йәшәүҙән арына алыу фарыз беҙгә.
   С. МӨХӘМӘТЙӘНОВ: Ә йыш эсә башлаған кешегә башҡалар кәмһетеп ҡарай башлай, ул эшендә лә, ғаиләһендә лә ғәйепләнеп, ситкә тибелә, шәхес булараҡ, инҡар ителә. Бындай мөхит эскесене төҙәтә алмай, уны яңғыҙлыҡҡа дусар итә. Шунан инде араҡы шешәһе уның берҙән-бер «дуҫы» булып ҡала. Эсеп алһа, уға йәшәүенең мәғәнәһе ҡайтҡандай була, айныһа — яңынан юғала. Тора-бара бындай кешенең зиһенен мәғәнәһеҙлек һәм яңғыҙлыҡ менән тулы тормошонан ваз кисеү фекере биләп ала.
   ► Һәр кеше билдәле бер йәмғиәттә йәшәй, ниндәйҙер дәүләттең гражданы булып тора. Теге йәки был илдәге эскелек торошон дәүләт сәйәсәтенән айырып ҡарап булмай. 1909 йылда билдәле юрист, публицист һәм йәмәғәт эшмәкәре А. Ф. Кони Рәсәй Дәүләт Думаһында яһаған сығыштарында батша властарын эскелекте һәр яҡлап сикләү урынына, уны төрлө юлдар менән арттырыу сәйәсәтен алып барыуҙа ғәйепләй. Спиртлы эсемлектәр һатыуҙан дәүләт ҡаҙнаһына йылына 500 миллион һумлыҡ килем алынһа, эскеселәрҙе дауалауға 4-5 миллион һум ғына аҡса бүленеүен ул күҙ буяуға тиңләй. Ошонан һуң теүәл бер быуат үтеп китте, ә беҙҙең дәүләт етәкселәре ваҡыты- ваҡыты менән эскелеккә ҡаршы көрәш башлау зарурлығын белдерһә лә, спиртлы эсемлектәрҙе ҡулланыу йылдан-йыл арта ғына бара. Ошондай ике йөҙлөлөкте нисек аңлатып була һуң?
   Ғ. ХӨСӘЙЕНОВ: Халыҡ спиртлы эсемлектәрҙе ни тиклем күберәк һатып ала, дәүләт ҡаҙнаһына шул тиклем күберәк килем инә. Тимәк, илдә эскелектең артыуы дәүләт өсөн файҙалы булып сыға. Эскелеккә ҡаршы ниндәй генә кампания ойошторолмаһын, ғәмәлдә, дәүләттең килемен арттырыу ихтыяжы барыбер өҫтөнлөк ала. Рәсәйҙә алкоголле эсемлектәр етештереү сәнәғәтенең самаһыҙ үҫеш алыуы Иван Грозный замандарынан башлап хәҙергә тиклем күҙәтелә.
   С. МӨХӘМӘТЙӘНОВ: Рәсәйҙең яңы быуаттар тарихын кабактар, трактирҙар, мөгәзәйҙәр һәм башҡа эскелек таратыу йорттары тарихы рәүешендә лә күҙ алдына килтереп була. Тәмәке тартыу, араҡы эсеү кеүек алама ғәҙәттәрҙе Петр батша исеме менән бәйләһәләр ҙә, Әбей батша — Екатерина II заманында кабак-трактирҙар, араҡы менән сауҙа иткән мөгәзәйҙәр иҫәпһеҙ күбәйеп, эскелек йәмғиәттең бөтә ҡатламдарына үтеп инә. Был хәл совет дәүерендә яңынан ҡабатланды, спирт-араҡы заводтары алкоголь продукцияһын бер өҙлөкһөҙ сығарыуын дауам итте. Бының сәбәбе бик төптә ятһа ла, ул күптәргә билдәле бит: араҡы эсеп алған кешене тормошто яҡшы яҡҡа үҙгәртеү, дәүләт ҡоролошоноң ғәҙел булмауы, уны алмаштырыу зарурлығы һымаҡ уй- фекерҙәр борсомай, ул дәүләт өсөн һис бер зыянһыҙ мәхлүккә әүерелә.
   Ғ. ХӨСӘЙЕНОВ: Эскелек белем-мәҙәниәт кимәле түбән булған ябай халыҡ массаларында ҡырағайлыҡ сифаттарын уята.
   ► Күп һәм даими эскән кешенең хайуани халәткә төшөүенән дәүләткә ни файҙа?
   С. МӨХӘМӘТЙӘНОВ: Эскеселәргә ни бирһәң, шуға риза булып йәшәй бирә, тик эсергә генә етерлек булһын. Хатта ул үҙендә тупланған агрессияны ла яҡын- тирәләге кешеләргә генә йүнәлтә: ҡатынын туҡмай, бала-сағаһын рәнйетә, һис булмаһа, күршеһе менән һуғыша. Һеҙ эскеселәрҙең дәүләткә ҡаршы бунтҡа күтәрелеүе хаҡында ишеткәнегеҙ бармы? Дәүләт власы өсөн үҙенең тормош шарттарының ни өсөн насар булыуы тураһында уйланған кеше хәүефле. Ә күпселеге эскегә бирелгән халыҡ менән нисек теләйһең, шулай идара итеп була. Дәүләт һәм уның башындағы властар бар икән, эскелек тә бөтмәйәсәк. Нисек кенә сәйер һәм урынһыҙ тойолмаһын, дәүләт менән иҫерткес эсемлектәр бәйләнешен әлегә ҡотолғоһоҙ бер ҡанун итеп ҡабул итергә кәрәк.
   Ғ. ХӨСӘЙЕНОВ: Әммә һәр илдең зыялы заттары, йәмәғәтселеге булыуын оноторға ярамай. Эскелек ил киләсәгенә хәүеф янай башлаған мәлдәрҙә улар үҙ һүҙен халыҡҡа ла, дәүләт етәкселегенә лә еткермәй ҡалмай. Тап шул мәлдәрҙә дәүләт тә аяуһыҙ көсәйеп киткән эскелекте сикләү маҡсатында закондар ҡабул итергә, башҡа саралар күрергә мәжбүр була. Әгәр ул быны эшләмәһә, ил төрлө яҡлап бөлгөнлөккә төшөп, тарҡалыу сигенә етәсәк. Күҙәтеүҙәргә ҡарағанда, дәүләт органдары бер быуат арауығында ике тапҡыр ғына булһа ла эскелекте сикләү кампанияларын башлап ебәрә. Һуңғы тапҡыр эскелеккә ҡаршы көрәш М. С. Горбачев башланғысы менән 1985 йылда башланғайны, ул һәйбәт кенә һөҙөмтәләр бирһә лә, оҙаҡҡа барманы
   ► Эйе, 1983 йылда СССР-ҙа йән башына (сабый балаларҙы ла индереп) 18 литрға яҡын таҙа алкоголь (саф спирт) тура килһә, 1986 йылда был ҡот осҡос күрһәткес 3,5 литрға тиклем кәмене. Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев белдереүенсә, эскелек күрһәткесебеҙ ҡайтанан 18 литрға етте, ә Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы (ВОЗ) мәғлүмәттәрәнә ярашлы, эскелек кимәле йән башына 8 литрҙан ашҡан ил халыҡтары деградацияға дусар буласаҡ...
   Ғ. ХӨСӘЙЕНОВ: Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, алкоголгә бәйлелек шул тиклем көсәйгәйне, магазиндарҙа араҡы нормалап ҡына һатыла башлағас, халыҡ самогон һәм башҡа суррогат эсемлектәрҙе күпләп эсә башланы. Икенсенән, араҡынан табыш алыу ихтыяжы өҫтөн ҡуйылғас, дәүләт етәкселәре элекке сәйәсәтте дауам итеүҙе хуп күрҙе. Араҡы-шарап, һыра һатыу уғата көсәйеп китеп, эскелек бер ниндәй сикләүһеҙ ҡалған күренешкә әйләнде. Бөгөн ошо сәйәсәттең һәләкәтле икәнен ил етәкселәре үҙҙәре лә аңлай башлағандай тойола.
   ► Эскелеккә ҡаршы көрәш эскеселәргә ҡарата ҡаты саралар күреү менән сикләнә. Беҙҙең дәүләт етәкселәре лә ошо сиктән уҙғаны юҡ, тип раҫларға була. Кешенең шәхесен, уның аңын һәм үҙаңын үҙгәртмәйенсә, эскелекте еңеп булырмы һуң?
   С. МӨХӘМӘТЙӘНОВ: Иҫерткес эсеүселәрҙең һанын кәметә алыу мөһим. Эскелек йоғонтоһона бирелмәү бала саҡтан уҡ тәрбиәләнергә тейеш. Ә беҙҙә нисек? Телевидениены ғына алып ҡарайыҡ. Ул кешегә өс нәмәне — тәмәке тартыу, араҡы эсеү һәм сексты ымһындырғыс итеп күрһәтә. Ҡайһы ғына фильмды ҡарама, ошо шөғөлдәр биҙәп-матурлап бирелә. Йәнәһе, эсеп- тартып ултырыу нормаль, хатта матур күренеш инде. Артабан да ошолай дауам итә икән, Медведевтың янау-саҡырыуҙарынан ни фәтеүә?
   ► Йәш сағында шарап-араҡыны самаһыҙ эсеп, үҙ-үҙен белмәҫ хәлгә төшөп, оятҡа ҡалмаған кеше һирәктер.
   С. МӨХӘМӘТЙӘНОВ: Һинең эскәнеңде белгән дуҫ- иштәрең һиңә араҡыны тағы ла өҫтәп кенә тора ул. Нисек кенә эсермәйҙәр әле: йырлап бирәләр, ҡултыҡлашып («на брудершафт», тип атала) эсертәләр, «злоңды ҡалдырма», тиҙәр, ауыҙыңа, хатта елкәңә лә ҡоялар... Мәктәптә эшләгәндә, балаларға араҡыны бер грамм да ауыҙҙарына алмау кәрәклеген төшөндөрөргә тырыштым. 100 грамдан башланған эсеү бер саҡ ҡапланғансы эсеүгә тиклем барып етәсәк.
   ► Эскелеккә ҡаршы иммунитеты булмаған аҙ яҡ халыҡтарының фажиғәле яҙмышы хаҡында һәйбәт беләбеҙ. Һан яғынан күберәк булһаҡ та, беҙҙең халҡыбыҙға ла ошондай хәүеф янамаймы икән?
   Ғ. ХӨСӘЙЕНОВ: Минеңсә, ундай хәүеф бар. Бигерәк тә ауылдарыбыҙ яҙмышы ныҡ борсой беҙҙе. Ауылда хәҙер ҡалаға ҡарағанда күберәк эсәләр. Күптәр үҙ алдына ҙур маҡсаттар ҡуйып йәшәмәй. Коллектив хужалыҡтар тарҡалғас, тормош ҡороу, хужалыҡ итеү һәр кем үҙаллы хәл итә торған мәсьәләгә әйләнде.
Әгәр ғаилә башлыҡтары мул, матур йәшәргә, балаларына яҡшы шарттар булдырырға ынтылһа, эскелеккә урын ҡалмай.
   ► Ҡала кешеһенең көн һайын эшкә барыуы мотлаҡ. Ул эсеп йөрөһә, эшенән бик тиҙ яҙасаҡ. Ауылдарҙа ла элек етәкселектән эш кешеһенә талап көслө булды, ул күптәрҙе эскелеккә бирелеүҙән тотҡарлап тороусы тышҡы контроль булып торҙо. Хәҙер үҙ ҡарамағында ҡалдырылған ауыл кешеһе өсөн тышҡы контроль юҡ, ә эске контроль һәр кемдә лә етерлек түгел.
Минеңсә, күптәр үҙ ирке менән дөрөҫ файҙалана алмай ыҙаланғандай тойола...
   С. МӨХӘМӘТЙӘНОВ: Ауылда бер ҙә эсмәгән кешене яратмайҙар. Баймаҡ районының Байым ауылында йәшәүсе Еәбдерәсүл Фаруҡ улы, атайымдың ҡустыһы, 50-се йылдарҙан бирле эсмәй. Ҡунаҡ саҡырһа, ҡымыҙҙан башҡаһын ҡуймай. Ә ауылдаштары уны һаранлыҡта ғәйепләй.
   Хәҙер тотош ауылы менән күмәкләшеп эсеп йөрөгәндә лә ул берҙән-бер айыҡ тормош алып барыусы булып ҡала. Тора-бара кеше үҙ тормошон эскелектән башҡа күҙ алдына ла килтерә алмай башланы. Эскелектең эске ихтыяжға әүерелгәнен күреп торабыҙ, һәм унан арына алыу бик ҡатмарлы. Указдар сығарып, ҡарарҙар ҡабул итеп кенә ҡотолоп булмаясаҡ был афәттән. Мин балаларға былай тип өйрәтә инем: үҙегеҙ ҙә эсмәгеҙ, эскән кешеләр менән дә аралашмағыҙ. Эсмәгәндәр тик бер-береһе менән генә ҡатышып йәшәргә тейеш. Иң һәйбәте, бындай ғаиләләр айырым ауыл төҙөп йәшәй башлаһын ине. Хәлле милләттәштәребеҙ юҡҡа сыҡҡан берәй ауылды тергеҙеп, унда бөтөнләйгә эсмәгән, тәмәке тартмаған, аҙғынлыҡтан азат булған ғаиләләрҙе бергә йыйып алһа, бик шәп өлгө булыр ине. Әбйәлилдә Һәйетҡол ауылы халҡының эскелекте тамырынан бөтөрөү ниәте шундайыраҡ башланғысҡа юл һалды бит инде.
   ► Әйткәндәй, һеҙ, Самат Әбдрәхим улы, үҙегеҙ ҙә ана шул эсмәгән кешеләрҙең береһе булаһығыҙ. Яман күренештәр, әшәкелек күрһәтелмәгән Башҡортостан телевидениеһында һеҙҙең кеүек бөтөнләйгә эсмәгән заттарҙың йәшәү рәүеше, ҡараш-баһалары сағылдырылған тапшырыуҙарҙың булмауы үкенесле...
   С. МӨХӘМӘТЙӘНОВ: Минең иҫерткестән ваз кисеүемә 20 йыл була. Яңы тормош юлына баҫыусылар араһында йәштәребеҙҙең күбәйә барыуы ҡыуаныслы. Сәнғәт академияһында уҡыған Моратов Кәрим үҙе кеүек 4 иптәше менән аҡса түләп, айырым фатирҙа тора. Сәбәбе бер: эскән иптәштәренән арыраҡ тороу, ундай йәшәү рәүешен күңелдәре менән ҡабул итә алмау. Бына ошондай башланғыстар күбәйеп, халыҡта эскелекте күрә алмау ихтыяжы үҫешә башлаһа, бер ниндәй көрәштең кәрәге ҡалмаҫ ине. Әлбиттә, бындай яңы күренештәрҙе барса юлдар менән хупларға, таратырға кәрәк. Хәбәр һөйләп кенә кешене үҙгәртеп булмай, фәһем алырҙай тере өлгө булыуы фарыз.
   Ғ. ХӨСӘЙЕНОВ: Һәр кеше үҙ яҙмышын үҙе хәл итә. Яңы ғына ғаилә усағын ҡорған ир менән ҡатын иң элек балалары яҙмышын ҡайғыртырға бурыслы. Иң һөҙөмтәле юл — ғаилә мөхитендә, балалар алдында араҡы эсмәү. Һәр ауылда бына ошондай ғаиләләр булып, башҡаларға өлгө булһа, алға китеш булыр. Уларҙың матур тормошо барыбер башҡа ғаиләләргә йоғонто яһамай ҡалмай. Эскелекте тотҡан урындан бөтөрөп булмай, был бик оҙайлы процесс, әммә маҡсатлы эш даими алып барылырға тейеш.
   Шулай итеп... Әңгәмәбеҙҙә зыялыларыбыҙҙың үҙ халҡына өлгө булырға тейеш булып та, үҙҙәренең ошо бәйлелектән интегеүе хаҡында ла һүҙ барҙы. Күпме талантлы шәхестәребеҙҙең үҙҙәрен араҡы хаҡына ҡорбан итеүе билдәле. «Әгәр эсеүҙән туҡтай алмаһам, мин дә күптән гүр эйәһе булыр инем», — ти Әхмәр Үтәбай. Ә алкоголизм башҡорт халҡына хас түгел, ул беҙҙең гендарыбыҙҙа юҡ. Эскелек беҙҙә колониаль сәйәсәт, империя баҫымы һөҙөмтәһендә таралған. Урыҫ халҡы үҙе лә башлыса эскелек аша ҡоллоҡта тотолған. Тимәк, урыҫ араҡыһын ирек һөйөүсе башҡорттан манҡорт яһап, халҡыбыҙҙы рухи ҡоллоҡта тотоу сараһы итеп ҡабул итергә кәрәк. Шулай булғас, эскелеккә ҡаршы формаль көрәш менән генә хушһынмайыҡ, туғандар. Иң тәүге аҙымыбыҙ — империя ағыуы булараҡ, урыҫ араҡыһынан бөтөнләйгә ваз кисеү булһын. Әлбиттә, быны ғәмәлгә ашырыу өсөн һәр кемдең ошо аҙымды үҙе башлап яһауы фарыз. Аллаһыбыҙға иман килтереп, ҡасандыр тайпылған юлыбыҙға кире сығыу хаҡында һеҙҙән хаттар көтәбеҙ, ҡәрҙәштәр.
                                                                                                                   Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ
                                                                                                                  «Киске Өфө», 2009 йыл, №36
   Боронғо кешеләрҙең ҡайһы дәүерҙәрҙән бирле иҫерткес эсемлек ҡуллана башлауы билдәһеҙ, әммә ошо ғәҙәттең үҙ тарихы ғына түгел, быуаттар төпкөлөнән килгән фәлсәфәһе лә бар. Ҡасандыр бындай эсемлектәр ете ҡатлы Күк мөхитендә йәшәгән илаһи заттар өсөн генә тәғәйенләнгән, тип иҫәпләнеп, уны ошо юғарылағылар менән мистик бәйләнешкә инеү маҡсатында шаман-жрецтар ғына ҡуллана алған. Беҙҙең заманға килеп еткән иң боронғо яҙмаларҙан булған һинд-арий мифик сығанаҡтарында (Ригведа, Авеста һ.б. текстарҙа) иҫерткес эсемләктәрҙән сүрйә, галлюциноген кисерештәр тыуҙырыусы һаома иҫкә алына, һуңғыһы бер үҫемлек япрағынан ҡыҫып сығарылып, һөткә ҡушып әсетелгән махсус эсемлек була. Авеста телендәге «һау» тамырының һығып сығарыуҙы аңлатып, үҙебеҙҙең «һауыу» һүҙенә бермә-бер тура килеп тороуы ҡыҙыҡ. Эскелек кеүек ҡатмарлы йәмғиәт проблемаһы буйынса ҡоролған әңгәмәбеҙҙә филология фәндәре докторы, академик Ғайса ХӨСӘЙЕНОВ һәм философия фәндәре докторы, профессор Самат МӨХӘМӘТЙӘНОВ ҡатнашты.

   Шулай итеп өҫтә ун йыл элек яҙылған мәҡәләнән ни һығымта эшләргә була?
   

   Башҡорт халҡы, бигерәктә йәш ғәйрәтле-көслө ирҙәребеҙ ошо һуңғы утыҙ йыл эсендә эскелектән ауырып, ағыуланып, үҙ үҙен үлтереп бөттө. Сама менән ауылдарҙа үлгән халыҡтың 95 проценты эскелек арҡаһында ҡырылды һәм ҡырыла. Бер муллалар ғына был эште туҡтата алмаясаҡ. Әле һаман мәктәптәрҙең сығарылыш кисәләрендә, клубтарҙа ололарҙың, ветерандарҙың хөрмәтенә эскелек ойошторола. Эскелек ойоштороуҙа беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙар бигерәктә әүәҫ, берәй йүн генә килеп сыҡһын. Бала тыуҙымы, теше сыҡтымы, тыуған көнөмө, туйымы? Һәм башҡаһы. Ирҙәр үҙ ҡулына теҙген алып ҡатындарҙы ауыҙлыҡламаһа был хәл туҡтамаясаҡ! Бар әҙәп, бала тәрбиләү, быуын үҫтереү ҡатындарға йөкмәтелгән бит. Ә ирҙәрҙең эше хәләл мал табыу.
   Кемдә кем иҫерткес эсергә ярай тип әйтһә ул көфөрлөккә төшөп кафырға әйләнәсәк. Сөнки ул Аллаһ Тәғәләнең Ҡөръән аяттарына һәм Аллаһының Үҙенә ҡаршы сыҡты. Аллаһ Тәғәлә бар халыҡҡа ла: еврейҙәргәлә, христиандарғала һәм мосолмандарғала был турала изге китаптарҙа:Тора, Евангелие һәм Ҡөръән Кәримдә иҫкәртә.

                                                       Хәмер (иҫерткес эсемлектәр) ҡулланыу
   “Улар һинән хәмер һәм отош уйыны тураһында һорай: “Быларҙың икеһендә лә бөйөк гонаһ һәм кешеләргә ниндәйҙер файҙа бар, әммә уларҙың гонаһтары файҙаларынан ҙурыраҡ!” — тип әйт. Йәнә һинән саҙаҡаның нисек бирелергә тейешлеге тураһында ла һорарҙар, һин: “Ихтыяжыңдан артҡанын бир”, — тип әйт. Бына шулай аңлата һеҙгә Аллаһ үҙ аяттарын — моғайын» һеҙ фекер йөрөтөп ҡарарһығыҙ” (“Баҡара”, 219).
   “Эй, һеҙ, иман килтергән кешеләр! Хәмер, отош уйыны, һындар, уҡтар (күрәҙәлек итеүҙең төрө) — шайтан эшенән булған шаҡшылыҡтар. Уларҙан һаҡланығыҙ, моғайын, һеҙ бәхетле булырһығыҙ!”
   “Хәмер һәм отош уйыны менән шайтан һеҙҙең арағыҙға дошманлыҡ һәм нәфрәт һалырга теләй үә һеҙҙе Аллаһты иҫкә алыуҙан һәм намаҙ уҡыуҙан тыйырға теләй. Тыйылырһығыҙмы һеҙ?” (“Мәидә”, 90-91).
   Ибн Ғәббәс һөйләй: “Хәмер эсеү тыйыла, тигән аят төшөрөлгәс, ҡайһы бер сәхәбәләр башҡаларға: “Бөгөнгө көндән хәмер эсеү харам һәм ширеккә тиңләштерелә”, — тип әйтте”.
   Ғабдуллаһ ибн Ғүмәр хәмер ҡулланыуҙы иң ауыр гонаһтар сафына индергән. Хәмер, һис шикһеҙ, бөгә насарлыҡтың сәбәпсеһе. Шуға ла Аллаһ эскеселәрҙе ләғнәт ҡылған.
   Ғабдуллаһ бин Ғәмир еткерә: “Әгәр кем дә булһа иҫерек булып бер намаҙын ҡалдырһа, был унан ошо бөтә ундағы байлығы менән, донъяны тартып алғанға тиң булыр. Ә иҫерек булып дүрт намаҙын ҡалдырған кешегә Аллаһ ысынында '*Тинәтүль- хәбәл” эсерәсәк". Шул ваҡыт сәхәбәләр: “Эй, Аллаһ илсеһе! ‘Тинәтүль-хәбәл” нимә була ул?” — тип һораған. Ул: “Тамуҡ әһелдәренең ҡаны һәм эрене”, — тип яуап биргән.
   Джәбир (радиаллаху ғәнһү) һөйләй:
   “Аллаһ Үҙ ғәҙеллеге менән эскесене “Тинәтүлъ-хәбәл” менән туйындырырға хаҡлы”. Шул ваҡыт сәхәбәләр: “Ә “Тинәтүль- хәбәл” нимә була ул?” — тип һораған. Илсе: “Тамуҡ әһелдәренең тире”, — тип яуап биргән.
   “Шарапты был донъяла эскән кеше уны теге донъяла эсмәйәсәк ”.
   “Һәр хәмер эсеп шул хәлендә үлгән кеше Аллаһы Тәғәлә ҡаршыһына күп илаһҡа табыныусы хәлендә барып баҫасаҡ”
   Һәр эскесене һәм самалап хәмер эсеүсене тамуҡ көтә!
                                                                                                                  76 оло гонаһ китабынан